Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
6 Апрель 2020, 00:00

Тыуған көнгә бүләк – сәйәхәт!

Буранғол ауылынан Урал Хәлитовтың ижад емешен тәҡдим итәбеҙ.Уҡыҡыҙ, комментарийға теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе яҙығыҙ.

– Йәмил улым, хәйерле иртә, тор инде, бөгөн көн бигерәк матур, – тип иркәләп уятты әсәйем. Күҙемде асып ебәрһәм, атайым менән әсәйем эргәмдә йылмайып баҫып тора. Минән дә иртәрәк торған мыртыйым:
– Авызый, тыуған көнөң бит, тор. Атайҙар һиңә ҙууууур бүләк әҙерләне, – тине түҙмәйенсә, серҙәрен һатып.
Минең өсөн бүләк – әлегә сер ине! Әсәйемдең йоҡа ғына итеп ҡойолған тәмле ҡоймағы менән иртәнге сәйҙе рәхәтләнеп тәмләп эстек. Күңелдә бөтмәҫ шатлыҡ: ниндәйҙер мөғжизә көтәм! Ҡотлау һүҙҙәре күңелгә май булып яғылды. Иң әүҙеме мыртыйым булды: ултырғысҡа баҫып, бүләккә әҙерләгән шиғырын мылтыҡтан атҡан шикелле яңғыратып һөйләп бирҙе. Ағай булараҡ, миңә ҙур ғына яуаплылыҡ та һалына икән! Атайым менән әсәйем, бер-береһенә ҡарап, мут ҡына йылмайышты. Мөғжизәле ваҡыт етте, ахыры. Әсәйем яғымлы ғына тауышы менән:
– Йәмил, балам, беҙ хәҙер ғаилә менән һинең аҙашың тураһында яҙған бөйөк яҙыусы Мостай ағай Кәримдең һәйкәлен күрергә барабыҙ, –тине.
– Урррааа! – тип ҡысҡырып та ебәрҙе гел тиктормаҫ мыртыйым.
Машинаға ултырғас, хыял донъяһында йөҙҙөм. Ошо бәләкәй ғүмеремдә Салауат батырҙың һәйкәлен генә күргәнем булды. Ә шундай яҡшы китаптар яҙған яҙыусының һәйкәлен күҙ алдына ла килтерә алмайым! Нисегерәк була икән?!
Әсәйем миңә, атайым эштә саҡта, мыртыйымды йоҡлатҡас, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесын уҡып ишеттергәйне. Кендек менән бергә бала саҡ донъяһында булдыҡ. Бер туҡтауһыҙ һорауҙар яуҙырҙым. Ә “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрен ғаилә менән бергәләп уҡыныҡ. Был китабы миңә бигерәк оҡшаны: әллә төп герой минең аҙашым булғанғамы? Һуғыш ваҡытында балаларҙың ауыр тормошон тыңлап, ныыыҡ йәлләнем! Бигерәк тә, Йәмилдең әсәһе Оксананы иҫән-һау алып ҡайтып еткерһә, ярар ине, тип борсолдом. Йәмил менән Оксананың йылы мөнәсәбәтенә һоҡландым да, сер итеп кенә әйтәм: әҙерәк көнләштем дә. Беҙ ҙә, мыртыйымдың ҡарышҡан сағын иҫәпкә алмағанда, ныҡ дуҫбыҙ. Мин дә уны яратам да, яҡлайым да. Ҡояшым тип яратам, сөнки ул һап-һары һәм тумалаҡ, гел йылмая.
...Бына яратҡан яҙыусымдың һәйкәле! Үәт, һәйкәл, исмаһам! Иң беренсе, ҡараштарын йыраҡҡа төбәп, үҙе ҡаршы алды бөйөк яҙыусы! Имәндәй ныҡ ваҡыты!
– Таныным, таныным, был һарыҡ бәрәсе тотҡан Кендек үҙе! – тип ҡысҡырып ебәрҙем түҙмәй.
– Ә быныһы кем? – тип һораны әсәйем.
– Оло инәй, Оло инәй! – тинем ҡыуанып, Оло инәйҙе танығанға.
Оло инәйһеҙ һәйкәлде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Сөнки яратҡан яҙыусым бала сағында унан, бер аҙым да ҡалмай, тормоштоң бөтә серҙәрен өйрәнеп йөрөгән. Кендек, шундай инәһе булғанға ла күпкә бәхетле тип, һанаған үҙен. Оло инәһе – Оло юлға алып сығыусыһы!
Читайте нас: