Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
22 Февраль 2020, 14:00

Туған телгә дан йырланыҡ

#башҡорт_теле_заманса_тел #ЕйәнсураКитапханалары,#БурангуловскаяМодельнаяБиблиотека#ТуғантелемБЕР ТЕЛДӘН ДӘ ТЕЛЕМ КӘМ ТҮГЕЛ!Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февралде Халыҡ-ара туған тел көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.Үҙ телемдә һөйләшәм -Миңә ҡоштар көнләшә...Туған телебеҙҙе – башҡорт телен яратайыҡ, ҡәҙерләйек! Сөнки ниндәй генә телдә һөйләшһәк тә, беҙҙең һәр күҙәнәгебеҙ башҡорт рухынан һут алған. Бүтән телде нисек камил белһәк тә, беҙ ул телде йөрөтөүсе халыҡ вәкиле була алмаясаҡбыҙ. Сөнки Хоҙай тарафынан башҡорт булып яратылғанбыҙ!

#ЕйәнсураКитапханалары,
#БурангуловскаяМодельнаяБиблиотека
#Туғантелем
БЕР ТЕЛДӘН ДӘ ТЕЛЕМ КӘМ ТҮГЕЛ!
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февралде Халыҡ-ара туған тел көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.
Үҙ телемдә һөйләшәм -
Миңә ҡоштар көнләшә...
Туған телебеҙҙе – башҡорт телен яратайыҡ, ҡәҙерләйек! Сөнки ниндәй генә телдә һөйләшһәк тә, беҙҙең һәр күҙәнәгебеҙ башҡорт рухынан һут алған. Бүтән телде нисек камил белһәк тә, беҙ ул телде йөрөтөүсе халыҡ вәкиле була алмаясаҡбыҙ. Сөнки Хоҙай тарафынан башҡорт булып яратылғанбыҙ! Йөрәгең бер милләттеке булып типкәндә, телең икенсе милләттеке була алмай! Бәхет сере, йәшәү асылы, рухыбыҙ үҙ телебеҙҙә йәшеренгән!
Ошо бәхеттән үҙебеҙҙе мәхрүм итмәйек! Рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә уйлайыҡ, һөйләшәйек, уҡыйыҡ, йырлайыҡ .
Бүтән милләттәрҙе хөрмәт итәйек, аралашайыҡ, дуҫ йәшәйек!Туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү маҡсатында үткәрелгән сарала уҡыусылар Рәми Ғариповтың, Зәйнәп Биишеваның, Мостай Кәримдең, Лариса Абдуллинаның, Тәнзилә Дәүләтбирҙинәнең шиғырҙарын яттан һөйләне, туған телгә арналған йомаҡтар ҡойҙо, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, кроссвордтар систе.
Зөһрә Хәмитова.
Читайте нас: