Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилева: “Беҙ бит буласаҡ башҡорт зыялыларын тәрбиәләйбеҙ”
Ғафури районы үҙәгендә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары төбәк-ара форумында туған телде өйрәтеүҙең бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында уртаға һалып һөйләшелде, иң киҫкен проблемалар билдәләнде, тип
хәбәр итте “Башҡортостан” гәзите сайты.
Мәҫәлән, Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай мәктәбенән вәкил Азамат Хөсәйеновтың белдереүенсә, уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу бик көсөргәнешле бара. “Эш әлегә бигүк уңышлы түгел, – ти ул. – Төрлө яҡлап аңлашылмаусанлыҡтар күп. Бының нигеҙе шунда: барыһы ла башланғыс кластарҙа дөрөҫ ойошторолорға тейеш. Алдан уҡ туған телдең әһәмиәтен аңлатып, уны уҡытыуға киң иғтибар биргәндә, өлкән кластарҙа әлегеләй проблемалар булмаҫ ине”.
Ейәнсура районы Иҫәнғол башҡорт гимназияһынан Гөлбаныу Исмәғилева иһә уҡытыуҙа ул тиклем ауырлыҡтар юҡлығын билдәләй. “Башҡорт мәктәптәрендә дәрестәр һаны ҡыҫҡартылмай, тотороҡло һаҡланып килә, – ти ул. – Ошондай мөмкинлек тыуҙырылғас, бындай ышанысты лайыҡлы аҡларға тырышабыҙ. Ниндәйҙер проблемалар килеп сыға икән, район уҡытыусылары уларҙы йырып сығырға ынтыла. Әлбиттә, уҡытыуҙа заманса алымдарҙы киң ҡулланабыҙ. Уларһыҙ бөгөнгө эште күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ҡулланабыҙ, өйрәнәбеҙ, курстар үтәбеҙ. Әйткәндәй, был йәһәттән үҙем дә республика буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәткәнем бар”.
Гөлбаныу Исмәғилева һүҙҙәренсә, башҡорт теле уҡытыусылары балаларҙы күберәк һөйләргә, фекерләргә өйрәтергә тейеш. “Беҙ бит буласаҡ башҡорт зыялыларын тәрбиәләйбеҙ, – ти ул. – Ә улар барыһын белеп тә, шуны башҡаларға дөрөҫ итеп еткерә алмай, фекерен белдереү һәләте юҡ икән, һөҙөмтә булмаясаҡ тигән һүҙ. Ошоно күҙ уңында тотоп, эшемдә иң беренсе маҡсатым – бәйләнешле телмәр үҫтереү”.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу тигәндә, мәктәптәр тураһында ғына һүҙ алып барырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Был эш артабан нисек алып барылырға тейеш һәм, ғөмүмән, алып барыламы? Өфөнөң Киң профилле һөнәри колледжы директоры Сынтимер Баязитов әйтеүенсә, уларҙа был йәһәттән киң эшмәкәрлек ойошторолған: башҡорт теле бығаса 1-2-се курстарҙа өйрәтелһә, хәҙер 3-сөлә лә уҡытыла.
“Беҙҙең студенттар ҡала, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай, – ти Сынтимер Биктимер улы. – Әйтергә кәрәк, уларҙы берәү ҙә көсләп, тейешһең тип уҡытмай. Барыһы ла үҙ теләктәренә нигеҙләнгән. Уңыштың сере, һис шикһеҙ, уҡытыусыларға ла бәйле. Беҙҙә үҙ эшен, бурысын төплө белгән юғары квалификациялы педагогтар, фән кандидаттары белем бирә. Шул уҡ ваҡытта уҡыу йортонда башҡорт телен тейешле кимәлдә алып барыу етәксегә туранан-тура бәйле. Әгәр ул был дәрестең дәүләт кимәлендә мөһимлеген аңлай, йүнәлеште дөрөҫ ҡабул итә һәм ойоштора икән, бер ниндәй проблема булыуы мөмкин түгел. Ғөмүмән, республиканың мәғариф тармағындағы һәр етәксе алдында торған изге бурыс был. Дөрөҫ йүнәлеш алған студенттарыбыҙ киләсәктә төрлө өлкәләргә таралып, беҙҙең башланғысты дауам итер тигән ышаныстабыҙ”.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли белем биреү идаралығы етәксеһе Булат Зинуров башҡорт телен заманса уҡытыу алымдарына ҙур иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләй.
“Былтыр башлап ебәргән бер проектыбыҙ – Интерактив башҡорт теле – республиканың 71 мәктәбендә уңышлы һынау үтте, – ти ул. – Быйыл уны республиканың барлыҡ мәктәптәренә индерергә уйлайбыҙ. Был проектҡа индерелгән дәрестәр балаларға ҡыҙыҡлы форматта бирелгән. Интерактив видеояҙмалар ҡулланыла. Өйҙәһеңме, урамда китеп бараһыңмы, әгәр Интернетҡа инеү мөмкинлеге бар икән, теләгән теманы һайлап, дәрестә шөғөлләнә, күнекмәләр эшләй һәм шунда уҡ баһа алырға мөмкин. Әйткәндәй, тағы ла ошондай мобиль ҡушымталар бар, әлеге форумда уларҙың исем туйын үткәрәбеҙ. Ғөмүмән, шуны билдәләргә кәрәк: беҙ туған телде дәрестә генә түгел, ә көнкүрештә, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт һ.б. саралар аша үҫтерә алабыҙ. Мәҫәлән, көрәш секцияһында башҡорт һүҙҙәрен ҡулланабыҙ икән, һәр яҡлап ни ҡәҙәр һөҙөмтәле буласаҡ!”
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Көнүҙәк мәсьәләләр уртаға һалып өйрәнелә, тәжрибә өлгөләре таратыла; бәхәстәр, фекер алышыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, һис шикһеҙ, педагогтарға яңы юлдар күрһәтер, тағы ла уңышлыраҡ, һөҙөмтәлерәк эшләргә этәргес бирер.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.