Өйҙәренең эргәһенә килеп еткәс, ҡапыл бер нисә минут туҡтап, икеләнеп торҙом әле ихаталары алдында… Бик яҡында ғына балалар тауышы салынды ҡолағыма. Ҡапҡаға яҡынайғас та, береһенән-береһе бәләкәй өс бала йүгерешеп килеп сыҡты ҡаршыма. Улар тәтелдәшеп, кескәй бармаҡтарын бөгә-бөгә үҙҙәренә нисә йәш тулыуы тураһында аңлата башланылар. Ошо балаларға ҡарата ҡанмаҫ тартылыу көсө уянған һымаҡ булды минең ҡатҡан күңелдә. Ә үҙем, биҙрәмде беләгемә элдем дә, ялан кәртәгә инеп киттем. Ҡулдарым һыйыр һауа, ә уйҙарым балаларҙа. Әсәләре иҫән булһасы! Һөйөп туя алмаҫ ине лә бит йән киҫәккәйҙәрен…
Аталары – яндрай Әптрәш тураһында уйламайым да, әйтерһең дә, ул был донъяла бөтөнләй юҡ. Күнәк тултырып һөт һауып сығыуыма өс-дүрт йәш тирәһендәге ҡыҙ бала ботомдан: “Әсәй”, – тип ҡосаҡлап алды, артабан ҡалғандары һырылды… Улар бер тауыштан: “Шәйҙә әсәй, беҙҙә ҡал”, – тип йәбештеләр. Был һүҙҙәрҙән һуң, бөтөнләй ыуалдым, тирелдем, иренем. Ысыҡ тамсыһылай күҙ йәштәрем әсәй наҙына, әсәй ҡулы йылыһына зар-интизар булған кескәйҙәрҙең өҫтөнә тамды ла тамды… Бына шулай ҡосаҡлашып, илашып, йәндәребеҙҙең йылылыҡ етешмәгән бушлыҡтарын тулыландырҙыҡ. Булмышым ҡапыл йыуаныс менән тулды. Балаларға тартылыу һәм ылығыу, ошолай башланғандыр ҙа… Әммә ғүмерҙә лә үҙемде ете балаға үгәй әсәй булырмын тип башыма ла килтермәй инем, ә ни хәл итәһең – шулай булдым да. Тик тормоштоң “китек” яҡтары ла булманы түгел… Һөйләһәң һүҙ етмәҫ, уйлаһаң – уйылырһың…
Һәр саҡ ғауғалы мәлдәрҙең сәбәпсеһе Әптрәш ине… Эсеп алһа, ҡойоп ҡуйған алйыған диуана. Аҡылынан алда ҡулын болғай-болғай: “Ә һин, Шәйҙә, тыуҙырған малайыңды ла әҙәм итә алманың теге ваҡытта, фәлән дә төгән, фәсмәтән”, – тип йәнемә тейҙе. Балалар һәр саҡ минең яҡлы булғас, күтәрмәҫлек хәл-ваҡиғаларҙы үткәреп ебәрҙек бергәләп. Ҙур ғаиләлә мәшәҡәт бөтәме ни ул, ҡайҙа тотонһаң – шунда эш. Әптрәш тегеләй ҙә, Әптрәш былай тип, һөйләнеп ултырырға ваҡыт та булманы. Бына шулай ғүмер үҙған да киткән…
…”Шәйҙә, Шәйҙә… әсәһе, тим, мунсаны тоҡандырҙым, иртәнге сәй әҙер, тор инде, балалар ҙа тиҙҙән килеп етерҙәр”, – тип гөрөлдәне тыйнаҡ, ипле тауышлы ҡартым, уйҙарымды туҡтатып. Мин: “И-и-и, баллы-татлы телле яндрай, дыуамал Әптрәшем, һин булмаһаң ни эшләр инем был донъяларҙа”, – тип, арыҡ арҡаһынан тупылдатып һөйөп алдым. “Ана, балалар ҡайттылар”, – тине үҙе лә, күҙҙәрендә һөйөнөс сатҡыларын уйнатып.
Тау-тау бүләктәр, күстәнәстәр өйөлдө өҫтәлгә. Уландарым-ҡыҙҙарым, ейән-ейәнсәрҙәрем – барыһы ла минең ҡосаҡҡа килеп һыйынды: берәүһе – суҡлы шәл, икенсеһе – күлдәк, өсөнсөһө – балдаҡ… Ҡалғандарыныҡын һанай китһәм, бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ… Иң кесе ҡыҙымдәң “Әсәй” тип, бөтөн урамға яр һалып ҡысҡырып артыңдан ҡалмай йөрөүе ғүмер буйы хәтерҙә: “Гел эш менән осоп йөрөнөң, бер минут ултырып йә ятып торманың бит, рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ”, – тип башланы һүҙен. Уны иң оло улым эләктереп алды: “Атай яғы көслө тоҡомданбыҙ, холоҡ-фиғел асылда шуларҙыҡы! Беҙҙең барыбыҙҙа ла нәҫелдән, ҡандан күскән дыуамаллыҡ, яндырайлыҡ һәм башҡа туҙға яҙмаған сифаттар бик күп. Бына минең шуны әйткем килә, туғандар, һирәктәр өлөшөнә төшөр сабырлығы, итәғәтлелеге менән беҙҙе ғәҙеллеккә, тәртипкә өйрәтте Шәйҙә әсәй”. Ауылда ҡалған төпсөк улыбыҙ ағаһын йөпләп: “Үгәй тиһәләр ҙә, күптәргә ҡарағанда тәрбиәле үҫтек, тәмәке тартмайбыҙ, эсмәйбеҙ, һүгенмәйбеҙ, ғаиләлебеҙ, эшебеҙ бар”, – тине.
“Өндәшмәй-нитмәй, һеҙгә иркәләнеп, иркенләп тороп тыңлап тик ултырамсы… Бөгөн минең байрамым түгел дә – атайығыҙҙың тыуған көнө!” – тинем ҡартыма ҡарап. Әптрәшем бергә йәшәлгән ғүмерҙәрҙе йомғаҡлағандай: “Ошо ҡыуаныслы көндәрҙе күреүҙән дә артыҡ бүләк юҡ минең өсөн”, – тине тулҡынланып. Балалар кемуҙарҙан: “Алтын йөрәкле Шәйҙә әсәй! Һин булмаһаң, атайыбыҙ һикһән йәшлек ҙур юбилейен күрер инеме икән? Юҡтыр, юҡтыр…” – тип ҡосаҡлап алдылар.