Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса "Йыл уҡытыусыһы - 2014" төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, "Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы" (2017) Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, "Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы" (2019) конкурсы еңеүсеһе, инде 27 йыл балаларға туған башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләүсе Гөлбаныу Исмәғилева бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.
Хәйерле көн, Гөлбаныу Ирек ҡыҙы! Үҙегеҙ, эшегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине. Гәзит уҡыусыларға кемлегем, ҡайҙан булыуым тураһында һөйләп тороу кәрәкмәйҙер ҙә, бәлки. Ә шулай ҙа... Районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе Ғәббәс – тыуған ауылым. Ярты быуат элек ошо ауылда Ирек Хөснөтдин улы һәм Нәҡиә Мостафа ҡыҙы Рәхмәтуллиндарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Бала сағым ғәҙәти, бөтә ауыл балаларыныҡы кеүек үтте. Әммә хәҙер мин беҙҙең быуын үҫкән шул осорҙо иң матур осор булған икән тип уйлайым. Телевизорҙың да нимә икәнен белмәй үҫтек бит беҙ: сыр-сыу булып уйнап, аҙ ғына үҫә төшкәс, ауылдағы бөтмәҫ йәйге эштәрҙә ярҙамлашып, унан ҡалһа, колхозда ҡулыбыҙҙан килерҙәй хеҙмәт башҡарырға ла саҡыралар, уның өсөн хатта эш хаҡы түләйҙәр ине бит. Бәләкәйҙән балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биргән бик бәхетле заман булған ул. Бына шулай үҫеп, башланғыс мәктәпте – ауылда, Күгәрсен урта мәктәбендә унынсы класты тамамланым. Башланғыс кластағы уҡытыусыларым Юлдашбаева Лениза Хәйрулла ҡыҙына, Сәфәрғәлина Рәмилә Әхмәт ҡыҙына, Күгәрсен мәктәбендә белем биргән һәр уҡытыусыма – бигерәк тә класс етәксем һәм башҡорт теле, әҙәбиәтенән уҡытыусым Назарова Гөлләрә Нәбиулла ҡыҙына, мин уҡыған осорҙа мәктәп директорҙары булып эшләгән Дәминев Тәлғәт Ғәлим улы, Кәримов Вәхит Ғиләж улы етәкләгән көслө педагогик коллективҡа – бөтә-бөтә уҡытыусыларыма, тәрбиәселәремә (уларҙың күбеһе инде был фани донъяла юҡтар – урындары ожмахта булһын) күңелемдең иң түрендә һаман да оло рәхмәт һүҙҙәремде, уларға ҡарата булған ихтирам тойғоларын йөрөтәм. Уҡытыусыларым төплө белем бирҙеләр, тип әйтә алам. Ҡайһы фәнде яҡшыраҡ белеүем хаҡында әйтә лә алмайым хатта, сөнки бөтә фәндәр ҙә миңә еңел бирелде. Мәктәптә иң яратып өйрәнгән предмет химия булғандыр ул, сөнки врач булырға хыяллана торғайным. Әммә, күреүегеҙсә, мин бөгөн филолог. Беҙҙең заманда ни, ауыл балалары өсөн педагогия институтына уҡырға инеү ҙә бик еңелдән түгел ине. Шулай Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, ҡулыма диплом һәм Биштирәк мәктәбенә йүнәлтмә тотоп мәғариф бүлегенә эшкә урынлашырға килгәндә, районда башҡорт гимназияһы асып йөрөгән Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева өсөнсө көн инде мине көтөп ултыра икән. “Институттан шылтыратып һораштым, һине тәҡдим иттеләр,” – тине. Шулай гимназияла рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башланым, аҙаҡ башҡорт телен уҡытыуға күстем. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы ул ваҡыттағы йәш кенә ҡыҙҙы эшкә алыуына бер ҙә үкенмәгәндер тием. Гимназияның данын бөтә республикаға таратыуым өсөн бөгөн дә рәхмәттәр әйтә. Мин дә үҙ сиратымда уға рәхмәтлемен, сөнки унан байтаҡ тормош һабаҡтары, эш тәжрибәһе алдым.
Үҙегеҙҙе бер-ике һүҙ менән нисек ҡылыҡһырлар инегеҙ? – Ғәҙел, яуаплы һәм... бигерәк йомшаҡ күңеллемен.
– Ни өсөн нәҡ ошо эште һайланығыҙ?
– Бая әҙерәк әйтә биргәйнем бит инде. Маҡсатлы рәүештә тип әйтә алмайым. Мин күңелем менән һаман да врач (көлә). Мәктәптә уҡығанда шиғырҙар яҙҙым, башҡорт яҙыусыларының бөтә әҫәрҙәрен тулыһынса уҡый инем. Башҡорт теленән уҡытыусым Гөлләрә Нәбиулла ҡыҙының дәрестәрен һәм уҡытыусы булараҡ бөтә булмышын яраттым. Бәлки шулар мине филология факультетына алып килгәндер.
– Нимә сәбәпсе, этәргес булды?
– Мин белгән юғары белемле бөтә туғандарым да уҡытыусылар ине. Атайым да мине бәләкәйҙән “уҡытыусы ҡыҙым” тип ярата торғайны. Беҙгә бит хәҙерге шикелле һайлау мөмкинлеге лә булманы, ҡаланы күрмәй үҫкән ауыл балаһын ни ҡайҙа алып баралар, шунда уҡығанмындыр инде. Хәтеремдә, яңы ғына Стәрлетамаҡта институт тамамлап ҡайтҡан бер апайға беҙҙе – дүрт ҡыҙҙы эйәрттерҙеләр ҙә ҡалаға документ тапшырырға ебәрҙеләр. Ул “әйҙә, һинең документтарыңды – филология факультетына, һинекен – башланғыс кластарға” тип, беҙҙең документтарҙы тапшыртты ла имтихан бирергә ҡалдырып китте. Был осраҡлы хәлме, әллә маҡсатлымы, хәҙер әйтеүе ҡыйын.
Эшегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары? – Кире яғы – үҙ балаларыма иғтибарым аҙ булғандыр тием. Бөтә эште үтә лә ныҡ бирелеп эшләйем шул. Ә ҡалғаны – ыңғай... Эшемде яратам, шул ғына.
– Иң ҙур ҡаҙанышығыҙ һәм еңелеүегеҙ?
– Иң ҙур ҡаҙанышым – ғаиләм. Мин – бик бәхетле кеше, күҙҙәр генә тейә күрмәһен. Тормош юлдашым Азамат – мине һүҙһеҙ аңлай торған, бер ваҡытта ла рәнйетмәҫ, һәр башланғысымды хуплар кешем. Матур тормош юлы үтеүем, бөгөнгө бәхетем өсөн уға бик рәхмәтлемен. Балаларым – ҡыуанысым, ейәнсәрем – йыуанысым. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк.
Ә еңелеүҙәр... Улар булдымы икән? Мин бер нәмәне лә еңелеү тип ҡабул итмәйем, сөнки бер ҡасан да булмаҫтайҙы – “булдырам”, эшләй алмаҫтайҙы – “эшләйем”, тип тотонмайым.
– Өс төп ҡаҙанышығыҙҙы һүрәтләгеҙ.
– Беренсеһен әйттем бит инде – ғаиләм. Улымдың авиация-техник университетын тамамлап, уңышлы эшләп йөрөүе, ҡыҙымдың һәм киленемдең медицина университетында уҡыуҙары, беҙҙе һөйөндөрөп, ейәнсәремдең үҫеп килеүе. Икенсеһе – эшем, уҡыусыларым. Өсөнсөһө – эшемдәге уңыштарым, әлбиттә. Регион-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конкурсында еңеүем, унан тыш бик күп конкурстар, гранттар еңеүсеһе булыуым, уҡыусыларымдың олимпиада, конкурстарҙағы уңыштары. Һанай китһәң күп, ҡағыҙ бите етмәҫ йә...
– Уңышығыҙҙың сере нимәлә?
– Беләһегеҙме, бына шул һәр еңеү артында үҙем генә белгән йоҡоһоҙ төндәр, ныҡышмалылыҡ ята. Нисек эшләгәнемде белгән кешеләр алдарға бирмәҫтәр, моғайын. Мин бер кемдән бер нәмә һорап йөрөмәнем, ҡайҙандыр ситтән ярҙам эҙләмәнем, көтмәнем дә. Бер эшкә тотонам икән, тәүлектәр буйына йоҡламаһам- йоҡламайым, әммә аҙағына еткереп, нөктә ҡуймайынса туҡтамайым. Нимәһе ҡыҙғаныс, үҙемде йәлләй белмәйем. Эшләйем икән – эшләйем, юҡ икән – исем өсөн ниңә тотонорға. Конкурстарға уҡыусының, уның атай-әсәһенең ышанысын аҡларлыҡ әҙерлек менән генә алып сығам. Уҡыусыларымдан да үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләүҙе, һәр эшкә яуаплы ҡарауҙы талап итәм. Дәрестәрҙе лә, балалар туған телдәрен теләп өйрәнһендәр өсөн, төрлө алымдар менән ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә тырышам. Әле дистанцион белем биреү осоронда ла видео дәресемде һоранылар һәм мин эшләнем. Ул коллегаларым өсөн ҙур ярҙам булды. Шулай республика кимәлендә күп мастер-кластар, видео дәрестәр күрһәтеп, тәжрибәм менән уртаҡлашам, һәр ваҡыт тик юғары баһалар алам. Ә шулай ҙа иң юғары баһа тип шуны атар инем: республика буйынса семинар, конференцияларға йөрөгәндә, мин бөтөнләй белмәгән кешеләр килеп рәхмәт әйтеп, ихтирамдарын белдереп китәләр. Минең үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашырға тырышыуым бушҡа түгел икәнен күреп шатланам. Күп коллегаларым регион-ара “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыу өсөн методик ярҙам булараҡ минең дәрестәремде ҡулланалар икән, был бит үҙе ҙур бәхет. Йыл һайын үҙебеҙҙең район уҡытыусыларын да конкурсҡа әҙерләүҙә ихлас ҡатнашам. Шулай кешеләргә шатлыҡ өләшеүҙән ләззәт табам. Тимәк, минең уңышымдың сере – туҡтауһыҙ эҙләнеүҙә, йоҡоһоҙ төндәрҙә, коллегаларым, уҡыусыларым өсөн эшләгән изге эштәремдә, уларға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуымда.
– Илһам ташлап киткән, ҡулға эш бармаған саҡтар буламы?
– Була. Һинең илһам ҡанатыңды һындырыусылар һағалап ҡына йөрөйҙәр бит улар. Бирешмәйем, сөнки мин үҙемде көслө рухлы кеше тип һанайым, йығылғанда ла кешегә һиҙҙермәй генә ырғып тора алам. Рәхимһеҙ кешеләргә йәлләп һәм аңлап ҡарайым. Ни өсөн тигәндә, тормоштан үҙҙәре өсөн ниҙер алып еткерә алмаған, иғтибарға, яратыуға мохтаж кешеләр генә ҡаты бәғерле, кешенең ярҙамына рәхмәтһеҙ булаларҙыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, ваҡлыҡтарға иғтибар итмәйем, сөнки мин тормошто яратам.
– Һөнәрегеҙҙе үҙгәртеү уйы башығыҙға килгәне булдымы?
– Юҡ. Хыялым тормошҡа ашмағанын әйттем бит инде. Уның ҡарауы, хәҙер ҡыҙым минең хыялымды тормошҡа ашыра. Ә бөгөнгө һөнәремде үҙгәртеү уйы булғаны юҡ. Үҙ эшемдең фанаты мин.
– Һеҙҙең тормош фәлсәфәһе?
– Кешеләргә кәрәк булып йәшәү. Мин уҡыусыларыма ла шуны өйрәтәм. Бөгөн был һүҙҙәр, бәлки, ниндәйҙер яңғырауыҡ һүҙҙәр һымаҡ та тойолалыр, әммә үҙең өсөн генә йәшәү мәғәнәһеҙлек икәнен барыбер белергә тейештәр. Кешенең был донъяла йәшәүенең эҙе ҡалырға тейеш. Ул ниндәй эҙ булырын кеше үҙе билдәләй.
– Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың алтын һүҙҙәре: “Кеше кешеләргә кәрәк булһын, Бер ерҙә лә артыҡ булмаһын...”
– Бөтә дүрт (!) миҙгелде лә көтөп алам, ныҡ яратам. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә матур бит. Ошо дүрт миҙгелде лә күреү бәхете тейгән беҙгә. Шуға бик ҡыуанам мин.
– Ҡурай моңо аҫтында уйҙарға бирелеп сәғәттәр буйына ултыра алам.
– Тормошсан мелодрамалар ҡарарға яратам.
Әҙәби жанр, әҫәр, яҙыусы. – Әҙәбиәт уҡытыусыһына был һорауҙы биреү урынлымы икән? Бер дәрестә уҡыусым һорау бирҙе. Минең һөйләгәнде тыңлап ултыра торғас, көтмәгәндә: “Апай, һеҙ бөтә әҫәрҙәрҙе лә яратып уҡыйһығыҙмы, әллә беҙ уҡыһын тип шулай мауыҡтырғыс итеп һөйләйһегеҙме?”– ти. “Икеһе лә бар” тигән ҡыҫҡа яуап менән ҡотолдом. Һеҙҙең һорауға килгәндә инде, миңә бөтә жанрҙар ҙа оҡшай. Ә иң яҡыны – поэзия. Шиғырҙар уҡырға, тыңларға, яттан һөйләргә яратам. Ә.Атнабаев, Р.Сафин, Р.Назаров, ғөмүмән, айырып ҡына әйтеүе лә ҡыйын. Артабан һанаһам, исемлек бигерәк оҙон булып китер ул. Аҡмулла, Ш.Бабич, Р.Ғарипов, М.Кәрим... Проза жанрына килгәндә, Ноғман Мусин әҫәрҙәре. Тотош бер тормош мәктәбе бит улар.
– Китап уҡыуҙан тыш, сәсәкәләр үҫтерәм, тәмле итеп ашарға бешерәм. Тағы бер яратҡан шөғөлөм бар – шәл бәйләйем. Эш араһында, бая әйткәнсә, яҙырға, уйларға илһам килмәгән саҡта, шәлгә тотонам. Бер көндә тик кенә ултырып бер сит бәйләй алам. Матди яҡтан килем өсөн түгел, күңел ялы өсөн бәйләйем. Уларҙы аҙаҡ бүләк итәм йә һорап килһәләр, һатып та ебәрәм. Бәләкәйҙән шәл бәйләп үҫкәнгәме, был шөғөл күңелемә яҡын. Шәлде бәйләп бөтөп, унда һалынған биҙәктәргә, уртаһының тигеҙ, матур бәйләнгәнлегенә ҡарап, балаларса ҡыуанам. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү – үҙе шатлыҡ.
– Сәйәсмәндәрҙән кемде ихтирам итәһегеҙ?
– Мин – сәйәсәттән алыҫ кеше. Донъялар тыныс булырлыҡ сәйәсәт алып барылһа, шуның менән ҡәнәғәтмен.
– Күп философтарҙы беләм, ҡыҙыҡһынам, әммә беҙҙең халҡыбыҙ философияһынан да аҡыллырағын белмәйем. Мин үҙ халҡымдың аҡылына таянып йәшәйем.
– Көндәлек тормошта нимә һөйөндөрә, нимә көйөндөрә?
– Ғәҙелһеҙлекте, көнсөллөктө, ике йөҙлөлөктө, аҡылһыҙлыҡ һәм тәрбиәһеҙлекте күрһәм, көйөнәм, һәр яҡшы, матур күренешкә һөйөнәм. Балаларыма, уҡыусыларыма шул насар сифаттарҙан алыҫыраҡ булырға өйрәтәм. “Әгәр һин үҙең насар, бысраҡ уйлы икән, эргәңдәге кешеләр ҙә шундай. Халҡыбыҙҙа “йылыға йылан эйәләй” тигән аҡыллы әйтем бар бит, үҙең ниндәй – эргә-тирәң дә шундай”, тием.
– Ғүмер мәғәнәһе – йәшәүҙә. Нисек йәшәйһең инде. Мәғәнәне ғүмергә үҙең бирәһең. Мәғәнәле итеп йәшәү һәр кемдең үҙенән тора. Ғүмереңдең аҙағына килеп еткәс, мәғәнәле йәшәнемме, әллә юҡмы, тиеп һорау ҡуйыу – үҙе мәғәнәһеҙлек. Шулай булғас, уйланырға урын бар...
– Кем ул иң бәхетле кеше?
– Был һорауға һәр кем “мин” тип яуап бирер, моғайын. Баяғы әйткәнсә, мәғәнәле ғүмер кисергән кеше – иң бәхетле кеше. Мин дә үҙемде иң бәхетле кеше тип әйтергә хаҡлымындыр. Ғүмерем мәғәнәһеҙ түгел, уға мәғәнә һалырға тырышам, ҡулымдан да, көсөмдән дә килә был.
– Һеҙ Хоҙайға ышанаһығыҙмы?
– Кешегә ҡайһы бер ваҡытта ниндәйҙер ҡарарға килеүе ҡыйын була. Һеҙгә ниндәй ҡарарға килеүе айырыуса ҡыйын булды?
– Икенсе тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсына сығырғамы, юҡмы тигән ҡарарға килеүе ифрат ҡыйын булды. Бик ныҡ уйландым, икеләнеүҙәр, күҙ йәштәре аша үҙемде еңеп, көс таптым.
– Ҡеүәт-мөмкинлектәрегеҙҙең нисә процентын тормошҡа ашыра алдым тип уйлайһығыҙ?
– Аллаға шөкөр, тулыһынса тормошҡа ашырып киләм. Әгәр Хоҙай һаулыҡтан айырмаһа, бынан һуң да бөтә ҡеүәт-мөмкинлектәремде ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыр өсөн ҡулланырмын тием. Уйҙар, пландар ҙур әле.
– Ниндәй маҡсаттар, хыялдар менән йәшәйһегеҙ?
– Яңы йорт төҙөйбөҙ, шунда иҫән-һау сығып, артабан да матур итеп тормошто дауам итеү хыялдары менән йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙҙың киләсәген хәстәрләйбеҙ.
– Мөмкинлек, форсат булһа, пенсияға сыҡҡас, ҡайһы сит илдә йәшәр инегеҙ?
– Бөгөн үк мөмкинлек тә, форсат та бар ул, сөнки икебеҙ ҙә льготалы пенсияла. Әммә сит илгә сығып йәшәү уйға ла ингәне юҡ, хыялда ла булманы. Мин йөрөмтәл кеше түгел. Ғаиләм менән Башҡортостанды арҡырыға-буйға иңләп сыҡтыҡ инде, бер ҙә сит илдән ҡайтыш ере юҡ. Йәшәү шарттары ғына айырыла, моғайын. Сит илде маҡта ла, үҙ илеңдә тор.
Ғәҙәти һорауҙарға шундай йөкмәткеле яуаптар биргәнегеҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә Гөлбаныу Ирек ҡыҙы! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!