"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
26 Август 2020, 00:00

Врачтар командиры (юмореска)

Күршенән уңдыҡ. Исмаһам берәүһенән булһа ла. Үҙебеҙҙең әбей икән. Бына тигән һөйләшеп йөрөй, зыяны теймәүе генә етмәгән, хатта ярҙамы ла эләгә. Тик шуныһы, нисә йыл күрше торһаҡ та, ысын исемен белә алманыҡ. Улар бер нисәү булып сыҡты. Юҡ, шпион түгел, ә склероз. Аныҡ ҡына итеп әйткәндә, конкрет склероз.

Күршенән уңдыҡ. Исмаһам берәүһенән булһа ла. Үҙебеҙҙең әбей икән. Бына тигән һөйләшеп йөрөй, зыяны теймәүе генә етмәгән, хатта ярҙамы ла эләгә. Тик шуныһы, нисә йыл күрше торһаҡ та, ысын исемен белә алманыҡ. Улар бер нисәү булып сыҡты. Юҡ, шпион түгел, ә склероз. Аныҡ ҡына итеп әйткәндә, конкрет склероз.

Ауыр инсульт кисергән дә инде, ни эшләйһең, шуның һөҙөмтәһе. Иң мөһиме уның исеменең дөйөм подъезд тыныслығына ла, беҙҙең ғаилә бюджетына ла тиҫкәре йоғонтоһо юҡ.
Әбей хәлле генә йәшәй. Уның хәлле генә пенсияһына, оҙаҡламай ҡайһылыр балаһына фатир бушаясағын һиҙгән, шул ҡайһылыр балаһы шул бушаясаҡ фатирҙы яңы әйберҙәр менән тултыра башланы.
Ҡарсыҡ ҡайһылыр балаларын нығыраҡ яратамы, бәлки әбейҙең үҙен дә ҡайһы балалары ғына яраталыр, беҙгә ҡыҙығы юҡ. Әммә ҡайһылыр бер ейәнсәрен маҡтап туя алмай: бик уңған, аҡыллы ҡыҙ булып үҫеп килә.
Медицинскийҙа уҡый. Әбейебеҙ әйтеүенсә, һайлаған һөнәре – врачтар менән командовать итеп кенә ултырыусы. Уҡып бөтөүенә әҙер фатирҙың йыһаздар менән тулыуы ғына етмәгән, хатта эш урыны ла йүнәтелгән икән. Күршем алдамайҙыр, ни өсөн тигәндә уларҙың тыуған-тыумасалары араһында медицина өлкәһендә эреле-ваҡлы түрәләр посты биләгән әфәнделәр аҙ түгел.
Әбейебеҙ баш ауырыуына инвалидлыҡ та юллаған, пенсияһы янына иптәшкә. Кешеләр, әлбиттә, әйтә инде, әшнәлек арҡаһында, тип . Тик беҙ генә ул яуыз уйлы бәндәләр менән килешеп бөтә алмайбыҙ, сөнки күршебеҙҙең көндән-көн фантазияһы нығыраҡ үҫә барған һайын, беҙгә лә һирәгерәк бойоғорға тура килә.
Ана ейәнсәре бөгөн дә килгән. Атлауы, күҙ ҡараштарынан күренеп тора, бик талапсан булмаҡсы. Ни тиһәң дә, буласаҡ врачтар командиры бит.
Беҙҙең илдә лә, ниһайәт хөкүмәт медицинаға эсе менән борола башланы, тип һығымта яһаным мин. Күреүебеҙсә яңы кадрҙар ҙа әҙерләү яйға һалынған икән, тимәк быға мохтажлыҡ ҙур.
Ер йөҙөндә көндә тиерлек миллионлаған кеше сараһыҙҙан үлеп ҡуя йәки ғәрипләнә, баҡһаң, врачтарға командирҙар етмәү арҡаһында икән. Күп армиялы медицина хеҙмәткәрҙәре йыш ҡына яуаплы мәлдә мөһим һәм дөрөҫ аҙым эшләй алмай, юғалып ҡала. Сәбәбе аңлашыла: был бик ябай ғына – түрәләр һаны тейешле кимәлдә булмауы.
Ябай табиптың мейеһен кимереү өсөн ун биш урынбаҫары булған баш врач һәм бүлексә мөдирҙәре бар, тип әйтеүселәр булыр. Юҡ! Уларҙың һәр береһенең үҙ мәшәҡәттәре күп, етмәһә махсус әҙерлек үтмәгәндәр. Һәр табип үҙенсәлекле, һәр береһенә айырым мөнәсәбәт булдырыу талап ителә. Баҡһаң, бының өсөн йәшерен технологиялар һәм методикаларҙы үҙ эсенә алған оло бер система барлығы асыҡланды. Бындай серҙәргә хатта медицина менеджерҙарын өйрәтмәйҙәр икән.
Кеше ағзаларын һәм уларҙың эшмәкәрлеген аңлатҡан терминдарҙы врачтар менән эшләү өлкәһендә, бигерәк тә улар менән юғары эмоциональ әңгәмәләр үткәргәндә, ҡулланыу төплө мәғәнәһеҙлек икәне бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Сөнки ҡайһы белгестәргә бер төрлө әйтеп маҡтау эффектһыҙ булһа, икенселәрен башҡа һүҙҙәр менән тәнҡитләү ыңғай һөҙөмтәгә килтермәҫ. Йәш хеҙмәткәрҙәргә баҫым яһағанда ла оҙаҡ уйларға кәрәк, әңгәмәсегеҙ хеҙмәт процессында был төшөнсәләр менән эш итмәйме, һәм тәү сиратта шулай түгел икәненә инанғас ҡына, ошо тәрбиәүи сараны файҙаланырға мораль хоҡуғығыҙ барлыҡҡа килгәнен аңлап тораһығыҙҙыр.
«Киҫәтеү» һүҙен хирургтар эргәһендә ҡулланыу оло бәләгә килтерәсәк, сөнки скальпель ҡулланырға оҫта һөнәр эйәләре айырым ике һүҙ, тип аңлауы бар: «Киҫ», «Әтеү».
Эш режимын ойошторғанда ла, халыҡ тығыҙлығын кәметеү маҡсатында, мәҫәлән, күҙ врачының ҡабул итеү ваҡытын төнгә билдәләргә була. Сөнки пациенттар яҡтылыҡты барыбер насар күрә.
Корпоративтарҙа аяҡсы итеп ортопедты ҡуйһаң, буталсыҡ булмаҫ. Табип һәм Шәфҡәт исемле хеҙмәткәрҙәр арағыҙ ҙа булғанда, ундай башҡорт һүҙҙәрен ҡулланмау хәйерле. Бигерәк тә Шәфҡәт ағайығыҙҙың ҡатыны янында, туташтары булмай сығыуы мөмкин, ул ваҡытта янъял сығыуы көн кеүек асыҡ.
Ял иткәндә төрлө һорауҙарҙарҙан торған интелектуаль уйындар ойоштороу бик заманса һанала. Мәҫәлән, фельдшер һүҙе нисек башҡортсаға тәржемә ителә, тигәнерәге халыҡҡа күңелһеҙләнеп ултырыуға һис тә ирек бирмәҫ һәм фантазияларын байытыр ғына, тип уйлайбыҙ.
Әгәр ҙә профессия оҡшаһа яҡындарығыҙға йәки үҙегеҙгә тәҡдим итегеҙ, тик шуныһы, ғәҙәттәгесә ситтән тороп уҡыу ысулы юҡ.
– Ни өсөн мединститутта көндөҙгө генә бүлек эшләй? – тигән һорауға илебеҙҙең данлыҡлы бер уҡыу йорттарының ректоры:
– Беҙҙең уҡыу йорто ла, башҡа етди ойошмалар рәүешле, төрлө концерттарҙа һәм спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Сессиялар араһында мин ҡайҙан тиҙ генә йүнле кеше йыйырға тейеш, – тип яуапланы.
Ысынлап та бына газетала яҙылған, медик-студенттар кикбоксинг ярышында призлы урын алған икән. Бик тә кәрәкле шөғөл. Йыш ҡына дауалауҙан риза булмай сыҡҡан сирлеләр елкә тамырыңа менеп төшөргә генә әҙер, ти. Уларҙан һаҡланыу өсөн мотлаҡ медицина белеме генә аҙ бит инде.
Ә бына полиция патруленә сәғәтенә утыҙ саҡрым тиҙлектән дә юғарыраҡ йөрөргә ярамағаны билдәле, сөнки шәп барғанда берәй тәртип боҙоусыны йәки енәйәтсене тапап китеү ихтималлылығы күбәйә. Уларҙы:

– Һеҙ янғын һүндереүсе лә, ашығыс ярҙам да түгел. Шулай булғас һеҙҙең ҡабаланыуығыҙҙан зыян күреүсегә бер ниндәй ҙә файҙа юҡ, – тип эшкә сығарып ебәрәләр. Әлбиттә, врачтар кикбоксинг белә лә, әйҙә һуғыша торһондар.

Раушан Ғәлимов.

Читайте нас: