"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

"ТАҢДАРЫ"быҙ нурлы булһын!

14 июндә һөнәри байрамын билдәләүсе редакция хеҙмәткәрҙәре «Таңдары»быҙҙы нурландырып торһа, штаттан тыш авторҙарыбыҙ уны йәйғор төҫтәренә мансып, балҡытып ебәрә. Ул һеҙҙең дә, ғөмүмән, барлыҡ гәзит уҡыусыларыбыҙҙың да байрамы тимәксебеҙ. Байрам менән, дуҫтар!

Юғары технологиялар, интернет заманында район гәзитенең күп өйҙәрҙә һаман да көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡ булыуы, ташҡа баҫылған һүҙҙең үҙ көсөн юғалтмауы һөйөндөрә, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ та өҫтәй.
«Ейәнсура таңдары» – районыбыҙ йылъяҙмаһы, йәмғиәтебеҙ көҙгөһө, тип бик хаҡ әйтә уҡыусыларыбыҙ. Ысынлап та, районда тормош гөрләп барһа, ул да ҡыҙыҡлыраҡ булып, балҡып китә. Йәмғиәт көҙгөһө булыу – журналистиканың төп миссияһы. Тик ул көҙгө генә журналистың талантына, аҡылы, белеме, намыҫына бәйле рәүештә ҡайсаҡ сатнаған, ҡайсаҡ тоноҡланған була, ҡайсаҡ ҡыйыш күрһәтә. Беҙ быға юл ҡуймаҫ өсөн белемебеҙҙе даими камиллаштырабыҙ, мәсьәләне төплө өйрәнгәс кенә мәҡәләбеҙҙе гәзит уҡыусы хөкөмөнә тапшырабыҙ.
Беҙ күберәк ыңғай яҡтарҙы күрһәтергә ынтылабыҙ, ябай ғына кешеләрҙең эштәре тураһында яҙып, уларҙы хуплап, күңелдәрен үҫтереп ебәрәбеҙ, геройҙарыбыҙҙың булдыҡлылығын күрһәтеп, артабан үҫергә ярҙам итәбеҙ. Был эштә урындарҙан мәҡәләләр ебәреп тороусы авторҙарыбыҙ – беҙҙең төп таянысыбыҙ. 14 июндә һөнәри байрамын билдәләүсе редакция хеҙмәткәрҙәре «Таңдары»быҙҙы нурландырып торһа, штаттан тыш авторҙарыбыҙ уны йәйғор төҫтәренә мансып, балҡытып ебәрә. Ул һеҙҙең дә байрам тимәксебеҙ. Беҙгә даими яҙышып торған, Башҡортостандың 100 йыллығы, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан әҙерләнгән китаптарҙы бай йөкмәткеле мәҡәләләре, яҡындары тураһында иҫтәлектәре менән байытҡан барлыҡ авторҙарыбыҙҙы Башҡортостан журналистикаһы көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. Бәрәкәтле тормошта иҫән-һау йәшәйек. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Әйткәндәй.
Беҙҙең менән бергә ҡалған тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында был юлы ла бүләктәр уйнатыла. "Ейәнсура таңдары"на яҙылығыҙ, квитанция күсермәләрен беҙгә юлларға онотмағыҙ!
Читайте нас: