Бөтә яңылыҡтар

Ғәфү ит, улым! (хикәйә)

– Әсәй, һин иҫәрләнә башланыңмы әллә?! Юҡ, сыҡмайһың! Илгизә менән миңә оят һинең өсөн, әсәй! Улы кәләш алыр йәшкә еткән, ә әсәһе үҙе кейәүгә сығып ята, тип әйтәсәк бит кешеләр! – Искәндәр, ишекте шарт ябып, урамға атылды. Әсәһенә үпкәләүе, ғәрләнеүе сикһеҙ ине, хатта шул көндө үк әйберҙәрен йыйҙы ла кире Өфөһөнә сығып китте. Ә каникулы бөтөргә бер аҙналап ваҡыт бар ине әле. Студенттар булмағас, тынып ҡалған шыҡһыҙ, һыуыҡ ятаҡта уйланып ята-ята, уйҙарынан уйылып китә яҙғайны шунда...

Мәжлес гөрләй генә. Табындың иң түренән урын алған Зариф бабайын, оло өйҙөң хужаһын, илле йәшлек юбилейы менән ҡунаҡтар сиратлап ҡотлай. Матур теләктәрен еткерәләр, затлы бүләктәрен тапшыралар. Аҙағынан рюмкаларын зың-зың иттереп сәкәштереп, эсеп ебәрәләр. Ҡотлауҙарға йыры ла, уйын-көлкөһө лә бергә үрелә. Ул арала Фәнисә инәһе кинйә ҡыҙы менән йүгертеп йөрөп ашын килтерә, ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйлай. Искәндәрҙең бындағы шау-шыуҙан башы ҡайнап китте. Юҡҡа килгәнмен, тигән үкенесле уй мейеһен телгеләне. Фәнисә инәһенең һүҙен йыға алмауҙан да бигерәк, һеңлеһе Илгизә өйҙә булмағас, бер үҙемә күңелһеҙ булыр, тип килгәйне шул. Етмәһә, бынауы Айвар ағаһы баянан биреле йәнен көйҙөрә. Өҫтәл артына ултырғанға әллә ни күп ваҡыт та үтмәне, ә ул лаяҡыл иҫерек. Башҡаларға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, урынынан сәүек эт шикелле ләңкелдәп һикерә лә тора, һикерә лә тора: йә тоҙһоҙ-моҙһоҙ хәбәрен һөйләп ҡарай, йә күкле-йәшелле тауышы менән йырлап маташа. Әсәһе, уңайһыҙланып, уны тыйып та ҡараған була, тик тегенеһенә ул бар ни ҙә, юҡ ни. “Эх, атайым булһа ошонда. Айвар ағаһы ише, мәжлес боҙоп ултырмаҫ ине, киреһенсә, табындың йәме генә булыр ине”, тип уйлап алды Искәндәр. Эйе, атаһы оҫта гармунсы уның. Бәлки, ана шул йыр-моңға маһирлығы арҡаһында ла харап булғандыр инде. Ҡайҙа туй, ҡайҙа байрам – уртаһында йөрөнө бит.
Атаһы тураһында татлы ла, үкенесле лә хәтирәләргә бирелеп ултырғанында, уны сылтырап быяла ватылған тауыш тертләтте. Айвар ағаһының эсергә тип күтәргән сираттағы рюмкаһын әсәһе тартып алырға ынтылғанда төшөп ярылған икән уныһы. Шул ваҡыт көтөлмәгән хәл булды: күҙе аларған Айвар ағаһы, әйләнә килеп, ҡатынына һуғып ебәрҙе. Меҫкен әсәһе хатта ултырғысынан ҡолап китте. Ҡунаҡтар кем уҙарҙан уны торғоҙорға ынтылды, ир-ат Айварҙы елтерәтеп тышҡа өҫтөрәне. Өҫтәлдең арғы башында ултырған Искәндәр күҙ асып йомған арала уларҙың алдына сығып баҫты һәм әсәһенә ҡул күтәргән әҙәм аҡтығының яңаҡтарына уңлы-һуллы һалып та ебәрҙе. Ҡолап киткәс, һөйрәп торғоҙоп, тағы осора һуҡты, тағы... Үсе ҡанғансы туҡмар ине әле туғандары айырып алды. Ярһыған Искәндәр тышҡа атылды. Кемдәрҙер уны туҡтатырға ынтылды, тынысландырырға теләп, нимәлер әйтергә маташты. Тик Искәндәр уларҙы күрерлек тә, ишетерлек тә хәлдә түгел ине...
Тыныслана алмай, оҙаҡ йөрөнө Искәндәр төнгө урам буйлап. Әсәһен йәлләп күңеле әсенде. Ә Айвар ағаһының ҡунаҡтағы иҫерек йөҙө күҙ алдына баҫыу менән, һулҡ-һулҡ килеп сикәләре ҡыҫылды, үҙе лә һиҙмәҫтән, шытырлатып йоҙроҡтарын йомарланы. “Башҡаса ул әҙәмде өйгә аяҡ баҫтырыу юҡ! Ҡайҙан килеп инде шул йүнһеҙ уларҙың тормошона?..” Искәндәрҙең уйҙары икенсе курста уҡыған сағындағы бер ваҡиғаға барып бәйләнде.
...Ҡышҡы каникулға ҡайтҡан мәле ине. Бер көн урамдан китеп барһа, уны атаһы мәрхүм йәшендәгерәк таныш түгел бер ир-уҙаман туҡтатты ла һүҙ ҡушты:
– Һаумы, ҡустым. Искәндәр бит әле исемең? Һөйләшә торған һүҙ бар ине һинең менән.
– Һаумыһығыҙ, күргән-белгән кешеһе булмағас, Искәндәр сәйерһенеп уға ҡараны.
– Мин Айвар ағайың булам. Искәндәр ҡустым, моғайын, аңларһың тигән өмөттәмен, аҡыллы егеткә оҡшағанһың... Ней... – Ул бер талай дәрескә әҙерләнмәй килгән уҡыусы шикелле ыҡ-мыҡ итеп торҙо ла, иҫенә төшкәндә тиҙерәк һөйләп ҡалайым тигәндәй, дауам итте. – Искәндәр ҡустым, ней бит әле, мин... мин Рәмиләне, ну һинең әсәйеңде инде, күптән яратып йөрөйөм. Һин ҡаршы булмаһаң, мин уға өйләнер инем...
Искәндәрҙе ток һуҡтымы ни! Бер ғауым шаңҡып ҡалды. Алдында һаман да нимәлер һөйләп торған ят ир уға томан аша ғына күренгәндәй булды. Башынан шул арала йөҙ уй йүгереп үтте : “ Юҡ, юҡ! Уның әсәһе бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡ! Ике балаһына ғына биргән күңел йылыһын хәҙер тағы ниндәйҙер бер ят әҙәмгә лә бүлергә тейешме ни әсәһе? Яңы иренә әүрәп, Илгизә менән уны онотоп ҡуйһа? Уларҙан да бигерәк, атаһының рухы рәнйейәсәк бит әсәһенә!...”.
Бер һүҙ ҙә әйтә алманы Искәндәр теге әҙәмгә. “Эйе” лә тимәне, “юҡ” та, ә бары зәһәр итеп бер ҡараны ла ҡырт боролоп китеп барҙы. Өйҙәренә ярһып ҡайтып инде. Улының кәйефе булмағанын әсәһе һиҙҙе, шулай ҙа төпсөнмәне. Ахыры, Искәндәр үҙе һүҙ башланы:
– Әсәй, мин урамда Айвар тигән кеше менән һөйләштем... һинең турала.
Әсәһе тәүҙә ҡаушап китте, әммә үҙен тиҙ генә ҡулға алып, яуап бирергә ашыҡты:
– Тәки әйткән икән. Миңә сыҡ, тип ҡаҡшатты инде. Айыуҙынан ул. Әсләмдең пилорамында эшләй.
– Шунан, һин нисек хәл иттең һуң? Искәндәр һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне.
– Мин ни, һеҙҙән үтеп ни ҡылайым? Бигерәк тә һин нимә тип әйтәң инде?
Әсәһенән “юҡ” тигән яуапты өмөтләнеп көтөп торған Искәндәрҙең аптырауының да, асыуының да сиге булманы. “Нисек инде улай? Тимәк, әсәһе, риза. Эйе, риза инде! Тик батырсылыҡ итеп уға өндәшә алмай ғына йөрөгән булып сыға түгелме? ” тигән уйҙар сыуалышты башында. Ғүмерҙә лә әсәһенә тауыш күтәреп бер һүҙ әйтмәгән Искәндәр был юлы ысҡынды:
– Әсәй, һин иҫәрләнә башланыңмы әллә?! Юҡ, сыҡмайһың! Илгизә менән миңә оят һинең өсөн, әсәй! Улы кәләш алыр йәшкә еткән, ә әсәһе үҙе кейәүгә сығып ята, тип әйтәсәк бит кешеләр! – Искәндәр, ишекте шарт ябып, урамға атылды. Әсәһенә үпкәләүе, ғәрләнеүе сикһеҙ ине, хатта шул көндө үк әйберҙәрен йыйҙы ла кире Өфөһөнә сығып китте. Ә каникулы бөтөргә бер аҙналап ваҡыт бар ине әле. Студенттар булмағас, тынып ҡалған шыҡһыҙ, һыуыҡ ятаҡта уйланып ята-ята, уйҙарынан уйылып китә яҙғайны шунда. Беҙҙе бер килмешәк иргә алыштырған тип, әсәһенә хәтәр яман үпкәләгәйне тәүҙә. Әсәһе кейәүгә барған тиһәләр, ҡәберенән тороп ултырыр бахыр атайым тип, мәрхүм атаһын йәлләп бер булды. Унан ҡалһа, ғүмерҙә һуғышып йөрөмәһә лә, теге ирҙе тотоп туҡмарға тигән зәһәр пландар ҡороп маташты.
Ҡалаға килеүенә ике-өс көн үттеме-юҡмы, бурап-бурап ҡар яуырға кереште. Хатта юл таҙартыусылар урамдарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрә алмай башланы. Шул сәбәпле юлдарҙа машиналар колоннаһы менән теҙелеп ултырҙы ул мәлдә. Уҫал коменданттары уларҙы ла эшһеҙ һалып ҡуйманы. Каникулға ҡайтмай ҡалған биш-алты егетте, көрәк тоттороп, иртәле-кисле урамға ҡыуаланы. Ятаҡ алдын, эргәләге спорт майҙансығын көрәй-көрәй хәлдән тайып бөттөләр. Шунда Искәндәрҙең күңелен икһеҙ-сикһеҙ үкенес тойғоһо биләп алды. Каникулында өй тирәһендә булышаһы урынға, турһайып бында ята бит. Ошо мәлдә әсәһе менән һеңлеһе ҡарҙы көрәп өлгөрә алмайҙыр инде, тип хафаланды. Утын да алдыртҡандар ине, уныһын да ярып бөтмәгәйне. Искәндәргә оят булып китте. Ул тиҙ-тиҙ генә йыйынды ла вокзалға йүгерҙе. Тик ҡар күп яуыу сәбәпле, автобустар алыҫ райондарға йөрөмәй булып сыҡты. Үкенеүҙәре, үрһәләнеүҙәре шунда! Төндө керпек тә ҡаҡмай уйланып үткәрҙе лә иртәгәһенә үк әсәһенә хат яҙып һалды. Ҡыҙыулығы өсөн ғәфү үтенде, кейәүгә сығырға ризалығын бирҙе. Үҙе ҡырҙа булғас, өй тирәһендә ир ҡулы етешмәүен ул, ниһайәт, аңлағайны. Шулай уҡ йәшләй генә тол ҡалған әсәһенең ир бәхетенә хаҡы барлығын да төшөнә башлағайны ул.
Йәйгелек әсәһе кейәүгә сыҡты. Тик Айварҙың ауылына күсенергә риза булманы, шуға уныһы ҡуш ҡуллап үҙе килде. Искәндәр менән Илгизә тәүҙә өйҙәрендә сит-ят берәүҙең йөрөп ятҡанына өйрәнеп китә алмай бер булды. Ә Айвар ағайҙары, киреһенсә, килгән көндән үк үҙен иркен тотто. Искәндәрҙе, эш рәте белмәгән кешеләй күреп, тегеһенә-быныһына өйрәтә башланы. Илгизәне әйләнгән һайын шаяртып маташты. Эшем эйәһеләй булып хәбәр һөйләһә лә, үҙенең донъя көтөргә әллә ни барымы юҡ ине, ахыры. Байрамдарға йә каникулға ҡайтҡанында йорт-ҡураларында артыҡ бер үҙгәреш тә күрмәне Искәндәр. Киреһенсә, тауҙай булып эш көтөп ятыр ине уны. Йә сереп ауышҡан ҡойма бағанаһын яңынан ултыртырға кәрәк, йә көрт баҫҡан урам эсен көрәргә ... Әсәһенә әйтһә, уныһы: ”Айвар ағайың пилорамдағы эшенән бушамай шул,” – тип уфтана ла ҡуя. Аптырап, шым ғына Илгизәнән һорашты. Һеңлеһе, эштән ҡайтҡас, уның телевизор алдынан тормауын, өҫтәүенә һуңғы ваҡытта эсә башлауын һөйләне. “Ағай, мин үгәй атайҙан яман ҡурҡам. Күҙҙәрен майландырып, гел миңә ҡарай ҙа ултыра”, – тип тә өҫтәне. Эй, ныҡ йәне көйгәйне Искәндәрҙең шунда. Әсәһенә, ҡыуып сығар шул әрәмтамағыңды, тип әйтергә уйланы ла тағы тыйылды. Ҡыҫылмаҫҡа булды ҡәҙерле кешеһенең тормошона. “Үҙенә оҡшағас, йәшәһен әйҙә, миңә йәшәргә түгел бит ул әҙәм менән. Ә һеңлемде киләһе йылға нисек булһа ла үҙ яныма алырмын, Өфөгә интернатҡа урынлаштырырмын”, – тип тынысландырҙы үҙен.
“Шунда ҡыуып ҡына сығарырға кәрәк булған да бит ул әҙәмде. Әсәһе бөгөн, исмаһам, бөтә кеше алдында оятҡа ла ҡалмаҫ ине. Бер рюмка араҡы өсөн ҡайһы тиклем янъял ҡуптарҙы йүнһеҙ. Эх, атай, атай, үҙең тере булһаң, әсәйемде әллә кемдәрҙән рәнйеттереп тә ҡуймаҫ инең...” Искәндәрҙең уйҙары, үҙе лә һиҙмәҫтән, мәрхүм атаһына күсеп китте. Ул сайма-сай килеп ирешһә ирешер ине әсәһе менән, әммә бер ҡасан да уға ҡул күтәргәне булманы. Бөгөнгөгә оҡшаш бер хәл әле лә хәтерендә. Әсәһе, йәне көйөүе шул тиклем булғандыр инде, уның эсеп ултырған бер яртыһын һыпыра тартып алып йыуынты һыуға түккәйне. “Эх, Рәмилә!”, тип кенә ҡуйҙы ла атаһы, башҡаса һүҙ әйтмәне. Эйе, ул Искәндәр иҫ белә башлағанда уҡ эсә ине инде. Ярай, әсәһе сабыр, баҫалҡы холоҡло, нисек тә кеше араһында һыр бирмәй йәшәргә тырышты. Уның урынында икенсе берәү булһа, моғайын, ундай эскесе ир менән йәшәп тә ятмаҫ ине. Бәлки, өләсәһе лә уларҙың ғаиләһен тотоп торғандыр инде. Тик берҙән-бер көндө һин дә мин йөрөп ятҡан еренән ҡапыл ғына үлде лә китте. Йөрәге туҡтаған, тинеләр. Ә бит ул киленен, ҡайһы бер ҡәйнәләр кеүек, ситкә типмәне, киреһенсә, үҙ ҡыҙындай күреп ярата ине. Донъя көтөшөргә лә ихлас булды, аҡыллы кәңәштәренән дә мәхрүм итмәне: “Тешем һынһа һынһын, һырым һынмаһын, тип йәшәр кәрәк, килен. Балалар хаҡына түҙәбеҙ инде. Ана, ҡайның да йәш сағында аҙып-туҙып йөрөнө, мин шул балларҙы етем итмәйем, тип йәшәнем инде. Аҙаҡ үҙе лә аңланы ул хатаһын. Ғүмеренең һуңғы ун биш йылында алыштырып ҡуйҙылармы ни: эсеүен ташланы, өр-яңынан өй һалып сыҡтыҡ. Ирғәле лә, атаһы һымаҡ, бер көн аҡылға ултырыр әле. Сабыр бул, килен”, ти торғайны. Улының көнлөк хаҡына арлы-бирле генә эшләп тапҡан ғына аҡсаһын барыбер сәмәйгә тотонорон белгән өләсәһе, өс тинлек балалар пособиеһына ғына ҡарап ултырған килененә үҙенең пенсияһын да тулыһынса тиерлек тоттора ине. Әсәһе, уңайһыҙланып, аҡсаны алмаҫҡа маташһа: “ Ал, ана, Искәндәреңдең өҫ-башын ҡара, үҙең дә кейен. Йәшәрен йәшәгәнмен, миңә хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй”, тиер ине. Атаһы эскенән айный алмай, донъяһына бөтөнләй йоҡмай башлаһа, килә һалып, улын пыр туҙҙырып әрләп ҡайтырға ла өлгөрҙө өләсәһе. Ә ул үлгәс, атаһы тамам эскегә һалышты. Һуңға табан хатта донъяһы, ғаиләһе бар икәнен дә онотто, урам буйынан ҡайтып инмәне. “Беҙҙе уйлар инең, Ирғәле. Шыпа аҡсаһыҙ ултырабыҙ бит. Эшләр урынға эсәһең...” тип әсәһенең илап ялбарғанын да аңламаны атаһы. Бер ваҡыт Рәйлә өләсәһе, йәғни әсәһенең әсәһе, ҡунаҡҡа килде. Килде лә, бындағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргәс, уларҙы, ай-вайҙарына ҡуймай, үҙенең ауылына күсереп алып ҡайтты. Ҡайһы әсәнең ғәзиз балаһының эскән ир менән ыҙалатып йәшәткеһе килһен инде? Ә атаһы хатта быны белмәй ҙә ҡалды : бер буйҙаҡ шешәләшенең өйөндә байрам итеп ятҡандарына аҙна тулып бара ине.
Ай үттеме-юҡмы, әсәһенә эш тә табылды. Магазинға һатыусы булып урынлашты. Тиҙҙән Искәндәрҙе лә балалар баҡсаһына алдылар. Донъялары бер аҙ көйләнгән кеүек булғайны ла бит, тик ул атаһын өҙөлөп һағынды. Эсмәһә, унан да яҡшы кеше юҡ ине шул донъяла. Улын ныҡ яратты бит ул. Ағастан юнып, машина, тракторҙар эшләп бирһә, башы күккә тейә яҙа торғайны Искәндәрҙең. Икәүләп сыр-сыу килеп йәшенмәк, һәпәләк уйнап алырҙар ине. Ә әсәһе менән өләсәһенең бар белгәне аш-һыу тирәһендә уралыу ҙа бәйләм бәйләү. Малайҙарында эштәре лә юҡ. Һуңға табан Искәндәр йыш ҡына атаһын таптырып илай башланы. “Шул эскесене лә һағыныр икән кеше!” тип, өләсәһенән дә әҙ әрләнмәне инде ул. Алла бабай уның илап-ялбарыуҙарын ишеткәндер, күрәһең: бер көндө килде атаһы улар янына. Ап-айыҡ килеш. Ул ишектән килеп инеү менән, Искәндәр атаһының ҡосағына атылды. Өләсәһе тырт-мырт һөйләшеп маташһа ла, әсәһе атаһын кире бороп сығарманы алай ҙа. Икәүләп кухняла бик оҙаҡ нимәлер тураһында һөйләшеп ултырҙылар. Искәндәр атаһы килтергән бүләктәргә әүрәп маз булды. Ә өс-дүрт көндән атаһы улар янына бөтөнләйгә күсеп килде. Искәндәрҙән дә бәхетле кеше булмағандыр ул мәлдә! Ҡыуаныуҙары!.. Өйҙә саҡта атаһының алдынан төшмәне. Балалар баҡсаһына барғас та, тәрбиәсе апайҙары Гөлфиәгә лә, ашнаҡсы Әлифә инәһенә лә бер килке тик уның тураһында ғына һөйләп ҡаңғырҙы. Урамға сығып, иптәш малайҙарына атаһы эшләп биргән машиналарын да күрһәтеп маһайып йөрөнө әле бер ғауым. Әсәһе лә үҙгәрҙе. Элек гел моңһоу булған йөҙөнә шатлыҡ ҡунғандай булды. Бәләкәй булһа ла, шуны һиҙҙе Искәндәр. Нимәгә икәнен дә аңланы атаһы эсеүен ташлаған бит! Эсмәгәс, эшкә лә алдылар үҙен. Мәктәпкә утын яғыусы, ҡарауылсы булып урынлашты. Тәүге эш хаҡына өйҙәренә кәрәк-яраҡ алғайны, ә икенсеһенә, Искәндәрҙе һөйөндөрөп, велосипед тотоп ҡайтты. Кейәүен өнәп етмәгән өләсәһе лә тора-бара тынысланғандай булды. Ул арала Искәндәр уҡырға төштө. Тиҙҙән, донъяларына йәм өҫтәп, һеңлеһе Илгизә тыуҙы. Тик атаһы ғына оҙаҡҡа сыҙаманы. Ике йыл үтер-үтмәҫтән, тағы төшөрөп ҡайта башланы. Әсәһе әйтеп ҡараһа: “ Мин элекке кеүек эсмәйем бит, саманы беләм”, тиер ине. Тиҙҙән ул шайтан һыуын эсмәй бер көн дә тора алмай башланы, кискә лаяҡыл иҫереп ҡайтып тәгәрәр ине. Эшенән дә ҡыуылды. Юҡ, барыбер, аңламаны атаһы. Эсте...
Тағы бер ваҡиға Искәндәрҙең хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған. Өсөнсө класта уҡый ине, шикелле. 23 февраль алдынан уҡытыусы Гүзәл апайҙары уларға атайҙарының фотоларын килтерергә ҡушты. Байрамға стена гәзите эшләйәсәкбеҙ, тип аңлатты. Искәндәр өйҙәрендәге ике фотоальбомды ла башынан аҙағынаса аҡтарып сыҡты, тик атаһының бер генә фотоһын да таба алманы. Шунан иҫенә төшөп ҡалды. Бер ваҡыт бит иҫерек атаһы, ғүмерҙә булмағанса, әсәһен кемдәндер ҡыҙғанып, талаш сығарҙы. Боларҙы боларҙы ла, ҡайҙа барып ауған шунда хырылдап йоҡлап китте, ә әсәһе аҙаҡ илай-илай оҙаҡ ҡына фотоальбом ҡарап ултырҙы. Шул саҡта ҡайһы бер фотоларҙы йән асыуы менән йыртҡыслап ташлағайны. Атаһынан шулай итеп булһа ла үс алдымы икән, әллә уға кейәүгә сыҡҡанына үкенеүе шул булдымы – аңлай алманы Искәндәр. Ә фотоға килгәндә, эҙләнә торғас, тәки берәүҙе тапты. Ниндәйҙер ҡунаҡта туғандары күмәкләп төшкәндәр. Шунда арттараҡ торған атаһы ла эләгеп ҡалған. Тотоп китте шуны Искәндәр мәктәпкә. Уҡытыусыһының алдына һалғас, уныһы аптырап китте:
– Һуң, Искәндәр?.. Үҙе генә төшкән фотоһы юҡмы ни атайыңдың?
– Юҡ шул, Гүзәл Айратовна. Тик, зинһар, ҡуйығыҙ, йәме, ошоно. Атайымдың үҙен генә ҡалдырып ҡырҡығыҙ ҙа. Фото йәл түгел... Искәндәрҙең күҙенән йәштәре атылып сыҡты.
Гүзәл апайҙары эшләгән стена гәзите бик матур килеп сыҡты. Тик Искәндәр килтергән фото ғына ҡуйылмаған ине унда. Башы эшләгән уҡытыусыһының: әсәһенең бер туған апаһы Фәнисә инәһенән атаһының һалдат сағындағы фотоһын алдыртҡан. Эй, ҡыуанды шуға Искәндәр! Хатта Гүзәл апайҙарын ҡосаҡлап тороп сикәһенән “суп” иттереп үбеп алғыһы килде. Гәзит янынан китә алмай ыҙаланы бер килке. “Күрегеҙ, минең атайым ҡайһылай матур булған һалдат сағында!” тигән ғорурланыуҙы уҡырға була ине уның ҡараштарынан. Тик тиҙҙән уның кәйефе тағы төштө: дәрестән һуң үткән “Йәгеҙ әле, атайҙар!” тигән байрам сараһына атаһы килмәнелә ҡуйҙы. Иптәштәренең атайҙары үҙ-ара ихлас көс һынаштылар, аҙағынан байрам концерты ҡарап кинәнделәр. Искәндәр атаһын, ишеккә ҡарап, ана килеп инә, бына килә тип, ике күҙен талдырып көтһә лә, уныһы күренмәне. Өйөнә ҡайтҡас, көткән кешеһенең, хатта карауатына ла барып етмәйенсә, иҙәнгә ҡолаған килеш хырылдай-хырылдай йоҡлап ятҡанын күрҙе. Шундуҡ күҙенә йәш төйөлдө. Иртәнсәк кенә: “ Байрамға барам, улым. Мотлаҡ барам!” тип, ултырып ҡалғайны бит. Ул иламаҫҡа тырышып, тиҙ генә мәктәп кейемдәрен алмаштырҙы ла тышҡа сыҡты. Әсәһе кисһеҙ ҡайта алмай, шуға малдарҙы һуғарыу, бесән һалыу, аҫтарын таҙартыу һымаҡ эштәр уның елкәһенә төшә. Ул һарайға инде лә атаһына үпкәләүҙән йыйылған күҙ йәштәренә ирек бирҙе...
Эйе, Искәндәр эшкә бик иртә өйрәнде. Әсәһе иртәнән кискә тиклем магазинда, ә атаһы күбеһенсә һуҡмыш йөрөгәс, эшләмәйсә лә булмай ине. Мал-тыуарҙы ҡарау, утын ярыу, һыу ташыу... Хатта ҡайһы саҡта иҙәнен дә, һауыт-һабаны ла йыуырға тура килә торғайны. Иптәштәренең күмәкләп түбән яҡҡа футбол тибергә, йә сәкән һуғырға киткәнен ҡойма ярығынан көнләшеп ҡарап ҡалғаны әле лә хәтерендә.
Шул эш арҡаһында ҡайһы саҡ хатта йүнләп дәрес әҙерләргә лә өлгөрмәй, ныҡ арыуҙан китабын ҡосаҡлап йоҡлар ҙа китер ине. Ә иртәгәһенә, билдәле, уҡытыусыһынан эләгә. “Башың бар, тик ялҡауланаһың шул, Искәндәр”, тип, уны йә ятламай барған шиғырын ятларға, йә мәсьәлә сисергә дәрестән һуң алып ҡалған саҡтары күп булды Гүзәл Айратовнаның. Ялҡау тигәнгә ғәрләнеүҙәре шунда... “Атайым иҫерек булғас, эш менән булашып, дәресемде ҡараға өлгөрмәнем”, тип әйтә алмай ҙа баһа. Әсәһе уны кескәй генә сағынан өйрәтеп ҡуйғайны: “Улым, өйҙәге сүпте урамға сығарыу иң насар ғәҙәт. Өйҙәге хәлде кешегә һөйләп йөрөмә”, тип. Шуға ул башҡалар алдында бер ҡасан да атаһын яманлап һөйләмәне, һөйләһә лә, гел яҡшы яҡтарын ғына телгә алды. Бер саҡ хатта шуның арҡаһында һуғышып та ҡайтҡайны. Малайҙар менән урамда уйнап йөрөгәндәрендә атайҙар тураһында һүҙ сыҡты. Һәр береһе үҙенең атаһын маҡтай: кеменекелер оҫта гармунсы, кеменеке ныҡ көслө, кеменеке шәп шофер... Искәндәргә сират еткәйне, ул хатта бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәҫтән, әскернә телле Ғамир ауыҙын салышайтып: “Һы, һинең атаң алкаш инде”, тине. Ғәрләнгән Искәндәр, үҙ-үҙен белештермәйсә, тегегә барҙы ла йәбеште. Урамдан үтеп барған ағайҙар саҡ айырып алды көҙгө әтәстәрҙе. Тик был хәл уның менән бөтмәне әле. Иртәгәһен Ғамирҙың әсәһе йүгереп килгән мәктәпкә, Искәндәрҙе директорға ошаҡларға. “Алкаштан йүнле кеше тыуамы инде! Баламды ҡалайтып күм-күк итеп туҡмап ҡайтарған йүнһеҙ, фәлән-фәсмәтән...” тип сәрелдәүе хатта уларҙың класына ла ишетелеп торҙо. Директор, үҙ сиратында, улдарының тәртибе тураһында һөйләшергә ата-әсәһен саҡыртты. Ә өйгә ҡайтҡас, атаһы уны тәүге һәм һуңғы тапҡыр ҡайыш менән жарҙы. “Эх, атай, атай, белһәң икән Ғамир менән нимә өсөн һуғышҡанымды?..” тип эстән генә үкһей-үкһей, һыҙлана-һыҙлана йоҡлап киткәйне Искәндәр ул кисте.
Дүртенсе класты тамамларға күп тә ҡалмағайны атаһын фалиж һуҡты. Типһә тимер өҙөрлөк ир хәрәкәтһеҙ һәм телһеҙ ҡалды. Эскелек бәләһе, тип аңлатты врач, шәбәймәйәсәген дә аңғартты. Аҙна-ун көндәй түшәктә ятты ла яҡты донъя менән хушлашты аталары. Үлер алдынан, әсәһе менән Искәндәргә нимәлер әйтергә теләп, шундай мөлдөрәп ҡараны. Шунда ғүмерҙә лә иламаған атаһының күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәре тәгәрәгәйне.
“Йән көйөгө булып йөрөгәнсе, булмағаны мең артыҡ ундай ирҙең!”, тип өләсәһе гел һуҡраныр ине эскесе кейәүенә. Атаһы айҙар буйы запойҙа ятҡанда, ҡай саҡ үҙе лә шулай уйлай биреп ҡуя торғайны. Исмаһам, анауы Ғамир кеүектәр “алкаш балаһы” тип йәнен ҡыймаҫ ине. Тик атаһы үлеп киткәс, шул ҡылығына, эй, үкенде, эй, үкенде!.. Күҙ йәштәрен әсәһе, һеңлеһе күрмәһен өсөн, һарайға инер ҙә, бер мөйөштә ултырып: “Атай, ғәфү ит мине. Һинең турала насар уйлағаным өсөн ғәфү ит, зинһар, атай! Һағындым мин һине, шул тиклем ныҡ һағындым. Ниңә ташлап киттең беҙҙе? ” тип һамаҡлай-һамаҡлай илар ине.
Ә тормош үҙ яйы менән дауам итте. Донъя йөгө хәҙер тулыһынса уның иңдәренә ятһа ла, Искәндәр бирешмәҫкә тырышты. Өй, һарай тирәһендәге эшкә лә өлгөрҙө, уҡыуын да онотманы. Тырышлыҡ бушҡа китмәне: бығаса уртаса ғына уҡып йөрөгән Искәндәрҙең фотоһы тиҙҙән мәктәптәге “Өлгөлө уҡыусылар” стендында урын алды.
БАШЫ. АҘАҒЫ ИРТӘГӘ.

ЗӨЛФИӘ МУЛЛАҒОЛОВА.

Читайте нас: