Ҡыштарым да үтте һинһеҙ генә,
Һинһеҙ үтер килер яҙҙарым.
Йылы яҡтан торналар ҙа ҡайтты
Бөгөн ҡайтты ап-аҡ ҡаҙҙарым.
Йөрәккәйем ҡапыл һыҡрап ҡуйҙы,
Икәүләшеп көттөк яҙҙарҙы.
Көҙөн оҙаттыҡ, аҡ юл теләп,
Яҙын ҡаршылаған ҡаҙҙарҙы.
Ҡаҙҙар китер, йәнә көҙҙәр еткәс,
Яҙҙар килеп, ә мин моңһоу ҡарап
Ҡаршылармын тағын ҡаҙҙарҙы.
Ҡаҙҙар кеүек мин дә яңғыҙ булмам,
Балаларым ҡайтыр һағынып.
Ҡаршы алып, оҙатырмын мин дә
Ҡаҙҙар кеүек моңһоу ҡағынып.