Бөтә яңылыҡтар

ТОҒРОЛОҠ (хикәйә)

– Туңаһың бит унда, алйот!Ҡашҡар һыуҙан сығырға маташа. Ләкин йоҡа боҙ сығырға ирек бирмәй кимтелеп төшә бирҙе. Радмир ауыҙын асып ҡатып ҡалды. Эте бындай хәлгә тарыр тип һис кенә лә уйламағайны ла баһа! Юҡ, нишләп уның Ҡашҡары һыуҙан сыға алмаһын? Көслө бит ул!

Айтуғанды күреп ҡалыу менән, Радмирҙың кәйефе ҡырылды. Нишләп был битһеҙ малай уларҙың урамынан үтеп бара? Ошаҡлашыуы ғына етмәгән, нисек Радмирҙар торған урам буйлап йөрөргә баҙнат итә? Был ниткән оятһыҙлыҡ? Асыуынан нишләргә белмәгән Радмир тышҡа атылып сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Дөрөҫ, ул Айтуғандың үңәсенә барып йәбешә алмай, көсө етмәйәсәк, сөнки элек бәләкәй кәүҙәле булған класташы быйыл ҡапыл ғына үҫте лә китте. Иң оҙоно иҫәпләнгән Радмирҙан ярты баш ҡалҡыуыраҡ ул хәҙер. Етмәһә, спорт менән шөғөлләнә, берәүгә лә бирешеп бармай. Барыбер уны Радмирҙарҙың урамына аяҡ баҫмаҫлыҡ итергә кәрәк! Эт үҙ ояһында көслө, тиҙәр. Ҡапҡа янына сығып баҫҡан Радмир, класташы Айтуғанға ҡарап, мыҫҡыллы ауыҙ салышайтты.

– Нишләп йөрөп ятыуың беҙҙең яҡта? Аҙашып килеп сыҡмағанһыңдыр бит? – Тегенең яуап бирмәҫен белгәс, һүҙен дауам итте. – Әһ-һә, шымсылайһың! Былар нимә эшләй тип, темеҫкенеүме?
– Телеңә һалышма, Радмир, – тине Айтуған. – Мин бер тапҡыр әйттем. Һеҙҙе ошаҡлағаным юҡ, тип!
– Шулаймы... – Радмир тағы алға атланы. – Нимә эшләп йөрөйһөң, улай булғас, беҙҙең яҡта?
– Был беҙҙең ауыл, Радмир! Миндә эшең булмаһын.
Радмирҙар үҙәк урамда торалар – фельдшерлыҡ пункты ла, иң шәп магазин да, ауыл хакимиәте бинаһы ла бында урынлашҡан. Йөрөргә тура килә шул.
– Тел сарлай беләһең, әй. Ошаҡлашырға һиңә еткән әҙәм юҡ!
– Тел сарлаусы һин ул. Күпме әйттем, минең һеҙҙә эшем юҡ.
– Ә-ә-ә, ишеү аҡыл һатаһыңмы? – Радмир йәнә ыжырайҙы. – Һатлыҡ йән!
– Тый телеңде!
– Тыймаһам, нимә эшләтәһең! – Радмир туҡтап ҡалған малайға яҡыныраҡ килде. – Нимә, һуғыш сығараһыңмы? Ошаҡ тоҡсайы!
– Һиңә һүҙ әрәм, алйот! – шулай тине лә Айтуған Радмирҙы этеп ебәрҙе һәм өҙөлгән юлын дауам итте.
– Әсе әйттемме! Дөрөҫөн әйттем.
– Мин эт менән эт булмайым!
– Шулаймы ни, суфый! – Радмир оторо ярһыны. Ул эргәһендәге өйөрөлгән тоғро этенә боролдо.
–Ҡашҡар, һөс!
Ҡашҡар, нишләргә белмәй, бер урында тапанды. Ул Айтуғанды таный. Шул уҡ ваҡытта, ни өсөн хужаһы уны тап ошо малайға һөсләткәнен аңлай алмай. Шаяртамы әллә ысын фарман бирәме?
– Һөс-һөс! – тауыш инде уҫалыраҡ, ҡатыраҡ яңғыраны. Һәм хужаһының фарманын бер һүҙһеҙ үтәргә өйрәнгән Ҡашҡар Айтуған яғына ҡарап ҡатып ҡалды. Бер минут та үтмәне, ул малайҙың салбар салғыйынан эләктереп, тегеләй-былай һелккесләй ине.
– Ҡашҡар, туҡта. Себә! – тине Айтуған. Тауышында ҡурҡыу бар. Быны тойған Радмир эстән тантана итте.
– Булды, Ҡашҡар! Булды! Маһ-маһ! Кил. – Һөсләтеүҙең уйынмы-ысынмы икәнен һаман аңлап бөтмәгән Ҡашҡар йәһәт кенә кире хужаһына табан сапты.
– Вәт, малаҙис! – тине Радмир көр тауыш менән, маъмайының ҡолаҡ тирәһен ҡашый-ҡашый.
– Эт менән эт булырға тура килә ул ҡай саҡ. Ә хәҙер мине атайыма тағы ла ошаҡлаһаң була! Был һинең һөнәр!
Айтуған бер нәмә тип тә яуап бирмәне. Үҙ юлында булды. Ул күҙҙән юғалғансы, Радмир урынынан ҡуҙғалманы. Үсе ҡанғас, әлбиттә, шатланды, тыныслана төштө, шунан бер заман күңелде борсоу биләп алды. Ысынлап та, ул бит ҡанһыҙлыҡ күрһәтте. Этен һөсләтергә кәрәкмәй ине... Юҡ, бигерәк эре һөйләшә бит Айтуған. Етмәһә, тана, йәнәһе, ул ошаҡламаған. Айтуған булмаһа, кем һүҙ ташырға тейеш?
Шулай ҙа этте һөсләтеү кәрәкмәй ине. Берәйһе күрһә, мотлаҡ атаһына еткерәсәк. Әхиәр ағай был юлы улын йәлләп тормаҫ... Ярар, Радмир Ҡашҡарҙың үҙенә япһарыр ҙа ҡуйыр: “Буштан-бушҡа, тиктән-тиккә Айтуғанға ташланды”, – тиер.
“Тиккә эт кешегә ташланмай”, – тиәсәк бит атаһы.
“Мин дә шулай тип уйлайым. Ҡашҡарға Айтуған бер тапҡыр таш атҡайны. Шуны онота алмай”, – тиер. Ошолай алдай һәм ышандыра аласаҡ. Дәлил шәп. Хәҙер Радмир хафаланыуҙан туҡтаны. Шулай ҙа аҙна аҙағында булған хәл, эсен көйҙөрөп, тағы иҫкә килеп төштө.
Класташтарының береһе, Радмирҙың иң яҡын дуҫы һаналған Тайфур, малайҙарға маҡтанды.
– Атайым хәтәр матур һауытлы һыра алып ҡайтҡан! Мин ундайҙы хатта рекламала ла күргәнем юҡ.
Малайҙар ышанманы, шунан, ҡыҙыҡһынып, һораша башланылар. “Сувенир!” – тип аңлатты Тайфур. Тайфурҙың атаһы Мәскәү яғында берәр айлап вахтала эшләп ҡайта. Ул алып ҡайтҡан төрлө күстәнәс-мүстәнәсте ауыҙ иткәндәре бар тиҫтерҙәрҙең. Тайфур – йомарт малай, өйҙәгеләрҙән һорап та, рөхсәтһеҙ ҙә алып килгеләй. Бына шулай иптәштәренең күңелен күрә. Маҡтанып та алырға ярата. Хәйләкәр малай кәрәк кешегә ярай белә. Ярай, эш унда түгел. Һәр кем үҙенсә йәшәргә өйрәнә был донъяла. Инде үҙҙәрен шаҡтай ҙур егеттәр хисабына индергән Тайфурҙың иптәштәренә сувенир тураһында ишетеүе, әлбиттә, ҡыҙыҡ булды.
– Йә, ауыҙ иттерәһеңме? Ул ниндәй ете диңгеҙ артынан килгән эсемлек? – тине кемеһелер. Ҡалғандары был әйткәнде күтәреп алдылар.
Радмирҙарҙың гаражында йыйылырға булып киттеләр. Дәрестән һуң биш малай туп-тура гаражға йүнәлде. Улар араһында Айтуған да бар ине, һөйләшеп ултырҙылар, бер аҙҙан гаражға ҙур эш эшләгән һымаҡ, “аһ” та “уһ” итеп, Тайфур килеп инде.
– Бына! Булды! – тине ул тантаналы тауыш менән.
Ысынлап та, матур итеп һырланған, биҙәлгән, ғәжәйеп һауытҡа һалынған булып сыҡты был сит ил һыраһы. Һүҙ юҡ, елле сувенирҙарҙың береһе. Атаһы белмәй ҡалды, Тайфур уға “айыу айы” һөртөп тә ҡуйҙы.
Гаражда ултырған класташтарҙың береһе генә һыраны тәмләп ҡараманы. Ул Айтуған ине. Атаһы ла, Айтуған да динде өйрәнә. Шулай булғас, тап ошо класташтың уларҙың ҡылығын өнәмәүенә шик юҡ. “Иманлы булып ҡылана, тәмләп ҡара, унан ғына иманың ҡасмаҫ”, – тип, уны мәрәкәләп тә алдылар. “Суфый булып ултырма”, – тип ғәрләндерергә маташтылар. Юҡ, ул үҙһүҙле малай үҙенә һуҙылған һауытҡа оронманы ла. Аҙаҡ, шәп булып, кемгәлер һөйләгән, йәғни һатҡан ул иптәштәрен. Йә үҙенең атаһына әйтеп ысҡындырғандыр. Һәр хәлдә, гараждағы хәл Әхиәр ағайға ла мәғлүм булды. Элекке көн атаһы шул һауытты тотоп килеп инде.
– Һөйлә! – тине ул ҡаты тауыш менән.
Радмирға атаһы менән оҙаҡ ҡына аңлашырға тура килде.
– Беҙ эсмәнек, тәмләп кенә ҡараныҡ, атай, – тип аҡланды малай.
– Шул тәмләп кенә ҡарағандарҙың хәҙер күпмеһе зыяратта ята. Һанарғамы һиңә? – тип морон төбөндә йоҙроҡ уйнатты Әхиәр ағай. – Мин һине уғрылыҡҡа ла, эскелеккә лә өйрәткәнем юҡ. Был – аҙаҡҡы иҫкәртеү!
Шунда Радмир атаһының уға вәғәҙә иткән телефонды алып бирмәйәсәген аңланы.
– Мин генә түгел, унда бөтәһе лә...
– Айтуған нишләп бөтәһенә лә инмәй?
“Айтуған...” Был исем оторо асыуҙы ғына килтерҙе. “Айтуған”, – тип ҡабатланы малай. Бөгөн ҡалай йәтеш булды. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына. Радмир үҙен герой һымаҡ тойҙо. Хәҙер малайҙарға ла нисек итеп үс алғанын һөйләргә генә ҡалды. Өлгөрмәне, иҫке телефонын ҡулына алыуы булды, әсәһе килеп инде.
– Ней, балам, – тине әсәһе. –Атайыңды асыуландырма. Мин уға, беҙҙең бала һыра-фәләнде ауыҙына ла алмай, бүтәндәр өсөн ул яуап бирмәй, тип әйттем. Өндәшмәне. Ышанғандыр. Абай бул инде. Ә гаражды бикләне.
– Ул ҡайҙан белде икән?
– Ҡашҡар бит темеҫкенеп йөрөй, шул һауытты тешләп, ары-бире болғай ине, әйтәүер. Кем уйлаған, атаңдың алдына килтереп һалды. Шунан атаң һораша башланы, ә мин бер нәмә лә белмәйем. Тапҡандыр белешер кешеһен.
– Кәрәкте бирҙе...– тип мығырланы малай.
–Ҡаты бәрелмә, тип әйттем атайыңа... Улар әле шундай йәштә, өлкәндәргә оҡшарға тырышалар, ҡайһы бер нәмәне аңлап та бөтмәйҙәр, тип әйттем, балам. Теләһә ниндәй малайҙар менән ҡатышма, йәме, аҙаҡ үҙеңде ғәйепле яһарҙар.
Әсәй әсәй инде. Ул бер ҡасан да улын ғәйепләмәйәсәк. Аҡларлыҡ сәбәп тә, ғәйепле кешеһен дә табасаҡ.
Ҡашҡар... Радмир ҡашын йыйырҙы. Айтуған түгел, ә үҙенең маъмайы – Ҡашҡар – ғәйепле булып сыҡһа? Алйот этте әрләп тә, мыҫҡыл итеп тә, ғәрләндереп тә булмай. Эткә ярамаған эш ҡылғанын нисек аңлатаһың? Был мөмкин түгел! Йәне көйгән Радмир Ҡашҡарға яман итеп аҡырҙы. Бер нәмә лә аңламаған эте сыйылдап, йәһәт кенә ояһына инеп боҫто. Ух, аңра Ҡашҡар! Аңра! Ләкин Радмир этен ярата.. Ун йыл бергә улар. Ҡашҡарһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай.
Эткә “һатлыҡ йән” тип әйтеп булмай. Эт алдаша белмәй. Эт тоғро, бына шул тоғролоҡ атай алдында уны ғәйепле итте.
Юҡ, Ҡашҡарҙы әрләргә ярамай. Ҡашҡар хужаһы ҡушҡанды шундуҡ үтәй. Бөгөн ул үҙенең тоғролоғон йәнә лә бер тапҡыр раҫланы. Айтуғандың салғыйынан эләктереп болғауы ғына ни тора! Берәү ҙә Радмирға ташлана, ҡул күтәрә алмай. Ҡашҡар Радмир өсөн йәнен бирәсәк. Иң тоғро дуҫтар һатҡанда ла, ул һатмаясаҡ.
Радмир хәҙер Тайфурҙы күрә алмаҫ хәлгә етте. Маҡтансыҡ! Нимәгә кәрәк булды уға атаһы алып ҡайтҡан һаҫыҡ һыра менән маҡтанырға? Һауыты матур булыу менәнме ни? Ауыҙына яҡын килтергәс үк, Радмир: “Беҙҙең Алаҡайҙың һейҙегенең еҫе килә!” – тип танауын йыйырғайны. Тик һыр бирмәне. Тайфурҙың күңелен күреп, ул да уртланы...
Бер йотом һыра телефон хаҡы булып сыҡты. Иҫке телефоны тик торғандан һүнә лә ҡуя, ә хәҙер яңыһы тураһында хыяллана ла алмай.
Ә көндәр бит йылы тора. Был кәйефкә лә йоғонто яһамай ҡалмай. “Кемдәрҙер был мәлдә балыҡ ҡармаҡлайҙыр”, – тип уйланы Радмир. Йәтеш урындар бар, балыҡсылар ҙа етерлек. Шуларҙың береһе – Айтуған, моғайын, йылға буйындалыр. Шулай ҙа абай булырға кәрәк. Боҙ ҡайһы бер урындарҙа ныҡ йоҡа. Ҡар күҙ алдында ирей. Йылғала һыу сыҡҡан урындар бар. Һыйырҙарҙы мәкегә төшөрөүе еңелләште. Мал-тыуарҙы ҡарарға тиһәң, Ҡашҡарҙы ҡуш, әле былай, әле тегеләй саба ғына, тотоп алырлыҡ түгел. Бына улар йылға буйында.
Кеҫә телефонын үҙе менән алғайны. Тағы эшләп китте шикелле, зыңлаған тауышы яңғыраны. Кем икән был эшем эйәһе? Әһә, Тайфур! Белешергә кәрәк, ул ни хәлдә? Уғаса булмай, Ҡашҡар дуҫының эргәһенә килеп баҫты. Нимәлер ҡапҡан. Иҫке сепрәк. Фу, эшкашмаған, шулай юҡ-бар ташып йонсота бит ул. Алама ташымаһа, һыра һалынған сувенир һауытты ла атаһы алдына килтереп һалмаҫ ине бит. Шул мәлдә телефоны ҡулдан ысҡынып, шәрегә барып төштө. Йән көйөгө, хәҙер бөтөнләй эшләүҙән туҡтаясаҡ. Малай асыу менән эткә тибеп ебәрҙе.
– Юғал бынан! Пшол! – тип аҡырҙы.
Ҡашҡар ҡурҡыштан ситкә һикерҙе, әллә тайҙымы, йығылып китте, һикереп торған ыңғайына мәкегә барҙы ла төштө.
– Һиңә шул кәрәк, аҡылһыҙ! – тип һөйләнде Радмир шәре эсенән телефонын ала-ала. Этенә бер аҙ ҡарап торғас, бойорған тауыш менән өндәште.
– Тулама, сыҡ!
Эте һаман сыға алмай хитланды.


– Туңаһың бит унда, алйот!
Ҡашҡар һыуҙан сығырға маташа. Ләкин йоҡа боҙ сығырға ирек бирмәй кимтелеп төшә бирҙе. Радмир ауыҙын асып ҡатып ҡалды. Эте бындай хәлгә тарыр тип һис кенә лә уйламағайны ла баһа! Юҡ, нишләп уның Ҡашҡары һыуҙан сыға алмаһын? Көслө бит ул!
– Сыҡ! – тине малай, эт уның тауышынан ажарланып өҫкә тартылды, ләкин боҙ йәнә ҡутарылып төштө. Ҡашҡар һыу аҫтына инеп киткәндәй булды ла кире килеп сыҡты. Йәнә талпынды.
Хәҙер Радмир уға инәлде. Ҡашҡар ҙа тырышты. Бер аҙҙан Радмир тағы ҡатыраҡ өндәште, эт яуап итеп сыйылданы. Ярҙам кәрәк уға, үҙе сыға алмай! Өҫкә тартып алырға көсө етерме? Ҡапыл ынтылһа, көсө етергә тейеш. Радмир бер аҙым алға атланы, шул саҡ аяҡ аҫтында нимәлер мыртлағандай булды. Боҙ тотмай. Малай кире артҡа сигенде. Ул алға бара алмай, уны боҙ күтәрмәйәсәк. Нимә эшләргә?
Күҙ алдында Ҡашҡарҙың хәле бөтә бара. Оҙаҡ сыҙармы? Ул элекке шикелле ярһымай, өҫкә ярһып ынтылмай. Ҡайҙа йүгерергә? Кемдән ярҙам һорарға? Ауылға ара яҡын түгел. Радмир был тирәнән алыҫайыу менән, Ҡашҡар һыу төбөнә китәсәк! Малай этенә текләгән килеш ҡатып ҡалды. Ул тоғро маъмайына бер нисек тә булыша алмай. Үҙенең аяғына ла һыу үтә башланы. Радмир тағы артҡараҡ шылды. Ҡашҡар йәлләнес итеп сыйылданы, ике алғы тәпәйе менән боҙға йәбеште. Мөлдөрәп хужаһына төбәлде. Ҡайҙа таяҡ-фәлән юҡмы? Ул нимәлер табып килтерҙе. Ләкин эттең таяҡҡа тотона алмаҫы асыҡ. Радмир Ҡашҡарға яҡынлаша бирҙе, ләкин аяҡ аҫтында нимәлер умырылды. Малай артҡа сигенде. Ә эт көслө ағым, боҙ киҫәктәре менән бер үҙе көрәште лә көрәште лә. Бер аҙҙан ул тымып ҡалды. Аяныслы ҡараш... Хәле юҡ ине, шыңшыны. Эйе, ул ярҙам һорай. Малай уға ҡеүәт бирергә теләп, бер ҡулын алға һуҙҙы.
– Ҡашҡар! Йә!
Ҡашҡар ҙа бер тәпәйен уға табан һуҙҙы, икенсе тәпәйе боҙҙан ысҡынды. Торо дуҫ бер генә сыйылданы ла, һыу төбөнә төшөп китте. Ағым көслө. Китте... Төшөп китте. Радмир ыңғырашты, артҡа табан сигенә бирҙе.
Бөттө.
Малай ауыр аҙымдар менән ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Ҡапыл Ҡашҡарҙың шыңшыуы ҡолаҡҡа сағылғандай булды. Ҡабат һыу өҫтөнә ҡалҡтымы әллә? Ҡалҡһа ла, Радмир этенә ярҙам итә алмай. Малай артына боролоп ҡараманы. Хәҙер өйҙәгеләргә Ҡашҡарҙың һыуға батып үлеүен хәбәр итергә генә ҡалды.
Өйгә ҡайтып ингәс, карауатҡа барып ауҙы. Ауыр ине этенең үлемен кисереү. Хәсрәтен әсәһе менән уртаҡлашырға ине лә, тик ул ҡайҙалыр сыҡҡан. “Уй, әрәм генә булған Ҡашҡарыбыҙ! – тиер ине әсәһе. – Ярар әле ҡотҡарам тип, үҙең һыуға төшөп китмәгәнһең. Ана фәләндәрҙең кәнтәй эте берҙе түгел, туғыҙҙы көсөкләгән. Барып һайлап алырһың...”
Эттәренең һыуға батыуында әсә улының тамсы ла ғәйебен күрмәйәсәк... Әсәйҙәр улар шулай. Бер заман телефоны яңғыратып зыңлап ебәрҙе. Шәрегә төшкәндән һуң, тағы ла шәберәк эшләй башланы шикелле иҫке ҡорамал. Тайфур шылтырата.
– Һин ни хәлдә!
– Бер көйө,– тип мығырланы Радмир.
– Тауышың һүнгән.
–Ҡашҡар һыу төбөнә китте.
– Булмаҫ! Аҡыллы эттә баһа!
– Боҙ йоҡа.
– Йә ярай, эт өсөн көйөргә түгел.
Тайфурҙың битараф тауышына асыуҙы килтерҙе.
–Ул минең дуҫым ине.
– Этең тураһында аҙаҡ һөйләрһең. Мин теге хәл буйынса шылтыратам. Һин асыуланма.
– Ниндәй хәл буйынса тағы?
– Тегесе!.. һеҙҙең гаражда ултырғанды атайға һөйләп бирергә тура килде.
– Ә-ә-ә? Нисек инде һин?
Тайфур тотолоға-тотлоға һөйләй башланы. Сувенир һауытты атаһы, баҡтиһәң, кемдеңдер заказы буйынса һатып алып ҡайтҡан булған икән. Хужаһына тапшырам тип, эҙләй башлаһа, тапмаған. Шунан Тайфурҙың яғаһынан бөрөп тотоп, һорау алған. Атайға дөрөҫөн һөйләп биреүҙән бүтән сара ҡалмаған. Кемдәрҙә, ҡайҙа ултырғандарын белгәндән һуң Тайфурға берҙе эләктергән, әлбиттә, шунан Әхиәр ағай менән һөйләшкән.
– Тәүбәгә килдем, малай. Бүтән ундай эшкә бармайым. Ә һиңә атайың нимә тине? – тип һораны Тайфур.
Радмир яуап бирергә өлгөрмәне. Боҙоҡ телефон үҙенән-үҙе һүнде лә ҡуйҙы. Радмир тәү тапҡыр һүнгән телефоны өсөн ҡыуанды.
Сикәһен устары менән ныҡ итеп ышҡыны ла ышҡыны. Маҡтансыҡ Тайфурға эйәреү уйламаған насарлыҡтарға юл асты. Хәҙер бер хатаны ла төҙәтеү мөмкин түгел. Айтуғанға ла, Ҡашҡарға ла булған асыуы һабын ҡыуығы һымаҡ шартлап, юҡҡа сыҡты.
Өйгә әсәһе килеп инде.
– Нишләп бик бойоҡ ултыраһың?
– Ҡашҡар һыуға батты, әсәй.
– Эй, Аллам! Ҡуй инде. Башһыҙ эт!
– Мин уны...
– Уны һыу буйына бәйләп алып бара алмайһың инде... Йәшәгән эт бит әле. Башы юҡ. Көймә уның өсөн.
Әсәй әсәй инде. Ул һәр саҡ балаһын яҡлай. Ниндәй генә ғәйебе булһа ла, ғәйеплене барыбер ситтән эҙләйәсәк. Уның әсәһе шулай. Радмир бүтән өндәшеп торманы, тышҡа сығып китте.
Һаҫыҡ импорт һыра өсөн, дөрөҫөрәге Тайфурҙың атаһы кемгәлер тип атап алып ҡайтҡан күстәнәсе өсөн, Радмирға ҡыйбат хаҡ түләргә тура килде. Ғәйепһеҙҙәргә ғәйеп яғылды... Ләкин бөтөн бәләне Тайфурға ғына япһарыу дөрөҫ булыр инеме икән? Берәү ҙә Радмирҙың ауыҙын көсләп астырманы, гараждарына бәреп инмәне, бер кем дә Ҡашҡарға тибергә ҡотортманы...
Иртәгәһе көн буп-буш тойолдо Радмирға. Ихатаны тултырып дәртләнеп сабып йөрөгән, һәр ҡыуанысын хәбәр итергә ашыҡҡан, тоғролоғон күрһәтер өсөн теге яҡҡа, был яҡҡа ҡарап өргән, йорт-ҡураның ышаныслы һаҡсыһы барлығын аңғартҡан Ҡашҡар юҡ. Йорт әһелдәренең барлығы өсөн сикһеҙ шатлана белгән Ҡашҡар юҡ.
Сирле тойҙо үҙен Радмир – хәле юҡ, йөрәге уйнай. Өсөнсө көн китте. Әсәһе биргән бер нисә дарыуҙан бер генә төймәһен йотто, ҡалғандарын ауыҙына алып та ҡараманы. Үҙен ғәйепле тойоу уны шулай сирле яһаны. Айтуған алдында ла оят, күрешкәндә нимә тип әйтергә? Сер бирмәҫ өсөн, элекке һымаҡ янынан эре генә үтеп китергә тура килер...
Ҡапыл ҡолаҡҡа эт өргән тауыш ишетелде. Ҡашҡар! Радмир һикереп тороп ултырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Шунан аңына килеп, кире ятты. Ҡашҡар бит күҙ алдында һыуға батты. Өлөкөгөн үк. Ә тауышы ҡолаҡта яңғырай. Радмир тоғро дуҫын һағына, шуға ла ҡолаҡта тауышы ишетелә... Эт тауышы йәнә яңғыраны... Радмир ипләп кенә торҙо ла тәҙрәнән тышҡа ҡараны һәм... ауыҙын асып ҡатып ҡалды. Ҡашҡар! Эте ҡайтҡан! Эте тере!
“Ҡашҡар!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе лә ишеккә табан атылды. Туфалтаға сығып баҫыуы булды, осло морон маъмай шатланып ярһып өрә-өрә уға ташланды һәм ҡулын-битен яларға кереште. Эй, бахыр эт, хужаһының уны тибеп осорғанын да онотҡан бит. Ҡапыл эт туҡтап ҡалды. Шунан иңрәп өрҙө лә, кире артҡа сигенде. Унда ҡырҙараҡ Айтуған баҫып тора ине. Малайҙар текләшкән килеш торҙо. Ә Ҡашҡар Айтуғанға барып аҫылынды ла, тегенең ҡулын яларға тотондо. Радмир бер нәмә лә аңламаны. Шулай ҙа үҙен ҡулға алып, этенә өндәште.
– Ҡашҡар, бында! Йә, бында кил!
Маъмай сыйылдай –сыйылдай Айтуғандың эргәһендә ҡалды.
Был ни хәл? Эттең ҡыланышын нисек аңларға?Айтуған шул саҡ телгә килде.
– Ҡашҡар батҡан ине ...
– Эйе, – тине Радмир.– Батҡайны шул...
– Ә ҡайҙан беләһең? – Айтуған күҙҙәрен ҙур асып ҡарап торҙо.
– Һуң... Ней бит... Ниңә... – тип мығырланы Радмир, күҙҙәрен селт-селт йомоп. – Ҡашҡар минең күҙ алдында, һыу аҫтына төшөп китте. Тотоп өлгөрмәнем...
– Шул-шул, ағып беҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡан.... – тип һүҙен дауам итте Айтуған. – Ярай йылға буйында булғанмын! Күҙ үткер, бер нәмәнең ағып барғанын күреп ҡалдым...
Айтуғандарҙың яғында йылға йәйелеп, киңәйеп китә. Шуға ул яҡта тәрән түгел, йәй көнө һыу инеп тә булмай, барыбер яҙ көнө ағым көслө... Боҙ киткән мәл бит.
– Яр ситендәрәк ағып бара, шуға тотоп өлгөрҙөм. Эләктергәс кенә эт икәнен абайланым, бәрән һарыҡ түгелме, тип уйлағайным. Ҡашҡар бит йәшәгән маъмай! Тик торғандан һыуға бата торған түгел. Һинең этең тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы. Ышҡый торғас, дерелдәй башланы, ҡоротоп алғас, башын ҡалҡытты. Аяҡҡа баҫырлыҡ түгел ине, күтәреп өйгә алып ҡайттым. Бына хәҙер эргәмдән китмәй. Рәхмәт әйтә үҙенсә!
Радмир тамағына торған төйөрҙө көс-хәл менән йотто. Бер нәмә белмәгән класташы артабанғы хәлде һөйләне.
Тиҙ терелде эт. Йылы һөт эсергән аяҡ-ҡулдары ҡыбырлай башланы. Шунда ғына ул кем эте икәнен танып ҡалды. Иртәгәһен иртәнсәк: “Инде сығар, ҡайтайым, хужалар мине юғалтҡандыр,” – тигәндәй өрөргә, тегеләй-былай йүгерергә тотондо. Бына шулай эйәртенешеп Радмирҙарҙың өйөнә килеп еттеләр.
Ауыҙын ябырға ла онотоп тыңлаған Радмир, ниһайәт, телгә килде.
– Рәхмәт, Айтуған! Ҙур рәхмәт! Мин нисек аңлатырға ла белмәйем...
– Йә, ҡуй! Һин дә шулай итер инең... Аллаға шөкөр, яратҡан этең иҫән.
– Теге хәл өсөн асыуланмайһыңмы?
– Балаҡтан эләктергәне өсөнмө? – Айтуған һаһылдап көлөп ебәрҙе. Әллә шаяртты, әллә төрттөрҙө, шулай тип өҫтәне. – Мин һиңә бер тапҡыр әйттем бит, эт менән эт булмайым, тип!
Радмир Айтуғанға тура ҡарарға ҡурҡты. Нимәлер тип яуап бирергә, аҡланырға итте, тик һүҙ тапманы. Айтуған ҡайтыр яҡҡа атланы. Шул саҡ Ҡашҡар, уны ебәрергә теләмәгәндәй, иламһырап һаулап өрөп ебәрҙе лә, тегенең артынан ташланды. Радмирҙың йөрәге урынынан ҡупты. Уның хыянатын кисерә алмайынса, яңы хужаға ҡасып киттеме әллә Ҡашҡары? Айтуған туҡтаны, эт сыйылдай-сыйылдай уны тағы ҡосаҡлап алды. Ҡотҡарыусыһы уның ҡолаҡ артын ҡашый-ҡашый нимәлер тип әйткәс, эт тынысланды. Айтуған ҡабат Радмирға боролоп ҡараны, үҙе баҫҡан урынынан ҡуҙғалманы, алға ла, артҡа атламаны. Ҡашҡар ҡотҡарыусыһының эргәһенә килеп ултырҙы. Икеһе лә Радмирға ҡарап ҡатып ҡалды.
Күпме шулай текләшеп торғандарҙыр, – Радмирға бик оҙаҡ тойолдо, бер мәл Ҡашҡар ҡабаттан Радмирға табан атылды һәм уға килеп аҫылынды. Сыйылдай-сыйылдай дуҫының битен яларға кереште. Эте ауыр ғына уның, ә Радмир шул саҡ уны ғәжәп бер еңеллек менән күтәреп үк алды. Быны күргән Айтуған үҙ юлы менән ары китте. Малайҙың ҡуҙғалыуы булды, Ҡашҡар тулай-тулай кире ергә килеп төштө, артҡы тәпәйҙәренә ултырҙы һәм ҡотҡарыусы дуҫынан ҡарашын алманы. Айтуған үҙҙәренең урамына инеп киткәнсе шулай ултыра бирҙе. Үҙен үлемдән алып ҡалған малай боролошҡа инеп юғалғас, шыңшып ҡуйҙы. Ләкин урынынан ҡуҙғалманы. Радмир уға табан эйелде, тубыҡланды, ғәфү һорағандай, Ҡашҡарҙың күҙенә текләне. Үҙенең сикәһе буйлап күҙ йәше тәгәрәп төштө.

ФӘРЗӘНӘ АҠБУЛАТОВА.

Читайте нас: