АҘАҒЫ. Башы https://zori102-b.rbsmi.ru/articles/telgen-m-bergen-m/f-it-ulim--hik-y-149943/
- Оһо, уҡ класташ, әллә һин инде? Һаумы! Уйҙары менән үткәндәрен барлап барған Искәндәр ҡарлыҡҡан тауышҡа “терт” итеп ҡалды. Ҡаршыһында һуҡмыш Рәмис тора ине.
- Һаумын әле. Үҙең ни хәлдә? – класташы менән күрешергә тип ҡулын һонғайны, уныһының ҡулдары буш булмай сыҡты. Ике ҡулында – ике шешә. Башынан “йылп” итеп “Һаман шул эске” тигән үкенесле уй йүгереп уҙҙы.
- Әй, бына клубҡа китеп барам әле. Егеттәр Вазифа әбейгә самогонға ебәргәйнеләр. – Рәмис ҡәнәғәт йылмайҙы. – Әйҙә, минең менән. Һине күптән күргән юҡ, әтеү. Уҡырға индем тип, эреләндең дә киттең, малай! тип төрттөрөп алырға ла онотманы. Искәндәрҙең ҡунаҡтағы хәлдән һуң өйҙәренә ҡайтҡыһы килмәй ине. Эйәрҙе лә китте класташына. Ысынлап та, күптән күргән юҡ ине иптәштәрен. Уҡып бөткәс, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышып бөттөләр шул. Кемдәрҙер, шул иҫәптән Искәндәр ҙә, уҡырға инде, уҡырға бармағандары әрме сафына алындылар. Уны, алкаш балаһы тип, гел битенән алырға яратҡан Ғамир хәҙер төрмәлә икән. Ун өс йәшлек ҡыҙ баланы көсләгән өсөн ултыртҡандар. Әсәһе, суд ҡарары менән риза булмай, бик оҙаҡ сабыулап йөрөп ҡараны, тинеләр, тик был юлы холоҡһоҙ улын яҡларға көсө етмәгән. Юғары класҡа еткәс, бигерәк бәйеле аҙғайны шул уның: тәмәкеһен дә тартты, араҡыһын да эсте, ә ҡыҙҙарҙы бирсәткә урынына алыштырҙы. Әлмир менән Земфир ауылдалар, нисә ҡарама, гел һуҡмыш йөрөп яталар. Рәмис тә әрмегә барып ҡайтты ла ауылда тороп ҡалды. Йүнле эше лә юҡ, ти, үҙенең, кешеләргә бура бурап, бесән сабышып арлы-бирле генә аҡса эшләй ҙә уныһын да эскегә бөтөрә икән. Бәлки, клубта Сибайҙа уҡыған дуҫтары Айрат менән Мирйәнде осратырмын, тип тә өмөтләнде Искәндәр. Кәләш алғаны бирле улар менән бәйләнеш өҙөлдө, ғаиләле булһаң, теләйһеңме-теләмәйһеңме, дуҫтарға иғтибар кәмей төшә икән шул, тип уйлап алды ла, Нургөлө күҙ алдына баҫҡас, кәйефе бермә-бер күтәрелеп китте. Йәнәш атлаған Рәмистең һөйләгән хәбәрҙәре уның бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Ул һөйгәне тураһындағы татлы хәтирәләргә бирелде.
Нургөл менән беренсе курс аҙаҡтарында дуҫлашҡайны. Үҙҙәренең төркөмөндә уҡып йөрөгән был һылыу ҡыҙға ниңә баштан уҡ иғтибар итмәнем икән, тип, аптыраны һуңынан Искәндәр. Аралаша башлағайнылар, шымыҡай ғына Нургөлдөң күңел донъяһы иҫ китмәле бай икәнен аңланы. Уның менән теләһә ниндәй темаға ла рәхәтләнеп һөйләшеп була. Уҡымаған китабы, белмәгән нәмәһе юҡ. Баҫалҡы холҡо, иплелеге менән дә хас әсәһе инде. Уға оҡшап, ҡул эшенә, аш-һыуға оҫта, етмәһә. Хатта уларҙың яҙмыштары ла бер ишерәк булып сыҡты. Нургөл дә кескәй сағынан етем ҡалған – атаһы юл фажиғәһендә вафат булған. Әсәһе тағы кейәүгә барған, ләкин үгәй атаһы ҡыҙҙы һыйҙырмаған. Ахырҙа, өләсәһе ейәнсәрен үҙенең тәрбиәһенә ала. Искәндәр кеүек, Нургөл дә күңелендә атаһы тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай. “Ҡыҙ бала атаһына оҡшаһа, бәхетле була” тигән юрауға ла ихлас күңеленән ышана ул. “Атайым мәрхүмгә ике тамсы һыу кеүек оҡшағанмын, тимәк, минән дә бәхетле кеше булмаясаҡ киләсәктә”, тип һөйләгәйне бер ваҡыт. Шунда Искәндәр ҙә хисләнеп китеп: “Эйе, матурым, һин, һис шикһеҙ, донъялағы иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ буласаҡһың. Мин һине ғүмерем буйы яратырға һүҙ бирәм!” тип ант иткәйне. Өс йылдан ашыу дуҫлашып йөрөнөләр улар. Быйыл ҡышын ғына никах уҡыттылар. Тиҙҙән туй. Әле ең һыҙғанып шуға әҙерләнеп йөрөгән көндәре. Нургөлө уның эргәһендә аҙна тирәһе булды ла, кисә әсәһенә ярҙамлашырға тип, Баймаҡҡа ҡайтып киткәйне.
Клубта дискотеканың иң ҡыҙған сағы ине. Рәмис Искәндәрҙе эйәртеп килеп ингәс, бер мөйөштә өйөлөшөп самогон көтөп торған егеттәр ҡыуанышып киттеләр. Эсергә тағы бер сәбәп сығып тора ла баһа! “Давай, кәләш алыуыңды йыуҙыр!” тип, уға бәйләнә лә башланылар. Эскелекте йәне һөймәгән Искәндәр ҡайҙан килгәнмен тигән көнгә төштө. Класташтары Әлмир менән Земфир Рәмистән дә былайыраҡ иҫерек ине. Кеше араһында әҙәплерәк булыу тигән нәмәне күптән онотҡандар, күрәһең. Ауыҙҙары нимә һөйләгәнен ҡолаҡтары ишетмәй. Искәндәр ҡарашы менән йәштәр араһынан Айрат менән Мирйәнде эҙләне, тик улары күренмәне. Бер-ике класташ ҡыҙҙары бар ине барлыҡҡа, әммә яндарына барырға ҡыйманы. Аҙағынан Нургөлгә берәй нәмә тип һөйләрҙәр, бәләһенән баш аяҡ, тип уйланы. Ә егеттәр уны ныҡышып-ныҡышып эсергә көсләнеләр ҙә аҙаҡ ҡул һелтәнеләр. Уларҙың бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ҡауылдашҡанынан, көслө музыка тауышынан Искәндәрҙең былай ҙа ҡаңғырған башы зыңҡып-зыңҡып ауырта башланы. Һаҫыҡ самогон менән тәмәке төтөнө бергә ҡушылған ҡырҡыу еҫтән күңеле болғанды. Тиҙерәк ҡайта һалырға кәрәк тип, урынынан ҡуҙғалғайны, Әлмир уға сат йәбеште, йыуҙырмай ҡасып бараһың, йәнәһе. Йәне көйгән Искәндәр кеҫәһендәге ике йөҙлөк аҡсаны тегеләрҙең алдына бәрҙе лә клубтан сығырға ашыҡты. Сыҡты ла саф һауаны һулап туя алмай торҙо бер гилке. Аҙаҡ яйлап ҡына өйҙәре яғына атланы...
“...Атай, атай!”... Ҡысҡырып-ҡысҡырып та, атаһы ишетмәгәс, Искәндәр уның артынан йүгерергә итте. Тик нишләптер күкрәге сәнсеп-сәнсеп ауыртасы, шуға йүгереү түгел, хатта бер аҙым атлай алманы ул. Ә атаһы, исмаһам, боролоп та ҡарамай бит, китеүен бирә. Күрһә, туҡтар ине барыбер. Ғүмерҙә булмағанса, ап-аҡтан ғына кейенеп алған бит әле үҙе. Юҡ, һис шикһеҙ, ҡыуып етергә кәрәк Искәндәргә атаһын. Шул тиклем һағынған бит ул уны. Һөйләшәһе һүҙҙәре лә күп ҡәҙерле кешеһе менән.
- Ата-а-ай! Атай, зинһар, көт әле мине! Искәндәрҙең асырғанып ҡысҡырғанын, ниһайәт, ишетте, шикелле, атаһы. Аҙымдарын яйлатҡандай итте. Ана, туҡтаны. Әкрен генә уға табан боролдо. Йә, Хоҙай! Мөғжизә юҡ, тиегеҙ шунан! Атаһын тағы ла күрер көнө булған икән Искәндәрҙең. Шатлыҡ йәштәренән күҙҙәре томаланды... Юҡ, юҡ, ул иларға тейеш түгел. Атаһы гелән: “Егет кеше иламай!” тип өйрәтә торғайны бит. Тиҙ генә еңе менән күҙен һөртә һалды Искәндәр. Үҙгәрмәгән атаһы. Ул бәләкәй саҡта нисек булған, әле лә шулай: шул уҡ һоро күҙҙәр, ҡырлы танау, тулҡын сәстәр. Өлкәндәр уға бушҡа ғына: “Атайыңа оҡшағанһың”, тип әйтмәйҙәр икән. Атаһында үҙен сырамытты Искәндәр. Тик был юлы ғәзиз кешеһенең йөҙө ниңәлер үтә моңһоу күренде. Элек ул гел йылмайып йөрөй торғайны бит. Туҡта, нишләп аңшайып тик тора әле Искәндәр? Егет, ҡоласын йәйеп, атаһын ҡосаҡлап алырға ынтылды. Тик күкрәге сәнсеүҙән тағы һығылып төштө. Нимә булды һуң уға? Элек ауырыу-ауыртыныуҙың ни икәнен дә белмәй торғайны ла баһа? Ул арала атаһы телгә килде:
- Һаумы, улым! Эх, ниңә килдең инде бында..?
Бәй, атаһы ниңә осрашыуға ҡыуанмай һуң ул? Һағынманымы ни икән? Үпкәләгәндәй итте Искәндәр. Күҙҙәре тағы йәшкәҙәне.
- Һуң, атай, мин бит һине һағындым... Күргем килде. Һин мине һағынманыңмы ни?
- Эй, улым, һағынмаған ҡайҙа ул! Һағынам, өсөгөҙҙө лә бик һағынам. Ҡәҙерегеҙҙе генә белмәгәнмен икән шул. Хәҙер үкендерә лә бит, тик терһәкте тешләп булмай инде. Хаталанғаным ауырып түшәккә йығылғас ҡына башыма барып еткәйне... атаһының тауышы ҡалтыранып сыҡты. Шунан тиҙ генә үҙен ҡулға алып, өҫтәп ҡуйҙы: Улым, һиңә иртә әле бында килергә, бар ҡайт, йәме. Әсәйеңде, һеңлеңде һаҡла берүк.
- Юҡ, атай, мин һине ҡабат юғалтҡым килмәй. Белһәң ине миңә һинһеҙ нисек ҡыйын икәнде. Ғүмерем буйы һине юҡһынып йәшәнем. Етем булыуҙан да ҡыйын нәмә юҡ икән...
- Эй, улым, улым. Аңлайым ниҙәр кисергәнеңде. Бер ауыҙыма хужа булмай, һине үҙем иҫән саҡта уҡ ярты етем хәлендә йәшәткәнмен, һуңынан ысынлап та етем итеп ҡуйҙым. Ғәфү итә алһаң, ғәфү ит, мине, улым...
- Атай, нимә һөйләйһең һин! Минең һиңә бер үпкәм дә юҡ. Миңә ғүмер биргәнһең, шуның өсөн рәхмәт үҙеңә. Атай, тиҙҙән мин үҙем дә атай буласаҡмын бит. Малай, тинеләр. Һинең нәҫел дауам итәсәк, атай! Искәндәр, ашығып, ҡыуанысы менән уртаҡлаша һалды: “Эх, атайым белһә ҡыуаныр ине”, тип уйлай ине, бына яйы ла сыҡты бит әйтергә. Атаһының моңһоу йөҙөндә бер миҙгел генә шатлыҡ осмото күренеп ҡалды ла “йылп” итеп һүнде.
- Улым, ана шуның өсөн һин мотлаҡ ҡайтырға тейешһең. Мин һине етем иттем. Исмаһам, һинең улың етем үҫмәһен. Атаһына арҡаланып, атай наҙы тойоп үҫһен ейәнем. Матур итеп тәрбиәләгеҙ балаларығыҙҙы. Берүк минең хатамды ҡабатлай күрмәгеҙ. Хуш, улым!
“...Мин ҡайҙа ҡайтырға тейеш? Былай ҙа ауылдамын бит. Улыңды етем итмә, тисе. Мин тере лә инде!” – Искәндәр уның һуңғы һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты, тик атаһының китергә ҡабалана башлауын күргәс, үрһәләнеп, тағы уға табан тағы уҡталды. Артынан эйәрергә итте. Тик атаһы уға был юлы ҡаты итеп өндәште:
- Искәндәр, мин һиңә нимә тинем! Әсәйең көтә бит өйҙә, ҡайғыртма уны!
Әсәһен иҫләгәс, Искәндәр шып туҡтаны. Эйе лә баһа! Әсәһе күптән ҡайтҡандыр, өйҙә борсолоп көтөп ултыралыр. Дискотекала уға нимә ҡалған инде, бер аңра һарыҡ һымаҡ, Рәмис артынан эйәреп сығып китмәгә? Анауы әҙәм аҡтығына ныҡ йәне көйгәйне шул. Әсәһен дә йәлләне, Зариф бабайы менән Фәнисә инәһе алдында ла уңайһыҙ. Тағы, ҡунаҡ тип, шым ғына ултыра ла алмай инде үҙенә ғүмер бүләк иткән әсәһен күрәләтә әллә кемдән йәберләтеп. Ана бит, хатта атаһы ла, әсәйеңде, һеңлеңде һаҡла, тип тора. Туҡта! Ул дискотеканан ҡайтҡайны бит! Эйе, ҡайтҡайны шул! Ҡапҡалары төбөнә килеп етеп, тотҡаға үрелгәйне, янында ғына төндөң ҡара парҙәһен йыртып, бысаҡ ялтлап китте... Айварҙың ыржайған йөҙө... Күкрәк тәңгәлендә үҙәккә үткес ауыртыу... Шул саҡ Искәндәрҙең аңына ҡот осҡос ысынбарлыҡ барып етте. Тәүге уйы әсәһе булды: ғәзизе тереме икән?! Айвар уның өсөн әсәһенән үс алманымы икән? Ул йөрәк ярғыс итеп: “Әсәй!” тип ҡысҡырып ебәрҙе...
– Әсәй!.. Искәндәр көс-хәл менән күҙҙәрен асты һәм томан аша аҡ халат бөркәнгән әсәһенең борсоуло йөҙөн күрҙе. Уның артында күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып бөткән Нургөлө тора ине...