Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
18 Октябрь 2020, 00:00

Гөлнара Мостафина "Йәйҙең дүрт айы" (дауамы)

Көндәр шулай һәүетемсә дауам итте. Ямғырҙарҙы көтөп ала башланым. Ул көндәрҙә баҡса эштәренән арынып, гөл һауыттары яһау менән мәшғүл булдым. Заказдарҙың туҡтамауы ҡыуандырҙы мине. Оҫтарып алдым, ҡулым да килешеп тора, һә тигәнсе эшләп, буяп та ҡуям. Йәнә лә бер эш өҫтәлде: бер көн ҡаршы яҡта йәшәгән күрше килеп инде. “Түтәлдәрҙең ҡыйын йолҡоп бирмәҫһеңме, үҙеңә әҙме-күпме аҡсаһы ла булыр”, - тигәс, аҡсаһынан да бигерәк ярҙам йөҙөнән, ризалаштым. Унан үҙемә лә оҡшап ҡалды. Ошо рәүешле аҡса ла эшләй алам бит!

Көндәр шулай һәүетемсә дауам итте. Ямғырҙарҙы көтөп ала башланым. Ул көндәрҙә баҡса эштәренән арынып, гөл һауыттары яһау менән мәшғүл булдым. Заказдарҙың туҡтамауы ҡыуандырҙы мине. Оҫтарып алдым, ҡулым да килешеп тора, һә тигәнсе эшләп, буяп та ҡуям. Йәнә лә бер эш өҫтәлде: бер көн ҡаршы яҡта йәшәгән күрше килеп инде. “Түтәлдәрҙең ҡыйын йолҡоп бирмәҫһеңме, үҙеңә әҙме-күпме аҡсаһы ла булыр”, - тигәс, аҡсаһынан да бигерәк ярҙам йөҙөнән, ризалаштым. Унан үҙемә лә оҡшап ҡалды. Ошо рәүешле аҡса ла эшләй алам бит! Шунда уҡ ултырып иғлан яҙҙым да, магазиндан елем һатып алып, йәбештерергә сығып киттем. Ауылды, баҡсаны урап сыҡҡансы байтаҡ ваҡыт үтте. Баҡсала һуңғы иғланды йәбештереп торғанда кемдер арттан: “Сәләм!” – тигәнгә әйләнһәм, теге ҡыҙ тора! Тәүҙә ҡойолоп төштөм. Шулай ҙа үҙемде шунда уҡ ҡулға алдым. “С-с-сәл-л-әм!” – тинем бер аҙ тотлоғоп. Ныҡлап шөғөлләнә башлағас, тотлоғоуым ысынлап та күҙгә күренеп кәмене. Элекке кеүек бер үк ижекте тутыйғош кеүек ҡабатлап тормайым. Хатта берәй ваҡиғаны һөйләп бирә алам.
- Һин нишләп минән ҡасаһың ул?
- Ҡ-ҡ-ҡас-с-майым.
Мин йәбештергән иғланға күҙ йүгертеп сыҡты ла:
- Ҡалай шәп нәмә уйлағанһың, мине ярҙамсы итеп алаңмы? – тине миңә ҡарап.
Шаяртамы? Мин уға ҡарайым. Оҡшамаған. Бик етди күренә.
- Яр-р-рай, - тинем ахырҙа.
- Мин Миләүшә булам, һинең исемең нисек?
- Ш-ш-шам-м-мил.
Тотлоуығымды һиҙмәйме, әллә иғтибар итмәйме? Шул һорау борсой. Күптәрҙең мине тыңлап бөтөргә хәлдәре етмәй бит.
- Һин бында күптәнме?
- Эй-й-йе. Й-йәй б-баш-ш-шынан.
- Мин бөгөн генә килдем. Лагерҙа булдым. Инде өләсәй-олатайым менән йәй аҙағына тиклем ятасаҡмын.
- М-м-мин д-дә бы-бын-бында бул-л-лам.
- Дуҫтар таптыңмы?
- Юҡ-ҡ.
- Ярай, минең менән сығырһың.
- Ҡ-ҡ-ҡай-йҙа?
- Костерға. Мин бында йәй һайын киләм. Көндөҙ эш менән булабыҙ ҙа, кисен уйнарға сығабыҙ. Хәтәр күңелле ул! Нимәләр генә уйнап бөтмәйбеҙ...
Әлбиттә, уның саҡырыуын ишетеү рәхәт, бик тә сыҡҡым, уйнағым килә! Әммә... ситләтеүҙәренән, көлөүҙәренән, үҙҙәренең араһына алмауҙарынан ҡурҡам. Ситкә ҡағылып киткәнсе, бөтөнләй бармауың мең артыҡ.
- Юҡ-ҡ, м-м-мин уй-йнам-май-йым.
Миләүшә көлөп ҡуйҙы ла:
- Икәү бергә сығырбыҙ, мин һине ағайым тип әйтермен, - тине лә китеп барҙы.
Был осрашыуға шат булһам да, бер ҙә ҡыуанманым. Йоҡлап киткәнсе “ни эшләргә?” тип урынымда борғаландым. Миләүшә минең менән аралашыуҙан ялҡып ҡуймаҫмы? Дуҫтары ҡабул итерме, көлмәҫтәрме? Улар менән нисек, нимә тураһында һөйләшермен? Был минең өсөн оло һынау ине. Тотлоғоп ҡалғаны бирле кем менәндер, бигерәк тә тиҫтерҙәрем менән, һөйләшкәнем дә юҡ бит. Үҙемде упҡын ситендә торған кеүек хис иттем.
Икенсе көнө иртәнән энәгә баҫҡандай йөрөнөм. Йүгереп килеү, күнегеүҙәр эшләү ҙә тынысландыра алманы. Миндәге үҙгәреште Сания апай ҙа һиҙҙе. “Берәй нәмә булдымы әллә?” – тип һорап ҡуйҙы.
- Юҡ-ҡ, - тип баш сайҡай һалдым.
- Бөгөн нимәләр эшләйһең? – тип ҡыҙыҡһынды.
- С-с-сәс-скә һа-һау-уыты. К-күр-ршен-нең ҡ-ҡый-йын й-йолҡ-ҡам. Т-түт-т...
- Ярай, бөгөн ҡыярҙар менән кәбеҫтәләргә генә һыу ҡойорһоң, - тип ярҙамға килде, ни тиергә теләгәнемде аңлап.
- Яр-р-рай.
Әйтергәме, юҡмы тип тәүҙә икеләнһәм дә, Сания апайҙы иҫкәртеп ҡуйырға булдым:
- Б-бөг-гөн к-кис-сен к-кос-стеррға с-сығ-ғам.
Сания апай аптырап миңә ҡараны:
- Ниндәй костерға? Кем менән?
Миләүшәне күҙ алдына килтергәс, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
- Т-т-тан-ныш ҡы-ҡыҙ-ҙ мен-н-нән...
- Бына һиңә мә! - Сания апай көлөп ҡуйҙы ла шаяртып бармаҡ янаны: – Ҡыҙ тотоп та өлгөрҙөңмө ни? Ҡара һин уны, шилма малай!
Шаяртып һөйләшһә лә, борсолоп киткәне һиҙелде.
- У-ул к-кис-сә ки-кил-лде.
- Ә-ә-ә, танышыңмы ни? – тине бер аҙ тынысланып.
- Эй-йе, - тип алданым.
Был тиклем дә оҙон көндөң булғанын хәтерләмәйем. Һә тигәнсе өс баҡсаны ҡарап сыҡтым, сәскә һауыты эшләп өлгөрҙөм. Күнегеүҙәргә лә ваҡыт артығы менән етте, ә көн саҡ кискә ауышты. Ҡояш бер аҙ һүрелгәс һыу ҡойорға ғына ҡалды. Кис етеүгә борсолоуым, тулҡынланыуым бермә-бер артты. Яңынан тотлоға башламайым, тип ҡурҡтым.
Миләүшә кисен үҙе килде. Телсән ҡыҙыҡай Сания апай менән шунда уҡ уртаҡ тел тапты, мин һыу ҡойған арала әхирәттәр кеүек һөйләшәләр ине инде.
- Оҙаҡ йөрөмәгеҙ! – Сания апай ҡапҡағаса оҙатып ҡалды.
Тотлоҡһам да, быға иғтибар итмәгәнгә һалышып һөйләштем Миләүшә менән. Тәүҙә ҡыйыныраҡ ине, аҙаҡ һүҙҙәрҙе шыма ғына әйтә башланым.
Йәштәр менән ауыл осонда йыйылалар икән. Беҙ барып еткәндә өс малай менән ике ҡыҙ туп уйнай ине. Беҙҙе күргәс, уйындарынан туҡтап, яныбыҙға килделәр.
- Сәләм! – тип малайҙарҙың береһе яурыныма ҡулын һалды. – Орлоҡтарың үҫеп сыҡтымы инде?
Шунда ғына уның магазинда миңә орлоҡ алышҡан малай икәнен таныным. Яуап биреп өлгөрмәнем, Миләүшә барыһын да һөйләп тә бирҙе.
- Ой, уның баҡсаһында нимә генә юҡ! Вис үҙе үҫтерә. Уларҙан тыш Шамил тәгәрмәстәрҙән хәтәр матур гөл һауыттары эшләй!
- Ярай, - тине баяғы егет. – Әгәр теләгең булһа, беҙҙең менән бесәнгә йөрөй алаһың. Былай һәйбәт кенә түләйҙәр. Минең исемем Баязит була.
Улар, әйтерһең, күптәнге дуҫтарым, еңел генә аралаштыҡ та киттек. Ул арала бүтәндәр ҙә тартылды. Ҡараңғы төшкәнсе тип, беҙ футбол тибә башланыҡ, ҡыҙҙар хәбәр һатырға ултырҙы. Футболды бындағы малайҙарҙың барыһына ҡарағанда ла һәйбәт уйнай инем. Уҡырға бармаһам да, футболға яратып йөрөйөм мин, ә унда бик шәп тренер шөғөлләнә беҙҙең менән. Быны малайҙар тиҙ үк аңлап алды, миңә ҡарата ихтирамдары шунда уҡ артты. Ә мин шуның һайын тырышып типтем тупты, хатта, мине лә өйрәт әле, тиеүселәр табылды. Иртәрәк килеп, теләгәндәр менән айырым шөғөлләнергә теләк белдерҙем. Һәйбәт кенә өйрәтһәм, икенсе йыл йәй башынан футбол командаһы төҙөргә була ла баһа!..
Костер янында уйындар ҙа уйнаныҡ, гитарала уйнап, йырлап та ултырҙыҡ, мәҙәк хәлдәр һөйләп, рәхәтләнгәнсе көлөштөк тә. Минең тәүләп костерға сығыуым булғанғамы, ныҡ оҡшаны был кис. Ял иттем, әллә күпме көс тупланым.
Сания апай йоҡламай көтә ине мине. Иҫән-һау, шат йөҙ менән ҡайтып инеүемде күргәс, еңел тын алды. Кемдәр менән, ҡайҙа уйнауыбыҙҙы һорашҡас, индергән һөтөн ҡалдырҙы ла йоҡларға ҡайтып китте.
Ауыл егеттәре менән дуҫлыҡ нығынды. Көн дә костерға сығабыҙ, футбол тибәбеҙ. Минең менән шөғөлләнгән малайҙар хәҙер һәйбәт кенә уйнай башланы. Миләүшә менән айырыуса дуҫлаштыҡ, серҙәштәргә әйләндек. Уның да яҙмышы еңелдән түгел икән. Татыу ғына йәшәп ятҡандарында атаһы менән әсәһе араһынан ҡара бесәй үткән, хәлдәре айырылышыуға тиклем үк барып еткән. Ә ҡыҙ һис кенә лә уларҙың айырым йәшәүҙәрен теләмәй. Өйҙә көн дә иреш-талаш булғанға, өләсәһе тиҙерәк баҡсаға алып киткән. “Мине бүлешә алмайҙар. Икеһе лә үҙенә алғыһы, үҙе менән йәшәткеһе килә, әммә шул ваҡытта минең теләгем уларҙы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Мин бит уларға ҡурсаҡ түгел! Нишләп аңламайҙар икән шуны?!” – тип ныҡ әсенә. Әсәһе менән атаһын яраштырғыһы килә. Дуҫыма ярҙам иткем килә лә бит, тик нисек?!. Минекеләр менән ундай проблема булмағас, башыма һыйҙыра алмайым.
Кисә атайым ҡайтырға тейеш ине. Үҙемә урын тапмайым. Һағындым. Ҡайтып килергә кәрәк тип йөрөгәндә, атайым, әсәйем, Илшат үҙҙәре килеп инде. Бер ай, август бөткәнсе бында буласаҡтар! Был минең өсөн иң һөйөнөслө ваҡиға ине. Юҡһа баҡсала уңыш өлгөрә, ә мин уларҙы нимә эшләтергә лә белмәйем. Атайым командировкаларға йыш ҡына йөрөһә лә, былай оҙаҡҡа киткәне, был тиклем дә һағындырғаны юҡ ине.
Ирҙәрсә, ҡулымды ҡаты ҡыҫып күреште ул минең менән. Нисек йәшәүемде һорашты. Баҡса үҫтереүемде лә, сәскә һауыттары эшләп һатыуымды ла, кешеләргә ҡый йолҡорға, ваҡ-төйәк эшләшергә йөрөүемде лә шулай булырға тейеш кеүек ҡабул итте. Үҙем эшләп ҡуйған эт ояһын күрһәткәндә лә, ҡыярҙарҙың япмаһын ҡарағанда ла, үҙем ҡаҙып ултыртҡан түтәлдәрҙе, тәрбиәле ҡыуаҡ-ағастырҙы күргәс тә “Маладис, ҡулың эш белә!” – тип кенә ҡуйҙы ла кәңәштәрен бирҙе. Икенсе йыл нисегерәк яҡшыртыу, үҙгәртеү буйынса һөйләшеп алдыҡ. Әгәр шул ваҡыт эшемдән көлһә, йә ризаһыҙлығын күрһәтһә (сөнки бөтә нәмә лә ябай ғына эшләнгән шул, күршеләрҙеке менән сағыштырып булмай), йә аҡыл өйрәтергә тотонһа, миңә ҡыйын булыр ине.
Әсәйем туҡтауһыҙ Сания апай менән Сабир ағайға рәхмәт уҡыны. Тегеләр иһә бер тауыштан:
- Шамил үҙе тырыш бит, - тип мине маҡтаны. – Сабир ағаһы ла үҙен маҡтап ҡына тора, үҙе көс һалмаһа, мин генә ярҙам итә алмаҫ инем, ти.
Сабир ағайға мин айырыуса рәхмәтлемен. Олатай кеүек ул миңә. Кәңәштәре лә, ярҙамы ла, әйткән һүҙҙәре лә һәр ваҡыт бик урынлы. Әгәр ошо ике изге кеше мине үҙ ҡанаты аҫтына алмаһа, минең менән нимә булыр ине, белмәйем. Былай уҡ үҙгәрә алмаҫ инем, моғайын.
Илшат әле Майсик, әле Табылдыҡ менән уйнай, рәхтәләнеп йүгерә, һикерә, аунап китә. Көн дә бешкән еләк табып ашай. Әсәйем мине аҡсаға эшләтмәҫкә тырышһа ла, заказдар булғанда баш тартманым, ҡый йолҡорға ла, кешеләрҙең ваҡ-төйәк эштәрен эшләргә лә йөрөнөм.
Һуңғы ваҡытта тотлоғоуым һиҙелеп кәмене. Тартынҡы өндәргә баҫым яһап һөйләүем генә ҡалды.
Миләүшәне бер тапҡыр ҙа бойоҡ күргәнем юҡ ине. Ә бер көн, илап шешенгән йөҙөн күреп, ҡотом осто. Ул көн уйнарға барманыҡ, күл буйына төшөп, һөйләшеп ултырҙыҡ.
- Бәлки ярашырҙар, тигән өмөттәрем һүнде, - тип үкһене ул. – Все, айырылышалар! Иртәгә – суд. Унда мин дә барырға тейешмен. Икеһен дә күрә алмайым! Береһе менән дә йәшәгем килмәй!
Тынысландырырға тырышыуҙарым бушҡа ғына булды. Әйткән һүҙҙәрем, утҡа кәрәсин һипкән кеүек, ҡыҙҙырып ҡына ебәрҙе.
- Яратмайҙар улар мине! Бер-береһен еңер өсөн генә мине бүлешәләр. Ике эгоист!
Мин атаһы менән әсәһен аҡлар өсөн һүҙҙәр эҙләйем. Хатта айырылышҡан хәлдә лә Миләүшәне яратасаҡтарын аңлатырға тырышам. Үҙемдең дә, мине яратмайҙар, бер кемгә лә кәрәгем юҡ, тип бөтәһенә лә үпкәләп йөрөгән саҡтарымды хәтергә төшөрҙөм. Әммә был фекерҙе мин үҙем уйлап сығарғанмын бит, ысынында әсәйемә лә, атайыма ла мин берҙәй ҡәҙерле...
- Шамил, мин бөгөн өйгә ҡайтмайым! – тип белдерҙе Миләүшә күпмелер ваҡыттан. – Судҡа барғым килмәй. Мин бармаһам, бәлки, тиҙ генә айырмаҫтар үҙҙәрен.
Мин нимә тиергә, нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалдым.
- Һин ҡайт!..
- Ә һин-н?..
- Минең өсөн борсолма, бер-ике көндө уҙғарырмын әле берәй нисек.
- Ул-лай бул-май ин-де. Бөг-гөн беҙ-ҙә йоҡ-ҡла...
- Юҡ, - тип баш ҡына сайҡаны Миләүшә.
Әммә мин уны бында яңғыҙ ҡалдыра алмай инем.
- Улай булғас, әйҙә одеял алып сығайыҡ, - тинем ахырҙа.
Беҙгә киттек. Юл буйына мейемде эшләттем, әммә бер ҡарарға ла килә алманым.. Миләүшәгә ярҙам иткем килә, тик нисек? Өйгә ҡайтмай, әсәйемдәрҙе лә борсоуға һалығым килмәй.
Бөгөн иртә килеп ингәс, әсәйемдәр аптырап китте. Ауыр көрһөндөм дә, алдашырға керештем.
- Әс-сәй, ат-тай, беҙ-ҙ 2-3 көнгә пох-ходҡа кит-тәбеҙ. Т-тиҙ ген-нә сумка йый-йыр кәр-рәк.
- Төнгә ҡарай ниндәй поход ти ул?! – тине әсәйем аптыранып. Хәлемдән килгәнсә тынысландырырға, ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ икәненә ышандырырға тырыштым. Үҙем йүгереп йөрөп әйберҙәр йыйҙым. Аҙыҡ, йылы кейем-һалым, ике плед, шырпы, серәкәйҙән спрей һалып алдым. Атайым артымдан тышҡа сыҡты. Нимәлер һиҙенә күрәһең.
- Ат-тай, ыш-шан, бар-рыһы ла һәй-йбәт булыр, - тинем күҙҙәренә ҡарап. – Бер үт-тенес-сем бар. Мил-ләү-шән-нең ата-әсәһе килһә, улар-рҙы тын-ныслан-ндырығыҙ, борс-солма-һындар.
Атайым бер ни өндәшмәй баш сайҡап тороп ҡалды.
Беҙ тәүҙә яңынан күл буйына төштөк. Һыуҙан йылы быу күтәрелә. Ай яҡтыһында был тирә айырыуса матур. Баҡалар баҡылдағаны, ҡоштар һайрағаны ла үҙенә күрә бер йәм бирә. Пледтарыбыҙға уранып, күл өҫтөнә текәлеп байтаҡ ултырҙыҡ. Былай таң аттыра алмаҫыбыҙ билдәле ине.
- Әй-йҙә, тор-р, киттек! – тинем бер ҡарарға килеп. – Баҡ-сала ташландыҡ өйҙәр күп, берәйһенә инәйек.
Миләүшә шым ғына арттан эйәрҙе. Ярай әле ай яҡты... Һаҡ ҡына атлаһаҡ та, тауыштар әллә ҡайҙарға тиклем яңғырай. Ташландыҡ өй эҙләп баҡсаның иң төпкөл яғына тиклем барҙыҡ. Урам буйлап былай ғына йөрөгәндә күп кеүек ине, әле, кәрәк булғанда, бер йүнлеһе осрамай. Ахырҙа емерелеп тигәндәй бөткән бер өйҙө барып таптыҡ. Һайланып тороп булмай. Иҫке, емерелеп бөткән креслоларға ҡунаҡланыҡ та, одеялдарыбыҙға төрөнөп, бөгәрләнеп йоҡоға талдыҡ.
Беҙҙе эҙләргә мөмкинлектәрен белгәнгә күрә, икенсе көнө сығып йөрөмәнек. Өйҙән алып килгән аҙыҡ-түлек менән тамаҡ ялғаныҡ.
- Артабан нимә эшләйбеҙ? – тип һорап ҡуйҙым.
- Әллә, - тип яурын һикертте Миләүшә. – Әммә мин барыбер ҡайтмайым. Ә һин ҡайт. Тик минең ҡайҙа икәнде береһенә лә өндәшмә.
- Атыу мин дә ҡайтмайым, - тинем мин дә.
Был өйҙәге кеше уҡырға яратҡан икән, әҙәби китаптар унда ла, бында ла туҙып ята. Ваҡыт үткәрергә бик һәйбәт булды был. Кис етеүгә икебеҙ ҙә асыҡтыҡ та, арыныҡ та. Тауыштар тынғас, кешеләр өйҙәренә инеп бөткәс, йәшеренеп ятҡан урыныбыҙҙан шым ғына килеп сыҡтыҡ. Берәүҙәрҙең баҡсаһынан картуф соҡоп алдыҡ та, кире килдек. Ҡоро-һары ботаҡтар йыйып, мейескә яғып ебәрҙем, картуфтарҙы көлгә күмеп ашап алдыҡ. Унан өйөбөҙҙө рәткә килтерҙек, һепереп сығарҙыҡ. Күпме йәшәребеҙҙе белмәйбеҙ бит. Креслома ултырып күҙҙәремде йомғас, өйҙәгеләр, баҡсам күҙ алдыма баҫты. Нимә эшләйҙәр икән? Борсолаларҙыр инде. Әллә ҡайтып килергәме?
Икенсе көнө төшкә тиклем йоҡлағанбыҙ. Уянғас, Миләүшәнең йөҙөнә ҡарап һыным ҡатып көлөргә тотондом. “Тишек йыртыҡтан көлә! “ – тип ул миңә ҡарап һаһылданы. Картуф көйөгөнә ауыҙ-моронобоҙ ҡап-ҡара булып бөткәйне. Ҡалған картуф менән тамаҡ ялғап, һыу эсеп ҡуйғас, артабан нимә эшләргә кәңәшләшә башланыҡ. Мин ҡайтыу яғында булһам, Миләүшә был турала ишетергә лә теләмәне. Уны ташлап ҡайтып китһәм, бер үҙе йәшәй алмаясаҡ. Унан, мин үҙем дә нисек ҡайтып барайым инде?! Кис еткәс:
- Миләүшә, берәй сәғәткә бер үҙең ҡалып торорға ҡурҡмайһыңмы? Мин ҡайтып, ашарға-эсергә алып киләйем... – тинем.
- Кире килмәй ҡуйһаң?..
- Киләм.
- Ярай һуң. Тик тиҙ бул, йәме.
Ишекте бикләп ултырырға ҡуштым да эйелә-бөгөлә өйөбөҙ яғына һыпырттым.
Шым ғына ишекте асыуға әсәйем килеп сыҡты. Әллә уянды, әллә йоҡламай көтөп кенә ятҡан.
- Шамил!
- Тс-с-с! – ти һалдым.
- Ҡотто алып ҡайҙа йөрөйһөң ул? Нимә булды? Атайың менән Сабир ағайың эҙләмәҫкә, участковыйға хәбәр итмәҫкә, сабыр итергә ҡушҡас, ни эшләргә лә белмәйем.
- Бе-бер н-ни ҙә б-бул-маны, әс-сәй! Бор-сол-ма!
Беҙҙең бышылдашыуҙы ишетеп атайым да уянды. Мине ым менән генә тышҡа алып сыҡты. Уға барыһын да һөйләп бирергә тура килде.
- Шулайҙыр тип уйланыҡ та. Миләүшәнең атаһы менән әсәһе килде. Ныҡ борсолалар. Хәлдән килгәнсе тынысландырған булдыҡ инде. Һеҙгә ҡайтырға тура килер.
- И-их, ул-лар-ҙы яр-раш-тыр-рыр кәр-рәк ин-не, ат-тай! Ним-мә эш-ләр-гә ик-кән?
- Улай өйгә ҡайтмай йөрөп кенә мәсьәләне хәл итеп булмай, улым... Иртәгә әсәң менән барып һөйләшеп, аңлатып ҡарарбыҙ үҙҙәренә.
- Ыс-сын-мы, ат-тай! Рәх-мәт! Беҙ-ҙ төш-кә ҡай-тыр-быҙ!
Мин Миләүшә янына ашыҡтым, яңғыҙы ҡараңғы өйҙә ҡурҡа торғандыр.
Миләүшәне ҡайтырға күндереүе бик ауыр булды, шулай ҙа ыҡҡа китерә алдым. Теләмәй генә ҡайтты ул өйөнә. Ҡапҡанан хушлашырға намыҫым ҡушманы, үҙем дә ҡуша индем. Атай менән әсәй кеше ҡыҙҙарына ташланды.
- Ҡотто алдың бит! – тине икеһе бер юлы. – Эҙләмәгән ер ҡалманы! Әйтеп китергә булмай инеме һиңә?!
- Һеҙҙә минең ҡайғымы ни?! – тип телләште ҡыҙ. - Белеп ҡуйығыҙ, мин һеҙҙең берегеҙ менән дә йәшәмәйәсәкмен! Мин өләсәйемдә ҡалам йә мине башҡаса бер ҡасан да күрмәйәсәкһегеҙ!
Әсәһе ҡыҙын ҡосаҡлап иларға тотондо. Атаһы ғәйепле төҫ менән икеһен ҡосағына алды ла, шул килеш ҡатып ҡалдылар. Мин шым ғына сығып киттем.
Кискә тиклем үҙемә урын тапманым. Миләүшә өсөн борсолдом. Барыһы ла яҡшы ғына булһа ярар ине, тип теләнем. Түҙмәйенсә, бер нисә тапҡыр уларҙың өйө яғына барып ураным. Әммә бер кем дә күренмәне, тауыш-тын да ишетелмәне.
Шулай ҙа кисен, Миләүшәне уйынға саҡырыу һылтауы менән, өйҙәренә барып индем. Өләсәһе бер үҙе генә ине.
- Мил-ләүшә ҡайҙа? – тинем шунда уҡ.
- Ә-ә-ә, Шамил улым, һаумы! Улар бит ҡалаға ҡайтып китте.
- Суд-ҡа-мы? – булды икенсе һорауым.
- Юҡ, улым, Аллаға шөкөр, суд булмай! – тине инәй, үҙенең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡты. – Миләүшә һиңә сәләм әйтте һәм йәй бөткәнсе килергә һүҙ бирҙе.
Мин еңел тын алдым. Әлбиттә, Миләүшәнең ҡайтып китеүе эсте бошорҙо, әммә атаһы менән әсәһенең ярашыуын, бергә булыуҙарын ишетеү һөйөндөрҙө.
***
Йәй һә тигәнсе үтеп тә китте. Дүрт ай эсендә ҡояшҡа ҡара яндым, эстән дә, тыштан да бөтөнләй икенсе кешегә әйләндем. Үҙемде элеккегә ҡарағанда күпкә ышаныслы тоям. Кәрәкһә, үҙемде генә яҡларлыҡ көс бар миндә хәҙер. Атай-әсәйем менән кәңәшләшеп, быйыл мәктәптә уҡырға ҡарар иттем. Тик, әсәйемдең үтенесе буйынса, икенсе мәктәпкә барасаҡмын. Директорҙары менән атайым һөйләшкән дә инде, документтарымды ғына күсерергә ҡалды. Ә мине иң ҡыуандырғаны шул булды: унда Миләүшә уҡый! Бар теләгем – уның класына эләгеү. Әлбиттә, әле барыбер насар һөйләшәм, бәлки ошо кимәлдә ҡалыр ҙа, әммә мин беләм: кеше һине ихтирам итһен өсөн, иң тәүҙә үҙеңде яратырға, үҙең өҫтөңдә эшләргә, яңыға ынтылырға, шөғөлләнергә, башҡаларҙан бер башҡа өҫтөн булырға тырышырға тейешһең.
Бөгөн беҙҙең хушлашыу кисе. Барыбыҙ ҙа йыйыласаҡбыҙ. Кисә Миләүшә лә килде. Уның ата-әсәһенә минекеләрҙең, Сабир ағай менән Сания апайҙың һүҙҙәре ныҡ тәьҫир иткән икән. Хәҙер һин дә мин йәшәп яталар, әйтерһең, яңыраҡ ҡына айырылышыу уйы баштарында ла булмаған. Унан, иртәгә ул да, мин дә ҡайтып китәбеҙ. Өс көндән 1сентябрь, миңә әле кейемдәр ҙә, уҡыу кәрәк-яраҡтары ла алынмаған. Атайым менән әсәйемдең дә отпускаһы бөтә. Бында инде ял көндәре генә киләсәкбеҙ. Баҡсамдан һис тә айырылғым килмәй. Нимәһенә ҡараһаң да яҡын миңә, үҙем сәсеп, ултыртып, күҙ ҡараһылай тәрбиәләп үҫтергәнгә микән?.. Әллә ошо баҡса минән бөтөнләй икенсе кеше яһағанғамы? Инде барыһы ла икенсе төрлө буласаҡ. Өр-яңы, бөтөнләй икенсе тормош көтә!
Читайте нас в