Эй, көтмәйем дә ҡаҙҙарын! Быҙауына ла бармайым! Һыйыр ҡаршыларға ла сыҡмайым!"
Өләсәйемдең тупһа тирәһенең ек йоғон соҡоңҡорап йыу тигәненә үсегеп ауыҙ эсенән һөйләнә-һөйләнә һыу буйына йүгерәм. Йүгермәйем, осам ғына! Үсекһәң бит аяҡ ергә лә теймәй, ҡурҡҡандағы кеүек. Әҙерәк тынысланыр өсөн талғын аҡҡан йылғаға ҡарап, яр башынан аяҡты һалбыратып бер талай ултырам, аҙаҡ бит-ҡулды сайып, арғы ярға сығып, тау башына үрләйем…
Әйтәйемме унда нимә бар?! Белмәйһеге-е-еҙ! Унда беҙҙең ҡыҙҙар менән төҙөгән "өй"өбөҙ бар! Һауыт-һаба урынына сынаяҡ ярыҡтарының сәскәле өлөштәрен генә йыйып тупланыҡ. Береһе лә Бер-береһен ҡабатламай! Аҙыҡ - түлегебеҙ ҙә бар! Шифер киҫәктәре – вафли, ҡарағай ҡайырыһының ҡалын ерҙәре – перәник, дүрткел утын сарпыуҙары – печенье. Кинәнеп ҡунаҡ саҡырып, һыйлашып уйнайбыҙ. Беҙ юҡта ауылдың әрһеҙ кәзәләре килеп ҡайһы берендә "борсаҡ" тарын төшөргөләп китә. Әллә үстәшәләр инде!
Әле унда бер кем дә юҡ. Эҫе көндә тау үренә менеү анһат түгел икән, әлһерәнем генә. Еттем шулай ҙа "өй"гә. Ҡояшҡа ҡыҙған таш йөҙөнә аяҡ баҫҡыһыҙ эҫе. Күлдәк аша ла ултырышымды яндырып алып бара. Түҙемлеккә һынап үҙемде, ауылға текләп ултырам. Бер рәткә теҙелгән өйҙәрҙең һәр ҡайһыһын теүәлләп, өҫкө урамдың таҡыр юлынан һирәк кенә үткән машиналарға ҡарап алам. Ауыл өҫтө һил. Һәр йортта тәмле төшкө аш әҙерләнәлер инде. Ә мин ятам бында ас көйө, үсегеп. Үсекмәһәм дә бер ни булмаҫ ине! Өләсәй булғас өйрәтергә тейеш инде бер уйлаһаң, кем өйрәтһен атыу? Эсемдең туғырлап тамаҡ таптырыуына түҙмәй әллә ҡайтырға ла китергәме тип уйлап ҡуйҙым. Өләсәйҙең йомортҡа һытып ҡоймаҡ туҡығаны иҫкә төшкәйне, эстәге "аппарат" оторо дырылдай башланы. "Кемдең кәзәһе төкөнө был юлы ҡыҙымды? Кәртәгенәһе һирәк шул", – тип ҡаршылар микән өләсәйем ҡайтып инһәм?!
Эҫе таш йөҙөнән ҡалҡынып торайым ғына тигәндә, мин әле генә килеп менгән үҙәк яғынан кемдәрҙеңдер тауышы ишетелде. Ҡыҙыҡһынып ынтылып ҡарап ҡуйҙым. Һаман күренмәйҙәр үҙҙәре. Ҡаршы барһаң әллә нисек, ултырайым әле әҙерәк. Таш араһына үҫкән сәнскеле генә ҡарға бутҡаһын соҡоп алып, энәләрен таҙалап һоғоноп ҡуйҙым Тәмле генә һыуһыҙ тау битендә үҫһә лә һутлы үҙе. Ян-яғымдан арыуыҡ бутҡаларҙы соҡоп ташланым, үҙәк ялғанған һымаҡ булды әҙерәк. Түлке яман һыуһата башланы. Ҡояш эргәлә генә мени!
Баяғы ишетелгән тауыш яҡынлаштымы, һүҙҙәре асыҡ ишетелә башланы:
– Рәүилә, миңә отправка бар. Бөгөн кискә беҙгә килә алаһыңмы?
– Бара алмаҫмын шул. Атайым яман уҫал бит, ебәрмәҫ...
– Ә һин клубҡа тип һора, – егет хәйлә өйрәтеп маташты.
Таныным бит! Ҡыҙ кеше – минең ут күршем Рәүилә апай! Ә бына отправка алдым тигән ағайҙың тауышы ят. Күрше ауылдыҡы микән? Таныуымды нығытыр өсөн тау үренә атлай биреп (беҙҙең "өй " тау битендәрәк), башымды һоноп ҡына ҡарап ҡуйҙым. Үҙәк эсендәге яңғыҙ ҡайын төбөндә икәү ҡара ҡаршы баҫҡан. Тыңлаусы барын белделәрме, тыныс ҡына һөйләшәләр, их, ишетелмәй! Кинола ғына күреп белгән күренештең тап беҙҙең тау битендә лә ҡабатланыуына тәндәрем әллә нисек зымбырлап китте.
Ағай кеше эйелә биреп апайҙың йөҙөнә яғылды. Күренештән оялып, кире теге урыныма йүгерҙем. Әллә минең аяҡ тауышымды ишетеп һиҫкәнде был ике ғашиҡ йән, үҙәктән тау түбәненә ҡарай йүгерешеп төшөп киттеләр. Йүгерешәләр, ә үҙҙәре көләләр... Рәүилә апайҙың яуырындағы ал яулығы әллә төшөп ҡалғанмы, юҡ. Бая ғына ҡарағанда бар ине һымаҡ. Тау үренән йүгереп төшкән икәүҙе күҙәтеп, хатта асығыуымды ла, үсегеүемде лә оноттом. Ҡайта һалып өләсәйгә һөйләр кәрәк күргәндәрҙе. Теге икәү йылғаға барып еткәс, тағын һыйынышып бер талай гөрөлдәштеләр. Хас та теге өй ҡыйығындағы күгәрсендәр. Ҡайҙалыр осоп барып киләләр ҙә, тотоналар бит тап шулай гөрөлдәшергә. Былар ҙа шулай! Йылға ярында ҡырын ятҡан матайҙы, күнәк - көйәнтәне нисек күрмәй үткәнмен икән? Ана бит, ҡояшта ялтырашып яталар үҙҙәре! Үсегеүем шулай күҙемде томалағандыр инде.
Ярҙағылар оҙаҡламаны, береһе – һыулы биҙрәләрен йөкмәп тыҡрыҡҡа, икенсеһе саң борҡотоп оло урамға табан йүнәлде. Етемһерәп ҡалған кеүек күренде тау бите. Һерәйеп таш һаҡлап ултырып булмай бит инде көн оҙоно, ҡайтайым. Рәүилә апай менән теге ағай һөйләшкән яңғыҙ ҡайын суғында ал яулыҡ әллә ҡайҙан елберләп ҡул болғай... Бәхетле минуттар бүләк итеп, мөхәббәтлеләр шаһиты булғанына ҡыуанғандай ине йәш ҡайын. Әллә бүләк ал яулыҡҡа шулай ныҡ ҡыуанып ултырыуымы ҡайындың?!
Артыма ла ҡарамай тау түбәненә йүгерәм. Түбәнгә ҡарай еңел йүгереү. Арттан кемдер этәме ни! Килгәндәге ише түгел инде! Ҡайттым. Өләсәйгә һөйләйем тип әллә нисә ынтылдым күргәндәрҙе, тик "юҡ барҙы тыңлап йөрөгәндәрҙең ҡолағына борон ҡурғаш ҡайнатып ҡойғандар", – тип әйтеренән ҡурҡтым. Өндәшмәйем әле. Сер булһын.
Ҡыш үтеп, ҡар аҫтынан буйтым һыу аға башлауға Рәүилә апайым төп йорттан оҙатылып китеп барҙы кейәүгә. Беҙгә ни бала-сағаға оторо ҡыуаныс ҡына был, аҡса-кәнфит һипкән еҙнәй. Ҡоҙаларҙың автобусы артынан сыр-сыу килеп сүпләнешеп тороп ҡалдыҡ оҙатып. Ҡар араһынан аҡса йыйыу үҙе бер әкәмәт икән ул!
Яҙ етте. Ер һурыҡты. Ымһындырып кәнфит кеүек ятҡан ҡағыҙҙарҙы күреп, алып асып та ҡарайым. Кәнфите иреп аҡҡан, ҡағыҙы ғына ҡалған икән...
Йылдар үтте. Мин дә үҫеп уны-быны аңлай башланым. Тау битендә күргән күренеш, биргән вәғәҙә гел иҫемдән сыҡмай. Ҡайын суғындағы ал яулыҡ та күҙем алдынан китмәй һаман...
…Быйыл ҡайтҡанда йылға буйына төшөп теге ҡайынға ҡарашым төкөнө. Ярты биленән ҡыуарып ауып төшкән ҡайындың тау битендә һерәйеп олоно ғына тора. Әллә буш вәғәҙәне күтәреүҙән ғәрләндеме, әллә... белмәйем.
Рәүилә апайымдың мөхәббәте теге ҡар аҫтында ҡалып иреп аҡҡан буш кәнфит ҡағыҙылай булыуына һыҙланам. Аҙаҡ ҡына белдем ағай кешенең күрше ауылдыҡы икәнен. Иң аяныслыһы шул – ул һаман да өйләнмәгән. Әллә һөйөүе шул тиклем көслө инеме шул Рәүилә апайға, әллә буш күңел ҡыҙҙарға ғүмергә үсле ҡалдымы?
Буйҙаҡтар, буйҙаҡтар... Ҡар һыуында ғына иреп аҡҡандай булмаһаҡ ине беҙ, ҡыҙҙар?!