Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
22 Февраль 2020, 15:00

Яҙ килә... (нәҫер)

#башҡорт_теле_йылыЙәнә ергә яҙ килә... Ана тамсылар ҙа йәнә үҙ йырын башлаған: тып-тып-тып...Ер-әсә иһә ҡышҡы юрғанын алып ташларға ашыға: туҙып та киткән шул, тишелә лә башлаған.... Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Юлдашбаеваның бик көнүҙәк темаға яҙылған нәҫерен тулыһынса сайтта уҡығыҙ.

Йәнә ергә яҙ килә... Ана тамсылар ҙа йәнә үҙ йырын башлаған: тып-тып-тып...
Ер-әсә иһә ҡышҡы юрғанын алып ташларға ашыға: туҙып та киткән шул, тишелә лә башлаған....
Ҡар бөртөктәре иһә ҡояш нурҙарында иреп юҡҡа сығыуҙарына көйөнөп ҡара ҡайғыға батҡан......
Оҙаҡламай Ер-әсә яңы йәшел юрғанын ябыныр, тирә-яҡта сәскәләрҙең хуш еҫтәре аңҡыр – әммә һәр береһе тик үҙенсә балҡыр....
Ә һуң әсәләр – ошо ерҙә тыуып үҫкән, ошо ерҙә ғүмер иткән әсәләр үҙ бурыстарын тулыһынса аңлайҙармы икән?!
Хоҙай тарафынан ергә башҡорт булып тыуып та балаларын туған телдән мәхрүм итеүсе әсәләр үҙ әсәлек бурыстарын тулы кимәлдә аңлай, тип һис тә әйтеп булмай шул: рус төркөмдәрендә уҡыусы башҡорт балалары – туған телен рус теле тип яҙыусы башҡорт балалары йылдан-йыл күбәйә бара....
Хоҙай тарафынан бирелгән әсә теле урынына сит телде әсә теле тип һанаусылар, үҙ балаларының башын бутаусылар күбәйә...
Кеше ҡасан тәбиғәт ҡанундарына буйһоноп йәшәргә өйрәнер икән, тигән уй килә күңелгә.
Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, йәнә тирә-яҡҡа күҙ һалам...
Ә тирә-яҡта иһә яҙ еҫе аңҡый, яҙ ҡояшы балҡый, тик шул матурлыҡты күрә белеүсе, үҙ телендә – башҡорт телендә һүрәтләй алыусы башҡорт балалары ғына бармаҡ менән һанарлыҡ...
....Эргәмдән генә кескәй балаһын етәкләп йәш әсә уҙып бара, бала ихлас йылмайып саф башҡортса һаулыҡ һораша...
Күңелдә өмөт осҡоно ҡабына – рухлы, ғәмле әсәләр бар әле башҡорт ерендә...