Таһир фатир ишеген ҡатыраҡ япты, шикелле. Өҙөлөп сыҡҡан ҡулындағы тотҡаға аптырап бер аҙ ҡарап торҙо ла: «Инде ошолай ғына бикләй ҙә ҡуяйым», – тип асҡысын бора башлағас, ҡапыл бөгөн күргән төшө уның иҫенә килеп төштө. Эйе, төшөндә ниндәйҙер бандиттармы, әллә хәрбиҙәр булды, фатир ишеген шартлатҡандан һуң, тегенеһе бар донъяны саң һәм төтөнгә батырып, бишенсе ҡаттан тышҡа уҡ осоп сығып киткәйне. Бына бит өнөндә ишек урынында тора. Ул йоҙаҡ телдәрен, шарнирҙарының йәбештерелгән йөйҙәрен һәрмәп сыҡты.
…Ҡәһәрең! Бер урында сатнаған шул, ысынлап та. Төшө юҡҡа булмаған тимәк, күңеле тыныс түгел ине шул уянғанда уҡ. Быны ошо көндәрҙә йәбештереп ҡуймаһаң, ҡубып төшөүен көт тә тор инде. «Ләкин кемде саҡырырға, йәки ҡайҙа хәбәр итергә?.. Үҙем дә йәбештәрһәм инде? Кемдә сварка аппараты бар икән?» – тип уйланып торҙо бер саҡ. «Ильяс биреп тормаҫ микән, ул шәхси йортта йәшәй, аппаратһыҙ тормайҙыр әле?»
Ауылдашы ярҙам итеүҙән баш тартманы. «Киске алтыға өйҙә булам, килерһең, адресты беләһең», – тине лә, телефонын һүндерә һалды.
Улар тыуған ауылдарынан алыҫ түгел бер ҡалала йәшәйҙәр. Таһир үҙәктән күп ҡатлы йорттан фатир һатып алды, Ильяс ҡала ситендә үҙенекен һалып бөтөп килә. Бик йыш күрешеп, ҡунаҡ булышып тормаһалар ҙа, ике-өс айға бер тапҡыр юлда күрешһәләр, һөйләшеп китәләр ауылдаштар.
Сәғәт киске алты тулып үткәс, Таһир ҡапҡа төбөнә килеп, телефон номерҙарын йыйҙы. Ильястың телефоны тәүҙә: «Кем менәндер һөйләшә», – тип хәбәр итһә, бер аҙҙан шул уҡ мөләйем тауыш: «Абонент трубканы алмай йәки ваҡытлыса элемтә зонаһында түгел», – тигән яуап ҡайтарҙы. Боронғоса һыҙғырып та ҡараны, ҡала кешеләренән оялғанға күрә, тауышын артыҡ күтәрмәй генә исемен дә ҡысҡырҙы. Әммә ауылдашының саҡырыуынан тыш туп-тура урамына шунда уҡ инеп китергә баҙнат итмәне Таһир. Биш минут тирәһе тағы тапанғандан һуң, йәнә лә шылтыратып ала алмағас, ҡапҡаны асып урамға үтте. «Эте юҡ ине», – тип уйлап ҡуйҙы. «Ильяс!» – тип тағы ҡысҡырһа ла, яуап биреүсе һаман да булманы. Өйҙөң ишеге асыҡ, тимәк кемдер өйҙә. Ишек төбөндә лә уның сәләмен алыусы көтмәй булып сыҡты. Тәүҙә аш-һыу яғына, һүңынан түргә үтте, ауылдашының исемен өндәшеп, хатта йоҡо бүлмәһен дә ҡарап сыҡты. Өй буш ине.
Тышҡа сыҡты. Баҡса тирәһен ураны. Мунса ишеген тартып, ҡысҡырҙы. Бәҙрәф янына килеп тә, тауыш ҡушып ҡараны. Тиҙҙән һуңғы өмөтөн бағлап келәт һымаҡ өй ишеген асып, эскә үтте. Ҙур булмаған тәҙрә уйымынан батып барған ҡояштың саҡ ҡына яҡтылығы төшә ине. Һул мөйөштә оло өйөм юҡ-бар: иҫке китаптар, сепрәк-сапраҡ, уйынсыҡ заты. Ҡаршыла тәҙрә янында ҙур булмаған түңәрәк өҫтәл урынлашҡан. «Уңда нимә ялтырай?» – тип уйланы ул. …«Бәй, ҡәбер ташы түгелме һуң?! Ҡотомдо осорҙо ла, уйламаған урында, Аллаҡайым!.. Ғәжәп ул бында ни эшләй, кемдеке?!». Ул яҙыуын да уҡығас, ҡапыл тертләп китте. Унда Ильястың ҡәйнәһенең исем шәрифтәрен күреп, ҡапыл артҡа сигенде. «Хәтимә әбейҙең вафат булғанын белмәгәйнем», – тип уйлап ҡуйҙы. Ишекте ябып, бынан сығып китеү яғын ҡараны. «Ваҡытһыҙ йөрөйөм, кеше ҡаңғыртып», – тип үҙен битәрләне. «Кешенең ҡайғы, миндә ишек мәшәҡәте». Ҡайтырға тип урамдан тышҡа сыҡһа, ҡаршы йорттан Ильястың сығып килгәне күренде.
– Күрше солярка бушатырға саҡырғайны, телефонды мискә эсенә төшөрөп ебәрҙем. Әллә эшләй, әллә юҡ инде хәҙер. Әйҙә үт, ҡайҙа һыпыртып та ултыраһың?
Таһирҙың ни әйтергә белмәй, тамағына төйөр ултырҙы.
– Ярар, мин икенсе ваҡыт килермен әле, ана автобус килә, – тип сығып йүгерҙе.
Һуңынан Ильяс үҙе телефондан шылтыратҡайны.
– Ярар ҙа, пока кәрәкмәй, – тигән яуап менән генә сикләнде Таһир.
Өс көндән Таһир ауылға ҡайтып китте. Ата-әсәһенең хәлен белеп, йәбештереү аппаратын алып килергә ине. Такси бик тиҙ тыуған яҡтарға илтеп еткерҙе, бына ауыл осондағы тәүге йорттар ҙа тәҙрә артында бер-бер артлы елдерәләр генә. Хәтимә ҡарсыҡтың йорто тәңгәленән үткән саҡта, ҡапҡа төбөндә ниндәйҙер әбей торғаны күренде. Таһир аптырап китте. Үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо. Ильястың ҡәйнәһе булды түгелме был?! Ҡайтып кергәнсе бер аҙ аңһыҙ ултырҙы. Атаһынан:
– Хәтимә ҡарсыҡ иҫәнме ул? – тип һорарға булды.
– Уға шайтаным булһынмы, йәш тә әле ул, – тигән яуапты ишетеп, һүҙҙе артабан ҡуйыртып торманы.
Шулай ҙа көн буйы башынан уй сыҡманы. Күҙенә күрендеме, әллә берәй шаяртыу булдымы?
Икенсе көн ҡала ҡунаҡтары үҙҙәренә ҡайтырға ғына йөрөгәндә, ауылда кеше аптыратырлыҡ ҡайғылы хәбәр таралды. Шартлатып ерҙә баҫып йөрөгән һин дә мин Хәтимә ҡарсыҡ ҡапыл ғына үлеп ҡуйған икән, тигән. Быныһы Таһирҙы тағы борсоуға нығыраҡ һалды. «Уның бындай сәйер хәлгә башҡа аңлатмалары юҡ ине. Тимәк, Таһир алда буласаҡ ваҡиғаларҙы күргән булып сыға түгелме? Теге күренгән ҡәбер ташы һис шикһеҙ киләсәктән булған, дөрөҫөрәге ул үҙе түгел, ә шәүләһе, өрәге торған келәт эсендә. Улай тиһәң, тағы ошоға тиклем уның бит бындай һәләттәре асылғаны юҡ ине лә баһа, ата-бабалары араһында ла күрәҙәселәр заты булмаған. Шулай булғас, бәлки яңылыш күренгәндер, моғайын уның үҙенсәлелеге бөтөнләй юҡтыр. Туҡта. Тиҙ генә һығымта яһамай торор кәрәк. Әгәр һуңғыһы булмаһа, тағы ла һиҙеләсәк бит әүлиәлек таланты Таһирҙа. Әлбиттә, бер аҙ ғына сабыр итәйек». Ул ҡурҡа-ҡурҡа икенсе осраҡты көтә башланы.
Икенсе осраҡ ике ай ваҡыт ашыуҙан булды. Яңы йыл алдынан үткәрелгән корпоративта Таһир артығырак эсеп ташлағайны. Улар бергә эшләгән коллегалары менән ҡала ситендәге ял базаһында байрам үткәрҙеләр. Таһир бер саҡ башын күтәрһә, барһы ла кем, ҡайҙа таралышып бөткәйнеләр. Ул бер үҙе ҡалған булып сыҡты, тимәк, аңында булған саҡта был урындан һыпыртыу яғын йәһәтләргә кәрәк. Йөҙ метрҙан бынан Ильястарҙың урамы осо башлана. Берәй саҡрым атлаһаң урам буйлап, транспорт ҡулсаһы, автобус туҡталышы, шунда сығырға кәрәк. Таһир бар фекерен туплап, ҡайтыу йүнәлешен самаланы ла, үҙен тышҡа алып сығып, үргә табан атлауға көс тапты.
Ильястың йорто тирәһенән үткән саҡта, ауылдашы иҫенә төштө. Инеп хәлен беләйемме әллә, тип тә уйлағайны, тиҙ генә был ниәтенән кире ҡайта һалды. Бер аҙ хәл алырға, тип тирә яғын байҡап, ҡар өҫтөндә тапанып торҙо шулай ҙа. Алыҫ түгел урында уның күҙенә ҡапыл ныҡ иҙелгән машина салынып ҡалғас, бының Ильястыҡы икәне барып етте уға шунда уҡ. «Бәй! Бындай авариянан һуң тереме, үлеме икән?! Юҡ! Инмәйем. Хәҙер шылтыратып ҡына, бәлки дауаханалалыр, хәлен белмәй булмаҫ», – тигән уйҙар йугерҙе уның башында…Әммә ул кемгәлер яңылыш эләкте, буғай. Икенсе тапҡыр баҫҡас та, телефон оҙаҡ саҡырҙы, әммә яуап биреүсе булманы. Таһир төтәтеп алырға булды. Ҡуйынынан литр ярымлыҡ һауытты сығарып, унда ҡалған һыраны эсеп ҡуйғас, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Әммә зәһәрле төтөндө бер-ике һулау менән үк, уның былай ҙа көскә генә торған аңын ниндәйҙер билдәһеҙлек үҙенә йотто.
Икенсе көн Таһир туҡталышта торғанда, Ильяс сигнал биреп, эргәһенән генә үтеп китте. Ҡапыл кисәге күргәндәре иҫенә төшһә лә, машинаһына бер ни ҙә зарар булмауын күреп, тәүҙә аптырау, һуңынан барһына ла төшөнөү уйҙары солғап алды Таһирҙы. Уның бахмурлы мейеһе ниндәйҙер асыш яһағандай ҡапыл яҡтырып киткәндәй булды. Тимәк, Таһир ысынлап та киләсәкте күрә башлаған. Ошолай икәненә хәҙер ул тамам инанды. Ильясҡа шылтыратып, был хәл менән уртаҡлашырға уйланы. Тегенеһе бының һөйләй башламаҫ элек үк ыҡ-мыҡ иткән арала: «Башың ауыртмаймы?» – тип һораны ла, тиҙҙән үҙенең машина менән Силәбегә барырын белдерә һалды. Таһир уға бик һаҡ йөрөргә ҡушты, мөмкин булһа, бөтөнләй әлегә юлға сыҡмай торорға ҡушыуҙан ары китә алманы.
Бер нисә көндән Ильяс үҙе шылтыраты. Еңелсә аварияға юлыҡҡан булып сыҡты, трамвайҙы төкөткән.
– Ҡайҙан белдең?
– Мин бит күрәҙәсе булып барам.
– Оләсәйең сихырсы булған, тигәнде былай ишеткән юҡ ине. Бәлки ҡатының яҡтандыр, – тип көлдө Ильяс.
– Беләһеңме, мин кисә төшөмдә миллион оттом, тип күрҙем. Был хәбәрҙе, шигем юҡ, Хоҙай тәғәләһе үҙе ебәргәндер, тим.
– Мин көн дә төш күрәм, шунан.
– Әйҙә, ҡайсан ял итәһең, мин отгул алам да, остоҡ Өфөгә. Унда гел лотерейға миллиондар оталар.
– Мин һиңә ниңә кәрәк? Миллионды һин отҡанһың бит төшөңдә, мин түгел.
– Төшөмдә һинең менән бергә алдыҡ. Ысынбарлыраҡ булһын. Талисман урынына бит һин хәҙер миңә. Етмәһә, һинән башҡа таяныр кеше лә юҡ. Лотерей алмаһаң, ҡыҫтамайым. Миңә шофер булып ҡына барһаң, такси хаҡы түләйем.
Өс көндән былар Өфөлә киоск алдында торалар ине. Таһир кеҫәһенән ике йөҙ мең һум аҡса сығарып:
– Машинаға тип йыйғайным, – тип киосктағы бар булған яҡындағы уйын тираждарынын лотерейҙарын һатып алды. Ундағы билеттар ғына был аҡсаға етмәне, әлбиттә, улар икенсе һатыу нөктәһе эҙләп киттеләр.
– Алйотландыңмы әллә. Әгәр бер ни ҙә отмаһаң. Бисәң бәреп үлтерә инде.
– Мин киләсәкте хәҙер беләм, Ҡурҡма.
Ильяс был «алйотҡа» ҡарап торҙо ла, үҙенә лә өс билет алырға булды шулай ҙа.
Икенсе көн Ильяс шылтыратты.
– Һин миңә сварка алырға ун бишенсе октябрҙа килдең булып сыға. Был төндә ер тетрәне. Төшөңә лә шул ингән. Ары-бире генә торған ишектең йөйө лә шуға сатнаған инде. Туҡта, һүндермәй тор. Тағы бер яңылыҡ. Машинала ултырғыс аҫтында тағы бер лотерей билеты табып алдым. Кереп ал. Быныһы отошло булыр, тип уйлайым. Күңелем һиҙә.
– Үҙеңә булһын!
– Ярар, тикшерермен дә. Отошло булһа, яртыһын һиңә бирермен.
РАУШАН ҒӘЛИМОВ.