Бөтә яңылыҡтар

"САНЧИ"ға ҡарата

Ҡасан туҡтар рекламалау«Санчи» ҡытай үләнен?Әллә шуны күп эскәнгә ҡытайҙар күп үләме?Дауамы сайтта.

Ҡасан туҡтар рекламалау
«Санчи» ҡытай үләнен?
Әллә шуны күп эскәнгә
ҡытайҙар күп үләме?
−Бөтә сирҙәргә дауа, тип
инде маҡтап-маҡтайҙар.
Коронавирус сиренән
ҡырыла бит ҡытайҙар.
Беҙ, башҡорттар, ҡайһы ваҡыт
бигерәк «юморной»быҙ.
Имеш, «санчи» йүнәлдерә
«Простатит», «геморройҙы».
«Климакс» йәки «инфаркт» булһа,
«Санчи» килешә икән.
Ҡан баҫымы күтәрелһә,
момент төшөрә икән.
Һауа торошон һөйләйҙәр,
үтмәгән тундар кейеп.
Тик «санчи» үләне менән
йүнәлеп була тейеп.
Үҙебеҙҙә маҡтанырлыҡ
аҙмы дарыу үләне?
Балтырған, һарына ашап,
аслыҡтан бит үлмәнек.
Андыҙ барҙа−ат үлмәҫ тә,
ирәүән барҙа−ир үлмәҫ.
Башҡорт түгел, тик маңҡорттар
тыуған ер ҡәҙерен белмәҫ.
Тыуған тупраҡ - үҙе дауа,
шифалы иҫкән еле.
Ожмахҡа алыштырғыһыҙ
үҙ тыуып үҫкән Ерем.
Еребеҙ бай−эйелгәнгә,
аяҡ аҫтым−хазина.
Эй, йәмәғәт, шул турала
уйланайыҡ аҙ ғына.
Шул реклама минең генә
теңкәгә тейәме икән?
Әйләндереп, эх, шуларҙың
артына типһәң икән!
Тәнзилә Йәнтилина.
Читайте нас: