- Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар! - Эш сәғәте башланып та өлгөрмәҫтән кабинетыбыҙға ҡосаҡҡа һыймаҫлыҡ гөлләмә тотоп бер егет килеп инде. - Ошо бүлмәләге иң сибәр ҡатынға тапшырырға ҡушҡайнылар.
Ҡаршымда ултырған Зилиә менән бер-беребеҙгә ҡарашып аптырашабыҙ.
- Һиңәлер, - тим Зилиәгә, сөнки үҙем бер кемдән дә сәскә көтмәйем. - Йә Миҙхәтовнаға.
Хеҙмәттәшем гөлләмә араһына ҡыҫтырылған яҙыуҙы тартып сығара:
- Шуға инде. Кемгә булһын...
Ундағы "Донъялағы иң сибәр ҡатынға. Үбәм! Яратам!" тигән һүҙҙәрҙе икәүләп бер тауыштан ҡысҡырып уҡыйбыҙ ҙа һәр ҡайһыбыҙ үҙ урынына барып ултыра. Компьютерымды ҡабыҙып ҡуйһам да, эшкә тотона алмай бер булам. Күҙҙәрем һаман күрше өҫтәлдә хуш еҫ бөркөп ятҡан теге гөлләмәнән айырыла алмай. Бигерәк тә анау "Донъялағы иң сибәр ҡатынға" тигән һүҙҙәре әллә ниндәй хыялый уйҙарға тарыта, ә "Үбәм! Яратам!" тигәне иһә, бер туҡтамай күңел төбөн ҡытыҡлай. Ысын мөхәббәттең барлығына тамам ышанып, шул гөлләмәне үҙемдекеләй ҡабул итеп, иләҫ-миләҫләнеп ултырған еремдән Зилиәнең тауышы ысынбарлыҡҡа һөйрәп ала:
- Хәтәр, ивет? Миҙхәтовнаны әйтәм. Донъялағы иң матур ҡатын, имеш.
Хеҙмәттәшемдең тауышында көнсөллөк ноталары тойоп, йылмайып ҡуям. Тимәк, тим, кем өсөндөр ул иң матуры. Һөйләшеүебеҙ ошо урында өҙөлөп ҡала, сөнки кабинетҡа Зилә Миҙхәтовна үҙе килеп инә. Инеү менән теге гөлләмәне ҡосағына алып, онотолоп еҫкәй, ундағы һәр сәскәне тотоп ҡарай, ҡағыҙҙағы яҙыуҙы уҡығанда иһә, йәш ҡыҙҙар ише хисләнеп, шашып-шашып көлөп ҡуя. Беҙ уның был ҡыланыштарынан эшебеҙҙе генә түгел, бөтә донъябыҙҙы онотоп, һәйкәл ише ҡатҡанбыҙ. Ошо минутта, моғайын, Зилиә лә, минең кеүек, бар бит ул ер йөҙөндә бәхетле ҡатындар, тип уйлап ҡуйғандыр.
Сәскәләрҙе һыулы вазаға урынлаштырып, бер аҙ тынысланғас, башты баҫып эшкә керешәбеҙ.
- Миҙхәтовна, кемдән ул был сәскәләр? - тип, тынлыҡты шаталаҡ Зилиәбеҙ боҙа.
Мин уңайһыҙланып китәм, сөнки хәбәрен уйламайыраҡ һөйләгән, шул арҡала йыш ҡына үҙен дә, беҙҙе лә уңайһыҙ хәлдәргә ҡалдырған Зилиәнең был һорау менән генә сикләнмәҫен яҡшы беләм.
- Һөйәркәгеҙҙәнме әллә? - Шаталаҡтың һорауы тамам шаңғыта. Ялп итеп күрше өҫтәл артындағы Зилә Миҙхәтовнаға ҡарайым. Ул иһә тып-тыныс, йөҙөндә минеке ише аптырау ҙа, асыуланыу ҙа юҡ. Әллә һаман теге шауҡымдан айный алмай ултыра инде?
- Иремдән, - ти ул үҙенә генә хас иплелеген һаҡлап. - Сәскәне һөйәрҙәр генә бүләк итә тиме?
Зилиә миңә тексәйә:
- Ыстағый! Алай ҙа була икән …
Эш көнөнөң төшкәсә ваҡыты мәңгелек мөхәббәт, ысын бәхет, ҡатын-ҡыҙ һәм ир мөнәсәбәте кеүек төшөнсәләр тирәләй әйләнеп үтә. Миҙхәтовна һөйләгән һәр һүҙгә илереп, күңелдәребеҙҙе әллә ниндәй үҙебеҙгә лә аңлашылып бөтмәгән татлы хистәргә йылытып ултыра бирәбеҙ. Ул иһә иренең үҙенә булған иҫ киткес яҡшы мөнәсәбәтен, уртаҡ һөйөүҙәрен әкиәттәгеләй итеп һөйләй, ул һөйләгән һайын әллә ниндәй сихри донъяларҙы урап ҡайтабыҙ.
- Ул мине йыш ҡына шулай ҡыуандырып тора. - Өлкән хеҙмәттәшебеҙ серле йылмайып, теге гөлләмәгә ымлай. - Сюрприздар яһарға ярата.
"Сюрприз" һүҙен ишеткәс, Зилиә тағы ла йәнләнә төшә, хас бәләкәй бала ише усын-усҡа ыуып ала:
- Уларҙы кем дә ярата инде ул!
Башҡаларына оҡшамаған, серле генә башланған көнөбөҙ күтәренке кәйеф, матур хис-тойғолар солғанышында үтеп китә.
Өйөмә ҡайтҡас та шулар тәьҫиренән айный алмай бер булам. "Булһа була бит ул донъяла ирҙәр" тигән уй ҡорт ише елегемде һура. Утыҙ йылға яҡын бергә йәшә лә, һаман ҡатыныңа гөлләмәләр бүләк итеп, "яратам" тип яҙып ят инде! Зилиә әйтмешләй, хәтәр бит әй! Романтика!
Бығаса эшләгән еремдә ундайҙы күргәнем булмағас, аптырап бер булам. Ундағы ҡатындар ирҙәренә зарланып, шуларын эттән алып эткә һалып әрләп ултырырҙар ине. Зилә Миҙхәтовна менән эшләүемә бер ай, шул ваҡыт эсендә ире хаҡында бер алама һүҙ ишеттергәне юҡ. Гел маҡтап, яратып ҡына телгә ала. Хәйер, ундай ирҙе ҡалайтып яманлап ултырмаҡ кәрәк? Ул бит алтын биҙәүестәр алып бирһенме, ресторандарға саҡырһынмы, ә бүләк ителгән күлдәк-итектәрҙең иҫәбе-һаны ла юҡ. Улары гел сифатлы, ҡыйбатлы бит әле! Шәшке тундың да әллә бишенсеһе, әллә унынсыһы, хәтеремдә түгел, ти бит ана. Ә телефонына килгән смс-тарын уҡыһаң! Ундағы баллы-татлы һүҙҙәрҙән уның түгел, үҙемдең башым әйләнеп туҡтай. Үәт яҙа бит, ә! Аҡҡошом да аппағым, һағындым да яратам…
"Әй, ҡартлас, - тигән була апайыбыҙ уңайһыҙланып, - әллә ниҙәр яҙып бөтә инде ошо!" Шулай тиһә лә, йөҙөнән йылмайыу китмәй, күҙҙәре йәш ҡыҙҙарҙыҡы ише көлөп тора. Шул смстағы һүҙҙәргә шаҡ ҡатып, беҙгә лә күрһәтә, йәнәһе, шул йәштә кеше ошоларҙы яҙамы?
- Нишләп яҙмаһын? - Ултырған еребеҙҙән Зилиә менән ҡушарлап ҡалҡабыҙ. - Яҙа инде яратҡас!
Ә Миҙхәтовнабыҙ һаман, китегеҙ, кит, ҡыҙҙар, тигән була. Ярата тиһәң дә инде, һағына тиһәң дә инде, тип шаҡ ҡата.
Булһа була бит донъяла ирҙәр! Ябай ғына, бертөрлөлөк баҫып барған тормошоңдо шау байрамға әйләндереп, гөл- сәскәләргә күмеп ташлаған тормош юлдаштары бик һирәк булалыр инде ул…
* * *
Икенсе көндө апайыбыҙ күҙҙең яуын алып торған бейек үксәле туфлиҙарҙа килеп инде. "Бына, - ти ул, - кисә ҡайтһам, ишек төбөндә ошолар ултыра…" Лампочка яҡтыһында әле бер, әле икенсе төҫкә инеп ялтлап торған туфлиҙарҙы әйләндереп-әйләндереп ҡарайбыҙ, әйләндергән һайын тел шартлатабыҙ.
- Хаҡы яҙылған ҡағыҙҙы сүп биҙрәһенә ырғытҡан булған, табып алып ҡараһам, саҡ йығылып китмәнем. - Хеҙмәттәшебеҙҙең аҡсаға үтә һаҡсыл ҡарашлы икәнен белгәнгә, был ҡылығына артыҡ иҫебеҙ китмәй. - Ышанаһығыҙмы, юҡмы, егерме биш мең тора ошолар!
Зилиә лә, мин дә ҡараштарҙы ялтыр туфлиҙарҙан йәһәт кенә үҙ аяҡтарыбыҙға күсерәбеҙ. Әстәғәфирулла! Беҙҙекеләр быларҙың ярты хаҡы ла тормай! Кейеп йөрөү ҙә оят!
Кәйефебеҙ тамам төшөп, башкөлләй эшкә сумабыҙ. Апайыбыҙ иһә һәр ваҡыттағыса йырлай-көйләй эшен башҡара, шул ыңғайҙа бөгөн кис ире менән парлашып магазиндар буйлап йөрөйәсәген, унан ресторанға барасаҡтарын һөйләй.
- Ҡыҙҙар, - ти ул ҡапыл йәнләнеп китеп. - Шул тиклем бәхетлемен! Һеҙгә лә шуны теләйем.
- Ыһы... - әлеге шул Зилиәбеҙ көрһөнә, - көтөрһөң минекенән бәхетте…
Мин өндәшмәй генә үҙемдекен уйлайым. Иремдең үҙемә бүләк итмәгән гөлләмәләре хәтергә төшөп асыуымды ҡабарта. Ярай инде, алтын-көмөшкә үҙемдең иҫ китмәй, егерме биш меңлек туфли кеймәй ҙә түҙә алам, ул ресторан-маҙарына ла бер инмәһәм дә үкенәһем юҡ, ә бына ошолайтып, исмаһам, ғүмер эсендә бер тапҡыр сәскә ебәрһә, ҡалай шәп булыр ине. Кеше араһында.
Шул саҡ күҙ алдыма хыялым тыуҙырған ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр килеп баҫа, хатта танауыма шуларҙың башты әйләндерер хуш еҫе килеп бәрелгәндәй була.
- Ҡыҙ-ҙа-ар! - Бер нисә көндән Миҙхәтовнабыҙ йәнә ҡояштай балҡып килеп инә. - Кисә ирем яңы машина алып ҡайтты. - Үҙе өҫтәлгә торт, татлы тәмлекәстәрен теҙә. - Шул хөрмәткә сәй эсеп алырбыҙ, йәме.
- Везет һеҙгә! - Зилиә компьютерының төймәләренә бар көсөн йыйып баҫырға тотона. - Шундай ир менән!
- Иҫән-һау йөрөргә булһын, Зилә апай, - тим мин, көҙгө ҡаршында бөтөрөлгән апайыбыҙға ҡарап. Үҙем эстән генә, их, бер күрһәң ине шул ирҙе, тип уйлап ҡуям. Шул саҡ күҙ алдыма билдәле бизнесмендар, актерҙар, тағы әллә ниндәй күркәм ҡиәфәтле ирҙәр килеп баҫа ла, Миҙхәтовнаныҡын шуларҙың ҡайһыһы менән сағыштырырға белмәй йонсойом.
- Минең "быҙау" инде ун йыл бер машинала йөрөй! - Янымдағы Зилиәнең тауышы һиҫкәндереп ебәрә. - Эшкинмәгән!
Теге ирҙәрҙе ташлап, минең уйҙар ҙа үҙебеҙҙең машина тирәләй әйләнергә керешә. Шуны йөҙ һүтеп һалып, туҡһан туғыҙ тапҡыр йыйған иремде уйлап ҡуям.
Сәй артында ла бар хәбәр шул етеш һәм етешһеҙ тормош, булдыҡлы һәм эшкә ашмаған ирҙәр, бәхетле һәм бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ хаҡындараҡ бара. Шаталаҡ Зилиәбеҙ бығаса асмаған серҙәрен, аһ-зарын сығарып һалһа, мин уйымда ғына осһоҙ-ҡырыйһыҙ бурыстарҙы, эшләнеп бөтмәгән ремонтты, боҙолоп йонсотҡан машинабыҙҙы һәм магазиндарҙа йылдар буйы мине көтөп арыған шәшке тундарҙы уйлап көрһөнәм. Миҙхәтовнабыҙ ғына май ҡояшылай балҡып ултыра бирә. "Өйөбөҙҙөң икенсе ҡатын эшләп йөрөй әле", - тип беҙҙе ирештергәндәй, йәнә шул ире хаҡында һүҙ башлай.
- Берәй көн һеҙгә ҡунаҡҡа барайыҡ әле! - Зилиәнең әйткәненә мин дә елкенеп китәм:
- Саҡырһағыҙ инде.
Апайыбыҙ беҙҙең балалар ише талпыныуыбыҙҙы әллә ысынға алмай, серле йылмайып ултыра бирә. Ныҡымыш Зилиә иһә уртаҡ хыялыбыҙҙы ысынтылап тормошҡа ашырмаҡ булып, уңайлы көн, алып барасаҡ күстәнәстәребеҙҙе барлай башлай. Ҡаршыбыҙҙа беҙҙе тыңлап, шымып ҡалған хеҙмәттәшебеҙ йөҙөндә уға хас булмаған борсолоу ҡатыш ҡурҡыу шәйләп ҡалам, шуға ла барлыҡҡа килгән көсөргәнеште йомшартмаҡ булып:
- Әрһеҙләшеп ултырабыҙсы, - тигән булам.
Бығаса осоп-ҡунған Зилиәм дә тымып ҡала:
- Эйе шул. Алйоттар.
* * *
Бынан ары көндәрҙә ҡунаҡ хаҡында бөтөнләй һүҙ ҡуҙғатмайбыҙ. Эш бүлмәбеҙгә ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр, ялтыр ҡаптарҙа төрлө бүләк-сюрприздар, Миҙхәтовнабыҙ телефонына аңдарҙы томалап, өсөбөҙҙө бер юлы һуштан яҙҙырырлыҡ смс-хәбәрҙәр килеүе беҙҙең өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнеп туҡтай.
Апайыбыҙҙың бәхетенән өлөш алып, уның йылыһында йылынып, ҡот, йәмгә ҡойоноп йәшәп ятҡан бер көндө Зилә апайыбыҙ эшкә килмәне лә ҡуйҙы. Уның урынына өсөнсө ҡаттан берәүҙе төшөрөп ултырттылар. Күркә ише ҡабарынҡы ҡиәфәтле ханым менән эшләү миңә лә, Зилиәгә лә оҡшаманы. Ул көндө бүлмәбеҙҙең дә йәме юғалғандай булды. Көноҙоно Миҙхәтовнабыҙға әле беребеҙ, әле икенсебеҙ шылтыратып торҙоҡ. Тик уның телефоны һүнгәйне. - Һине хужа саҡырта, - тине теге "күркә" эш сәғәте бөтөп барғанда. - Срочно!
Барып инеү менән етәксебеҙ өлкән хеҙмәттәшем хаҡында һүҙ башланы. Унан бер хәбәр ҙә юҡлығын белгәс, адресын тоттороп, эштән һуң өйөнә барып килеүемде, аҙаҡ үҙе менән бәйләнешкә сығыуымды һораны.
Ҡағыҙ киҫәгенә яҙылған адресты ҡат-ҡат уҡыйым, үҙем иһә ул урамдың ҡайҙалығын яҡынса ла самалай алмай аптыранам:
- Лесная, 192. Лес…
- Йәһәннәмдә ул урам. Такси алып бар. - Теге ханым хәлемде еңеләйтмәк булыпмы, турһайып ултырған еренән телгә килә. - Былай тапмаҫһың.
Таксист егет мине ҡараңғы шырлыҡта ҡалдырып китте. Ул урамға машина менән инеп булмай,- тине ул, - аръяғына йәйәү барығыҙ.
Теҙелеп киткән эреле-ваҡлы өйҙәр рәтенән Миҙхәтовнаның ике ҡатлы йортон эҙләп йөрөй торғас, ныҡлап ҡараңғы төштө. Лауылдашып өргән эттәр тауышынан ҡотом осоп алға бара торғас, үҙемә кәрәкле адресҡа килеп төртөлдөм дә, күҙҙәремә лә, ҡағыҙҙағы яҙыуға ла ышанмай туҡтап ҡалдым. Сөнки мин эҙләгән ике ҡатлыһы урынында иҫке генә йорт ишараһы ултыра ине. Яңылышҡаныма тамам ышаныр өсөн ҡапҡа аша эскә үтәм. Бикле ишекте ҡаға торғас, эс яҡта аяҡ тауыштары ишетелде. Йөрәгем күкрәгемде емереп сығырҙай булып тибә, үҙем иһә бына-бына берәй эскесе ир килеп сығып, башыма тондорор тип көтәм.
- Ке…кем? - Күңелемә яҡын тауыш бар насар уйҙарымды юҡҡа сығара.
- Мин, мин, - үҙем ишек тотҡаһына тағы ла нығыраҡ йәбешәм, әйтерһең дә, былар барыһы ла төштә генә, ҡулымды саҡ ҡына бушатһам, ошо ишек юҡҡа сығыр ҙа, уның менән бергә бар нәмә юғалыр төҫлө. Ул асылғансы, ҡарашым менән әйләнә-тирәне байҡайым, һаман да теге ике ҡатлы йортто, ялтлап ултырған машинаны тапмаҡ булам.
- Миҙхәтовна?- Һөйрәлеп тигәндәй килеп сыҡҡан хеҙмәттәшемде күргәс, сәрелдәп ҡысҡырып ебәрәм дә, үҙ тауышымдан үҙем ҡурҡып, тупһаға ултыра төшәм. Ул яныма сүгә. Быларҙың барыһы ла өндә икәненә тамам ышаныр өсөн уның биттәренән, сәстәренән һыйпайым, ҡулдарын тотоп ҡарайым да, түгелеп илап ултырған апайымды ҡосағыма алам. Байтаҡ ҡына шулай ултырғандан һуң ауыр көсөргәнеште ул боҙа:
- Аптыраныңмы?
Ни хаҡында һүҙ барғанын яҡынса самалаһам да, үҙемдә "эйе" йә "юҡ" тип әйтерлек көс таба алмайым. "Асыуланма, йәме", тигәненә яуап итеп баш ҡына сайҡайым.
- Алдаҡсы тип асыуланма. - Ул үҙенә генә хас иплелек менән һүҙен ялғап китә. - Ғүмерем буйы кешесә йәшәргә хыялландым. Ир төҫлө ир, донъя ише донъя күргем килде. Тырыштым, эшләнем, балалар таптым.
Шул саҡ береһе Мәскәүҙә, икенсеһе Себерҙә тип һөйләгән балалары иҫкә төшә. Көрәп аҡса табалар, хәлле йәшәйҙәр, тип маҡтай ине уларын.
- Ирҙән дә, балаларҙан да уңманым шул. - Уның әрнеп әйткән һүҙҙәре йөрәгемдең төбөнә үк барып ҡаҙала. - Ир тигәнем ғүмер буйы өҫтөмдән йөрөнө. Донъя көтмәне. Эсте. Һуғышты. - Ай буйына үҙен бер күрергә тип хыялланған, башымдан сыҡмаған, күҙ алдымдан китмәгән күркәм, эшлекле ир ҡиәфәте шул минутта иреп юҡҡа сыға. - Балалары ла...рәхәт күрһәтмәй.
Һүҙ уларына барып еткәс, әсә кеше йәштәренә сәсәп туҡтай. Сумкамдан сығарып дарыу ҡаптырғас, апайҙы өйөнә алып инәм. Сәй ҡуйып, табын хәстәрләйем, кәйефен саҡ ҡына булһа ла күтәргем килеп, эштәге хәлдәрҙе, Зилиәбеҙҙең ҡыҙыҡтарын һөйләйем. Сәйләп алғас, ул бер аҙ яҙыла төшә:
- Хыялдарымды ысын итеп һөйләп йөрөнөм бит. Уйҙарымда ғына булһа ла үҙем тыуҙырған матур донъямда йәшәп яттым. Шулай нисектер еңелерәк ине, аңлайһыңмы?
- Ә теге кейемдәр? - Күҙ алдымдан берәм-берәм шәшке тундар, ҡыйбатлы туфли-итектәр, уларға эйәреп алтын-көмөш биҙәүестәр үтеп китә. - Гөлләмәләр? -
Тағы нимәнелер онотоп ҡуймағайым тип теҙәм генә:
- Смстар, ялтыр ҡаплы бүләктәр...
- Кейемдәр, алтындар апайымдыҡы, - ти ул. - Үҙе кейеп, тағып ялҡҡандарын миңә бирә. Ире бай, бизнесмен уның. Ә гөлләмәләрҙе үҙ аҡсама һатып алдым. Шау ғазаптан торған донъямды шул сәскәләр менән биҙәп йәшәнем. - Һөйләгәндәренән күңеле тулып үкһеп илап ебәрә.
Бығаса үҙемде фантазияға бай кеше тип һанап йөрөгән мин, бындайына уҡ башым етмәҫен аңлап, тамам шаңғыйым:
- Ә яра…яратам, тип? Һағындым, тип?
- Уларын да үҙем яҙҙым. Икенсе телефонымдан.
Тамам аптырауҙан сумкамды, кейемдәремде һәрмәп алып, ҡайтырға йыйынам. Шул ыңғайҙа ҡаршымда ултырған хеҙмәттәшемдең туҡмалыуҙан күгәргән йөҙөнә, шешмәкләнеп торған күҙҙәренә ҡарап, етәксем менән бәйләнешкә сыҡҡас, ниндәйерәк һүҙҙәр һөйләйәсәгемде уйлап ҡайғырам. Үҙемдән башҡа берәү ҙә белергә тейеш булмаған был хәлде унан нисегерәк итеп йәшереп ҡалырымды самалай алмай ыуаланам.
- Ғәфү ит, йәме. Мин хыялыйҙы…
Үҙ-үҙемде ҡулға алып, күҙҙәремә мөлдөрәп баҡҡан апайымды аҡларға, яҡларға керешеп китәм.
- Бәхетле булып күренгем килгәйне шул. Кеше араһында...
Аңлайышһыҙ хис-тойғолар солғанышында ҡайтыр яҡҡа юлланам. Инде үҙемдең төштә түгел, ысынбарлыҡта икәнемә тамам ышанып, аҡыл менән күңел бәхәсендә байтаҡ ваҡыт ҡала урамдарын ҡыҙырам. Әй, ҡатын-ҡыҙ, тип уйлайым үҙем, ниндәй көслө зат һин! Бәхетһеҙ ғүмер кисергәндә лә бәхетле булып күренеп, башҡаларҙы ла шуға ышандырып, тормошоңда тамсы ла йәм ҡалмағанда, тотош донъяға ҡот биреп йәшәү бары тик һинең ҡулдан ғына киләлер ул...