Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
25 Февраль 2020, 18:00

БАБИЧТЫҢ 125 ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАП

#башҡорт_теле_йылы21 февралдә Йылайыр районының мәҙәниәт һарайында күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейына арналған район-ара шиғри бәйге булды. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы менән Йылайыр районы үткәргән ҙур шиғриәт байрамда Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр райондары ҡатнашты. Беҙҙең райондан...

21 февралдә Йылайыр районының мәҙәниәт һарайында ХХ быуат баштарында ижадының демократик йүнәлеше менән айырылып торған, поэтик таланты менән балҡып, ҙур танылыу алған, социаль поэтик сатираны яңы бейеклектәргә күтәргән, Башҡорт автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлгән тарихи көндәрҙә совет матбуғаты хеҙмәткәре булып эшләгән иң күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейына арналған район-ара шиғри бәйге булды.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы менән Йылайыр районы үткәргән ҙур шиғриәт байрамда Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр райондары ҡатнашты.
Беҙҙең райондан Иҫәнғол башҡорт гимназияһы-интернаты (уҡытыусылары Клара Дәүләтбаева) һәм Иҙелбәк мәктәбе (Гөлназ Төрөпҡолова) уҡыусылары ҙур еңеүҙәр менән ҡайтты: башҡорт гимназия-интернатынан 5-се класс уҡыусыһы Йылҡыбаев Ильяс - беренсе, Аҙнағолов Аҙнағол - икенсе, Ваһапова Айсулпан - өсөнсө урын яуланы. Иҙелбәк мәктәбенән 5-се класс уҡыусыһы Дәүләтова Рәйлә өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Афарин, уҡыусылар!
Читайте нас: