Тиҙҙән, 25 апрелдә, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелә. Диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм телде үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелә торған ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле, быйыл диктант тулыһынса онлайн форматта ойошторола. Башлана – урындағы ваҡыт буйынса 11.00 сәғәттә.