Бөтә яңылыҡтар

Ғәмле ил ҡыҙы – әсә, уҡытыусы, журналист

“Журналист һөнәренә күңелем менән һаман да тартылам. Урын, эш булһа, бөгөн үк ризамын редакцияға күсергә. Әммә мөмкинлек юҡ. Туймазылағы башҡорт гәзитендә эшләйем дә ул, тик ул айына бер тапҡыр ғына сыға. Шулай ҙа гәзит сығыр көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алам)) Сөнки журналистиканы шууууул тиклем яратам, яҙышырға яратам. Ғүмерлек һөнәремә әүерелгән уҡытыусылыҡ эше менән бергә, параллель алып барырға тырышам. Яҙмаһам, нимәлер етмәгән төҫлө... “– ти Самаҙы ауылы ҡыҙы, бөгөнгө көндә Туймазы ҡала мәктәбендә балаларға белем биреүсе Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Бикбулатова. Ул – юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, бөгөн редакцияла ҡунаҡта.

“Журналист һөнәренә күңелем менән һаман да тартылам. Урын, эш булһа, бөгөн үк ризамын редакцияға күсергә. Әммә мөмкинлек юҡ. Туймазылағы башҡорт гәзитендә эшләйем дә ул, тик ул айына бер тапҡыр ғына сыға. Шулай ҙа гәзит сығыр көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алам)) Сөнки журналистиканы шууууул тиклем яратам, яҙышырға яратам. Ғүмерлек һөнәремә әүерелгән уҡытыусылыҡ эше менән бергә, параллель алып барырға тырышам. Яҙмаһам, нимәлер етмәгән төҫлө... “– ти Самаҙы ауылы ҡыҙы, бөгөнгө көндә Туймазы ҡала мәктәбендә балаларға белем биреүсе Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Бикбулатова. Ул – юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, бөгөн редакцияла ҡунаҡта.
– Хәйерле көн, Гөлмирә! 1987 йылда беҙҙе район гәзите (ул саҡта – “Октябрь байрағы”) осраштырғайны. Яңы ғына 10 класты бөткән, ваҡ ҡына бөҙрә сәсле ҡыҙыҡай инең. Мәғәфүр Исмәғилев, Марат Ғайсин. Нәжметдин Хәсәнов ағайҙар (йәндәре йәннәттә булһын) һине “Гөлмирә – маңлай сәсе бөҙөрә” тип ирештерә торғайны. Шунан бирле юлдарыбыҙ айырылманы тиерлек, аралашып торабыҙ. “Районка” менән дә бәйләнеште өҙмәнең, әленән-әле шиғырҙарыңды, мәҡәләләреңде ебәреп тораһың. Һәр эшкә ихлас тотонаһың, яуаплы кешеһең, тип беләм. Шулай ҙа үҙеңде бер-ике һүҙ менән нисек ҡылыҡһырлар инең?
– Сабырһыҙ, ҡыйыу, тынғыһыҙ, ғәҙел, тоғро һәм ярҙамсыл, туған йәнле )))
  • Яҙышыуға маһирлығың бар. Тик ни өсөн нәҡ уҡытыусы һөнәрен һайланың?
  • Мәҙәниәтте лә үҙ итәмсе. Уҡытыусы булмаһам, әртист булыр инем. Атайым ғына ебәрмәне әртислеккә уҡырға)) Ойоштороу, һөйләү һәләтем барлығы бөгөнгө эшемә ярҙам итә. Уҡытыусы булыу үҙе үк әртислек тип уйлайым, сөнки балалар алдында сығыш яһау өсөн дә ҙур ҡыйыулыҡ кәрәк!
  • – Нимә сәбәпсе, этәргес булды?
    Уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлауыма остазым, уҡытыусым Яхъя Сәлим улы Юлдашбаевтың йоғонтоһо ҙур. Ул минең яҙышыу һәләтемде күреп, үҫтереп, бәләкәй генә саҡтан йүнәлеш биргәндер тимен. Уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Атай-әсәйемдән һөйләй, көйләй белеү һәләте бирелһә (атайым да шиғырҙар яҙған йәш сағында. Уҡыу теймәне, балам, миңә тиер ине мәрхүм), уҡытыусым шул һәләтте дөрөҫ юҫыҡта үҫтерә белде. Әйткәндәй, әсәйем дә уҡытыусы булырға теләгән, математика уҡытыусыһы (яман шәп һанай), тик һуғыш, ауыр заман, атаһы хәбәрһеҙ юғалған, шулай итеп, уҡый алмаған. Әммә яңы сыҡҡан китаптарҙы һатып ала ине, гәзит-журналдарҙы күп алдыра торғайны. Әле лә яҙылмайынса ҡалмай.
    БДУ-ла ике йүнәлеш буйынса белгес булып сыҡҡас, уҡытыусылыҡҡа (ул ваҡытта бик эш юҡ ине) теләп барҙым. Былай мәктәптә уҡығанда Юлдашбаевтар ғаиләһенә ҡарап һоҡлана инем – матурҙар, тыйнаҡтар, уларҙы барыһы ла хөрмәт итә, кәңәш һорай.
    – Эшеңдең ыңғай һәм кире яҡтары?
    – Уҡытыусылыҡ эшен ыңғай һәм кире яҡтарға бүлеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ кеүек. Сөнки бала күңелен аҡ ҡағыҙ менән тиңләйем. Унда белем орлоҡтарын сәсеп, шыттырып, артабан үҫеүенә булышлыҡ итәбеҙ икән, тимәк беҙ һөнәребеҙҙе дөрөҫ һайлағанбыҙ. Әйтәләр бит, бер 3 йыл түҙһә уҡытыусы мәктәптә, артабан ҡала ул эшләргә тип. Был ысынлап та шулай. Бөгөн йәштәргә ҡараһаң, күптәр түҙмәй. Ә 3 йыллап эшләгән кеше барыбер китмәй, ҡала, өйрәнә, балалар менән бергә ҡайнай. Кире яҡтарына күҙ һалһаң, шуны әйтергә була – уҡытыусының статусы төшөп китте, шул күңелде ҡыра. Уҡытыусыны уҡытыусы тип күрмәй хәҙер ҡайһы бер ата-әсәләр. Балалары алдында уҡытыусыны һөйләйҙәр, мәктәпте яманлайҙар. Шунан балалар мәктәптә үҙҙәрен иркен тота, дәрестә ҡамасаулай, ошонан башлана ла инде яман күренештәр. Эш хаҡының түбән булыуын әйтеп тә тормайым. Эшләгән эшебеҙгә ҡараһаң, ул түләүҙәр диңгеҙҙәге бер тамсы һымаҡ ҡына күренә! Ә дәфтәр тикшереүҙәргә, көн һайын план яҙыуға күнегеп китәһең икән ул)) Уны яҙмай торһаң, мәҫәлән, каникул көндәрендә, нимәлер етмәгән кеүек.
    – Иң ҙур ҡаҙаныш һәм еңелеү?
    – Иң ҙур ҡаҙанышым – әгәр ҡасандыр уҡытып сығарған уҡыусыларым юлда танып, сәләмләп, рәхмәт әйтә һәм балаларын һиңә уҡытырға алып килә икән – ошонан да ҙур бәхет юҡ!
    Тормош булғас төрлө мәлдәр була – еңелеүҙәр ҙә, еңеүҙәр ҙә! Еңелһәм – ҡайғырмайым, тағын да сәмләнеберәк тотонам. Атайым мәрхүмдең әйткән һүҙҙәре һәр саҡ юлымда, тормошомда маяҡ, терәү булып килә: “Ҡыҙым, кемдеке – шуныҡы, “махы” бирмә!” Бөгөн әсәйем уның һүҙҙәрен ҡабатлап, һәр беребеҙҙе ҡурсалап, ҡеүәтләп йәшәй. Уларҙың ошо һүҙҙәре – тормош девизым тиһәм дә, яңылышмам!
    – Өс төп ҡаҙанышыңды һанап кит әле.
    – Ғаиләм-балаларым, шиғырҙар йыйынтығымды сығарыуым һәм уҡытыусылыҡ эшемдәге уңыштарым.
    – Уңышытарыңдың сере нимәлә?
    – Бер урында ғына тик тора белмәүҙәлер, әүҙемлектә. Һәр саҡ эҙләнәм, уҡыйым, өйрәнәм! Телем, халҡым, илем өсөн янам! “Кем, әгәр мин булмаһам” тием дә, тиҙ арала ваҡыт табып яҙам да һалам, йә иһә ғаиләм менән бергә йәһәт кенә эшләп тә ҡуябыҙ. Уңышымдың сере – тылымдың, ғаиләмдең ныҡлығында ла. Әгәр иптәшем, балаларым миңә ярҙам итмәһә, мине аңламаһа, бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшеп булмаҫ ине. Рәхмәт уларға!
    Илһам ташлап киткән, ҡулға эш бармаған саҡтар буламы?
    – Була, әгәр ҙә индәйҙер бер ғәҙелһеҙлеккә шаһит булһаң, йә иһә күңел кителерлек бер һүҙ ишетһәң, илһам китә лә бара...
    – Һөнәреңде үҙгәртеү уйы башыңа килгәне булдымы?
    – Һөнәр үҙгәртеү уйы юҡ, килмәне. Уҡытыусы булып эшләһәм дә, бер нисә һөнәрҙе бер юлы алып барам шикелле. Яҙышам, тимәк, хәбәрсемен (РФ, БР Журналистар берлеге ағзаһымын), улым “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булды. Уҡыусыларым да әүҙем генә яҙыша, республика, район-ара гәзиттәрҙә мәҡәләләре баҫылып тора. Балалар, уҡыусыларым менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ – тимәк, режиссермын. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашам, “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзаһымын – тимәк, ойштороу һәләтем дә бар. Туйҙар, юбилейҙар алып барам – тимәк, мәҙәниәттә лә эшләйем кеүек!
    Пландар?
    – Пландар – сикһеҙ, күп! Уларҙы яйлап, киләсәктә һаулыҡ булып, донъялар имен-аман тороп тормошҡа ашырырға яҙһын!
    • Тәүге эш көнөң ҡайҙа нисек үтте?
    • Тәүге эш көнөм, бөгөнгөләй хәтеремдә, 1987 йыл, июль уртаһы. Иҫәнғол ауылы, “Октябрь байрағы” гәзите редакцияһы, машинисткалар бүлмәһе. 10-сы класты тамамлап, ҡулыма аттестат алғайным ғына, гәзит редакторы Мәғәфүр Ғиниәт улы Исмәғилев ағай (йәне йәннәттә булһын!) саҡыртып, эшкә алырға теләүен белдерҙе. Бер йыл эшләп, уҡырға барырһың, беҙгә хәбәрселәр, йәштәр кәрәк, тигәс, шатланып риза булдым. Һәм бөгөн дә уға рәхмәтемде әйтеп бөтә алмайым. Журналист һөнәрен, гәзит буяуы еҫе аңҡып торған редакция бинаһын, мине, йәш кенә ҡыҙ баланы ҡурсып, үҙ ҡосағына алған коллективты әле лә, һәр береһен иҫләйем, һағынам! Оло тормошҡа фатиханы, ысын мәғәнәһендә, сынығыуҙы ошонда, редакцияла, алдым. Үкенмәйем, һағынам, юҡһынам! Тыуған яғыма юл төшкән һайын, редакцияға инмәй китмәйем!
    • Ҡаҙаныштар, һөҙөмтәле осор.
    • – Ҡаҙаныштарыма килгәндә, ысын уҡытыусымын, БР-ның Мәғариф алдынғыһы, Республика Башлығының “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе, шиғырҙар йыйынтығым, дәреслек авторҙары исемлегенә инеүем. “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестиваленең беренсе лауреатымын.
      • Тормошоң фәлсәфәһе, девизы.
      • – Бирешә торған ерҙә бирешмәһәң, еңелә торған ерҙә еңерһең!
        • Ниндәй хис-тойғоларҙы яңынан кисерергә теләр инең?
        • – .... тыуған еремдә, атайым менән Ҡаратау һыртында ҡолас ташлап, рәттән баҫып бесән сапҡан мәлде....
          • Ҡулдан ысҡындырылған мөмкинлек.
          • – Шөкөр, барыһы ла үҙ яйы менән бара!
            • Яратҡан афоризм.
            • – “Кемдеке – шуныҡы”!
              • Тормошоңда кем нығыраҡ йоғонто яһаны?
              • – Атай-әсәйем!
                • Көтөп алған миҙгел.
                • – Йәй! Сөнки, ниһайәт, отпуск алып, тыуған яғыма, әсәйем янына, атай йортона иркенләп ҡайтырға форсат сыға!!!
                  • Иң иҫтәлекле бүләк.
                  • – Ошо донъяға тыуыуым бүләктер ул, моғайын! Атай-әсәйемдән оло бүләк! Һәм дауамымыбыҙ – улдарым, балаларым!
                    • Яратҡан музыка.
                    • – Башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ итәм, “Балтырған”(Х.Фәрхи башҡара) йырын яратып тыңлайым!
                      – Аш.
                      – ҡоротло, һалмалы һурпа!
                      • Фильм.
                      • – “Москва слезам не верит”, һуңғы арала, әлбиттә, үҙебеҙҙең башҡортса фильмдарға ғашиҡмын!
                        • Әҙәби жанр, әҫәр, яҙыусы.
                        • – З. Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһы. Р.Ғарипов, М.Кәрим, Х.Назар, М.Бураҡаеваның ижадын үҙ итәм. Бөгөнгө заман әҙиптәренән инде А.Ғарифуллина, С.Әбүзәр, В.Исхаҡов, М.Ҡунафин, А.Баймөхәмәтов, Г.Яҡупова, Л.Яҡшыбаева, Т.Ғариповаларҙың әҫәрҙәрен көтөп алам.
                          – Шөғөл.
                          – Ваҡыт табып китап уҡырға яратам (тик ваҡыт бөтөнләй юҡ), бүлмә гөлдәрен үҫтерәм, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡал, биҙәнеү әйберҙәрен эшләү менән мәшғүлмен. Баҡсабыҙҙа йәшелсә-емеш үҫтерергә яратам.
                          – Яратҡан философ?
                          - Конфуций.
                          – Нимә етмәй?
                          – Ваҡыт.
                          • Көндәлек тормошта нимә һөйөндөрә, көйөндөрә?
                          • – Һөйөндөрә: шөкөр, ғаиләм, балаларым, иптәшем янымда, әсәйем, туғандарым имен-һау! Көйөндөрә: әлеге мәлдә коронавирус хәлде ала. Ер шарында барған афәт хәүефкә һала. Телебеҙ, илебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы ла, һис шикһеҙ,борсой.
                            • Ғүмер мәғәнәһе нимәлә?
                            • – Йәшәү – бәхет, әгәр, эшләгән эшең емеш бирһә, ҡорған ғаиләң тулы булһа.
                              • Кем ул иң бәхетле кеше?
                              • – Әсә булыу иң ҙур бәхет!
                                • Яратҡан урын?
                                • – Тыуған яғым, атай йортом – иң яратҡан урыным. Көн һайын уйымдан ғына ҡайтмай ҡалғаным юҡ!
                                  • Әле ниндәй шатлыҡтар кисерәһең?
                                  • – Әле, һалҡын ҡыш үтеп, йәшел үләнгә имен-аман аяҡ баҫыуыбыҙға шатланып бөтә алмайым!
                                    • Хоҙайға ышанаһыңмы?
                                    • Эйе, әлбиттә!
                                    • Кешегә йыш ҡына ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә, ниҙер хәл итергә тура килә. Ҡыйынлыҡ менән булһа ла. Ниндәй ҡарарға килеүе айырыуса ҡыйын булды?
                                    • – 25 йыл элек, тыуған ауылымды ҡалдырып, ситкә эшкә сығып китеүе ныҡ ауыр, ҡыйын булды.
                                      • Ниндәй маҡсаттар, хыялдар менән йәшәйһең?
                                      • – Киләсәктә бәхетле ҡәрсәй һәм ҡартай булып, балаларым, ғаиләм, туғандарым, дуҫтарым менән бергә-бергә йәшәргә, эшләргә, алла бирһа!
                                        • Мөмкинлек, форсат булһа, пенсияға сыҡҡас, ҡайһы сит илдә йәшәр инең?
                                        • Сит илдә олтан булғансы, үҙ ереңдә солтан бул тиҙәрме әле? Мин тыуған Башҡортостанымдан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым!
                                        • Йыйнаҡ, йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт, Гөлмирә Йәмил ҡыҙы!
                                        • Читайте нас: