Банат Вәлиева-Яубаҫарова 46 йыл буйына Башҡортостан мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, хәҙер хаҡлы ялда. Шулай уҡ бер нисә яҙыусының әҫәрҙәрен башҡорт теленән урыҫ теленә тәржемәләгән һәм башҡорт википедияһында ҡатнашып, урыҫ теленән башҡорт теленә 2000-дән артыҡ мәҡәлә тәржемә иткән.
Һеҙҙең иғтибарға уның “Әбүләйестә үткән бала саҡ” исемле автобиографик повесын тәҡдим итәбеҙ.
2015 йыл, 12 июнь. Тыуған Ейәнсура районының Әбүләйес (Ергәйеш) ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ашҡынып ҡайтып төштөм өлкән улым Тәлғәт менән. Был ауылда минең бер туғаным да юҡ, бары тик алыҫ туғандар һәм күрше-тирә, дуҫтар, таныштарым, бала саҡта бергә уҡыған класташтарым ғына йәшәй. Беҙ улым һәм райондың Абзан, Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәүсе туғандарым менән атайымдың алыҫ ҡына бер туғаны булған Мәғүзә апайҙарға килеп туҡтаныҡ. Унда беҙҙе көтөп торған икән Мәғүзә апай менән Рауил еҙнәй. Уларҙа сәй-ҡымыҙ эсеп, өҫ-башты ҡарап алғас, башта ауыл клубына киттек.
Ауыл байрамға бик матур итеп әҙерләнгән, һәр бер йорт алдына өҫтәл-эскәмйәләр теҙелгән, эҫе самауырҙар борҡоп ултыра, өҫтәлдәрҙәге матур тәрилкәләргә төрлө тәмлекәстәр, ләүәштәр киҫеп һалынған. Беҙҙе ауыл клубы ҡаршыһында милли кейемдәр кейгән матур-матур йәш ҡыҙ-ҡырҡын, егеттәр ҡаршы алды. Клубҡа алып инеп, ундағы музейҙа ауыл кешеләре тураһында тупланған альбомдарҙы, стендтарҙы күрһәттеләр. Ололар өсөн башта ауыл мәсетендә мулла аят уҡыны. Артабан ауыл кешеләрен һәм ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы байрам үткәрер өсөн һайланған урынға, Ташҡаҙған яғына, Ишапай буйына саҡырҙылар. Бик матур яланда күсермәле сәхнә урынлаштырылған, унан бер аҙ ситкәрәк тамашасылар өсөн эскәмйәләр теҙелгән, волейбол уйыны өсөн ике бағанаға ситлек тартылған, төрлө уйындар өсөн майҙансыҡтар яһалған, ҙур-ҙур ҡаҙандар аҫтына ут яғылған, тирә-йүнгә тәмле аҙыҡ еҫе таралған.
Бер аҙҙан байрамдың рәсми өлөшө башланды, артабан үҙешмәкәр артистар көсө менән концерт күрһәттеләр. Артабан йылға буйындағы өҫтәлдәр артына ситтән килгән ҡунаҡтарҙы саҡырып, аш-сәй менән һыйланылар. Шул арала дуҫтар-туғандар, таныштар, күршеләр менән һөйләшеп-күрешеп туйып булманы. Ауыл кейәүе Шамил Иҫәнғолов үҙенең “Әбүләйес тарихы” тигән китабын таратты. Көн бик тиҙ үтеп китте. Беҙ инде ҡайтып китергә торғанда, минең яныма бер төркөм йәштәр килеп: “Банат апай, Һеҙ инде байтаҡ йәшкә еткәнһегеҙ, Һеҙҙең интернеттағы “Әбүләйестәр” төркөмөнә ауыл тураһындағы һалған тарихтарығыҙҙы уҡып беләбеҙ. Әгәр Һеҙ шуларҙы айырым китап итеп яҙһағыҙ, беҙ Һеҙгә бик ҙур рәхмәтле булырбыҙ!” – тинеләр. Өҙөп кенә ризалыҡ бирмәһәм дә, ҡаршы ла түгел инем. Байрамды үткәреп, тыуған яҡтың һауаһын рәхәтләнеп һулап, баласағыма кире ҡатҡан кеүек булып, йәшәреп-дәртләнеп, көсәйеп ҡайтып төштөм дә, бына әле уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәсәк яҙмаларымды яҙырға керештем...
Әбүләйестә үткән бала саҡ
Урал тауының Ырымбур яғына һуҙылып ятҡан ике тармағы араһында, дүрт яҡтан да тауҙар менән уратылып алған Ергәйеш ауылында, тағы матур булып таң ата башланы. Һыҙылып ҡына, ҡояш Ишапай тауы артынан яйлап ҡына күтәрелде. Ул, тауҙарҙы урап үтә алмай, бер аҙ ваҡытҡа ғына әҙерәк туҡтап ҡалған кеүек булып торҙо ла, ҡапыл үҙенең йылы яҡты нурҙарын ауылға бөрктө. Ҡояш күтәрелгәнде һиҙеп ҡалған Мөғлифә инәйҙең ҡара әтәсе, иң беренсе булып, "кикерекү-үк" тип, яҡын-тирәгә оран һалды. Уға күрше-күләндәрҙеке лә ҡушылды. Күрше өйҙәрҙең төнгөлөккә эҫелектән һәм себендәр йоҡларға ҡамасауламаһын өсөн сепрәк менән ҡапланған ишектәре, йәлп итеп, бик тиҙгә генә асылды ла ябылды. Хужабикәләр төнө буйы кәртә артына сығып, үлән ашап, тик таңға табан ғына ишек алдарына ҡайтып ятып, көрһөнә-көрһөнә көйшәп ятҡан һыйырҙары янына сыҡтылар. Саталы бағананан кистән үк һыйыр һауырға әҙерләп элеп ҡуйған күнәктәрен һул ҡулдарына тотҡан көйө генә, һыйырҙарының һыртына уң ҡулдарының усы менән йомшаҡ ҡына һуғып: "Һәүкәш, тор, төндә йыйған һөтөңдө һауҙыр инде," – тип, һыйырҙарының уң яғына ултырып, йомшаҡ, йылы елендәрҙе һыпырғылай башланылар. Ауылда " кендек инәйе" исеме йөрөткән Мөғлифә инәй генә тал ситән аша күршеләренең ихатаһына күҙ һалды, тик Разифа һеңлеһен нишләптер күрмәнесе. Шуға аптыраңҡырап ҡарап, уйланып торҙо ла, Хәсән кейәүенең башы өйҙәренең ишегенән күренгәс, йәшел кәзәкейенең уң кеҫәһендәге ҡул таҫтамалын, төшөп ҡалмаһа ярар ине тип, ҡулы менән кеҫәһенең төбөнәрәк төртә-төртә, һул ҡулындағы буш күнәген һелкей-һелкей, үҙенең кәртәһенә табан атланы. Күрше йорттан атаһы артынан Минлехаят та килеп сыҡты. Ул ишек тупһаһында бер аҙ басып, ҡулдарын юғары күтәреп, тирә-яғына ҡаранып торҙо ла, әсәһенең өйҙә булмағаны иҫенә төшкәс, бөгөн кирелгәнгә әрләүсе юҡ, тип, рәхәтләнеп кирелеп алды, унан һуң ҡоба һыйыр янына килеп, һыйыр һауырға кереште. Ул һауып бөтөүгә, бәләкәй аҙбар алдындағы кәртәнән һарыҡ-кәзәләрҙе ҡыуып, Миңлегөл һылыуы ла килеп сыҡты. Ул малдарҙы, ҡулына оҙон тал сыбығы тотоп, урамдарының үрге яғына, көтөүсенең шартлатып иртәнге һауаны ярып шыйлаған сыбыртҡы тауышы сыҡҡан яҡҡа, ҡыуа башланы. Күрше ихаталарҙан сыҡҡан бисәләр был хәлгә аптырашып, Миңлегөлдән: "Әсәйең ҡайҙа, нишләп бөгөн малығыҙҙы һин ҡыуып китеп бараһың, " – тиештеләр. Ул бик иҫе китмәйсә генә: "Әсәйем район үҙәгендә балниста, беҙҙең һеңлебеҙ бар, " – тип яуап ҡайтарҙы ла, малдарҙы йүгертеп ҡыуып алып китте .
Иртәнге һөттәрен сепараттан айыртып бөткән бисәләр, Сабатарҙағы Ивандан яһатып алған оҙон күнәктәрен көйәнтәләп, Ергәйеш йылғаһына, өйрәк-ҡаҙ төшөп һыуҙы бысыратмаҫ борон таҙа һыу алып ҡалырға тип, һыуалғыс яғына йүнәлделәр. Иртәнге һауа саф, Ергәйеш яры буйында үҫкән оҙон, быуынлы-быуынлы һаҫыҡ ҡурай менән ҡуйы йәшел күрән, әрекмән япраҡтары өҫтөндә ысыҡ тамсылары әле кибеп өлгөрмәгән, улар ҡояш нурҙары аҫтында иркәләнеп кенә, көмөш кеүек йылт-йылт итеп емелдәшәләр. Йылға буйы тып-тын. Ошо һиллекте боҙоп, бер генә мәлгә йылға көҙгөһөнөң өҫтөн йыртып, быуа эсенән ҙур ғына балыҡ ҡарпыны ла, ауыҙын йәйеп, һыу өҫтөнән аҡрын ғына неп-нескә аяҡтары менән бер ҙә һыуға батмайынса китеп барған, ҡанаттары йәшкелт төҫтәге, кәүҙәһе үтә күренмәле энәғараҡты эләктереп алып, быуа эсенә кереп юғалды. Ҡатындар, был тәбиғәт күренешенә әллә ни күҙ ҙә һалмай, ауылдағы хәлдәр тураһында ла көндәгесә һөйләшеп тә тормай, көйәтәләрен дә иңбаштарынан төшөрмәйенсә генә, бөгөнгө Миңлегөлдөң һүҙҙәрен тансҡайҙар.
– Атаҡ, беләһегеҙме, бынау Хәсәндең Разифаһы тағын ҡыҙ тапҡан! – тип башланы Шәмсинур, күҙҙәре менән генә йылға буйында ултырған ике яҡлы, йүкә ҡабығы менән ҡыйығы ябылған өй яғына күрһәтеп.
– Быныһы туғыҙынсы ҡыҙы шикелле! Улдары Хөсәйендән һуң... – тип өҫтәне Латифа ла нисектер кәмһетеберәк.
– Тәүге балалары ғына малай, нишләп шулай гелән ҡыҙ таба ла ҡыҙ таба икән ул Разифа апай? – тип, аптыраңҡырап, әйтеп һалды Фәхирә лә.
– Нишләп тип аптырарға ярамай, тәбиғи хәл, ниндәй орлоҡ төшһә, шуны тапҡан инде... – тип, бисәләрҙең һүҙен ослап ҡуйҙы Рәхилә инәй. Тик, әҙерәк уйланыңҡырап баҫып торғас, үҙе үк дауам итте. – Кем булһа ла ағзалары төҙөк, аҡылы имен, бәхетле бала булһын... Эй, бисәләр, беҙгә балалар тыуғанға шатланырға ғына кәрәк. Әле бына һуғыштан һуң ауылыбыҙҙа бары бер нисә генә бала тыуҙы бит. Әлеге лә ҡәһәр һуҡҡыры Гитлер ғәйепле инде быға. Нисәмә арыҫлан кеүек ир-егеттәребеҙ һуғыш яланында ятып ҡалды, инде һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандарының да күбеһе йә сулаҡ та, йә сатан, еңел яраланғандары ғына матур итеп донъя көтөп бала аҫырарлыҡ бит. Ә күпме кейәүгә сығып, бала табырлыҡ ҡыҙҙарыбыҙ ирһеҙ ҡартайыша башланылар. Минең дә Билалетдинем хеҙмәт армияһынан ҡайта алманы, был донъянан китеп барҙы...
– Уф, Аллам, иҫкә төшөрҙөң бит тағын Ҡотлоғайсамды, бына мин дә итәк тулы бала менән ултырып ҡалдым. Хәҙер мин бер үҙем уларға атай ҙа, әсәй ҙә. Балаларҙы ирһеҙ ҡарауы бигерәк тә ауыр шул. Исмаһам, анау Камил ҡәйнеш кеүек ике аяҡһыҙ булып ҡайтһа ла һуғыштан, балаларына атай булып, түр башында, һүҙ ярҙамы биреп булһа ла, ултырыр ине... Юҡ инде, хәбәрһеҙ юғалды, – тине Шәмсинур күҙ йәштәрен күлмәгенең еңе менән һөртә-һөртә.
– Разифа апай бәхетле ҡатын инде беҙгә ҡарағанда, сөнки уның ире, Хәсән еҙнәй, һуғыштан иҫән-һау, орден-миҙалдар тағып, ҡайтты. Ул да, бик ныҡ яраланып, хәрби госпиталдә оҙаҡ ятҡан дауаланып. Ярай терелгән, Хоҙай уны ошо туғыҙ балаһы хаҡына уттан аралағандыр инде... Беҙ генә – тол ҡатындар хәҙер. Хәйер, ни хәл итәһең инде, түҙергә генә ҡала...
Ҡатындар, башлаған һүҙҙәренең шулай илау-һағышҡа әйләнеп китеүенә ҡыйынһынып, тиҙерәк һыуалғысҡа баҫып, көйәнтәләрен быуаның тәрәнерәк еренә һуҙып, һонолоп ҡына күнәктәренә алмаш-тилмәш һыу алдылар ҙа, әллә иң баштарына көйәнтәләп аҫҡан һыуҙың ауырлығынан, әллә һуғышта һәләк булған яҡындары тураһында йөрәктәре әсе һыҙланыуҙан, баштарын эйеп, ауыр атлап өйҙәренә табан атланылар.
Бына шундай һүҙҙәрҙе тыуҙырып, Ергәйеш ауылында бер ҡыҙ бала донъяға килде. Был 1948 йылдың июль айының һуңғы көндәрендә булды...
Ата-әсәһенең унынсы балаһы булып тыуғас, улар уға артыҡ иғтибар ҙа итеп торманылар, ул тыуған көндә үлгән ике йәшлек апаһының исемен уға ҡуштылар ҙа: «Ярар, береһе үлһә, икенсеһе тыуҙы, Аллаға шөкөр, йәшәһен инде быныһы”, – тип, үҙҙәренең һәр ваҡыттағыса тормоштары менән йәшәүҙәрен дауам иттеләр.
Ҡыҙыҡай үҙен иҫләй башлағанда, уға өс йәштәр самаһы булғандыр. Ә быға тиклем баланың иҫендә ҡалғаны уның һике янындағы ҙур артлы ултырғысҡа тотоноп, төпкө өйҙөң иҙәненә төшкәне, артабан һике йөҙлөгөнә тотоноп, йөҙлөк янынан буйлап барыуы һәм ниндәйҙер аҡ һыҙатлы күк төҫтәге күлдәк кейгән, иҙәндә сүкәйеп ултырған ир кешенең уны саҡырып ҡулдарын иҙәүе һәм һикенән ҡулдарын ысҡындырып, башта айтай баҫып тороуы, аҙаҡ ул кешегә табан бер нисә аҙым яһағаны һәм инде йығылдым тигәндә үҙен теге кешенең тотоп ҡалыуы һәм күкрәгенә ҡыҫыуы төш кеүек кенә булып хәтерендә тороп ҡалған. Ә ныҡлап иҫендә ҡалғандары былар: өй тулы ҡатын-ҡыҙ, әсәһе – тулыраҡ ҡына кәүҙәле, бик килешле буйлы олораҡ ҡатын. Көндөҙ ул бик һирәк кенә өйҙә була, сөнки көн дә колхоз эшендә. Бик тә эшкә сыҡмай балаларын ғына ҡарап ултырыр ине лә ул, тик ире бригадир булғас, уға бер нисек тә өйҙә ҡалырға ярамай. Ауылдағы ҡатындар колхоз бригадиры Хәсәнгә гелән: "Ана Разифаң сыҡһа эшкә, беҙ ҙә сығырбыҙ, ул сыҡмаһа, беҙ ҙә эшкә бармайбыҙ, " – тип кенә торалар, ул колхоз эшенә ҡуша башлаһа. Шуға күрә Банат өйҙәге Миңлегөл апаһына әсәһенә ҡараған кеүек ҡарай, сөнки өйҙәге апалары араһында Миңлегөл – иң ҙуры. Өйҙәге бөтә эштәрҙе лә иң тәүҙә башлап, һеңлеләренә урнәк күрһәтеүсе ул Миңлегөл апаһы.
Өс йәшлек Банатты апалары бик тә яраталар ине. Ҡыҙыҡайҙың һап-һары бөҙрә сәстәрен матур итеп үрәләр ҙә, төпкө өйҙөң ишек ҡаршыһында ғына, ике тәҙрә араһында, торған көҙгөгә килтерәләр, берсә ҡыҙыҡайға, берсә көҙгөгә күрһәтеп: "Был кем. Был Банат", – тип әйтәләр. Ҡыҙыҡайға был бик тә оҡшай, ул шарҡылдап көлә, үҙен донъя тотҡаһы итеп хис итә, тик апаларына бер һүҙ ҙә өндәшмәй әлегә.
Ир-ат заттары өйҙә күренмәй, кис кенә бер ерән мыйыҡлы кеше өйгә инә һәм бөтә өй эсе уның тирәһендә йүгерешеп йөрөп, уға ярарға, күңелен күрергә тырыша башлай; кемдер итектәрен йыуып, киптерергә ҡуя, кемдер аш бүлмәһендәге ҡулдан һуғылған балаҫ йәйелгән һикегә ашъяулыҡ йәйә. Әсә кеше пары бөркөп торған ит тулы ағас табаҡты ашъяулыҡтың уртаһына ҡуя. Ҡыҙҙарҙың береһе һикенең иң түренә мендәр ҡабартып һала. Әсәләре; “Атаһы, ашарға ултыр, ашъяулыҡ йәйеп бөттөк” – тип ерән мыйыҡлы кешене алғы аш бүлмәһенә саҡыра. “Әһә, был кеше-атаһы икән” – тип уйлай Банат һәм уның янына барып; “Атаһы, ашарға сыҡ инде, аш һыуына бит”, – тип әсәһенең һүҙҙәрен ҡабатлай. Өй эсендәгеләр рәхәтләнеп көлөшәләр. Атай кеше һикенен иң түренә менеп, һул ҡабырғаһына ята. Ҡыҙҙар, олоһонан башлап кесеһенә тиклем, аталарының аяҡтары буйынан һикелә урын алалар. Зур ағас табаҡтағы һалмалы ашты һикенең бер ситенә килтереп ҡуйғас, әсәләре, ҡулына ижауын тотоп, алюмин тәрилкәләргә аш ҡоя, ҡыҙҙарына таратып бирә. Атай кеше мейестән яңы ғына бешеп сыҡҡан икмәкте – бер ҡулына, икенсе ҡулына ҙур бысаҡ тотоп, бисмиллаһын әйтеп, ҡулдарына өрә-өрә икмәк телә. Аш һыуынғансы ололар Банаттың нисек өс йәшенә тиклем йүнле бер һүҙ ҙә әйтмәй йөрөгәнен иҫтәренә төшөрөп алалар. Инде ата-әсәһенең бөтә түҙемлектәре бөтөп: “Был бала теге аръяҡ Фәхерниса кеүек телһеҙ булмаһа ярар ине", – тип әйткәндәрен ишетеп ҡалған ҡыҙ бала: "Юҡҡа ҡурҡаһығыҙ, мин һөйләшә беләм ул, ана теге ҡара табаҡтағы кешеләрҙән әллә күпме һүҙҙәр өйрәндем инде", – тип стенала эленеп торған ҡара тәрилкә радиоға төртөп күрһәтте лә: "Тик апайымдарҙың минең менән бәпес менән һөйләшкән кеүек сөсөлдәшкәндәренә үсегеп, берегеҙгә лә өндәшкем килмәне. Әйтегеҙ апайымдарға, улар миңә ҙур кешегә ҡараған кеүек ҡараһындар, сөсөлдәшмәһендәр бүтән, мин бит инде ҙур үҫтем", – тип, һикелә аяҡ өҫтө баҫып, ҡулдарын юғары күтәреп, үҙенең ҙур кеше икәнлеген ололарға белдереп ҡуйҙы...
Бына тимер һауыттарҙағы аш һыуына төштө. Өйҙә тынлыҡ урынлаша, ашағанда шаулашырға ярамай икәнен һәр бер бала белә, аңлайҙар ата-әсәһенең колхоз эшенән арып-талып ҡайтҡан икәнен. Ә бәләкәй ҡыҙыҡай аш та, ит тә ашарға яратмай, ул атаһы менән әсәһе уртаһында ултырған көйө һикенең һул ситендәрәк түҙемһеҙлек менән ҡаҙанда ҡайнап сыҡҡан һөттө көтә... Был хәтирәләр уның бала сағындағы иң сағыу буяуҙары булып иҫендә ҡалған картиналар.
Бер төндө ниңәлер бик яҡты булып киткән кеүек булды. Өй эсе тып-тын, эштән арып йоҡоға талған ата-әсәһенең генә унда-бында ауыр һулап ҡуйғандары һәм бесәйҙең мышнағаны ғына ишетелеп ҡуя. “Нимә булды икән?” – тип уйланып ята торғас, ҡыҙыҡай күҙ ҡабаҡтарының нисек ауырланып ябылғанын да һиҙмәй йоҡоға талды. Иртән тороп, тәҙрәнән тышҡа ҡараһа, ер өҫтө ап-аҡ төҫкә ингән.
– Нисек инде шулай ер аҡ күлдәк кейҙе икән, ә күлдәге нисегерәк икән, – тип, ҡыҙыҡай яланаяҡ көйө ишек алдына йүгереп сыҡты ла ап-аҡ ергә баҫып ҡараны.
– Әлеү-әлеү, өшөтә! – тип, тиҙ генә өйгә йүгереп ингәндә тупһалағы ҡарҙы бәләкәй генә усына алырға өлгөрҙө.
– Әсәй, ҡара әле, мин усыма аҡты тоттом, – тип, усын асып, бер ҡулынан икенсеһенә аҡ ҡарҙы күсерҙе. Аҡ әйбер ҡулдың йылыһынамы, әллә мейестән бөркөлгән эҫегәме баланың ҡулында кәмегәндән-кәмей төшөп, һыуға әйләнде.
– Нишләп аҡ һыуға әйләнде? – тип һораны ҡыҙыҡай.
– Ул аҡ әйберҙең исеме ҡар, ул бик һыуыҡ, тышта ул ап-аҡ булып тора, ә йылыға инһә, һыуға әйләнә, – тип аңлаттылар өйҙәге ололар балаға. – Һин ҡарҙы ҡулдарыңа алма, сөнки ул бик ныҡ өшөтә, хатта һыуығы кешене ауырыта.
Ҡарҙың күҙ ҡыҙҙырғыс матур булһа ла, мәкерле икәнен ҡыҙыҡай бик тиҙ арала үҙ тиреһендә аңланы.
Әсәһе, Миңсара апаһынан иҫкереп тороп ҡалған бишмәтенән, тышта кейергә тип, уға пальто кеүегерәк йылы кейем тегеп бирҙе, аталары һунарҙа тотҡан ҡуян тиреһенән яға ла ҡуйҙы. Банат был кейемде бик тә оҡшатты, бер нисә тапҡыр өйҙә кейеп ҡараны, ул кейем бик тә йылы, ә яғаһы – йоп-йомшаҡ. Атаһы бер нисә көн элек кенә уға ике бәләкәй генә йомро башлы таҡта киҫәктәрен ике арҡыры таҡта менән ҡоршап, сана эшләп биргәйне. Бөгөн өҫтөнә йылы кейем кейгәс, Банат ишек алдына сыҡты, бәләкәй генә тумәләстән санаһында шыуҙы ла шыуҙы. Әсәһе көскә уны тыштан алып инде. Ә кискеһен... Кис Банаттың тамағы бик ныҡ ауырта башланы, төндә лә йүнләп йоҡлай алманы, өҫтөнә ябылған ҡорамыш юрғанын берсә үҙенең өҫтөнән тибеп осорҙо, берсә, ҡулдары менән һәрмәштереп табып, башынан алып бөркәнеп ятты. Әсәһе бер нисә тапҡыр ҡулдарын ҡыҙыҡайының маңғайына ҡуйып ҡарағандан һуң, усағын яғып, май айында ғына йыйылған сәскә майын эретеп, бер ҡалаҡ майҙы Банатҡа ҡаптырҙы, һуңынан мәтрушкә сәйен дә эсерҙе. Ниндәйҙер һаҫыҡ еҫле үтә күренмәле шыйыҡсаны аталарының һуғыштан алып ҡайтҡан алюмин фляжкаһынан ҡойоп алып, йылы һыу ҡушып, бер сепрәккә һеңдерҙе лә, ҡыҙыҡайҙың муйынына бәйләне. Үҙенең селтәрләп дебеттән бәйләнгән йоҡа шәлен дә балаһының муйынына ураны. Ҡыҙыҡай, теге һаҫыҡ еҫтән башы әйләнеп, йоҡлап китте.
Иртәнсәк йоҡонан уянғанда уның тамағы ауыртмай ине, тик нишләптер әсәһе уны урамға ул көндө сығарманы... Ә кис көнө өй эсен тәмле бер еҫ ҡаплап алды; усаҡ өҫтөндәге ҡаҙандан сыға ине был еҫ. Кис барыһы ла ултырып ҙур батмуста ятҡан ит киҫәктәрен алып ашанылар. Ҡыҙыҡай иртән йорт алдына сығып, һарайға ҡарап торғанда ниңәлер ҙур ғына үгеҙ башмаҡты күрмәне кәртәләге малдар араһында. Ә мунса артына сығып, һайғауҙан тотолған кәртәгә ҡараһа, теге башмаҡтың тиреһен күреп таң ҡалды, яҡын барып ҡулдары менән һыйпап ҡарағас, тиҙ генә ҡулдарын тартып алырға мәжбур булды, сөнки тире һып-һыуыҡ ине. Был көндө ҡыҙ бала үҙенә бик ҙур һәм ауыр асыш яһаны: малдарҙы кешеләр ит эшләр өсөн аҫырайҙар икән. Эх, нисек йәл!
Бына шул көндән бирле ул ит ашамай, ә тик һөт кенә эсә...
Тағы бер ҡыш, бер йәй үтеп китте, ҡыҙыҡай байтаҡ әйберҙәрҙе күреп белде. Хәҙер инде ул ҡыш булғас элекке кеүек ҡарҙы бик кисмәй, аяҡ кейемдәрен дә сылатмай, ваҡытында ҡулына бейәләйен дә кейергә өйрәнде. Йәй көнөндә өйҙәре янында, еңел генә күлдәк кейеп, йүгереп йөрөргә, сепрәк тупты стенаға бәреп уйнарға, ямғырҙан һуң яланаяҡ көйө күләүектәрҙәге күбектәргә баҫырға тырышып, һыу сәсрәтеп йүгерергә лә, ишек алдында йөрөгән ҡаҙҙарҙан суҡылмаҫ өсөн, тупһа алдына һикереп менергә лә өйрәнеп бөттө, тик бына бөтөн кешеләрҙең дә яҡшымы-яманмы икәнлеген әле аңламай, “ярай” менән “ярамай”ҙы ла бик үк төшөнөп етмәй ине, шуға күрә күршеләге бер оло ғына апайҙан әрләнеп тә алды.
Бер көндө Банаттың күрше ауылда йәшәгән Хөсәйен ағаһы бала-сағалары менән аталарына ҡунаҡҡа килде. Ул ағаһының Банаттан өс йәшкә оло ҙур улы Илдар бик шуҡ малай ине. Теге малай нишләптер ҡартаталарынан ике өй аша йәшәгән Фатима исемле апайҙы яратып бөтмәй ине: әллә уның бите быжыр булғанға, әллә өйөнөң тәҙрәһе ергә һеңеп барғанға. Ул Фатима апайҙың йылғаға һыуға барғанын көтөп кенә тора ла, һыу тулы күнәктәрен көйәнтәләп, Банаттарҙың өйө янынан үтә башлаһа “Батый, Бызыр Батый!” – тип үсекләргә керешә. Һеңлеһе Банат та ағаһынан ҡалышмай, Фатима апайҙы үсекләй. Фатима апай асыуланһа ла, көйәнтәһен ташламай, үҙ өйө яғына атлай, үҙе нимәлер һөйләнә. Был балаларға тағы ла ҡыҙығыраҡ күренә, улар апайҙы өйөнә еткәнсе апайҙың ҡушаматын әйтеп, уның артынан үртәп баралар. Илдар, хатта апайҙың тәҙрәһенә яҡын килеп, ҡысҡыра: ”Бызыр Батый”. Бәләкәй ҡыҙыҡай ҙа, һап-һары сәстәрен елберҙәтеп, бәләкәй аяҡтарын йыш-йыш алмаштырып, ағаһы янынан йүгерә, ағаһының һүҙҙәрен ҡабатлай. Апай өйөнә инеп юғала һәм бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡулына кесерткән тотоп, балаларҙы ҡыуа башлай, тик ниңәлер ҡыуып етеп, кесерткәндән саҡтырмай, ә бер аҙ ҡыуғандан һуң, тиргәнә-тиргәнә өйөнә табан юл тота. Илдарға был бик тә ҡыҙыҡ тойола, ул апайҙы тамам яфалап бөтмәйсә, үсекләүҙән туҡтамай.
Моғайын, теге Фатима апайҙың түҙемлеге бөткәндер, кискә табан ул Хәсән менән Разифаларҙың өйөнә, ауылдағыса ғына: “Әле шәпһегеҙме!” – тип әйтеп, килеп инде. Илдар уны күреү менән өйҙөң төпкө бүлмәһенә инеп, ишекте эске яҡтан келәгә элеп ҡуйҙы, ә уны-быны аңлап етмәгән Банат теге апай менән әсәһе араһында тороп ҡалды.
– Шәпбеҙ әле, әйҙә, Фатима һылыу, түргә уҙ, – тип, Разифа саҡырылмаған ҡунаҡты һикегә саҡырҙы.
– Эйе шул, ултырып торам бына, һин, Разифа апай, мине түргә ултыртырға тырышҡансы, бынау балаңдың һәм ейәнеңдең нимә эшләгәнен һора! Оятһыҙҙар, тәрбиәһеҙҙәр икән балаларың! – тип, әсә кешене битәрләй башланы.
– Туҡта әле, Фатима һылыу, шундай ҡаты һүҙҙәр әйтерлек нимә булды.
Банат ҡурҡыуҙан ҡалтырап тора, нисек яуап бирһен инде. Әсә кеше, быны күреп, тағын Фатимаға өндәште;
– Нишләп бала ҡурҡытып ҡысҡырынаһың, һәйбәтләп әйт, зинһар өсөн, ни булды?
– Мин һыуға барғанда һеҙҙең яндан үткән һайын мине үсекләйҙәр. Уныһы ғына етмәгән, өйөмә хәтлек мине үсекләп, артымдан сабалар, өйөмдең нигеҙенә менеп тәҙрәмде шаҡып, мине рисуайлап, Бызыр Батый тип, ҡысҡыралар. Балаларыңды был ҡылыҡтарынан туҡтат, юғиһә үҙҙәрен тотоп, кәрәктәрен бирермен, – тине лә, Банатты уҫал күҙ ҡараштары менән өтөп, өйҙөң ишеген дер һелкеткәнсе япты ла, шарт-шорт атлап сығып та китте... Ул көндө ғәйепле балаларға ярайһы ғына һабаҡ ишек башында торған нәҙек кенә тал сыбығы менән бирелде. Ҡыҙыҡай төшөндө бик тиҙ, әгәр ҙә яңылыш эш эшләһәң, тал сыбығынан һабаҡ бирелә икәнен, шуға күрә, ата-әсәһе күҙҙәре менән генә теге тал сыбығы яғына ҡараһалар, тиҙерәк икенсе бүлмәгә инеп юғалырға кәрәклеген дә аңлап алды.
Өй эсендәге апайҙары ҡыҙыҡайҙы бик яраталар, уның менән бер туҡтауһыҙ уйнайҙар, хатта йәпәләп тә йөрөтәләр. Бәләкәй апаһы Файза, ҡулдарына китап тотоп, дәрес әҙерләргә ултырһа, Банатҡа ҡәләм менән аҡ ҡағыҙ битен бирә, рәсемдәр төшөрөп күрһәтә, ә ҡайһы саҡ хәрефтәрҙе лә бик ҙур итеп яҙғылаштыра ла, һеңлеһенә шундай таяҡтарҙы төшөрөргә ҡуша. Ҡулынан килһә лә, килмәһә лә, ҡыҙыҡай, уң ҡулына ҡәләмен ҡыҫып тотоп, тырыша-тырыша төрлө һыҙыҡтар яһай, таяҡ кеүектәрен бер-береһе менән тоташтыра. Бына өй ҡыйығына оҡшатып ике таяҡтың башын бергә тоташтыра ла, ҡап уртаһын туры килтереп арҡыры һыҙыҡ үткәрә. "Ҡарағыҙ әле, Банатыбыҙ А хәрефен төшөргән, – тип, шатланып апайҙарын яндарына саҡырып ала Файза, ә Банат, маһайыңҡырап ҡарап тора ла: "Мин тағы ла бер хәрефте яҙа беләм әле. Мине Файза апайым яҙырға өйрәтте, ул теге беҙҙең йылғала сәкән уйнаған малайҙарҙың таяҡтары кеүек. Ул хәреф менән минең Гөлшат апайымдың исеме башлана. Бына ҡарағыҙ!" – тип, ҡағыҙ битенә Г хәрефен яҙып ҡуя. Апалары уны: "Бигерәк тә аҡыллы һылыуыбыҙ бар. Ул инде хәҙер ҙур үҫкән, хәрефтәр яҙа башлаған!" – тип маҡтайҙар. Ҡыҙыҡайға маҡтау май менән бал кеүек тәмле, ул тағы ла ҙурыраҡ тырышлыҡ менән, ҡәләмен тел осона тейҙереп еүешләп, дәфтәр битен тултыра башлай. Барыһы ла үҙ эштәре менән мәшғүл, нишләп был бала тынып ҡалды тип, Банатҡа ныҡлабыраҡ апалары ҡараһа, уның теле шәмәхә төҫөндә, бармаҡтары ла химик ҡәләмдең буяуына бысыранып бөткән. "Эй, әсәйҙән эләгә инде былай булғас, тиҙерәк йыуырға кәрәк, " – тип, һеңлеләрен, ҡулынан ҡәләмен көслөк менән тартып алып, йыуынғыс янына баҫтыралар ҙа бите-ҡулдарын йыуа башлайҙар. Һыу һыуыҡ, ҡыҙыҡай сырылдап, ҡысҡыра, тартыша, ләкин апаларының ҡулдары көслө, улар ныҡ тоталар. Бына инде йыуып та бөтөрҙөләр, ләкин шәмәхә төҫ тәндән тиҙ генә юйылмай икән. Әсәләре эштән ҡайтҡансы, Банатты тиҙерәк урамға санала йөрөтөргә сығаралар, моғайын, тышта оҙағыраҡ йөрөтһәк, буяу төҫһөҙләнер ҡарҙан, тип. Уны өс апаһы йылға өҫтөндәге йоҡа ғына, шып-шыма, үтә күренмәле боҙ өҫтөнән шыуҙыралар, үҙҙәре лә әле береһе, әле икенсеһе, тайғаҡ боҙҙа тәгәрәй-тәгәрәй, еүешлектән һыуыҡта ҡатҡан боймаларында шыуалар. Балалар, бөтөн донъяларын онотоп, уйнайҙар, арығас, күмәкләшеп, өйгә килеп тулалар. Колхоз эшенән арып ҡайтҡан әсә, балаларын ҡаршы алып, иң тәүҙә бәләкәй ҡыҙының пальтоһын, башындағы шәлен һалдыра ла, ни көлөргә, ни ҡурҡырға белмәй, бәләкәйен ҡарарға керешә. Ҙур ҡыҙҙар ҡурҡышып ҡына баҫып торалар, баштарын эйеп. Иң оло Миңсара апалары, көҙгө тотоп, Банаттың ҡаршыһына килеп баҫа ла: "Ҡарағыҙ әле, һылыуыма шәмәхә төҫ нисек килешә икән", – тип шаяртҡан була, көҙгөлә ҡыҙыҡайҙы ҡүрһәтеп. Һеңлеләре пырхылдашып көлөшәләр ҙә, тиҙерәк, гонаһтарын юйыр өсөн, әсәләренә ярҙам итешергә тотоналар: кем йылғалағы мәкенән һыу ташый, кем утын алып инеп, мейес артына һала, кем бәрәстәрҙе һарайға һарыҡтарҙы имеҙергә алып сыға башлай, көндәгесә тормош дауам итә өйҙә.
БАНАТ ВӘЛИЕВА-ЯУБАҪАРОВА.