Гөлйыһан Ҡәҙербаева ижады
Беребеҙ ҡара ҡарлуғас,
Беребеҙ һары һандуғас.
Ҡауышҡанбыҙ, табышҡанбыҙ
Һөйөүебеҙ тиң булғас.
Ҡарлуғас, һандуғас кеүек
Йәшәйек беҙ ғүмергә.
Илебеҙҙе нурландырып
Һайрашайыҡ гел бергә,
Күмәйек һөйөү-моңға.
Ҡарлуғас та матур бала,
Һандуғас та һөйкөмлө.
Ҡарлуғастың, һандуғастың
Моңһоу булыуы мөмкинме?
Балаларым – тулы бәхет,
Хоҙайым, айырмаһын.
Ҡарлуғастың, һандуғастың
Ҡанатын ҡайырмаһын.
Ҡарлуғас, һандуғас кеүек,
Һайрашайыҡ гел бергә.
Балаларға һөйөү биреп
Йәшәйек беҙ ғүмергә,
Күмәйек һөйөү-моңға.
Был шиғыр Лилиә Биктимерова һәм Фәдис Ғәниевтың концертынан һуң яҙылды.
Иҙәш ауылы.