Телгенәм – бергенәм
21 Февраля 2020, 06:00

Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө

#башҡорт_теле_йылы ЮНЕСКО тәҡдиме буйынса 21 февраль бөтә донъяла Халыҡ-ара туған тел көнө итеп билдәләнә. Уның маҡсаты – телдәрҙең күплеген иҫбатлау һәм донъя кимәлендә билдәле һәр телде һаҡлау, уларҙың мөһимлеген дәлилләү! Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрғә иғтибар итһәк...

Тел – ул кешенең һәм йәмғиәттең мәҙәниәтен, үҫешен булдырыусы иң мөһим күрһәткес булып тора. Дөйөм алғанда тел һәр бер милләттең, халыҡтың үҫешен билдәләүсе элемент. ЮНЕСКО тәҡдиме буйынса 21 февраль бөтә донъяла Халыҡ-ара туған тел көнө итеп билдәләнә. Уның маҡсаты – телдәрҙең күплеген иҫбатлау һәм донъя кимәлендә билдәле һәр телде һаҡлау, уларҙың мөһимлеген дәлилләү!
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрғә иғтибар итһәк шулар билдәле. Бөгөнгө көндә туған тел булараҡ иң киң ҡулланылған телдәрҙең береһе булып ҡытай теле һанала, икенсе урында инглиз теле тора. Шул уҡ ваҡытта, инглиз теле өҫтәмә тел булараҡ беренсе урынды яулай. Рус телен туған тел итеп 160 миллион кеше ҡулланһа, өҫтәмә тел булараҡ уны 100 миллион кеше үҙләштергән. Тимәк, дөйөм ҡулланыусылар һаны 250 миллиондан ашҡан.
Башҡорт теленә ҡағылғанда, Рәсәйҙә башҡорт телен 1 миллион 152 мең 400 кеше ҡуллана, бөтә ил кимәлендә уларҙың һанын 1 миллион 223 мең 740 кеше тәшкил итә. 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан башҡорт теле донъя кимәлендә юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр исемлегенә индерелә. Тимәк, бөгөнгө көндә һәммәбеҙ алдында башҡорт телен һаҡлау, уны үҫтереү һәм киләсәк быуынға тапшырыу бурысы тора. Сөнки һәр халыҡ үҙен көслө, үҫешкән, тотороҡло мәҙәниәте, сәйәсәте, көн-күреше булған халыҡ итеп үҙ телен белеп, һаҡлап ҡына күрһәтә ала!
Читайте нас