Бөгөнгө семинарҙа килешеүҙәрҙең нисек төҙөлөүе, танышлыҡтарҙы ҡайһылайыраҡ булдырыу, эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыу тураһында һөйләштек. Беҙҙе өйрәткән тренер - йәш кенә егет. Уның аҡыллылығы маңлайына яҙылып ҡуйылған: күҙҙәре һынап ҡарай, тауышында әҙ генә лә икеләнеү юҡ, ҡыланыштары ышаныслы, ҡыйыу, ихтирамыңды шунда уҡ яулап ала. Бер мәл уға һоҡланып ҡарап ултырыуымды һиҙеп ҡалдым. Шунда уҡ күҙ алдыма “әәә, мин һиңә нимә тигәйнем, ғашиҡ булдыңмы!” тип хихылдаған Гөлдәр, унан бәхетһеҙлегенә зарланып илап ятҡан апайым килеп баҫты. Юҡ-юҡ, уҡып бөткәнсе ғишыҡ-мишыҡ тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел! Тыштан шулай тим, ә эстәге бер тауыш “Дамир менән генә ярашып, хәлдәр үҙгәреп китмәһә…” тип өҫтәй.
Дәрестән барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт, шау-гөр килеп сыҡтыҡ, беребеҙҙе беребеҙ уҙҙырып тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ишек алдында өйкөлөшөп бер аҙ торғандан һуң, ғәҙәттәгесә яҡындағы кафеға йүнәлдек. Асығыуҙан түгел, айырылышҡыбыҙ килмәгәндән. Унан сыҡҡас, яҙ һауаһын һуларға тип Салауат Юлаев майҙанына атланыҡ һәм берәм-һәрәм яйлап таралыштыҡ.
Уларҙың барыһы ла йәш кенә студент ҡыҙҙар-егеттәр, ә үҙҙәре ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеп тә өлгөргән инде. Шундайҙарға һоҡланам һәм уларға эйәрергә тырышам. Әсәйем дә күпселектең түгел, ә һирәктәр, ныҡыш, тырыштар артынан барырға өйрәтә торғайны. Был, нисектер, мейемә һеңеп ҡалған. “Ул башҡарып сыҡҡан икән, тимәк, минең дә хәлемдән киләсәк” тигән принципты тоторға тырышам. Аҙаҡ “ниңә эшләп ҡараманым икән”, тип үкенерлек булмаһын. Бигерәк тә миңә Баязит исемле егет менән һөйләшеп ултырыу оҡшай. Ул өсөнсө курста уҡый. Унынсы класты Америкала уҡығанын ишеткәс, ғәжәп хәл кеүек тойолдо. Был турала үҙе ябай ғына итеп һөйләне: “Мин бит инглиз телен үлеп яратам, - тип йылмайҙы ул. – Дәрестә генә алған белемем гел етмәй торғайны. Уҡытыусым “FLEX” тигән программа эшләп килгәнен, конкурстан үтә
алһаң, Америкала бер йыл уҡып ҡайтыу мөмкинлеге бар икәнен әйткәс, уйлап та торманым, имтиханға әҙерләнгән кеүек уҡырға тотондом. Һәм, беләһеңме, еңеп сыҡтым!” Ул барыһын да шулай булырға тейеш ваҡиға кеүек ҡабул итә, ә мин һәр һүҙен мөғжизә кеүек йотлоғоп тыңлайым. Үҙ-үҙемә ышаныс шунан һуң тыуа башланы ла инде. Баязит та шулай ти: “Ышан, һәм барыһы ла һин тигәнсә булыр”. Былтыр йәй Һиндостан яҡтарына стажировка үтергә барып ҡайтҡан. Быныһы ер-һыу күрер өсөн генә булды ти, барыбер һоҡландыра. Быйыл икенсе берәй илгә бармаҡсы. Минең күңелдәге икеле-микеле уйҙарҙы күреп: “Иң мөһиме, ҡурҡма, шикләнмә. Алға бер аҙым яһарға ғына кәрәк, унан Хоҙай һиңә үҙе ярҙам итә башлай ул...”
Автобусҡа инеп ултырғас, шул тиклем дә арығанымды тойҙом. Ниндәйҙер рәхәт кенә арыу ине ул. Гөлдәр өйгә эштәрен ятлап бөткәндер инде, ә миңә йоҡлар алдынан дәрестәремде ҡарап сығырға кәрәк. Үҙем дә һиҙмәҫтән ойоп бара инем, телефон шылтырауы йоҡоно осорҙо. Апайым икән.
- Алло! Айлина, минең мольберт ҡайҙа торғанын белмәйһеңме?
Ауыҙым ҡолағымаса йырылды. Һөйөнөслө хәбәр!
- Беләм. Атайым уны төпкә йыйып ҡуйҙы.
- Иртәгә инеп сығам, ҡайһы мәлдә өйҙә булаһың?
Ҡайтып еткәнсе апайыма төшөнкөлөктән ҡотолорға нисек ярҙам итергә пландар ҡорҙом.
Өй буш, ҡотһоҙ. Ҡапыл күңелһеҙ булып китте. Исмаһам, бесәйебеҙ ҙә юҡ. Хәҙер мырылдай-мырылдай ҡаршы килер, мин уны ашатыр, һөт йылытып ҡойор инем. Ғүмер буйы бер үҙҙәре йәшәгән кешеләрҙе йәлләйем. Ҡайһы ваҡыт көндәр буйы өйҙә ултырырға тура килә, бер кем менән дә һөйләшмәйенсә аҡылдан яҙырға булалыр ул. Минең, ярай, бер аҙна эшләһә лә бер аҙна ял иткән атайым бар. Әле ул вахтала, шуға өйҙөң йәме юҡ.
Карауатҡа барып ятҡас “Контакт”ты астым. Интернет онотолдо һуңғы арала. Кемдәрҙер дуҫлашырға саҡыра, хәбәр ҙә ебәргәндәр. Аһ, Дамирҙан булмай кемдән генә булһын инде! Шатланып бейеп торған смайлик ебәргән дә, информатиканан үҙенең автомат билдәһен фотоға төшөрөп ҡуйған. Ммм… Ә миңә аҙаҡ зачет бирергә тура киләсәк. Дамир, дәрестәрҙә әүҙем ҡатнашып, әллә нисә автомат алып өлгөрҙө инде. Ә мин бынау семинарҙар менән етешә алмайым… Яуап итеп уға тел күрһәтеп смайлик ебәрҙем дә, әүен баҙарына юлландым.
Уянғас та тәүге эшем яҫтыҡ аҫтынан телефонды һөйрәп сығарыу булды. Сәғәт 07.00. Будильник шылтырарға тағы ун биш минут ваҡыт бар әле. Бармаҡтар үҙҙәренән үҙҙәре “Контакт”ҡа баҫа. Бер яҡтан уйлаһаң, ваҡыт урлаусы ғына инде был сайт. Имтихандар мәле етһә, ғәҙәттә, битемде ябып ҡуям. Тәүҙә ниҙер етмәй торған кеүек булһа ла, аҙаҡ онотола, уның ҡарауы ваҡыт күбәйә, күп нәмә эшләргә өлгөрәһең. Әле лә берәй аҙна булһа ла интернетһыҙ йөрөп алғанда шәп булыр ине. Телефонды кире яҫтыҡ аҫтына тыҡтым да блокнотымды алдым, бөгөн эшләйәсәк мөһим эштәргә күҙ һалдым. Кисә семинарҙа бирелгән өйгә эште үтәргә кәрәк. Беҙгә ручкалар таратып бирҙеләр, беҙ уны биш әйбергә алыштырырға тейешбеҙ. Ҡыҙыҡ та, ҡатмарлы ла. Ул ручкаға кем нимә генә алышыр инде! Был эште атҡарып сыға алмаһам, оят буласаҡ. Ярай, көн тыуып етмәгән, насар нәмә тураһында уйлап ятмайым әле. Йәнә лә мотлаҡ үтәй торған эштәр теҙмәһендә Гөлдәр менән осрашыу тора. Күптән күрешкәнебеҙ юҡ.
Ваҡыт тиҙ генә үтеп бара. Йәһәтерәк кейенеп-яһанып, ашай һалып сығып китергә кәрәк. Ишектәге меню! Әл дә иҫкәртеп тораһың әле! Икмәккә май яғып ҡына ашап китер инем бит инде. Ә хәҙер бутҡа бешерергә тура килә. Геркулес биш-ун минут эсендә әҙер була, файҙалы ла. Ә иртәгә атайым ҡайта! Өйгә ҡот инеп ҡалыр, исмаһам.
Автобуста, иртәнге сәғәт булһа ла, кеше аҙ. Бөтәһе лә үҙ уйына сумған. Йоҡоһонан уянып бөтмәгәндәре лә барҙыр. Бөгөнгө өйгә эшем иҫкә килеп төштө. Ҡыҙыҡ, ручканы алыштырырға ошонда ултырғандарҙың кемеһенә мөрәжәғәт итеп булыр ине икән? Ҡаршымда утыҙ йәштәр тирәһендәге бер егет йоҡомһорай. Ул мине тыңлар урынға, юҡ-бар һорау менән ҡамасаулап килгәнем өсөн йә һуҡраныр, йә бөтөнләй ишетмәгәнгә һалышыр ине моғайын. Бәлки икенсе урынға күсеп үк ултырыр ине. Уң яғымда, тәҙрә янындағы апай тышҡа баҡҡан, бик ҡаты уйға сумған. Минең кеүек, бөгөн эшләйәсәк эштәрен барлай микән? Әллә шәхси тормошонда проблемалары бармы? Юҡ, уға ла өндәшеү файҙаһыҙ. Бүтәндәрҙә лә минең ҡайғым юҡ. Кемдер гәзит уҡып маташа, йәш бер егет күҙҙәрен йомоп ебәреп наушник аша музыка тыңлап ләззәтләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, таң менән, етмәһә автобуста атҡарып сыға торған эш түгел.
Аудиторияға беренселәрҙән булып килеп индем. Уҡыу йылы башында дәрестәргә бөтәһе лә йөрөй торғайны. Әле иһә өйрәнеп
алдылар ахырыһы, күп урындар буш. Кемдер йоҡо һимертәлер, эшкә урынлашҡандар ҙа етерлек. Мин дә уҡып та, эшләп тә йөрөргә уйлағайным, атайымдың был турала ишеткеһе лә килмәй. “Һине генә уҡытырға хәлемдән килмәйме ни?! Ҡыҙын эшкә сығарып ебәргән, тип минән бот сабып көлөрҙәр. Уҡырға ингәнһең икән – уҡы! Аҙаҡ былай ҙа ғүмер буйы эшләргә тура килә”, - тип ҡыҙып алды ла китте. Атайым һәйбәт кеше минең. Йомшаҡ, изге күңелле. Ҡайһы берҙә хатта артыҡ яҡшы кеүек тойолоп китә, бигерәк тә, бер аҙна буш ятаһың барыбер, тип үҙ файҙаларына егә башлаһалар. Атайым йыш ҡына элекке замандарҙы һағынып иҫкә ала, бөгөнгө менән сағыштырырға ярата. Мине эшләтмәҫкә тырышыуы ла шунандыр. Элек студенттарҙың береһе лә был турала ҡайғыртмаған бит, ә минең уҡыу менән генә сикләнгем килмәй. Әүҙем, дәрте ташып торған йәштәр менән аралашҡан һайын был уйым тамырлана ғына. Әле миңә ун туғыҙ йәш. Диплом алғансы уҡып ҡына йөрөһәм, егерме дүрт тулып китә. Ул ваҡытта ҡайһы арала эшләргә, карьера яһарға өлгөрөрмөн дә, ҡасан донъя ҡороп, балалар үҫтерермен? Әле минең уҡырға ла, шул уҡ мәлдә эшләп йөрөргә лә көсөм артығы менән етә. Араһында театрҙарға ла, дуҫтарым менән аралашырға ла ваҡыт таба алам. Уҡыуҙан ҡайтып бот күтәреп өйҙә ятыу иһә минең өсөн түгел.
Берәм-һәрәм төркөмдәштәрем инә башланы. Ҡыҙыҡ, бында бөтөнләй мәктәптәге кеүек түгел, ҡайһылары менән аралашыуыбыҙ һаумы-һау булдан уҙғаны юҡ. 3-4 кешелек төркөмдәргә бүленеп бөткәнбеҙ ҙә, күберәген шулай йөрөйбөҙ. Төрлө сараларға бай, ҡайнап торған мәктәп тормошонан һуң тыныс, һәүетемсә генә үткән көндәргә саҡ өйрәнеп киттем.
Ана Дамир килеп инде. Мин хәҙер унан йырағыраҡ йөрөргә тырышам. Әммә ситләшкән һайын ул мине нығыраҡ үсектергән кеүек. Бына әле лә, ирекһеҙҙән күҙ ҡараштарыбыҙ осрашҡас, баш ҡағып күрештем дә, шунда уҡ телефоныма күҙҙе күсерҙем. Ә ул, урындар күп булһа ла, миңә уның аша бер нәмә лә күренмәйәсәген яҡшы белә тороп, алдымдағы парта артына йәйелеп килеп ултырҙы. Ҡаршыма шкаф килтереп ҡуйҙылармы ни. Юрамал эшләмәне тип әйтеп ҡара инде шунан! Нимәлер әйтергә уйлағайны, унан алда өлгөрҙөм:
- Эй, шкаф! Һиңә бүтән урын бөткәнме?
- Ә миңә бында оҡшай, - тине ул иҫе китмәй генә. – Теләгең булһа, үҙең күс, минең яныма ултырһаң, тағы ла яҡшыраҡ, - тип ауыҙ йырҙы
эргәһенән урын күрһәтеп. Уның ана шулай әйләнгән һайын шаяртырға тырышыуы, бер нәмә лә булмағандай һөйләшеүе, бер туҡтауһыҙ күҙ алдында йөрөүе минең йәнгә тейә.
- Шул ғына етмәгәйне! – тип, ахырҙа, икенсе урынға күсеп ултырҙым.
Ошо маймылды ла кеше яратыр икән, тип уфтанам үҙемде һәм ҡайҙалыр уны яратҡан тағы бер хыялый ҡыҙҙы күҙ алдына килтереп. Ҡыҙыҡ, алыҫта, ауылында ҡалған ҡыҙы менән нисегерәк тота икән үҙен? Уйҙарымдың төпкә китә башлауын һиҙгәс, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Күпме тапҡырҙар Дамирҙы башыма ла индереп ҡарамаҫҡа һүҙ бирәм, юҡ, килеп сыҡмай, хыялымда уның янында уралғанымды һиҙмәй ҙә ҡалам.
Уның яғына ҡарамаҫҡа тырышам, ә ул шуның һайын төрлөсә ҡыланып минең иғтибарҙы йәлеп итеп маташа. Уф!.. нимә эшләргә был Дамир менән? Нимәм менән яраманым?
Ҡуй, иртә менән кәйефте төшөрмәҫ кәрәк, тынысланайым, үҙемде ҡулға алайым. Дамирҙы күрмәҫ өсөн иң алғы партаға барып ултырҙым.
Бөгөн дәрестәр ниңәлер оҙаҡ үтте. Дамир менән күрешкәндән һуң гел шулай була. Һағыш быуып ала ла, ебәрмәй ыҙалата. Шулай ҙа бирешмәйем, алда торған эштәремде иҫемә төшөргәс, әкренләп барыһы ла үҙ урынына ҡайта. Эйе, бөгөн ручка алыштыраһым бар. Әлеге ваҡытта шул турала борсолорға кәрәк.
Һуңғы лекция тамамланғас, беренселәрҙән булып сығып киттем. Сығып барғанда Ильяс еҙнәм шылтыратты.
- Алло! Һаумы, еҙнәй!
- Сәләм, балдыҙ! Апайың ҡайҙа икән, белмәйһеңме?
- Юҡсы. Өйҙә юҡмы ни?
- Юҡ.
Ғәжәп! Уның бер кемгә лә әйтмәйенсә, яңғыҙы ғына ҡайҙалыр сығып йөрөгәнен хәтерләмәйем.
- Магазинға сыҡҡандыр, - тигән булам еҙнәмде йыуатып.
- Кисә әҙерәк әйтешеп алғайныҡ, әллә бер-бер хәл булдымы тип торам. Телефоны һүнек.
- Юҡтыр. Аламаға юрама. Ҡайтыр, - тим ышаныслы ғына итеп, апайымдың иртәнге көр тауышын иҫкә төшөрөп. Үҙем, бына еҙнәмдең дә ҡомалағы ҡыштырлап ҡуйҙы, тип көлөмһөрәйем. Юҡһа
кәләшенең тик өйҙә генә ултырыуына күнегеп киткән. Бер ҡайҙа ла йөрөткөһө, бер кем менән дә аралаштырғыһы килмәй.