Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
6 Октябрь 2020, 00:00

Китһәм дә мин, йырым ҡалыр

- Һин… Һин… Йәшһең әле миңә аҡыл өйрәтеп ултырырға! Иргә сыҡ, бала тап иң тәүҙә!- Апай, балаларҙы ҡыҫтырма бында! Ҡайһы ваҡыт мин түгел, ә һин кесерәктер кеүек тойола башлай. Иҫлә, һин бит бәләкәй саҡта бәхетле ҡатын, билдәле рәссам булырға хыяллана инең! Ошомо һуң көҫәгән бәхетең?! Бер тапҡыр ҙа ҡулыңа буяу, бумала алырға теләгең юҡмы ни хәҙер?..

Мин беренсе курс студенты. Башҡаларҙан бер ерем менән дә айырылмайым, шул уҡ ваҡытта тормошҡа булған ҡарашым менән уларға оҡшамағанмын да. Барыһы кеүек үк дәрестәргә әҙерләнәм, кино-театрҙарға йөрөйөм, дуҫтарым менән кафеларҙа ултырырға яратам, ҡайһы берҙә беренсе дәрескә йоҡлап ҡалам да, аҙаҡ уҡытыусылар артынан бурысымды ҡайтарып йөрөйөм. Башҡалар кеүек матурлыҡҡа, мөхәббәткә ынтылам, әммә ысын һөйөүҙән баш юғалтып йөрөргә иртәрәк әле тип һанайым. Хәйер, улай уҡ туң йөрәк тә түгел мин. Бар мине төн йоҡоларынан ҡалдырған, уттан алып һыуға һалған бер кеше. Мөхәббәтме ул, әллә нәфрәтме, аңлап бөтә алмайым. Үҙем уны бер күрер өсөн генә лә йән атам, күрһәм, енем ҡуба. Дамир атлы егет ул. Беҙ уның менән бергә уҡыйбыҙ. Шуға күрә теләйемме, теләмәйемме, беҙгә көн дә осрашырға, осрашҡан һайын йөрәкте ниндәйҙер аңлашылмаған ҡайнар хистәр тулҡынына ташлап алырға тура килә. Аҙаҡ тулҡынланған был йөрәкте тынысландырып алыуы бик ауыр. Ошондай һынауҙарға бирешмәҫ өсөн, күргәҙмәләргә йөрөйөм, төрлө форумдарҙа ҡатнашам, семинарҙарға яҙылам, конференцияларға әҙерләнәм, докладтар менән сығыш яһайым. Шуғалырмы “кит, бигерәк боша белмәйһең, ҡайғының нимә икәнен дә белмәйһең!” тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ә мин ваҡ-төйәккә юрамал ваҡыт ҡалдырмайым, сөнки беләм, әҙ генә йомшаҡлыҡ күрһәттеңме, иң тәүҙә ялҡаулыҡ елкәгә менеп ултырасаҡ, төшөнкөлөк тә үҙенең ҡосағына ҡармап алырға көтөп кенә тора. Унан китә икеләнеү, эштәрҙе иртәгегә ҡалдырыу... һин тауға менеп барған ерҙән туҡтап ҡалаһың да, әкренләп кенә аҫҡа төшә башлайһың. Аҙаҡ шул үргә яңынан менеүе ай-һай ҡыйын буласаҡ. Ә ҡайғыға килгәндә… Әлбиттә, йәшәлгән ғүмеремдә иң ҙур ҡайғыны инде кисереүемде - әсәйемде юғалтыуымды береһенә лә һөйләмәйәсәкмен, йәлләгәндәрен яратмайым. Йәнә, бик ныҡ эсем бошҡан, нимәгәлер көйгән, проблемаларым булған хәлдә лә, быны ситтәргә генә түгел, яҡындарыма ла һиҙҙермәҫкә тырышам. Ваҡытлы, үтеп китәсәк нәмәләр менән нимәгә кеше мәшәҡәтләп торорға. Был тормошҡа бер тапҡыр ғына йәшәргә килгәнбеҙ, бөтә рәхәтлеген татып, бөтә ергә өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Шуға күрә үҙемдә көс табып шаярам, көләм, дуҫтарым менән аралашам.

Мин бала саҡтан бик бошоп бармағанмын, үҙемә нимә оҡшай, шуны ғына эшләгәнмен. Әйтәйек, мәктәптә уҡығанда бөтә класташ ҡыҙҙарым бейеүгә яҙылды, мин бер үҙем шахмат түңәрәгенә барҙым. Шахматты мин әле һаман яратам, тик ул ваҡытта, унда малайҙар ғына йөрөй тип, ташланым да ҡуйҙым. Ниңәлер ҡыҙҙар үҙ итмәне был спорт төрөн. Әсәйем бының өсөн әллә ни көймәне, миңә яңы шөғөл тапты: оҫта ҡулдар. Әсәкәйем-күҙ нурым! Яратыуы шул тиклем ныҡ ине шул. Әммә минең туҡыма, энә-еп тотоп түҙеп ултыраһым бармы инде! Шул көндө үк атта йөрөү түңәрәгенә яҙылып ҡайттым. Әсәйем унда бармаҫҡа төрлөсә өгөтләп ҡараны, әммә мин барыбер үҙемдекен иттем, аттарҙы һайланым. Беҙ унда тәүҙә малҡайҙарға һыу эсерә, һәнәк менән ташып бесән һала, аҫтарын таҙарта инек, әсәйем шуны белгәс: “Бер нисә минут ат өҫтөндә һелкенәм тип, нисек тиҙәк йыйып йөрөмәк кәрәк!” - тип иҫе-аҡылы китте. Ә минең әле һаман булһа хайуанҡайҙарым төшөмә инә. Ат, бесән, тиҙәк еҫе аңҡытып, тәьҫораттарым эсемә һыймай өйгә ҡайтып инеүҙәр бер миҙгел генә булып хәтерҙә тороп ҡалды.

Ауылға барғанда велосипедтан ике тапҡыр остом. Эйе, ҡоланым түгел, малайҙар менән уҙышып тауҙан төшөп барғанда, ысын мәғәнәһендә остом. Ул “ҡаһарманлығым”дан тороп ҡалған эҙҙәр аяҡ-ҡулымды әле лә биҙәй. Ә был мәлдә дуҫ ҡыҙҙарым өй төҙөп, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышып, ҡурсаҡ уйнай ине…

Мине электән үк бөтә нәмә ҡыҙыҡһындыра. Иҫләйем, ауылда берәйһенә ҡунаҡҡа барһаҡ, бөтәһе лә өйгә йүнәлә, ә мин мотлаҡ һарайға инеп мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто һанап сығам. Ағас ярыҡтарында ҡышҡылыҡҡа йоҡоға талған себендәрҙе эҙләп йөрөгәнем дә хәтеремдә. Ауылға, өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, ана ҡуян килеп сыға, бына килеп сыға тип, сәғәттәр буйына юлды күҙәтеп барғанмын. Туҡтауһыҙ һорау биргәнгә, атайым шундай хәйлә уйлап тапҡан. Ә ҡайһы ваҡыт һис көтмәгәндә килеп сыға торғайны бит берәй ҡуян!

Әлбиттә, бешеренергә иртә өйрәнергә тура килде. Быныһын инде тормош үҙе өйрәтте. Әсәйем йыш ауырый башлағас, ашарға әҙерләүҙе үҙ өҫтөмә алдым. Әле курсташ ҡыҙҙар менән һөйләшәбеҙ ҙә, баҡ тиһәң, күбеһе ҡамыр ҙа ҡуя белмәй икән!.. Әсәйемдең был донъянан китеүе мине ҡапыл ғына ҙурайтты. Нисектер, күп нәмәгә икенсе күҙлектән ҡарай башланым. Ғүмер буйы уйнап-көлөп, иркәләнеп кенә йәшәп булмай икәнен аңланым. Кешеләрҙең йәлләп,

беҙгә меҫкен итеп ҡарауҙары мине көслө итте, ебемәҫкә, бирешмәҫкә, алға ҡарап йәшәргә кәрәклеген төшөндөрҙө. Шунан һуң ҡайғымды эсемә йоттом һәм хәҙер уны тышҡа сығармайым. Һәр көн атайымды, апайымды, яҡын кешеләремде юғалтыуҙан ҡурҡам.

Минең хәҙер ҙә үҙ көйөм, үҙ моңом. Тирә-яҡҡа ҡарарға, кемдеңдер артынан эйәрергә ваҡытым юҡ, үҙемдең ғүмерҙе матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп йәшәгем килә. Башҡалар менән бер арбаға менеп ултырһам, улар һуҙған ғына йырға ҡушылһам, бөтәһе лә боролған яҡҡа әйләнеп, барыһы менән бергә аһ-уһ килһәм, ситкә ҡарарға бүтәндәрҙең ҡарашынан, ни әйтеренән ҡурҡһам, тормоштоң ҡыҙығы ҡалмаҫ төҫлө. Ә тормош шундай матур һәм һәр көнөм көтөлмәгәнлек менән тулы, барыһын да ҡабул итеп өлгөрөргә генә кәрәк.

Төрлө цитаталар уҡырға яратам. Иң оҡшағандарын шунда уҡ блокнотыма яҙып ҡуям, йә принтерҙан сығарып, өҫтәлем ҡаршыһындағы стенаға элеп ҡуям. Бында ла әхирәттәремдән айырылам. Сөнки уларҙың күбеһенең стена, кәштәләрендә артистарҙың, үҙҙәренең, дуҫтарының фотоһүрәттәре урын алған. Ә мин һәр нәмәнән файҙа эҙләйем. “Йылмай…” “Әгәр ҙә ғәҙәттәреңде үҙгәртергә теләһәң, әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙе лә икенселәренә алыштыр”. Әсәйем үлгәндән һуң ысынлап та күптәр менән дуҫлыҡ өҙөлдө. Был, нисектер, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Әле үҙем кеүек ныҡыштар, был донъяла үҙ урынын табырға, маҡсаттарына өлгәшергә теләгәндәр менән аралашырға тырышам. “Яҡшы кешенең яҡшылығы тар ерҙә, яман кешенең яманлығы тейер бар ерҙә”. “Берәүгә генә елкәңә менеп ултырырға яй ҡуй, хәҙер үк уның артынса сират теҙелер”. “Нимәгә ышанаһың – алдыңа шул килә”. “Уңыш үҙенең артынан уңышты эйәртә”. “Иң тәүҙә үҙеңә биргән һүҙҙе тот”.

Ярҙам итәлерме-юҡмы, әммә бындай аҡыллы һүҙҙәр күңел таҙалығының ни тиклем мөһим икәнлеген оноторға бирмәй.

Ишеккә меню яҙып элгәнмен. Һәр ваҡыт унда яҙылғанса ғына туҡланып булмай, әммә уны тоторға тырышам. Шкаф ишегендә аҙналыҡ, айлыҡ пландар. Былар ҙа бик мөһим минең өсөн. Бөтөн нәмәне башта һаҡлау мөмкин түгел, ә яҙып ҡуйһаң, берҙән, һәр ваҡыт күҙ алдыңда, икенсенән, ул һиңә ҡанун кеүек – ташҡа баҫылған икән, тимәк, үтәлергә тейеш! Өҫтәл өҫтөндә, тап ҡаршымда, инглиз теленән ятлай торған һүҙҙәр.

Телефон шылтырауына терт итеп ҡалдым. Апайым икән.

- Бөгөн уҡымағаныңды беләм, тиҙ генә килеп ет әле!.. – тине ул бойороҡ биргән тауыш менән. Һаулыҡ һорашып, хәл белешеү ҙә юҡ.

- Ни булды?

- Килгәс һөйләрмен!..

- Уҡымаһам да, бара торған урындарым бар ине… - тим, минең дә мөһим эштәрем бар икәнен иҫенә төшөрөп.

- Һинең шул булыр инде! Апайыңды бар тип тә белмәйһең!.. – апаҡайым үпкәләй ҙә башланы. Күңеле тулышып ҡына ултырғандыр, сеңләп илап ебәрҙе.

Апаҡайым, апайғынам! Иң-иң яҡын һәм шул уҡ ваҡытта иң алыҫ кешем. Әсәйем үлгәндән һуң мин уға һыйынырға тырыштым, унан яҡлау, терәк эҙләнем. Әммә ул ваҡытта уның үҙенең проблемалары башынан ашҡайны, миңә һәр саҡ ваҡыты етмәй ҡалды. Имтихандарға әҙерләнергә кәрәк, балаһы бәләкәй, еҙнәй менән дә әйтешеп-төртөшөп кенә торалар – һәр көн ниндәйҙер яңы һынау. Бындай мәлдәрҙә, киреһенсә, уға мин терәк булғанмындыр: һеңлемде ҡарау, өйөн йыйыштырыу, керен йыуыу, ашарға бешереү – был эштәрҙең барыһы ла минең өҫтә ине. Бер ата менән бер әсәнең балалары булһаҡ та, икебеҙ ике төрлө. Ул бигерәк нескә күңелле, юҡ ҡына нәмә өсөн дә һытылырға әҙер генә тора. Берәй нәмә ул көткәнсә килеп сыҡманымы, уның өсөн был стресс. Әсәйем менән улар айырыуса яҡын булды. Апайым һәр ваҡыт уға ҡайҙа йөрөй, кем менән танышҡан, нимәләр күргән – барыһын да һөйләй, кәрәк ваҡытта кәңәштәр һорай ине. Шуғалыр, ҡәҙерле кешебеҙҙе юғалтҡандан һуң оҙайлы депрессияға бирелде. Әле һаман унан сығып бөтә алмай шикелле. Мин икенсерәк. Эсемдәген бик сығарып бармайым. Ҡатыраҡмын. Түҙемлемен. Үҙ һүҙле, ныҡышмын. Проблемаларымды иң тәүҙә үҙем хәл итеп ҡарайым, килеп сыҡмаһа ғына өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм. Бының өсөн әсәйемдәрҙән әллә күпме шелтә алғаным бар. “Ваҡытында әйтә алмай инеңме ни?” – тип һуҡранғандарында ваҡытында кәңәшләшергә һүҙ бирәм, әммә тиҙҙән барыһы ла онотола.

Әле мин алдыма белем алыуҙы, үҙемде камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйһам, апайым минең йәшемдә генә кейәүгә сыҡты. “Яратам, унһыҙ бер көн дә тора алмайым”, тип бер ниндәй өгөттө лә ҡолағына элмәне, әсәй менән атайҙы күҙ йәштәре менән еңде. Ә хәҙер ҡырҡҡа өҙгөләнә. Юҡ, өҙгөләнеүҙән туҡтаны ла, төшөнкөлөккә бирелде ул.

Апайымдар ҡала ситендә, Дим биҫтәһендә кеше фатирында тора. Кешегә түләгән аҡсалары йәл дә бит, ни эшләйһең, үҙ мөйөштәрен булдырырға әлегә хәлдәренән килмәй.

Ҡыңғырауға баҫам. Ишек асыусы юҡ. Өйҙә тауыш-тын ишетелмәй. Төймәгә нығыраҡ һәм оҙағыраҡ баҫып торам. Үҙгәреш һиҙелмәгәс, ишекте эскә ҡарай этәм. Бикләнмәгән икән. Килеп инеүгә тынсыу һауа тынды быуҙы. Ишек алдында итектәр, ботинкалар туҙып ята. Өҫ кейемдәре лә, ҡайһыһы элгестә муйынынан һәлберәп тора, ҡайһыһын элеп хитланып та тормағандар, башҡа һелтәп кенә ҡуйғандар.

- Их, апай, апай!.. – Йәһәт кенә ишек алдын тәртипкә килтереп ҡуйҙым. Аш бүлмәһендә лә шул уҡ хәл: өҫтәлдә ҡатҡан икмәк һыныҡтары, раковина тулы бысраҡ һауыт-һаба. Шәкәр, варенье һауыттары ла урынына алып ҡуйылмаған. Йоҡо бүлмәһендә урын-түшәк йыйылмаған. Асыҡ шкафтан йомарлап тығылған кейемдәр ишелеп төшөп килә. Ҡорғанды тартып асҡандар, әммә йүнәтеп ҡуйырға ҡулдары етмәгән. Былары ярай инде, иң мөһиме – телевизор иҙәндә селпәрәмә килеп ята.

- Апай!..

- Тик нотацияңды уҡыма йәме!.. – тип, залдағы диванға нисек йөҙтүбән ҡолаған, шулай ята бирҙе.

- Нимә булды?

- Еҙнәйең сығып китте!.. Все, барыһы ла бөттө!.. Унһыҙ нисек йәшәйем мин хәҙер?!. – Апайымдың тауышы иламһырап сыҡты.

- Әкиәтеңде һөйләмә инде! Кисен һин дә мин ҡып итеп ҡайтып инерен үҙең дә яҡшы белеп тораһың!

- Юҡ, быныһында ҡайтмайым тине… Ы-ы-ы…

Йәлләйем мин апаҡайымды. Бәләкәй кеше көслө була бит ул, уның йомшаҡ күңеллелегенән файҙаланып, гел илата инем. Минең өсөн уға атай-әсәйҙән дә эләккеләне. Шул мәлдә үҙен яҡлап берәй ҡаршы һүҙ өндәшһәсе! Илай ҙа ҡуя торғайны. Әле апайым бар бәхетһеҙлектә еҙнәйҙе ғәйепләй, тегеһе апайымды. Тыңлаһаң, икеһе лә дөрөҫ һымаҡ. Минең икеһен дә яманлағым килмәй, шулай ҙа үҙ туғанымдың ошондай йәшәү рәүеше алып барыуы менән һис риза түгелмен. Беткә үс итеп тунды утҡа яғыу кеүек була бит был...

- Апай! – быныһында ярайһы ғына ҡаты өндәштем, йәлләүҙән туҡтарға ваҡыт.

- Ҡасан үҙеңде ҡулға алаһың? Күпме дауам итер был хәлең?

- Еҙнәйең шундай булғас, нимә эшләйем һуууң? – Йәнә сеңләй.

- Ә ул ниндәй?

- Мине һанға ла һуҡмай! Әйткәндәрем стенаға борсаҡ менән бәреү кеүек кенә. Етмәһә һуңғы арала йыш эсә башланы, өйгә төн уртаһында ғына ҡайтып йығыла…

- Донъянан ваз кисеп ятыр өсөн ошолар ғына етерлек сәбәп тип уйлайһыңмы?

Ниһайәт, апайым ҡыбырлап ҡуйҙы, шыңшыуҙан туҡтаны. Бер аҙҙан әкрен генә ҡабырғаһына әйләнеп, күҙҙәрен түңәрәкләндереп миңә баҡты.

- Эйе, апай, һинең ошо хәлгә төшөүеңдең сәбәптәрен белгем килә…

- Һин дә мине ғәйепләйһеңме әллә?

- Ә кемде?!

Ошоға тиклем апайыма бер тапҡыр ҙа ҡаршы һүҙ әйткәнем юҡ ине. Йәлләнем, эстән генә бәхәсләштем, көсһөҙлөгө өсөн һүктем, әммә бер тапҡыр ҙа уйҙарымды тышҡа сығарманым. Әле килеп күңелдә йыйылып киткән һүҙҙәр үҙенән үҙе тышҡа урғылды. “Тураһын әйткән - туғанына ярамаған” тиһәләр ҙә, минән башҡа уның етешһеҙлектәрен кем күҙенә ҡарап әйтһен?..

- Хәҙер мин сәй ҡуям, ә һин тор, үҙеңде әҙәм рәүешенә килтер. Шунан һөйләрһең хәлдәреңде.

Уға ҡарамай ғына бүлмәнән сыҡтым. Танымайым мин апайымды. Үҙгәрҙе. Хыялы буйынса ул ер йөҙөндә иң бәхетле кеше булырға тейеш ине. Һөйгәне ҡулында ғына йөрөтәсәк, сәбәп булһа ла, булмаһа ла сәскәләр бүләк итәсәк, алтын-көмөшкә күмәсәк, өрмәгән ергә ултыртмаясаҡ, тип күҙ алдына килтерҙе гел. Тормош йәнә үҙенең аяуһыҙ ҙа булыуын күрһәтте: ниңәлер ул көткәндең тап киреһе килеп сыҡты. Бирелеп хыялланғанға һәм шул хыялына артыҡ ныҡ ышанғанға шулай килеп сыҡтымы икән.

Кейенеп, йыуынып, сәстәрен тарап алғас, апайыма төҫ инеп китте. Һәр хәлдә, бар донъяға үсле кеше кеүек тойолмай. Ялт итеп тормаһа ла, йыйыштырылған кухняға килеп ингәс, йылмайып ҡуйҙы.

- Әйҙә, ултыр, апай, сәй яһаным.

Ашарға иҫ китерлек әллә нәмәләре юҡ, ярай, печенье ла бына тигән ризыҡ.

- Хәҙер һөйлә инде, ни булды?
Апайым сынаяғын ике ҡуллап ҡыҫып тотто ла, ҡапыл уйсанланып ҡалды. Мин дә ҡабаландырманым.

- Арыным мин барыһынан да, шул тиклем ялҡтым! Бөгөн дә, ана, ваҡытһыҙ ҡайтып инде лә юҡ-барға бәйләнә башланы, - тип бәйән итеүгә күсте ҡарашын сынаяҡтан алмайынса. – Йәнәһе, ниңә һаман һауыт-һабаң йыуылмаған, өйөң йыйыштырылмаған, иҙәнең сүп-сар, ашарыңа бешмәгән, фәлән-фәсмәтән. Ваҡытында ҡайтһын ине, йыйыштырып та, ашарға бешереп тә өлгөрөр инем… Әйтә башлағайным, енләнеп сығып китте. – Унан бышылдап ҡына тигәндәй: - бүтән ҡайтмайым, тине, - тип дауам итте. - Әллә һөйәркәһе бармы икән?

- Әлегә һөйәркәһе бармы-юҡмы, белмәйем, әммә, былай дауам итһә, мотлаҡ берәйһен табып сығып китәсәк!

- Һин нимә? Аллам һаҡлаһын! – тип ҡалҡынып уҡ ҡуйҙы апайым.

- Шулай. Бер-берегеҙҙе бөтөнләй ишетмәйһегеҙ бит һеҙ! Берегеҙ компьютерҙан тора белмәй, икенсегеҙ сериалдар ҡарауҙан бушамай. Ул ниндәй тормош була һуң ул?

Апайымдың күҙҙәренә йәш төйөлдө, үпкәләүе йөҙөнә бәреп сыҡты. Ниҙер әйтергә уҡталды ла, һүҙҙәре телендә буталып ҡалды.

- Көнө буйы өйҙә ултырып нимә ҡыйратаһың һуң һин? Бала, тиһең, хәҙер ул көнө буйы балалар баҡсаһында. Иреңдең һәйбәт булыуын, эсмәүен-тартмауын, ситкә йөрөмәүен, ҡырын ҡарамауын, ваҡытында өйгә ҡайтыуын теләйһең, теләйһең генә түгел, талап итәһең! Ә үҙең? Өйөңдө таҙа тота алмайһың, ашарға бешереүеңдең дә рәте юҡ. Үҙеңде күптән ҡарамайһың! Өйҙә ултырғанда бара ул, тип үҙеңә ҡул һелтәргә ярамай бит.

- Һин… Һин… Йәшһең әле миңә аҡыл өйрәтеп ултырырға! Иргә сыҡ, бала тап иң тәүҙә!

- Апай, балаларҙы ҡыҫтырма бында! Ҡайһы ваҡыт мин түгел, ә һин кесерәктер кеүек тойола башлай. Иҫлә, һин бит бәләкәй саҡта бәхетле ҡатын, билдәле рәссам булырға хыяллана инең! Ошомо һуң көҫәгән бәхетең?! Бер тапҡыр ҙа ҡулыңа буяу, бумала алырға теләгең юҡмы ни хәҙер?

- Етер, Айлина! – апайым да тауышын күтәрҙе. Алдындағы сынаяғын этеп, ҡалағын алып өҫтәлгә һелтәп үк ебәрҙе. - Өйрәтмәгеҙ мине нисек йәшәргә! Еҙнәйең етмәгән, хәҙер һин ҡалғайның миңә нотация уҡырға!

Тырт-мырт атлап тәҙрә янына барып баҫты. Әммә мине туҡтатып булмай ине инде, бер башлағас, нимә уйлайым, барыһын да әйтәсәкмен!

- Нотация уҡымайым мин һиңә, ни бары күҙҙәреңде генә асырға теләйем. Көнө буйы сериалдар ҡарап, ундағы тормошҡа алданып, эргә-тирәңдә нимә булып ятҡанын да күрмәй башланың юҡһа. Кинола күрһәтелгәндәр – әкиәт!

- Ундағы ваҡиғалар барыһы ла тормоштан алынған! Минең дә ул артистар кеүек бәхетле булырға хаҡым юҡмы ни?!

- Апай, бәхетле булырға теләһәң, бул! Бәхетеңде үҙең ҡор! Кинолағы мөхәббәткә алданып, хыял эсендә йөҙөп кенә нимәлер ҡыйратып булмай ул. Ергә төш, ысынбарлыҡ менән йәшә!

Апайым яңынан ултырғысҡа барып ултырҙы ла, һығылып илап ебәрҙе.

- Бер кем дә аңламай мине! Бер кем дә яратмай!.. Хатта иң яҡын кешеләрем дә…

- Апай, беҙ һине барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Һиңә тик яҡшылыҡ ҡына теләйбеҙ. Әммә, әгәр үҙеңде үҙең яратмаһаң, ихтирам итмәһәң, башҡалар ҙа һиңә шулай яуап бирәсәк!

- Нимә эшләйем һуң?.. Дөрөҫөн әйткәндә, йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ минең өсөн. Ярай әле сериалдар бар. Үҙем бәхетле булмағанға күрә, ундағы артистарҙың бәхетле тормошон күреп йыуанам…
(Дауамы бар)
Фото: chipolletto.com
Читайте нас: