Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
1 Декабрь 2020, 00:00

ҠЫРАҒАЙ (хикәйә)

Көрәшеүҙең яҡшы ысулы икәнен аңлап алған Мөхтәр, тибелеп ауыртынһа ла, Ҡадирҙың аяғына яңынан барып йәбеште. Шуның һайын Ҡадир этте алға һөйрәне. Аяуһыҙыраҡҡа әйләнде. Әйтерһең, эттең ҡырағай холҡо уға ла күсте.– Ана бер проволка ята, килтер әле! – тип Наилға бойорҙо.– Нишләтергә уйлайың? – Дуҫы уға шикләнеп ҡараны, шулай ҙа проволканы барып алды.– Мин был ҡырағайҙы тотоп торам, ә һин ҡайышҡа бәйлә. Ҡара уны, ысҡынырлыҡ булмаһын.Ҡадир Наилдан фуфуйканы алды ла, этте ҡаплап тотто, Наил шул арала йәһәт кенә эләктереп ҡуйҙы. Инде Мөхтәргә сараһыҙҙың көнөнән күнергә тура килде.

Ныҡлы ҡарарға килде Ҡадир: бөгөн барыбер алып ҡайтасаҡ ул Мөхтәрен! Күпме һуҙып йөрөргә була? Күңелендә күптән өйөндә йәшәтә бит инде. Мөхтәр тип исем дә ҡушып ҡуйҙы. Мөхтәр тураһында кино ҡарағайны, ныҡ оҡшаны уға был фильм. Шул мәлдә үк: “Этем булһа, мотлаҡ Мөхтәр тип атаясаҡмын” тип әйтеп ҡуйғайны. Уның эте кинолағы эттән һис тә кәм булмаясаҡ.

Наил көттөрмәне, һөйләшелгән ваҡытҡа килеп тә етте. Тәҙрәнән башы күренгәс тә, Ҡадир тоҙағын, кәрәк була ҡалһа тип ҡайыш һалынған ҡапсығын тотоп, ҡултыҡ аҫтына йоҡарып бөткән иҫке бер фуфуайка ҡыҫтырып тышҡа сыҡты. Кроссовкиҙарына икеләнеп ҡарап торҙо ла, итеген алып кейҙе. Фырт ҡына кейенеп алған дуҫы менән күрешкәндән һуң, һүҙһеҙ генә ферма яғына атланылар.

– Һинең берәй нормальный эт алғың килмәйме ул? – тип, ризаһыҙлығын белдерҙе Наил. – Ул берәҙәк эттең нимәһенә ҡыҙҙың? Йүнле нәмә сығыр тиһеңме унан?

Наил – уҡытыусылар ғаиләһенән. Шуғамы икән, үҙен тотошо, һөйләшеүе менән башҡа малайҙарҙан айырылып тора. Етмәһә күҙлек кейә. Ә күҙлек кейгән кешене, үҙегеҙ беләһегеҙ, “умник” тиергә яратабыҙ. Ауыл малайҙары прическа тип бик иҫе китеп бармай, матур ғына итеп алдыралар ҙа йөрөй ҙә яталар. Ә Наил улай түгел, уға үҙен тотошо менән генә түгел, ҡиәфәте менән дә башҡаларҙан айырылып торорға кәрәк. Прическаһы ла ниндәй бит әле: алғы сәсе күҙенә саҡлы төшөп тора. Ҡадирҙың уға ҡараған һайын сәсен һыпырғыһы килә. Әйтерһең, уның үҙенә ҡамасаулай Наилдың сәсе. Ә арт яғынан ҡып-ҡыҫҡа итеп алдырған. Буйға ла нәҙек оҙон. Әллә оҙон буйынан уңайһыҙланып, эйелеберәк атлап йөрөй. Ысынлап та, башҡа малайҙар төпөш, әммә аяҡтарында ныҡлы баҫып торалар шул. Бына Ҡадир ҙа унан бер башҡа тәпәш, әммә мускулдары ла бар, көслө лә. Наил кеүек ел иҫһә осоп китерҙәй булып йөрөмәй. Ғөмүмән икеһе ике төрлө улар. Шулай ҙа бәләкәйҙән дуҫтар, нимә уларҙы бәйләп торалыр, үҙҙәре лә аңламай. Наил тәүҙә бөтә нәмәне ныҡлап уйлай шунан ғына эшләй. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ тигән мәҡәл тап уның хаҡында. Ә Ҡадир уйлай ҙа шунда уҡ эшләп тә ҡуя. Бына әле лә фермаға, ҡырағай эт тоторға китеп баралар, ә ул һәйбәт джинсы салбар менән куртка, кроссовки кейеп алған. Ә Ҡадир эшкә кейгән кейемдәрен кейҙе.

– Эх, аңламайһың һин! Ул бит ҡырағай! Ябай урам эте һәр кемдең йортонда тора, ә минеке таҙа тоҡомло эттәрҙең балаһы, уның кеүек бер кемдә лә юҡ. Бүре кеүек бит ул, уҫал.

– Уҫал ғына түгел, йыртҡыс булып сыҡһа?

– Тиҙ ауыҙлыҡлармын мин уны, көймә! Әйҙә һин дә үҙеңә араларынан берәйһен һайлап алып ҡайт.

– Шул ғына ҡалмағайны! Үҙемдең Аҡтүшем бына тигән!

– Бына тигән дә ул, бер нәмәгә лә эшкинмәй ҙә инде.

Уның һүҙҙәре Наилдың зитына тейҙе.

– Әллә һинең бының эшкинер тип уйлайһыңмы?! – тип үсеккәндәй ҡылтайып китте. Ҡадир өндәшмәне, һәр береһе үҙ фекерендә ҡалды.

Эйе, Наилдың эте бар, һүҙ юҡ, ихаталарын һәйбәт һаҡлай. Әммә һунар ҙа итмәй, көтөү ҙә көтөшмәй.

Егет ҡорона ингән Ҡадир менән Наил шулай һөйләшә-һөйләшә фермаға килеп етте.

Быйыл 9-сыны тамамланы егеттәр. Ҡадир берәй техникумға китәм тип йөрөп тә алғайны, тик әсәһе менән атаһы ла, класс етәксеһе лә ҡырҡа ҡаршы төштө. Йәнәһе, тура юғары уҡыу йортона инер. Ә егеттең ни эшләптер ундай теләге бик юҡ. Ҡалыуын ҡалғас, 11-ҙән һуң армияға китәсәк. Ә артабан нимә эшләргә... ҡайтҡас уйлар.

Егеттәр был ҡырағай эттәрҙе бер нисә көн ҡарауыллай инде. Уларҙың урманда килеп сығыуҙарына бер нисә йыл. Йәнлек тотоп, шунда йәшәйҙәр. Ауыл халҡына зыяндары теймәгәс, бер кем иғтибар итмәй, йөрөйҙәрме – йөрөйҙәр. Ҙурҙары ла бар, бәләкәйҙәре лә. Мөхтәргә 5-6 ай тирәһе. Ҡадир ҙа, әгәр тарихын белмәһә, уның менән ҡыҙыҡһынмаҫ ине, моғайын. Күрше ауылда урмансы ағай йәшәй, уның шәп овчарка эте бар. Бөтәһе лә уға ҡыҙыға. Уға йыш ҡына ҡаланан һунарсылар килә лә, урмансы ағай уларҙы һунарға алып сыға. Бер ваҡыт шулай урыҫ танышы килә. Үҙе менән һунар этен дә алып килә. Уны эйәртеп, сығып китәләр урманға. Ныу эте шәп, тип ошо урыҫ танышының һунарсы этен ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләгәнен алдан да ишеткәне бар ине Ҡадирҙың. Ул көндө лә бер-бер артлы ике ҡуян тота ул. Өсөнсөһөн баҫтырып сығып китә лә кире әйләнеп килмәй ҙә ҡуя. Ҡараңғы төшкәнсе саҡырып та, эҙләп тә ҡарайҙар, тапмайҙар. Урыҫ та этен көтөп ята алмай, ҡалаһына ҡайтып китә. Икенсе көнө кискә генә эҙләп алып ҡайта этте урмансы. Алып ҡайтып, бәйләп ҡуя. Тиҙҙән әлеге һунар эте көсөкләй. Көсөктәрҙе таныш-тоношо таратып ала. Береһен

генә, ни эшләптер, баяғы ҡырағай эттәргә ҡуша ла ебәрә...

Ҡадир үҙе лә һунар итергә ярата. Һунар эттәренә гел күҙе ҡыҙа. Тик, уларҙы һатып алам тиһәң, ҡиммәт, әлегә үҙе аҡса эшләмәгәс, хәленән килмәй. Ә ябай урам эттәрен алғыһы килмәй. Ана, урамында шундай берәү тора инде. Тузигын һунарға гел үҙе менән йөрөтөп маташты, исмаһам яңылыш ҡына булһа ла берәй ҡуян тотһасы! Ҡартайҙы инде хәҙер, саҡ йөрөй. Ә был көсөк тураһында ишеткән көндән бирле тынғыһы юғалды. Бушҡа килеп инәсәк бит шәп эт: атаһы – овчарка, әсәһе – ул хыялланған һунар эте.

Эттәр һөт эсергә быҙау фермаһына киләләр. Инеп-сығып йөрөргә, ерҙе ҡаҙып, урын да эшләп ҡуйғандар. Быны күҙ уңдарына һалып ҡуйғайны инде егеттәр.

Килеп еткәс тә, тәү сиратта, өлкән эттәр һыймаҫлыҡ итеп, тишекте бәләкәсәйттеләр. Мөхтәр кәүҙәгә иң бәләкәйе, ул ғына инә аласаҡ. Унан Ҡадир тоҙағын ҡорҙо. Инде эттәрҙең һөт эсергә килгәнен көтөргә ҡалды.

Әле яҙ. Тиҙҙән каникулға сығалар. Йәйгеһен рәхәтләнеп был ҡырағайҙы өйрәтер. Көҙгә Мөхтәре менән рәхәтләнеп һунарға ла йөрөй башларҙар әле, икенсе йыл көтөү ҙә көтөрҙәр. Әҙ булһа ла аҡса эшләр, ата-әсәһенә ярҙам булыр, тигән уйҙа. Быйыл да быҙау көтөүен алырға уйлағайны ла, атаһы ни эшләптер риза булманы.

Бына уйнай-уйнай сабышып килгән эттәрҙең тауышы ишетелде. Егеттәр, уларҙы өркөтмәҫкә була, шунда уҡ боҫтолар. Ысынлап та, башҡа эттәр һыймаһа ла, Мөхтәр тырышып-тырмашып тишектән килеп инде. Инде лә тоҙаҡҡа ҡапты ла. Шуны ғына көткән Ҡадир менән Наил уны эләктерә лә һалды. Мөхтәр үҙенә күрә түгел: һис яҡын ебәрмәй. Тоҙаҡтан ысҡындырырға маташҡан малайҙарҙың ҡулдарын тешләргә ынтыла, уҫал итеп ырылдай.

– Оһо, ҡара әле һин уны! Был этең һине генә тешләһен инде! – тип Наил ситкә китте. – Ебәр ҙә ҡуй. Нимәгә кәрәктер инде һиңә был ҡырағай! Нормальный эт алмай, – тип үҙе һаман орошто. Әммә Ҡадир бирешергә теләмәне.

– Алып ҡайтам тигәс, алып ҡайтам. Инде ҡулға килеп эләккән нәмәне нишләп ебәрәйем ти. Ҡана фуфайканы алып бир!

Наил йәһәт кенә уға фуфайканы һондо. Алай ҙа алған, йәтеш булды. Көсөккә ырғытты ла, тоҙаҡтан саҡ ысҡындырып алды. Шунда уҡ муйынына һалып алған ҡайышын эләктереп, бау бәйләп ҡуйҙы.

Урам буйлап эре генә эт эйәртеп ҡайтырға уйлағайны ла, килеп сыҡманы. Мөхтәр уның ыңғайына барырға һис теләмәне. Туҡтауһыҙ
сыйылдай, сәңкелдәп өрә. Атламай, дүрт аяҡлап ҡарыша.Ҡадир уны һөйрәтеп алып бара тиһәң дә була. Бына ҡапыл алға ынтылды ла егеттең аяғынан тешләп алды.

– Ах!.. – Ҡадир этте тибеп ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ярай әле, белгән кеүек, итек кейгән. Эт сыйылдап саңҡатан барып төштө.

– Нимә тибәһең! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Наил. – Ыҙалатып барғансы, ебәр!

– Ебәрмәйем! – Ҡадирҙың һүҙҙәре теш араһынан ҡыҫылып сыҡты.

Көрәшеүҙең яҡшы ысулы икәнен аңлап алған Мөхтәр, тибелеп ауыртынһа ла, Ҡадирҙың аяғына яңынан барып йәбеште. Шуның һайын Ҡадир этте алға һөйрәне. Аяуһыҙыраҡҡа әйләнде. Әйтерһең, эттең ҡырағай холҡо уға ла күсте.

– Ана бер проволка ята, килтер әле! – тип Наилға бойорҙо.

– Нишләтергә уйлайың? – Дуҫы уға шикләнеп ҡараны, шулай ҙа проволканы барып алды.

– Мин был ҡырағайҙы тотоп торам, ә һин ҡайышҡа бәйлә. Ҡара уны, ысҡынырлыҡ булмаһын.

Ҡадир Наилдан фуфуйканы алды ла, этте ҡаплап тотто, Наил шул арала йәһәт кенә эләктереп ҡуйҙы. Инде Мөхтәргә сараһыҙҙың көнөнән күнергә тура килде.

Соландан сыҡҡас та тупһа аҫтында ҙур булмаған тауыҡ ояһы бар ине, шунда индереп ебәрҙеләр. Ҡадир өйҙән бер һауытҡа һурпа, икенсеһенә һөт ҡойоп алып сыҡты.

– Бына, ошо хәҙер һинең өйөң була! – тине ҡәнәғәт тауыш менән Ҡадир.

Тик Мөхтәрҙең яңы өйөнә шат түгеллеге күренеп тора. Илаған тауыш сығарып, сыйылдап мөйөшкә барып ултырҙы.

– Үҙенә күрә түгел бит был, ашамаған була. – Аш һалынған һауыт янына төрлөсә саҡырып ҡараған Наил баш сайҡаны.

– Аша-а-ар... – тип һуҙҙы Ҡадир. – Ҡайҙа барыр тиһең!

Үҙе еңеүсе ҡиәфәтендә ергә серт төкөрөп алды. Теш араһынан ҡапыл ғына төкөрөп ҡуйыу уның ғәҙәтенә ингәйне. Бигерәк тә күңеленә ятҡан берәй эш эшләһә, шәп берәй нәмә эшләгәнен күрһәткеһе килһә. Был үҙенән үҙе килеп сыға, Ҡадир үҙе лә һиҙмәй ҡала.

– Әле беҙгә үсегеп, холҡон күрһәтеп ултырыуы инде...

Әҙерәк яңы йортона өйрәнһен, ҡурҡмай ғына ашап алһын тип, егеттәр өйгә инеп китте.

Сәй эсеп, шахмат уйнап, тышҡа сыҡҡанда һарай буш ине.
ГӨЛНАРА МОСТАФИНА.
Читайте нас: