- Ныу ҡотто алдың, дуҫ кеше! - Ниндәйҙер таныш булмаған тауышты ишетеп, күҙҙәрен асты Ғәлимйән. Эргәһендә оло йәштәрҙәге аҡһыл йөҙлө кеше баҫып тороуын күргәс, аптырауы тағы ла артты.
“Мин ҡайҙа ятам һуң әле” тигән һорау үҙенән-үҙе килеп тыуҙы. Уның уйҙарын аңлағандай теге кеше мµләйем йылмайып:
- Ярай ваҡытында килтереп еткергәндәр. Хәлең бик хөрт ине бит, беҙ бальниста. Минең исемем Әлтәф, - тине.
Палаталаш бик ипле, яйлы әҙәм булып сыҡты. “Инсульт” тигән мәкерле сир аяҡтан йыҡмаһа, былай тик ятып түҙә торған кешеме инде Ғәлимйән. Тынғы белмәҫ йөрәге күптән уны әйҙәләп, ҡайҙалыр алып китер ине. Өйрәнгән ул шулай төрлө ерҙә эшләп. Көтөп торған кешеһе, йыйған малы, үҫтерер балаһы булмағас, ҡайҙа яҡшы - шунда йәшәп өйрәнгән инде. Хәйер, уның ҡалала бынамын тигән фатиры, ауылында өйө лә бар. Ҡайтҡаны юҡ ауылына... Унда ҡайтһа, иҫтәлектәр яңырыр, йә тик торғандан выжданы ғазаплай башлар тип ҡурҡа. Тик олоғая барған һайын бала саҡ, йәшлек йылдары нығыраҡ иҫкә төшә. Шағир бындай хәлде “ностальгия” тип атар ине.
Дауаханала көндәр бер-бер артлы уҙа торҙо. Ике ауырыу тороп йөрөй, үҙ аллы ашай башланы. Әлтәфкә балалары, ҡатыны көн дә, хатта икешәр тапҡыр килә. Тик, палатаға инергә ярамағас, күстәнәстәрен генә ҡалдыралар. Ике ир яйлап тышҡа эскәмйәгә сығып ултыра башланы.
Көндәр һалҡынайып, ҡырауҙар төшә башлаған мәл. Әлтәфкә улы килде. Көләс йөҙлө, баһадир һынлы был егет атаһы янында бер аҙ ултырҙы ла, күстәнәстәрен ҡалдырып ҡайтып китте. Ғәлимйәнгә нисектер таныш кеүек тойолдо ул. Палатаға ингәс тә, иҫкә төшөрөргә тырышты. Тик хәтер генә насарыраҡ, ахыры...
Бер көндө Әлтәфтең ҡатынына палатаға инергә рөхсәт иттеләр. Быны ишеткәс, Әлтәф яҡшылап ҡырынды, йәш егеттәр кеүек ыҫпайланды. Әйтерһең дә, кейәү егете кәләш менән осраша. Бына палатаның ишеген һөйкөмлө ҡатын асты. Үҙе менән бергә ҡиммәтле хушбуй, тәмле аш еҫтәре алып инде. Ғәлимйән “терт” итеп ҡалды - был бит Миңһылыу! Эйе, эйе, Миңһылыу! Битендәге энә осондай ғына ҡара миңе лә шул уҡ! Ғәлимйән, үҙен танытмаҫҡа тырышып, арты менән боролоп ултырҙы. Ә Миңһылыу Әлтәфенән башҡа бер кемде лә күрмәй. Иркәләп, наҙлап иренең саллана башлаған сәстәренән һыйпай, наҙ тулы, мөхәббәтле ҡараштары менән иркәләй. Ә Әлтәф һуң! Ҡәҙерле уйынсығын тапҡан малай шикелле ҡыуана, ҡатынының ҡулдарын ысҡындырмай. Ни тиклем наҙ, йылылыҡ ошо ике кеше араһында. Ғәлимйән ипләп кенә уларҙы күҙәтә, Миңһылыуҙың ҡулдарынан күҙҙәрен алмай. Ап-аҡ, йомшаҡ бармаҡтарына кейгән затлы балдаҡтары ялт-йолт итә, ҡиммәтле таштарҙа ҡояш нурҙары сағыла.
- Хәлле йәшәгән кешеләр икән, - тип уйлағайны Ғәлимйән тәүге танышҡан көндәрҙә Әлтәф тураһында. Тимәк, күршеһенә килтергән тәмле-тәмле ҡоймаҡтар, бәлеш-билмәндәрҙе ошо ҡулдар яһаған, ошо ҡулдар оҫта итеп бешергән. Ҡәҙерле, һөйөклө ире өсөн тырышҡан.
Әлтәф Миңһылыуҙың ҡулдарына тағы бер күҙ һалды. Уң ҡулының һыртында саҡ-саҡ ҡына беленеп торған иҫке яра эҙҙәрен төҫмөрләне...
Биш тиҫтәләп ғүмер кисергән уҙаман уйҙары менән алыҫҡа, йылдар төпкөлөнә юлланды. Ә бит ҡасандыр ошо ҡулдар уның асыуын килтерә, ытырғаныс тойғолар тыуҙыра ине...
Һыу һөлөгөндәй йәш, таҙа кәүҙәле Ғәлимйән армиянан тағы мыҡтыланып, ит ултырып, нығынып ҡайтты. Билдәле, бындай егеткә ҡыҙҙар ҙа иғтибар итә. Тик уның күңеле ҡыҙҙарҙа түгел, ирҙән айырылып ҡайтҡан йәш ҡатындар, йылғыр еңгәләр тирәһендә уралды. Күңелле ине уға. Өйләнергә, балалар үҫтерергә уйламаны ла, шикелле. Тиңдәштәре өйләнеп, балалы булып бөткәс, ата-әсәһе гүр эйәһе булғас ҡына ҡатын алды. Ул - ике балаһы менән ирһеҙ ҡалған ошо Миңһылыу ине. Яратманы ул ҡатынын. Өйҙә ярҙам итеү түгел, ир-ат башҡара торған көндәлек эштәрҙә лә ҡатнашманы. Миңһылыу утынды ла үҙе ярҙы, ҡош-ҡортто, баҡсаны ла үҙе ҡараны. Үҙе эштән йонсоп, ҡулдары ҡояшҡа ҡара янып тутланып бөтә ине.
- Ниңә ҡулдарыңа крем булһа ла һөртмәйһең? - тип асыулана Ғәлимйән.
Тик көнө буйы баҡсала ҡый йолҡҡан, ике-өс һыйыр һауған, картуф утаған ҡатындың ҡулдары нисек ап-аҡ, йомшаҡ булһын инде. Утынды ла үҙе ярып, бесәнен дә үҙе сапҡас. Түҙмәне Ғәлимйән, сығып китте ауылынан. Бер ҡайтҡанында Миңһылыуға өйөн бушатырға, икенсе ҡайтҡанында бында булмаҫҡа бойорҙо. Нишләһен меҫкен ҡатын, балаларын алып, Ғәлимйән бүлеп биргән малғынаһын ҡыуып ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Шул йылдарҙан алып Ғәлимйән - ирекле ҡош. Эшләне, аҡса тапты. Тик тиҙ үк туҙҙырҙы. Яңынан эшләне, аҡса тапты. Күңелсәк ҡатындар, еңел-елпе ҡыҙҙар, осраҡлы мөхәббәткә күнеп, күңелле йәшәне. Киң ине Себер киңлектәре Ғәлимйән өсөн.
Бер-ике көндән Әлтәфте дауахананан сығарыуҙары билдәле булды. Ике күрше төнө буйы оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙы.
Әлтәф үҙенең ғүмер юлын бәйән итте. Ҡатыны ике йәшлек кенә ҡыҙын, ирен ҡалдырып аварияла үлгәндән һуң, ирҙең йәшәргә лә теләге булмай. Бер ни тиклем ваҡыт эсеп йөрөй, шунан таксист булып эшкә урынлаша. Шунда осрата ла инде ул Миңһылыуҙы.
- Район үҙәгенән ҡалаға китә торған юлда ике бала етәкләгән бер ҡатынды ултыртып алдым. Үҙе лә, балалары ла йоҡа ғына кейенгән. Балалар өшөгән, машинаға ултырғас, йылынып ойоп киттеләр. Малайы, ҙурыраҡ булғанғамы, башын ситкә һалған, ә ҡыҙы йоҡа ғына арзанлы башлыҡ кейгән башын әсәһенең иңенә терәгән. Ҡатындың күҙҙәре шундай моңһоу, йөҙө йонсоу. Ауылдағы булған ғына малын һатып, ике балаһын ҡалала йәшәгән оло ғына алыҫ туғанына ҡалдырып, эш эҙләргә китеп барышы икән. Ире үлгән, ата-әсәһе булмаған икәнен дә белдем. Икенсегә кейәүгә сығып уңмауын да һөйләне. Нисектер, асылып китеп һөйләште. Моғайын, сит кеше менән тормош тураһында һөйләшеүе еңелерәктер.
Таныштарының фатирына алып барып ҡалдырҙым үҙҙәрен. Һағалап тороп, икенсе көндә тағы осраштым. Тураһын ярып әйттем дә ҡуйҙым: “Мин дә бер үҙем бала үҫтерәм, әйҙә бергә йәшәйек. Яратам тип әйтә алмам, тик үҙеңде лә, балаларыңды ла ҡағып-һуҡмаҫмын”.
Миңһылыу бер аҙ ҡаршылашһа ла, риза булды. Уртаҡ ҡайғы, уртаҡ хәсрәттәр берләштергәйне беҙҙе. Шулай итеп, мин өс балалы атайға әйләндем. Тора-бара үҙ эшебеҙҙе астыҡ. Ҡалала һатылған бөтә икмәктәр - минең Миңһылыуым бешергән икмәк. Алтын ҡуллы, эшлекле ул минең ҡатыным. Тәүҙә яратыу тигән нәмә булмаһа ла, бергә йәшәй башлағас, ғашиҡ булдым. Шулай ҙа була икән, әй! Йүгереп өйгә ҡайтам. Ҡанат үҫкәндәй осоп йөрөйөм. Балалар яйлап үҫте. Хәҙер ике кейәүле, ейән-ейәнсәрле лә булдыҡ. Оҙаҡламай киленле лә булырбыҙ тип торабыҙ...
Әлтәф һөйләй, ә Ғәлимйән үткәндәр менән һаташа. Бына Миңһылыу уның өйөндә сей утынды тоҡандырып ебәрә алмай аҙаплана. Быны күреп торған Ғәлимйән тыштан бензин алып инде лә мейескә һипте. Уны-быны абайламаған ҡатындың ҡулына ут ҡапты. Тиҙ үк һүндерҙе, ләкин бешкән ҡул өрөлөп сыҡты, шешеп китте. Һуңынан боҙолоп аптыратты. Һыҙланып тµндәр буйы йоҡлай алмаған ҡатында эше лә булманы ирҙең. Дауаханаға алып барыу, нисектер ярҙам итеү башына ла инеп сыҡманы. Бына шул яра эҙҙәрен төҫмөрләгәйне теге ваҡыт Ғәлимйән.
Әлтәф бөгөн ҡайта. Ул Ғәлимйәндең ай-вайына ҡарамай ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бармаҫлыҡ, кире ҡағырлыҡ бер дәлил дә килтерә алманы шул, риза булды.
Бына машина ике ҡатлы ҙур кирбес өй эргәһенә килеп туҡтаны. Теге көләс йөҙлө әзмәүер егет машина ишеген асты. Миңһылыуҙың улы икәнен аңлағайны инде Ғәлимйән.
Өй тулы кеше: ҡыҙҙары, кейәүҙәре, балалары, улы кәләш буласаҡ ҡыҙын саҡырған. Миңһылыуҙың йөҙө ҡыуаныстан балҡый. Өй эсендә татыулыҡ, мөхәббәт, бер-береңә хөрмәт хөкөм һөрә.
- Ҡайным, аш әҙер булғансы, әйҙә, көс һынашайыҡ, - тип кейәүҙәрҙең береһе шахмат теҙә, икенсеһе ҡулына гармун ала.
Аш-һыу бүлмәһендә көлөшкән тауыштар ишетелә, тәмле аш еҫтәре борҡой. Аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл янында уйын-көлкө менән ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Гармунға ҡушылып йыр һуҙған Миңһылыуға ҡарап, һоҡланып ултырҙы Ғәлимйән. Алтын алҡалары ла, муйынындағы алтын сылбыр ҙа, бармаҡтарындағы затлы балдаҡтар ҙа түгел, ә ҡатындың ябай сибәрлеге, моңло тауышы, тәрбиәлелеге һоҡландырҙы. Ошондай гүзәл заттың ваҡытында ҡәҙерен белмәүенә, ул ғына ла түгел, ҡулдарына ерәнеп ҡарағанына йәне көйҙө. Ирекһеҙҙән өләсәһенең “Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә - ир” тигән мәҡәлен иҫкә төшөрҙө. Эйе, мунса ташы түгел, йөҙөк ҡашы булған икән Миңһылыуы.
Кис йоҡларға ятҡас та күҙенә йоҡо эленмәне Ғәлимйәндең. Төпкө йоҡо бүлмәләренең береһендә бала илағаны, икенсеһендә һаҡ ҡына көлөшкән тауыштар ишетелде. Ирҙең ҡолағында Миңһылыуҙың йыры яңғырай, күҙ алдынан бит осондағы миңе китмәй. Туҡта, уның ҡара миңе ҡултыҡ аҫтында ла, арҡаһында ла бар ине бит.
- Миңем күп булғанға ата-әсәйем ошо исемде ҡушҡан, - тип һөйләгәне иҫенә төштө.
Миңһылыуҙың икенсе бүлмәлә Әлтәф менән йоҡлауына беренсе тапҡыр үкенде, йөрәгенең сәнсеп алыуын тойҙо.
Иртәгәһенә иртә менән Ғәлимйәнде кире дауаханаға илтеп ҡалдырҙы Әлтәф менән Миңһылыу. Ир оҙаҡ итеп улар киткән яҡҡа ҡарап ҡалды, ҡеүәтле сит ил машинаһы беренсе яуған ҡарҙа эре һырлы юл ҡалдырып, боролошҡа инеп юғалды. Һәм ошо мәлдә Ғәлимйән оло юғалтыу тойғоһо кисерҙе һәм кинәт йөрәген ҡаты сәнсеү алды...
Ҡапыл ел сыҡты, дауахана баҡсаһында үҫкән сейә ботағында эленеп торған һуңғы япраҡ та өҙөлөп төштө...