Апайымдың тәтелдәп һүҙе бөтмәне. Ә минең күҙ алдына ҡапыл ғына Дамир килеп баҫты ла, үҙ уйҙарыма сумдым, апайымдың ярты һүҙен ишеттем, яртыһын юҡ. Ул быны һиҙмәне лә. Уға эсендәген бушатырға кәрәк ине.
Тәмле итеп ашап алғандан һуң йән кереп киткәндәй булды. Ә хәҙер тиҙ генә ҡойоноп алырға ла, Гөлдәр менән осрашырға йүгерергә кәрәк. Ул К. Маркс урамында яңы асылған кафела осрашырға тәҡдим иткәйне. Уның да, минең дә унда бер тапҡыр ҙа булғаныбыҙ юҡ әле.
Һуңлап ҡуймайым тип шәп атлап барып, кафены үтеп киткәнмен. Ҙур зданиеның беренсе ҡатында бәләкәй магазиндар, кафелар теҙелеп киткән, ҡарап бармаһаң, тиҙ генә күҙгә салынмай ҙа. Уның ҡарауы, кафе башҡаларынан боронғо стилдә биҙәлеүе менән айырылып тора. Бәләкәй генә кабинкалар ҙа, асыҡ өҫтәлдәр ҙә бар. Күркәм генә урын.
Гөлдәр килгәйне инде, туңдырма алырға ла өлгөргән. Мин, өйҙә ашап ҡына сыҡҡас, үҙемә һут алдым. Ниңәлер һүҙҙәр бәйләнмәне. Күберәген мин һөйләнем, ул тыңлап, минең мажараларҙан көлөп кенә ултырҙы. Бөгөн Сураманды күреүемде әйткәс, ҡапыл күҙҙәре йүгерә башлауын, ни эшләргә белмәй китеүен тойҙом.
- Һине оҡшатып йөрөй, тип күптән әйтәм бит, - тине ниһайәт. - Һәйбәт егет ул, эләктереп ал һин уны.
- Шул ғына етмәй тора ине! – әхирәтемә үпкәләгәндәй иттем. –Уның менән уртаҡ бер нәмәбеҙ ҙә юҡ беҙҙең, һөйләшеп ҡараныҡ бит инде…
- Шулай ҙа, ныҡышып артыңдан йөрөһә, ни эшләрһең?
- Гөлдәр, әйҙә был теманы ябайыҡ. Минең әлеге ваҡытта егеттәр тураһында бөтөнләй уйлағым килмәй! Дамир менән ауыҙ бешкән дә еткән.
- Тимәк, Сураман менән йөрөргә уйыңда юҡ?
- Юҡ әлбиттә! Ул миңә бөтөнләй оҡшамай.
Әхирәтем еңел тын алды. Һынаулы ҡарашын ситкә күсерҙе.
- Миңә хәҙер китергә кәрәк, үпкәләмә, йәме. Башым да ныҡ ауырта, һуңғы арала йоҡом да туймай. Иртәгә контроль эш, әҙерләнергә кәрәк. Минең хәлде беләһең бит, стипендиянан тороп ҡалһам, эш хана!
- Нисек инде? Шуның өсөн саҡырҙыңмы ни мине бында? Һөйләшеп тә өлгөрмәнек бит?
Гөлдәрҙең күҙҙәре ысынлап та һағышлы. Һуңғы арала, был курстарға йөрөйөм тип, әхирәтемде онотоп та киттем шул. Шылтыратышһаҡ та мин генә һөйләйем, сөнки бер көн эсендә әллә күпме ваҡиға булып өлгөрә һәм улар эсемде тишеп сығып килә, кем менән дә булһа уртаҡлашҡым килә. Ә Гөлдәрҙең көндәре бер төрлөрәк уҙа: универ-өй-универ.
- Берәй нәмә булдымы әллә?
- Атайымды тағы дауаханаға һалдылар…
Гөлдәр менән беренсе кластан бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа айырыуса яҡынайып киттек. Бер универға, бер факультетҡа барырға хыялланғайныҡ, килеп сыҡманы. Былтыр Яңы йылдан һуң атаһына инсульт булып, бер яҡ кәүҙәһе парализовать итте. Дауханала ла оҙаҡ ҡына ятты, халыҡ ысулдары менән дә дауалап ҡарайҙар, өшкөргән әбейҙәргә лә йөрөттөләр, файҙаһы әҙ тейҙе. Хәҙер уны ҡарарға айырым кеше кәрәк. Шул арҡала Гөлдәр ЕГЭға яҡшылап әҙерләнә лә алманы. Документтарын педҡа бирҙе, билдәләре буйынса шунда ғына бюджетҡа үтә ине. Түләп уҡытырға, билдәле, әсәһенең хәленән килмәне. Бына шулай, ҡапыл ғына хыялдары селпәрәмә килде, пландары үҙгәрҙе. Хәҙер ул юғары стипендияға уҡып, әсәһенә хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Социаль стипендия ла һәйбәт кенә сыға, спорт буйынса ла ниндәйҙер аҡсалата түләү бар шикелле. Ҡайһы берҙә үҙемде уның янында уңайһыҙ тоям. Бына әле лә, мин ҡыуанып-ҡыуанып хәбәр һөйләйем, ә ул был мәлдә атаһын, әсәһен ҡайғыртып, үҙен йәлләп, эстән көйөп ултыра. Уның проблемалары минекенән күпкә етдирәк шул. Бүтән юҡ-бар һөйләп башын ҡатырмайым, тип һүҙ бирәм үҙемә. Ләкин белеп торам, биргән антым иртәгегә тиклем генә етәсәк, кисерештәремде эсемдә йәшереп тота алмаясаҡмын.
Гөлдәр ҡапыл урынынан ҡалҡынды. Кемделер күреп ҡалды. Ҡул болғаны. Мин дә шул яҡҡа боролдом: унда ауыҙ йырып Сураман килә!
- Әйҙә бында!
- Әәә, Айлина! Күптән танышҡым килә ине һинең менән. Бая минең менән һөйләшеп тә торманың, ҡастың. Сәләм!
- Сәләм!
Уңайһыҙланып, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Ысынлап та осраҡлы килеп индеме ул, әллә Гөлдәр ойошторғанмы был осрашыуҙы?
- Ҡарағыҙ әле, һеҙ һөйләшеп ултыра тороғоҙ, мин хәҙер бер ергә генә йүгереп барып киләм. Тик бер ҡайҙа ла китмәгеҙ, йәме, мине көтөгөҙ!
Гөлдәрҙең тауышы ла, хәбәре лә яһалма. Осраҡлы ғына килеп ингән булһа, икенсе төрлөрәк ҡаршылар, икенсе төрлө хәбәрҙәр һөйләр ине. Вәт, хәйләкәр, нимә уйлап тапҡан! Киләһе эше бармы инде, оҙағыраҡ ултырһындар, тиҙер.
Сураман үҙен артыҡ иркен тота. Официантҡа ла һауалы ғына тауыш менән заказ бирҙе. Һорап та тормай миңә лә нимәләрҙер алды.
Һүҙ юҡта һүҙ булһын тигән кеүек, универҙарҙы, ундағы предметтарҙы, уҡытыусыларҙы тикшереп, сағыштырып алдыҡ. Маҡтансыҡ та икән Сурағол.
- Мин кеше кеүек имтихан тип йонсоп йөрөмәйем. Уҡытыусыға зачетка эсенә генә меңлектәр тығып бирәм дә, вәссәләм! Йәшәһен атай ҡарт! – тине лә йәмһеҙ тауыш менән көлөп алды.
- Мин улай итергә оялам… атайымдан оялам. Уҡыһын тип ул минең өсөн күпме тырышлыҡ һалған, үҫеп еткәс тә бәләмде һалыуҙан туҡтамаһам, ул нисек була инде?!.
Шулай тинем дә, аҙаҡ уйға ҡалдым. Бала тәрбиәһен төрлө кеше төрлөсә аңлай шул. Әйтәйек, ике бала тауҙан шыуа. Береһенең атаһы бәләкәстең торғанын, тауға үҙенең менгәнен сабыр ғына көтөп ала, бик булмаһа ярҙам итә. Икенсеһе бала килеп төшөү менән күтәреп ала ла тауға мендереп тә баҫтыра. Был бит аҙаҡ та шулай буласаҡ. Балаға өйрәтә башлаһаң, уның дөрөҫ итеп эшләүен көтөп торһаң, күпме ваҡытың уҙа, нервың бөтә, ә былай анһат бит, тиҙ генә уның өсөн эшләнең дә, вәссәләм! Бала ла ҡәнәғәт, һин дә. Аҙаҡ бынан нимә килеп сығырын ишәк ҡайғыртҡан. Күрәһең, Сурағолдоң ғаиләһендәге тәрбиә лә ошондайыраҡ принципҡа ҡоролған. Шуны дөрөҫләгәндәй, Сурағол:
- Ә миңә атай үҙе бирә! – тип ҡуйҙы. – Уҡырға йөрөмәһәм дә була, эш әҙер инде минең өсөн, уныһын да атай алдан уҡ хәстәрләп ҡуйған…
Был маҡтансыҡ менән нимә һөйләшергә? Мин, мин, тип күкрәк һуғыуҙан башҡаны белмәй. Уны йәлләп ҡуйҙым, аҡсаһы күп булһа ла, күңеле ни тиклем һай, ярлы уның. Ҡыҙыҡ, тағы бер ун йылдан ул
ниндәй булыр икән? Миңә уның янында түҙеп торғоһоҙ күңелһеҙ. Ҡәҙерле ваҡытымды әрәм итеп нимә эшләп ултырам һуң әле бында?
- Ҡара әле, миңә китергә кәрәк, Гөлдәрҙе үҙең генә көт инде. Киләм тигәс, килер ул, - тип урынымдан ҡалҡындым. Ул да тора һалды.
- Килмәйәсәк ул! Бая паркта күргәс, һинең менән яҡынданыраҡ танышҡым, һөйләшкем килде. Гөлдәргә, беҙҙе осраштыр әле, тип шылтыратһам, әйҙә кафеға кил, Айлина хәҙер шунда бара, тине. Мин ни осоп тигәндәй килеп тә еттем. Бына нисек барыһы ла ыңғай ғына килеп сыҡты. Минең гел шулай ул, берәй нәмә теләһәм, үҙенән үҙе хәл ителә лә ҡуя!..
Тағы маҡтаныу! Кешенең кем икәнлеген кейгән кейеме генә билдәләмәй шул…
- Минең яйлап ултырырға ваҡытым юҡ, ғәфү ит! – инде мөмкин тиклем ҡорораҡ әйтергә тырышам.
- Һин миңә бик оҡшайһың! Әйҙә иртәгә ошо ваҡытта ошонда уҡ күрешәбеҙ? Юҡ, ресторанға саҡырам мин һине!
- Юҡ-юҡ! Минең кем менәндер осрашып йөрөргә һис кенә лә теләгем дә, ваҡытым да юҡ…
Сураманды минең яуап аптырашта ҡалдырҙы шикелле. Күрәһең, үҙ һүҙле был егет уның ыңғайына ғына тороуҙарына өйрәнгән.
- Нисек? – тип күҙҙәрен аҡшайтты ул. – Һин миңә оҡшайһың, тип торам бит.
- Оҡшаған кешеләр күп булыр инде ул… Ярай, мин киттем, һау бул! – тинем дә сығып китергә ашыҡтым.
- Айлина! Беҙ һинең менән күрешербеҙ әле! – тип ҡысҡырып тороп ҡалды Сураман. Ярай әле арттан эйәреп сыҡманы. Һағыҙаҡтан нисек ҡотолорға ла белмәҫ инем. Ә Гөлдәргә иртәгә эләгәсәк әле минән!
Иртән аңҡы-тиңке килеп торҙом. Һулҡылдап башым ауырта. Кисә ручка алыштырыу буйынса отчет яҙырға өлгөрмәүем иҫемә төшкәс, тағы ла ҡыйыныраҡ булып китте. Универға тиҙерәк барырға ла, паралар араһында, күңелһеҙ лекциялар ваҡытында яҙып ҡуйырға кәрәк. Бөгөн шуның буйынса һөйләшеү була.
Аудиторияла мине сюрприз көтә ине. Һиңә төркөм старостаһы бирергә ҡушты, тип бер егет эренән биш роза сәскәһе килтереп тотторҙо. Миңә әле бер кемдең дә иртә менән һәм кеше аша сәскәләр бүләк иткәне юҡ ине әле.
- Кем?
- Унда хат бар, шунда яҙылған тинеләр.
Сәйер… Сураман түгелдер ҙә инде. Сәскәләр араһына ҡыҫтырылған хатты тартып сығарҙым. “Айлина! Кисә минең арҡала ас та, гөлләмәһеҙ ҙә ҡалдың. Ғәфү үтенеп, һиңә үҙеңә оҡшаған сәнскеле раузаларҙы бүләк итәм. Дамир.” Был һүҙҙәрҙе уҡығанда тын алырға ла оноттом шикелле. Эсемдән йылы ғына, йомшаҡ ҡына бер тулҡын уҙҙы. Аҫҡа ҡасандыр миңә арнап сығарған йыр һүҙҙәрен өҫтәп ҡуйған:
Һине уйлап кисен йоҡлап китәм,
Һине уйлап күҙем асам һәр көн иртән.
Донъя сағыу, донъя шундай матур икән,
Был донъяла һин булғанға ғына, иркәм…i
Күҙ ҡырыйы менән генә үҙен эҙләйем. Күренмәй. Туҡта, ә ниңә кеше аша бирҙе әле? Үҙе ояламы? Ҡурҡамы? Һәм ниңә бында ул йырҙы ҡыҫтырырға?! Ана, ауылындағы һөйгәненә яҙһын ул һүҙҙәрҙе! Эсемдәге ҡыуанысым йән көйөүгә әйләнә барғанын тойҙом. Үҙемде сит кешенең сәскәләрен тотоп торған кеүек хис итә башланым. Уныңса, мин уларҙы шатланып ҡабул итергә тейешмендер инде? Гөлләмәне әле бер ҡулыма тоттом, әле икенсеһенә күсерҙем. Уларҙы ни эшләтергә белмәй торғанда, өйкөлөшөп торған төркөмдәштәрем араһындағы ҡыҙға күҙем төштө. Бөгөн уның тыуған көнө бит! Шәп-шәп атлап барҙым да, бөтәһен дә үҙемә ҡаратып, “бөтә төркөмдәштәр исеменән тыуған көнөң менән ҡотлайым!” тип әлеге гөлләмәне уға һуҙҙым. Тап шул ваҡыт ишектә Дамир күренде, барыһын да асыҡ күрҙе, ишетте. Һиңә шул кәрәк, тигән ҡиәфәттә һауалы ғына ҡарап эргәһенән үтеп киттем. Ғәжәп, был юлы бер һүҙ ҙә өндәшмәне лә, төртмәне-этмәне лә. Киреһенсә, ситкә янтайып, юл биреп тороп ҡалды.
Лекция башланғас, ватсапҡа хәбәр килеүен белдереп, телефон пипелдәне. Гөлдәр ниҙер яҙа. “Сәләм! Шунан, кисә нисек булды?” “Үлтерәм мин һине, белдеңме!” тип яҙҙым да артынан йоҙроҡло смайл ебәрҙем. “Ысын, нисек булды? Ныҡлап таныштығыҙмы?” “Һөйләмәйем бына!” тип тағы смайлик аша тел күрһәттем. Гөлдәр улай төпсөнөп ҡараны, былай һораштырҙы, әммә минән артығын белә алманы. “Әйҙә осрашайыҡ?” тип яҙҙы ахырҙа. “Кисәге кеүекме?” “Ярай, инде… Кисен үҙең инеп сыға алаһыңмы?” “Ярай”. Бөгөнгө көнөм дә тығыҙ булмаҡсы ахырыһы.
Дәрестәр һәүетемсә үтеп бара. Хатта Дамир ҙа ҡамасауламаны. Ниңәлер кәйефе юҡ уның бөгөн. Дәрестә лә яуап бирә алмай, ыҡ-мыҡ килеп торҙо. Уның артынса мин яуап бирҙем һәм баллдарымдың һанын арттырҙым. Үҙе кеүек йәнен көйҙөрөп алайым әле, тип уның яғына әйләнһәм, ҡайҙалыр ситкә ҡараған да, шул килеш ҡатып ҡалған. Юрамал миңә ҡарамайҙыр, тип бик иҫем китмәне.
Семинар күңелле үтте. Һәр кем үҙенең ручка алыштырыу мажараһын һөйләп ишеттерҙе. Барыһын да миңә бөтөнләй таныш булмаған егеттәрҙең сәскә бүләк итеүе һоҡландырҙы. Төркөмдәштәремдән “Асыҡ күңелле, кеше менән дөрөҫ аралаша, ете-ят әҙәмдәрҙең ышанысын яулай белә” тигән баһа алдым. Аҙаҡ инде һәр кемдең хатаһын һәм уңыштарын тикшерҙек, етешһеҙлектәрен әйттек, нимәләр өҫтөндә эшләргә йүнәлеш бирҙек.
Тәнәфес ваҡытында Баязит менән икәү буфетҡа киттек. Ниңәлер уның бүтән бер кемгә лә өндәшеп торғоһо килмәне, мин дә ҡаршы булманым. Ғәҙәттә шау-гөр килеп торған буфетта кеше әҙ, тыныс. Беҙ тәҙрә төбөндәге өҫтәл артына барып ултырҙыҡ. Баязит икебеҙгә лә ваҡ-бәлеш менән һут алды. Үҙем өсөн үҙем түләйем тиһәм дә, егет кеше, ултыр, тип кенә ҡуйҙы. Мин бындай мөнәсәбәткә өйрәнмәгәнмен, күңелгә рәхәт тә, уңайһыҙ ҙа. Ул нимә әйтһә лә, сихырланған кеүек, ҡаршы килә алмайым.
Баязит мине аптыратыуҙан да, һоҡландырыуҙан да туҡтамай. Отчетында ваҡ-төйәк һөйләп ултырһа ла, икәү генә ҡалғас, бөтөнләй икенсе нәмәләр асып һалды. Минең кеүек шаҡы-шоҡоға алышмаған ул ручкаһын. Тәүге кешеһенән үк бер рәссамдың күргәҙмәһенә саҡырыу алған. Сәнғәт яратҡан кешегә тәҡдим итеп, уны картинаға алышҡан. Картинаны алған әҙәм сит ил кешеһе булып сыҡҡан һәм ул Баязитты үҙе ойошторған конференцияла ҡатнашырға саҡырған. Егет кеше ҡыуанып ризалашҡан һәм йәнә бер саҡырыу алырға өлгәшкән. Был саҡырыуҙы кемгәлер, нимәгәлер алышырға йәлләгән дә, үҙенең ручкаһы менән яңынан сығып киткән. Уны китапҡа, ниндәйҙер сувенирға һәм театрға билетҡа алыштырған.
- Нисек һинең барыһы ла еңел генә килеп сыға ул? – тип һорайым көнләшеүемде йәшермәй.
- Әллә тағы… - тип бер аҙ уйланып ултырҙы. Унан ҡулымды үҙенең усына алды ла күҙҙәремә баҡты. Уның ҡарашынан тәнем зымбырҙап китте, ялҡын ялмап алғандай булды.
- Минең был турала бер ҙә уйланғаным юҡ, әммә, моғайын, һәр ваҡыт юғарыраҡ, ҡиммәтерәк нәмәләргә ынтылырға кәрәктер. Әйтәйек, ручканы значокка һин һәр ваҡыт алыша алаһың. Мин үҙем генә лә һиңә уларҙы бер ус итеп биреп ебәрер инем. Ундай еңел юлды һин һәр ваҡыт запасҡа ҡалдыр. Иң тәүҙә буй етмәҫтәй тойолған нәмәне башҡарып ҡара. Юғарыраҡ фекер йөрөт…
Алдымда йәш кенә бер аҡыл эйәһе ултырған кеүек. Ошо ғына ғүмерендә күпме аҡыл туплап өлгөргән ул! Бер уйлаһаң, төркөмөбөҙҙәгеләрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Күптәр уның тураһында бер нәмә лә белмәй. Баязит быны теләмәй ҙә шикелле. Башҡа берәйһе булһа, бәлки ҡупырайып, танау сөйөп, Америкала уҡып ҡайтыуына, инглиз телен камил белеүенә маҡтанып йөрөр ине. Мәҫәлән, Сурағол. Дамирҙың был курстарға йөрөмәүенә беренсе тапҡыр үкенеп ҡуйҙым. Ул да тырыш, ныҡыш егет бит, тик үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай. Бына кемдәр менән аралашып, кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк уға! Юҡһа, идеялары ла, маҡсаттары ла бар, нисек тормошҡа ашырырға белмәй.
Минең Баязитты тыңлағымдан тыңлағым килә, әммә тәнәфес егерме минут ҡына, һә тигәнсе үтеп тә китте. Күренеп тора, уның үҙенең дә оҙағыраҡ һөйләшеп ултырғыһы килә.
- Ниңә һин Мәскәүгә, йәки башҡа берәй ергә уҡырға китмәнең? – тип күптән ҡыҙыҡһындырған һорауымды бирҙем. Баязит көлөмһөрәп ҡуйҙы.
- Күптәр бирә миңә был һорауҙы. Ситтәрҙә йөрөп ҡайтҡандан һуң ни тиклем тыуған илемде яратҡанымды аңланым. Минең бер ҡайҙа ла киткем килмәй. Әлбиттә, белемемде камиллаштырырға, башҡа ерҙәге тормош менән яҡындан танышырға ситкә сығып әйләнәсәкмен, әммә ул яҡтарҙа бөтөнләйгә ҡалырға уйымда ла юҡ. Мин бында кәрәгерәк: илемә, халҡыма хеҙмәт итергә тейешмен!..
Илһамланып, тулҡынланып һөйләне Баязит быларҙы. Ғүмер буйы ғәжәпләндереүҙән туҡтамаҫ ахырыһы был кеше мине. Бер яҡтан ҡарағанда, уның әйткәндәре башҡа һыймаҫлыҡ. Барыһы ла еңел тормошҡа ынтылғанда, шул мөмкинлектәре менән үҙен ҡорбан итәлер кеүек. Ә икенсе яҡтан, күңелендә шул тиклем һөйөү йөрөтә алыуы - ҡаһарманлыҡ. Шундайҙар арҡаһында тел, милләт һаҡланып килә түгелме һуң?
Их, китергә кәрәк… Ярай, тим эстән генә, был һөйләшеүҙе дауам итер мәл булыр әле. Тора башлағас, Баязит ҡапыл ҡулымдан тотоп кире ултыртты.
- Тороп тор саҡ ҡына. Мин һине юҡҡа саҡырманым бында. – Оһо, тип уйлайым эстән генә, бик етди башланы был һүҙен. – Донъяға ҡарашың, уйҙарың, хыялдарың менән дә, үҙең дә… (был тәңгәлдә әҙерәк туҡтап алды) бик оҡшайһың миңә. Дуҫлығыбыҙ өҙөлмәҫ тип уйлайым һәм, ҡаршы килмәһәң, уй-ниәттәреңде тормошҡа ашырырға хәлемдән килгәнсе ярҙам итер инем. Конференцияға саҡырыуҙың береһен һиңә бүләк итәм.
Үҙ ҡолаҡтарыма үҙем ышанмайым. Шаяртамы? Аңларға теләп уға текәлдем.
- Мин ысынлап әйтәм, Айлина. Һине күҙ уңында тоттом да инде уны һораған мәлдә. Ваҡыт әллә ни күп тә түгел, тема буйынса әҙерләнә башла. Бигерәк тә инглиз телеңде нығыт.
Күҙемдән ике бөртөк шатлыҡ йәше атылып сыҡты. Был минең өсөн иң-иң ҙур бүләк. Әлбиттә әҙерләнәсәкмен! Түҙмәнем, уны ҡосаҡлап алдым. Рәхмәтемде бүтәнсә нисек белдерергә белмәнем…
Яңы тема – “ғәфү итә белеү” булды. Беҙ был тормошта һәр ваҡыт бүтән кешеләр менән аралашып йәшәйбеҙ: туғандар, дуҫтар, класташтар, хеҙмәттәштәр, күршеләр, таныштар һәм таныш түгелдәр… Ҡайһы ваҡыт шулай килеп сыға: ниндәйҙер берәй хәл, ҡайһы ваҡыт юҡ ҡына нәмә арҡаһында кемгәлер асыуланаһың, уға йәнең көйөп йөрөй башлай. Был үпкә әкренләп һинең нервыларыңды ашарға, йөрәгеңде кимерергә тотона. Ошо мәлдә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтың нимәнән башланыуының сәбәбенә төшөнөп, үҙеңде лә, ул кешене лә йөрәгең менән ғәфү итһәң, күңелеңдә яңынан тыныслыҡ урынлаша. Беҙҙең тренер, әлбиттә, төрлө миҫалдар ярҙамында бик матур һәм аныҡ итеп аңлатты. Уны тыңлап ултыра торғас, тотош тәнемде ҡайнар бер ут ялмап алды, бар донъяны ҡосоп яратҡым килде.
Өйгә эш – ауыр һүҙ әйтеп уйламаҫтан ғына рәнйеткән, йәиһә юҡ ҡына нәмә өсөн дә үпкә һаҡлап йөрөгән кешеңдән (дуҫың, ата-әсәйең, туғаның, күршең, төркөмдәшең) күҙенә ҡарап ғәфү үтенеү. Быны ишеткәс бөтәһе лә “уууу” тип ҡалды. Ысынлап та ауыр эш. Кешене үпкәләтеүе генә бер ни тормай шул…
Әсәйем иҫемә килеп төштө. Ул да гел: “Бер үк кешегә асыу һаҡлап, үпкәләп йөрөмәгеҙ. Ғәфү итә һәм ғәфү үтенә белегеҙ. Шул
мәлдә күңелегеҙ ҙә, йөҙөгөҙ ҙә яҡты булыр”, тиер ине. Бер ваҡыт шулай ҡыҙыҡ хәл дә булғайны. Күршеләр менән татыу ғына йәшәп килдек тә, бер көн улар менән ни эшләптер байрамдарҙы бергә үткәрмәй, ҡунаҡҡа саҡырышмай башланыҡ. Әсәйҙәребеҙ бер-береһенә үҙҙәре бешергән тәмлекәстәрҙе лә күстәнәс итеп индереүҙән туҡтаны. Уларҙың кәйефе беҙгә, балаларға ла күсте, беҙ ҙә бер-беребеҙҙән ситләштек, бергә уйнамай башланыҡ. Эстән генә барыбер барыһының да элеккесә булыуын теләйбеҙ. Бала кешенең уйлағаны телендә бит: “Әсәй, - тим бер көн. – Һин беҙгә кешеләр тураһында насар уйламаҫҡа, үсегеп йөрөмәҫкә өйрәтәһең, ә ниңә үҙең күрше апай менән һөйләшмәйһең?” Шул ваҡыт әсәйемдең хатта йөҙө үҙгәреп китте. Нимә тиергә белмәй ыҡ-мыҡ килде. Унан ауыҙ эсенән нимәләрҙер мығырҙаны ла, өлкәндәр эшенә ҡыҫылмағыҙ, тип беҙҙе бүлмәбеҙгә индереп ебәрҙе. Әсәйемдең был ҡылығын һис аңламаным. Мин бит унан ниңә күрше апай менән һөйләшмәүе тураһында ғына һорағайным… Кисен ул беҙҙе янына саҡырып алды ла: “Ғәфү итегеҙ, ҡыҙҙарым, күрше апайығыҙ менән әллә ниңә үпкәләшеп йөрөйбөҙ шул… - тине беҙҙе ҡосаҡлап. – Минең унан ғәфү үтенгем килә. Әйҙәгеҙ, магазинға барып киләйек тә, үҙҙәрен ҡунаҡҡа саҡырайыҡ”. Апайым менән ҡыуаныстан үрле-ҡырлы һикерештек. Шунда уҡ кейендек тә, сығып та киттек. Күршеләребеҙ ҙә ярашыуҙы нимәнән башларға, нисек ғәфү үтенергә белмәй йөрөгәндәр икән. Беҙ уларҙы ҡунаҡҡа саҡырғас, шатланып риза булдылар, бер аҙҙан әллә күпме күстәнәс ҡосаҡлап килеп тә инделәр. Ул кис иң шатлыҡлы көнөм булып хәтеремдә ҡалды.
Был задание тураһында ишеткәс, күңелемдән үҙем рәнйеп йә миңә үпкәләп йөрөгән кешеләрҙе барларға тотондом. Әммә, ғәжәп, күпме генә тырышһам да, күҙ алдыма Дамирҙан башҡа бер кем килмәйсе. Юуууҡ… Әллә кемдәрҙең алдына барып баш эйергә ризамын, тик уға түгел!.. Үпкә һаҡларға ярамай, тип уны ғәфү итһәм, дуҫ ҡына булайыҡ, тиеүен ҡабул итергә тейешменме ни? Дамир күптән минең өсөн дуҫ ҡына булыуҙан туҡтаны. Элек “мөхәббәт өсмөйөшө” тигәндәренә гел аптырай торғайным, хәҙер белдем инде мөйөшөнөң нисегерәк осло була икәнен. Был лекцияны апайым менән еҙнәйем тыңлаһа яҡшы булыр ине. Исмаһам, юҡ-бар өсөн бер-береһенә үпкәләп, аҙналар буйына һөйләшмәй йөрөмәҫтәр ине. Дәрес бик файҙалы, бай йөкмәткеле булһа ла, ниңәлер элекке кеүек шау-гөр килеп сыҡманыҡ. Киреһенсә, һәр кем үҙ уйҙарына бикләнгәйне.
Мин килгәндә Гөлдәр ашарға бешерә ине. Әсәһе өйҙә юҡ, төнгө сменаға киткәндер. Дауаханала эшләй ул. Гөлдәргә бөгөн саҡ яҡшылап иғтибар иттем. Нисектер, һурылып, тағы ла нығыраҡ ябығып киткән. Миңә иң яҡын әхирәтемдең иң ауыр мәлдәрендә янында булмағаным, ярҙам итмәгәнем өсөн ҡапыл оят булып китте. Үҙемсә әллә ниндәй проблемалар хәл иткән булып йөрөйөм, ә дуҫлыҡ тураһында бөтөнләй онотоп ташлағанмын. Етмәһә, бер ҡайҙа ла барғаның юҡ, өйҙән сығышмайһың, китапҡа текәлеп ултырып йәшлегең дә бер мәғәнәһеҙ үтеп китер әле, тип йәненә тейәм. Бына кемдән ғәфү үтенергә кәрәк! Моғайын, тыштан белдермәһә лә, эстән генә ул да миңә үпкәләй торғандыр. “Миңә уҡыу еңел генә бирелмәгәнен белеп тораһың бит” тип йыш ҡына әйткәне лә бар, мин һәр ваҡыттағыса быға иғтибар бирмәнем. Уныһы шулай: миңә теманы аңлап алыу өсөн күҙ йүгертеп сыҡыу ҙа етә, ә Гөлдәргә әллә нисә тапҡыр уҡырға, ҡайһы ерҙәрен ятлап алырға тура килә. Бына, әле тап ғәфү үтенә торған ваҡыт! Кеше үпкәләгәнен йә үпкәләткәнен үҙе лә аңғармай ҡала шул. Кисә лә Гөлдәр мине үпкәләтер өсөн уйлап саҡырмаған бит Сураманды кафеға. Төркөмдәшенә яҡшылыҡ эшләргә теләгән. Миңә лә уның менән танышыу оҡшар тигәндер инде. Был турала алдан да әйткеләгәне булды бит.
- Гөлдәр, ғәфү ит мине, йәме, - тип, иҫкә төшкән нәмәләрҙе һанай-һанай барыһы өсөн дә ғәфү үтендем.
Өйгә бирелгән эште нисек кенә атҡарып сығырмын икән тип ҡурҡҡайным, бына бит, алыҫ китергә лә кәрәкмәне.
- Айлина, һин дә мине кисәге, ну… теге Сураман өсөн ғәфү ит, йәме. Үҙенән үҙе килде лә сыҡты. Әллә ҡасандан таныштыр тип йөрөй бит инде. Һиңә әйтергә, рөхсәтеңде һорарға тейеш инем барыбер.
Үҙе һөйләй, үҙе уңайһыҙлана, ҡайҙа ҡарарға белмәй.
- Юҡ-бар өсөн нервыңды бөтөрмә! Кисә йәнем көйгәйне, бөгөн оноттом инде!
- Ә шулай ҙа, нисек булды? Нимә һөйләштегеҙ?
- Мин һинең артыңса уҡ тигәндәй сығып киттем. - Уны аптыратыуым тураһында һөйләп, әхирәтемде лә көлдөрөп алдым.
- Шул кәрәк уға! – тип янап ҡуйҙы аҙаҡтан. – Шулай ҙа сәменә ныҡ тейгәнһең шикелле, кис буйына “Контакт”та һине һорашып ҡаңғыртып сыҡты.
- Ул иғтибар үҙәгендә булып өйрәнгән, - тип көлөмһөрәнем. - Ә кисә хәстрүш кенә бер ҡыҙ уның менән дуҫлашыу түгел, һөйләшергә лә теләмәне…
- Һиңә ул бөтөнләй ҙә оҡшамаймы ни?
- Юҡ! Миңә проблемаларын үҙ аллы хәл итеп өйрәнгән кешеләр нығыраҡ яҡын.
- Курстарың нисек бара әле һинең? Йөрөйһөңме һаман? – Гөлдәр һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрҙе.
- Эйе! Бик оҡшай! Әле шунан ҡайтып киләм. Белһәң икән мин аралашҡан егеттең ниндәй шәп икәнен! – Минең күҙҙәрем осҡонланып китте, янып Баязит тураһында һөйләй башланым. Уның хаҡында көнө буйы һөйләһәм дә ялҡмаҫ инем.
- Туҡта-туҡта, ҡыҙыҡай! – тип бүлдерҙе мине Гөлдәр. – Һин ғашиҡ булғанһың түгелме һуң?!
- Юҡ-юҡ! Мөхәббәттең “м” хәрефе лә юҡ бында. Беҙ бергә курстарға ғына йөрөйбөҙ, һәйбәт аралашабыҙ. Һәм ул минең иң һоҡланған кешем.
Был ысынлап та шулай. Беҙ маҡсаттарыбыҙ, ынтылыштарыбыҙ, уйҙарыбыҙ бер булған дуҫтар ғынабыҙ.
- Ә былай, бөгөн “ғәфү итә белеү” тигән тема буйынса һөйләштек. Өйгә эш - иң рәнйеп, үпкәләп йөрөгән, йә үҙең берәйһен үпкәләткән кешеңдән ғәфү үтенеү. Ҡайһылайтып ҡына үтәйем инде, тип ҡайғырғайным, бына, һинән ғәфү үтенеп ултырам.
- Һин бында мине ҡыҫтырмай тор әле, әхирәт. Беҙ һинең менән көнөнә әллә нисә үпкәләшеп, әллә нисә ғәфү үтенешә алабыҙ. Еңел ҡотолмаҡсы булдың атыу, - тип бармаҡ янаны. - Һөйләүҙәреңдән сығып ҡарағанда, әлеге мәлдә һиңә Дамирҙы ғәфү итергә кәрәк…
Тағы шул Дамир!
- Ооой, Гөлдәр, зинһар, иҫемә төшөрмә әле шуны! Исемен ишетеүгә һарыуым ҡайнай башлай.
- Вәт-вәт, яҡшыға түгел был! Тимәк, сәбәптәрен асыҡларға, аңлашырға һәм бер-берегеҙҙе ғәфү итергә кәрәк. Кемдер башларға тейеш бит.
- Ниңә шунда уҡ мин?!
- Ә кем? Һиңә кәрәк бит…
Ниндәй кәйеф менән ингәнмен, шундай уйҙар менән сығып киттем. Моғайын, Гөлдәр дөрөҫтөр. Миңә уны ғәфү итергә һәм күңелемдән бөтөнләй һыҙып ташларға кәрәк. Шунһыҙ, һаман уны уйлап, ғазапланып, үҙемде генә бөтөрәсәкмен. Иртәгә шәмбе, шишәмбегә тиклем берәй яйын табырға кәрәк.
Ишекте атайым асты. Һағындырғайны, ҡосаҡлап алдым. Кухнянан тәмле еҫ килә. Ҡыҙы маладис булғас, ашарға шулай үҙе бешерә инде, тип көлөмһөрәнем. Оят булып китте. Атайым ҡайтыуға кисә кистән берәй нәмә бешереп тә ҡуймағанмын. Хәйер, өйҙә булғанда атайым һәр ваҡыт ашарға үҙе әҙерләй. Мине тәмле-татлы менән һыйлау уға ниндәйҙер бер кинәнес бирә.
Атайым әсәйебеҙ беҙҙе ҡалдырып киткәндән һуң ҡапыл ғына олоғайҙы, сәстәре лә күҙгә күренеп ағарҙы, уйсанланып китте. Ул хәҙер күберәген үткәндәр менән йәшәй кеүек тойола миңә. Колхоз-совхоз ваҡыттарын, ундағы тормошто һағынып йыш иҫенә ала. “Дарыуҙар ҡиммәт, ҡайҙа барһаң да танышлыҡ кәрәк, ә элек барыһы ла бушҡа ине” тип әсәйемдең иртә китеүенә лә хәҙерге заманды ғәйепләй. “Уның ҡарауы, элек медицина бигерәк артта булған, - тип мин үҙ ыяҡлайым. - Теште генә ал. Теш дауалау тигән нәмә булманы, һура ла сығара торғайнылар, тип үҙең һөйләйһең. Ә хәҙер шундай итеп ямап ҡуялар, күренмәй ҙә, беленмәй ҙә”. Бына әле лә, эше тураһында һорашҡас: “Эшләргә кеше ҡалманы! Пацандарҙы алалар, улары бер нәмә лә белмәй. Ҡыл да ҡыбырлатмай, бушҡа ғына аҡса алырға теләйҙәр”, - тип зарланды ла, ә элек… тип йәнә үткәндәргә төшөп китте. Һәр заман үҙенсә инде. Мин иһә атайымдың йәшлеге үткән ваҡытты аңламайым да, унда йәшәргә лә теләмәйем. Ошолай ике төрлө ҡараштан килеп тыуалыр инде атайҙар һәм балалар проблемаһы.
Йоҡлар алдынан ғәҙәттәгесә “Контакт”ты астым. Яңылыҡтар менән таныштым, дуҫтарыма инеп “хәлдәрен белеп” сыҡтым. Ғәжәп, Дамирҙан бер хәбәр юҡ.
Шәмбе Дамир универға килмәне… Ғәҙәттә ул һуңғы парға булһа ла килеп етә торғайны. “Контакт”ты асып ҡарайым: бөгөн иртән инеп сыҡҡан. Үҙеләй булып бейеп торған смайликты ебәрҙем дә “һинең бишлеләреңде алып бөтәм бит!” тип яҙып ҡуйҙым. Оҙаҡ ваҡыт интернетҡа инмәне, аҙаҡ ингән хәлдә лә минең хәбәрҙе уҡыманы. Кисен дә уҡымағайны әле. Был әҙерәк зитыма тейҙе. Мине һанламай
маташамы әллә? Ҡара һин уны! Һаман күҙ алдында йөрөгәндә йәнгә тейә ине, әле иһә, бер көн күрмәнем тип, һағындым инде әллә? Уның тураһында уйламаҫҡа тырышам.
Дәрестәрҙән сыҡҡас, апайымдарға киттем. Юҡһа һуңғы арала шылтыратышҡаныбыҙ юҡ.
Ишек алдында тәртип, таҙа. Балалар баҡсаһынан ҡайтып ҡына торалар. Өй эсе шау-гөр килә, күңелле. Апайымдың йөҙө яҡтырып, күҙҙәренә нур ҡунған. Әллә ысынлап та теге ваҡыттағы һөйләшеү ярҙам итте инде?
- Мин ныҡлап эш эҙләй башланым әле, - тине ул минең уйҙарымды һиҙгәндәй. –Өйҙә ултырып ялҡтым, Ильясты ҡыҙғанып арыным. Кеше араһына сыҡҡым, үҙемде әҙәм итеп тойғом килә!
- Күптән кәрәк ине, апай! Үҙең тыңламайһың бит. Һин өйҙә генә ултырыр өсөн тыумағанһың. Маҡсаттарға ынтылып, алға ҡарап йәшәргә кәрәк.
- Кейәүгә сыҡҡанда ғаиләне мин бөтөнләй икенселәй күҙ алдына килтергәйнем. - Моңһоу ғына йылмайып алды. – Ә бында тап киреһе: иреңә ашарға бешереп өлгөрт кенә, балаң менән тышта йөрө, уға китап уҡы, бергә һүрәт төшөр, уйна, бырла-бейе. Әйләнгән һайын керҙәрен йыу, өйҙө рәтлә. Бер минут тыныслыҡ юҡ. Дуҫтарым да минең барлыҡты онотто, бер ҡайҙа ла барғаным юҡ… Аҡылдан яҙырмын кеүек тойолоп китә ине ваҡыты-ваҡыты менән. Баҡ тиһәң, үҙеңде йәлләмәҫкә кәрәк икән! – тип рәхәтләнеп көлөп алды. – Һәм үҙеңде улай ҡорбанға килтерергә ярамай. Кешегә ғүмер көндәреңде илап, бушҡа үткәрер өсөн бирелмәгән икән. Мин был донъяға бәхетле булыр өсөн килгәнмен һәм ғүмеремде лайыҡлы итеп йәшәргә тейешмен!
- Оһо! – тим мин уға ҡарап һоҡланып. – Күп нәмәне һәм бик тиҙ аңлағанһың һин…
- Һин миңә күп нәмәгә күҙемде астың. Иң мөһиме, ҡуҙғытып ебәрҙең. Һин сығып киткәс, әлеге лә баяғы үҙемде йәлләп илап ята инем, Флүрә шылтыратты. “Әллә ниңә ҡапыл иҫемә төшөп киттең дә, һөйләшеп, хәлдәреңде белешеп алғым килде. Күптән күрешкән дә юҡ”, - ти был. Беҙ бер йылдарҙа уҡыныҡ, тик ул психология факультетында. Минең кеүек иртә кейәүгә сыҡты ла ситтән тороп уҡыуға күсте. Әйҙә килеп сыҡ, тип саҡырғас, тиҙ генә йыйындым да, барып та еттем. Хоҙай юҡ тип әйтеп ҡара инде. Ул элек тә бер аҙ кәрт һалып, күрәҙәлек итә ине, был шөғөлөн әле лә ташламаған. Һин уның
донъяһын күрһәң! Бөтөн ере ялт итеп тора. Эшенә лә өлгөрә, балаһына ла, өйөнә лә. Шунда “Мин булдыра алмайыммы ни!” тигән сәм уянды. Ниңә мин һәр ваҡыт кемдәндер көтөп ятырға тейеш? Хыялымда ҡорған донъям селпәрәмә килгән икән, ысынбарлыҡта үс иткән өсөн уны тағы ла яҡшыраҡ итеп төҙөргә кәрәк.
Апайыма ҡарап тағы ла нығыраҡ һоҡланам. Бына, кешегә бәхетле булыр өсөн күп тә кәрәкмәй. Күңелеңә ятҡан, үҙең яратҡан эште башҡарып, шуның емештәрен күреп һөйөнөп ултырыу үҙе бер бәхет түгелме ни? Кеше кеше менән аралашып йәшәргә тейеш. Үҙеңә бикләндеңме, һин үҫешеүҙән туҡтайһың. Кешенең ғүмер юлында үҫешкә илткән һуҡмаҡтар асылып-асылып торалыр инде, шуларҙы күрә, тап һинеке икәнен таный белергә генә кәрәк. Әгәр һинеке түгел икәнен аңлап ҡалһаң, шунда уҡ кире боролорға!
- Их, һиңә лә Флүрәне тыңлар кәрәк ине. Шул тиклем күңелгә үтеп инерҙәй нәмәләр һөйләй…
Шулай инде, тип уйлайым эстән генә, юҡҡа психологҡа уҡымаған бит ул. Кешене, тимәк, үтәнә-үтә күрә белә.
- Мин, аңғанса, ошоға тиклем бөтөнләй дөрөҫ йәшәмәгәнмен. Күңелемә күпме рәнйеү йыйғанмын! Шулар бер көн килеп мине аҡылдан яҙҙырыр ине бит инде. Ниңә мин дә көйөүҙең нимә икәнен дә белмәй шаярып-көлөп кенә йәшәй алмайым икән, тип һинән гел көнләшә торғайным. Хәҙер аңланым: мин үҙемдең мөмкинселектәремде үҙем быуғанмын, уларға сығырға бирмәгәнмен.
- Берәй юдарын да өйрәттеме һуң?
- Өйрәтте. Бына тотош исемлек. Ошондағы кешеләрҙең барыһын да ғәфү итергә кәрәк.
- Уй, - тип ҡурҡып киттем был исемлек теҙмәһен күргәс, - шулай күпме ни улар?
- Күп. Беҙ бит кеше. Йәнебеҙ бар. Үпкәләү-рәнйеү һәр кемгә хас. Был исемлектә һин дә, атай ҙа, әсәй ҙә бар. Барыһын да ғәфү итергә кәрәк. Быға аҙналар, айҙар үтергә мөмкин, иң мөһиме, туҡтап ҡалмаҫҡа.
Ғәжәп, апайым да шул турала һөйләй. Кисәге лекцияның дауамын тыңлап ултырған кеүек, ни бары лектор ғына алышынған. Миңә лә, моғайын, бер кеше менән генә сикләнмәҫкә, апайым кеүек исемлек төҙөп алырға кәрәктер. Һәм ул исемлектең иң башында, әлбиттә, Дамир торасаҡ. Апайым туҡтауһыҙ һөйләне лә һөйләне. Уның һуңғы көндәрҙә йыйылған хәбәрҙәре күңеленә һыймай.
Ҡыҙыҡ, апайымдың да тап шул мәсьәлә менән баш ҡатырыуы осраҡлы күренешме? Юл буйы шул турала уйланым. Автобуста кеше әҙ. Артҡараҡ барып ултырҙым да, бер кем ҡамасауламай, уйла ғына. “Хрустал”гә еткәс, үҙем дә аңғармай ҡалдым, ҡапыл ғына төштөм дә ҡалдым. Яҡутов паркы эргәлә генә, күл буйында йөрөп ҡайтырға ниәтләнем. Үҙемде шулай алдаштырған булам, ә ысынында Дамирҙы күреү ине ниәтем. Сөнки интернетҡа әле һаман инмәй. Тигенгә түгел был, Дамирға һис тә оҡшамаған. Бер туҡталыш араны һә тигәнсе үттем. Аяҡтар үҙҙәренән үҙҙәре Дамир эшләгән кафе яғына тартты. Кискә парк йәштәр менән тулған. Бигерәк тә парлылар, балалы йәш ғаиләләр күп йөрөй. Көн матур. Тәбиғәт ҡояшлы көндәре менән иркәләп рәхәтләндерә. Мин үҙемә ялға ваҡыт ҡалдырмайым шикелле. Ял көндәрендә пландарымды барлап алырға кәрәк. Ҡышҡыһын, ярай, ундай хәжәт юҡ ине, әле иһә йәй етә, матур ваҡыттарҙы эш, проблемалар менән генә үткәрге килмәй.
Кафеға шунда уҡ инмәнем, бәлки үҙе күреп ҡалыр тип, күл буйына төштөм. Малайҙар балыҡ тотоп маташа. Уларға ирмәк. Иң вайымһыҙ, матур саҡтары. Бер килеүен килгәс, тип күлде урап сыҡтым. Юҡ, өндәшкән кеше булманы. Ахырҙа бар ҡыйыулығымды еңеп, эскә үттем. Әммә таныш йөҙ күренмәй ине бында. Ҡайҙа икән? Ялымы әллә?
- Нимә алаһығыҙ, һайланығыҙмы? – тип һораны һатыусы ҡыҙыҡай.
- Һеҙҙә Дамир тигән егет эшләй ине, бөгөн күренмәй түгелме?
- Эштән китте ул.
- Китте? Ә нимәгә?
- Мин ҡайҙан беләйем, - тине ул кинәт кенә, минең төпсөнөп тороуымды яратмайынса. Тимәк, хәҙер эшләмәй... Универҙа ла булмағас, моғайын, ҡайтып киткәндер. Кисә бик күңелһеҙ генә күренә ине, бәлки, берәйһе ауырыйҙыр.
Йоҡларға ятҡас та Дамир күҙ алдынан китмәне. Нимәнән башланды һуң барыһы ла?..
Уҡыуҙар башланып ҡына торған саҡ. Төркөмөбөҙҙөң яртыһы ҡаланыҡы, яртыһы ауылдарҙан килгән. Һөнәребеҙ информатикаға бәйле булғас, билдәле, егеттәребеҙ күп кенә. Беҙ, ҡаланыҡылар, үҙ өйөбөҙҙәге кеүек йөрөгән булабыҙ, ә ситтән килгәндәр әҙерәк ҡыйыуһыҙҙар, оялсандар. Бигерәк тә ҡыҙҙар. Бәлки ул ваҡытта шулай күрергә теләгәнмендер… Араларындағы бер егеттең үҙен эре тотоуы
миңә тәүҙән үк оҡшаманы. Башҡа ауылдыҡыларҙан айырылырға тейеш түгел ине ул минеңсә. Уға яндырып-яндырып ҡарап алғаным хәтерҙә. Минең ҡарашты иғтибар итмәй ҡалманы, әлбиттә, һыр бирмәгән булды, эре ҡыланыуын дауам итте.
Беренсе аҙнала уҡ староста һайланыҡ. Был преподтарға кәрәк ине. Бәлки берәйһенең теләге барҙыр, тип куратор һорағас, мин һәм әлеге Дамир тороп баҫтыҡ. Уның минең менән бер рәттән торорға маташыуына ғәрлегем килде. Бында ауыл тип белә микән, тип уйланым эстән генә. Ни өсөн староста булырға теләйһегеҙ, тигән һорау яңғырағас, “Беренсенән, мин ир затынан, илемде, ғаиләмде яҡлау-һаҡлау ҡаныма һалынған, - тип бер тынала яуапланы Дамир. – Икенсенән, әллә нисә йыл рәттән класс старостаһы булып килдем, өсөнсөнән, баскетбол командаһының капитаны инем һәм республика буйынса беҙҙе еңгән кеше булманы”. Үҙен тыныс, ҡыйыу тота. Мин дә староста булып килдем, беҙҙең баскетбол командаһы ла республика буйынса беренселекте биргәне юҡ һәм мин дә команда капитаны. Уның ана шул “ир затынанмын” тигән һүҙе еңеп сыҡты. Куратор шулай тип әйтте лә: “Эйе, ғаилә башында ир кеше торғанда элек-электән тыныс, ышаныслы булған, әле лә шуға ҡолаҡ һалайыҡ, Дамирҙы староста итеп һайларға кем риза?” Ярты төркөмдән әҙерәге күтәрҙе. Әммә куратор быны иҫәпкә алманы, бер тауыштан һайланды, тине лә ҡуйҙы. “Ә Айлинаны уның урынбаҫары, уң ҡулы итеп ҡуяйыҡ. Төрлө ваҡыт була, Дамир ауырып китергә мөмкин, йә башҡа берәй сәбәптәр арҡаһында килә алмаҫҡа”. Был минең намыҫыма тейҙе.
- Ә уның ауылдан яңы айырылып сығыуын иҫәпкә алмайһығыҙмы ни? – тинем мин шулай ҙа. – Ҡулды лә әҙселек күтәрҙе бит?
- Беҙ бөтәбеҙ ҙә ауылдан сыҡҡанбыҙ, - булды кураторҙың яуабы.
Мин шулай ҙа тынысланманым, препод ишетмәҫлек итеп: “Деревенщина!” тинем мыҫҡыллы тауыш менән.
Әһә, бына ҡайҙан килә уның тамыры. Тимәк, мин көнләшкәнмен. Староста итеп һайланмауым күңелдә бер төйөн булып төйнәлгән. Айыҡ аҡыл менән уйлаһаң, Дамирҙың бында бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ. Мин үҙемә үҙем проблема яһағанмын. Урынбаҫарлыҡтан баш тартҡас, бер ҡыҙыҡайҙы һайлап ҡуйҙылар, ләкин ни өсөндөр Дамир булмағанда курсташтарым һорауҙары менән уға түгел, ә миңә мөрәжәғәт иттеләр һәм шулай үҙенән үҙе икенсе староста урынына йөрөп алдым да киттем.
Уҡыу икебеҙгә лә еңел бирелде. Дәрестәрҙә йә ул яуап бирә, йә мин. Сәмләнеп, ярыша-ярыша уҡый башланыҡ. Октябрь башында факультеттар араһында “Алло, таланттар эҙләйбеҙ” тигән ярыш уҙҙы. Беҙҙең төркөм ихлас ҡатнашты. Дамир менән икебеҙҙең дәрт уларға ла күстеме, һәр береһе хәленән килгәнсә ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Айырым-айырым бәйләнешһеҙ номерҙар булмаһын тип, беҙ “Йәш йөрәктәр” исемле ҡыҫҡа ғына музыкаль спектакль әҙерләнек. Һөйгән йәрҙәр роленә Дамир менән минән дә килешкән парҙы таба алманылар. Нисектер, беҙ бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап торҙоҡ. Шуға күрә сценарий төҙөү тамсы ла ауырлыҡ тыуҙырманы. Киреһенсә, беҙ уны кинәнеп яҙҙыҡ. Был сәхнә өсөн генә уйланылған түгел, ә һөйгәнеңә еткерергә теләгән йөрәктән сыҡҡан ихлас һүҙҙәр булғандыр. Шунда мин Дамирҙың зирәк кенә түгел, ә иғтибарлы, ярҙамсыл да икәнен күрҙем. Беҙ һәр ваҡыт бергә йөрөй башланыҡ. Дәрестәрҙә бергә ултырабыҙ, аңламаған темаларҙы бер-беребеҙгә аңлатабыҙ, аҙаҡ репетицияға йүгерәбеҙ, шунан һуң Салауат паркына китәбеҙ. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Әммә ул ваҡытта бер нәмәгә иғтибар итмәгәнмен: күпме бергә йөрөнөк, шул дәүерҙә үбешеү түгел, исмаһам бер генә тапҡыр ҡосаҡлап та ҡарамаған. Беҙҙең яҡынлыҡ етәкләшеп йөрөүҙән уҙманы. Миңә уның янында шул тиклем рәхәт ине, шуға ул турала уйларға башҡа ла инеп сыҡмаған.
Концертта беренсе урынды алдыҡ. Беҙҙе алҡыштарға күмделәр. Төркөм исеменән кураторыбыҙ матур гөлләмә бүләк итте. Ә беҙ беренселекте яулаясағыбыҙға тамсы ла шикләнмәй инек, шуға күрә быны тыныс ҡабул иттек. Был миҙгелдә минән дә бәхетле кеше булмағандыр ул.
Тышҡа сыҡҡас, ғәҙәттәгесә ҡулдарымдан һаҡ ҡына тотоп алды.
- Еңеүебеҙҙе йыуабыҙмы? – тип бөткөһөҙ наҙ менән күҙҙәремә тултырып ҡараны.
- Әйҙә! – тинем мин шунда уҡ. – Тик минең тынсыу, шау-шыу кафеға барғым килмәй.
Ул ҡапыл көлөп ҡуйҙы.
- Ғәжәп! Һинең шулай тип әйтереңде белдем бит! Шуға күрә алдан уҡ хәстәрләп ҡуйҙым.
Шунда ғына мин уның арҡаһындағы рюкзагына иғтибар иттем. Гитараһын да аҫып алған.
- Ә был нимәгә? Йөк итеп йөрөткәнсе, ҡалдыр, - тинем уны йәлләп.
- Ә был сюрприз!
Беҙ “Трамплин”да төшөп ҡалдыҡ. Шундай ҙур, яҫы ташҡа алып килеп баҫтырҙы ул мине. Ҡаршымда асылған тәбиғәт хозурлығына баҡтым да өнһөҙ ҡалдым, Ҡаланың тар, таш урамдарынан һуң, ситлектән иреккә ебәрелгән ҡоштай хис иттем үҙемде, урмандар, яландар өҫтөнән осоп киткем килде. Дамир әлеге таш өҫтөнә түшәк йәйҙе, термос менән сәй, стакандар сығарып ултыртты, ике бәлеш һәм виноград, алма һалды. Йәтешләп ултырғас, ҡулына гитараһын алды.