- Мин һине әсәйеңә алып барам! Һин шунда йәшәп тор! - тине ҡоро ғына эштән арып ҡайтҡан Дауыт. Аҙмы-күпме бергә йәшәүҙәре осоронда Айгөл был һүҙҙе күп ишетте. Тәүге йылдарҙа ҡәйнәһенә һыя алмай ҡайтты, ә һуңынан ғәйбәт арҡаһында тормош иптәше алып барып ташланы.
Ә хәҙер һуң? Нимә булды икән? Дауыты үҙе бит яратам тип кире алып ҡайтты. Ҡәйнәһе менән дә уртаҡ тел табырға өйрәнде Айгөл. Дауытының был һүҙенән быуынһыҙ бала шикелле иҙәнгә сүгәләне. Күҙҙәренә ҡанлы йәштәр тулып томаланып башы әйләнде. Шул көйө иҙәндә күпме ултырғандыр, башынан төрлө уйҙар йүгереп үтте. “Нимә булды һуң? Беҙҙең бит талашҡаныбыҙ ҙа юҡ! Яратмай, тиер инең, үҙе гел дә ҡосаҡлап, ҡолағына “яратам” тип ҡабатлай...”
Юҡ, ғәйепһеҙ бер нәмә лә булмай. Айгөл быға үҙе ғәйепле. Үҙе генә! Кешеләрҙең йөрәге, кисерештәре менән бик күп уйнаны ул элек. Ә ниңә уйнамаҫҡа ти? Ваҡытында уның менән дә етәрлек уйнанылар бит! Әсәләренең күҙҙәре операциянан һуң бик иртә күрмәй ҡалғас, үҙҙәрен үҙҙәре яҡлап өйрәнгән биш ҡыҙ күпте күрҙе шул. Ата наҙынан да бик иртә мәхрүм ҡалдылар. Ләкин, ни тиклем генә ауыр булмаһын – бирешмәнеләр, тырыш булдылар. Өлкән өсәүһе бер-бер артлы кейәүгә сығып бөткәс, ете йәшлек Айгөл ун бер йәшлек апаһы Гөлнәзирә генә әсәләрен ҡарап ҡалды. Әсәләре үҙе йөрөй алмағас, ҡыҙҙар алмашлап етәкләп алып йөрөнө.
Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнө һаман да хәтерендә Айгөлдөң. Кешеләр ығы-зығы килеп байрамға әҙерләнә, гөлләмә, шарҙар тотоп мәктәпкә ашыға. Шат йылмайышып, әсәләре менән етәкләшеп үткән балалар күҙгә салына. Ә Айгөлдө Гөлнәзирә апаһы үҙенең бәләкәй сағындағы мәктәп формаһын кейҙереп, алғы сәсен ҡыйыш-мыйыш ҡырҡып, беренсе класҡа алып бара. Бөтәһе лә уға ҡырын-мырын ҡарап, үҙ-ара шыбырлашып алды. Әммә Гөлнәзирә менән Айгөл һыр бирмәне, тырышып уҡыны, дәрестән тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Ике – өс йыл үткәс, юғарынан тикшереү килеп, балаларҙы балалар йортона бирҙереү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, әсәләре ҡыҙҙары менән ситтә йәшәгән туғандарына күсеп килә. Ҡыҙҙар яңы урынға тиҙ өйрәнә матур уҡыйҙар, дуҫтар табып, мәсеткә бергә йөрөйҙәр. Тик, атайһыҙ, ағайһыҙ үҫкәнгә микәндер инде – егеттәрҙең “яратам, һөйәм” тигәненә тиҙ генә ышаныусан булалар. Гөлнәзирә уҡып бөтөп ҡулына аттестат алғас, юғары уҡыу йортона инәм тип йөрөгән ерҙән үҙен меҫкен күрһәтеп артынан баҫтырған егеткә кейәүгә сығып сығып та китә. Айгөл дә иртә кейәүгә сығып, ул таба. Һәр кем маңлайына яҙылғанды күрә инде тигән кеүек бәхеткәйе генә булмай. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып йөрөгән өлгөр ҡыҙға уҡытыусылары ла: “Уға сыҡма!” - тип кире ҡаға, туғандары ла риза булмай. Айгөлмө инде кеше һүҙенә ҡолаҡ һалыр кеше? Егетте лә тәүҙә бүләктәр биреп, татлы һүҙҙәре менән арбай ҡыҙ күңелен. Йәшәй башлағас Рәмиле тиҙ үҙгәрҙе. Йыш эсеп ҡайта, ҡул күтәреүҙән дә тартынмай. Хатта өҫтөнән йөрөй, ә үҙе Айгөлдө ҡыҙғанып туғандарына ла ебәрмәй ыҙалата. Оятһыҙлығы хаттин аша – кем менән нисек йөрөгәнен ҡайтып һөйләп, Айгөлдө мыҫҡыл итә. Йәш ҡатын улдары хаҡына барыһына ла түҙә. “Мин бит атайһыҙ үҫтем. Баланың үҙ атаһы булыу – ҙур бәхет бит ул”, - тип уйлай. Ә рәмиле уның һайын шаша ғына. Тик бер көндө булған ваҡиға барыһын да хәл итә: эсеп ҡайтҡан Рәмил, бала бар тип тә ҡарап тормай, Айгөлдө өй алдындағы ташҡа йыға һуға. Ул күпме аңһыҙ ятҡанын да хәтерләмәй. Иҫенә килгәс, 19 ғына йәшлек Айгөл илап тышҡа сығып йүгерә. Өҫ кейеме ҡан, илап китеп барған ҡыҙҙы күреп, ҡаршыға килгән апай полиция саҡырта. Полиция килеп, рәмилде бикләгәс, Айгөл, уны йәлләп, балаһын күтәреп участок алдында: “Сығарығыҙ уны! Һәр кем дә яңылыша бит!” - тип ике көн буйы ҡайтмай йөрөнө. Шулайтып ул тәүге ире менән айырылышып ҡуйҙы.
Ни тиклем ыҙалыҡ күрһәтһә лә, Айгөл Рәмилде оҙаҡ онота алманы. Ул да эсеп алһа, тәҙрә шаҡып, өй янынан китмәй аптыратты. Тик Айгөлдөң ғаиләһе уны кире ҡабул итергә теләмәне.
Бик оҙаҡ кейәүгә сыҡманы Айгөл, әсәһе менән улын ихлас тәрбиәләне. Тик Себерҙән ҡайтҡан бер егет менән танышыу уның тыныслығыҙ өҙҙө. “Әгәр улыңды ҡалдырып минең менән китһәң, бәхетле итәм!” - тигән һүҙҙәре генә аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Айгөл бер аҙ аптырап та ҡалды. Йәшлек дыуамаллығы менән: “Ысынлап та, нимәгә ул миңә бала? Үҙ атаһы ла тиҙ онотто. Мин дә уны барыбер бәхетле итә алмайым”, - тигән тойғо шауҡымында улын үҙенән һыуындырырға ла маташты. Иҫәр Айгөл, иҫәр!
Айгөл улын әсәһендә ҡалдырып, теге егеткә әүрәне лә ҡуйҙы. Шулай ҙа улын килеп тәрбиәләп, йыуындырып китеп йөрөнөю. Үҙен ғәйепле һанап күп итеп ҡиммәтле уйынсыҡтар, тәм-том ҡалдырып йөрөнө. Ә бит әсә наҙын, әсә йөрәген бер ниндәй ҙә уйынсыҡ та, татлы ризыҡ ла алмаштыра алмай шул!.. Бер көндө уйынсыҡ, кейем ҡалдырып йүгереп сығып барғанында улының кескәй бармаҡтары менән уйынсыҡ гитараның ҡылдарын сиртеп Рәмил Туйсиндың: “Ҡайт инде, ҡайт инде, һағындым мин һине!” - тигән йырын ишетеп шып туҡтаны. Улын күкрәгенә ҡыҫып: “Нимә эшләйем ул мин?” - тип илап ебәрҙе. Теге егеткә Себергә бармауын белдерҙе. Уныһы ла эсеп алып: “Ошо бала һәм әсәйең беҙҙе айырҙы!” - тип йыш ҡына килеп бимазалап йөрөнө һәм ахырҙа үҙе Себер сығып китте. Бына шулай Айгөл “мөхәббәт”, “яратам” тигән һүҙҙәргә ышанмаҫҡа өйрәнде, йөрәге лә һыуынды. “Иң мөһиме – улым, әсәйем”, - тигән уйҙар менән генә йәшәй.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Айгөл уйламағанда аҡыллы, матур мосолман егет менән танышты. 3 – 4 көн телефондан аралашып йөрөгәндән һуң, матур никах үткәреп Дауыт менән өйләнешәләр. Айгөлдөң иң ҡыуанғаны шул – мосолман, тимәк, улыма яҡшы атай буласаҡ һәм улар айырылышмаясаҡ. Айгөлдөң иң ҡурҡҡаны – айырылыу. Ләкин...
Дауыт менән улар бер-береһенә тиҙ өйрәнеп яратыша. Айгөл дә уға эйәреп ныҡлы дингә баҫа, намаҙҙарын, мәсетте ҡалдырмайҙар. Ләкин айырылыу мәле тиҙ етә – күп тапҡыр айырылып, күп тапҡыр ҡауыша улар. Айгөлдөң сабыр ҡылы өҙөлөрҙәй була, йөрәге һыуынып, кешегә бөтөнләй ышанысын юғалта. Үҙе нимә ул? Ул түҙә. Ҡатын-ҡыҙ хас та был донъяға түҙер өсөн генә яратылған. Ләкин улы йәл. Ул бит Дауытты атаһылай күрә, ҡуйынында ятып йоҡлай. Уларҙың өйөнән 1-се класҡа бара.
... Ир заттары! Әгәр ҙә балалы ҡатын-ҡыҙҙы алаһығыҙ икән, ҡырҡ тапҡыр уйлағыҙ! Һеҙ уға ысын атай була алаһығыҙмы? Уйнап туйғас ташламаҫһығыҙмы? Донъяла төрлө хәлдәр була. Айгөл бер кемде лә ғәйепләргә ашыҡмай. Ғәйеп һәр кемдә лә була. Ләкин гонаһһыҙ балаларҙы, бесәй балаһы кеүек, үҙегеҙгә өйрәтеп, кире ташламаһағыҙ ине!
... Айгөл улы менән кире әсәһе янына ҡайтҡас, оҙаҡ үҙенә урын таба алмай ҡаңғырҙы. Улының: “Әсәй, нимә булды? Беҙ ҡасан өйөбөҙгә ҡайтабыҙ?” - тигән һорауы йәнен өҙгөләй. Былай ҙа ярылырға торған йөрәк үкһеп илай. Ләкин Айгөлдән генә тормай шул. Бер кем дә күрмәгәндә ҡысҡырып илап иҙәнгә ҡолар булып китә ул. Дауаханаға күренгәс, табиптар стресс тигән диагноз ҡуйып, төрлө дарыуҙар яҙҙы. Әммә яраланған йөрәккә дауа бар микән? Гел алып ҡайтып бер аҙ йәшәгәс “талаҡ” тип әсәһенә алып барып ташлаған кеше менән нисек артабан йәшәмәк кәрәк? Оноторға икән – оноторға! Улының да киләсәген уйларға кәрәк бит әле. Һаман да онота алмағас, Айгөл яҡындарының тәҡдиме менән тағы бер аҙым яһай – Айгөлдө электән оҡшатып йөрөгән мосолман егетенә кейәүгә сыға. Ул Дауыттың дуҫы була. Айгөл Дауыт менән йәшәгән саҡта уның күҙе күрмәгән әсәһен килеп ҡарап йөрөй. Шулай итеп Мансур менән йәшәй башлай. Дауытты онотор өсөн. Мансур Айгөлдөң хәлен аңлай ине: “Мин һине ҡабаландырмайым, яйлап өйрәнерһең әле!” - ти. Тик әйттереүҙән һуң Айгөл, оҙаҡ ҡына Дауытын онота алмай, Мансурға ылыға алманы. Тик Мансур Айгөлдөң әсәһен дә, улын да үҙенекеләй күреп ҡабул итте. Айгөлдө лә ярата, һәр ваҡыт ыңғайына ғына булды. Тик ҡәҙерен генә һуңлап белде шул Айгөл...
Айгөл, ауырға ҡалғас, Мансур менән ҡала дауаханаһына юлланды. Барып еткәс, Мансур уға: “Мә һиңә машинаның асҡысы. Мин оҙаҡлаһам, үҙең генә ҡайт, йәме!” - тип битенән үбеп йүгереп төшөп китеүенән Айгөлдөң күҙ алды ҡараңғыланды. Бер ни ҙә аңламай ҡалды. Шылтыратып ҡараһа - ире бәйләнештә түгел. Шул саҡта ғына Айгөл уны яратыуын, тик хәҙер инде юғалтыуын аңлап йөрәге сәнсеп ала. “Йә, Хоҙайым, яныма ебәр инде!” - тип теләй. Тик һуңлап теләй шул...
Машинаға иптәш ҡыҙын ултыртып, ҡайтыу яғына юлланалар. Юл буйына әхирәте ниҙер һөйләй, шаяра. Ә Айгөлдөң ҡолаҡтары тонған, йөрәге һыҙлай... Ауылға етеп килгәндә телефоны шылтырай. Ниндәйҙер ят тауыштың: “Шәйхетдинов Мансур һеҙҙең иптәшегеҙме? Ул 4 йылға хөкөм ителде!” - тигән һүҙҙәренән Айгөл бөтөнләй телһеҙ ҡала. “Нишләп 4 йыл? Нимә өсөн? Ул бит эсмәй ҙә, тартмай ҙа! Киреһенсә, 5 намаҙын ҡалдырмай, мәсеткә йөрөй, эшләй. Әллә был шаяртыумы?” Артыҡ ныҡ ҡыуалауҙан ауылға етер-етмәҫтән машинаһының двигателе яна. Ул ауылдан машина саҡыртып ҡайтып етә лә, кеше күҙенән ҡасып гаражға инеп бикләнә һәм шунда ғына күҙ йәштәренә ирек бирә. Үкенеү, һуңлап килгән һөйөү тойғоһо, яҙмышына үпкә - барыһы ла бер юлы йөрәгенән тышҡа атылып сыға һәм йылға булып аға. Һаулығына зарар килеп, 4 айлыҡ бәпесен юғалта.
Икенсе көн йоҡламай таң аттырғандан һуң ул: “Миңә бирешергә ярамай! Илау менән Мансурыма ярҙам итә алмам”, - тигән ҡарарға килә һәм уның ғәйепһеҙ булыуын дәлилләгән ҡағыҙҙар туплап йыл буйынса суд тупһаһын тапай, Юғары судҡа бирә. Шулайтып ултырған йылын кәметеүгә өлгәшә, шөкөр.
... Алтын көҙ ҙә етте. Тиҙҙән һөйгәне лә ҡайтыр, Аллаһ яҙһа! Тик был хәлдән Айгөл үҙе өсөн тейешле һығымтаны яһай алдымы? Алды шикелле: кешене яратырға кәрәк, әммә самаһын белеп. Ышанырға кәрәк, тик тәүҙә һынап ҡарау зарур. Кешенән генә ярҙам көтөп ултырмай, үҙеңә лә йүгерергә. Иң мөһиме – йәшәргә! Үткән менән түгел, ә хәҙерге һәм киләсәк менән йәшәргә! Кешене ҡиәфәтенә ҡарап түгел, ә эшләгән яҡшылығына ҡарап баһаларға кәрәк. Һәм шуны ла аңланы Айгөл: ҡайһы бер кешегә яҡшылыҡ эшләһәң, ул тиҙ онота, ә саҡ ҡына яңылыштыңмы – бер кем дә онотмай. Ләкин беҙҙең тормош ул – беҙҙеке.