Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
10 Октябрь 2020, 00:00

Китһәм дә мин, йырым ҡалыр

- Айлина, һин нимә! Был юлы ысынлап та... – тип аҡлана башлағайны:- Улай булғас, әйт әле, мин һиңә кем? – тип яуап көтөп уға текләнем.- Ну..., төркөмдәш..., дуҫ... – тип ыҡ-мыҡ килде Дамир. – Иң яҡын дуҫ...- Ана шул-шул, дуҫ ҡына! Ә мин һинең дуҫ ҡына булыуыңды теләмәйем! Был юлы икенсе төрлө булыр тип уйлағайным, ә һин һаман да дуҫлыҡ тураһында һөйләйһең. Хуш!Күҙҙәремә килеп тығылған йәштәремде тыя алмайынса йүгерә-атлай ҡайтыу яғына киттем.- Айлина, тороп тор, - тип Дамир минең арттан эйәрҙе. – Туҡта! Хәҙер барыһын да аңлатам... Һин дә миңә ябай дуҫ ҡына түгел... Һин... Мин...

АҘАҒЫ.
Төркөмдәш бер егет интернет магазин асырға хыяллана, ул минән
кәңәш, идеялар менән уртаҡлашыуымды һорағайны. Ярҙам итермен тип әйттем дә, оноттом. Вәт, миндә хәтер!..

Мин, ғөмүмән, биргән һүҙемдә торорға тырышам. Хәлемдән килмәҫтәй булһа, шунда уҡ баш тартам. Теге ваҡыттағы курстарҙан һуң бигерәк тә. Унан, һәр минутым ҡәҙерле булғанғамы, һуңларға, кешене көттөрөп ҡуйырға яратмайым. Һуңлағандарын да. Был - кешене ихтирам итмәү билдәһе. Төркөмдәшем миңә өмөтләнгән булһа, ҡайһылай уңайһыҙ килеп сыға... Шылтыратып алырға ла, ныҡлап ҡына тотонорға кәрәк.

Паркка китергә ваҡыт еткәнен, өй эштәре менән булышып йөрөп, һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әллә ни әҙерләнеп, кейенеп-яһанып торманым. Юҡһа һуңғы арала былай ҙа гел матур күренергә тырышам.

Дамир килмәгәйне әле. Сәйер, уның ошоға тиклем һуңлағаны юҡ ине, гел көтөп тора торғайны. “Контакт”та ла бер нәмә лә яҙмаған... Йә, ярай, көндөң матурлығы менән ләззәтләнә торайым, һуңғы арала Дамирҙан башҡа бер нәмә лә күргәнем юҡ юҡһа...

Күлде ике тапҡыр урап сығып, килмәҫ булғас, шылтыратып иҫкәртә алмай инеме ни тип үпкәләп, ҡайтыу яғына атлағанда ғына килеп етте Дамир. Кәйефе юҡ, йөҙө борсоулы. Әммә мин быға әһәмиәт бирер хәлдә түгел инем, “Бөтөнләй килеп тормаһаң да булыр ине!” – тип турһайып ҡаршыланым.

- Айлина, зинһар, ғәфү ит! Һуңлап ҡына сыҡҡайным, пробкаға эләктем.

- Ә телефон нимә өсөн?! Былай ваҡытта кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә теләһә нәмә яҙырға яратаһың...

- Был турала уйламағанмынсы нишләптер...

Минең менән һөйләшһә лә, уйҙары менән әллә ҡайҙа, ҡарашын да туҡтауһыҙ йәшерә.

- Ә һинең минең турала уйлағаның бармы ни?! Мине бит һин уйынсыҡ урынына күрәһең. Теләйһең икән, әҙәмсә һөйләшәһең, уйнап алғың килһә, төртмә һүҙҙәрең менән кеше алдында кәмһетергә лә күп һорамайһың. Килһәң киләң, килмәһәң юҡ... – тип мин бер тында теҙеп алып киттем.

- Айлина, һин нимә! Был юлы ысынлап та... – тип аҡлана башлағайны:

- Улай булғас, әйт әле, мин һиңә кем? – тип яуап көтөп уға текләнем.

- Ну..., төркөмдәш..., дуҫ... – тип ыҡ-мыҡ килде Дамир. – Иң яҡын дуҫ...

- Ана шул-шул, дуҫ ҡына! Ә мин һинең дуҫ ҡына булыуыңды теләмәйем! Был юлы икенсе төрлө булыр тип уйлағайным, ә һин һаман да дуҫлыҡ тураһында һөйләйһең. Хуш!

Күҙҙәремә килеп тығылған йәштәремде тыя алмайынса йүгерә-атлай ҡайтыу яғына киттем.

- Айлина, тороп тор, - тип Дамир минең арттан эйәрҙе. – Туҡта! Хәҙер барыһын да аңлатам... Һин дә миңә ябай дуҫ ҡына түгел... Һин... Мин...

Туҡтаған хәлдә лә тыныс ҡына тыңлай алмаҫ инем уны. Бөгөн һуңламаһа ла матур итеп аңлашҡан булыр инек. Бер үк тырмаға икенсе тапҡыр баҫҡаныма үҙемә йәнем көйҙө. Миңә хәҙер ҡайтырға, барыһын да тыныс ҡына баштан үткәреп сығырға кәрәк. Автобусҡа инеп ултырғас йөрәгемдең ярһыуы бер аҙ кәмегәндәй итте. Мейем асыла төштө. Шунда ғына бала-саға кеүек ҡыланып ташлауымды аңлай башланым. Йөҙөмә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Кит, оят! Дамир нимә уйланы икән? Икенсе яҡтан, нисек булһа ла барыһын да әйтеп ҡуйыуыма үкенмәйем. Был билдәһеҙлек тағы күпме дауам итергә мөмкин?! Иңемдән ауыр бер йөк төшкәндәй тойҙом. Телефоныма кемдәндер хәбәр килде. Бязит хәлдәремде һорап яҙа икән. “Миңә ҡыйын...” “Нимә булды?” “Яратҡан кешем менән үпкәләштек”. “Теге ваҡыт сәскәләр тотоп килгән егетме әллә?” “Эйе”. “Ә һин уны ысынлап яратаһыңмы һуң? Уйлап ҡына яҙ”. “Белмәйем...” “Улай булғас, мин һиңә шуны әйтәм: был һинең мауығыу ғына булырға мөмкин. Дуҫлыҡты мөхәббәт тип ҡабул итеп, үҙен бәхетһеҙлеккә дусар итеүселәр аҙым һайын. Ашығып ҡарар ҡабул итмә. Йөрәгеңде лә, аҡылыңды ла тыңла. Һин аҡыллы ҡыҙ. Тиҙҙән барыһын да үҙең дә аңларһың...” Минең йәш кенә аҡыл эйәм, рәхмәт һиңә! Әллә нимә лә кәңәш итмәне, йыуатманы ла, ә барыбер рәхәт булып китте, күңел күтәрелде.

Өйгә ҡайтҡым килмәне. Йөрәгем урынында түгел. Гөлдәргә барып күңелемде бушатып ҡайтырға булдым. Бер юлы хәлен дә белермен. Ул әле һаман гипста ултыра. Рәхәтләнеп ултыра һәм был минуттарҙы, хәленән килһә, оҙаҡҡараҡ та һуҙыр ине! Сөнки ул, тырыша торғас, Сураманды ҡаратып алғайны. Тик быға нисек өлгәшеүен әйткеһе килмәне, мин дә төпсөшөп торманым.

Дамир менән һуңғы аралағы хәлдәрҙе һөйләгәс, ул да уның ҡылығын нисек юрарға белмәне. Ахырҙа:

- Кит, әллә ниндәй ышанысһыҙ кеше булып сыҡты был Дамирың! – тип ҡуйҙы. – Ышанма һин уға.

- Уның наҙ, һөйөү тулы ҡарашын күрһәң... Шул күҙҙәр ҙә алдашып ҡарай аламы икән ни?!

- Бәлки бөтөнләй наҙ ҙа, һөйөү ҙә юҡтыр ул күҙҙәрҙә. Һинең ни бары хыялыңдағын ысын итеп күргең киләлер.

- Әллә хыяллана башланыммы икән?

- Шулайҙыр... Үҙең әйттең бит: һөйөү – һуҡыр. Мин тағы ла “һәм һаңғырау” тип өҫтәр инем.

Әхирәтем менән нисек кенә юрап ҡараһаҡ та, бер фекергә килә алманыҡ. Дамирҙың ҡыланышы минең өсөн йомаҡ булып ҡалды. Ярай, Баязит әйткәнсә, ваҡыт күрһәтер әле барыһын да. Башты ташҡа бәреү менән генә бер нәмә лә сығара алмам, шуға артабан ни булырын сабыр ғына көтәйем.

Икенсе көнө Дамир уҡырға килмәне. Телефонын һүндереп ҡуйғайны. Күпме генә ҡарауыллаһам да, “Контакт”ҡа ла инмәне. Минең күҙ алдынан уның кисәге бошонҡо йөҙө, нимәлер аңлатырға маташыуы китмәне. Үҙемде шул тиклем дә уңайһыҙ хәлдә һәм ғәйепле тойҙом. Ниңә улай ҡыландым инде? Бәлки кешенең ысынлап та берәй проблемаһы булғандыр. Юҡҡа ғына һуңламаған бит инде. Ә мин, эгоист, уны тыңларға ла теләмәнем.

Теге ваҡыттағылай йәнә юҡҡа сыҡты. Мин ысынлап хафалаға ҡалдым. Ятаҡтағы иптәштәре “әсәһе ауырып киткән, ҡайтып китте” тиһәләр ҙә, ышанғым килмәне. Юҡ, нимәлер булған уға. Ашым аш, йоҡом йоҡо түгел хәҙер. Ниңә, ниңә теге ваҡыт тыңламаным уны? Үҙемде өҙгөләп ташларға әҙермен. Бер генә булһа ла хәбәр ебәрһен ине. Бәлки ул бөтөнләй тере түгелдер? Аллам һаҡлаһын! Был уй башыма килгәс, ҡотом осто. Миңә хатта уның ғәфү үтенеүе, күпме ваҡытты бергә үткәреүебеҙ төш кеүек кенә була башланы. Гөлдәр әйтмешләй, хыялымдағын ысынбарлыҡ итеп хис кенә иттем ахырыһы.

Һуңғы арала төркөмдәге егеттәрҙең миңә сәйер ҡарап алыуҙарына иғтибар иттем. Дамирҙың дуҫтары улар. Белмәйбеҙ, тиһәләр ҙә, минән нимәлер йәшереүҙәренә шигем ҡалманы. Дәрестәрҙән һуң тура улар янына килдем. Быны көтмәгәйне, хатта юғалып ҡалдылар.

- Егеттәр, дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, Дамир ҡайҙа? Уның менән нимә булды?

Әйтергәме-юҡмы тигәндәй бер-береһенә ҡарашып алдылар. Ахырҙа береһе һүҙ башланы:

- Ни... Дамир һиңә әйтергә ҡушмаһа ла, өндәшмәй ҡала алмайбыҙ. Ул бик ҡаты ауырый, унда яман шеш таптылар. Әле дауаханала ята...

Нимә?! Бының булыуы мөмкин түгел! Ҡапыл күҙ алдарым ҡараңғыланды, ауыҙым кипте, башым шаулай башланы. Әллә ҡасандан химия алып дауаланыу курстары үтә икән. Башымды ниндәйҙер томан ҡаплап алды ла, айыҡ аҡыл менән уйларға ҡамасаулай. Бер аҙ шулай аңҡы-тиңке ултырғас, күҙ алдынан бер-бер артлы Дамирҙың ҡылыҡтары үтә башланы. Бына “дуҫ булайыҡ”тың сере нимәлә! Тимәк, ситкә лә ебәргеһе килмәй, бергә лә була алмай... Бына нимәгә сәйер тотҡан ул үҙен! Ә мин, иҫәр, нимәләр генә уйлап бөтмәнем.

- Бер кемде лә янына индермәй, береһе менән дә һөйләшмәй. Үҙ-үҙенә йомолдо ла ҡуйҙы. Берәй нәмә эшләргә кәрәк, Айлина! Бәлки, һине тыңлар? Һин уның иң яҡын кешеһе...

Иң яҡын?.. Эйе шул... Аһ! Тиҙерәк янына бармай, иҫем китеп нимә ҡарап ултырам һуң әле?!

Автобуста барам, үҙем төшөп янынан йүгерерҙәймен. Шул тиклем дә ҡабаланмай, әкрен генә йыбырлар икән! Иҫемә ҡылт итеп һуңғы күрешкән көн килеп төштө. Тимәк, дауаханаға ятыр алдынан була был. Их, мин, алйот! Иң-иң ауыр мәлендә уға терәк булыр урынға ҡайһылай ямаҡай ҡыландым. Ә ул, моғайын, барыһын да һөйләргә тип килгән булғандыр... Ы-ы-ы-ы!.. Эсемдә ауыртыуға сыҙамай йөрәгем олой. Түҙмәнем, йәштәремә ирек бирҙем, юҡһа хәҙер шартлайым. Ниңә, ниңә миңә шундай һынауҙар ебәрә Алла бабай?

Кешеләр миңә аптырап ҡарай. Кемеһелер “ни булды” тип хәлемә лә инеп маташты. Уларҙа минең эшем юҡ. Күптәре моғайын яҡыныңды юғалтыуҙың нимә икәнен белмәйҙер ҙә әле. Һәм белмәһен дә.

Автобустан төшкәс, туҡталыштағы эскәмйәгә барып ултырҙым. Илаған йөҙ менән барып инә алмайым бит инде янына. Ингәс нимә тиергә, үҙемде нисек тоторға? Дамирҙың ауырыуы ябай түгел, шуға күрә һәр һүҙҙе алдан уйлап әйтергә тура киләсәк. Бер аҙ тынысланғас, юл аша сығып дауаханаға атланым. Уны исемдәр теҙмәһенән эҙләп тапҡас, ул ятҡан бүлеккә киттем. Палата ишегенә килеп еткәс, туҡтап ҡалдым. Ишек асыҡ, эстән тауыш-тын ишетелмәй. Йоҡлайҙармы икән? Һаҡ ҡына башымды тығып эскә ҡараным. Бәләкәй генә бүлмәлә дүрт карауат. Икәүһе буш. Дамир тәҙрә төбөндәгеһендә йөҙтүбән ята. Бер ҡулы иҙәнгә һәленеп төшкән. Күршеһе оло ғына йәштәге бер ир. Ул иһә күккә ҡараған да бер нөктәгә төбәлеп уйҙар диңгеҙенә сумған. Һаҡ ҡына ишек шаҡыным. Дамир ҡымшанманы ла, ә теге ир ялп итеп ҡарай һалды. Мин Дамирға төртөп күрһәтәм, йәнәһе уға килдем.

- Дамир! Һиңә ҡунаҡ килде...

Ул теләр-теләмәҫ кенә ҡалҡынды. Мине күреп ҡалғас, башын ҡулдары менән ҡыҫты ла, карауатына ҡапланды.

- Һаумы...

- Кит, Айлина! Зинһар, сығып кит! Мин барыһын да тыйғайным, ҡайһы дурагы һөйләне һиңә?!

Дамирҙы бындай ҡиәфәттә күреп, ҡурҡып киттем. Танырлыҡ та түгел: ҡоро һөлдәгә ҡалған, оҙонсай йөҙөндә түп-түңәрәк ҙур күҙҙәр ҙә танау ғына һерәйеп тора һәм ике ҡолаҡ ҡарпайған. Бер миҙгелгә киноларҙа күргән сит планета кешеһе кеүек тойолдо.

- Бер кем дә һөйләмәне, Дамир, үҙем килдем... Хәлеңде белергә... – Һүҙҙәремде телем саҡ-саҡ әйләндерә.

- Белдеңме?! Ә хәҙер кит! Юғал күҙемдән!

Баҫҡанмын да аптырап ҡатҡанмын. Аяғымды ни алға, ни артҡа баҫа алмайым. Паралич һуҡҡан кеүек тик торам.

- Аңламайһыңмы әллә?! – Баяғынан да ҡатыраҡ, уҫалыраҡ ҡысҡырҙы Дамир. Шунда ғына аңыма килгәндәй булдым. Йыуатырға маташыу урынһыҙ. Иң һәйбәте – уны тыңларға, сығып китергә.

Уны был тиклем дә меҫкен хәлдә күрермен тип уйламағайным. Кем-кем, әммә Дамир ундай хәлгә төшөргә тейеш түгел ине. Ләкин, үҙемде уның урынына ҡуйып ҡарау менән, терт итеп ҡалдым. Уны аңлайым кеүек тә бит... барыбер дуҫымды ундай хәлдә күргем килмәй. Миңә кем менән дә булһа һөйләшергә, кәңәшләшергә кәрәк. Бындай кәйеф менән аҡылдан шашырға мөмкин. Һәм ғазраилға ана-бына бирелергә торған Дамирға ярҙам итер өсөн дә нимәлер эшләү зарур. Йәһәтерәк! Телефонымды астым да кемгә шылтыратырға белмәй аптырап ҡалдым. Кем мине аңлар? Кем ярҙам итә алыр? Гөлдәрме? Апайыммы? Баязит! Бына кем миңә әлеге мәлдә терәк буласаҡ. Әммә,

әйләнгән һайын үҙемдең проблемаларымды һөйләп, башын ҡатырыуы уңайһыҙ кеүек... Уға шылтыратыуҙан көскә тыйылдым. Дим биҫтәһенә автобус килеп туҡтағас, ултырҙым да киттем.

Ҡобарам осҡан йөҙөмдө күреп, апайым ҡурҡып китте. Шылтыратмай-нитмәй килеп инеүем дә борсоуға һалғандыр.

- Нимә булды? Һин минең ҡотомдо алма әле улай!..

- Ниңә улай тиһең? Килергә ярамаймы әллә? Әллә шулай ҡурҡынысмынмы? – тип, тәүҙә бер нәмә лә булмағандай шаяртырға маташтым. Әммә килеп сыҡманы, саҡ-саҡ ҡына торған күҙ йәштәрем үҙенән-үҙе һытылды. Апайымды ҡосаҡлаған килеш күңелем бушағансы илап алғас ҡына нимәлер әйтерлек хәлгә килдем.

- Дамирҙа яман шеш тапҡандар, дауаханала ята...

- Мин һинең менән, йә атайым менән бер-бер хәл булғанмы тип торам тағын, - тип еңел һуланы апайым. Ә минең әле генә әйткән хәбәремде шулай тыныс ҡабул итеүенә йәнем көйә.

- Апай, нимә эшләйем икән?

- Һин иҫ киткес мөғжизәләр ҡыла алмайһың инде... Һүҙ менән күңелен күтәреп, йыуатып ҡына торорға эшкинәһең... Күптән ауырыймы?

- Шулай шикелле. Ул минең менән һөйләшергә теләмәй. Бахыр ғына булып ята.

- Йәл, әлбиттә. Бигерәк йәш бит әле. Яңы йәшәй башлаған. Эй, хоҙайым, ауырыу һинән-минән һорап килмәй шул. Туғандарыма, яҡындарыма Аллам һаулыҡ, оҙон ғүмер бирһен!

Сәй эсеп алғас, мин дә әҙерәк тынысландым.

- Дамир шул тиклем меҫкен, йәлләткес, уға ҡарауы ҡыйын. Бер кем менән дә һөйләшергә теләмәй. Ниңә улай итә икән?! – тим әсенеп.

- Ҡайғыны һәр кем үҙенсә үткәрә. Тиҙҙән үлерен белгәс, ни эшләһен инде меҫкенкәйем! – Апайым уны йәлләүҙән туҡтамай.

- Ниңә үлергә тейеш әле ул! – Минең ул турала уйлағым да килмәй. – Яман шеште еңгән кешеләр тураһында күп тапҡырҙар ишеткәнем бар! Дамир уларҙан кәмме ни?!

- Һуң, Дамир үҙенә хөкөм сығарған, тиһең түгелме һуң? Йәшәргә өмөтө, көсө ҡалһа, улай ятмаҫ ине...

- Ҡыҙыҡһың һин, апай! Ә мин һинән кәңәш һорап килгән булам!

Йәнем көйөп урынымдан һикереп торҙом. Бында ваҡыт, һүҙ әрәм итеп ултырған мин алйот!

- Туҡта! Ултыр! – тип апайым мине туҡтатты. – Ҡапыл ғына әйттең дә, нимә тиергә лә белмәйем мин... Туғаным-дуҫым, йә белгән кешем түгел. Йә һинең һөйгәнең тип әйтеп булмай.

- Һөйгәнемме-түгелме, хәҙер ул мөһим түгел. Ул минең өсөн бик яҡын кеше. Уны юғалтҡым килмәй.

“Дамир ауырыуы тураһында күптән белгән, - тип уйлайым эстән генә. – Минең йөрәгемде яралағыһы килмәгән бит уның, шуның өсөн дә минән үҙенең һөйөүен йәшергән, үҙен яратырға рөхсәт итмәгән. Дуҫ ҡына булырға тырышып-тырмашҡан. Их, һин, Дамир! Минең өсөн ҡарар ҡабул итергә ни хаҡың бар ине!”

- Дамирыңа хәҙер бигерәк тә һүҙ ярҙамы, яҡындарының янында булыуы кәрәк. Һөйләшмәй, тип кенә ҡул һелтәп булмай бит. Һин юлдарын табырға, йәшәргә өмөт уятырға тейешһең!

- Рәхмәт, апай!.. – Миңә тап ошондай дәртләндереү һүҙҙәре етмәй тора ине.

- Тағы, беләһеңме нимә, уның менән Флүрә һөйләшһә, бигерәк яҡшы булыр ине. Психолог кеше ауыр уйҙарынан арынырға һә тигәнсе ярҙам итеп ебәрер ине.

- Бик шәп фекер әйттең!

Эштән ҡайтҡан еҙнәйем дә беҙҙең һүҙҙәрҙе йөпләне. Апайымдарҙан ышаныс, өмөт менән килеп сыҡтым. Барыһы ла яҡшы буласаҡ! Дамир йәшәйәсәк! Автобусҡа ултырғас, Гөлдәргә шылтыраттым. Ул аптырауҙан шаҡ ҡатты. Мине ныҡ булырға, бирешмәҫкә өндәне. Уның менән һөйләшкем килһә лә, автобустағы кешеләрҙе аптыратмаҫ өсөн, телефонды һүндереп ҡуйырға тура килде.

Сәй артында атайым менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин әйткән хәбәрҙе ауыр ҡабул итте ул. Был уның йөҙөндә һыҙланыу, әрнеү булып сағылды. Күрәһең, үҙенең хәтерләүҙәрен йөрәге аша үткәргәндер.

- Бер кем дә был донъяға мәңгелеккә килмәй, - тип башланы ул һүҙен. – Һәм ҡасан теге донъяға китеп барырын да белмәй. Бөтә нәмә Хоҙай ҡулында. Әлбиттә, ҡайғырма, тип әйтеү урынһыҙ. Йөрәге туң кеше лә бындай осраҡта тыныс ҡала алмай. Дамирға ярҙам иткең килһә, иң тәүҙә, ҡыҙым, үҙеңде ҡулға ал. Ныҡ һәм түҙемле бул. Йәлләмә. Сирен ғәҙәти ауырыу кеүек кенә ҡабул ит. Күҙ йәштәре менән бер нәмәне лә ыңғай хәл итеп булмағанын онотма. Һиндәге ышанысты, көстө тойһа, егетебеҙ тиҙерәк һауығасаҡ.

- Атай, ә һин ул һауығыр тип уйлайһыңмы?

- Әйттем бит, Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, ә мөхәббәт мөғжизәләр атҡарырға һәләтле... Нимә генә булмаһын, иртәгәһе таңдың бәхетле атырына ышанырға кәрәк. Йәш бит әле егет, организмы ныҡ, көрәшергә көсө бар...

Карауатыма ятҡас, ҡапыл ғына йоҡлап китә алманым. Ахырҙа компьютерҙы астым, яман шеш тураһында мәҡәләләр уҡый башланым. Уҡыған һайын ҡурҡынысыраҡ, ә Дамир нығыраҡ йәл. Шулай ҙа ундағы яҙмаларҙы уҡып, ауырыу менән үҙемде нисек тоторға кәрәк икәнен аңланым.

Төнө буйы Дамир, дауахана менән һаташып сыҡтым. Үҙем йоҡлайым кеүек, ә мейем уяу, серем итеп алырға ла теләмәй. Үткәндәге инде онотолоп бөткән ваҡиғалар ҙа ҡылт итем иҫемә килә лә төшә. Унан тотона йөрәгем һыҡтарға. Йәнә шуныһына аптыраным: йоҡлағанда ла йырлап була икән.

“Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин.”

Ә күҙ алдында - ошо йырҙы мөңрәгән һағышлы Дамир.

Дамир менән һөйләшмәйенсә ҡулыма бер эш тә бармаясаҡ, шуға ла иң тәүҙә дауаханаға барырға булдым. Әммә сыҡҡас та аяҡтар үҙҙәренән үҙҙәре мине Дамир йәшәгән ятаҡ яғына тартты. Төнө буйы йырлап сыҡҡанғамы, уның гитараһын алғым килде.

Бәлмәләш егеттәр ишектә мине күргәс, күптән көткән ҡәҙерле кешеләрен ҡаршы алғандай ябырылдылар.

- Айлина! Барҙыңмы?

- Дамирҙың хәлдәре нисек?..

Мин бер нисек тә тигәнде белдереп яурын һикерттем дә, кисәге осрашыуҙы һөйләп бирҙем.

- Беҙҙе лә күрергә лә теләмәй... – тип көйҙө егеттәр. – Нисек ярҙам итергә лә белмәйбеҙ.

- Мин хәҙер янына барам. Быныһында ҡыуып сығара алмаҫ. Артабан инде... күмәкләп һауыҡтырырбыҙ, йәме? – тип уларға өмөт менән ҡарайым.

- Әлбиттә! – тине Дамирҙың дуҫтары бер тауыштан. Тиҙ генә бер пакет күстәнәс тә йыйып ҡуйҙылар.

Минең килгәнде белһә лә, Дамир күрмәмеш булып ята бирҙе. “Кисәге кеүек ҡысҡырмағас, ҡыумағас та яҡшы” тип һөйөндөм эстән

генә. Ишек төбөндә торған ултырғысты алып, янына килеп ултырҙым. Күршеһе ҡамасауларға теләмәне шикелле, коридорға сығып китте.

Гитараны алдым да, аккордтарҙы үҙем белгәнсә сиртеп, шым ғына уның йырын йырлай башланым. Әлбиттә, минең моңом да юҡ, уйнауын да бөтөнләй дөрөҫ уйнамайым, әммә минең өсөн был мөһим түгел. Һүҙ менән әйтә алмағанды бәлки көй аша белдерермен. Ысынлап та, Дамир артабан ятып түҙмәне, тороп ултырҙы. Шешенгән, ҡыҙарған йөҙөн ҡулдары менән ыуғылап алды, ҡарашын минән йәшерергә тырышты. Мин уға бер генә күҙ һалып алдым да, әйтерһең, минең өсөн әлеге ваҡытта гитарала уйнауҙан да мөһимерәк нәмә юҡ, тырышып-тырышып бармаҡтарымды күсерҙем, аккордар һайланым. Дамир шул ваҡыт һаҡ ҡына ҡулдарыма ҡағылды, гитараны алды ла үҙе уйнай башланы. Минең күҙҙәремдән йәш тәгәрәне. Тыйырға теләйем, әммә килеп сыҡмай. Юл буйы үҙемде иламайым тип тыҡып килгән булғайным... Йыр тамам булғас, башын яурыныма терәне лә ҡатып ҡалды. Ул үҙе лә шым ғына илай ине. Миңә хәҙер нимә эшләргә? Йыуатырғамы? Күңелен күтәрерлек берәй һүҙ әйтергәме? Ҡушылып илауҙан башҡаға көсһөҙ инем был ваҡытта. Ҡосаҡлашып ултырған килеш туйғансы иланыҡ.

- Бына шулай хәлдәр... – тине байтаҡ һүҙһеҙ ултырғандан һуң меҫкен генә тауыш менән. – Бик аҙ ғына йәшәргә ҡалды миңә...

Мин инде тынысланып, үҙемде ҡулға алырға өлгөргәйнем.

- Шуға ваҡытыңды бушҡа уҙғарып, ҡул һәлендереп ятаһыңмы бында? – Тауышым шуға уҫал ғына яңғыраны, Дамир хатта аптырап китте. – Мин һине йәлләргә килгән тип уйлағайныңмы әллә? Табип, бер нәмә лә эшләп булмай, ошонда ғына ятып йән бир, тип әйттеме? Мин һине танымайым, Дамир! Нисек шулай бөлгөнлөккә бөлөп ятмаҡ кәрәк?! Оят түгелме әҙерәк?

- Был ауырыуҙан тере ҡалғандар бик, бик һирәк, Айлина...

- Шунан? Бәлки һин шул һирәктәр араһындалыр?

- Бының булыуы мөмкин түгел. Ышанмайым...

- Меҫенләнеп, үҙеңде йәлләтеп ултырыуыңды туҡтат, Дамир, һиңә килешмәй.

- Ә нимә эшләйем? Тороп, ҡыуаныстан һикереп-төшөп бейейемме? – Дамир мыҫҡыллы йылмайҙы. Мин уны ишетмәҫкә, һүҙҙәрен иғтибарға алмаҫҡа тырыштым.

- Дауаланыу юлдарын эҙләйек.

- Бер-ике көн эсендә мин һиңә миллиондан ашыу аҡсаны ҡайҙан алайым?

Был сумманы ишеткәс, һыҙғырып уҡ ҡуйҙым. Ҡиммәт икәнен белһәм дә, был тиклемдер тип уйламағайным.

- Беләһеңме, минең әсәйем дә күптән түгел ошо яман ауырыуҙың ҡорбаны булды.

- Һинең әсәйең дә?.. – Дамир ғәжәпләнеп миңә ҡарай.

- Эйе. Әммә әсәйем һинең кеүек төшөнкөлөккә бирелеп ятманы. Дауаханала ла ятты, кәрәгенсә химия ла алды, күрәҙәселәргә лә йөрөп ҡараны, әллә нисә тапҡыр операцияһын да яһатты. Бирешмәне. Һин дә бирешмәҫкә тейешһең!

- Нисек? – Дамир инде өмөт менән миңә ҡарай.

- Уйлашайыҡ...

Ышаныс менән әйткән булам, ә үҙемдең башымда миллиондар әйләнә. Дамир дөрөҫ әйтә, ул тиклем аҡсаны тота килеп кенә ҡайҙан алмаҡ кәрәк?

Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Артабан нимә әйтергә, үҙемде нисек тоторға белмәй аҙапланғанда, Дамирҙың карауатташ күршеһе килеп инде.

- Егетте торғоҙғанһың бит! – тип тел шартлатты ишектән үк. – Ингәне бирле үлек кеүек ята юҡһа.

Дамир уңайһыҙланып башын эйҙе.

- Бар әле сәй ҡуйып ебәр! Һылыу ҡыҙҙы буш ҡайтарып ебәрергә уйлайһыңмы әллә?

Ағай ай-вайына ҡарамай, Дамирға сәйнүк тоттороп сығарып ебәрҙе.

- Килеп шәп иткәнһең, һылыу. Уға хәҙер яҡындарының терәге кәрәк. Әсәһе менән дә яҡшылап һөйләшмәй бит суҡынмыш малай! Йәнәһе, проблемаһын үҙенсә хәл иткән инде, йәнәһе, уға хәҙер бер кем дә кәрәкмәй. Әммә улай ярамай. Йәш бит әле ул, ауырыуҙы еңергә өмөт бар. Ышанырға кәрәк. Ул түгел, мин йәшәйем тип тырышып ятам...

- Рәхмәт! Һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы бит. Ҡайҙа икәнен бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушҡан.

Дамирҙың сәйе ҡайнап сыҡҡансы ағай үҙенең күстәнәстәре менән мул ғына табын әҙерләп тә ҡуйҙы. Мин дә алып килгән нәмәләремде сығарып ҡуйҙым. Әлбиттә, дауахана палатаһына килеп сәй эсеп ултырыу мәҙәк, әммә Дамирҙың әҙ генә булһа ла күңелен күтәрер өсөн барыһын да эшләргә ризамын.
Ағай үҙе беҙҙең менән ултырманы, телевизор ҡарайым, тип яңынан коридорға сығып юғалды.

- Күршеңдән уңғанһың икән, - тип ымланым уның артынан.

- Эйе, - тип йылмайып ҡуйҙы Дамир. – Үҙенең балаһылай ҡурсалай.

Дамир икебеҙгә лә сәй яһап ултыртты. Тамағым ныҡ кипкәйне, эҫелегенә ҡарамай, өрә-өрә һә тигәнсе эсеп тә ҡуйҙым.

- Ҡасан белдең?

- Теге ваҡыт дауаханала шуның өсөн ятып сыҡҡайным... Бына хәҙер икенсегә химия алам. Алда тағы дүрт курс ҡалды.

- Ярҙам итәме былай?

- Иткән дә кеүек, әммә ышанмайым мин уның файҙаһы тейеренә... Нимә генә тимә, миндә – рак!.. Ә ул үлем менән генә тамамлана.

- Бына бында мин һинең менән һис килешмәйем! Һин әйткән үлемде еңеп сыҡҡан әллә күпме кешене миҫалға килтерә алам. Хатта үлгән хәлдә лә һинең кеүек бахыр булып ятырға теләмәҫ инем, үҙ дәрәжәмде һаҡлап ҡалырға, артымдан һоҡланып һөйләрлек һүҙҙәр ҡалдырырға тырышыр инем...

Дамир бер нөктәгә төбәлеп уйға ҡалды.

- Операция яһатып ҡарарға мөмкин... – тип ышанысһыҙ ғына һүҙ башланы. - Әммә уныһы бик ҡиммәт тора тип әйттем инде. Әсәйемдәргә шул тиклем кредитты бер кем дә бирмәйәсәк. Ярай ҙа шунан терелеп китһәм, ә операция ла ярҙам итмәһә? Ҡасан түләп бөтөр улар шул тиклем сумманы? Минең яман шешкә бирешеүсәнлек бала саҡтан уҡ бар. Ошоға тиклем ул ҡурҡыныс янамай килде. Нисектер, иғтибар ҙа итмәй башлағайным. Тегеһе янына яңы бер төйөн үҫеп сыҡҡас та тәүҙә әллә ни әһәмиәт бирмәнем. Баҡ тиһәң, яман шеш быныһының аҫтында йәшеренеп кенә тамыр йәйгән...

Шунда уның ниңә гел киң кейемдә йөрөүе башыма барып етте. Ә мин, зауыҡһыҙ, тип көлгән булдым... Их!.. Ысынын белмәйенсә тороп, ауыҙ асырға ашығырға ярамай икән. Тыштан бер төрлө күренһә лә, эстән бөтөнләй икенсе булып сыға. Мин уның был сирен ҡәҙимге сир итеп ҡабул итергә тырышам. Дамирҙың күршеһе лә шулай тине бит. Бирешмәҫкә генә кәрәк.

- Ниңә шулай килеп сыҡты икән, ә, Айлина? Мин йәшәмәҫлек кешеме ни? Киләсәккә күпме маҡсаттарым, пландарым, идеяларым

бар ине, улар тормошҡа ашмайынса ҡалыр микән ни?! Күпме оло кешеләрҙең Алла бабайҙан үлем һорап интеккәнен беләм, ниңә уларҙы ишетмәй? Йә ниңә йәшәүҙән төңөлгән берәйһенең ғүмерен алмай?!

Күкрәгенән әсенеп, эске бер ғазап менән көсәнеп сығара был һүҙҙәрҙе Дамир. Ә минең күҙҙәргә яңынан йәш төйөлдө.

- Табип диагнозды әйткәс, аҡылдан яҙа яҙҙым. Һине үлем язаһына тарттырҙылар тигән һүҙ бит был. Тимәк, мин туйғансы һауа һулап ҡалырға, әсәй, яратам тигән ҡөҙрәтле һүҙҙәрҙе етерлек әйтеп өлгөрөргә, дуҫтарым, яҡындарым менән аралашырға, көлөргә, шаярырға, уйнарға-йырларға, башлаған эштәремде тамамларға һәм донъялағы башҡа эштәрҙе башҡара һалырға тейешмен. Шуларҙы уйлайым да, күптәр зарланып һүккән донъяның ни тиклем матур, ҡәҙерле, йәшәп туйғыһыҙ икәнен аңлайым. Йәшәйештән риза булмаған, бөтөн нәмәнән кер эҙләгән кешеләргә: “Йәшәп ҡалығыҙ, ғүмер бер генә!” тип әйткем килә...

Дамир бер нөктәгә төбәлгән дә һөйләй ҙә һөйләй. Мин уны тыңлай алмайым. Күҙ йәштәрем тамағымды быуа. Әммә туҡтата ла алмайым, уға күңелен бушатырға кәрәк.

- Дамир, барыһын да аңлап торғас, ниңә был карауатҡа йәбешеп ятаһың?! – тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. - Һинең урының бында түгел! Тиҙҙән ана имтихандар башлана, беренсе курсты тамамлайбыҙ. Унан каникулдар... Ебеп ятма бында, тор!

- Рәхмәт, Айлина... Әл дә һин бар донъяла!..

- Үҙең дуҫ та дуҫ тигән булдың, белгең килһә, ысын дуҫтар улай эшләмәй!.. Һин хәлеңде иң тәүҙә миңә һөйләргә тейеш инең!

- Бик асылғым килгәйне лә ул... тәүҙә көсөм етмәне... унан һин тыңларға теләмәнең...

Уның был һүҙҙәре сикәмә килтереп сәпәгәндәй булды.

- Иҫләтмә миңә уны! Шуның өсөн былай ҙа үҙемде күрә алмайым, шул көндө уйланыммы, йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй.

- Үпкәләмәйем мин һиңә, Айлина. Рәхмәттән башҡа бер генә һүҙем дә юҡ. Мөхәббәт ғазаптарының нимә икәнен татый алғанға ғына ла бәхетле мин. Мин бит үҙем шулай хәл иттем.

Башымда йәнә Дамирҙың йыры урала:

“Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин...”

Дамирҙан сыҡҡас, универға ашыҡтым. Бөгөн көн дә, үс иткәндәй, ямғырлы, ел, һыуыҡ. Дамир менән минең күңел генә түгел, бөтә йыһан илай төҫлө. Беренсе килеп туҡтаған автобусҡа инеп ултырҙым. Ғәҙәттәгесә телефонды астым. Апайым нимәлер яҙған. “Айлина, сәләм! Төнө буйы йөрәк сәнсеп сыҡты. Шул тиклем Дамирға ярҙам иткем килә. Бөгөн Флүрә менән һөйләштем, ул “Контакт”тан табып, уның менән интернет аша аралашырға уйлай. Тағы бер һөйөнөслө хәбәр: минең хәҙер бай клиенттарым бар икәнен беләһең бит. Түҙмәнем, бөгөн береһенә, тырнағын йүнәткән арала, күңелемде тынысландырыр өсөн генә һөйләп бирҙем. Реквизиттарын әйтһәң, аҡса күсерер инем, тине! Мин үҙем дә бай апайҙарҙан алған аҡсаның яртыһын карточкаһына һалып барыр инем. Шуға уның номерҙарын яҙ!” Был һүҙҙәрҙе уҡығас, эсемә йылы йүгерҙе. Рәхмәт, апаҡайым! Дамир, моғайын, был турала уйламайҙыр ҙа әле! Бөгөн кисен янына барғанда һөйөндөрөр кәрәк. “Ил төкөрһә, күл йыйыла”. Минең интернетҡа ингәнде күрептер, Баязит хәлдәрҙе һорашып яҙҙы. Күптән уның менән һөйләшкем килеп йөрөгәнгәме, ҡыуанып киттем. “Барыһы ла ал да гөл, тип алдай алмайым. Иҫләйһеңме, яратҡан кешем менән үпкәләштек, тигәйнем? Ул яман шеш менән ауырый булып сыҡты, әле дауаханала ята. Нимә эшләргә лә, нисек ярҙам итергә лә белмәйем...” Яуап көттөрмәне, шунда уҡ килеп тә етте: “Һин ҡайҙа әле? Әйҙә осрашайыҡ”. Уның аңлауы, ярҙам итергә теләүе бик мөһим ине минең өсөн. Ул янымда булғанда үҙемдә тауҙар аҡтарырлыҡ көс тоям. Бына әле лә, уның менән яҙышып алғас, күңелем аңлайышһыҙ бер шатлыҡҡа сорналды. Шуғамы, күп уйлап торманым, универға китеп барған ерҙән төштөм дә ҡалдым. Барыбер йүнләп уҡып ултырмаясаҡмын. Мин торған туҡталышҡа үҙенең машинаһында һә тигәнсе килеп етте Баязит, күрәһең, яҡында ғына йөрөгән.

- Әҙерәк йонсоп киткәнһең, әммә барыбер бирешмә, дуҫҡайым! – тип дәртләндерергә тырышты маңлайымдан үбеп алғас. – Ә хәҙер барыһын да ентекләп һөйлә.

Был һыуыҡта эскәмйәлә туңып ултырып булмай, шуға яҡындағы кафеға киттек. Ямғырлы көндә эҫе сәй эсеп, тәҙрәнән генә ҡарап ултырыуға ни етә! Миңә уны бимазалауым өсөн уңайһыҙ. Кешенең үҙ мәшәҡәттәре лә башынан ашҡандыр, ул бит уҡыуҙан тыш эшләп тә йөрөй, ә бында мин үҙемдең ҡайғым менән... Ғәфү үтенеп был турала әйтә башлағас, шунда уҡ мине бүлдерҙе:

- Һинең ҡайғың – минең ҡайғым, һөйлә.

Баязит шым ғына тыңланы. Уйланып ултырҙы. Тороп йөрөп алды. Яңынан урынына ултырҙы. Мин ни әйтерен көтәм.

- Беләһеңме хәҙер нимә эшләйбеҙ?

Юҡ, тигәнде белдереп башымды һелкәм, үҙем өмөт тулы күҙҙәремде унан айырмайым.

- Интернеттың ни тиклем көслө мәғлүмәти ҡумта икәнен беләһең. Шуның аша эш итеп ҡарайыҡ.

- Нисек?

- Иң тәүҙә дуҫың “Контакт”та үҙенә бит асһын. Ябай ғына итеп үҙе, ауырыуы тураһында яҙһын һәм аҙағында банк реквизиттарын ҡуйһын. Ә беҙ уның ошо битенә репост эшләп, дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ араһында таратабыҙ. Уйлап ҡына эшләһәк, байтаҡ аҡса йыя алырға тейешбеҙ.

“Ниндәй аҡыллы ул...” Баязитҡа текәлеп алғанмын да, күҙҙәремде айыра алмайым. Үҙемә уңайһыҙ булып китте.

- ... Күмәкләп был эште мотлаҡ атҡарып сығасаҡбыҙ!

- Эйе! – тип ҡыуанып баш һелкәм.

- Ә мин үҙебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығына барлыҡ студенттар исеменән ярҙам һорап хат яҙам. Ҡылдарын ҡыбырлата алһам, шәп! Ыжламаһалар инде, исмаһам аҙағынан үкенес ҡалмаҫ. “На войне все средства хороши” тигән кеүек, бәләкәй генә мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмау мөһим.

Бына бит, ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға икән. Дамир йәшәүҙән төңөлөп бөтһә лә, уның һауығырына күпме кеше ышана! Баязит минең менән Дамир янына барырға ла әҙер ине, әммә килештермәнем.

Дамирға әсәләре килгән ине. Ишек янында ни үтергә, ни сығып торорға белмәй аптырап ҡалдым. Мине күреп ҡалғас, дуҫым ҡыуанып китте. Шунда уҡ янына саҡырҙы.

- Айлина, таныш бул, был минең әсәйем менән атайым...

Дамирҙы танырлыҡ түгел: күҙҙәренән нур ағыла, үҙен тотошонан, ҡыланыштарынан дәрт урғыла. Минең дә күңел күтәрелеп китте. Дамир инде бөтә нәмәгә әҙер ине, дауаланыуҙарының ярҙамы ғына тейһен дә, һауығып, элекке хәленә ҡайта алһын!..

Әсәләре күпмелер аҡса йыйғайны, улар шуның өсөн һөйөнә. Мин үҙемдең уй-ниәттәремде һөйләп биргәс, күңелдәрендәге ышаныс нығынды ғына. Мин улар өсөн батып барғанда тотонған һалам

кеүегерәк инем шикелле. Беҙ оҙаҡ ҡына алдағы көндәргә пландар ҡороп ултырҙыҡ.

Күңелдә үҙем дә аңламаған хистәр ҡайнай: ҡурҡыу, өмөт, йәлләү... Ә мөхәббәт? Яратыу, унһыҙ бер көн тора алмау хисе бармы миндә? Һүҙ ҙә юҡ, Дамир хәҙер минең тормошомдоң бер өлөшөнә – иң яҡын кешемә әйләнде. Әммә уны һөйөү тип әйтеп буламы? Әлегә шуны аңланым: уҡыу йылы башынан беҙҙең арала һиҙҙермәй генә күренмәҫ кәртәләр ҡоролоп өлгөргән. Уның “дуҫ булайыҡ” тиеүе әһәмиәтһеҙ ҡалмағандыр. Йәнә: “Тәүҙә - уҡыу, унан һуң ғына егеттәр” тип алдыма алған маҡсатым да үҙенекен иткәндер. Ул үҙенең проблемаларына бикләнгән, ә минең алда – семинарҙар, курстар – яңы офоҡ асылды. Ысын һөйөү, минеңсә, барыбер ҙә икенсе төрлөрәк, тулы ышанысҡа ҡоролған булырға тейеш, ә икенсең өсөн барыһын да хәл итеп, бар яуаплылыҡты үҙ иңеңә алырға түгел. Һәр кем үҙе өсөн үҙе яуаплы был донъяла. Ҡыҙыҡ, әгәр Дамир ауырымаһа, ҡайһылайыраҡ киткән булыр ине икән яҙмышыбыҙ һуҡмаҡтары?.. Тормоштағы бер бәләкәй генә нәмә лә һинең ғүмер юлыңды ҡырҡа үҙгәртеп ебәрергә һәләтле икән. Бер нәмәгә лә тулыһынса инанып йәшәргә ярамай.

Ҡайтып, ашап алып, интернетты асҡанда Дамир, минең кәңәште тыңлап, үҙенә яңы бит асҡайны. “Ҡәҙерле дуҫтар! – тип башлағайны ул. - Минең исемем Дамир. Мин БДУның I курс студенты һәм миңә ни бары 20 йәш. Яңыраҡ һис көтмәгәндә-уйламағанда табип шаңҡытҡыс диагноз ҡуйҙы: яман шештең ҡатмарлы формаһы (бының нимә икәнен бер кемгә лә аңлатып тороу кәрәкмәй...)! Тормошом ҡурҡыныс бер төшкә әйләнде. Ә минең йәшәгем килә!!! Бының өсөн барыһын да эшләп ҡарарға булдым... Шеш инде умыртҡа һөйәгенә юл алған, ә был уның аҙа барыуын аңлата.

Мин үҙем Сибай ҡалаһынан. Урта мәктәпте алтын миҙалға бөттөм. Аҡыллы китаптар уҡыйым. Гитарала уйнайым, йырҙарҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙем яҙам. Йәйен велосипедта, ҡышын саңғыла йөрөргә яратам. Ә иң үҙ иткән шөғөлөм – компьютер, төрлө программалар менән эш итеү. Шул информатика факультетына алып килде лә инде. Ҡыҫҡаса әйткәндә, бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһынған, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлаған, тормошҡа ғашиҡ студентмын.

Элек тә үлем тураһында уйланғаным булды. Ул ваҡытта, нисектер, ҡурҡыу тигән тойғо юҡ ине. Әле килеп аңланым: мин яңы йәшәй башланым, миңә был донъянан китергә иртә әле. Алдымда

күпме эшләнмәгән эштәрем тора. Һөйгән ҡыҙыма ла “үлеп яратам” тип әйткем килә...

Һеҙгә мөрәжәғәт итеп яҙыуымдың сәбәбе шул. Дауаланыу, операция яһау өсөн һәр кем хәленән килгәнсә аҡсалата ярҙам итһә, һауығырға ышаныс бермә-бер артыр ине. Минең тағы ла әҙ генә булһа ла был тормошта йәшәп ҡалғым килә...”

Күҙемдән йәштәр тәгәрәй. Тыймайым. Тыйғым да килмәй. Һыҡтауҙан аҡырып илауға күстем. Ә үҙемдең күҙ алдымдан Дамирҙы тәү күргән минуттан бөгөнгә тиклемге миҙгел йыбырлап уҙа. Бөтә ваҡ-төйәгенә тиклем. Ҡыйын, ярһып типкән йөрәк күкрәккә һыймай. Их, Дамир!!!

Бер аҙ тынысланғас, репост эшләп, иң тәүҙә үҙемдең төркөмдәштәремә мөрәжәғәт иттем, был яҙманы үҙҙәренең дуҫтары араһында таратыуҙарын үтендем. Шундай уҡ мөрәжәғәтте Гөлдәргә, апайыма, башҡа дуҫтарыма ебәрҙем. Сурағолдоң да “Контакт”тағы битенә күсерҙем. Күп тә үтмәй, ул хәбәр ебәрҙе: “Ха! Миңә көнөң төштөмө?! – тип ауыҙ ыржайтып смайлик ебәргән. – Гөлдәр әйткәйне инде, әммә мин һинең үҙеңдең инәлеүеңде көттөм. Матур итеп һораһаң, атай ҡарт менән һөйләшеп ҡарармын...” Асыуым тамағыма төйөр булып килеп тығылды. Оятһыҙ! Тәүҙә яуапһыҙ ҡалдырырға уйланым, әммә бер аҙ шаңҡып ултырғас, түҙмәнем, үҙенә лә хәбәр ебәрҙем: “Сурағол, һаумы! Мин, беренсенән, һиңә инәлергә уйламайым, ярҙам итергә теләгең булмаһа, мәйелең, был һәр кемдең үҙ намыҫында, һинән башҡа ла ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр етерлек. Икенсенән, һиндә әҙ генә кешелек сифаттары барҙыр тип уйлайым. Ауыр хәлдә ҡалған һинең кеүек үк йәшәүгә хаҡы булған иптәшкә ярҙам итеп маҡталыу үҙең тураһында насар фекер ҡалдырыуға ҡарағанда күпкә һәйбәтерәк минеңсә... Өсөнсөнән, ауырыу һинән дә, минән дә һорап килмәй, бер көн килеп үҙең йә яҡын берәй кеше менән ошондай уҡ хәл килеп тыуырға мөмкин... Хуш!” Яуап килмәне.

Уның ҡарауы күп тә үтмәне, аҡсаны ҡайҙа, нисек күсереү буйынса һорауҙар, Дамирҙың тиҙерәк йүнәлеүен теләгән хаттар яуа башланы. Күңелгә йылы йүгерҙе, Сурағол онотолдо. Дамир һис һүҙһеҙ йәшәргә тейеш!

Универға бөгөн бөтәһе лә иртә килде. Дамир тураһындағы хәбәр һәр береһен шаңҡытҡайны. Көнө буйы һүҙ шул турала ғына барҙы. Дәрестәр бөтөүгә кем нисек ярҙам итә, ҡайһы ваҡытта хәлен белешергә бара – билдәләп бөткәйнек инде. Дамирға бошонорға, күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалдырмаҫ кәрәк. Насар уйҙар биләргә тейеш түгел уның башын. Алдында һауығырға өмөт кенә торһон.

Дамир мине йәшле күҙҙәре менән ҡаршыланы. Әммә улар кисәге кеүек өмөтһөҙлөктән, төшөнкөлөктән һығылып сыҡмай, ә шатлыҡ төртөп сығарған йәш бөртөктәре ине. Бер ни өндәшмәй һаҡ ҡына ҡосағына алды.

- Рәхмәт, Айлина! Барыһына ла мең рәхмәт!

Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин.

Уға мин дә ҡушылдым.

Был тормошҡа бәйләүсем һин, йәшәү көсөм,

Был һуңғы хат – йәнем йыры – һинең өсөн...

- Айлина, бына ҡара әле ниндәй мөғжизә тыуҙырҙың һин!

Дамир ноутбугын асты. Уның иҫәбенә бер төн эсендә әллә нисә мең аҡса күскәйне!

- Ҡотлайыыым, Дамир! Был бит ысынлап та мөғжизә! Хоҙай ебәргән бүләк!

Ҡыуаныстан үҙемде үҙем белештермәйенсә уны ҡосаҡлап алдым.

- Һин ул – Хоҙай ебәргән бүләк! – Беҙ ҡосаҡлашҡан килеш ҡатып ҡалдыҡ.

- Дөрөҫөн әйтмәйенсә һине ғазаптарға һалғаным өсөн үкенәм. Бының өсөн үҙеңдән нисегерәк ғәфү үтенергә лә белмәйем. Мин шулай дөрөҫ булыр тип уйлағайным бит...

- Һауыҡ ҡына, миңә шунан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, - тип бышылданым уны нығыраҡ ҡосаҡлап.

- Мин берәйһенә һөйләү түгел, был турала уйларға ла ҡурҡтым. Үлеп киткәнемде белмәй ҙә ҡалһындар, тип теләнем. Йәлләп, меҫкен итеп ҡарауҙарын теләмәнем...

Апайым тауыҡ һурпаһы бешереп ебәргәйне, Дамир кинәнеп ашап ҡуйҙы. Һуңғы көндәрҙә бөтөнләй тамағына аш бармаған, күрәһең.

- Рәхмәт, Айлина! Һин миңә йәшәү һурпаһы килтергәнһең, үҙемдә әллә күпме көс-ҡеүәт тоям, - тип ихлас йылмайҙы.

- Ә операция ҡасан?

- Уны бында яһамаясаҡтар, Мәскәүгә барырға тура килә. Хәҙер, аҡса булғас, тиҙләттеләр. Иртәнән һуң юлға. Етмәгәнен әсәйемдәр үҙҙәре таба.

- Барыһы ла яҡшы буласаҡ, мин быға ышанам. Тағы ике көн бар бит әле, иҫәбеңә күскән аҡса операцияға ла, башҡаһына ла етәсәк. Бүтәнсә булыуы ла мөмкин түгел...

- Рәхмәт, был тормошҡа бәйләүсем минең, йәшәү көсөм!..

Һуңғы ике көн төштәге кеүек кенә үтеп китте. Дамирҙың эргәһенән кеше өҙөлмәне, әсәһе лә гел янында булды. Мине йәнә Сурағолдоң хәбәре ныҡ һөйөндөрҙө. Мин быны унан, дөрөҫөн әйткәндә, көтмәгәйнем. “Айлина, һинең һүҙҙәрең йөрәгемә үтте. Дамирға ярҙам итәм, әлбиттә! Ә яҙғандарым... улар тураһында онот, көнләшеүҙән генә яҙғайным. Атайға ундай етди мәсьәләр тураһында тиҙ генә һөйләп-аңлатыуы ҡыйын, шуға мин Мәкәүҙә йәшәгән апайыма шылтыраттым. Барыһын да төшөндө, Дамирға операциянан һуң ярҙам итәсәк!..”

Дамир менән беҙ китер көнөндә генә икәүҙән икәү ҡала алыҡ.

- Их, әллә нимәләр әйткем килә һиңә, Айлина! Әммә улар бында, дауахана бүлмәһендә әйтә торған һүҙҙәр түгел...

- Әлегә әйтмәй тор... – тип һаҡ ҡына ирендәрен баҫам. – Беҙҙең бар ғүмеребеҙ алда әле. Һүҙҙәреңде матур көндәргә ҡалдырайыҡ...

- Бер һүҙемде әле әйтәм: мин һине тәү күргән көндән яраттым, яратам, яҙған булһа, ғүмерем буйы яратасаҡмын!

Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин...
Дамирҙы бөтә төркөмөбөҙ менән оҙатырға барҙыҡ. Гөлдәр менән Сурағол да килеп етте. Дамир юл буйына ҡосағынан мине ысҡындырманы. Беләктәрендә көс, дәрт тоям, күҙҙәрендә өмөт сатҡылары йымылдай. Тимәк, мин дә ышанырға, быны уға тәнем, тыным менән белдерергә тейешмен. Был мәлдә беҙҙең йөрәктәребеҙ генә һөйләште. Элек мин ул һүҙҙе матурлыҡ өсөн, хистәрҙе тәрәнәйтеп ебәрергә була әйтәләрҙер тип уйлай торғайным, баҡһаң, йөрәктәр ысынлап та һүҙһеҙ ҙә аңлаша ала икән. Күңелгә рәхәт тә, моңһоу ҙа. Хәҙер уның яҙмышы Алла ҡулына тапшырылды, аҙағы нисек барып бөтөрөн бер кем дә белмәй. Дамирҙың сире ябай ғына түгел икәнен белгәс, мин дә үҙемде барыһына ла әҙерләнем. Был һынау мине йәнә бер баҫҡысҡа күтәрҙе, сөнки беләм: ошо минуттан

тормошомда ниндәйҙер яңы этап башланасаҡ. Дамир менәнме, унһыҙмы, әммә ул икенсе төрлө буласаҡ. Әле мин үҙемдә ниндәйҙер бер ҡөҙрәт тоям.

Хушлашыу минуттары төштәге кеүек кенә булды. Дамир һәр береһе менән шатланып хушлаша, ә минең уға ҡарап илағым килә. “Барыһы ла һәйбәт булһын...” тип бышылдайым эстән генә.

Бына мин уның ҡосағында. Был миҙгелдең башҡаса бер ҡасан да ҡабатланмауы ла бар бит тип, уның йылыһын, еҫен үҙемә һеңдереп ҡалырға тырышам.

- Иҫән-һау ҡайт, ишетәһеңме?! – тип тыҡыйым үҙем уға. – Беҙҙең ғүмер алда әле, шуны онотма...

- Ҡайтырмын!.. Ә әлегә, китһәм дә мин, йырым ҡала:

Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин.

Был тормошҡа бәйләүсем һин, йәшәү көсөм,

Был һуңғы хат – йәнем йыры – һинең өсөн.

Ғүмер юлын берәү ҙә бит үлсәй алмай,

Был донъяла бер кем мәңгелеккә ҡалмай.

Китһәм дә мин йырым ҡалыр, һуңғы йырым,

Бар донъяны һыҡрандырыр һөйөү ҡылы....
Читайте нас: