Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
2 Декабрь 2020, 14:00

#БашҡортТелеЙылы. Халыҡ шағирының бер шәлкем шиғырҙары

Башҡорт теле! Уралымда Затым өсөн һин рух түле. Миңә һин — яҙмыш, ә кемгә — Сәхнәләгесә роль теле. Башҡорт теле! Тарихында Бер кемгә лә юҡ ләғнәте. Тик үҙенсә иретмәктә Көсәнмәне кем лөғәте.

ХӘСӘН НАЗАР, Башҡортостандың халыҡ шағиры
Башҡорт теле Башҡорт теле! Уралымда Затым өсөн һин рух түле. Миңә һин — яҙмыш, ә кемгә — Сәхнәләгесә роль теле. Башҡорт теле! Тарихында Бер кемгә лә юҡ ләғнәте. Тик үҙенсә иретмәктә Көсәнмәне кем лөғәте. Башҡорт теле! Һин — аҡбуҙат, Һин — һандуғас, һин — ыласын. Һәр өнөң ҡурай моңолай, Барыһы тәбиғи, ысын. Башҡорт теле! Салауат теле, Һәҙиә теле, Мостай теле. Уларға бит "Урал батыр " Иң шөһрәтле остаз ине. Башҡорт теле! Мәктәптәргә — Һаман ҡыҫырыҡлау еле. Донъя тармы?! Былай ҙа бит Вазифалы урыҫ теле. Башҡорт теле! Быуаттарҙы Үтеп тә һин, сарланып та, Яҙҙыртаһың минән шиғыр, Ғорурланып, зарланып та. Башҡорт теле! Уралымда Затым өсөн һин рух түле. Һин бит беҙҙең хәтер иле, Мәңге йәшә, башҡорт теле! ҮҪӘРГӘНГӘ МАҠТАУ Үҫәргән!.. Миңә рух биргән, Асылым асҡан әсәм. Шәжәрәмде өҙмәү — шатлыҡ, Уға тиң юҡтыр үлсәм. Ҡурсының һин дә яҙмышты, Ҡалғанда илем аҙап. Далаларың — дуҫҡа далан, Урман — хаслыҡҡа тоҙаҡ. Ерҙән күккә сәләм сөйә Һынлы ҡарағастарың. Иркен ирек төҫө һиндә Шоңҡарың һәм ҡусҡарың. Һандуғас ҡайтыр үҙәндәр, Ыласын ҡуныр үрҙәр! Һеҙҙе өҙөлөп һөймәгәндәр Үҙҙәрен кәмһетерҙәр. Беләм Ерҙең күкрәгендә Мәңге һүнмәҫ ут барын. Тарихыңда — һаҙағыңда Утлы шулай уҡтарың. Толпар тояҡтары тынмаҫ, Дағалы булыр һәр саҡ. Һин — тормошто һүрелтмәүсе Ялҡыны ялҡмаҫ усаҡ. Мәртәбәне билдәләйҙер Сәсәнлек һәм моңсоллоҡ. Ерҙән - күктән килә һинең Йырҙарыңда ысынлыҡ. Аҡҡан саҡта ырыҫ юллап Һаҡмар, Ҡаҫмарт һәм Эйек, Йән бирерҙәй ерем барҙа Йөрөмәм башты эйеп. Күңел осҡор, зиһен зирәк, Һүҙҙәрем һиндә мәргән. Мәңгелектән мәңгелектә Йәшә, әйҙә, Үҫәргән!
Таҡта сәй Бәхеттәрең һинең ябай булды, Риза инең барына һин, әсәй. Эй һөйөнә инең, баҙарҙарҙан Алып ҡайтҡас өйгә таҡта сәй. Еҙ самауыр гөрләп ултырғанда, Сәйҙәр яһап, сынаяҡ сыңлаһа, Өй эстәре, гүйә, тулы ырыҫ, Өй эстәре, гүйә, сынъяһау. Сәйеңде лә эсеп бөтмәйенсә, Китеп барҙың, әсәй, эңерҙә. Белеп кенә булмай: таҡта сәйһеҙ Тыныс ятаһыңмы ҡәберҙә? Бөттө нигеҙ... Таҡта сәй ҙә юҡ ул... Ул ғынамы хәҙер хәстәрҙә. Таҡта сәйең, яҡты сырайың тик Мәңгелеккә, әсәй, хәтерҙә.
Өс һүҙ Өс нәмә тоталыр беҙҙе: Ер, тел, иман. Ерең барҙа-дәүләтең бар, Шуға инан. Телең барҙа-милләтең бар, Мәртәбә ул. Телен һатҡан-илен һатыр Иртәгә ул. Иман барҙа ҡояш-ҡояш, Әҙәм-әҙәм. Иман-рух ул, ә түгелдер Бары әҙәп. Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән. Гүйә-бетеү. Күҙ ҡараңдай һаҡла уны, Юҡһа-бөтөү...
Читайте нас: