Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
11 Февраль 2020, 00:00

ЙӨРӘКТӘ ҠАЛҒАН ЯРА (хикәйә)

— Беҙҙең шулай һуңлап осрашыуға кемде ғәйепләргә мөмкин? — тип Фәһимәнең моңһоу күҙҙәренә текәлде.— Ә мин бер кемде лә ғәйепләмәйем. Барыһы өсөн дә бары тик үҙем ғәйепле. — Фәһимә, уң ҡулы бармаҡтары менән ирендәрен ҡаплап, башын аҫҡа эйҙе.

ЙӨРӘКТӘ ҠАЛҒАН ЯРА (хикәйә)
— Туҡта, ахмаҡ, ҡайҙа атаңлап инеп бараһың?!
Ғәләү ҡарттың көр тауышы өй эсендәгеләргә ла бик асыҡ ишетелде. Мәрзиә, йыуан муйынын һәләт кенә бороп, тәҙрәгә ҡараны ла:
— Ана, Ғәләү ағай килеп тә етте. Ҡапҡа асыҡ, аты менән урам эсенә үк инһә икән дә. Әллә әйтәйемме? Йөктәрең ауыр бит, — тип иренә табан атланы.
Хәмзә, уң ҡулын һелтәп, ҡырт киҫте:
— Торһон! Бер сумаҙан менән ярты тоҡ йөктө күтәрә алмаҫ тиһеңме? Һин, бар, балаларҙы уят, һигеҙенсе киткән, ә улар һаман йоҡо һимертә.
— Һине оҙатҡас, уятырмын. Был арала бигерәк ныҡ арыйҙар. Көнө буйы тип әйтерлек мәктәптәләр, өйгә ҡайтҡас та эш етерлек уларға… Һин малайҙы барғас та күр инде, ебәргән нәмәләрҙе бирергә, аҡса ҡалдырырға онотма.
Хәмзә ҙур кәүҙәһенә килешле, әҙ генә иҫкерә башлаған күн курткаһын сөйҙән алып өҫтөнә кейҙе лә, әҙерләп ҡуйылған йөктәрҙе ҡулдарына эләктереп, ишеккә табан йүнәлде. Ҡатыны уға эйәрҙе. Сыҡҡас, арбаһы эргәһендә уларҙы көтөп торған Ғәләү ҡарт менән сәләмләшеп, хәл-әхүәлен һорашҡас, Мәрзиә уны сәй эсеп сығырға ҡыҫтап ҡараны, ләкин барыбер күндерә алманы.
Һуғыштан һыңар күҙһеҙ ҡайтҡан Ғәләү ҡарт һаман почта ташый. Бына дүрт тиҫтә йылдан ашыуыраҡ ул тыуған ауылы Иҫке Йорттан һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенә аҙнаға алты тапҡыр барып ҡайта. Был ваҡыт эсендә нисә атта кемдәрҙе генә ултыртып йөрөтмәне ул! Район үҙәгенә, ҡалаларға барыусылар кистән үк уға әйтеп, хәл белешеп ҡуялар. Ул бер кемгә лә баш тартмай, хатта өйҙәренә һуғылып алып китә. Һораһалар, үҙенә кәрәкмәһә лә, юлға иртәрәк тә сығып ҡуя. Элегерәк, машиналар аҙ саҡта, уның арба-санаһына ултырып барырға, ҡайтырға теләүселәр үтә күп була торғайны. Хәҙер инде кешеләр, бигерәк тә йәштәр, атта ғына барыуҙы мөрхәтһенеп еткермәйҙәр. Әммә олораҡтар һаман уға йәбешеп ята. Бер осор, пенсияға сығып бер ни тиклем эшләгәс, Ғәләү эшенән китеп тә торғайны. Почтаны төрлө кеше төрлө транспортта ташып ҡараны, ләкин уның һымаҡ берәү ҙә теүәл һәм етди эшләй алманы: йә хат-гәзиттәр юғалыштырҙы, йә бик һуңлап килде. Бына шулай ауылдың алмаштырғыһыҙ кешеһенә әүерелде лә ҡуйҙы. Тыңлаусан, егәрле кешенең ҡулы ла уртаҡ була шул ул.
Арбаға сумаҙан менән тоҡто йәтешләп һалышҡанда, Мәрзиә кисә әйткәндәрен яңынан иренең иҫенә төшөрҙө:
— Һеңлемдең ите сепрәккә төрөлгән. Ныҡ итеп әйт: әгәр кейәү менән айырылышһа, апаһына килеп тә йөрөмәһен. Өс йылын түҙгән, тағы ике йылын сыҙар, бәлки, амнистия булып, иртәрәк тә ҡайтып килер әле.
— Ярар, ярар, әйтермен, апайың түҙергә ҡуша тиермен. Ә түҙә алмай ҡуйһа, берәйһенең ҡуйынына инеп китһә, сығырға теләмәһә? — Хәмзә, ҡатыны яғына башын бороп, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайып ҡуйҙы. — Ҡатын-ҡыҙ бер түҙемлеген юғалтһа, тотоп алып булмай торған…
— Үҙеңдең ҡылыҡты ҡатын-ҡыҙға таҡма. Әтеү, мин һине белмәйем. Баҫылғаныңа нисә генә йыл.
— Ә, бәлки, баҫылмағанмындыр? — Хәмзә, шаярғанын аңлатырға теләп, был юлы нығыраҡ йылмайҙы.
— Тағы йөрө, әйҙә, өйҙәге ике ҡыҙыңдан, институттағы малайыңдан оялмаһаң. Ҡара һин уны, тиҙ генә ҡайт, ишетһәм-һиҙһәм, был юлы ғәфү итәһем юҡ, көтмә. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт йәл, үҙем бара инем. Һеҙгә ышанып буламы, тамағығыҙҙы туйҙыра алмайһығыҙ…
— Эй, әсәһе, әллә нимәгә төшәһең дә китәһең. Булмаҫтайҙы…
Хәмзә һүҙҙәрен әйтеп бөтөрә алманы, үҙ эше менән йөрөгән Ғәләү ҡарт килеп арбаға ултырыр-ултырмаҫтан ат урынынан ҡуҙғалды. Һалам түшәлгән ҡыҫҡа тирәсле ыҡсым арбаға Хәмзә лә йәһәт кенә ҡунаҡлап, оҙон аяҡтарын тартыбыраҡ ултырҙы ла ҡатынына тағы бер күтәрелеп ҡарап ҡуйҙы. Мәрзиәнең көрәнһыуланып киткән йөҙө лә, ҡара күҙҙәре лә бик борсоулы, хатта хәсрәтле булып күренде…
Тиҙҙән улар ауыл башындағы оло яланды урталайға ярып үткән ат юлына барып сыҡты. Тирә-яҡ тынлыҡҡа сумған. Тигеҙ юлда бер көйө генә тәгәрәгән тәгәрмәстәр тауышы ғына ишетелә. Биттәрҙе иртәнге еләҫлек иркәләй. Хәмзә күңелендә, күкрәгендә иркенлек, еңеллек тойҙо. Бындай мәлдә кеше иҫтәлектәргә, хәтирәләргә бирелеүсән. Хәмзә лә ошо ялан-юлдарҙа үткән бала сағы, үҫмер йылдары тураһында уйлана, иҫләй генә башлағайны, Ғәләү ҡарттың ҡапыл ғына биргән һорауы хәтирәләрен бүлдерҙе.
— Хәмзә ҡустым, — тине ул ҡыҫҡа ғына һаплы сыбыртҡыһы менән атына еңелсә генә һуҡҡылап, — һинең ауылға ҡайтыуыңа нисә йыл булып китте?
— Күп түгел әле, Ғәләү ағай, әммә ун дүрт йыл үтеп тә китте инде.
— Мин һинең ауылға кире ҡайтасағыңды белдем.
— Нисек белдең?
— Белдем. Атайың кеүек һин дә ер балаһы. Атайың һуғыштан әйләнеп ҡайтһа, һине ауылдан улай сығара һалып та ебәрмәҫ ине әле. Ауыл балаһы ер-тупраҡһыҙ йәшәй алмай инде ул.
— Уныһы, моғайын, шулайҙыр ҙа. Ун дүрт йыл буйы күңелгә нимәлер етмәй йөрөнө.
Ғәләү ҡарт Хәмзә яғына әҙ генә борола биреп ултырҙы ла, тамағын ҡырып алғас, тағы бер яңы һорауын бирҙе:
— Үҙеңдән ишетәйем әле, Хәмзә ҡустым, ә ниңә сығып киттең? Дөрөҫөн генә әйт: үсектеңме, әллә ҙурыраҡ аҡса кәрәк булдымы?
— Ауыл балаһы тыуған төйәгенән юҡтан ғына сығып китмәй инде ул. Йәшәрлек хәле, мөмкинселеге булһа, ҙур аҡса артынан да ҡыуып йөрөмәй.
— Уныһы шулай, ҡустым, шулай. — Ғәләү ҡарт хуплап баш ҡағып ҡуйҙы.
— Минең тарихты беләһеңдер тип уйлағайным.
— Юҡ. Кеше бит төрлөсә һөйләй… Мин дә бит ул осор бер йыл самаһы район үҙәгендә эшләп булаштым. Үлергә торған бер ҡорсаңғы ат биргәйнеләр, ғәрлегемдән киттем дә барҙым, тик яҙға әйләнеп тә ҡайттым.
— Ана шул-шул, кешелә намыҫ, ғәрләнеү бар. — Хәмзә кеҫәһенән тәмәке алып ҡабыҙҙы ла, тәмләп кенә бер нисә тапҡыр һурып алғас, иҫләй-хәтерләй, яйлап ҡына һөйләй башланы:
— Мин тракторға ун биш йәшемдә ултырҙым. Ниндәй генә машинала эшләмәнем. Хәйер, уныһын беләһең инде. Ниңәлер бәләкәйҙән үк тимер-томорға тартылдым, тракторҙың гөрләп йөрөүенә һоҡлана торғайным. Кәрәкһә, тағы бер быуат эшләр инем. Ләкин бер саҡ ҡулыма ҡапыл килтереп һуҡтылар… Ә был хәл иртә яҙ менән булды. Шулай тракторҙа эшләп йөрөйөм. Өйләнгәйнем инде, бала ла бар ине. Бер көн бригадир, ул саҡта Ҡыям ағай ине, яланға тиреҫ ташырға ҡушты. Яландың күп урындарында ҡар ята. Көндәр һалҡын тора, егерме градустар булғандыр. Прицепҡа тейәп, ферманан ташыйым. Ара өс саҡрымдан ашыуыраҡ. Фермала унлаған кеше тейәй, ә яланда һигеҙе бушатып тора. Тейәгәнсе, тегендә бушатҡансы бер рейсҡа ярты көн ваҡыт үтә. Ҡыҫҡа көндә ике тапҡырҙан арттырып та булмай. Мотор бәләкәй әйләнештә генә эшләй. Ташбаҡа һымаҡ яй ғына йөрөп ятам шулай. Председатель үҙе килеп киткеләй. Күреп торам, асыулы-ярһыулы йөрөй был. Күрәһең, райкомдан ҡыҫалар, сводка талап итәләр.
— Ул саҡта председатель кем ине, Шәрифйәнме?
— Шул инде. Ул осорҙа бары Шиһаповтар династияһынан ғына ҡуя торғайнылар бит. Бына шулай…Теге беҙҙе ашыҡтырырға, тиҙләтергә теләй. Бер көн мин тоттом да: «Теләйһегеҙме, мин һеҙгә көнөнә ике рейс урынына биш-алтыны эшләйем?» — тинем. Аптырауҙан күҙҙәре түңәрәкләнеп китте. «Туғанҡайым, булдыра алһаң, эшлә берүк, Хоҙайға ялынғандай ялынам, — ти был, ярһып. — Бер нәмә лә йәл түгел, гәзиткә ҙур итеп портретыңды баҫтырып сығарабыҙ». «Уныһы кәрәкмәй, — мин әйтәм, — тейешенсә түләһәгеҙ, еткән… Ул саҡта яландағы бушатыусы кешеләрегеҙ кәрәкмәй. Бер үҙем барыһын да эшләйем».
Кис, ике рейс яһағандан һуң, мин прицепты мастерскойға алып килдем. Беҙ уны механик менән алынмалы, йәки шылдырмалы итеп эшләп тә ҡуйҙыҡ. Рычагыңа баҫаһың — тиреҫ аҫтындағы таҡта шыла ла йөк үҙенән-үҙе түгелә. Бер нәмәһе лә юҡ. Икәү урынына хәҙер инде тиреҫте ете тапҡыр сығара башланым бит. Бер нисә көн эсендә аҡ яланды ҡараға әйләндерҙем. Шунан икенсе, өсөнсө яланды башланым. Хисапсы, тонна-километрҙы иҫәпләп, яҙып бара. Яҙ айы ине бит. Аҡса бирер ваҡытты байрамдай көтөп йөрөйбөҙ. Атай йортонда йәшәй инек, ул сереп, емерелеп бара. Тиҙерәк бура алып (һөйләшеп ҡуйғайным инде), өй рәтләргә уйлайым. Бына-бына артырға ла торабыҙ, ҡатын икенсегә ауырлы йөрөй. Көтә торғас, аҡса алыр көн килеп етте. Әллә ниндәй өмөттәр менән кассаның тәҙрәһенә башты тығам. Ә унан кассир миңә: «Һине контораға инеп сығырға ҡуштылар», — ти. Үҙемсә, колхоз председателе, аҡса арыу булғас, рәхмәт әйтеп, тантаналы шарттарҙа үҙе бирергә булғандыр, тип уйлайым. Председатель бүлмәһенең ишеген асыуым булды, ул ултырғысында борғоланып ҡуйҙы ла:
— Аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты бит әле, иптәш Моратшин, — ти был. — Бухгалтер айлыҡ хеҙмәт хаҡынды һанап сығарғас, аптырап, үҙенә ышанмай, асыҡлау өсөн районға шылтыратҡан, ә унда, ярамай, бер кешегә ул тиклем аҡса тейеш түгел, тип әйткәндәр.
— Ниңә ярамай, тиреҫте күп ташыу ярамаймы? — тип һорайым, аптырап.
— Уныһын өндәшмәгәндәр, — тип күҙен йәшерә председатель. — Ә бына аҡса күберәк килеп сыҡҡанын әйткәндәр.
— Мин бит уны намыҫлы рәүештә эшләп алған, — тим. Ярһыуымдан саҡ-саҡ үҙемде тотоп ҡалдым. — Бөтәгеҙгә лә файҙа бит. Һеҙ үҙегеҙ әйттегеҙ, тиҙерәк, күберәк сығарырға үтенеп һоранығыҙ.
— Уныһы шулай ҙа бит, — ти председатель, үҙе һаман йөҙгә ҡарамай, — һин, ысынлап та, беҙҙе ҡотҡарҙың, ә бына эшеңде ысынлап баһаларға хоҡуҡ бирмәйҙәр.
Ул саҡтағы ғәрләнгәнде белһәгеҙ: йөҙ һумдан саҡ ҡына күберәк аҡса яҙғандар. Ә бит өйҙә аҡсаны, әйткәнемсә, дүрт күҙ менән көтәләр. Ҡатын хатта күпмеһен нисек файҙаланырға алдан иҫәпләп бөткәйне инде. Ә мин буш ҡул менән ҡайтып керҙем. Ғәрлегемдән теге биргән аҡсаларынан да бөтөнләй баш тарттым. Ҡатынымдың хәсрәтле йөҙөнә ҡараным да, асыуымдан, мастерскойға барып, теге эшләгән арбаның төбөн яңынан элеккесә яһап ҡуйҙым. Бер-ике көн эшкә сыҡманым. Аяҡ тартмай ҙа ҡуя… Аҙаҡ сығыуын сыҡтым, тик элеккесә ике рейс ҡына яһайым. Председатель яланда күренмәй, тағы бушатыусылар ебәргән… Бына шулай булды.
— Эйе-е, ғәрлегеңә ныҡ тейгәндәр икән, ҡустым, — тине Ғәләү ҡарт, атын ҡыуа төшөп. — Хәҙер генә бит уравниловка хаҡында һөйләйҙәр, ул саҡта ундай һүҙҙе бөтөнләй белмәйҙәр ине бит. Бары тик «ярамай», «тейеш түгел» тигән һүҙҙәрҙе генә белделәр.
— Ике рейс яһайым, уның ҡарауы, бухгалтер ҡәнәғәт, тыныс, финанс тәртибен боҙоу юҡ бит. Минең дә мәшәҡәт бөттө.
— Бәлки, улар һинән биш йөҙ һум аҡсаларын йәлләп, яландан миллиондарҙы юғалтҡандарҙыр. Бына шулай кешеләрҙе ауылдан, ерҙән биҙҙереп бөттөләр.
— Шулай шул… Ул көндәрҙә мине етәкселәрҙән берәү ҙә йыуатманы, йылы һүҙ әйтмәне. Әйтерһең, бер нәмә лә булмаған. Эш бит аҡсала ғына түгел, ғәҙеллектә… Уйланып йөрөнөм дә, бер көндө председателдең өҫтәленә ғариза һалдым. Хәл итеүен дә көтөп тормай, ҡалаға эш белешергә киттем. Дуҫ-таныштар аша тиҙ арала эш таптым, тракторҙа, унан экскаваторҙа эшләнем. Ярты йылдан ғаиләне алып килдем, тәүҙә ятаҡта торҙоҡ, унан өй һатып алдыҡ. Әлбиттә, уйлана башлаһаң, шул тиҙәк өсөн ауылды ташлап китеүе уңайһыҙ ҙа булып китә. Тик әҙәмдә намыҫ та бар бит әле.
— Шулай булмай. Күпме кеше ауылдарҙан китте, иҫәпләй-һанай башлаһаң, иҫ китерлек. — Ғәләү ҡарт ауыл яғына боролоп ҡарап ҡуйҙы. — Ә бит беҙҙә башта ниндәй колхоз ине! Һуғыш булды, ул да ауылды бөтөрә алманы. Ике йөҙ илленән ашыуыраҡ йортло ауыл һыу буйлап ултырғайны. Хәҙер генә ул теләһә ҡайҙа йорт һалып сығалар… Өс меңдән ашыуыраҡ һөрөнтө ер бар ине. Күпме болондар!.. Һыйыр, башҡа мал-тыуар тота торғайны халыҡ. Келәттәрҙә иген бар, клуб, мәктәп һәйбәт ине. Матурлыҡ донъяһында йәшәнек. Бер нисә йыл эсендә барыһы ла тип әйтерлек юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. «Перестройка» тигәндәре ауылдарҙы бөтөнләй бөтөрҙө. Хәҙер урамда, яланда йыр ишетмәҫһең…
— Ҡайһы саҡ, ауыл халҡы боҙолдо, ҙур аҡса артынан ҡыуып, ҡасып бөттөләр, тип тә уйлайҙар. Һин дә, Ғәләү ағай, шулайыраҡ һорап ҡуйҙың бит.
Ғәләү ҡарт бирешергә теләмәне:
— А как же, уныһы ла бар. Йәштәрҙә хәҙер ер ҡайғыһы юҡ.
— Улай түгел, бар ул, тик уларҙы ерҙән биҙҙерҙеләр. Төрлөһөн төрлө ерҙә төрлөсә биҙҙерҙеләр. Берәүҙәрҙе, бына минең кеүек, яланда мыҫҡыл иттеләр, икенселәрҙең идарала күңелдәрен төшөрҙөләр. Бына шулай китте-барҙы… Кеше бит ул теләһә ниндәй ҡыйынлыҡҡа түҙә ала, ә бына ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы тора алмай. Хәҙер һөйләйҙәр ҙә бит, тик ул ауылдарҙы тергеҙеү, аяҡҡа баҫтырыу, ах, нисек ҡыйын буласаҡ әле. Ғәйепле кешеләре лә юҡ бит. Ҡаланан ғына кеше килтереп, иген, бәрәңге, йәшелсә йыйҙырып йәшәп булмаясаҡ.
— Быныһын дөп-дөрөҫ әйтәһең, ҡустым. Кеше үҙ ерендә йәшәргә тейеш, шул саҡта ғына уның үҙенә лә, ергә лә файҙа буласаҡ. Бына һинең кеүек егәрле, аңлы егеттәр, Аллаға шөкөр, ҡайта башланы бит әле. Тыуған ер тарта инде ул.
Хәмзә яңынан:
— Шулай итеп, Ғәләү ағай, әйләнеп ҡайтырҙы белеп, һиҙеп йөрөнөң инде, ә? — тип һорай ҡуйҙы.
— Белмәй һуң, ауыл балаһы — ауыл балаһы инде, уның кендеге ергә береккән.
— Шулай, шулай. — Хәмзә алыҫҡа, ялан киңлегенә төбәлде. Ә үҙе күңеленә килгән: «Бөтәһен дә белеп етмәйһең, ағай, ауыл балаһының ҡала мөхәббәте лә бар ине шул. Әҙәм серен кем аңлап бөтһөн инде», — тигән уйҙарын әйтә алманы, әлбиттә, йөрәк төбөнә йәшерҙе.
Ғәләү ҡарт атын ҡыуа төштө. Алда ҡала йорттары күренә башланы…
Хәмзә килгәндә, Зәүрә икенсе сменаға эшкә китергә йыйынып йөрөй ине. Улар күптәнән осрашҡандары юҡ. Балдыҙы тағы ла ябығыңҡырап киткән, электән дә һомғол бил-кәүҙәһе бөгөлөп-һығылып тора, ҡаштарын тағы ла ҡыйғасландырып йолҡоп ебәргән, апаһыныҡына оҡшаған тура танауына, ҡояшта янып көрәнһыуланған йөҙөнә ялтыратып ниндәйҙер крем һылап ҡуйған, түше лә ярым асыҡ, үҙе ялан аяҡ йөрөп ята. Хәмзә ингәс тә артыҡ борсолманы: халат яғаларын бер-ике тапҡыр түшенәрәк тартҡылап ҡуйҙы ла тәүге ҡиәфәтендә ҡала бирҙе.
— Ярар, еҙнәкәй, иртәрәк килдең, — тине ул йылытырға аш, ҡайнатырға сәй ҡуйып, — күршеләр ялда, ауылға киттеләр, ҡыҙым да яңы ғына мәктәпкә китте, ул төштән һуң уҡый. Бына көтөп йөрөр инең, әгәр мин дә ҡыҙып китһәм.
— Институтҡа, малай янына барып килер инем. Өфөлә ни дуҫ-таныштар күп, ун дүрт йыл йәшәп кителде бит.
— Күп, күп, — Зәүрәнең тауышында еңелсә генә кинәйәле төрттөрөп алыу ауаздары ишетелде, — онотолмағандары ла бар инде. Осратҡылап торам әле…
Хәмзә: «Кемде? — тип һорарға ауыҙын асҡайны, аҡылы етеп, тыйылып ҡалды. — Ярар, балдыҙ, бик төрттөрмә, һин яҡшы беләһең, минең дә белгән нәмәләр бар ул», — тиеүҙән ары китә алманы.
— Ҡурҡма, ҡурҡма, апайыма әйтмәм, һин дә яҡшы беләһең, минең ундай ҡылыҡ юҡ. Ярар, әйҙә йыуын да ашап ал, унан ванна кереп сығырһың. Ә малайыңа барып торма, мәктәптән ҡайтҡас, Айгөл барып алып килер.
— Быныһына риза, — тине лә Хәмзә, ҡулдарын йыуып, кухняға сыҡты. — Һин,
Зәүрә, миңә шуны әйт: ҡасан бажа ҡайта?
Балдыҙы ҡаштарын, яурынбаштарын күтәреп ҡуйҙы ла:
— Ниндәй бажа? — тип, еҙнәһенә текәлде.
— Белмәй… Ирең?
— Ә минең хәҙер ирем юҡ. Карам разводҡа риза, ҡағыҙы килде инде.
— Апайың һиҙенә ине. Айгөлдө атайһыҙ ҡалдырып ҡуймаһын, шулай эшләһә, мәңге ризалығым юҡ, ти. Миңә туҡып-туҡып ебәрҙе.
— Ә уның атаһы бар инеме? Ҡыҙым бит уның йүнләп төҫөн дә хәтерләй алмай ҡалды. Уға бала кәрәкме ни, араҡы күрһә, беҙҙе түгел, үҙенең әҙәм икәнен онотто. Аҡсаһы барҙа уның бер ҡатлы, ахмаҡ икәнен белгән төрлө эскесе йолҡоштар янында буталды. Шулар башын да ашаны: үҙҙәре ҡылғанды быға япһарып, һыуҙан ҡоро сыҡтылар ҙа ҡуйҙылар. Ә ул бары минең менән генә этләштергә оҫта булды, үҙ-үҙен дә яҡлай алманы. Сыҡҡас иҫәпләшә, имеш.
— Эй, балдыҙ, нисек кенә булһа ла, атай ҙа, әсәй кеүек, берәү була, икенсеһе булмаясаҡ.
— Ундай атайҙың… Мәктәптә атаһы хаҡында һорашһалар, бала атайым бар ҙа, юҡ та тип әйтә алмай. Шуға бит икенсе мәктәпкә күсереп ҡараным. — Зәүрә, халат кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, керпек остарына тейҙереп алды.
— Ярар, балдыҙ, үҙең беләһең, — тине Хәмзә тауышын әкренәйтеп, сәйен тәмләп. — Тик ҡайтҡас, йәшәргә бирһә ярар ине лә?
— Бирер, беҙ өсәү буласаҡбыҙ. — Еҙнәһенең аптырашлы ҡарашын күреп, Зәүрә һүҙен дауам итте. — Былай булғас, әйтеп бөтәйем инде. Мин бер егет менән таныштым. Ул минән биш йәшкә кесерәк, ләкин эш ундамы ни… Ҡыҙым да хәҙер уға өйрәнгән, күнегеп бара.
— Апайың ҡул-аяғы менән ҡаршы буласаҡ.
— Булмағайы, мин үҙемә-үҙем хужа, берәүҙең дә бәхилләүен һорамаясаҡмын. Унан мине бер кем, бер нәмә лә һыуындыра алмаясаҡ. Мин дә мөхәббәттең нимә икәнен яңы килеп белдем. Һинең хәлде лә хәҙер, еҙнә, нығыраҡ аңланым. Эҙләгән кешемде таптым. Ундай кешеләр донъяла һирәк була.
— Башыңды юғалтҡанһың икән, балдыҙ.
— Киреһенсә, яңы ғына йәшәй башланым.
— Артыҡ иртә маҡтайһың түгелме?
— Иртә түгел, ваҡытында… Ярар, еҙнәй, бына асҡыс, сыға ҡалһаң, үҙең менән ал, Айгөлдөң асҡысы бар. Мин йүгерҙем, юҡһа һуңға ҡалам, трамвай йыш ҡына булмай…
Зәүрә ашығып сығып китте. Бейек үксәле итектәренең баҫҡыс буйлап шыҡылдауы байтаҡ ҡына ишетелеп торҙо әле. Хәмзә түрьяҡтан сығыуға, күтәреп килтергән әйберҙәре күҙенә ташланды. Һүҙгә бирелеп, күстәнәстәрен бирергә лә онотҡан. Уларҙы сумаҙаны менән тоҡтан алып, ҡайһыһын һыуытҡысҡа, ҡайһы берҙәрен балконға сығарып ҡуйҙы. Унан, ҡулына журнал эләктереп, мендәр ташлап, диванға һуҙылып ятты. Уҡый алманы, балдыҙының: «Осратҡылап торам әле», — тигән һүҙҙәре ҡолағында яңынан ишетелде. Күҙҙәре йомола барһа ла, уйҙары уяу, һаман уның хаҡында ине.
…Бына ул Фәһимә менән ҡала буйлап килә. Ниңәлер икеһе лә ялан аяҡ. Ҡаланың нәҡ уртаһында, фонтан урынында, ҙур күл барлыҡҡа килгән. Тағы ла ҡойоп ямғыр яуа башланы. Хәмзә менән Фәһимә ышыҡланырға, инеп йәшеренергә урын эҙләйҙәр. Ләкин бер ҡайҙа мөмкинлек юҡ: һәр урынға кешеләр тулған, бөтә ишектәргә йоҙаҡтар эленгән. Хәмзә Фәһимәне ҡулдарына күтәреп ала ла күл аша теге яҡҡа сығырға ниәтләнә. Ләкин ниңәлер бөтөнләй хәле юҡ. Ямғыр көсәйгәндән-көсәйә бара. Хәҙер инде ул йәшен йәшнәтеп, күк күкрәтеп яуа. Хәмзә, һуңғы көсөн туплап, Фәһимәне күтәрә, тик бер-ике аҙым яһау менән, хәлһеҙләнеп, күл ситенә йығыла. Ике бите буйлап, эре ямғыр тамсыларына ҡушылып, ҡайнар йәштәре тәгәрәй. Ярай әле Фәһимә уларҙы күрмәй. Уның ҡарауы, ул үҙе ярһып-ярһып иларға тотона. Хәмзә Фәһимәне бигерәк йәлләй, ләкин ни хәл итәһең, бер ҡайҙа йәшенер урын юҡ, алға барыр көс-кәре ҡалмаған… Бәй, был кем? Ҡатыны Мәрзиә түгелме һуң? Ул ҡайҙан килгән, нисек пәйҙә булды һуң әле? Әллә Фәһимә Мәрзиә булып күрендеме? Юҡ, юҡ, ана ул да эргәлә бит… Хәҙер инде улар өсәүләп илайҙар… Йәшен йәшнәп, тағы күк күкрәй, ямғыр тағы ла нығыраҡ ҡоя. Хәмзә бер Фәһимәгә, бер Мәрзиәгә ынтыла, күтәрелергә маташа. Ләкин тора алмай, бөтөнләй хәле ҡалмаған… Ҡатындарҙың һәр береһе үҙ ҡайғыһынан илай.
Мәрзиә:
— Айгөлдө, кейәүҙе йәлләйем. Зәүрәнең был мөхәббәте лә бәхетһеҙ буласаҡ, — тип һыҡтаһа, Фәһимә:
— Ниңә һаман килеп алмайһың? — тип үкһей.
Ә Хәмзә үҙе көсһөҙләнгән, бер кем килмәгәнгә, ярҙам итмәгәнгә ғәрләнеп, йәш түгә… Ямғыр көсәйгәндән-көсәйә бара, йәшен күкте телә, гөрһөлдәүе генә, ҡайҙалыр алыҫҡа китеп, юғала бара…
Хәмзә тертләп, тирләп килеп уянды ла ырғып тороп ултырҙы. Әле генә күргән төшөнән айный алмағанлыҡтан, ҡайҙа ятыуын аңларға теләп, тирә-яғына ҡаранды. Төшөнгәс, еңел һулап ҡуйҙы ла быялалы ишектәр яғына атланы. Тышта ҡараңғы төшөп килә ине инде. Балконға сығып, тәмәке тоҡандырҙы. Һуңғы йылдарҙа ауылда, әллә эштә үтә ныҡ арығанлыҡтан, мажараһыҙ ғына йоҡлай торғайны. Шуға ла ул, тәмәкеһен һура-һура, әлеге төшөнән аптырабыраҡ ҡалды. Ниңәлер һулҡылдап йөрәге һыҙлап ҡуйҙы. Башында уйҙар буталды… Фәһимә осрамаһа, улар ҙа, моғайын, һаман баш ҡалала йәшәп ятырҙар ине әле. Мәрзиә Фәһимәне белмәгән саҡта улар бит ауылға яңынан ҡайтыу тураһында ауыҙ ҙа асмай торғайнылар. Тимер юл вокзалы яғынан һатып алған ағас йорттары ла бына тигән ине. Хәмзәнең хөкүмәт йортона ла сираты яҡынлашҡайны. Былтыр, бәлки, алған да булырҙар ине әле. Ишетеүенсә, «Стальмонтаж» заводына фатир бүлгәндәр. Хәйер, ҡайтҡаны һәйбәт. Хәҙер ҡалала йәшәү йылдан-йыл ауырлаша бара. Ауылда ла еңел түгел, әммә ергә яҡынһың. Ә ер, көсөңдө һалһаң, үлтермәй ул… Фәһимә менән дә бер саҡ, мөхәббәттәре ҡалһа ла, араларындағы мөнәсәбәт бөтөргә тейеш ине бит. Яҙын, мәлендә, бесән саба алмағанды, көҙөн кәбән ҡойоп буламы ни инде ул!..
Шулай ҙа уға Фәһимә хаҡында уйлау рәхәт, һағышлы булһа ла, һағыныулы, ләззәтле тойғо. Танышҡандары кисә генә булған кеүек. Ә бит байтаҡ йылдар элек — Хәмзәнең ҡалаға килгән йылының көҙөндә башлағайны мөнәсәбәттәре. Эш башлауына аҙна үтер-үтмәҫтән егеттәр ятағынан урын биргәйнеләр. Унда Марат исемле егет менән бергә йәшәне. Ул өйләнмәгәйне. Инде утыҙға яҡынлашҡан, уртараҡ буйлы, әммә төҫкә-башҡа күркәм был егет торғаны ут бөрсәһе инде. Тел тиһәң, телә лә һала, күрмәгән, белмәгән, һөйләшмәгән кешеһе юҡ. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙы арбарға оҫта. Төҫөнән бигерәк, баллы теле менән баштарын әйләндерә. Ҡыҙҙар үҙҙәре эҙләп килә. Баштараҡ ул Хәмзәне лә бер нисәүһе менән таныштырырға маташып ҡараны, тик тегенеһенең бер ҙә иҫе китмәгәс, артыҡ көсләшмәне. Бер көндө ул:
— Шәмбегә тыуған көнгә саҡырҙылар, бер фатирға барабыҙ, хужаһы менән таныштырам, во! — тине уң ҡулының баш бармағын өҫкә сөйөп. — Әгәр әхирәте менән алдан танышып өлгөрмәһәм, үҙемдән ысҡындырмаҫ инем дә, ярай инде, дуҫҡа йәл түгел.
Хәмзә теге аҙнала ғына ауылға ҡайтып килгәйне, шуға ла был юлы, бер аҙ ғына уйланып ултырҙы ла, риза булды.
Хәмзә менән Марат саҡырылған фатирға сәғәт киске биштәргә килде, улар ишек асҡанда ҙур бүлмәлә ашамлыҡ, эсемлек ҡуйылған аҡ япмалы өҫтәл әҙер ине инде. Талғын ғына музыка уйнап тора, төрлө тәмле еҫтәр аңҡый. Ир-егеттәр ишектән күренеүгә, улар янына кухнянан, мөләйем йылмайып, төҫкә-башҡа бик һылыу ҡатын килеп сыҡты. Марат, уның уң ҡулының һыртына ирендәрен тейҙереп алғас, йорт хужаһы менән Хәмзәне таныштырҙы.
— Танышырбыҙ, — тине хужабикә ышаныслы һәм яғымлы тауышы менән. — Мин хәҙергә берегеҙҙе урларға тейешмен, миңә ярҙамсы кәрәк.
— Фәһимәкәй, мин һиңә, күреп тораһың бит, ярҙамсының да ниндәйерәген алып килдем әле, — тине Марат, Хәмзәгә төртөп күрһәтеп. — Кухнялағы бөтә эште һыпырып һалып эшләй.
— Ҡарап ҡарарбыҙ. — Хужабикә серле генә йылмайып ҡуйҙы.
Улар кухняға инделәр.
— Бына быныһы һеҙгә, — тине лә Фәһимә яңы танышына алъяпҡыс тотторҙо. — Ә һеҙ аш-һыу әҙерләй беләһегеҙме?
Хәмзә көлөп кенә ҡуйҙы.
— Әҙерләргә оҫта булмаһам да, ашарға оҫтамын.
— Һәйбәт, кеше нимәгә булһа ла оҫта булырға тейеш, — һүҙгә оҫта Фәһимә Хәмзә алдына бер нисә балыҡ банкаһы ҡуйҙы. — Бына ошоларҙы аса тороғоҙ әле, ә мин ит менән булайым.
Плитә өҫтөндә ҙур һауытта бешкән тауыҡтарға Фәһимә сәнске менән төрткөләп алды ла, әҙер икәндәрен күреп, һыуытҡыстан салат килтереп сығарҙы. Унан, тауыҡтарҙы алып, уларға ниндәйҙер май һөртөп ҡуйҙы. Хәмзә лә ике банканы етеҙ генә асты ла өсөнсөһөнә тотондо. Фәһимә менән улар йәнәш кенә тороп эшләйҙәр. Йәш ҡатындың буйы Хәмзәнекенән саҡ ҡына бәләкәйерәк. Фәһимәнең аҡ йөҙөнә матур танауы, ҙур зәңгәр күҙҙәре, тигеҙ тештәре һылыулыҡ өҫтәй, ҡупшы итеп өҫкә йомарлап бәйләп ҡуйылған ҡара сәстәре был һылыулыҡты тағы ла арттыра төшә.
Бер аҙҙан ул яңы танышына өндәште:
— Булдымы, Хәмзә? Ә хәҙер бынау сәтләүектәрҙе ярғылағыҙ инде, — тине лә Фәһимә полиэтилен тоҡсайға яртылаш итеп тултырылған грек сәтләүектәрен һуҙҙы. — Булдыра алырһығыҙмы?
Хужабикә Хәмзәгә бәләкәй генә сүкеш тә тотторҙо.
— Бындай шәп ҡорал булғас, булдырабыҙ уны.
Шул саҡ кухняға Марат килеп инде.
— О, бында эштәр гөрләй икән, — тине ул, бер күҙен ҡыҫа төшөп, — бигерәк тәмле еҫтәр сыға. Әллә әҙерләп тә бөтөп киләһегеҙ, Фәһимә? Әлбиттә, шундай шәп ярҙамсы булғас… Әллә инде һеҙ эш менән генә булдығыҙ ҙа киттегеҙ? Мөхәббәт хаҡында ла һөйләшергә онотмағыҙ.
— Ваҡыт юҡ, — тине Хәмзә, йылмайып. — Фәһимә эшкә сумдырҙы бит…
Оҙаҡламай аш-һыу әҙерләнеп бөттө. Саҡырылған башҡа ҡунаҡтар ҙа килгеләй торҙо. Залға сыҡтылар. Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, Хәмзә икенсе бүлмәгә инде. Ул костюмын бында сискәйне. Бер аҙҙан бүлмәлә Фәһимә күренде. Хужабикә ҡапыл:
— Тура һөйләргә, тураһын һорарға яратам, ғәфү итерһегеҙ. Әйтегеҙ әле, ҡатынығыҙ бармы? — тине.
Хәмзә Фәһимәнең өҙҙөрөп ҡарауынан, ҡапыл ҡуйылған һорауынан башта аптырабыраҡ ҡалды. Һорауға һорау менән яуап бирҙе:
— Ә һеҙ нисек тип уйлайһығыҙ?
— Мин төрлөсә уйлайым, шуға ла һорайым. Дуҫығыҙ, юҡ, тине, ә мин ышанмайым.
— Минең дуҫтар бушты һөйләмәҫ. — Хәмзә яғымлы итеп йылмайҙы ла Фәһимәгә яҡыныраҡ килде.
— Һеҙ бит ауылдан күптән түгел килгәнһегеҙ, ә ауыл егеттәре иртә өйләнә ул. Хәйер, мине алдарға ла була, мин тиҙ ышаныусан ҡатын.
— Тимәк, алдарға мөмкин?
— Мөмкин.
— Ул саҡта әйтәм: минең ауылда ҡатыным да, балаларым да бар.
— Был бигерәк тә һәйбәт. Ҡатыны барҙың ялҡыны бар, тиҙәр. Ул — ауылда, ә мин… бында. Әгәр оҡшаһам…
Хәмзә, тағы нығыраҡ яҡынлап, уң ҡулы менән тейер-теймәҫ кенә Фәһимәнең биленә ҡағылып ҡуйҙы:
— Оҡшайһығыҙ.
— Бына был, исмаһам, танышыу, — тине Фәһимә Хәмзәнең күҙҙәренә тура һәм серле ҡарап. — Бөгөн һеҙ минең егетем буласаҡһығыҙ. Һеҙҙәй егеттәр менән ҡасан танышырмын тип йөрөй инем әле. Күктән һорағанды Хоҙай ерҙән бирә…
— Миңә лә, — тине Хәмзә тағы ла йылмайып, — тик шуныһы, танышлыҡты иртә башламаныҡмы? Үтә ҡыҙыл тиҙ уңып ҡуймаһын, тип ҡурҡам.
— Уңмаҫ, иртә булғаны һәйбәт, мин барыһын да белергә тейеш. Холҡом шулай. Бер нәмәне лә иртәгәгә ҡалдырырға яратмайым.
Хәмзәгә, үҙе әйтмешләй, иртә башланған был һөйләшеү, әлбиттә, оҡшаңҡырап та етмәне. Был һүҙҙәрҙә ниндәйҙер балалыҡ, бер ҡатлылыҡ һиҙелде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәренә хас сифат — тәкәбберлек тә то­йолдо. Ләкин Фәһимә уға ныҡ оҡшай, уның менән аралашыуы рәхәт тә, күңелле лә, еңел дә ине.
Өҫтәл артына улар йәнәш ултырҙы.
Баштараҡ бер аҙ тартынып ултырған ҡунаҡтар тора-бара иркенләй башланылар. Табында, Хәмзә менән Мараттан башҡа, тағы ла өс егет, дүрт ҡатын-ҡыҙ бар ине. Фәһимәне тыуған көнө менән ҡотлап тостар күтәрелде, бүләктәр тапшырылды. Оҙаҡламай йәштәр бейергә төштө. Хәмзә Фәһимәне саҡырҙы. Ә Марат, ҡыҙыҡайының мөлдөрәп ҡарап көтөп ултырыуына ла иғтибар итмәй, бер егет менән нимәлер хаҡындалыр ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшә ине.
— Ир-ат ғүмер буйы шулай булыр инде, — тине Фәһимә, Хәмзәгә нығыраҡ һыйынып. — Эштә ҡатын-ҡыҙҙы сәйнәр, ә ҡатын-ҡыҙ янында эш, политика һөйләп ултырыр…
Бына бер саҡ магнитофон ҡыҙыу ритмға ҡоролған көйҙәр уйнай башланы. Бөтәһе лә, ырғып-һикереп, заман бейеүен башҡарырға керештеләр. Хәмзә лә башҡаларҙан ҡалышманы… Минут һайын ул Фәһимәнең донъяһына инә барҙы, уға күңеле, йәне тартылғанын тойҙо, унан күҙҙәрен алманы.
Тағы ултырып ашап-эскәндән һуң улар Фәһимәнең бүлмәһенә инделәр.
— Иң яратҡаным — бейеү, унан да шәберәк спорт юҡ, — тине лә Фәһимә, бүлмәһендәге шкафтан шарап сығарып, ике бокалға тултыра һалды. Береһен Хәмзәгә тотторҙо ла, алдағы шатлыҡтар өсөн тип, бөтөргәнсе эсеп ҡуйҙы.
Был юлы Хәмзә лә бокалды тиҙ бушатты.
— Йә, нисек, минең фатир, дуҫтар оҡшаймы? — Фәһимә Хәмзәгә текәлде.
— Фатирың да, дуҫтарың да оҡшай, ә үҙең нығыраҡ…
— Тағы килерһеңме минең янға?
— Мең тапҡыр.
Шул саҡ Фәһимә Хәмзәнең муйынынан ҡосаҡлап, ирендәренән үбеп алды:
— Быныһы минең рәхмәтем билдәһе.
Бына бер саҡ тағы талғын музыка ағылды. Кемдер залдағы уттарҙы һүндереп ҡуйҙы. Хәмзә менән Фәһимә яңынан бейеүгә төштө. Бер аҙҙан ирендәре ҡауышты. Был юлы Хәмзә Фәһимәне ныҡлап, онотолоп үпте. Ә уныһы:
— Һинең менән осраштырған ниндәй бәхетле көн был, — тип бышылданы. — Шараптан түгел, һинең наҙыңдан баштарым әйләнә…
— Минең дә был йорттан һис кенә лә киткем килмәй.
— Ә һин китмә. Мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем…
...Таң атып килә ине инде. Фәһимә Хәмзәгә тағы ла нығыраҡ һыйынды ла:
— Тағы бер әйт әле, мин һиңә оҡшайыммы? — ҡатын, фатирҙа берәү ҙә булмаһа ла, шым ғына һораны.
— Тағы бер әйтәм: бик ныҡ оҡшайһың, — Хәмзә Фәһимәнең ирендәрен йомшаҡ ҡына итеп яңынан үбеп алды. — Минең осратасаҡ бәхетем бары һин булғанһыңдыр, һин минең өсөн… — Хәмзә үҙе лә аңлап етмәҫтән, теленә нисек килгәндер, ғүмерендә беренсе тапҡыр әллә күпме иркә һүҙҙәр әйтте.
Был саҡта Фәһимә илай ине.
— Мин һине бер кемгә лә бирмәйем, бирмәйем, — тип Хәмзәне күкрәгенән, муйынынан ике ҡуллап ҡосаҡлап тағы нығыраҡ үҙенә тартты, биттәрен, сәстәрен һыйпаны. — Һин мине алдама… Ышан, мин насар ҡатын түгелмен. Тик миңә һиндәй ир-егет кәрәк. Ташламағаны. Намыҫлы булғаны… Йәллә мине… Мин бит япа-яңғыҙ. Ҡыҙым да һин генә бар...
Ҡатындың бөтә тәне, ҡулдары ҡалтырай, күҙ-башы еүешләнде. Хәмзәнең үҙенең дә ниңәлер күңеле йомшарҙы — Фәһимәне тағы ла нығыраҡ күкрәгенә ҡыҫты…
Иртәнсәк Фәһимә уның эргәһендә юҡ ине. Хужабикә тороп йыуынған, өйөн йыйыштырып, залдағы оло өҫтәлгә ашарға әҙерләп ҡуйғайны. Йәнәш ултырып ашап-эсеп алғас, Фәһимә Хәмзәнең китергә йыйыныуын күреп:
— Ҡасан киләһең? Килмәһәң, мин хәсрәттән үләсәкмен, — тип уның күҙҙәренә баҡты.
Хәмзә оҙаҡ өндәшмәне. Фәһимә тамам бойоҡто.
— Ҡурҡма, килмәһәң, артыңдан эйәрмәм, — тине ул ситкә ҡарап, үҙ-үҙенә әйткәндәй.
— Ҡурҡам шул, Фәһимә, — Хәмзә тәрән итеп көрһөнөп ҡуйҙы. — Һине юғалтыуҙан ҡурҡам. Ике баламды юғалтыуҙан ҡурҡам… Хыянаттан ҡурҡам…
— Ә һин ҡурҡма. — Фәһимәнең зәңгәр күҙҙәре тағы ла уға төбәлде. Сыланған оҙон керпектәре аша улар үтә лә моңһоу, һораулы ҡарайҙар ине. — Яҙғаны булыр…
Ә яҙғаны ямаулы булды. Хәмзә ғаиләһенән дә айырыла, Фәһимәне лә ташлай алманы. Йорт һатып алып, Өфөгә балалары менән ҡатынын күсергәс тә барыбер уға килеп йөрөнө. Ә Мәрзиә ҡалаға килеп йәшәй башлауының икенсе йылында өсөнсөгә бала тапты. Ошонан һуң Хәмзәнең башҡа килмәм, тип ант иткән саҡтары ла булды, тик барыбер һүҙендә тора алманы — яңынан Фәһимәне эҙләп тапты. Аҡылы тыйһа ла, йөрәгенә хужа була алмаған мәлдәре йыш булды.
Фәһимәнең тормошон хәҙер ул үҙ тормошо кеүек белә. Ҡыҙы ла уға өйрәнеп китте. Фәһимә үҙе ауыл ҡыҙы. Күгәрсен районынан. Атаһы райкомда беренсе секретарь булып эшләгән ваҡытта уҡ Өфөнән фатир һатып алған. Ләкин пенсияға сыҡҡас, уға баш ҡалала бер йыл да йәшәргә тура килмәй — инфаркттан йөрәге туҡталып, ҡапыл ғына донъя ҡуйған. Ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ булған Фәһимә ул саҡта университеттың география факультетында өсөнсө курста уҡыған. Бер йылдан һуң, бер аҙ ғына танышып йөрөгән дә, химия факультетын тамамлаусы Ринат исемле егеткә кейәүгә сыҡҡан. Бары өс йыл торғандар. Фәһимә бер саҡ:
— Ирем командировкаларға йыш йөрөй башланы, — тип үҙе һөйләп биргәйне. — Баштараҡ быға иғтибар ҙа итмәнем. Заводтың эше буйынса ебәрәләр икән, тимәк, шулай кәрәктер тип уйлайым. Ваҡыт үтә торҙо. Ринат командировкаларҙан нисектер үҙгәреп ҡайта башланы: бер һүҙ әйтеп булмай — тоҡана ла китә. Юҡтан ғына бәйләнә башлай: йә уға аш-һыу тәмһеҙ, йә өйҙә тәртип юҡ, йә булмаһа мин уға ҡырын күҙ менән ҡарап йөрөйөм. Башта, бәлки, ысынлап та шулайҙыр тип, уныңса булһын өсөн, барыһын да эшләп ҡараным. Нисек тә уға ярарға, күңелен табырға тырыштым. Бала хаҡына. Ә ул төрлө сәбәптәрен табып торҙо, өйҙә, арала һүҙ-ыҙғыш өҙөлмәне. Әлбиттә, эштең нимәлә икәнен һиҙеп йөрөй инем инде. Бер көндө тураһын һорарға булдым. Ринат икенсе ҡатынды осратыуы, уны яратыуы хаҡында әйтте. Ул минуттарҙа нисек түҙгәнмендер, хәҙер үҙем дә аптырайым. Иламаным да, ҡысҡырманым да, тыныс ҡына: «Китә алаһың, мин һине тотмайым», — тинем. Бына шулай, ул минән китеп барҙы…
Хәмзә менән Фәһимә араһындағы мөхәббәт һәм мөнәсәбәт, улар үтә һирәк, уңды-һулды ҡарап, һаҡ осрашҡанғамы, Мәрзиә өсөн байтаҡ йылдар сер булып ҡалды. Бәлки шулай дауам итер ҙә ине. Бер ваҡыт Фәһимә кейәүгә сығырға уйы барлығын асып һалды. Хәмзә ҡамасауламаҫҡа теләп, уның янына бөтөнләй барыуҙан туҡтаны. Тик бер аҙҙан Фәһимә түҙмәй үҙе шылтыратты:
— Ниңә оноттоң? Минең шаяртыуға ышандыңмы? — тине ул үпкәләп. — Минең өсөн һинән башҡа кеше юҡ…
Шундай яҡын, яғымлы, һағынған тауышты ишетеүгә Хәмзәнең ҡан баҫымы күтәрелеп, бармаҡ остарына тиклем йылы йүгерҙе. Тәнен рәхәтлек биләне, йөрәге ярһып тибә башланы. Ҡыуанысынан хатта яуап һүҙе әйтә алмай торҙо. Унан ғына, иҫенә килгәндәй, тәрән итеп һуланы ла:
— Рәхмәт… көт, — тине.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Хәмзә, күрешмәй торған осорҙоң әжерен ҡайтарырға теләгәндәй, Фәһимә менән йышыраҡ, мөмкин тиклем оҙағыраҡ осраша башланы. Балалары, ҡатыны алдында гонаһ, яҙыҡ ҡылыуын аңлап, үҙ-үҙен әрләп-һүгеп, күңел ғазаптары кисерһә лә, был бәхетле минуттарынан баш тартырға, ваз кисергә ниңәлер көсө етмәне. Фәһимәһенең дә тормошонда татыған иң гүзәл, иң ләззәтле мәлдәре бары Хәмзә менән осрашҡанда ине. Ике күңелгә бер һағыш, бер әрнеү, бер ҡыуаныс һалған мөхәббәт ине был. Тик хәйләле эшкә хәйер юҡ. Тора-бара хәбәр Мәрзиәгә лә барыбер килеп етте. Ул байтаҡ туланы. Эш, бәлки, ҙурға ла китер ине әле — Зәүрә ҡотҡарҙы.
Ә бер саҡ аулаҡта еҙнәһенә:
— Ярай әле апайым мин белгәндәрҙе белмәй, — тине ул, серле генә йылмайып. — Өйөңдән һөрөп сығарыр ине. Йәш түгелһең, етәр, күп шаярҙың…
Ошо һөйләшеүҙән һуң Хәмзәнең күңел төбөндә быҫҡып, әммә һүнмәй янған уты — уйы яйлап ҡына тоҡана башланы. Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәс, Мәрзиәгә лә әйтте. Ҡаршы килер тип уйлағайны, юҡ, киреһенсә, ҡатыны хуплап, шунда уҡ элеп алды. Элегерәк бит яҡын да килмәй торғайны. Фәһимә хаҡында ишетмәһә-белмәһә, баш ҡаланан, балалары ҙурайып килгәндә, хәҙер ҙә ҡуҙғатып булмаҫ ине, әлбиттә.
Бына шулай, көтмәгәндә Өфөләге йорттарын һатып, улар тыуған ауылдарына яңынан ҡайтып төштөләр…
Хәмзә өйгә инде лә, яңы ғына күргән төшө менән әле генә күңеленән үткән иҫтәлектәрҙән аңҡы-тиңке килеп, оҙаҡ ҡына ҡуҙғалмай бер мөйөшкә текәлеп ултырҙы. Ҡулындағы, унан стеналағы сәғәткә күҙ ташланы. Биш тулып килә ине. Төшкә тиклем уҡытҡанлыҡтан, был ваҡытта Фәһимә ғәҙәттә мәктәптән ҡайтҡан була. Уны мотлаҡ күрергә кәрәк. Бына өс йылдан ашыу инде Хәмзәнең йөрәген бер нәмә өйкәп йөрөй. Ул да булһа — Фәһимә менән әҙәмсә хушлашып китә алмауына үкенеү тойғоһо. Күсенеү мәшәҡәттәре менән ауылға китер алдынан осраша алманылар ҙа ҡуйҙылар… Әйтерһең, уларҙың яҡынлыҡтары ваҡытлыса, бары йәшлек шаярыуы ғына булған. Быларҙы уйлаһаң, Фәһимәнең Хәмзәгә нисек үпкәләһә лә хаҡы бар. Өфө әллә ҡайҙағы Ҡаф тауы артында ятмай, ваҡытын, яйын табып, күптән килеп сығырға мөмкин ине. Ә инде хат яҙыуҙы Хәмзә етди эшкә һанаманы.
Әгәр Фәһимә менән бөгөн дә осрашмаһа, аңлашмаһа, бәлки, башҡаса ғүмер буйы тура килмәүе бар. Донъя шулай ҡоролған — мәлендә хәл ителмәгән мәңгелеккә ҡала. Бөгөн тәүәккәлләргә тейеш ул. Әле ваҡыт бар.
Хәмзә урынынан ҡуҙғалды ла, ҡапыл туҡтап, тертләп ҡуйҙы. «Әгәр ул кейәүгә сығып ҡуйған булһа? — Был уйы уны стенаға килтереп терәгәндәй итте. — Юҡ, юҡ, мөмкин түгел, балдыҙы Зәүрә быны белер, әйтер-иҫкәртер ине…»
Фәһимәнең фатирына ҡыҙының дуҫтары килгән булып сыҡты. Инеү менән, йәштәр янында уңайһыҙлыҡ тойоп, Хәмзә хужабикәне урамға саҡырҙы. Фәһимә:
— Бер ҡайҙа ла сыҡмайбыҙ, һин дә китмәйһең, өҫтөңдө һал, — тине лә йүгереп йөрөп сәй әҙерләй башланы. Хәмзәгә буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы. Оҙаҡламай ҡыҙҙар-егеттәр тиҙ генә йыйындылар ҙа, шау-гөр килеп, ҡайҙалыр сығып та киттеләр. Икәү генә ҡалғас, Хәмзә әҙ генә аптырабыраҡ, нимә эшләргә белмәй баҫып торҙо ла, һаҡ ҡына атлап, Фәһимә эргәһенә килде. Әйтерһең, ун алты йылдан ашыуыраҡ ваҡыт үтмәгән, бер кем дә, бер нәмә лә үҙгәрмәгән…
Хәмзәнең ҡулдары иңбаштарына тейер-теймәҫтән Фәһимә ҡапыл боролдо ла, көттөргән кешеһенең ҡосағына сумды.
— Ниңә оноттоң? — тине ул, йылы сикәһен Хәмзәнең яңынан сыға башлаған һаҡаллы яңағына терәп. — Ғазапланһын, тигәнһеңдер…
— Кем нығыраҡ ғазапланғандыр… — Хәмзәнең тауышы ҡалтырап ҡуйҙы, хатта үҙенә лә ят тойолдо. Һүҙҙе икенсегә борорға тырышты. — Ҡыҙың шунда уҡыймы, нисәнсе курста?
— Шунда, мединститутта, өсөнсө курста. — Фәһимә Хәмзәнең ҡосағына һығыраҡ һыйынды. Унан, йәһәт кенә ысҡынды ла, кухняға ҡуйылған серванттың аҫҡы ҡапҡастарын асып, өҫтәлгә шарап ҡуйҙы.
— Бына бит, — тине Хәмзә, эргәһендәге ултырғысҡа сүгәләп, — ваҡыт һыу кеүек аға… Үҙеңә оҡшап, ҡыҙың да матур.
— Матурҙар ниңәлер гел бәхетһеҙ була. — Фәһимә шешәне, рюмкаларҙы Хәмзә алдына шылдырҙы. — Хужа бул, ас, һал… Ҡыҙымдың яҙмышы үҙемдекенә оҡшап ҡуймаһын — бына шунан ҡурҡам. Яңғыҙ йәшәргә яҙмаһын.
— Шулай ныҡ үкенәһеңме ни?
— Үкенгән саҡтарым күп була. Хәйер, артыҡ зарланмайым. Булғаны булған инде. Минең яратҡан кешем бар. Өс йылға бер булһа ла килгеләп сыға. Шул бәхет түгелме ни? — Фәһимә, ҡунағына ҡарап, мыҫҡыллы йылмайҙы ла рюмкаға үрелде. — Булмаһа, шул осрашыуҙы билдәләйек.
Хәмзәгә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Һалҡын, тәмле шарапты эсеп ҡуйғас:
— Беҙҙең шулай һуңлап осрашыуға кемде ғәйепләргә мөмкин? — тип Фәһимәнең моңһоу күҙҙәренә текәлде.
— Ә мин бер кемде лә ғәйепләмәйем. Барыһы өсөн дә бары тик үҙем ғәйепле. — Фәһимә, уң ҡулы бармаҡтары менән ирендәрен ҡаплап, башын аҫҡа эйҙе.
Хәмзә нимә әйтергә лә белмәне. Алдында ултырған ошо ҡәҙерле йән эйәһен, яңынан ҡосоп, йыуатҡыһы, иркәләгеһе килһә лә, тыйылып ҡалды.
— Ярар, Фәһимә, — тине ул аптырағас. — Үткәндәрҙе ҡайтарып булмай инде… Нисек йәшәйһегеҙ үҙегеҙ?
— Нисек булһын… — Фәһимә, башын күтәрҙе лә, йәшле күҙҙәрен һөрткөләп, бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды, — бүре кеүек олоғо килгән саҡтар була. Ләкин түҙергә, хатта йылмайырға кәрәк. Хәйер, бер минме ни, минең кеүектәр күп бит ул… Кейәүгә лә сыға алыр инем, тәҡдимдәр ҙә булды. Сыҡмаған булдым, әллә кемгә, әллә нимәгә өмөтләндем. Бәхетле, бергә-бергә йәшәгән ғаиләләргә көнләшәм. Уларҙың барыһы бер урында: мөхәббәттәре лә, байлыҡтары ла, балалары ла, хатта, үлгәс ҡәберҙәре лә.
— Ә ниңә, Фәһимә, беҙ шулай һуңлап осраштыҡ икән?
— Һуңлап осрашыу юҡтыр ул. Минеңсә, донъяла бөтәһе лә үҙ ваҡытында килә. Иртә лә, һуң да түгел… Тимәк, беҙгә яҙғаны шулай булған…
Яныңда яҡын кешең ултырғанда ваҡыттың аҡҡаны һиҙелмәй. Хәмзә менән Фәһимәнең, үкенеү-әрнеүҙәре нисек кенә ҙур булмаһын, күрешеү шатлығынан күңелдәре иләҫләнде, тойғолары яңыра, йөҙҙәре лә көләсләнә барҙы. Өс сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт үтһә лә, Хәмзә был үтә таныш, бөхтә фатирҙан, уның өсөн һәр саҡ өҙөлөп торған, аңлай, наҙлай, мәрхәмәтле була белгән Фәһимәһе янынан бер ҡайҙа ла киткеһе килмәне. Аҡылы ишеккә саҡырһа, йөрәге сыҡмаҫҡа бойорҙо. Ә Фәһимә, әйтерһең, уны үтәнән-үтә күреп торған. Икеләнеп ултырғандан һуң, күкрәгенән әйтер һүҙҙәрен һығып сығарҙы:
— Хәмзә, был беҙҙең, моғайын, һуңғы осрашыуҙыр… Мин бик көттөм һине. Барыбер бер килерһең йә шылтыратырһың, тип өмөтләнгәйнем. Алдаманың, рәхмәт. Күңел бушап, эс бошҡаны бөтөп ҡалғандай булды. Ләкин китәһең… Һин китергә тейешһең, һәр нәмәнең сиге була…
— Ә мөхәббәт? Беҙҙең мөхәббәттең сиге юҡ, Фәһимә.
— Бәлки… тик беҙ уға сик ҡуйырға тейешбеҙ. Күптән ваҡыт. Минең ҡыҙым да ҙурайҙы, һинең балалар ҙа бәләкәй түгелдер. Яҡшыға алып бармаҫ был. Кешеләрҙән бигерәк, намыҫ алдында оят. Тормошомда һине осратҡанға бер ваҡытта ла үкенмәйәсәкмен. Мин күп нәмәләрҙе аңланым. Бәхетле сәғәт-минуттарым да булды…
— Әллә ҡыуалайһың, Фәһимә?
— Юҡ, ҡыумайым. Ҡыҙым да һине яҡшы белә, хөрмәт итә, моғайын, бөгөн әхирәттәре янында ҡалыр. Миңә лә башҡа бер кемде лә килтермәйәсәк. Тик мин һине башҡаса үҙемдә ҡалдыра алмайым… тура һүҙем өсөн ғәфү ит… Өмөтһөҙ мөхәббәт ялыҡтырҙы мине… Дөрөҫ аңла. Ҡатын-ҡыҙ яратҡан кешеһен оҙаҡ онота. Ана шуға ла оҙаҡ ғазаплана. Бөтөрәйек…
Фәһимәнең йөрәген һурып, ауыр әйтелгән һүҙҙәре Хәмзәгә ниндәйҙер йән еңеллеге килтерҙе. Был йортта ҡалыр ҙа башҡаса унан китә алмаҫ кеүек ине. Фәһимә уның да уй-тойғоларын әйтеп бирҙе. Ҡатын-ҡыҙ тәүәккәллерәк тә, батырыраҡ та шул ул.
Эй, мөхәббәт, табыштырыр юлдарың киң булһа ла, ҡауыштырыр һуҡмаҡтарың ниңә бик тар икән?..
Хәмзә, ауылға ҡайтҡас эш менән онотолорға уйлаһа ла, байтаҡ йөрәкһеп йөрөнө. Ҡулдарына бермә-бер эш тапһа ла, күңеленә урын таба алмай яфаланды. Мәрзиә лә һиҙенде, ләкин өндәшмәне. Үҙе эҙләп тапҡан бәлә, әйҙә, ғазапланһын, тигәндер…
Тракторҙа эшләп йөрөгән Хәмзәне яҙға табан колхоздың баш инженеры итеп ҡуйҙылар. Булмайым, тип ҡырталашып ҡараны, тик механизаторҙар ҙа уны тыңламаны, һүҙҙәрендә ныҡ торҙолар.
Бер көндө Хәмзәгә Шәрифйән ҡарт осраны ла, хәл-әхүәл һорашҡас:
— Ҡустым, теге саҡта тиреҫ сығарыу менән булған хәл һаман күңелде өйкәп йөрөй, ағайыңа ҙур үпкәң ҡалғандыр инде, — тине.
— Эй, ағай, үткән эштән төш яҡшы, тигәндәй, онотолдо бит инде ул. — Хәмзә уң ҡулын һелтәп ҡуйҙы. — Донъяла була инде ундай хәлдәр.
— Уныһы шулай ҙа ул, тик беҙҙә лә ғәйеп бар. Бөтә нәмәне юғарыға ҡарап ҡына эшләнек, нишләйһең. Шулай өйрәттеләр, ҡотто алып бөткәйнеләр бит. — Шунан Шәрифйән ҡарт һуғышҡа тиклем үҙен бер нисә айға нисек итеп ултыртып ҡуйғандарын һөйләп алды. — Ярар, ҡустым, — тине ул хушлашҡанда, — ауылға ҡайтып шәп эшләгәнһең, беҙ бит ауыл балалары, башҡа урында ерегә алмайбыҙ.
Хәмзә, эстән генә һыҙып, ҡарттың һуҙған ҡулын ҡыҫты. Унан күҙ ҡарашын ҡарҙан әрселә башлаған яландарға ташланы. Һәр тараф уға үтә серле, билдәһеҙлек эсендә кеүек тойолдо. Хәйер, уның үҙ тормошо ла шулайыраҡ бит. Ғүмер юлының һаҙҙары ла, сыуаҡ яҙҙары ла булды. Барыһына ла күнеккән ул. Бына тағы яңы миҙгел башланды. Кисә, көтмәгәндә, яңынан ҡар яуып үтте. Ә бөгөн яҙғы ҡарҙы ҡар ямғыры йыуа.
Хәмзә алға атланы. Ошо саҡ ҡолағында, күңелен талпындырып, ниндәйҙер моң ишетелгәндәй тойолдо. Бәй, Фәһимәнең яратып йырлаған йыры бит был. Хәмзә, аҙымдарын әкренәйтте лә, үҙе лә уны көйләй башланы.
Ағиҙелкәй аға икән,
Ҡомдары ҡала икән.
Хәсрәттәре таралһа ла,
Моңдары ҡала икән.
Йыр тамамланыуға, Хәмзә йөрәгенән һығып: «Хәсрәттәре таралмай икән шул», — тип ҡуйҙы ла ҡараштарын тағы ла ялан офоҡтарына йүнәлтте. Ер өҫтөнән тәүге быуҙар тарала, һауала бары бер турғай талпына ине. Ул, бәғерҙе өҙөп, әллә ниндәй сәйер тауыштар сығарып, ҡысҡырып-ҡысҡырып ҡуя ла бер аҫҡа, бер өҫкә атлыға. Моғайын, уның да яратҡаны йыраҡта ҡалғандыр…
Читайте нас: