Муйнаҡ ауыл китапханаһы “Миләш” ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзалары менән берлектә Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан ойошторолған диктант яҙыу акцияһында ҡатнаштыҡ. Унда туған телен белгән, уның яҙмышына битараф булмаған һәр кем - барлыҡ теләүселәр ҡатнаша ала ине. Тоталь диктант Үрге Муйнаҡ дөйөм белем биреү мәктәбендә үтте. Тексты башҡорт теле уҡытыусыһы Йәйҡолова Ғәлиә Иҙел ҡыҙы уҡыны. Диктант өсөн данлыҡлы генерал Миңлегәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы яҙыусы – публицист С. Ҡадыровтың “Урал бөркөтө” исемле әҫәренән өҙөк һайланған.
Тыуған телде һөйөргә, һаҡларға, данларға, балаларыбыҙҙы тик башҡортса һөйләшергә, башҡорт йолалары менән тәрбиәләргә,үҙ тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа тигән маҡсат менән үтте был сара.