"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
10 Февраль 2020, 13:30

Беҙ үҙебеҙ йыраусы – башҡорт телен, уның моңон данлаусы

Эйе, һәр эшебеҙ изге ниәт менән башланһа ғына бәрәкәтле, ҡотло, сауаплы һәм дауамлы була. Сәнғәт өлкәһендә лайыҡлы урын биләгән, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған Земфира Хәким ҡыҙы Күләева-Әбдрәхимованың Иҫәнғол мәҙәниәт йортонда эшләүе Хоҙай ҡөҙрәте менән булғандыр. Уның изге башланғысы дауамлы булды.Земфира апайыбыҙ тәүҙә мәҙәниәт йортонда оҙаҡ һәм бик уңышлы эшләй, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокал-хор ансамблдәре ойоштора. Ә 20 йыл элек халҡыбыҙҙың йолалары,ғөрөф-ғәҙәттәреюғалып ҡалмаһын тип, фольклор ансамбле булдыра һәм уны бик матур, мәғәнәле итеп, “Йырау“ тип исемләй. Ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамблендә шөғөлләнгән апайҙар яйлап “Йырау”ға күсә...

– Ҡайҙа үҫтең,һылыу?
– Уралда!
– Ни исемле илдә?
– Башҡортостанда!
– Ергә ниңә килдең?
– Данларға!
– Ниҙе?
– Илемде,күгемде,еремде һәм халҡымды.
– Көсөң ҡайҙан?
– Изге ғәмәлдәрҙән.
Таңсулпан Ғарипова.
Эйе, һәр эшебеҙ изге ниәт менән башланһа ғына бәрәкәтле,ҡотло,сауаплы һәм дауамлы була.Сәнғәт өлкәһендә лайыҡлы урын биләгән,үҙ һөнәренең оҫтаһы булған Земфира Хәким ҡыҙы Күләева-Әбдрәхимованың Иҫәнғол мәҙәниәт йортонда эшләүе Хоҙай ҡөҙрәте менән булғандыр. Уның изге башланғысы дауамлы булды.
Земфира апайыбыҙ тәүҙә мәҙәниәт йортонда оҙаҡ һәмбик уңышлы эшләй,ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокал-хор ансамблдәре ойоштора.Ә 20 йыл элек халҡыбыҙҙың йолалары,ғөрөф-ғәҙәттәреюғалып ҡалмаһын тип, фольклор ансамблебулдыраһәм уныбик матур,мәғәнәле итеп, “Йырау“ тип исемләй. Ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамблендә шөғөлләнгән апайҙар яйлап “Йырау”ға күсә.
Ансамблдең тәүге ҡарлуғастары – беҙҙең хөрмәтле апайҙарыбыҙәле лә сафта. Улар йыр-моңобоҙға тоғро ҡалып, Иҫәнғол ауылының “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары булараҡ, төрлө сараларҙа ҡатнашып,уҡыусылар менән осрашып, йәш быуынға тәрбиә биреүҙә әүҙем эш алып бара.
Йәштәрҙе мәҙәниәткә ылыҡтырыу маҡсатында, Земфира Хәким ҡыҙы “Һомай” вокал ансамбле лә ойоштороп ебәрә.Ике ансамбль бер-береһен тулыландырып, район, республикакимәлендә үткән тантаналарҙа,фестивалдәрҙә ҡатнаша,еңеүҙәр яулай. Ә 2008 йылда “Ашҡаҙар таңдары“ республика фольклор фестивалендә иң юғары баһа – Гран-при менән билдәләнә. Ансамблгәлайыҡлы рәүештә халыҡ ансамбле исемебирелә.“Йырау” халыҡ фольклор ансамбле был оло исемгә тап төшөрмәне.
Беҙ апайыбыҙҙың изге ғәмәлен дауам итеүсе етәксебеҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәреГөлзиә Сафиулла ҡыҙы Татлыбаеванан да уңдыҡ. Сығышы менән ул – моңға бай Саҙалы еренән,үҙ эшенең оҫтаһы. Үҙенә лә, беҙгә талапсан, яуаплы етәксебеҙ ансамблгә яңыса һулыш өрҙө: йырҙарҙы бейеү хәрәкәттәре менән тулыландырҙы, кейемдәребеҙҙе лә үҙ ҡулдары менән зауыҡлы итеп биҙәүестәр өҫтәп, биҙәне, репертуарыбыҙҙы байытып, ансамблдең данын күтәрҙе. Гөлзиә Сафиулла ҡыҙы һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Заман менән бергә атлап, сығыштарыбыҙ сағыу, тамашасыбыҙҙың күңеленә хуш килһен өсөн бына 10 йыл инде ул бөтә тырышлығын, күңелен һалып эшләй. Шундай етәксебеҙ булғанда,беҙгә күпкә еңел – уның өйрәткәнен ал ғына!
Башҡортомдоң көй-моңо,йолалары йәшәһен тип,бер ғаилә булып берләшкән, үҙенең шәхси тормошо,эше булыуға ҡарамаҫтан, ансамблгә тоғро ҡалған апай-һылыуҙарға рәхмәт. Иң өлкәнебеҙ – Мөнирә Хөснөлхаҡ ҡыҙы Исхаҡова.Әйткәндәй, ул1976 йылда ойошторолған вокал-хор ансамбле ағзаһы. “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында 20 йыл тәрбиәсе булып эшләп,хәҙер хаҡлы ялда.Ҡыҙы менән кейәүе,ике ейәнсәре уныңҡыуанысы-терәге. Ансамблгәйөрөүенә 10 йыл. Ипле, тыйнаҡ,үҙенсәлекле тауышлы апайыбыҙ.
Фәимә Хәлим ҡыҙы Шәрипова ғүмерен балалар тәрбиәләүгәбағышлаған. Социаль приююта эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Тормош иптәше Рәфил ағай менән үҙҙәренең ике балаһы янына приюттан дүрт баланы тәрбиәгә алып,белем биреп,өсәүһенә гөрләтеп туйҙар үткәреп, тормош юлына баҫтыралар.Ә бәләкәстәре уҡып бөтөп, эшләп йөрөй. Үҙҙәренең балалары ла ғаиләле, уҡып, һөнәр алып лайыҡлы йәшәйҙәр.Ейән-ейәнсәрҙәре ҡыуандыра уларҙы. Фәимә апай хәстәрлекле,төплө фекерле, йор һүҙлелеге менән беҙгә кәрәкле.
Венера Ҡәнзәфәр ҡыҙы Мостафинарайонхакимиәтенең финанс бүлегендә эшләп, ялға сыҡты. Әле район инвалидтар ойошмаһын етәкләй. Туғандарына тоғро, ныҡлы таяу. 10 йыл беҙҙең менән бергә, көләс йөҙө,ихлас йылмайыуы менән ансамблде биҙәп тороусы.
КлараҒәфүр ҡыҙы Хәйбуллина – Әселейылғаһыбуйыһандуғасы.20 йыл ансамблде үҙенең сағыу тауышы менән матурлай.Һөнәре –мал табибы,Иҫәнғол ветстанцияһында35 йыл хеҙмәт итә. Иптәше Ғәфүр ҙә гармунда оҫта уйнай,моңға ғашиҡкеше. Бер ул һәм ҡыҙ үҫтереп,юғары белем биргәндәр.Улар инде үҙҙәре ғаиләле: улдары – Мәскәүҙә, ҡыҙҙары Камачткала йәшәй.
Арабыҙҙа иң йәше –күрше Күгәрсен районынан беҙгә килен булып төшкән Гөлсәсәк Әхмәт ҡыҙы Килдейәрова. Йәш булһа ла, ул индеҡыҙын кейәүгә биреп, ике ейәнгә өләсәй булыу бәхетен татый. Гәлсәсәктеңулдары ла сәнғәт юлында: Ислам – Ф.Солтанов исемендәге мәктәптең вокал-инструменталь ансамблендә барабансы, ә бәләкәсе Динислам иһә бик матур йырлай. 90 йәште үткән әсәһе лә уның тәрбиәһендә. Гөлсәсәк көслө тауышы, ҡыйыулығы менән айырылып тора. Концерттарҙы үҙенәгенә хас алым менән яңғыҙ һәм парлап йырҙар башҡарыуы менән биҙәй.
Мәрүәр Әхтәм ҡыҙы Вәлитова ла – Күгәрсен районынан. Белеме буйынса музыка белгесе. Иптәше хәрби булғас,Германияла ла йәшәргә насип була. Ике ул үҫтереп,уҡытып, оло тормош юлынабаҫтыра. Сит ерҙән тыуған моңон, телен һағынып, туғандары янына ҡайтып төпләнә. Беҙҙең сығыштарҙы концерттарҙа күреп һоҡланған апай бер көндө мәҙәниәт йортона килеп,етәксебеҙҙе табып,таныша, үҙенең дә ансамблгә йөрөү теләге барлығын белдерә һәм бына – ул беҙҙең арала. Беҙ үҙенсәлекле, матур тауышлы сибәр апайыбыҙҙан уңдыҡ.
Өҫкәлек ҡыҙы Зөлфиә Рәхмәтулла ҡыҙы Бикбулатова – белеме буйынса зоотехник. Үҙенең һөнәре буйынса ла, Росгосстрах агенты , хат ташыусы булып та эшләй ул.Иң егәрле апайыбыҙ шәл бәйләү оҫтаһы ла! Республикала үткәрелгән шәлселәр конкурстарында ҡатнашып, “Алтын ҡул” дипломына,бер нисә тапҡыриң юғары баһа – Гран-приға лайыҡ оҫтабикәбеҙ беҙҙең. Бына тигән ике ул әсәһе,ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Ярҙамсыл, белгәнен, яҡшы кәңәштәрен ихлас бүлешә.
Үҙемә килгәндә, Үрге Муйнаҡ ҡыҙымын.Өс тиҫтә йыл мәғариф өлкәһендә эшләйем – Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Балаларым да минең юлдан китте – улым М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның магистратураһын тамамлау алдында, ҡыҙым Стәрлетамаҡта башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Ансамблгә йөрөүемә лә 15 йыл. Быға йырлы-моңло ғаиләлә үҫеүем этәргес булһа, үҙемдең уҡыусыларыма телебеҙҙе, моңобоҙҙо, йолаларыбыҙҙы һаҡлау яғынан өлгө булыу– минең изге бурысым .
Ансамблдең сығыштарын 10 йылинде музыкаль яҡтан биҙәүсебеҙ – оҫта баянсы Ринат Наил улы Бикташев.2-се һанлы Өфө педагогия училищеһын, унан Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Эш стажы 20 йыл. Ул еңел булмаған хеҙмәтен аңлап торған ҡатыны менән матур,татыу ғүмер итә, балалар үҫтерә.Әлеге ваҡытта Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбе уҡыусыларында йыр-моңға һөйөү тәрбиәләй. Сабыр,эскерһеҙ,кәрәк саҡта беҙгәирҙәрсә ныҡлы һүҙен әйтеп,төҙәтеп ебәреүсе терәгебеҙ ҙә булып тора.
Үҙебеҙҙең хәләл ефеттәребеҙгә рәхмәтлебеҙ, әгәр ҙә улар матурлыҡты күрә белмәгән,хис-моңға битараф кешеләр булһа, беҙҙе аңламаҫтар ине. Кәрәк саҡта һәр яҡлап терәк булған, ярҙам ҡулын һуҙған туғандарыбыҙға, дәрт биреп торған тоғро дуҫтарыбыҙға, беҙҙе ихлас фатихаларын биреп, эштән ебәргән етәкселәребеҙгә рәхмәтлебеҙ.
Ансамблебеҙ бер ғаилә: ижад итә, шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашып,гөрләп ғүмер итә.
Йәйен-ҡышын,яҙын-көҙөн беҙ бергәбеҙ. Районда үткәрелгәнтөрлө байрамдар, рәсми саралар, һабантуйҙар, Шәжәрә байрамдары сит яҡтарҙан беҙгә килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, республика һәм унан тыш үткәрелгән конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, үҙебеҙҙең Ейәнсурабыҙҙы данлап, уға мәртәбә өҫтәү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Эш бүлмәбеҙ Маҡтау грамоталары, Дипломдар, Рәхмәт хаттары менән тулы. Иң-иңдәрен генә билдәләп үтәм – 2013 йыл “Тере шишмәләр” республика фольклор байрамында 1-се урын,2015 йылда – Гран-при. 2017 йыл “Ашҡаҙар таңдары “ республика фольклор конкурсында 1-се урын алдыҡ, 2016 йыл данлыҡлы “Байыҡ” башҡорт бейеүе конкурсында ла ҡатнашып, лауреат булдыҡ. Өс йыл рәттән република шәл байрамында Гран-при яуланыҡ. 2019 йылда Өфөлә “Фолк-тайм” республика фольклор сәнғәте конкурсы лауреаты булдыҡ. Өс йыл һайын ансамблдең халыҡ исемен яҡлау – бик яуаплы ҙур эшебеҙ булып тора.
2019 йылдың октябрендә Һамар телевидениеһы “ Сығанаҡтарға ҡайтыу” аудиовизуаль энциклопедия сиктәрендә беҙҙең ансамблде төшөрҙө.Был проект Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына башҡарыла. Проектҡа ярашлы, Волга буйы федераль округында һәр 14 төбәк буйынса фильмдар әҙерләнә. Фильмдарҙы төбәк телеканалдары һәм “Жар птица” каналы буйынса ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Әле яңыраҡ ҡына Өфө ҡалаһында “Алтын тирмә” тапшырыуында ҡатнашып ҡайттыҡ. Етәксебеҙ беҙҙе Сибай ҡалаһына милли биҙәүестәр эшләү курстарына ла алып барҙы. Оҫталыҡ дәрестәре ҡарап, милли биҙәүестәр эшләргә өйрәнеп, һөнәребеҙҙе арттырҙыҡ, һаҡалдар, ҡашмауҙар эшләп кейҙек. Хәҙер инде үҙебеҙай һайын оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, башҡаларҙы өйрәтәбеҙ, заманса стилләштереп биҙәүестәр эшләйбеҙ.
Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ аҡылы. Ҡасандыр башлап ебәргән изге ғәмәл дауам итә.Беҙгә алмашҡа йәштәр килер. Йолаларыбыҙ, йыр-моңдарыбыҙ тере тормош ағасылай,уның тамыры тәрән, ә олоно һәм япрағы йәш,яңыра бара. Һүҙемде күренекле дин әһеле,имам-хатиб Мөхәммәт Ғәлләмдең “Әхлаҡ гүзәллектәре” исемле китабында яҙылған һүҙҙәременән тамамлайым: “Был мөғжизәле заман эсендә йәшәгән сағыбыҙҙа үҫеш,күтәрелеү,милли дәрәжәне арттырыу, мәҙәниәттең юғары баҫҡыстарына күтәрелеү – барыбыҙҙың да милли һәм дини вазифабыҙҙыр”.
Зилә Хәйруллина.
Иҫәнғол ауылы.
ИҒТИБАР!!!
РеспубликабыҙҙаБашҡорт теле йылынаарналған был концертта “Баш-кредит-центр” кооперативы акция иғлан итә. Кемдәрҙең әсәлек капиталы бар (сетификаттыүҙеңменәналыпкилергә), шуларғабеҙҙәнбүләк: концерткасаҡырыуҡағыҙы, бәпәйегеҙгәтатлыбүләкһәмәсәлеккапиталыннисекҡулланыутураһында консультация, мәғлүмәти папка. Тағы ла шул: милли биҙәүестәр күргәҙмә-һатыуы үтәсәк, шулай уҡ биҙәүестәр эшләү буйынса, мосолман яулығы ябыныу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Читайте нас: