Туған тел! Был һүҙ һәр кем өсөн ҡәҙерле, ғәзиз. Тел – ул тормош сығанағы, белем шишмәһе. Тел – ул Ватан, тыуған ер, боронғоларҙан ҡалған аманат. Тел – һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы. Телебеҙ булмаһа, халҡыбыҙ ҙа, милләтебеҙ ҙә, тарихыбыҙ ҙа юғаласаҡ.
Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан 21 февраль халыҡ-ара туғантелдәр көнө тип билдәләнгән. Был көн юҡҡа ғына булдырылмаған, сөнки статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа телдәрҙең юҡҡа сығыуы күҙәтелә.
Балалар китапханаһында үткән «Туған телемде яратам» тип исемләнәгән сараға башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Исмәғилева менән тәрбиәсе З. Дәүләтбакова етәкселегендә 5-се һәм 6-сы класс уҡыусылары саҡырылды.
Уҡыусыларҙы Бөтә донья туған телдәр көнөнөң тарихы, туған телдәр проблемаһы менән таныштырыу менән башланған сарабыҙҙың маҡсаты – туған телебеҙ, тыуған илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу ине. Сараның тәүге өлөшөндә уҡыусылар әҙәби-интеллектуаль уйында тел һәм әҙәбиәт өлкәһендә ярышты. «Мәҡәлдәрҙе дауам ит», «Йомаҡтарҙың яуабын әйт», «Шаян Һорауҙар»,«Серле квадрат» исемле уйындарҙа «Тапҡырҙар», «Зирәктәр» һәм «Отҡорҙар” командалары барыһы ла әүҙем ҡатнашып, төплө белемдәрен күрһәтте. Афариндар!
Китапхана хеҙмәткәре Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт биреүе хаҡында иғлан итеп, уҡыусыларҙы был балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыуға йүнәлтелгән акцияға ҡушылырға саҡырҙы. Уның сиктәрендә китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙға б Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың 100 китабын уҡыу тәҡдим ителә.
Сарала балалар башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина – ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө булған “Урал батыр” эпосы менән яҡындан таныш булыуҙарын да күрһәтте. 5-се класс уҡыусыһы Арыҫлан Хәсәнов, 6-сы класс уҡыусылары Рената Ғайсина, Айгизә Иҫәнсурина һәм Аделина Сәйфетдинова эпостан өҙәктәр һөйләп ишеттерҙе.
Уҡыусылар «Теле барҙың – иле бар, иле барҙың – көнө бар” исемле китап күргәҙмәһе менән танышты,“Туған тел” исемле видеояҙма ҡараны. Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сарабыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рами Ғариповтың «Туған тел» шиғыры флешмобы менән күтәренке рухта тамамланды.