ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
5 Апрель 2020, 21:00

#шиғриәт_тулҡындарында

Люциә Ғайсарова ижадынанТәбиғәттең була мөғжизәһе,Ай ҡыҙының күренә көйәнтәһе.Сәнскәктең дә була сәскәһе,Була тауына күрә боланы,Ағастары, йылғалары, шишмәһе.Кешеләрҙең дә төрлөһө бар,Ҡарты-йәше, ҙуры, бәләкәйе.Ағас баштары ла тигеҙ булмағандай,Яҙмыштары ла була һикәлтәле.Әтәстең күп "кәләштәре",Ҡыуана ул булмағанға ҡәйнәһе.Эттең "ҡоҙаһы" юҡ, "бажаһы"күп.Ырыуын танымаҫ була мүскәһе.Йырҙарҙың бар моңлоһо,оҙон, һағышлыһы, дәртлеләре.Миҙгелдәрҙең һыуыҡ көҙө, ҡышы,Йәмле яҙы, йылы йәйҙәре.Тәүлектең бар, көнө, төнө, иртәһе.Оҙон һүҙҙең - ҡыҫҡаһы,Һәр һөйләмдең була нөктәһе.

Люциә Ғайсарова ижадынан
Тәбиғәттең була мөғжизәһе,
Ай ҡыҙының күренә көйәнтәһе.
Сәнскәктең дә була сәскәһе,
Була тауына күрә боланы,
Ағастары, йылғалары, шишмәһе.
Кешеләрҙең дә төрлөһө бар,
Ҡарты-йәше, ҙуры, бәләкәйе.
Ағас баштары ла тигеҙ булмағандай,
Яҙмыштары ла була һикәлтәле.
Әтәстең күп "кәләштәре",
Ҡыуана ул булмағанға ҡәйнәһе.
Эттең "ҡоҙаһы" юҡ, "бажаһы"күп.
Ырыуын танымаҫ була мүскәһе.
Йырҙарҙың бар моңлоһо,
оҙон, һағышлыһы, дәртлеләре.
Миҙгелдәрҙең һыуыҡ көҙө, ҡышы,
Йәмле яҙы, йылы йәйҙәре.
Тәүлектең бар, көнө, төнө, иртәһе.
Оҙон һүҙҙең - ҡыҫҡаһы,
Һәр һөйләмдең була нөктәһе.
Читайте нас в