Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
27 Ноябрь 2020, 14:00

Уҡытыусы, шағир Фәнил Бүләков шиғырҙары

#БАШҠОРТТЕЛЕЙЫЛЫӨмөт менән көткән инек, Ике мең дә егерме! Их, ошо йыл йөрәктәргә Һағыш булып инерме?

Ҡара ерҙе япты ап-аҡ ҡарҙар...
Күк иләге төндә иләне.
Сафлыҡ төҫөн алды һоро көҙҙәр,
Ерҙең аҡтан бөгөн еләне.

Аяҡ аҫтым сафлыҡ бөркөп ята,
Баҫыуҙары әле уңайһыҙ.
Ап-аҡ ҡарҙар йондоҙ нурын сәсә,
Яҡты бөгөн хатта төн айһыҙ.

Шығыр-шығыр ҡарҙар күңелемә
Шыбыр-шыбыр ниҙер өндәшә.
Ошо мәлдә мин тик үҙемдеке,
Күңел ҡарҙар менән һөйләшә.

Аҡ томанлы ҡарҙар күпме яуҙы,
Ағартты ул нисә көҙҙәрҙе.
Был буранлы тормош күмер микән
Томоштағы беҙҙең эҙҙәрҙе?

Сафлыҡ бөркә ҡарлы, нурлы аҡ төн,
Һулап туйғыһыҙ ҙа һауаһы.
Тормоштоң бар һәр саҡ ҡара ыуы,
Аҡ ҡарҙарҙай бәхет-дауаһы.

Ап-аҡ ҡарҙар ергә һыйынғандар,
Сафлыҡ үҙе ергә яғылған.
Ышанамын, киләсәктә беҙгә
Аҡ ҡарҙарҙай бәхет яҙылған.
**
Ергә һеңә ап-аҡ ҡарҙар,
Яңы ямғыр ине улар.
Ерем туңғас тәүге ҡарҙар
Аҡ бурандар булып дулар.

Аҡ урамдар был бурандан
Тик сафлыҡҡа уранғандар.
Өмөтөмдө аҡҡа төрөп,
Китеп барам мин урамдан.

Тормош ҡорған бурандарҙан,
Үтә таныш урамдарҙан
Ҡарҙар ярып китеп барам
Үҙем һалған бураҙнанан.
**
Өмөт менән көткән инек,
Ике мең дә егерме!
Их, ошо йыл йөрәктәргә
Һағыш булып инерме?

Юғалтыуҙар, өмөтһөҙлөк...
Йәшәйеш үҙе дауыл.
Һағайышып тора һаман
Ҙур ҡалалар, һәр ауыл.

Юғалтабыҙ яҡындарҙы,
Илебеҙ аҫылдарын.
Халҡыбыҙҙың гәүһәрҙәрен,
Асылын, аҡылдарын.

Юғалтабыҙ был тормошта
Иң ғәзиз ҡиммәттәрҙе.
Ике мең дә егерменсе
Ҡыраһың милләттәрҙе.

Мең туғыҙ йөҙ утыҙ ете
Балтаһы булды башҡа.
Ике мең дә егерменсе,
Үҙенсә зәһәр, башҡа.

Азаматтар, аҫыл ҡыҙҙар
Һинең ҡорбаның, етәр!
Ҡандан яҙған ҡара йылың
Килер быуынға етер.

Ике мең дә егерменсе
Халҡыма бөтмәҫ һынау.
Маҡсатыбыҙ ошо Ерҙә
Үҙеңде һаҡлау, һынмау.
**
Ҡыҙарып ата таң...
Ысыҡтағы үлән
Ҡояш нурын йота
Үҫер өсөн.
Һутлы ерҙә
Тамыр еректереп,
Килер быуындарға
Күсер өсөн.

Ҡояш алһыу нурын
Йәлләмәй ҙә.
Яралтҡандыр Йыһан
Балҡыр өсөн.
Ҡараңғыла хатта майшәмде лә
Яратабыҙ йәм биреүсе
Ялҡын өсөн.

Донъя шундай яҡты
Йөрәгеңә
Йәшәү дәртен бирһә
Һөйөү көсө.
Был донъяға Аллаһ
яралтҡандыр.
Ғүмереңдән яҡты эҙҙәр
Ҡалһын өсөн.
**
Шығыр-шығыр киске ҡар
Моңланғандыр һалҡындан.
Устарымда ап-аҡ йомғаҡ
Ҡулды өтә ялҡындай.

Сикһеҙ ҡара асманымда
Сағыуыраҡ йондоҙҙар.
Ара-тирә болоттарҙан
Йондоҙ булып яуа ҡар.

Шығыр-шығыр нурлы ҡар
Төнгө уттарҙан баҙлай.
Ошо сафлыҡ бер мөғжизә,
Минең күҙҙәрҙе наҙлай.

Аяҡ аҫтарында йондоҙ,
Йондоҙҙо күктәр ҡоя.
Аҡ ҡарҙарҙың шығырлауы
Йәнемә моңон уя.
**
Тауҙарҙа офоҡ киңерәк,
Үрҙәренә артылһаң.
Болоттарҙың ҡосағына,
Тау үренә тартылам.

Бейек тауҙар күңелемде
Бер арбау менән тарта.
Тауҙарымды яулағанда
Йәшәү өсөн кәр арта.

Текә тауҙар был тормошта
Һис кәртә түгел - һынау.
Маҡсатыбыҙ етеү үргә,
Тәгәрәп китмәү, һынмау.

Тауҙар күккә үрелгәндәр,
Күтәреп күк-көмбәҙҙе.
Ғүмер үренә артылам,
Һанап аҙым-көндәрҙе.
ФӘНИЛ БҮЛӘКОВ.
сығанаҡ: авторҙың "Был тормошто ҡыҫып ҡосаҡла" төркөмө
https://vk.com/club85077430
Читайте нас: