Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
9 Октябрь 2020, 00:00

Китһәм дә мин, йырым ҡалыр

- Айлина, мин һинән күптән ғәфү үтенергә йыйынам, тик... килеп сыҡмай ҙа ҡуя...Мин өндәшмәйем. Үҙем тын алырға ла ҡурҡып, артабан нимә тиерен көтәм.- Мин һиңә ошоға тиклем ауыр һүҙҙәр әйткәнмен, рәнйеткәнмен икән, уларҙың барыһы ла шаяртып ҡына...- Шаяртыу алымдарың сәйер икән...- Эйе, аңлайым, ҡаты, үҙәккә үтерлек итеп әйткән саҡтарым булды. Уларҙың барыһы өсөн дә ныҡ үкенәм. Ғәфү ит мине, Айлина!

ДАУАМЫ. АҘАҒЫ - ИРТӘГӘ.
Һине уйлап кисен йоҡлап китәм,

Һине уйлап күҙем асам һәр көн иртән.

Донъя сағыу, донъя шундай матур икән,

Был донъяла һин булғанға ғына, иркәм.

Теләһәм, теләмәһәм дә һин уйымда,

Йәшәүемдең мәғәнәһе һин – шуны беләм.

Күренмәгән сихри һөйөү ҡылы менән

Бәйләнгәндер, ахыры, йәнем һинең менән…

- Был йыр һинең өсөн булды…

Ә мине әлеге йыр сихри моңона сорнап алған да, ысҡындырмай.

- Рәхмәт, - ирендәремде саҡ-саҡ ҡыбырлатып әйтә алдым. – Ҡосаҡла әле мине?..

Әммә Дамир, әйтерһең, мине ишетмәне, әкрен генә әлеге йырҙы яңынан көйләргә кереште. Ә минең күңелем наҙ, һөйөү менән тулы, уларҙы Дамир менән бүлешкем килә. Йырлап бөткәс, гитараһын үрелеп алдым да, ситкә һалдым, тубыҡланып килеп ҡаршыһына ултырҙым, ҡулдарын алып сикәмә ҡуйҙым.

- Шул тиклем матур йыр... - тип бышылданым. – Теләһәм, теләмәһәм дә һин дә һәр саҡ минең уйымда…

Дамир һаҡ ҡына ҡулдарын сикәмдән алды, унан урынынан торҙо ла ҡая ситенә барып баҫты. Ҡулдарын йәйеп: “О-һо-һо-һоооой!” тип күкрәк тултырып ҡысҡырып ебәрҙе. Яралы бер тауыш менән әсенеп, әрнеп әйтелгән кеүек яңғыраны ул.

- Айлина, кил әле яныма, - тип саҡырып алды аптырап ултырған мине. – Айлина, миңә һинең менән шул тиклем рәхәт!.. һәм шул тиклем үк ҡыйын да…

- Аңламаным… Нимәһе ҡыйын? – Мин һағайҙым.

- Айлина, мин һине осратырмын, башымды юйып ғашиҡ булырмын тип уйламағайным…

- Ә был насармы ни?

- Әммә беҙ дуҫ ҡына булып ҡалырға тейешбеҙ!..

- Дуҫ?..

Уның һүҙҙәре минең мейемә барып етмәй әле, сөнки башымда яңы ғына ишеткән көй:

Күренмәгән сихри һөйөү ҡылы менән

Бәйләнгәндер, ахыры, йәнем һинең менән…

- Эйе, дуҫ ҡына булайыҡ. Яратырға, һине бәхетһеҙ итергә минең хаҡым юҡ!..

- Нимә һөйләйһең һин?!. Мин һинең менән дуҫ ҡына була алмайым! Минең көстән килмәҫлек нәмәне ҡушма миңә!

- Һин бит минең турала күп нәмә белмәйһең…

- Белергә лә теләмәйем! Кәрәген былай ҙа күреп йөрөйөм.

Уның һәр һүҙе йөрәгемде телеп үтә. Ниңә һөйләй Дамир уларҙы миңә?

- Хаҡың булмағас, ниңә минән үҙеңде яраттырҙың? Улай йәлләгәс, ниңә баштан уҡ әйтмәнең?

- Мин былай булыр тип уйламаным. Тәүҙә миңә ҡарата һиндә бер ниндәй ҙә йылы хистәр юҡ ине бит…

- Ул яйлап яралды… Уны һүндерергә һуң инде.

- Беҙ барыбер бергә була алмайбыҙ. Әле һуң түгел, үлтер ул хистәреңде.

- Сәбәбе?! – үҙем уҫал итеп уға ҡарайым.

Дамир әйтергәме, әйтмәҫкәме тигән кеүек оҙаҡ уйланып торҙо. Ахырҙа:

- Ауылда минең йөрөгән ҡыҙым бар, мин уны ташлай алмайым, - тине башын эйеп.

- Ҡыҙың бар? Аңламайым, ул ваҡытта ниңә минең башымды әйләндерҙең? Миңә арнап яҙған йырың нимә аңлата? Әллә миңә түгелме ул һүҙҙәрең?

- Әлбиттә һиңә! Минең үҙемдең хистәрем дә ысын. Әммә ауылдағын ташлай алмайым. Беҙ тиҙҙән өйләнешәбеҙ… Беҙҙең… Беҙҙең балабыҙ була…

Был нимә булды? Аңламаным… Икенсе ҡыҙҙы яратыуын, өйләнешеүҙәрен, балалары булырын әйтер өсөн алып килдеме мине бында?! Тәүҙә үҙен яраттырҙы, унан минең хистәремдән шулай оятһыҙ рәүештә мыҫҡыл итте. Ниндәй ғәйептәрем өсөн?! “Деревенщина” өсөн үс алыуы булдымы?

- Их, һин!.. – тинем дә, күҙ йәшемә быуылып, туҡталып ҡалдым. Уның янында бер минут та тора алманым, туҡталышҡа ҡарай йүгерҙем. Ҡайтып еткәнсе илай-илай бер һүҙҙе ҡабатлап ҡайттым: “Күрә алмайым!”

Бына шулай мөхәббәт һәм нәфрәт уты уртаһында ҡалдым. Тәүге мәлдәрҙә хатта йәшәгем килмәне. Дамир менән бер төркөмдә уҡымаһаҡ та улай уҡ ҡыйын булмаҫ ине. Етмәһә, утҡа май һипкәндәй: “Һеҙгә нимә булды? Арағыҙҙан ниндәй бесәй үтте?” – тип ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе.

Миңә нисек тә булһа биршемәҫкә, был ҡайғымды еңеп сығырға кәрәк ине. Бер нисә көн төшөнкөлөккә бирелеп йөрөп алдым да, былай ярамай икәнен аңланым. Ярай, яуапһыҙ һөйөү менән яраттым да ти, ярай, уның һөйгән ҡыҙы ла бар икән, ти, бының менән донъя бөтмәй бит әле. Һәм бәхетһеҙ мөхәббәт кисереүселәрҙең мин беренсеһе һәм мин һуңғыһы түгел. Үҙемде ҡулға алырға ла артабан йәшәргә! Шунан һуң үҙемә ныҡлап тотондом. Дамирҙы тормошома ғына түгел, хатта уйыма ла индермәҫ өсөн бер генә минут та буш ваҡыт ҡалдырмаҫҡа тырыштым.

Был һөйләшеүҙән һуң Дамир үҙгәрҙе. Тәүҙәрәк ул да минең менән күҙмә-күҙ осрашыуҙан ҡасып йөрөнө. Үҙен һәр саҡ юғарыраҡ тоторға, һауалы күренергә тырышты, эре ҡыланды. Минең менән яҡшылап һөйләшмәне лә, шулай уҡ күҙ уңынан да ысҡындырманы. Аҙаҡ, үҙе тәҡдим иткәнсә, дуҫ ҡына булырға яй эҙләне, әселе-сөсөлө төртмә һүҙҙәре менән шаяртып йәнгә тейҙе. Ә өйләнәм тиеүе ҡоро һүҙ генә булды шикелле. Хатта йөрөгән ҡыҙы булғанына ла шикләнәм.

Дүшәмбе универға Дамирҙы күреү теләге менән тулҡынланып, ашҡынып килдем. Әммә ул бөгөн дә юҡ ине. Нисектер, моңһоу булып китте. Бәлки аҙағыраҡ килер, тип үҙемде йыуатып, лекция тыңларға әҙерләндем. Дамир дәрес аҙағына ла, иртәгәһенә лә, иртәнән һуңына ла күренмәне. Һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты. Берәүһе “ауылына ҡайтып киткән”, кемеһелер “ул дауаханала ята”, тине. Минең көндәр һәр ваҡыттағыса сабып үтте: лециялар, семинар, баскетбол, дәрестәргә әҙерләнеү. Шулар араһында Дамир онотолоп торҙо. Һуңғы көндәрҙә апайым менән йыш күрештек. Уны хәҙер танып та булмай: бигерәк эшлекле ханымға әйләнеп китте. Кистән үк һәр көнөн планлаштырып ҡуйғанғамы, эше лә, ялы ла бергә бара, балаһына ла ваҡыты етә, өйөн тәртиптә тоторға ла, ашарға бешерергә лә. Уға ҡарайым да, күҙем

ҡыҙа. Ни генә тимә, иң тәүҙә теләк һәм ихтыяр көсө кәрәк шул. Теләгең көслө булһа, уны атҡарып сығырлыҡ көс тә табаһың икән.

- Флүрә әхирәтемә рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым. Үҙ-үҙемде аңлай алмай ҡаңғырғанда, уны миңә Хоҙай үҙе ебәрҙе, быны бөтә күңелем менән тоям. – Эйе, апайымдың был һүҙҙәре менән килешәм. Әҙ генә ҡыл ҡыбырлатып ебәрһәң, уңышҡа юл үҙенән үҙе асылып тора икән. Әйтерһең һинең теләгеңде бөтә йыһан ишетә, ниндәй мөмкинлек килеп сыға, шуларҙың барыһын да һинең ҡаршыңа ебәрә.

Мине уның кешене ғәфү итеү процесы ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Дамирҙан, унан ғына түгел, бар ғаләмдән ғәфү үтенгем килә.

- Бер яҡтан бик ябай, икенсе яҡтан ҡатмарлы, ярайһы ғына оҙаҡҡа һуҙылған эш ул. – Апайым минең һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. – Исемлектәге бер кешене алам да, уның менән беҙҙең арала нимә булған, бөтә ваҡ-төйәгенә тиклем күҙҙән үткәреп сығам. Белһәң икән, ҡайһы бер ҡылыҡтар өсөн шундай оят. Барыһын да яңынан кисереп, йөрәк ауыртып йөрөгән мәлдәр ҙә булды. Үпкә-рәнйеүҙәр, һиҙелмәһә лә, буйтым йыйылып киткән икән шул. Тулыһынса ғәфү итер өсөн бер көн етергә, шулай уҡ бер аҙна ла етмәҫкә мөмкин. Күңелеңдә был кеше һиңә әйләнеп йылмайғансы, һиндә уға ҡарата йылы бер тойғо уянғансы дауам итәһең…

Ышанғы ла килә, әкиәт тә кеүек. Шулай ҙа, тәүҙә көлөп кенә ҡараһам да, аҙаҡ һынап ҡарарға булдым. Һәм, ышанырғамы, юҡмы, бер аҙна тигәндә мин Дамирҙы тулыһынса ғәфү иттем. Хәҙер миндә уға ҡарата бер генә асыу ҙа юҡ. Йәнем дә көймәй. Хатта күңелде гел өйкәп торған урында бер бушлыҡ барлыҡҡа килгән кеүек. Нәфрәт тә түгел, мөхәббәт тә… Ғәмһеҙлек. Вайымһыҙлыҡ. Моғайын, үҙен әллә нисә көн күрмәгәнгәлер. Сәйер шулай ҙа барыһы ла.

Шишәмбе мин йөрөгән курстарҙың һуңғы дәресе һәм имтихандарға тулы әҙерлек башлана. Бөгөн дүшәмбе генә, ә минең иртәгәһе көндө уйлап күңелем болоҡһой. Ундағы тренерҙар ҙа, мауыҡтырғыс дәрестәр ҙә, төркөмдәге студенттар ҙа, бигерәк тә Баязит, үлеп һағындырасаҡ, уныһы көн кеүек асыҡ. Өйгә эш “юҡ” тип әйтергә өйрәнеү булғайны. Ялдарҙа дуҫтарым менән ҡырға шашлыҡ бешерергә сығып, һис өлгөрмәнем. Бөгөн шуны үтәп, кисен отчет төҙөп ҡуйырға кәрәк. Кем нимә һораһа ла, үтенһә лә, көнө буйы кешене үпкәләтмәҫлек итеп кире яуап бирергә тейешмен.
Ишектән сыҡҡас та башланды минең мажараларым! Ҡаршы фатирҙағы әбекәй! Их, миңә ҡаршы сығырын белә инем бит, ниңә әҙерәк кенә иртәрәк китмәнем инде! Ана, үҙенән алда сүп һалынған моҡсайы күренде.

- Әллә китеп өлгөрҙөңмө тип торам! Рәхмәт яуғыры, әл дә һин бар әле! Юл ыңғайы ырғытып китерһең инде, балам?

Күҙҙәремә өмөт менән баҡҡан, кәлтерҙәп тигәндәй саҡ йөрөгән әбекәйгә нисек юҡ, үҙең сығарып ташла, тип әйтмәк кәрәк. Моҡсайға ҡулдарымды һуҙҙым да, кире алдым. Ярамай.

- Әбекәй, бөгөн минең ҡулдарым ауырта, бына, бер нәмә лә күтәрә алмайым, нимә тотһам да, ҡулымдан төшә лә китә. Шуға үҙебеҙҙекен дә ҡалдырҙым…

Алдашып тороуым өсөн ҡыҙарып-бүртеп сыҡтым. Шул мәл баҫҡыстан төшөп килгән аяҡ тауыштары ишетеп, ҡыуанып киттем. Ҡабаланып бер ағай күренде.

- Ағай, әбекәйҙаң моҡсайын сүп-сар һауытына ғына ырғытып китмәҫһегеҙме икән? – тип уға мөрәжәғәт иттем. Ә ул шундай һөмһөҙ тауыш менән:

- Мин һеҙгә ишәк түгел! – тине лә, нисек килгән, шулай төшөп тә китте, беҙҙең яҡҡа ҡарап та торманы. Мин әбей алдында оялышымдан ер тишегенә инеп китә яҙҙым. Сығарып ташлап ҡына китһәм, ҡулым төшөп ҡала инеме ни! Йә алдашып өлгөрҙөм…

- Әбей, - тинем аптырағас, нимә эшләргә белмәй тыпырсынған күршемә ҡарап. – Ҡайғырма, хәҙер моҡсайыңды минең рюкзакка бәйләйбеҙ.

Шулай иттем дә. Минең алдашҡанды һиҙҙеме, юҡмы, ул турала уйлап торорға ваҡыт юҡ. Әгәр ярҙам итеүҙән баш тартһам, көнө буйы үҙемә урын тапмаясаҡмын. Автобуста кеше күп кенә. Миңә тигән бер генә буш урын ҡалған икән шулай ҙа, барып ултырҙым. Икенсе туҡталышта бала күтәргән ҡатын килеп инде лә туп-тура минең эргәмә килеп баҫты. Мин хәҙер “юҡ” тип әйтергә тейешмен. Янымда йәш егет музыка тыңлап килә. Уға терһәгем менән төрттөм дә, ҡатын яғына ымланым, урын бир, йәнәһе.

- Үҙең тор! – тине лә, йоҡлағанға һалышып, күҙҙәрен йомдо. Йәнә юҡ тип әйтә алманым. Былай барһа, өйгә эшемде үтәй алмаясаҡмын.

“Юҡ” тип әйтер өсөн йөрәгең ниндәй булырға тейеш икән һуң? Ә кемдәрҙеңдер килеп сыға бит. Бынан уңайһыҙланмайҙар ҙа… Шулай тейеш кеүек. Ә миңә нимә ҡамасаулай? Бөттө! Бынан ары нимә генә булмаһын, бөтә нәмәнән баш тартасаҡмын! Әҙерәк нахал булырға ла өйрәнергә кәрәк.

Корпусҡа килеп ингәс тә вахтер ҡысҡырып туҡтатты.

- Һин өсөнсө ҡатҡа бит әле, мә бынау хаттарҙы кафедраға индереп сыҡ әле.

Бар көсөмдө йыйып:

- Ваҡытым юҡ, - тинем дә, йүгереп менеп киттем. Быныһында “юҡ” тип әйтә алғаныма бер яҡтан һөйөнһәм, икенсе яҡтан алдашҡанымды бар ғаләм беләлер кеүек тойҙом үҙемде.

Аудиторияға барып индем дә, бер нисә секундҡа ҡатып ҡалдым: бөгөн Дамир килгәйне! Уны күреү шатлығынанмы, йөрәгем лепелдәп тибергә кереште. Бер күҙ һалыуҙа уҡ ябығып, йонсоп китеүенә иғтибар иттем. Сәсен алдырған, һис килешмәй үҙенә. Ҡул болғарға уйланым да, минең яҡҡа ҡарамағас, үҙемде тиҙ генә ҡулға алып, беренсе рәттәге буш урынға килеп ултырҙым. Эргәһенә барғы, хәлдәрен һорашҡы килә, әммә нимәлер тота. Ғорурлыҡмы? Әллә уның әселе-сөсөлө һүҙҙәренән шөрләйемме?... Икеһе лә барҙыр. Әкренләп күңелдәге бушлыҡ әйтеп аңлатҡыһыҙ йылы хистәр менән тула барыуын тойҙом. Түҙмәнем, артыма боролоп ҡараным. Һаман миңә иғтибар итмәгән буламы? Юҡ, күрҙе! Йылмайҙы. Мин дә яуап итеп йылмайҙым. Шуны ғына көткәндәй, парталар аша һикереп, минең янға ялп итеп килеп тә ултырҙы.

- Һаумы, Айлина! Үҙеңде һағынып бөттөм бит инде! Һарғайып үлә яҙҙым! - тине ул йөрәген тотоп, уйынлы-ысынлы. – Аһ! Һин әллә мине һағынманыңмы? Шул арала онотоп та өлгөрҙөңмө? – Ҡурҡҡан ҡиәфәт яһап, күҙҙәрен түңәрәкләндереп миңә баҡты. Минең ни әйтеремде көтә…

- Оноторһоң һине! – тигән булдым мин дә шаяртып.

Дамир моңһоу ғына йылмайҙы ла ситкә ҡараны. Шулай ҙа, нимә булған уға? Ябығыу, сәсен алдырыуҙан тыш тағы нимә үҙгәргән? Элекке кеүек һауалы күренеү, кәмһетергә теләү һис һиҙелмәй. Апайымдың әйткәндәре дөрөҫ булып сыҡтымы ни? “Әгәр ихлас ғәфү итһәң, ул кешенең дә һиңә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрәсәк, әйтерһең, һеҙҙең арала бер ниндәй ҙә үпкә кәртәһе тормаған…”

Ҡапыл ғына етди ҡиәфәт алды.

- Айлина, лекцияларыңды күсерергә биреп тор әле?

Нимә тиергә лә белмәй аптырап ҡалдым. Уйлап та тормай дәфтәрҙәремде сығарып һалырға риза инем был мәлдә. Әммә Дамир минең турала ни уйлар? Әҙерәк инәлтеп алырға булдым.

- Юҡ, бирмәйем. Дәрестәргә йөрөр кәрәк ине! – Бар хәлемсә ҡаты ғына һөйләшергә тырыштым. - Мин уларҙы һинең өсөн яҙып ултырманым.

- Ыыыы... Шулай икән... – тип һуҙҙы ла урынынан ҡалҡынды.
Бүтәнсә бер һүҙ өндәшмәй, һалмаҡ аҙымдар менән урынына атланы. Ғәжәп...

Тиҙ генә телефондан “Контакт”ҡа инеп, апайыма хәбәр яҙам: “Апай, һинең психологияң ысынлап та эшләй шикелле! Яңыраҡ ҡына күрә алмаҫ хәлгә еткән кешемә ҡарата йөрәктә йылы тойғоларҙан башҡа бер ни юҡ” “Ә һин ышанмағайныңмы ни?..” – артында аптырауҙы белдергән смайлик. “Ышанмағайным...” тип дөрөҫөн яҙам. “Мин дә ышанмайыраҡ башлағайным, хәҙер иһә йыһан көсөнә хайранмын...”

Инглиз теле дәресе минең өсөн бер яза кеүек булды. Әллә нисә кеше икеле алды. Минән һорап ҡуймаһа ярар ине, тип ҡурҡып ултырам. Инглиз телен ярайһы ғына һупалайым ул былай, әле иһә, уйҙарым әллә ҡайҙа йөҙгәнлектән, дәрес ҡайғыһы юҡ. Ана Дамирҙы торғоҙоп ниҙер һораны. Билдәле, яуап бирә алманы, уҡытыусы үҙенә “ике”ле сәпәне. Боролоп, уға күҙ һалам. Ғәйепле мәктәп балаһы кеүек, башын аҫҡа эйгән. Ҡапыл ғына минең яҡҡа ҡараны. Ҡараштар осрашты. Нимә эшләргә белмәнем дә, уңайһыҙланыуымды йәшерер өсөн, тел күрһәттем. Йәнәһе, һиңә шул кәрәк! Йылмайып ҡына ҡуйҙы ла, минең үсекләшеүемде яуапһыҙ ҡалдырҙы.

Препод шиғыр уҡый. “I love you” тигән һүҙҙәре ҡолаҡҡа килеп етте. Ҡулдарым үҙенән үҙе уларҙы дәфтәргә сыймаҡлай. Күҙ алдыма әле Дамир, әле Баязит баҫа. Ошолай хисләнеп ултырған хыялый мин түгел, башҡа берәйһелер кеүек. Гөлдәрҙең “Үҙең дә һиҙмәй ҡалырһың әле” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Юҡ, был минең хистәр теҙгенен бер аҙға бушатып алыу ғына...

Ниһайәт, дәрес бөттө һәм минән һораманылар. Ура! Ишек янында Дамир ҡыуып етте.

- Айлина! Тороп тор әле.

Туҡтаным.

- Һиңә бер үтенесем бар ине.

- Ниндәй?

- Миңә инглиз телен нығытырға ярҙам ит әле.

Мин һаман үҙ ҡолаҡтарыма һәм күҙҙәремә ышанып етә алмайым. Төш кенәлер кеүек. Бына хәҙер уянып китермен дә, Дамир алдымда: “Ха! Инглиз телен белә берәү!” – тип мыҫҡыл итеп торор... Ул инглиз телен насар белеүе өсөн тәүге көндәрҙән үк ғәрләнә. Кеше икенсегә яҡшы ғына итеп мөрәжәғәт итә, миңә лә әҙәмсә яуап бирергә кәрәктер.

- Айлина, күптән һинең менән һөйләшергә, аңлашырға тип йыйынам, тик бер ҙә килеп сыҡмай ҙа ҡуя... Ғәфү ит мине барыһы өсөн дә?

Тәүҙә нимә тип яуап бирергә белмәй аптырап ҡалдым. Әммә уның ихлас һөйләп торғанын күргәс:

- Миндә һиңә ҡарата үпкә юҡ хәҙер, һин дә мине ғәфү ит, йәме, - тип күҙҙәренә ҡараным. Аңлағанын белдереп Дамир баш һелкте. – Ә инглиз теле тураһында аҙаҡ һөйләшербеҙ, әлегә ваҡытым юҡ.

Дамир менән шулай тыныс һөйләшә алыуым ғәжәп. Ғәфү итеү бына ниндәй ҙур көскә эйә!

Көнөмдөң ҡалған ваҡыты томан эсендәге кеүек. Миңә мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең һорауҙарының мәғәнәһенә төшөнөп тормағанғамы, барыһына ла “юҡ” тип яуапланым. Шуны аңланым: әбекәйҙең сүп-сарын юл ыңғайы ырғытып китергә йыбанған ир, йә автобуста йоҡлағанға һалышып ултырған егет кеүек була алмайым. Ҡулыңдан килә икән һәм ваҡытың бар икән, эшлә. Әммә кемдеңдер үтенесен кире йыҡмайым тип кенә үҙ өҫтөңә йөк алыуҙан тыйылырға кәрәк. Ниңә генә ризалаштым инде, тип икегә ярылырҙай булып өҙгөләнеүҙең һиңә бер файҙаһы ла юҡ.

Атайымды бөгөн эшкә саҡыртҡандар. Мин ҡайтҡанда төнгө сменаға китергә йыйынып йөрөй ине.

- Аңламайым мин был етәкселәрҙе! – тип һуҡрана үҙе туҡтауһыҙ. – Нормально эшләп йөрөгән кешеләргә яҡшылап эшләргә бирмәйҙәр, ыбыр-сыбыр йәштәрҙе алалар ҙа, улары бармаҡ ҡыбырлатырға ла теләмәй. Түбәгә төкөрөп ятып ҡына аҡса алып ятҡыһы килә хәҙерге балаларҙың!

- Етәкселәрегеҙгә йәштәр менән эшләүе әлбиттә еңел! Улар бер ни белмәй. Яңы килгән кешегә ғәҙәттә әҙерәк тә түләйҙәр. Мин дә шулайтыр инем...

- Етмәһә һин дә шуларҙы яҡлашып тораһың!

- Ә ниңә яҡлашмаҫҡа! Дөрөҫө шул булғас. Һәр кем булдыра алғанынса тырыша инде.

- Башың йәш шул әле, ҡыҙым! Тормошто яңы күрә генә башланың. Хәҙер бөтөн нәмә алдаҡҡа ҡоролғанын аңлап етмәйһең. Кешенең хеҙмәтен дөрөҫ баһалау, уны ихтирам итеү урынына алдау юлы менән эшләүҙе генә ҡайғыртҡан замана ул нормаль күренеш түгел.

- Аңламаным...

- Бына, мәҫәлән, беҙҙең эште алайыҡ. Һәр ойошмалағы кеүек үк, иң ябай эшсенән алып конторҙа, йылыла көнө буйы сәй эсеп, биҙәнеп-төҙәнеп ултырғандарына тиклем бар. Һәм ҡара инде: көндөҙ ҙә, төндә лә, ямғыр, ҡар-буранда ла туҡтамай бил бөккәненең эш хаҡы конторҙағыларҙан икеләтә-өсләтә әҙ. Шул хәтлем нимә ҡыйратып ултыра һуң улар? Ниңә ябай эшсенең хеҙмәтен күрмәйҙәр? Ниңә уларҙың елкәһендә байырға тырышалар? Ғәҙеллек юҡ барыбер беҙҙә...

Атайымдың һүҙҙәре дөрөҫ. Беҙҙә, йәштәрҙә, шуларҙың барыһын да күреп үҫкәнгә, бәләкәйҙән икенсе төрлө ҡараш һалына. Йәнәһе, ябай эшсе булыу насар, улар иң түбән эш хаҡы ала, уларҙы алдайҙар, һанға һуҡмайҙар. Шунан һуң йәштәрҙең мейеһендә, нисек тә булһа ябай эшкә бармаҫҡа, тигән уй тыуа. Ябай эшсенең абруйын күтәреп, хеҙмәтен юғары баһалап ебәрһендәр ине әле! Бөтәһе лә шунда ағылыр ине. Ә былай...

- Атай, - тим уның хәленә инергә тырышып. – Әле һинең ялың, берәүҙең дә һине көсләп эшләтергә хаҡы юҡ.

- Нисек сыҡмайһың инде! Уларҙы тыңламаҫҡа мин кем!..

Бына бында “юҡ” тип әйтергә кәрәк ине, әлбиттә. Бәлки шул мәлдә уның да һүҙенә ҡолаҡ һала башларҙар ине. Ана бит, йәштәрҙең иҫе китеп тормай, үҙенә тейеш ваҡытты ғына эшләй ҙә, аҙаҡ ял итә, шәхси эштәре менән була. Атайыма был турала аңлатып ҡараһам да, мине тыңларға ла теләмәне. Әлеге лә баяғы, башың йәш әле, булды яуабы. Атайым бигерәк изге күңелле кеше. Ҡаршы бер һүҙ әйтмәҫ, олоһона ла, кесеһенә лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Күптәр шуның менән оҫта файҙалана. Файҙаланалар ҙа, аҙаҡ күрмәй ҙә, белмәй ҙә йөрөйҙәр. Быға атайымдың иҫе китмәгәнгә һалыша, әммә күңеле төшкәне күренеп тора. Бына атайым исмаһам “юҡ” тип әйтә белмәй торған кеше, хәҙер өйрәнмәҫ тә инде. Үҙенең йомшаҡлығынан үҙе ғазап сигә.

Бөгөн миңә Гөлдәр килә. Атаһы ауырығаны бирле иркенләп бер ҡайҙа сығып йөрөгәне юҡ ине уның. Тәмле итеп ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡарарға ҡыҙыҡлы ғына фильм әҙерләп ҡуйҙым. Һиҙеп торам: уның эсен минең дәрестә яҙған хәбәрем ҡытыҡлап тора. Телефон аша, йә “Контакт”та яҙышып ҡына мин уға һөйләмәйәсәгемде лә белә. Исмаһам шулай өйөнән һөйрәп сығара алыуыма шатмын. Тышта ла йөрөп инергә мөмкин. Юҡһа үҙем дә саф һауала һирәк булам.

Гөлдәр менән элек тә бер-беребеҙҙә йоҡларға ҡала торғайныҡ. Ул мәлдә төнө буйы әкиәт һөйләшеп сыҡһаҡ, әле иһә һүҙ күберәген егеттәр тирәһендә уралды. Төн ниндәйҙер тылсым көсөнә эйә. Ғәҙәттә иң шәп фекерҙәр төндә тыуа, яҡшы әйберҙәр төндә яҙыла. Әйтелгән һүҙҙәр ҙә, нисектер, йөрәккә тиҙерәк барып етә. Элек Гөлдәр, һөйгән кешемә генә кейәүгә сығасаҡмын, ти торғайны, ә мин, был турала ныҡлап уйланғаным булмағас, нимә тип яуап бирергә белмәй инем. Әле лә шул турала һүҙ сыҡҡас:

- Мөхәббәт юҡ ул! Уны беҙ үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ, - тип философияға төшөп китте. – Кем менән һөйләшһәм дә, күп кенә күҙәтеп тә йөрөнөм, аҙағы бер сценарий буйынса тамамлана – өйләнешкәс тә ғишыҡ-мишыҡ бөтә, ҡатын плитә төбөнә баҫа, ир диванға, телевизор ҡаршыһына барып ауа...

- Улай уҡ түгел инде...

- Ғаилә эсендә иң мөһиме - бер-береңде аңлау, ихтирам итеү, ә һөйөү... барыбер үтә.

- Һин нимә ғүмере үтеп барған кеше кеүек һөйләп тораһың?!.

Гөлдәр фәҡәт фатирлы, аҡсалы эштә эшләгән егеткә кейәүгә сығасағын әйткәс, хатта тәнем зымбырлап китте.

- Юҡлыҡтан ялҡтым! – тип зарланды ул. – Минең дә әҙәмсә йәшәгем килә. Кешесә кейенгем, аҙна һайын булмаған хәлдә лә, айына бер тапҡыр ресторан-кафеларға йөрөгөм килә. Фитнес клубтарға яҙылыр, иң яҡшы косметика менән генә ҡулланыр инем...

- Нишләптер һинең бөгөн көйөң юҡ, был турала икенсе берәй ваҡыт һөйләшербеҙ.

- Их, һинең кеүек моңһоҙ була белмәйем шул. Бер нәмәгә иҫең китмәй бит! Минең дә һинең кеүек булғым килә...

- Улай икән, һиңә, иң яҡын әхирәтемә, кәңәш итеп әйтәм: бына ошолай илап, зарланып ултырһаң, ғүмерең буйына бәхет күрмәйәсәкһең. Минең кеүек тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеп,

һәр минутты файҙаланып, ҡәҙерен белеп йәшәй башлаһаң, күр ҙә тор, юлың тик уңыштарҙан ғына торасаҡ, барыһы ла һин тигәнсә буласаҡ!..

Мин ҡыҙып уҡ киттем хатта. Ҡыҙмаҫлыҡмы һуң! Әҙ генә проблема килеп тыуһа, тотоналар ҡул һәлендерергә, килеп сыҡмай, тип илауларға. Әсәйемдең өйрәтеүе мейемә ҡанун кеүек һеңеп ҡалған икән: “Эй, ярай, башҡалар ҙа шулай йәшәй инде, уның да хәле шулай бит, тип, булғанына күнеп, күпселеккә эйәреп йәшәмә, ә уңышҡа өлгәшкән, алға ынтылғандарға тиңләш. Һәр ваҡыт: “Ул булдырғанды минең хәлемдән килмәйме ни”, тип сәмлән...” Шулай итергә тырышам. Бәлки маҡсаттарға ынтылып йшәгәнгә күрә лә бошоноп ултырырға ваҡытым юҡтыр, гел йылмайып-көлөп кенә йәшәйем кеүек күренәлер. Гөлдәргә апайымды миҫалға килтерҙем. Ундағы үҙгәреште күрһә, иҫе-аҡылы китәсәк!..

- Беләһеңме, - тип әйтеп һалды ул бер заман. – Миңә әллә ҡасандан Сураман оҡшай...

- Ә?!..

Бына һиңә мә! Әллә яңылыш ишетәмме?

- Тәк-тәк... был турала баштан башлап һөйлә әле!

- Ә ниңә?! Һиңә генә шәп егеттәргә күҙең төшөп, һиңә генә улар менән йөрөргә тигәнме әллә? – әхирәтем үпкәләп турһайып алды, күҙҙәренә хатта йәштәр төйөлдө.

Быға иғтибар итмәҫкә тырышам. Атаһы ауырығаны бирле үҙенә урын тапмай ул. Тиҙ генә ҡыҙып бара, бөтә нәмәне күңеленә яҡын ала.

- Шулай тип берәй тапҡыр әйткәнем булдымы?!

Мин һүҙ артынан кеҫәгә керә торған кеше түгел, ниндәй осраҡта ла үҙемде рәнйетергә юл ҡуймайым.

- Миңә ул электән оҡшай. Сураман һинең менән танышҡыһы килеүен әйткәс, күңел тыныслығым юғалды, көнләшеп хәлем бөттө. Ул тап мин эҙләгән егет! Бай ғына ғаиләнән...

Аңлашылды... Әхирәтемдең шулай иҫәпсел икәнен белмәгәйнем.

- ... Әммә бигерәк һауалы, уға ярауы ҡыйын. Бәлки, борсаҡ бешкән дә булыр ине, минең хәлде үҙең беләһең...

- Беләм. Атайым ауырый, тип үҙеңә ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай икәнен дә беләм. Ниңә һин үҙеңде йәлләтеүгә һалыштың да киттең? Унан, ҡасандан һин иҫәпселгә әйләндең? Бәлки минең менән дә дуҫ булыуыңдың йәшерен берәй сере барҙыр?

Әхирәтем үпкәләй ҙә башланы. - Ярай, бөттө-бөттө, ғәфү ит!.. – тип яурынынан ҡосаҡлап алдым. Ул миңә эс-серен бушатырға килгән, ә мин бында үҙемдең кирелегем менән кәйефен төшөрөп ултырам. Ситләтеп, йомшағыраҡ әйтһәм булған да инде!

- Сураман миңә тамсы ла оҡшамай, быны үҙең дә белеп тораһың, шуға, көнләшеп, үҙеңде-үҙең ашап йөрөмә!

Был хәбәр Гөлдәрҙең күңелен күтәрҙе.

- Һәйбәт егет тә инде? – үҙе мөлдөрәп миңә ҡарай, йылы һүҙ көтөүе инде...

- Беләһеңме, әгәр кешене яратаһың икән, иң шаҙра, иң йәмһеҙ, иң һөйкөмһөҙ кеше лә һинең өсөн донъяла иң матуры. Һәйбәтлеге лә шулай булалыр инде уның... Һөйөү – һуҡыр, етешһеҙлектәрен дә, күҙеңдәге пәрҙә асылмайынса, күрмәйһең. Шуға күрә яратылғанда – яратыл, яратҡанда – ярат. Әммә ни тиклем күҙҙәрең тиҙерәк асыла, шул тиклем һәйбәтерәк. Кейәүгә һуҡыр килеш сығыу һәйбәткә алып бармай...

Был да әсәйемдең һүҙҙәре. Тиҙҙән китерен белгән кеүек, ул кәңәштәре, аҡыллы һүҙҙәре менән мине оло тормошҡа әҙерләгән икән. Шуғалыр ҙа инде мин көн дә уның яҡынлығын, таянысын тоям.

Күрә белә тороп Сураманды, һәйбәт егет, тип маҡтап һөйләп ултыра алмай инем, шуға күрә һәр беребеҙ үҙ фекеребеҙҙә ҡалдыҡ. Гөлдәр хәҙер бала-саға түгел, башы бар, уйлап эшләйҙер әле. Унан, Сураман миңә оҡшамай тигәс тә, Гөлдәр ҙә уны яратмаҫҡа тейеш тигән һүҙ түгел бит әле. Мин үҙемдең уйҙарымды әйттем, уларҙы ҡабул итәме, юҡмы, уныһы Гөлдәрҙең эше. Уның тормошона ҡыҫылырға хаҡым юҡ.

Бер ҡайҙа ла йөрөмәйем, тип тәүҙә ҡаршылашып маташһа ла, берәй көн төнгө клубҡа сығырға күндерҙем. Йәштәр араһында күберәк булһын, улар менән аралашһын, заман менән бергә атлаһын. Бәлки үҙенең мөхәббәтен осратыр һәм Сураманды онотор...

Универға ғүмерҙә булмағанса тулҡынланып килдем бөгөн. Иртә менән торҙом, сәстәремде бөҙрәләттем, иң матур күлдәгемде һайлап кейҙем, буянып алдым. Итәкле Айлинаға көҙгөнән ҡарағас, бер килке күҙ өйрәнә алмай торҙо. Күлдәк, туфлиҙы һирәк кейәм мин. Байрамдарҙа, айырым осраҡтарҙа ғына. Ғөмүмән мин уңайлы кейем яғында. Ҡайһы берҙә көндәр буйы аяҡ өҫтө йөрөргә тура килә. Шундай мәлдәрҙә йөрөп ҡара һин осло тағалы туфли, ҡыҫҡа итәк

кейеп, тура ғына баҫып. Ярты көнөм бушҡа уҙыр ине моғайын, күп эшемде эшләп өлгөрмәҫ инем. Аудиторияға барып ингәс, бөтәһе лә аптыраясаҡ әле. Уларҙың ҡарашын күҙ алдыма килтергәс, кире салбарымды кейеп алырға ла уйлағайным, тиҙ үк был ниәтемдән кире ҡайттым. Башҡаларҙың миндә ни эше бар, нисек теләйем, шулай кейенәм. Улар ни әйтер икән, тип ҡурҡып ултырып булмай ҙа баһа. Әсәйем дә мине был осраҡта хуплар ине. “Һәр ваҡыт үҙең булып ҡал. Һин үҙеңә генә тәғәйен ғүмер юлын үтәһең, шуға күрә уны үҙең нисек күрәһең, нисек теләйһең, шулай төҙө. Күмәкләп, бигерәк тә сит кешеләрҙе ҡыҫтырып үрелгән тормош ул инде һинеке генә түгел һәм ғүмер буйы ҡалғандарҙың һүҙенә, уларҙың йөпләүенә мохтаж буласаҡһың” тиер ине ул. Бөгөн минең күңелем йырлай, тимәк, мин тыштан да балҡып торорға тейеш.

Кешене аптыратырға йә иғтибарын йәлеп итергә теләһәң, прическаңды үҙгәрт икән, бик булмаһа яңы сағыу төҫтәге кейем алып кей. Аудиторияға килеп ингәс үк күбеһенең ҡарашын йәлеп иттем. Хатта бер аҙға бүлмә тынып торғандай тойолдо. Мин инде һис ни булмағандай, уларҙы хатта күрмәгәндәй, урыныма барып ултырҙым. Кемдәрҙер комплимент әйтте, тел шартлатыусылар ҙа булды. Ни булһа ла, яңы Айлина үҙенекен эшләне, Дамирҙың да оҙаҡ итеп ҡарап ултырыуын бөтә күҙәнәктәрем менән тойҙом. Бер аҙҙан ул яныма килеп ултырҙы.

- Һиңә күлдәк тә, туҙҙырылған сәс тә шул тиклем килешә! – тине ул һоҡланыуын йәшермәйенсә.

- Рәхмәт, - тинем иҫем китмәгәнгә һалышып. – Бөгөн беҙҙең курстарҙың һуңғы көнө, әҙерәк кафела ултырып алырға һөйләшкәйнек. Ундай ергә салбар кейеп барып булмай бит инде...

- Ну да...

- Һинең кисә инглиз телен нығытырға уйың бар ине шикелле, иртәгәнән бушайым, һинең менән берәр сәғәт шөғөлләнә алам, - тигән булам аҡыллы ғына ҡиәфәт менән. Унан, һүҙ шуның менән тамам, тигәнде белдереп: - Дәрестәрҙән һуң ваҡытын һәм урынын һөйләшербеҙ. Әлегә өйгә эштәремде ҡарап сығаһым бар, - тип күҙҙәренә ҡарайым. Һиҙеп торам, уның кисәнән бирле минең менән һөйләшкеһе килә, әммә һүҙҙе нимәнән башларға, нисек ялғап алып китергә белмәй аҙаплана. Миндәге үҙгәреш уны әҙерәк ҡаушатты ахырыһы. Бер ни булмағандай һөйләшә алыуыма ул түгел үҙем

аптырайым. Ә мине ундағы үҙгәреш һаман аптырата... Эйе, уның менән нимә булғанын аңлап бөтә алмайым.

Телефоныма кемдәндер хәбәр килде. Сурамандан. Ялҡытты ул егет мине! Теге ваҡыттағы кафелағы осрашыуҙан һуң һағыҙаҡ кеүек йәбеште. Йөрөп килергә саҡырһынмы, кино-театрға барырға тәҡдим итһенме, төн уртаһына саҡлы “Контакт”та яҙһынмы. Ә минең бушҡа ваҡыт әрәм иткем килмәй. Яратмайым да, яратасаҡ эшем дә юҡ уны. “Ниңә яуап бирмәйһең ул? Минең һине күргем килә... Үлеп һағындым... Ҡасан осрашабыҙ?” “Яратмайым” тип асыҡ әйттем бит һуң, аңларға ла теләмәй. Һәм Гөлдәр шул кешегә кейәүгә сығырға риза... Мин үҙемде көслө, түҙемле тип һанаһам, әхирәтем миңә ҡарағанда күпкә батыр булып сыҡты. Донъя малын әкренләп тә йыйып була, ә арала мөхәббәт, ихтирам булмаһа?... Бәлки Гөлдәр яратҡан кешеһен һуңғараҡ осратыр, шул мәлдә ни эшләр?

Сураманды “ҡара исемлек”кә тығып ҡуйҙым. Ҡаңғыртмаһын. Унан башҡа ла проблемалар етерлек.

Бөгөн һуңғы дәрес. Уйлаһаң, моңһоу булып китә. Күпме яңы дуҫтар таптым мин унда, ғәжәп кешеләр менән таныштым, аралаштым, кеше психологияһы буйынса күп нәмә белдем, тормошта килеп тыуа торған хәл-ваҡиғаларға ла ниндәйҙер кимәлдә әҙерлек үттек. Миңә генә түгел, барыһына ла моңһоу ине бөгөн. Хатта тренер-уҡытыусыларыбыҙ ҙа: “Һеҙгә өйрәнеп кенә бөткәйнек, бына, айырылышырға ла ваҡыт етте. Гел шулай...” тиҙәр уфтанып. Дәрес-хушлашыу кеүегерәк уҙҙы бөгөнгө көн. Һәр береһе был семинарҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште. Уртаҡ уйлы, уртаҡ фекерле дуҫтарың булыу шәп шулай ҙа! Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ, шуға күрә ысын күңелдән кәңәштәр биреүе лә ҡыйынлыҡ тыуҙырманы, үҙ фекерҙәреңде белдереү ҙә берәйһен үпкәләткән булһасы! Беҙ Баязит менән ултырҙыҡ. Минең илағым килгәнде күреп, төрлөсә күңелемде күтәрергә тырыша.

- Иҫәркәй! Бер нәмә лә мәңгелек түгел. Был дәрестәр ҙә. Бер нисә йылдан һуң бында йөрөгән кешеләрҙең күбеһен яҡшылап иҫләмәйәсәкһең дә. Ә кемдәрелер, киреһенсә, ғүмерлек дуҫыңа әүереләсәк. Мәҫәлән... мин... Бөтә нәмәне лә нисек бар, шулай ҡабул ит...

- Бүтәндәрҙән алда һин үҙең оноторһоң әле мине! – тип үпкәләйем мин. Баязиттың яуабы йылмайыу ғына булды. Ул дөрөҫтө әйтә, күбеһе менән, моғайын, тора-бара аралар йырағайыр, ә бына Баязит менән тиҙ генә юлдар айырылмаҫ, ахырыһы. Сентябрь айындағы конференцияны ғына алһаң да, бер аҙналыҡ сәйәхәт тора алда.

Сығыуға мине сюрприз көтә ине: сәскәләр гөлләмәһе тотоп, тупһала Дамир баҫып тора. Бына көтөлмәгәнлек! Мине күреп ҡалғас та ҡыйыуһыҙ аҙымдар менән миңә табан атланы.

- Берәйһе алып ҡасмаһын тип ҡаршы килдем, - тип йомшаҡ ҡына шаяртып алды. – Зинһар, был юлы ҡабул ит ошо ябай ғына гөлләмәне. Һәм, зинһар, һинең менән һөйләшәһе һүҙ бар ине, әҙ генә булһа ла ваҡыт бүл инде...

Сәскәләрен алдым да, аптырап ҡалдым. Беҙ бит кафеға инергә, С. Юлаев һәйкәле янына барырға һөйләшкәйнек. Етмәһә барыһы ла:

- Беҙҙең менән бармайһыңмы ни?

- Айлина, әйҙә инде!..

- Бүтәнсә тағын ҡасан ошолай барыбыҙ бергә осраша алабыҙ әле! – тип өгөтләй башланылар.

- Ишетәһеңме? – тип йылмайып ҡараным Дамирға. – Беҙ һинең менән иртәгә лә күрешә алабыҙ, ә улар менән – юҡ...

- Тимәк, һин бөгөн улар менән?

- Эйе, Дамир! Бөгөн беҙҙең һуңғы көн. Бергә үткәргән ваҡыттарҙы оҙаҡҡараҡ һуҙғыбыҙ килә.

- Ә минең менән?

- Ә һинең менән бөтә ғүмер алда әле! – тип йылмайып ҡараным уға.

- Алда тиһеңме?.. – тип һораны ышаныр-ышанмаҫ ҡына.

Бик сәйер был Дамир бөгөн. Иртәнән алып.

- Ҡобараң осоп йөрөйһөң, әллә армияға алып китәләрме үҙеңде? Сәсеңде лә алдырғанһың...

- Алып китһендәр ине, әллә нисә тапҡыр барып ҡайтырға ла риза булыр инем...

Иптәштәрем китергә ашыҡмай, мине көтәләр. Нисектер, семинарҙыҡылар менән баштан уҡ шулай өймәкләшеп бергә йөрөргә күнеккәнбеҙ. Бигерәк тә Баязит түҙемһеҙләнә.

- Дамир, рәхмәт сәскәңә, әммә мин төркөмдән айырылмайым. Был донъяла ваҡыт былай ҙа бик аҙ...

- Ваҡыт аҙ тиһеңме? – уны минең һүҙҙәр һиҫкәндереп ебәргәндәй булды. – Ысынлап та аҙ шул...

“Наркотик менән булыша башламағандыр ул?” тигән уй тыуҙы ниңәлер. Иҫерек кеше кеүексе. Күҙҙәре лә икенсе, элекке кеүек йылтырап янып тормайҙар.

- Айлина, әйҙә атыу иртәгә күрешәйек?

- Иртәгә универҙа һөйләшербеҙ.

Оҙаҡ ваҡыт артымдан уның күҙ ҡарашын тойҙом. Бик сәйер был... Бында психология ғынамы икән? Әммә был турала баш ватырға әле ваҡыт юҡ.

Дуҫтарым менән беҙ Ағиҙел ярына тиклем төштөк. Көн кисләне, ә барыбер йылы әле. Йәй эҫе килмәксе ахырыһы. Аҙна һайын булмаһа ла, айына бер тапҡыр осрашып торорға тип килешеп айырылыштыҡ. Баязит мине туҡталышҡа тиклем оҙата килде. Күберәген киләсәк тураһында хыялландыҡ. Нимә генә уйлаһаҡ та, икебеҙҙеке лә бер тирәлә урала булып сыҡты. Шуғалырмы, һис тә айырылышҡы килмәй, хыял диңгеҙендә оҙағыраҡ йөҙгө килә. Баязиттың янында үҙемде ышаныслы тойҙом, ул минең өсөн ел-дауылдан ышыҡлап торған диуар кеүек. Ҡыҙыҡ, Дамир янында үҙемде улай уҡ ышаныслы тоймайым түгелме? Киреһенсә, билдәһеҙлек, икеләнеү генә биләп ала күңелемде.

Сәскәләр ҡосаҡлап, ауыҙым йырылған килеш автобусҡа килеп инеүгә, барыһы ла миңә текәлде. Хәйер, мине генә түгел, барыһын да шулай күҙҙән үткәреп индерәләр икән. Аҙаҡ мин үҙем дә ишек асылған һайын килеп ингән кешеләрҙе күҙәтеүемде һиҙеп ҡалдым. Һәр кем үҙенсә һығымта яһағас, мине оноттолар, автобус эсе умарта кеүек геүләргә тотондо. Күбеһе йәштәр булғанғамы, бөтәһенең дә күңеле көр. Ә минең һөйләшер кешем булмағас, иң алдағы буш урынға барып ултырҙым да, бөгөнгө ваҡиғаларҙы күҙҙән үткәрергә тотондом.

Иртә менән телефон шылтырауы уятты. Бөгөн беҙҙең беренсе пар булмағас, әҙерәк йоҡларға ниәт бар ине, кисә ныҡ ҡына арылғайны ла. Башымды саҡ яҫтыҡтан айырҙым. Гөлдәр икән.

- Алло! Нимә таң менән уятаһың?

- Һин йоҡлап ятаңмы ни? Дәрескә бармайһыңмы әллә?

- Барам, - тим иҫәнәй-иҫәнәй. – Икенсе парға. Ә ни булды?

- Мин аяғымды һындырҙым шикелле... Яҡында түгелһеңме икән, тигәйнем.

- Нишләттең һуң? Һин әле ҡайҙа?

- Йәнәһе, уҡырға ҡабаланып китеп бара берәү. Бардюрға тағам эләкте лә, ҡоламайым тип, яҙа баҫтым. Хәҙер аяғыма баҫа алмай ултырам. Өйҙән алыҫ китеп өлгөрмәнем.

- Көт, хәҙер барып етәм.

Яҙа-йоҙа йыуынып, кейендем дә сығып йүгерҙем. Ярай әле Гөлдәрҙәр беҙҙән алыҫ йәшәмәй. Шуға ла миңә шылтыратҡандыр инде.

- Хәйерсегә ел ҡаршы, бөгөн беҙҙең ике предметтан контрольныйҙы тикшерәләр, хәҙер ҡалайтам инде? – тип иламһырап ҡаршыланы Гөлдәр. – Кисә төнө буйы әҙерләнеп, бөгөн дәртләнеп китеп бара инем бит...

- Бәлә аяҡ аҫтында шул...

Әхирәтемде бындай хәлдә ҡалдырып китеп булмай, өйөндә ташлап китеү ҙә шәп түгел.

- Әйҙә травмпунктҡа! – тим бер ни булмағандай күтәренке тауыш менән. Унан көлөп өҫтәп ҡуйҙым: – Гипс һалып та ҡайтарһалар, беҙ имтихан биргәндә рәхәтләнеп ял итәһең инде...

- Аллам һаҡлаһын, тиген! Ә һиңә уҡырға барырға кәрәкмәйме?

- Кәрәк тә ул... Ярай, өлгөрөрмөн әле.

Миңә тотоноп бер аҙ атлап барһа ла, автобусҡа ултыра алмаясағы көн кеүек асыҡ. Ахырҙа такси саҡырттыҡ.

Травмпунктта кеше күп. Кемеһе аяғы, кемеһе ҡулы менән ултыра.

- Һин бар инде, дәресеңә кит, такси менән берәй нисек ҡайтып етермен әле, - тип ҡараһа ла, ташлап китергә намыҫым етмәне. Бөгөн бер генә пар, уныһы ла еңел предмет.

Телефонға смс килде. “Айлина, һин ҡайҙа?” тип яҙа Дамир. Беҙ бит уның менән күрешеп һөйләшергә тейеш инек. “Мин бөгөн килмәйем” тигән яуап ебәрҙем. “Нимә булды?” Смс аша аңлата ашлаһаң, оҙаҡҡа китә, унан, мин уға нимә эшләп йөрөүем буйынса отчет бирергә тейеш түгелмен дә баһа! “Эшем бар”. “Эшең ҡасан бөтә? Нисәлә һәм ҡайҙа осрашабыҙ?” “Иртәгә”. Улай ныҡышҡас, һөйләшә торған һүҙе етдилер. Тик ниңәлер күрешмәҫкә сәбәптәре сығып ҡына тора. Быға бер яҡтан һөйөндөм генә. Ғәфү итһәм дә, күңелдә асыу ҡалманы тиһәм дә, икәүҙән-икәү ҡалыуҙан шөрләңкерәйем.

- Кем менән яҙышаһың? – Гөлдәргә ҡыҙыҡ булып китте ахырыһы.

- Дамир яҙа. Ҡасан киләһең, тип һорай. Бөгөн беҙ уның менән осрашырға тейеш инек.

- Мин дә һиңә бар тейем бит универыңа. Бая ни эшләргә белмәй аптырап һиңә шылтыратҡайным, хәҙер шуға үкенеп ултырам, минең арҡала дәрестәрең дә ҡала.

- Ҡыҙыҡ ҡынаһың, ошондай ҡиәфәттә китеп бармайым да инде дәрескә!

Сәсемде арттан резинка менән генә бәйләп ҡуйғанмын, өҫтөмдә лә спорт костюмы. Ҡабаланып, ҡулыма нимә килеп эләкте, шуны кейеп сығып йүгергәйнем.

- Дәәә, был кейемдәрең менән ысынлап та әҙәм араһына сыға алмайһың шул...

Дамир шылтыратырға тотондо. Бик һөйләшкем килһә лә, телефонды алманым. “Айлина, зинһар, бөгөн осрашайыҡ әле. Миңә һинең менән һөйләшергә кәрәк! Ҡасан һәм ҡайҙа икәнен яҙмаһаң, бөгөн кисен өйөгөҙгә киләм...” Оҙаҡ ҡына уйлап ултырғандан һуң “Ярай. 19.00. Яҡутов паркы. Күл буйында” тип яҙып ебәрҙем. “ОК! Көтәм.”

Бер йыл уҡып ташлаһаҡ та, Дамир тураһында бик аҙ беләм. Бәлки, ятаҡтыҡылар менән әллә ни аралашмағанғалыр. Улар үҙҙәре айырым бер донъя. Һәм беҙгә, ҡаланыҡыларға ҡарағанда күпкә татыуҙар. Бер-береһен яҡлашып, ярҙам итеп, бер ғаилә балалары кеүек йәшәйҙәр. Уларға ҡарап хатта көнләшеп тә ҡуям. Һәм улар, нисектер, эскерһеҙҙәр, хәйләһеҙҙәр, дәртлерәктәр. Атайымдың йыш иҫкә алыуынан, ятаҡ тормошо менән яҡшы таныш мин. Үҙем дә ятаҡта тыуғанмын, өс йәшкә тиклем шунда үҫкәнмен. Хәтеремдә генә бер нәмә лә тороп ҡалмаған.

Гөлдәрҙең бәхетенә, аяғының тарамыштары тартылған булып сыҡты. Был аяҡ һыныуҙан бер ҙә кәм түгел, тигән уға травмотолог һәм ниндәйҙер импортный гипс һалған. Гөлдәрҙең кәйефе тамам бөтөп килеп сыҡты. Әйтерһең, бында мин ғәйепле, тырт-мырт һөйләшә.

- Юҡҡа көйәһең, - тим уны йыуатырға тырышып. – Тарамыштары ғына өҙөлөүгә ҡыуан! Һин бит ғүмерлеккә инвалид коляскаһына ултырмағанһың, бер-ике аҙнанан йүгереп йөрөйәсәкһең...

- Әйтеүе рәхәт инде ул! – тип үпкәләне Гөлдәр. – Үҙеңә гипс һалһалар нимә эшләр инең икән? Ҡыуанып ултырыр инеңме?

- Ҡыйын булыр ине, әлбиттә, әммә ни хәл итәһең? Булған – бөткән. Шуға, илап ултырғансы, нисек бар, шулай ҡабул итер инем. Ултырып эшләй торған эштәрҙе тамамларға, ныҡлап ҡына

имтихандарға әҙерләнергә шәп та баһа. Имтихан биргән көндө такси саҡырырға мөмкин...

- Таксиһы ла ҡиммәт бит әле уның, - тип уфтанды ул бер аҙ йомшара төшөп.

Миңә аяҡһыҙ ҡалған әхирәтем шул тиклем йәл, тик нисек кенә ярҙам итәйем икән һуң? Шуны һиҙеп торғандай, Гөлдәр:

- Ҡара әле, Сурамандың машинаһы бар ҙа инде! Мине үҙе менән йөрөтмәҫме икән, ә? – тип батып барғанда һаламға тотоноп ҡыуанғандай миңә ҡараны.

- Беләйем... Төркөмдәшең бит, һөйләшеп ҡара һуң...

Мәңге йәшәрҙәй булып йөрөһәк тә, ауырыу һорап тормай, уйламаған ерҙә йыға ла һала шул. Ул ваҡытта инде һиңә байлыҡ та, бүтәне лә кәрәкмәй, һаулыҡ тураһында ғына ҡайғыртаһың.

- Ҡарале, Айлина, һөйләшеп ҡарайһыңмы әллә? Һине тыңлаясаҡ ул.

Бәлки тыңлата ла алыр инем, әммә уның был ниәте күңелемә ятмай. Үпкәләтеп ҡуйыуҙан ҡурҡып, бер килке һүҙҙәр таба алмай торҙом. Шулай ҙа тураһын әйттем:

- Юҡ, Гөлдәр, мин һинең был үтенесеңде үтәй алмайым. Был һиңә кәрәк, үҙең һөйләш.

Бөгөн көнөм әллә нисек башланды. Гөлдәр аяғын ауырттырҙы. Шул арҡала дәрестәрҙе ҡалдырҙым, Дамир менән осраша алманым. Унан һуң төркөмдәштәрем киноға саҡырып яҙҙы. Был юлы ла баш тартырға тура килде.

Күңелдә тәүге ваҡыттағы кеүек баш юғалтырлыҡ тойғо булмаһа ла, Дамир менән күрешеү минуттарын тулҡынланып көтөп алдым. Ни тиһәң дә, мин уны ысын күңелдән яратҡайным. Тәүге һөйөүем. Яуапһыҙ һәм онотолмаҫ мөхәббәтем. “Һөймәгәнгә һөйкәлмә” тиҙәр. “Яратҡан ҡыҙым бар. Балабыҙ була...” имеш. Тәүҙә хатта ышанып та ҡуйғайным бит! Ә был ни бары үҙенән биҙҙерер өсөн генә әйтелгән һүҙҙәр булған... Әле шул тиклем нимәгә күргеһе килә икән?..

Тәүҙә күлдәктәремде сығарып һалдым. Ҡайһыһын кейеп ҡараһам да, бармай кеүек. Юбка-кофталарымды ла килештермәнем. Берәй сәғәт кенә һайлағанмындыр, ахырҙа салбарымды кейеп алдым. Шулай ғәҙәттәгесә булыр.

Ул мине күл буйында көтә ине инде. Күреп ҡалғас, йылмайып ҡаршы килде. Нисектер, тауыш-тынһыҙ ғына күрештек. Ҡултыҡлап

алды ла күл буйлап әкрен генә атлап киттек. Мин уның һүҙ башлауын көттөм, ә ул нисек башларға белмәй аҙапланды.

- Бөгөн мин бер йыр яҙҙым... – тине ул беҙ көн дә ошо турала һөйләшеп, фекер алышып йөрөгәндәй.

- Һәйбәт булған. – Йылмаймай булдыра алманым.

- Ул йырымды һиңә арнаным. Бына тыңла, - тип шым ғына көйләй башланы:

Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин.

Был тормошҡа бәйләүсем һин, йәшәү көсөм,

Был һуңғы хат – йәнем йыры – һинең өсөн.

Ғүмер юлын берәү ҙә бит үлсәй алмай,

Был донъяла бер кем мәңгелеккә ҡалмай.

Китһәм дә мин йырым ҡалыр, һуңғы йырым,

Бар донъяны һыҡрандырыр һөйөү ҡылы....
Өнһөҙ ҡалдым. Аһ, моңо ла, һүҙҙәре лә йөрәгемде уртаға телеп уҙғандай булды!

- Дамир, ниндәй йыр был? – Түҙмәнем, һораным. – Ток үткәндәй, бөтә тәнемде зымбырлатты.

- Ҡурҡыттыммы әллә йырым менән? Ярай, иғтибар итмә, һиңә арнап яҙған йырҙарым күп минең, икенсеһен тыңла:

Һаман һине уйлап кисен йоҡлап китәм,

Һине уйлап күҙем асам һәр көн иртән...

Ҡапыл күҙ алдыма тауҙағы яҫы таш, беҙҙең һуңғы һөйләшеү килеп баҫты. Был йырҙы мин артабан тыныс ҡына тыңлай алманым. “Туҡта!” тип ҡолаҡтарымды баҫтым. Дамир шунда уҡ барыһын да аңланы, ғәфү ит, тип башын эйҙе.

- Айлина, мин һинән күптән ғәфү үтенергә йыйынам, тик... килеп сыҡмай ҙа ҡуя...

Мин өндәшмәйем. Үҙем тын алырға ла ҡурҡып, артабан нимә тиерен көтәм.

- Мин һиңә ошоға тиклем ауыр һүҙҙәр әйткәнмен, рәнйеткәнмен икән, уларҙың барыһы ла шаяртып ҡына...

- Шаяртыу алымдарың сәйер икән...

- Эйе, аңлайым, ҡаты, үҙәккә үтерлек итеп әйткән саҡтарым булды. Уларҙың барыһы өсөн дә ныҡ үкенәм. Ғәфү ит мине, Айлина!

Ҡапыл туҡтап, күҙҙәремә тура ҡараны. Ә унда әллә күпме һағыш, әсенеү, һөйөү, наҙ күрҙем мин. Эскерһеҙ, ихлас кеше генә шулай ҡарай алалыр. Эйе лә, юҡ та тимәнем, ҡулдарымды ғына уның усынан тартып алдым да, күлгә ҡарап баҫтым. Ни эшләптер илағым килә, шуны һиҙҙереүҙән ҡурҡтым. Телемә әле генә көйләгән йыр һүҙҙәре килде:

Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин...

- Зинһар, әйҙә үпкәләшмәйек! Бик мөһим был минең өсөн.

Бер ни өндәшмәй, юлымды дауам иттем. Дамир артымдан эйәрҙе. Күлде урап сыҡтыҡ та, икенсегә киттек. Һүҙ әкренләп уҡыу, имтихандар, төркөмдәштәргә күсте. Миңә улай еңелерәк ине. Үҙебеҙҙең мөнәсәбәттәргә ҡағылыу, нисектер, ауыр.

- Айлина, һин әйтмәнең, - тип ҡапыл ғына беләгемдән тотоп үҙенә ҡаратып баҫтырҙы Дамир. – Үпкәләшмәйбеҙме? Элекке кеүек үк дуҫбыҙмы?

- Уныһын белмәйем, бер төркөмдә уҡығас, көн дә күрешергә, аралашырға тура килә инде, - тинем уға тура ҡарап.

- Һин минең менән һөйләшерһеңме? Минән ҡасмаҫһыңмы?

- Юҡ. Инглиз телен нығытаһыбыҙ бар бит әле.

Быны әйткәс, икеләнеп ҡалдым. Бәлки ул был уйынан күптән ҡайтҡандыр? Шуға:

- Әгәр кире уйламаған булһаң? – тип өҫтәнем.

- Юҡ, юҡ! Мин иртәгәнән шөғөлләнергә риза. Һин генә янымда бул... – Унан шым, баҙнатһыҙ ғына тауыш менән: - Мин һиңә һүҙ бирәм: тамсы ла ауыр һүҙ әйтмәйәсәкмен һәм бармаҡ менән дә ҡағылмаясаҡмын! Бер ниндәй ғишыҡ-мишыҡ менән башыңды ҡатырмаясаҡмын...

Уның был һүҙҙәренә ғәжәпләнеп ҡуйҙым, әммә бер ни ҙә өндәшмәнем. Өйөмә тиклем оҙатып ҡуйырға иҫәбе бар ине, ризалашманым, туҡталышҡа ҡәҙәр килгәне лә еткән.

Инглиз теленән дәрестәрҙән һуң ҡалып шөғөлләнергә булдыҡ. Етди генә тотонһам да, Дамир өйҙә һүҙҙәрҙе ҡабатламайынса килә, күп ваҡыт мине бөтөнләй тыңлап ултырмауы һәм шул арҡала бер нәмә лә аңламай ҡалыуы асыҡлана. Бер нисә тапҡыр йылға буйына сығып, саф һауала “шөғөлләндек”, һөйләшеү дәресе тип паркта

йөрөнөк. Дамирға, әйтерһең, инглиз теле бөтөнләй кәрәкмәй. Әйткән һүҙендә торҙо: мине хатта һынар өсөн булһа ла ҡосаҡлап та ҡараманы. Сәйер барыбер. Әйләнгән һайын үҙе “беҙ дуҫ” тип ҡабатлай. Ә мин күңелдә элекке хистәрҙең яңынан тоҡаныуын һиҙәм. “Минең дуҫ ҡына булғым килмәй!” тип, ҡайһы берҙә күкрәген төйгөсләгем килә. Үҙенең хистәре лә күптән дуҫ булыуҙан уҙғанын йөрәгем менән тоям. Был турала Гөлдәр менән дә, апайым менән дә һөйләшеп ҡараным, берәй йүнле кәңәш бирерҙәр йә аңлатырҙар тип көттөм. Икеһе лә килешеп ҡуйғандай: “Ә һин был турала асыҡтан-асыҡ үҙенән һора”, - тип кәңәш итте. Эйе, ниңә минең менән ныҡ итеп дуҫ ҡына булырға теләүен һорашырға, асыҡлыҡ индереп ҡуйырға кәрәкИх, әсәйем булһын ине янымда. Хәҙерге ваҡытта ул миңә шул тиклем етмәй. Кәңәш тә бирмәһен, мине хатта тыңламаһын да, башымдан бер һыйпап яратыуы ғына ла тынысландырыр, көс бирер ине. Ә атай... атай инде. Эске донъямды, тойғоларымды барыбер ҙә әсәйем нығыраҡ аңлар ине. Әле, ана, атайым компьютерҙа нимәлер ҡарап ултыра.

- Апайың праваға уҡырға йыйына. Автомәктәп эҙләш әле, тей. Һиңә лә ҡамасауламаҫ ине, ә?

Апайым? Праваға? Бына һиңә яңылыҡ исмаһам! Был турала миңә өндәшмәгәйне бит әле...

- Машина аламы ни? Әллә былай, ҡыҙыҡ өсөн генә уҡыймы?

- Алырға уйы бар. Әҙерәк ярҙам итеп ебәрергә тура килер инде.

- Уҡырмын, атай, тик әле түгел. Мин автобуста ла һәйбәт йөрөйөм.

- Ну үҙең ҡара, әгәр теләгең булһа, икегеҙгә лә түләрмен, бер ваҡытта уҡырһығыҙ.

Миңә, ысынлап та, әле права ҡайғыһы түгел. Унан, әйтеүем бар: уҡыйым икән, артынса машина алам. Йә тәүҙә машина алам да, шунда уҡ уҡырға барам. Хәҙер иһә атайымдың аҡсаһын елгә осороу ғына буласаҡ. Йөрөмәгәс, онотоласаҡ, ә аҙаҡ, рулгә ултырам тиһәм, барыһын да яңынан иҫкә төшөрөү өсөн түләүле курстар алырға тура киләсәк. Ә бына апайым мине ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Маладис, башҡаса нимә тиһең инде. Минең, киреһенсә, һуңғы арала эштәрем бик алға бармаған кеүек. Күңелгә бер шом инеп оялап алды ла, шул тыныслыҡ бирмәй. Көнөмдө планлаштырыуҙан да туҡтаным, дуҫтарым менән күрешергә лә ваҡытым ҡалмай ҙа ҡуя, ни өйҙә етешә алмайым. Йыйнаҡлыҡ юғалды. Үҙем менән нимә булғанын

аңламайым. Тарҡаулығыма үҙемә үҙемдең йәнем көйә. Мөхәббәт ҡанатландырып, дәртләндереп ебәрергә тейеш ине лә баһа! Хәйер, уларҙың мөнәсәбәтен мөхәббәт тип атап буламы ни? Бөтә мәсьәлә лә тап ошонда түгелме икән? Дамир көнө буйы янымдан китмәй тип әйтерлек. Дәрестәрҙә ауыр темаларҙы бер-беребеҙгә аңлатабыҙ, студенттар өсөн йәшәп килгән программалар менән танышабыҙ, киләсәк, магистратураны ҡайҙа уҡыу тураһында һөйләшәбеҙ, сит илдәрҙәге стажировкаларҙы эҙләйбеҙ. Дөрөҫөрәге, мин һөйләйем, мин ҡыҙыҡһынам, эҙләйем, ул ярҙам ғына итә. Үҙе өсөн бакалаврҙы бөткәс кенә ҡайғыртырға уйлай. Ваҡытты бергә күңелле итеп үткәрәбеҙ, әммә ҡайтҡас күңелде үлтергес һағыш биләп ала. Ултырып үкереп-үкереп илағым килә. Шундай мәлдәрҙә Баязит иҫемә төшә. Уның менән һөйләшеү бөтөнләй икенсе төрлө шул. Ул кешене ҡанатландыра белә. Ғөмүмән һине үтәнән-үтә күреп тора. Үҙемә, хыялдарыма, маҡсаттарыма хыянат итәм түгелме? Былай мин тиҙҙән әкренләп кенә артҡа тәгәрәй башлаясаҡмын, шуны һиҙәм. Тормошом бер урында ҡатып ҡалғандай. Хыял диңгеҙендә мәғәнәһеҙ йөҙөүҙән туҡтап, ергә төшөргә кәрәк.

Бөгөн беҙҙең бер генә пар булырға тейеш ине, уныһын да икенсе көнгә күсергәндәр. Рәхәт! Шуға күрә уянғас та оҙаҡ ҡына торғом килмәй яттым. Уй-фекерҙәремде яйға һалып, пландарымды ҡараштырып алырға кәрәк. Блокнотымды алдым. Ғәҙәттә мин әҙ-әҙләп көн дә берәй эшемде эшләп барырға тырышам. Мәҫәлән, дүшәмбе китап шкафын йүнәтеп, һөртөп алам, шишәмбегә һыуытҡыс яҙылған. Шәмбелә - һауыт-һаба шкафы. Кесаҙна ванна бүлмәһен һөртөп, тәртипкә килтереү... Шулай эшләгәндә өй таҙа ята, генераль уборка яһау күпкә еңелерәккә төшә. Ялдарҙы әҙәмсә үткәрергә ваҡыт ҡала. Һуңғы арала быларҙың бер нәмәһен дә эшләгәнем юҡ. Аһ, Дамир, иңдәремә ҡанат ҡуйыр урынға, булғанын да һындыраһың да ҡуяһың. Былай ярамай, ысынлап та арабыҙға асыҡлыҡ индерергә кәрәк. “Бөгөн күл буйында күрешәбеҙме?” тип яҙып ебәрҙем. Яуап шунда уҡ килде: “Әйҙә! Тик кискәрәк, йәме”. Кискә икән, кискә, минең дә әле эштәрем бар.

Әммә эштәремде башларға ла өлгөрмәй ҡалдым, апайым килеп инде. Уның күҙҙәренән нур һибелә, үҙ-үҙен тотошонан дәрт бөркөлөп тора. Уға ҡарап көнләшеп ҡуйҙым. Ысынлап та, миңә лә йәһәтерәк элекке Айлинаға кире ҡайтырға кәрәк.

- Айлина, тиҙ генә сәй ҡуй, асыҡтым. Хәҙер вождениеға йүгерәм, өлгөрмәйем атыу.

Алып килгән тәм-томон өҫтәл тултырып теҙеп тә ҡуйҙы.

- Шунан, апай, хәлдәр нисек? Нимәләр менән булаһың? Һуңғы арала күренгәнең дә юҡ...

- Уй, шыпа ғына ла ваҡытым юҡ. Мин бит хәҙер тырнаҡтар менән шөғөлләнә башланым. Дөрөҫөрәге, өйрәнеп йөрөйөм.

- Ә биш йыл буйы уҡып алған һөнәрең? Хәҙер һәр икенсе студент тырнаҡ үҫтереү менән булыша, уның киләсәге бармы ни?!.

- Эй, кем хәҙер диплом буйынса эшләй! Унан, тырнаҡтар ҙа сәнғәттең бер төрө. Бына ҡара әле!

Апайым ҡулын миңә ҡарай һуҙҙы. Аһ! Тырнаҡтарындағы биҙәктәр һушты алырлыҡ. Үлһәм дә бындай матурлыҡты килтереп сығара алмаҫ инем.

- Бына шул-шул! Клиенттарым мотлаҡ буласаҡ! Һәм ярлы студентҡа түгел, ә бай ҡатындарға ҡармаҡ һаласаҡмын. Матур ғына суммаға... Ике клиентым бар ҙа инде минең.

- Ҡотлайыыым, апай! Уңыштар һиңә юлдаш булһын!

- Рәхмәт! – тип серле генә йылмайҙы ул. – Тиҙҙән апайыңдың үҙ салоны булып китер әле. Унда инде тырнаҡ менән сикләнмәйәсәкмен. Рәссамдар матурлыҡты икенсе төрлө күрә бит ул, һәләтем миңә мотлаҡ ярҙам итәсәк!

Был турала минең дә ишеткәнем дә, уйланғаным да бар. Кеше тыуғанда уҡ Алла бабай һәләт менән бүләкләй. Шуға һәр кем бына ошо һәләтте үҫтерергә тейеш. Яратҡан эшең менән шөғөлләнгәндә генә һинең күңелең дә бөтөн, аҡсаң да етерлек буласаҡ. Шул ваҡытта ғына һин эшкә байрамға йөрөгән кеүек теләп, дәртләнеп йөрөйәсәкһең. Шунан да ҙур бәхет бармы ни? Күптәр бит үҙенә бирелгән һәләтте һанламай, икенсе юлдан киткән булып, тормош юлында үҙ-үҙен юғалта. Кемеһелер аҙаҡ урау-урау юлдар аша үҙен табырға мөмкин, әммә күптәре аҙашып әрәм була. Бына бит, уйлап ҡараһаң, тырнаҡҡа һүрәт эшләп кенә кеше аптыратып булмай кеүек. Әммә апайым үҙенең биҙәктәре менән торған урында мөғжизә тыуҙырған.

Апайымдың энергияһы миңә лә күскәндәй булды. Ул киткәс, блокнотымды алдым. Үҙ үҙемде үҫтереү, камиллаштырыу буйынса ниндәй эштәрем тора әле?
Читайте нас: