Бөтә яңылыҡтар

Мөнир Ҡунафин. Шаҡмаҡ ҡояш (хикәйә)

– Һаумыһығыҙ, минең атайым бында йәшәйме? – ҡураныс ҡына кәүҙәле, күҙлекле ҡыҙ өйгә ингәс тә шулай тип өндәште. Туңҡайып иҙән йыуып йөрөүсе Зөләйха ишек асылып-ябылыуын ишетмәне лә, ә тауышҡа тертләп китте.

– Һаумыһығыҙ, минең атайым бында йәшәйме? – ҡураныс ҡына кәүҙәле, күҙлекле ҡыҙ өйгә ингәс тә шулай тип өндәште. Туңҡайып иҙән йыуып йөрөүсе Зөләйха ишек асылып-ябылыуын ишетмәне лә, ә тауышҡа тертләп китте.
Ишек төбөндә аҫмалы сумкаһын иҙәнгә ҡуйырғамы, юҡмы тип аптырап, боҫланған күҙлегенең өҫтөнән һөҙөргә торған тәкә кеүек ҡарап торған баланы шәйләп, “Былай ҙа шөкәтһеҙ, йәмһеҙ ҡыҙ бала булыр икән” тип уйлап алды тәүҙә. Йыуғысын иҙәнгә шап итеп төшөрҙө лә, ҡулдарын бөйөрөнә таянды.
– Өйҙөң башына “Атайҙар йорто” тип яҙылғанмы ни? – оҡшаманы уға был ҡыҙ. – Беҙҙә ҡай саҡ тәртип өсөн ишекте шаҡып инеүселәр ҙә була.
Сепрәген һыуға тығып һығып алды. Боҫланған күҙлеген ҡулъяулығы менән һөртөп маташҡан таныш түгел ҡыҙға тағы әйләнеп баҡты:
– Беҙҙә артыҡ атай юҡ, исем заты кем?
Ҡыҙ “эшкә яҡыныраҡ килгәнгәме”, бер сама теремекләнеп китте, хатта күҙлеге аҫтындағы күҙҙәрендә ниндәйҙер сатҡылар сәсрәп киткәндәй булды.
– Сәғитов Йомаҙил. Ошо адресты биргәйне әсәйем. Мин Дүртөйлөнән килдем.
Йыраҡ ине Дүртөйлө. Төҫ-башына, кәүҙә торошона ҡарағанда, 12-13 йәштәрҙәге үҫмерҙе генә хәтерләтһә лә, бер нисә пересадка аша ул тиклем араны үтерлек булғас, ҡыҙ, күрәһең, ҙур ғына. Тик ҡатындың уйында ул түгел ине. Ун ике йыл йәшәйҙәр, ә буй еткергән ҡыҙы бар икәнен әйтмәгәйне ире. Ысвулычь! Ысынлап та иренең исем-затын атаны быныһы.
– Йомаҙил бында йәшәй, тик уның ситтә балаһы юҡ, – тине Зөләйха. Йомшаҡ итеп әйтте. Балаға тишерҙәй итеп ҡараны. Унда иренең йөҙ-ҡиәфәтен сырамытырға тырышты. Таба алманы. Бер генә ере лә оҡшамаған. Был бигерәк йәмһеҙ.
Ҡыҙ ҡыйыу ғына, ахыры. “Ултырырға мөмкинме?” – тип һораны тәүҙә. Яуапты көтмәй, ишек янындағы трюмоға терәлде.
– Әле үҙе ҡайҙа икән минең атайым? – “атайым” һүҙенә ныҡлы баҫым менән әйтте.
– Әйттем түгелме, уның ситтә балаһы юҡ, Дүртөйлөлә лә.
– Шулай ҙа, әгәр ҙә Сәғитов Йомаҙил бында йәшәһә, уны күрергә ине. Ҡасан ҡайта? – юлда арып килгән ҡыҙ ҡапыл ғына сығып китергә йыйынмай ине. Ныҡышлығын күрһәтте. – Уны ҡайҙа ултырып көтөргә була?
Хужабикә бер аҙға албырғап ҡалды. Сығып кит, тип тә әйтеп булмай, саҡырырға ла күңел тартмай. Шулай ҙа миһырбанлығы еңде.
– Аяҡ кейемеңде сис тә эскә үт, – тине лә, ҡулын баяғыса биленә таянып, ҡыҙҙың яйлап сисенгәнен ҡарап торҙо. “Шулай ҙа һын тигән генәһе лә юҡ, оҡшамаған”, – тип ҡуйҙы эстән. Ҡыҙ эске бүлмәгә инеп ултырғас, иҙәнен тиҙ генә һөртөп бөтөрөп ҡуйҙы. Ҡулдарын йыуып, сәй ҡуйҙы. “Кем булһа ла юлдан килгән. Һәр юлсы пәйғәмбәргә тиң, һыйыңды йәлләмә, тип өйрәтте әсәйем. Асыҡҡандыр бахыр” , – тип уйланы.
Нисек инде, ун ике йыл йәшәп, ҡыҙы бар икәнен әйтмәне икән ире. Беренсе ҡатынынан айырылып ауылға ҡайтҡанын белә. Үҙе лә йәше үтеп барғанға күрә Йомаҙилға сыҡты. Улдары тыуҙы. Беренсе бисәһен дә, әгәр ҙә булһа, ҡыҙын да һис тә иҫенә төшөрмәне бит әле. Ысынлап та ҡыҙы булһа, нисек йөрәге түҙгән. Ауыҙ тултырып бер тапҡыр өндәшһә ни булған. Хәҙер бына ҡапыл… йөрәккә яра һалып. Ә былай алдан күрер, танышыр инек, каникул-фәләндә килгеләп йөрөһә лә. Үткәндәренән көнләп маташманым. Кәрәкмәй ҙә ул миңә, ҡасандыр, кемделер ҡосағына алған тип, юҡҡа нервы бөтөрөргә. Тик бына баланы улай бөтөнләй етем итергә… тере килеш, үлмәгән дә инде. Ун ике йыл, ҡуй инде. Ысвулыч.
– Юлда һыуһап, асығып килгәнһеңдер, сәй ҡайнаны, – ни тиклем мөләйем булып өндәшергә уйлаһа ла, Зөләйханың тауышы ҡоро һәм ҡәтғи сыҡты. Диван мөйөшөндә ҡуҙғалмай, ҡулдарын боттарына ипле генә һалып ултырған ҡунаҡҡа ҡарап алғас, ҡыҙ уға йәл булып китте. Юҡҡа ғына килмәгәндер, хәсрәт йөрөтәлер, тип ҡуйҙы. Аҡса-фәлән һорап килһә, нишләрбеҙ? Хәҙер йәштәрҙе белеп булмай, ғүмер буйы алимент түләмәгән Йомаҙилды төрмәгә алып китмәһендәр тағы. Ярай ҙа өйҙө үҙ исеменә яҙҙырған, уныһына ла дәғүәләшеп йөрөмәҫтәр тимә. Шул арала әллә нисә уй уйлап алды ҡатын. Эй мәғәнәһеҙмен дә инде, тип ҡуйҙы эстән.
Ҡыҙ ҡуҙғалғылап ҡуйҙы ла:
– Бәлки, атайым ҡайтырын көтөргәлер, – тигән булды.
– Исемең нисек әле?
– Ғәлимә тип йөрөтәләр.
– Ҡасан ҡайта әле ул Йомаҙил. Ул ҡайтҡас, тағы ла эсербеҙ, Ғәлимә, – тип көсләп йылмайҙы.
Өндәшмәй генә сәй һемерҙеләр. Ҡыҙҙың артыҡ асыҡҡанын ҡалтыранып киткән ҡулдарынан тойҙо ҡатын, тик шулай ҙа үҙен ипле тотоуы, аскернә кеүек ташланып китеп ашамауы татлы хистәр ҙә уятты. Икмәгенең өҫтөнә лә майҙы яғылыр-яғылмаҫ ҡына һылауы, өҫтәлгә төшкән икмәк валсығын усы менән килештереп кенә һыпырып алып ауыҙына ҡабыуы ла, артыҡ ҡыҫтатмай икенсе сынаяҡ сәйҙе эсеүе лә оҡшаны уға.
– Һөтлө сәй башҡасараҡ шу-ул, – тип ҡуйҙы йөҙөнә алһыулыҡ сыҡҡан ҡыҙ. Йылмайҙы ла, шикелле. Һе, йылмайһа улай уҡ ҡотһоҙ ҙа түгел икән, тип уйлап алды хужабикә. Шулай ҙа йәмһеҙ.
– Һөтһөҙ сәй – һурпаһыҙ аш ул. Һыйырығыҙ юҡмы ни? – йәнләнеп китте үҙе.
– Һыйыр түгел, кәзәбеҙ ҙә юҡ. Ҡала ерендә ни, – тигәс тағы аптыраны. Ҡала ерендә ниндәй мал, шуны ла белмәйһең, тип көлөүе булдымы?
– Магазинда барҙыр бит?
– Һыйырмы ни?
Күҙе шар булды ҡатындың:
– Һөт һуң?
– Бар ҙа ул… тик… – ҡыҙ әйтеп бөтмәне. Тынлыҡ хөкөм һөрҙө.
– Нимә “тик”?
– Магазинда бар ҙа, тик беҙҙә юҡ. Бындай тәмле һөт. Рәхмәт. Сынаяҡтарығыҙҙы йыуайыммы?
– Юҡ, юҡ, залда ултырып тор, үҙем, – тип Зөләйха ла тиҙ-тиҙ генә һыуына биргән сәйен һемерҙе лә ҡалҡынды.
“Кейгән кейеме лә бынау һыуыҡ ҡышта шыштыр-ҡыштыр ғына. Ҡыптыр тун. Әсәһе нимә ҡарайҙыр. Былай ҙа йоҡаҡ кәүҙәһенә бигерәк йоҡаҡ ҡына ябындырмаһа. Атаһынан аҡса һорарға килгәндер әле. Йәлләтер өсөн шулай меҫкен генә кейенеп” , – шаптыр-шоптор килеп һауыт-һабаһын йыуғанда ла төрлөһөн уйланы Зөләйха. Шунан аш һалып ебәрҙе, туҡмас ҡырҡты. Ни генә тимә, иренең ҡыҙымын, ти, ҡунаҡ всүтәки.
***
Ғәлимә дивандың шул мөйөшөндә ҡуҙғалмай ултырҙы ла ултырҙы. “Шоңҡар” журналын алып уҡып алды. Йоҡомһорап китте. Тәүҙә ун йәштәрҙәге малай ҡайтты. Эскә үтте һәм сумкаһын бүлмәнең төбөндәге шифоньер артына быраҡтырҙы ла, диванда ултырған ят кешегә лә иғтибар итмәй, кухняға әсәһе янына сыҡты.
– Әсәй, ҡотлаһаң да була, һинең шилма улың рәсем буйынса районда икенсе урын алған.
– Маладис, шилма улым минең. Ҡайһы рәсемең еңгән һуң?
– “Сулаҡ ҡарт һәм уның эте”.
– Ә теге ҡышҡы урамда таяҡҡа таянған бабай, эргәһендә эте уйнап бара. Шулмы? Шәп, мәғәнәле һүрәт ине ул. Шуға ла һин шилма бит. – Әсәһе улын ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөп яратып алды. – Ҡунаҡ менән күрештеңме әле?
– Ниндәй ҡунаҡ?
– Ана залда, бар, таныш.
Малай йүгереп тигәндәй залға инде. “Һаумыһығыҙ, мин Йәмил”, – тине. Шунан, һеҙ кем әле ул, тигән булды. Йәнәһе лә танырға тырыша ла, тик таный алмай бына.
– Мин Ғәлимә, йыраҡтан килдем. Саҡырылмаған ҡунаҡ шунда. Йомаҙилмы һинең атайың?
– Эйе.
– Мин уны беләм. Уны күрергә килдем.
– Ә-ә… беҙгә йыраҡтан килгән кеше лә юҡ былай. Атай эштән ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта, ул фермер, әле баҫыуҙа ҡар тоталар, аҙаҡ фермаға инеп сыға. – Малай ихлас ине, эсендәге тышында. Оҡшаны Йәмилгә был таныш түгел ҡунаҡ. Хатта күҙлегенең бер яғындағы сатнаған быялаһы ла уға килешкән кеүек. Йөҙө менән бергә уның күҙе лә йылмая икән, шуға матур күренә ул. – Минең дә эш күп, мал аҫтын таҙартаһы, һыу эсерәһе.
“Артыҡ күп һөйләй. Кәрәкмәгәнен дә ысҡындыра шилма малай. Был ҡунаҡтың ни уйлап килгәнен белмәй бит инде. Һе, фермер икән, ә миңә алимент та түләмәй, хатта иҫкә алмай, хәҙер таптырам мин унан, тип һығымтаға килеп ултыралыр әле был яһил ҡыҙыҡай”, – теге бүлмәлә быларҙың хәбәрен тыңлаған ҡатын үҙенсә уйланды.
– Йәмил, сыҡ ашарға, – тине.
– Хәҙер, ә һин уҡыйһыңмы, эшләйһеңме?
– Уҡыйым шунда, – тине Ғәлимә теләр-теләмәҫ кенә.
– Нисек, әле каникулмы?
– Каникул түгел дә, белмәйем. Яңы йылға тиклем атайым… э… э… һинең атайыңды күреп китәйем тинем, – ҡыҙ бала буталып, тотлоғоп көскә яуап бирҙе. Бирмәһә лә булыр ине, тик Йәмилдең саф, керһеҙ күҙҙәрендәге осҡон, үтә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, унан бигерәк уны туғаны итеп яҡын күреү теләгеме, һөйләшергә, асылырға саҡырҙы. Ҡатҡан күңеленә унан ышыҡ, ошо бәләкәй генә заттан йылылыҡ эҙләне ул шулай. Бер ни аңламаған малай, танауын ныҡ итеп тартты ла:
– Тиҙ генә китмә, оҙаҡ бул, йәме, – тине. Ул ҡыҙҙың күҙендә серле генә бер һағыш күрҙе. Юҡ, ул уны үҙе лә аңламаны, аңлата ла алмаҫ ине. Бала аҡылы ул тиклемде күрә алмай. Шулай ҙа шәйләне. Ван Гогтың, әллә Әхмәт Лотфуллиндың картинаһында шундай моңһоу ҡарашты күргәйне ул. Өлкәндәрсә уның ҡарашы.
Малай кейемен алыштырып өҫтәл артына ултырҙы. Ҡунаҡты был юлы саҡырыусы булманы. Саҡырһалар ҙа баш тартыр ине, әле генә сәй эсте бит инде. Ысынлап та, юлда бик асыҡҡайны ул. Әле бына йәненә йылы булып ҡалды. Йәмил менән һөйләшеп алғас, тағы ла кинәнес кисерҙе. Уның туғаны булып сыға. Бер ата балалары. Ул ошо йәшкә етеп үҙенең ҡустыһы бар икәнен дә белмәй ине. Нишләп әсәһе өндәшмәгәндер, атаһының ҡайҙа йәшәгәнен белгән, тик уға әйтмәгән. Ниңә сер һаҡларға? Ғәлимәгә өс йәш тигәндә атаһы ҡайтып киткән. Шунан бирле бер тапҡыр булһа ла килеп күреп китмәне. Атаһының оҙон ялбыр сәсен, оҙон кәүҙәһен, ҡара мыйығын бала сағындағы хәтер уйымынан күренер-күренмәҫ кенә шәйләгәндәй була ул. Уны өҫкә күтәреп сойорғотҡанын анығыраҡ иҫләй. Эй, шул саҡта рәхәтләнеп, бар донъяны яңғыратып көлә, эй, көлә, талпынып көлә ине. Атаһы ла рәхәтләнеп көлә. Шунан күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлай ҙа: “Ынйыҡайымды минең!” – тип үбергә тотона. Ә һаҡал-мыйығы сәнсә. Сәнсә, ауырта ла, үҙе рәхәт тә… Иң бәхетле осоро ана шул ваҡытта булған Ғәлимәнең. Һуңынан һағынманымы икән ни атаһы? Аптыраҡ. Ул һағынды, ныҡ һағынды… Һуңынан онотто. Эйе, шулай кәрәк ине. Әсәһе онотоуын һораны. Башҡа иҫкә төшөрмә, тине. Ул үлгән, һиндә лә, миндә лә, тине. Үҫә бирә Ғәлимәнең хәтере уны һаҡ ҡына, әсәһенә белдермәй генә, терелтеп маташты. Шым ғына урамдарҙағы, магазиндағы, руль артындағы, хатта телеэкрандарҙағы ла ирҙәрҙең йөҙҙәренән таныш һынды эҙләне. Эйе, шым ғына, бер кемгә лә белдермәйсә, һыҡтамайса, уфтанмайса, тик үҙенсә. Хыялға бик-йоҙаҡ һалып булмай, күҙ алдына килтереү өсөн ишектең асыҡ йә ябыҡ булыуы мөһим түгел…
Йәмил тышҡа сығып китте. Тағы тынлыҡ урынлашты. Ғәлимә түҙмәне, кейенеп, уның артынан эйәрҙе. Хужабикәнең, ҡайҙа киттең, тигәненә, тышҡа сығам, тип кенә яуапланы. “Эт тешләп алмаһын үҙеңде, кеше балаһы, бәләһенән баш-аяҡ”, – тип киҫәтеүе ишетелде. Шунан үҙе лә сығып күтәрмәлә ҡарап торҙо, улына өҫтәп бер нисә йомош ҡушҡан булды ла, былай ҡарап тороуҙы әҙәпһеҙлеккә һананымы, ишекте шап итеп ябып инеп китте.
Донъялары, ысынлап та, етеш. Бая килеп ингәс тә һиҙгәйне уны ҡыҙ бала. Һигеҙ босмаҡлы ҙур йорт тирә-яҡтан алма, сейә, муйыл ағастары менән уратылған. Теплицалары ла бар. Йәй көнө бында иҫ киткестер инде. Һарай, мунса, башҡа ҡаралтылар торған яҡта трактор менән һүтелгән машина ҡарға күмелеп ултыра. Арыраҡ һыйыр, һарыҡтар көн үҙәгендә йылынып баҫып тора. Һарай эсенән Йәмилдең тауышы ишетелеп ҡала, кемделер һүгеп маташҡан була. Берәй хайуандылыр.
Ауылда тынлыҡ. Рәхәт тә, ҡыйын да. Рәхәт, шундай күркәм етеш донъя. Йәмил бәхетле, атаһы ла, әсәһе лә янында. Нимә теләйһең – барыһы ла алдыңда. Ҡыйын, һин бында ят… Атаһы уны нисек ҡабул итә әле. Танымайым, белмәйем тиһә. Улай итмәҫ, ныҡ ярата ине бит. Тик былай оҙаҡ килмәүе аптырата. Әсәй менән бергә булмаһа ла, баланы йылына бер тапҡыр булһа ла килеп күреп була бит.
Йәмил эшен бөтөп, маңлайын һөртөп килеп сыҡты. Үҙ эшен белеп үҫеп килә, маладис.
– Һин һүрәт эшләргә яратаһыңмы? – Ғәлимәнең уның менән һөйләшкеһе килде.
– Ҡайҙан белдең?
– Бая “конкурста еңдем” тип әсәйеңә һөйөнсөләнең дә, шилма малай.
Йәмил көлгән булды. Үҙе төймәгә баҫып ҡоҙоҡто “ебәрҙе” лә, һауыттарға һыу тултырырға тотондо.
– Юҡ, мин улай шәп эшләмәйем. Матур килеп сыҡмай минең. Бесәйҙе нишләптер өсмөйөш итеп, этте ишек итеп күрәм. Башҡалар көлә, ә уҡытыусы, эшлә, һинең үҙ күҙең бар, ти. Шуға бик һүрәт эшләргә яратмайым да.
– Ҡыҙыҡ, ысынлап ҡыҙыҡ. Ә конкурста еңгән һүрәтең һуң? “Сулаҡ бабай менән эт”ме шул.
– Хәҙер, – Йәмил ҡоҙоҡто “туҡтатты” ла биҙрәләге һыуҙы тимер ялғашҡа алып барып ауҙарҙы. Ғәлимә икенсе биҙрәне күтәрешергә ярҙам итте. Тағы һыу тултырырға ҡуйҙы ла Йәмил һүҙен дауам итте. –Аҫтындағы яҙыуынан ғына аңлап була уны. Унда ҡояш квадрат, юл ҡыҙыл, ә сулаҡ бабай тишек тоҡ итеп эшләнгән, эт бәләкәй ишек итеп. Бер нимә лә аңлашылмай. Ә мин бына шулай күрәм.
– Ҡояш шаҡмаҡ. Мин белгәне бирле ул түңәрәк.
– Квадрат булһа, минеңсә, камилыраҡ, бар яҡтан тигеҙерәк кеүек. Ҡояш барыһына ла тигеҙ ҡарай ҙаһа.
Ғәлимә серле итеп йылмайҙы. Бик үҙенсәлекле уның ҡустыһы.
– Аптыратҡыс. Ә мине кем итеп эшләр инең?
Малай ҡапыл уның моңһоу күҙҙәрен иҫләп алды ла ҡунаҡҡа ҡараны. Оҙаҡ ҡарап торҙо. Хатта биҙрә тулып һыу ташып китте. Балалар сыр-сыу килеп ялғашҡа тағы ла һыу һалды. Унан кәртәне асып һыйыр менән һарыҡтарҙы ялғаш яғына сығарҙылар.
– Әйтәйемме? Болот итеп, тик ул болот ниндәй, беләһеңме?
– Зәңгәрҙер.
– Юҡ, белмәйем, – үҙенсәлекле ҡарашлы рәссам буталып китте. –Бәлки, ағас итеп… Елдә, яланда яңғыҙ ҡалған алты мөйөшлө ағас итеп.
Ҡустыһы уның был донъяла яңғыҙы ҡалып барғанын аңлаймы, әллә беләме лә икән?
– Ә нишләп алты мөйөшлө? Нишләп яңғыҙ?
– Алты мөйөшлө, ҡапланған – өшөмәһен өсөн. Яңғыҙ, белмәйем, күҙҙәрең ниңәлер шулай тип әйткән кеүек.
– Ысынлап та ҡыҙыҡ… һәр кемдең үҙ ҡарашы, үҙ яҙмышы, үҙ шаҡмаҡ ҡояшы… ҡыҙы-ыҡ һинең һүрәттәрең. Ингәс күрһәтерһең.
***
Ишек асылып ябылыуға барыһы ла терт итеп ҡалды. Кәмендә ике йән һиҫкәнде. Малай ғына дәрес әҙерләүен дауам итте.
– Бөгөн хәтәр хәбәр ишеттем әле. Һинең ҡыҙың да бар икән! – тип ҡаршы алды ҡатыны. Сисенергә йыйынған ир ҡапыл туҡтап ҡалды. Тултырып бисәһенә ҡараны. Күҙҙәрен селт-селт йомоп та алды. Һыр бирмәне:
– Булһа тағы. Шуна-ан, алимент-фәләнгә хат килгәнме? – Эйелеп һыңар быймаһын систе, уныһы көнө буйы һыуыҡта йөрөп ныҡ ҡына туңғайны. Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнде.
– Хат ҡына тиһеңме, үҙе килгә-ән, – ҡатындың нисек тә иренең күңеленә яра һалып еткергеһе килде был хәбәрҙе.
– Ул бында? Ғәлимәме? – эйелгән еренән Йомаҙил ҡапыл турайҙы.
– Эйе.
– Ҡайҙа ул, ҡыҙы-ым? – Сисеп бөтмәгән быймаһы менән йыуылған иҙәндә еүеш эҙ ҡалдырып, сиселеп етмәгән бер еңенән эләккән тунын һөйрәтеп залға йүгереп килеп сыҡҡан ирҙе күреп ҡыҙ һикереп торҙо. Ҡаушап ҡалды. Уңарса булмай ир ихлас йылмайҙы ла уны ҡосағына алды. Бөршәйеп ҡалған ҡыҙ бала сабый ғына булып атаһы күкрәгенә һыйынды.
– Ғәлимә, ҡалай үҫкә-ән. Һаумы, аҡыллым минең! Ынйыҡайғынам…
– Әсәй ауырый, үлер, ахыры… Шуға бында ебәрҙе… килгем килмәне… сараһыҙҙан, – ҡыҙ тешен ҡыҫып йөрәгенән, бында килгәндән бирле бер кемгә әйтә алмаған, әйтһә лә аңламаған ауыр хәбәрҙе сығарҙы. Ул ғына, бына әле ҡосағына алған кеше генә уны оло ҡайғыларҙан, ҙур ғазаптарҙан ҡурсып алыр, тигән ышаныс һығып сығарҙы был һүҙҙәрҙе. Шым ғына әйтте. Атаһы әллә ишетте, әллә юҡ.
Йомаҙил ҡыҙының башын күкрәгенә һалып оҙаҡ ҡосаҡлап торҙо. Бик оҙаҡ. Арттан биленән ҡосаҡлап, арҡаһына башын һалып тын ғына торған улын да шәйләмәне башта. Бисәһенең, харап, табыштылар, иҙәнде бысратып йөрөй шунда, тигәнен дә ишетмәне. Күҙенән эре йәш бөртөктәре ҡыҙының башына тамды. Оҙаҡ торҙолар шулай: атай, ҡыҙ һәм ул.
– Улым, таныш, апайың Ғәлимә, – тигән булды Йомаҙил. Шунан диванға ултырып һыңар быймаһын систе, тунын һалған ыңғай йөнлө еңе менән битен һөртөп алды. Кейемен Йәмилгә тотторҙо:
– Бар элеп ҡуй, быйманы ла ал. Зөләйха, табын әҙерлә, беҙгә иң ҙур ҡунаҡ килгән, ҡыҙым килгән. Ынйыҡайғынам.
Алдымда атайыммы, юҡмы тигәндәй, Ғәлимә ир кешегә текләп ҡарап торҙо, шунан уның башын, шыр сәсен һыйпаны. “Ошо минуттарҙы ғүмерем буйы көттөм” , – тине. Иламаны. Эшен бөтөрөп Йәмил дә атаһының муйынына һырылды.
– Һүрәт буйынса икенсе урын алдым, – атаһы уның арҡаһынан һөйҙө лә тағы ҡыҙына ҡараны.
– Ә һин нисек уҡыйһың, ҡыҙым?
– Унынсыла йөрөйөм шунда. Улай маҡтанырлыҡ бер нәмәм дә юҡ. Еңеүҙәрем дә, – бер аҙ торғас өҫтәне: – еңелеүҙәрем дә.
Ысынында ҡыҙ шәп уҡый ине. Мәктәбендә лә, ҡалала ла бер нисә фәндән әллә нисә тапҡыр еңеүсе лә булды. Өфөгә килеп биологиянан олимпиадала ҡатнашты. Телевизорға ла төшөргәйнеләр. Тик еңеүҙәре уға ләззәт бирмәне, шатлыҡты уртаҡлашыр ғәзиз кешеһе булманы. Әсәһе уның уңыштарына өйрәнеп бөткән, тәүге мәлдә күккә күтәреп маҡтай ине, хәҙер “ҡайттыңмы, балам”дан артыҡ һүҙ ҙә юҡ. Барыһы ла ғәҙәти. Хатта иртәгә иртән шаҡмаҡ ҡояш сыҡмаймы икән? Әсәһе ауырый башлағас, ул тәүҙә бик ҡайғырҙы, аҙаҡ ул сирҙән үҙенә йыуаныс та тапты. Ҡалай шәп, әсәй ауырыу, тип, бәлки, атайға телеграмма ла һуғырбыҙ? Ул килер, күрешерҙәр. Әсәй яңынан аяҡҡа баҫып китер. Тик… күрештеләр ҙә бына, оло теләге лә тормошҡа ашты, ә әсәй түшәктә һаман.
– Күптән ауырыймы? – бая ишеткән икән атаһы.
– Хәҙер ярты йыл түшәктә, ныҡ ябыҡты. Атайыңды барып күреп кил, тип адресыңды бирҙе.
“Ҡыҙыҡ, атайыңа бар, тигән, шулай ҙа миңә ебәргән” .
– Ҡыҙ-ы-ыҡ, – тип һуҙҙы Йомаҙил.
– Нимә ҡыҙыҡ, атай? – Йәмил дә һүҙ ҡушҡан булды. – Миңә лә ҡыҙыҡ, минең апайым бар, үҙе матур, үҙе аҡыллы.
– Тормош ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Өйгә эшеңде ҡара, улым.
– Ниндәй өйгә эш, ти, әйҙәгеҙ өҫтәлгә, ҡунаҡ килгән бит, – ҡатынының яһалма тауышы ишетелде.
Ашаған саҡта йылмайышып, берсә моңланып шым ғына аш һемерҙеләр. Ҡунаҡ һис кенә лә инәлтмәне, атаһы ла ҡыҙын һыйлап бер булды. Үҙең дә аша әле, тигән булып ҡатыны уны ҡыҫтаны. Ҡыҙға ҡарап, ҡатын, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ булмаһа ла, бер сама сибәрлеге бар икән, ҡалай тыйнаҡ йылмая, ирен ситтәрендәге соҡорҙарынан нурҙар бөркөлгән кеүек, тип уйланды. Улай уҡ йәмһеҙ ҙә түгел, әҙерәк оҡшаған да кеүек Йомаҙилға.
– Атайыңды барып күреп кил, тинеме, ә? Атайыңа тинеме? – тип Йомаҙил ихлас көлөмһөрәгән булып, ҡыҙының арҡаһынан һөйөп-һөйөп алды. Йәмил дә, бында мин дә бар ҙа инде, тигәндәй:
– Әсәй, беҙ атай менән һөйәк кимерергә яратабыҙ, иве-ет, – тип хәбәр һалды.
***
Ҡыҙҙы залға һалдылар. Йәмил үҙ бүлмәһенә бикләнде. Өй хужалары залға йәнәш йоҡо бүлмәһенә инеп ятты. Тынлыҡ урынлашты. Йоҡлай алмай тәҙрәләге яңғыҙ айға ҡарап оҙаҡ ятты ҡыҙыҡай. Таныш ай. Ул да Ғәлимәгә эйәреп бында килеп еткән. Дүртөйлөлә ҡалмаған. Сит йортта, ят урында ятамы ул, әллә үҙ өйөндәме? Улай уҡ сит тә, мендәр, юрған һыуыҡ та түгел кеүек. Хатта ай ҙа таныш, бындағы ай. Атаһының баш осонда йөрөгән ай нишләп ят булырға тейеш? Ошо көҙгө кеүек йомро ай аша күпме тапҡыр ул атаһына сәләм ебәргәйне. Атаһы ишеткәндер әле, уны онотмаған бит, хатта ныҡ һағынған, үлеп һағынған. Йылмайып, ирен ситенә ике соҡор хасил итеп яйлап ҡына серемгә китте ҡыҙ.
Йәненә рәхәт ине Йомаҙилдың да. Күрше бүлмәлә, уның өйөндә йылы юрған аҫтында уның ҡәҙерлеһе ята. Ул да ошо көндө нисә йылдар буйы көттө. Ҡасан да булһа килер ҡыҙым, тип өмөтләнде. Ай тулған һайын уның йөҙөнә ҡарап күҙ ҡыҫты, ҡыҙыма тулы килеш кенә, сайпылдырмай ғына сәләмемде еткерә күр, йәме, тип өндәште. “Онотманы һине атайың, тип әйт. Уның да донъяһын, йөҙөн яҡтырт, иманлы ай”, – тип теләктәр теләне. Әле лә айға ҡарап ятты ир. “Ял ит, тын ал бөгөн, ай, һин үҙ бурысыңды үтәнең, ҡыҙымды үҙеңә эйәртеп алып килдең бына, мин риза”, – тип йылмайҙы.
Әрме хеҙмәтенән һуң заводҡа эшкә тип килде Йомаҙил был ҡалаға. Дөрөҫөрәге, хеҙмәттәше, ике йыл бер ҡалаҡтан, бер тәрилкәнән ашаған йән дуҫы Усман саҡырғайны. Электрик булып урынлашты. Эш оҡшаны уға, ятаҡта дуҫы эргәһендә урын да табылды. Баш баҫып, эшен еренә еткереп эшләгән егетте лә үҙ иттеләр. Һуңынан Усман заводта бер йыл эшләне лә оҙон аҡса артынан Себергә сығып китте.
Рәсимәгә, эйе, эйе, Ғәлимәнең әсәһенә, беренсе күреүҙә үк ғашиҡ булды. Үлеп ғашиҡ булды, тик был тойғоһон оло гонаһҡа һанап тәрәнгә йәшерҙе. Эйе, Усмандың һөйгән ҡыҙы ине ул сибәркәй. Улар бер-береһен яраталар ҙа ине, буғай. Усман күпселектә ҡыҙ янында булды, йоҡлап та ҡала ине. Һуңынан аралары һыуынды, уңарса булмай Усман ситкә сығып китте.
Дуҫы киткәс бүлмә лә Йомаҙилдың үҙенә торҙо ла ҡалды. Бер көҙгө эңерҙә шулай Рәсимә Усманды эҙләп килде. Иҫ киткес яңылыҡ әйтте: ”Мин ауырлы, Усман белә-күрә ташлап китте”. Дуҫына шылтыратты. “Ышанма уға, минеке түгел ул. Миңә тиклем ҡыҙ түгел ине”, – был яуапҡа ни әйтергә белмәне хеҙмәттәше. Һе, оҙон аҡса артынан түгел, ҡыҙҙан, буласаҡ, тыуасаҡ йәндән ҡурҡып ҡасҡан булып сыҡты дуҫы.
Йышланы Рәсимә, ауыры беленгәндән-беленә барҙы. Усман йәшәгән бүлмәгә килеп күңеленә йыуаныс таптымы, башҡа сәбәп йөрөттөмө – аңламаны егет. Тик шуны һәйбәт белде: Рәсимә килеүе уға бер кинәнес ине. Үләнле тәмле сәй, кипкән емештәр менән һыйланы. Ҡыҙ ҡаршы килмәне, ҡунаҡ булды, тормошона артыҡ зарланманы ла. Нисек бар, шул ағышҡа йәшәне, шикелле.
Бер көн, ауылдан килдем, йә кейәү менән ҡайт, йә бөтөнләй ҡайтма, тип атам һүкте, тигән зар менән килде. “Мине атам-әсәм үлтерәсәк, ә мин уларға ышанғайным. Хәлемә инерҙәр, тип уйланым”, – тип иламһырап та алды. Шунда изге күңелле, бер ҡатлы Йомаҙил ҡыҙҙы йәлләп, юҡ, яратып, бар ауырлығын, бар гонаһын үҙ өҫтөнә ауҙарҙы:
– Мин һине кәләш итеп алам, – тине.
– Ошо килешме?
– Эйе, ошолай күркәм, матур илаһи килеш.
Ҡыҙ мөлдөрәп ҡараны. Ни әйтергә белмәне.
– Мине йәлләпме?
– Нишләп йәлләп, ти. Мин яратам һине, кем яңылышмай. – Ихлас әйтте егет. Тик ҡыҙ “яратам” тигән иң ҡәҙерле һүҙҙе ишетмәне.
– Кем яңылышмай, имеш. Йәшәй башлағас шулай теңкәмә тейә башлаһаң. Ә һин миңә оҡшамайһың, тиһәм.
Аңламаны уны Йомаҙил. Ул ысынлап ҡыҙҙы ярата ине, шул саҡта ла ҡосаҡлап йыуатҡыһы, сәстәрен һыйпағыһы, күҙҙәрен, ирендәрен үпкеһе килде. Тик ул баҙнат итмәне, ҡыйыулығы етмәне, бөтөнләй өркөтөрмөн, тип хәүефләнде.
– Мин ысынлап үҙ күреп, яратып тәҡдим яһағайным. Уйнап түгел, – бары шулай тип өндәшә алды.
Рәсимә риза булмай ҡайтып китте. Ике аҙнанан яңынан килде. Ҡоро ғына:
– Уйыңдан кире ҡайтманыңмы әле? Мөхәббәтең һүрелмәнеме? – тине.
– Бала Усмандыҡымы? – етди һораны егет.
– Уныҡы булмаһа өйләнмәйһеңме?
– Алып ҡайтам, күтәреп, пистолет терәп булһа ла алып ҡайтам Себеренән.
– Кәрәкмәй, мин унан ваз кистем. Аңланым мин уны, үҙ балаһынан баш тартҡан мөртәт барыбер шәп атай булмаясаҡ. Көсләп астырылған күҙҙең нуры кәрәкмәй миңә. Һин кәрәк!
Һуңғы һүҙҙәргә аптырап китте Йомаҙил.
– Мин кәрәк? – ғәжәпләнеп һораны. Көлгән булды. – Ни ғәйебем, ни батырлығым өсөн?
– Яратам, тиһең бит. Мине яратҡас, баламды ла яратасаҡһың, шулаймы? Бара-бара миңә лә оҡшай башланың, бара-бара яратып та ҡуйыуым бар.
Оҡшамай ине был һөйләшеү Йомаҙилға.
– Ярҙам кәрәкме, конкретно әйт. Бала тыуғансы кейәү булып тора алам.
Рәсимә уны муйынынан килеп ҡосаҡланы. Битенән үбеп алды.
– Юҡ, ярҙамың кәрәкмәй. Ысынлап та миңә ҡарата берәй төрлө хисең булһа, тәҡдимең кәрәк. Сөнки мин һиңә ышанам.
“Ышанам!” Ошо һүҙе барыһын да хәл итте. Рәсимәне ике көндән үҙ бүлмәһенә күсереп тә алды. Тәүҙә ҡыҙҙың ата-әсәһенә, һуңынан был яҡҡа ҡайтып йөрөп килделәр. Килендең беренсе һәм һуңғы тапҡыр килеүе булды был йортҡа. Биш айҙан ҡыҙҙары тыуҙы.
Рәсимә уны барыбер яратманы ла, ярай ҙа белмәне. Артын биш урындан ҡыҫып, үҙен дә, ҡыҙын да йәнен бирерҙәй булып яратҡан ирҙе саң ҡунмаған ергә генә ултыртыр урынға, һәр саҡ кәмһетеп ҡараны. Ғәлимәне һөйһә, уның менән бер булып шаярһа, “һе, үҙенең балаһымы ни, килештерә”, тип мығырҙаны. Ҡыҙ тәртип боҙоп, артыҡ шашып китһә, Йомаҙил әҙ генә шелтә белдерһә, үҙеңдең балаңа аҡыл өйрәтерһең, йөрөһөн, сит бала тип ҡағаһыңмы, тип ғауға көҫәне. Йомаҙил был мыҫҡыллауҙарға түҙҙе, сығып китергә бер нисә тапҡыр ынтылды, тик шул сабыйҙы йәлләне.
Усманды онотманы бисәһе. Эй, шул атаһына оҡшаған да инде, тип ҡыҙының сәсен тараны. Ирҙең түҙемлегенең сиге Усмандың отпускаға ҡайтҡан сағында һытылды. Төнөн ҡайтманы бисәһе. Иртәгәһенә унда булғанын белде. Бисәһенә ҡысҡырманы ла, ҡул да күтәрмәне. Бары: “Китһәм дә булалыр улайһа”, – тине. Өндәшмәне тегеһе. Уны бында бер кем дә тотмай ҙа, уйлаһаң. Йөрәге булһа, үҙ атаһы килер, күрер. Ғәлимәгә ныҡ өйрәнгәйне, әлбиттә. Уныһы ла ”әттә, әттә” тип йүгереп килеп муйынды ҡосаҡлай ҙа ебәрмәй. Бала донъяһын онотоп иҙрәп йоҡлағанда иртән сығып китте ул шуға. Уянғас таптырғандыр ҙа. Тик… бала тип башҡаса ул бисә алдында ҡала алмай ине. Ауылына ҡайтҡас һағынды. Ҡыҙын да, бисәһен дә. Сабыйҙы барып күргеһе лә килде. Ни генә тимә, исемлек ҡағыҙында “атаһы” графаһына уның исеме яҙылған даһа. Кәләш алды, улы тыуҙы. Дүртөйлөнән хәбәр-хәтер ҙә килмәне, үҙҙәре лә – Рәсимә лә, Ғәлимә лә, Усман да – күренмәне.
Онотманы ҡәҙерлеләрен. Тик әсәһе ҡыҙына ысын атаһын әйткәндер, таныштырғандыр, ул беләлер, тип уйланы. Бер тапҡыр был тарафтарға юлы ла төшкәйне, ул саҡта ҡыҙына ун йәштәр тирәһе булғандыр. Ҡыҙы йөрөгән балалар баҡсаһы тирәһендә (мәктәп йәшендәге баланы шунда эҙләүе үҙе үк көлкө) уралды ла ҡайтты. Кем белә, бәлки, шул тирәлә юлда осрамаҫмы, тигән өмөтө һантыйлатып йөрөткәндер. Юҡ, йәшәгән ятаҡтарына һуғылманы. Йәл, юҡҡа инмәгән.
Был сер уның менән мәңгелеккә үҙендә генә ҡаласаҡ. Рәсимә лә шундай яҙмышҡа күнгәндер. Усмандың атайлығы, тигәндер. Йомаҙил риза быға. Ныҡ риза. Уның ҡыҙы ул. Бала табыу йортонан ул барып алды, тәпәй баҫып киткәнен иң тәүҙә ул күрҙе. Ҡыҙының беренсе әйткән һүҙе лә “әт-тә, әт-тә” ине…
Ғәлимә ойоп ҡына бара ине, күрше бүлмәлә Зөләйха менән атаһының һөйләшкән һүҙҙәре йоҡоһон бүлде. Һаҡ ҡына ҡолағын шул яҡҡа ҡарпайтты, уларҙың хәбәре өҙөк-йыртыҡ ҡына ишетелде. Күрәһең, улар ҡыҙҙы йоҡлай тип уйлайҙар.
– Нишләп ҡыҙың бар икәнен бер ҙә әйтмәнең һуң? – тәүҙә Зөләйханың тыныс ҡына тауышы ишетелде. Ғәлимә ҡалҡына биреп һағайҙы. Уның үҙенә лә бик ҡыҙыҡ ине был һорау.
– Алдымда булмағас, ҡаршыңда күҙеңә ҡарап ултырмағас, нимәгә ҡыҙым бар тип ауыҙ асырға… – башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәне атаһы. Ҡаты итеп әйтмәне, киске тынлыҡты боҙор-боҙмаҫлыҡ ҡына итеп шыбырҙап өндәште.
– Туң йөрәк һин! Бала һынлы баланы онотсәле.
– Мин уны бер минут та онотманым. Бер секунд та, – дивандың шығырлаған тауышы ишетелде. ”Бер секунд та” – тиҫтә йылдар буйы йыйылған быуа йырылды, ҡыҙҙың ике күҙенән дә тауыш-тынһыҙ йәштәре йылға булып ағып китте.
– Ә нишләп әйтмәнең миңә, бала артыҡ буламы ни? Бер әмәле сығыр, ас итмәҫ, яланғас йөрөтмәҫ инек әле, – ныҡышты үгәй әсәй.
Ир шым ғына :
– Әйтмәгәнмен шул, әйтмәгәнмен, – тип көрһөндө. Мендәргә ҡапланып иланы ҡыҙ. Ишетмәһендәр ҙә, белмәһендәр ҙә. “Әйтмәгән икән берәү, онотмаған да…” – нисектер үҙәккә үтерлек әсе лә, йөрәкте тетрәндерерлек рәхәт тә ине уға.
Тағы тынлыҡты боҙоп ҡатындың өнө сыҡты:
– Иртәгә икәүләшеп райүҙәккә барып ҡайтырһығыҙ. Яҙға, соляркаға тип һалған аҡсаны бер аҙ тотонмайса булмаҫ. Кейеме бигерәк ҡыптыр Ғәлимәнең, өшөр. Йылынан кейендерергә кәрәк баланы, – иҫнәй-иҫнәй Зөләйха йоҡоға талды.
Атаһының: “Кәрәк, кәрәк, быйма, тун, эйе, йылы кәрәк”, – тигән тылсымлы һүҙе тыныслана биргән ҡыҙға “бәү-бәү, бәпкәйем” ише моң кеүек ишетелде. “Иртәгә ҡояш шаҡмаҡ ҡына булып ҡалҡмаһа ярар ине”, – күңел бөтөнлөгөндә, һиллектә илерә биргән аң шулай йоҡлай, онотола барҙы. Ирендәр йылмая бирҙе.
Иртән уянғанда ултырғыста сыбар һүрәт ята ине. Унда дүрт алты мөйөшлө ағас һәм үрҙә шаҡмаҡ ҡояш төшөрөлгәйне.
Мөнир Ҡунафин.
Читайте нас: