"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
19 Февраль 2020, 21:00

Ҡарлы-йырлы буран араһына инеп хушлашты…

10 февралдә район мәҙәниәт йортонда Ғилман Ишкининдың тыуыуына 55 йыл тулыу айҡанлы Хәтер кисәһе булып уҙҙы. Унда Ғилман ағайҙың ижадташ дуҫтары, туғандары, яҡындары, ҡатыны, үҙе күреп, һөйөп тә өлгөрмәгән һигеҙ йәшлек улы Ихтирамы, тағы ла уның шиғриәтен үҙ иткәндәр йыйылды. Әйтергә кәрәк, кешенең хәтер кисәһен уҙғарыу ауыр, инде онотолоп барған хәтирәләрҙе барлап, ҡайғылар яңыртыла. Бигерәк тә, былай ҙа ҡыҫҡа ғына бирелгән тормоштан ваҡытһыҙ киткәндәрҙе иҫкә алыу тетрәтә үкһетә, үкенестәр йөрәкте һулҡылдата. Кисәлә сығыш яһаусылар Ғилман ағай тураһында күҙ йәше аша һөйләне тип әйтһәм, бер ҙә яңылышмам. Тулы тексты сайтта уҡығыҙ.

10 февралдә район мәҙәниәт йортонда Ғилман Ишкининдың тыуыуына 55 йыл тулыу айҡанлы Хәтер кисәһе булып уҙҙы. Унда Ғилман ағайҙың ижадташ дуҫтары, туғандары, яҡындары, ҡатыны, үҙе күреп, һөйөп тә өлгөрмәгән һигеҙ йәшлек улы Ихтирамы, тағы ла уның шиғриәтен үҙ иткәндәр йыйылды. Әйтергә кәрәк, кешенең хәтер кисәһен уҙғарыу ауыр, инде онотолоп барған хәтирәләрҙе барлап, ҡайғылар яңыртыла. Бигерәк тә, былай ҙа ҡыҫҡа ғына бирелгән тормоштан ваҡытһыҙ киткәндәрҙе иҫкә алыу тетрәтә үкһетә, үкенестәр йөрәкте һулҡылдата. Кисәлә сығыш яһаусылар Ғилман ағай тураһында күҙ йәше аша һөйләне тип әйтһәм, бер ҙә яңылышмам. Әйҙәгеҙ, уларҙың үҙҙәренә һүҙ бирәйек.
Район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов, эш графигы тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, кисәлә ҡатнашырға ваҡыт тапты.
  • Ошо сараның ойошторолоуы тураһында ишеткәс, хакимиәт хуплап сыҡты. Үҙем дә алдымда ятҡан ҡағыҙҙарҙы ситкә һалып, уның биографияһын, шиғырҙарын ҡулыма алдым. Мин Ғилман ағай менән шәхсән таныш түгелмен, шулай ҙа уның аралашҡан кешеләрен беләм. Беләм уның тыуған яғын, тыуған ауылын. Бөгөнгө көндә уның ижады менән яҡындан танышам. Ижадтан алыҫ торған минең өсөн тәү ҡат уҡығанда уның әҫәрҙәре аңлайышһыҙ кеүек. Икенсе ҡат уҡығанда күҙҙән йәштәр сыға, ҡайсаҡ йылмайып ебәрәһең, – тип, Дәмин Марат улы сараны ойоштороп йөрөүселәргә, Ғилман ағайҙың туғандарына рәхмәтен белдерҙе. Бөгөнгө кисәнең йыйылыусыларҙы тәрән уйҙарға батырып, күңелде елпендереп ебәреренә ышаныс белдерҙе.
  • Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев:
    • Шағирҙар, бәхеткә күрә, бер ваҡытта ла беҙҙең аранан китмәй, улар беҙҙең арала ҡала. Нисә йылдар, быуаттар үтһә лә, уның һүҙе, уның образлы фекере – беҙҙең менән. Бына ошо сараға йыйған өсөн, иң тәү сиратта, яҡташтары –һеҙгә рәхмәт белдерәм. Сөнки шағирҙы иҫкә алыу һәр ваҡытта һеҙҙән тора. Икенсенән, туғандарынан тора. Беҙҙе йыйған ошо исем артабан да башҡорт шәғриәтендә ишетелеп, баҫылып, уҡылып торһон ине».
