Уңыштары эргәһендә уңышһыҙлыҡтары, еңеүҙәре янында еңелеүҙәре, шатлыҡ-ҡыуаныстары ла, үкенесле мәлдәре лә булған тағы бер уҡыу йылы артта ҡалды. Быйылғы йыл бик үҙенсәлекле булды. Уның үҙенсәлеге хаҡында һөйләп тороу кәрәкмәйҙер, илдә, ғөмүмән, тормошобоҙҙа барған етди үҙгәрештәр беҙҙең мәктәптәрҙе лә урап үтмәне. Аҙаҡҡы сиректе онлайн уҡыу менән тамамлаһаҡ та, беҙгә – башҡорт теле уҡытыусыларына байтаҡ уңышлы сирек булды, тиер инем мин. Әлбиттә, онлайн уҡыу-уҡытыу процесы һәр икебеҙ өсөн дә яңылыҡ ине. Әммә уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа юғалып ҡалманы. Бергәләп, атай-әсәйҙәр ярҙамы менән бөтә ауырлыҡтарҙы йырып, кәртәләрҙе емереп тигәндәй, уҡыу йылын тамамланыҡ.
Дәрес үткәреү өсөн интернетта башҡорт теленән әҙер материалдар табыу мөмкин түгел. Һәр дәрес планын ентекле уйлап төҙөргә, презентациялар әҙерләп, теманы аңлатырға һәм төрлө-төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла өлгөрҙөк.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы үткәрелгән шиғыр ятлаусылар район һәм республика конкурстарында үҙебеҙ ҙә, уҡыусыларыбыҙ ҙа бик теләп ҡатнаштыҡ. Унан тыш видео дәрестәр конкурсында булһынмы (Исмәғилева Г.И., гимназия), Халыҡ-ара диктантты ойоштороуҙа һәм яҙыуҙа булһынмы, ошо диктанттарҙы тикшереүсе эксперттар булһынмы (Аҡбутина З.Х., Ибрай мәктәбе, Ҡотошева Л.И., Яңыбай мәктәбе) – һәр ерҙә, һәр эштә алдынғылыҡты бирмәнек.
Тағы ла бер матур һөҙөмтә тураһында тиҙерәк хәбәр иткем килә. Ул – Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәне буйынса үткән республика олимпиадаһы. Уҡыусылар араһында йыл һайын үткәрелеп килгән был олимпиада быйыл яңы форматта үтте. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Башҡортостан халҡының Еңеүҙе яҡынайтыуҙағы өлөшө” темаһына проект эштәре әҙерләп ебәрергә кәрәк ине. Бында ла беҙҙең район уҡытыусылары уҡыусыларын ныҡлы әҙерләп, күп кенә эштәр ебәрҙеләр. Проект эше, әлбиттә, бик ҡатмарлы. Төҙөлөшө, йөкмәткеһе, теманы асыу буйынса бик ҡаты талаптар ҡуйылған ине. Оло ғалимдарҙан торған абруйлы жюри 286 проект араһында беҙҙең уҡыусыларҙың да эштәрен күргән һәм юғары баһалаған. Шулай итеп, Байыш мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Йәркәева Илүзә (фотола - һулда) – еңеүсе һәм Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Йылҡыбаева Әлфинур (фотола - уңда) призер булдылар. Уҡытыусылары – Йәркәев Миңлебай Әүхәҙи улы һәм Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы. Тағы ла ике уҡыусы – Ибрай мәктәбенән Иҙрисова Вәсилә һәм Яңыбай мәктәбенән Күҙәшева Азалия юғары һөҙөмтә күрһәтеп, айырым баһаландылар. Уҡытыусылары – Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы һәм Ҡотошева Лилиә Илдус ҡыҙы. Район данын республика кимәлендә яҡлап, юғары һөҙөмтәләр күрһәткән һәм был олимпиадала ҡатнашырға йөрьәт иткән барлыҡ уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҙур баһаға лайыҡ, тип уйлайым.
Форсаттан файҙаланып, уҡыусыларым Йылҡыбаевалар Әлфинур менән Айзидәне быйылғы уҡыу йылында республика олимпиадаларында призер булып, ҙур еңеүҙәргә ирешеүҙәре менән тағы ла ҡотлап рәхмәт әйтәм. Тырыш ҡыҙҙар 9-сы класты тик яҡшы билдәләргә тамамланылар. Барасаҡ юлдары асыҡ, уңышлы булһын.
Бына шундай уңыштар менән юғары нөктәлә тамамлайбыҙ уҡыу йылын. Тик был нөктә күп нөктә булһын ине... Киләһе уҡыу йылдарында ла уңышлы эшләргә, туған телебеҙ һағында арымай-талмай хеҙмәт итергә яҙһын. Бар ауырлыҡтар артта ҡалһын, 1 сентябрҙә беҙҙе мәктәптәребеҙ ҡоласын йәйеп ҡаршы алһын, уҡыусыларыбыҙҙың ҡулдарын ҡыҫып ҡотлау һүҙҙәре әйтерлек булһын, тип теләйем.
Г.Исмәғилева, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.