Телгенәм – бергенәм
21 Февраль 2020, 08:21

Өләсәйҙә ҡунаҡта

#башҡорт_теле_йылы #ҡоролтайХалҡыбыҙҙа "Матур ғаилә – ил күрке" тигән мәҡәл бар. Шундай матур ғаиләләрҙең нигеҙ ташы, моғайын, беҙҙең тормоштоң йәме, иң аҡыллыһы, иң уңғаны булған кешеләребеҙ – өләсәйҙәрҙер. Улар – тормош йәме, донъя тотҡаһы...

Халҡыбыҙҙа "Матур ғаилә – ил күрке" тигән мәҡәл бар. Шундай матур ғаиләләрҙең нигеҙ ташы, моғайын, беҙҙең тормоштоң йәме, иң аҡыллыһы, иң уңғаны булған кешеләребеҙ – өләсәйҙәрҙер. Улар – тормош йәме, донъя тотҡаһы. Беҙ, тәрбиәселәр, үҙ эшебеҙҙә балаларҙың ата-әсәләре менән эшләү менән генә сикләнмәйбеҙ, ә оло быуын кешеләре – өләсәйҙәргә мөрәжәғәт итәбеҙ. Бигерәк тә кескәй төркөмдәрҙә эшләгән осорҙа.
Тап шундай өләсәйҙәрҙең береһе ул – Гөлниса Юлдашбаева. Шуға ла мин балаларҙы башҡорт халҡының ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли кейеме, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыуҙы дауам итеү, балаларҙың телмәре өҫтөндә эшләү һәм һүҙ байлығын арттырыу маҡсатында интеграцияланған дәрескә өләсәй роленә тап Гөлниса Әхмәҙулла ҡыҙын саҡырҙым. Сирғол ауылында йәшәүгә ҡарамаҫтан, ул бер һүҙһеҙ риза булып килде. Гөлниса апайҙың өҫтөндәге матур балитәкле күлдәге, тәңкәләр тегелгән камзулы һәм яулығы кескәйҙәрҙең иғтибарын йәлеп итһә, сихри, моңло тауышы һоҡландырҙы һәм ҡыҙыҡһыныу уятты. Түңәрәккә тороп "Әллиләү генәйем-бәллиләү генәйем..." тип таҡмаҡлап, күбәләк шикелле оҫта бейеүе балаларҙың кес кенә йөрәктәрендә оло хис уятты.
Гөлниса апай буш ҡул менән килмәгән ине. Балаларға күстәнәскә башҡорт халҡының милли ризыҡтарының береһен – бауырһаҡты бешереп алып килгәйне. Бына шулай беҙҙең Айназдың өләсәһе – ғаилә тотҡаһы, донъя йәме һәм биҙәге! Ошондай әүҙем, дәртле өләсәйҙәр күберәк булһын ине донъяла!
Читайте нас