    • Яҡташыбыҙ, Ғилман Ишкининды үҙенең берҙән-бер дуҫы тип һанаған Азамат Юлдашбаев үҙ фекерҙәре менән бүлеште:
      • Ялған сәйәсмәндәрҙең телендә сүбәк урынына сәйнәлеп, һатлыҡ журналистарҙың теленән, компьютерынан ҡойолоп, ижадынан арзанлы ҡытай ялтырауығы һымаҡ һибелеп, һүҙҙең бәҫе бөттө. Һүҙҙең баһаһы төштө, һүҙҙең ҡото китте. Бөгөн, бер йырсы әйтмешләй, иң көслө яҡтылыҡ – ул төн һымаҡ. Иң оло тауыш – ул тынлыҡ кеүек. Тынлыҡта бөгөн мәғәнә күберәк. Быны Ғилман аңланы. Сөнки, табаҡ та ғына табаҡ, үҙе әйтмешләй, ҡалыпҡа һалынған шиғырҙар урынына, бер юл, ике юл, шартлай торған мина һымаҡ, һуңынан мейегә ингәс, өс-биш көндән барып етә торған фекерҙәрен яҙып ҡалдырған Ғилман. Әгәр ҙә беҙ бөгөн уның яҙмышы, тормошо тура һыҙыҡ ҡына булған, бөтәһе лә ал да гөл булған икән тип уйлаһаҡ, б төптө яңылышабыҙ. 1998–2001 йылдарҙағы «Ағиҙел» журналдарын асып, яҙыусыларҙың шиғриәт секциядарындағы йыйылыштарын ҡараһағыҙ, күрерһегеҙ, унда ҡабат-ҡабат һорау ҡуйҙылар: «Ғилмандың шиғыры шиғырмы? Ундай шиғыр булырға тейешме? Сит илгә эйәреү түгелме?» Бөтәһе лә ҡабул итмәне, Ғилмандың үҙенән башҡа. Уға барыбер ине. Үҙенең йыры, үҙенең көйөнә йырлап, үҙенең һүҙен әйтеп, үҙ юлынан барҙы. Башҡаларҙы ҡабатламай, үҙенең «ғилманизм»дарын барлыҡҡа килтерҙе. Әгәр ҙә беҙ Ғилмандың шиғырҙарын башҡорт шиғриәте күҙлегенән ҡарарға тырышабыҙ икән, беҙ уны аңлай алмаясаҡбыҙ. Ул бер ваҡытта ла көтөү менән йөрөмәне таҡыр юлдан, ә ситтән ысыҡ кисеп барҙы. Ул шоңҡарҙар затынан ине. Унда бүре ҡарашы бар ине, Яһиллыҡ юҡ, ниндәйҙер етдилек, тәккәберлек, ғорурлыҡ бар ине. Шул уҡ ваҡытта ҡарашында ябай, ярҙамға мохтаж ҡоралай ҡарашын, сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ күрергә була ине. Кем бөгөн тәүлектең ниндәй мәле булһа ла, кем генә шылтыратһа ла, сығып ярҙамға барырға әҙер? Ул бит һуңғы ыштанын сисеп бирергә әҙер ине. Уның бер ваҡытта ла бер нимәһе лә булманы. Әгәр ҙә уға кемдер нимәлер бирһә, ул әйберҙе шунда уҡ кемгәлер бүләк итеп китә ине.
      • Уның әҫәрҙәрен тәбиғәт кеүек ҡабул итергә кәрәк. Тәбиғәттә камиллыҡ бар, тик унда тура һыҙыҡтар, симметрия юҡ. Ғилмандың шиғриәте лә шулай – унда шыҡылдап торған рифма-ритмдар юҡ. Әммә уның шиғриәтендә мәғәнә бар. – Азамат Рәмил улы уның шиғырҙарын ниндәйҙер симфоник әҫәрҙе тыңлаған кеүек уҡырға кәрәк тине һәм бөгөн беренсе тапҡыр рәсми кеше – район етәксеһе Дәмин Марат улының телмәрендә Ғилман Ишкинин телгә алыуын әйтеп үтте.
        Ғилман ағайҙың ҡәләмдәш дуҫы Лариса Абдуллина Ғилман Ишкининды үҙенсәлекле кеше, егет кеше булараҡ асыуын, уны ағайлы итеүен әйтеп уҙҙы.
        • Әсәйем яғынан да ир туғандарым бар, әммә мин берәүҙең дә үҙем өсөн өҙөлөп тороп, «һылыуым» тип торған кешене белмәйем. Ул ҡоро һүҙ түгел, ә бер эске йылылыҡ менән, һәр ваҡыт терәк, рухташ булған ағай ине миңә. Уның менән булған хәтирәләр һағынып һөйләрлек. Уның ижады өсөн борсолмайым. Башҡорт теле булһа, Ғилмандың ижады ла буласаҡ, һаҡланасаҡ.
        • Мин үҙемә булған яҡты мөнәсәбәтен әле лә тоям. Бөгөн юлда киләбеҙ, буран. “Талбазыға тиклем барабыҙ, буран бөтмәһә – боролабыҙ”, – ти шофер. Мин Хоҙайҙан һорайым: буран, һин беҙҙе Ғилман ағайҙың яҡташтарына алып барып еткер инде. Ысынлап та, Мәләүездең был яғына килеп еткәйнек – тып-тын.
          Уның менән булған һәр нәмә еңел генә хәл ителә. Айгөл Йәмилева менән уның ижады тураһында видеофлешмоб башлап ебәрҙек, исеме лә еңел генә табылды: «Йәйәүле буран», ул да ыңғай ғына барҙы. Ул һәр ваҡыт ашыға, хатта мин һуңғы шиғырҙарымдың береһен уға арнап «Аяҡ өҫтө» тип атаным. Уның ғүмере аяҡ өҫтө һымаҡ булды.
          Бөгөнгө кисәбеҙ Ғилман ағайҙың яҡты рухына бер доға булһын ине. Беҙ уны шул тиклем һағынабыҙ, мин хатта кешеләрҙә уның һыҙаттарын эҙләйем, Ғилман ағайға оҡшата башлайым, – тип Ғилман ағай кеүек кешеләрҙең бик һирәк булыуына баҫым яһап, апайҙарына тәрбиәләүгә өлөш индергәндәренә, килгәндәргә уны хөрмәт итеп килеүҙәренә рәхмәт әйтеп уҙҙы.
          Ҡатыны Айһылыу Ғилман ағайҙың шул тиклем ололарға ололоҡло, кеселәргә кеселекле булыуын әйтеп уҙҙы. «Уның хыялы бар ине: мосолман мәхәлләһендә хеҙмәт итеү. Дингә пиар өсөн түгел, бик етди килде. Өфө эргәһендәге бер мәсеткә уны имам-хатиб итеп саҡырырға тейештәр ине, булып өлгөрмәне инде. Үҙенең улын да күрмәй китте», – Айһылыу апай Ғилман Ишкинин һәләк булғандан һуң донъяға килгән улына атаһы теләгән исемде ҡушыуын, Ихтирам да атаһының сифаттарын йөрөтөүен, уның да атаһы кеүек шиғырҙар яҙыуын әйтеп уҙҙы. Эйе, Ихтирамдың да шиғырҙары Ғилман ағайҙыҡы кеүек икән, мәҫәлән, «Китаптар ҡысҡыра, сөнки улар еүеш». Ни өсөн улай? – Кемдер сәй эсеп китап уҡыған да сәйе китапҡа түгелгән – тимәк, сәй эскәндә китап уҡырға ярамай. Йәки, «Бына таштар үҙ-үҙенә ҡайтты».
          Ғилман Ишкининдың апаһы Сәүиә ҡустыһының төрлө яҡлап ижад кешеһе булыуын, һәр ваҡыт ата-әсәһе, туғандары тип өҙөлөп тороуын, дуҫтары күп булыуын, үҙенән өлкәндәр менән уйнауын һәм ысынлап та, тәбиғәт балаһы булыуын һөйләп китте. Ғилман ағай үлһә лә, үҙенең артынан ике ҡыҙы, улы ҡалған, туғандары уларға өмөт бағлай.
          Сибай ҡалаһынан Насип Һаҡмаров – уның интернатташ дуҫы. Бергәләп ҡурай уйнарға өйрәнеүҙәрен, спортта ла ҡаҙаныштары булғанын иҫкә алып, уға бағышлап яҙған шиғырын уҡып китте.
          Ибрай ауылынан Шәһит Ҡолмөхәмәтов Ғилман ағай менән өс йыл бергә бер бүлмәлә йәшәгән. «Мин уның кеше булараҡ сифаттарына айырым баҫым яһағым килә. Ул ҡолас ташлап йәшәне. Бер ниндәй ҙә кәртәләргә һыймаған кеше ине ул. Уйлағанын һәр ваҡыт әйтер ине, шуның өсөн дәрестән дә ҡыуылып сыҡты, артынса мин дә ҡыуыла торғайным. Әммә бер ҡасан да үҙ һүҙенән ҡайтманы», – Шәһит ағай «Рамаҙан» йырының нисек яҙылыуы тарихын бәйән итеп китте. Ғилман ағайҙың йырға ғашиҡ кеше булыуын, уның «Башҡорт йыры»ның тәүге бәйгеләрендә еңеүсе булып сығыуын беренсегә ишеттек бөгөн. Һәр кисте бушҡа үткәрмәй, өс йыл эсендә төрлө сараларға-концерттарға йөрөп, Шәһит ағайҙы ла ҡуша йөрөткән.
          Яңыбайҙан Ғайса Ишмөхәмәтов, ғинуар айы етһә, йөрәгенә урын тапмауын, Ғилман Ишкининдың әҫәрҙәрен ҡабат-ҡабат уҡыуын һөйләне.
          • Уның әҫәрҙәре уҡыған һайын, төрлөсә ҡабул ителә. Бер яҡтан ҡараһаң, ижады башланғысында Рәми Ғарипов, Рәшит Назаровтың ижадына оҡшап китә. Телмәрендә лә ҡайсаҡ ниндәйҙер үкенес ноталары ишетелеп китә торғайны.
          • Иң һуңғы осрашыуыбыҙ 2007 йылда Өфөлә булды. Мине Ағиҙел буйына алып төштө. Аҡсам булһа ла, миңә һый алып бирҙе, икәүләп һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул ваҡытта спиртлы эсемлектәр эсмәй ине. Мин һыу инәм, ул яр ситендә бала шикелле ҡыуанып ултыра, көлә ине. Сәлмән Ярмуллиндың фатирына ремонт эшләп йөрөгәндәр, мине шунда алып барып дуҫтары менән таныштырғыһы килде. Үкенәм шунда бармағаныма, һәм икенсе үкенесем – уны ерләүҙә ҡатнаша алманым, – тип Ғайса ағай үҙенең ихлас үкенеүен белдерҙе. Уны рус яҙыусыһы Василий Шукшинға оҡшатыуын, «Калина красная» фильмын ҡараған һайын, Ғилман күҙ алдына килеүен әйтте.
            Ғилман ағайҙың ҡыҙы Айһылыу килә алмаһа ла (ул әле әсәй булырға йыйына), тормош иптәше, актер Шәһит Хамматов менән видеомөрәжәғәт аша кисәгә йыйылғандарға оло рәхмәтен һәм сәләмдәрен еткерҙе.
            Ошо кисә алдынан Ғилман Ишкининдың ижадына бағышланған «Ҡорама» иншалар бәйгеһе иғлан ителгәйне. Ижади эштәрҙе Зәки Әлибаев һәм Лариса Абдуллина тикшереп, ғәҙел баһа бирҙе һәм еңеүселәр улар ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләктәр алды.
            Шулай итеп, әүҙем ҡатнашыусылар – Азалия Хәлитова, Азалия Шахмөхәмәтова, Гүзәлиә Ваһапова Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде, 3-сө урында – Азалия Ғәлина, Нәзилә Хәлитова, Салауат Аҡъюлов (иң йәш ҡатнашыусы ла ул), Айгүзәл Аҙнабаева, 2-се урынды Вәсилә Хәкимова, Гөлсибәр Ҡансурина һәм Луиза Арсланбаева яуланы, ә 1-се урында – Айзидә Йылҡыбаева, Рәсүл Юлсанов. Тағы ла өлкәндәр араһынан берҙән-бер ҡатнашыусы –уҡытыусы Азалия Хәлитоваға ла “Башҡорт энциклопедияһы”ның һигеҙ томы тапшырылды. Ошо сараны ойоштороусы, уның режиссеры Радмир Дәүләтбәков Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
            Кисәлә шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән бик күп йырҙар яңғыраны: уларҙы “Рух” төркөмө, Морат Оморҙаҡов, Радмир Дәүләтбәков, район мәҙәниәт йортоноң “Яҙ гөлдәре” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле башҡарҙы, “Рамазан” йырын “Уралтау” этно-төркөмө егеттәре – Тимур Йәнсурин һәм Илгиз Ваһапов ишеттерҙе. Нәжип Юлдашбаев «Күршелә туй» йырын яңы ғына яҙҙырыуҙарын, был йырҙы үҙе иҫән саҡта башҡарып булмауын үкенес менән билдәләп, улы Ихтирамға бағышлап йырланы. Шулай уҡ Ғилман ағайҙың шиғырҙарын – уның үҙенсәлекле ижадын сәхнә түренән Гөлбаныу Исмәғилева, Юлай Арыҫланбаев, Радмир Абдуллин һәм уҡыусылар – Ильяс Ваһапов, Камил Рахманғолов, Айзидә Йылҡыбаева яңғыратты.
            Ғилман ағайҙың ижад һәм хәтер кисәһен Лариса апайҙың һүҙҙәре менән тамамлап ҡуйғы килә: «Уның кеүек кеше ҡартайып, ыңғырашып та үлмәҫ һымаҡ ине. Ижадындағы һымаҡ, уның үлемендә лә ниндәйҙер бер шағирлыҡ булған һымаҡ булды. Әсәһенең хәлен белешергә ҡайтып барғанда, үҙе әйткән шиғырындағы һымаҡ, ҡарлы-йырлы буран араһына инеп хушлашты ул беҙҙең менән. Ул хатта мәшәҡәт тыуҙырмай ғына китте, уны әллә ҡайҙарҙан алып ҡайтырға ла кәрәк булманы. Ул тыуған еренә ҡайтып еткән ине инде. Нисектер бөтәһе лә егеттәрсә, ирҙәрсә булды. Уның рухы әле ошонда булһа: вәт, ултыралар бит әле мине данлап, тип көлөп йөрөп яталыр әле, моғайын».
            Читайте нас: