Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
26 Август 2020, 13:30

Һүҙ ауыҙың эсендә булғанда уға һин хужа...

Һүҙ ауыҙың эсендә булғанда уға һин хужа, ауыҙыңдан сыҡһа, ул - һиңә, тип белмәй әйтмәйҙәр. Өләсәйҙәр беҙҙе: "Юҡ-барҙы һөйләмәгеҙ, гонаһ була," - тип киҫәтеп үҫтерҙе. Бөгөн һүҙ, йәғни мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ. Кисә бер ҡатын менән һөйләшеп торҙом: "Һүҙ һөйләгәндә лә иғтибарлы булыр кәрәк икән, отпуск алып, ғүмерҙә күрмәгән берәй ҡалаға барыр кәрәк ине, тип һөйләнә лә йөрөй инем, быйыл отпускы мәлендә армияла йәрәхәт алған улым эргәһенә барып ҡайтырға тура килде",-ти.

Тағы бер осраҡ: беҙҙең ауылдан бер ҡыҙ Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен бер күҙем менән генә күрһәм дә риза булыр инем , тип хыяллана. Хыялы тормошҡа аша - Өфөгә барғанда ҡышҡы сатлама һыуыҡ була, машина тәҙрәһен бармағын баҫып ҡына иретеп, Салауат Юлаев һәйкәлен һыңар күҙе менән генә ҡарап үтә ала...

Иҫке Собханғолға күсеп килгәс, фатирҙан фатирға күстек. Намаҙҙан һуң гел: "Эй, Аллам, минең бәләкәй генә ерем менән бәләкәй генә өйөм булһын ине ошонда", -тип теләнем. Теләгәнемде бирҙе Аллам - 4 сутый ғына ере менән 5х5 избенка һатып алдым, әле йәшәгән өй һуңынан һалынды...

Ҡыҫҡаһы, теләк теләгәндә, доға ҡылғанда, бик иғтибарлы булыр кәрәк - Ишетеүсе, Ҡабул ҡылыусы, Яҙмыштарҙы хәл итеүсе бар!
АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА сәхифәһенән.
Читайте нас: