Төклө аяҡ менән көткәйнек тә
Төклө аяҡ менән килмәнең.
Ауыр йылдар булды, тик һиндәй ҙә
Китәм, тиһең инде оҙаҡламай,
Тоҡсайыңа тәҫләп тултырып ал
Китеп бара күрмә, еңелсә.
Тултырып ал, бөтөн күҙ йәштәрен,
Һағыш, әрнеш, хәсрәт, вирусты.
Нисек алып килһәң шулай тейә
Ҡалмайыҡ беҙ һиңә бурыслы.
Бөтә донъя менән арыныҡ беҙ,
Иң ауыр йыл булдың һин беҙгә.
Бәлким, шулай ҡаты һынау ҡуйып
Ултыртырға иттең һин теҙгә.
Ҡаты, бәғерһеҙ йыл булһаң да һин
Оҙатырбыҙ һине, бик хупламай,
Ҡаршыларбыҙ тағын бер йылды.
Һин өйрәткән ауыр һабаҡтарҙан
Доға ҡылып һәр бер тыуған көнгә,
Һәр бер таңға, тыныс һәр төнгә.
Ябай ғына әйбер шатлыҡ икән,
Ысын бәхет икән тын алыу.
Бит япмаһыҙ йөрөү, йылмайыуҙар
Тыуған еркәйеңә таң ҡалыу.
Бер береңә ҡурҡмай ҡулдар биреү,
Иҫәнлектәр, хәлдәр белешеү.
Бер-береңә мәрхәмәтле булыу,
Дуҫ туғандар менән күрешеү.
Аңлаттың һин, беҙгә барыһын да
Беҙ өйрәндек, хәҙер ҡыуанырға
Ҡояш, ямғыр, һауа өсөн дә.
Оҙатырбыҙ һине йәлләмәйсә,
Йәш түкмәйсә ҡабат тик, килмә.
Тырышырбыҙ аяҡҡа баҫырға,
Аллаһ ярҙам итәр, һин теймә.
Күп ҡалманы һине оҙатырға,
Мәрхәмәтле булып кит беҙҙән.
Дуҫтарса кит, миһырбанлыраҡ бул,
Аяҡҡа баҫырбыҙ, беҙ тиҙҙән.
Доғаларҙы ҡабул итһен раббым
Бөтөн донъя милләт халҡының.
Башҡасараҡ йәшәр инек бәлким,
Аңлай белһәк хоҙай хаҡының.
Төклө аяҡ менән көткәйнек тә
Төклө аяҡ менән килмәнең.
Ауыр йылдар булды, тик һиндәй ҙә
Китәм, тиһең инде оҙаҡламай,
Тоҡсайыңа тәҫләп тултырып ал
Китеп бара күрмә, еңелсә.
Тултырып ал, бөтөн күҙ йәштәрен,
Һағыш, әрнеш, хәсрәт, вирусты.
Нисек алып килһәң шулай тейә
Ҡалмайыҡ беҙ һиңә бурыслы.
Бөтә донъя менән арыныҡ беҙ,
Иң ауыр йыл булдың һин беҙгә.
Бәлким, шулай ҡаты һынау ҡуйып
Ултыртырға иттең һин теҙгә.
Ҡаты, бәғерһеҙ йыл булһаң да һин
Оҙатырбыҙ һине, бик хупламай,
Ҡаршыларбыҙ тағын бер йылды.
Һин өйрәткән ауыр һабаҡтарҙан
Доға ҡылып һәр бер тыуған көнгә,
Һәр бер таңға, тыныс һәр төнгә.
Ябай ғына әйбер шатлыҡ икән,
Ысын бәхет икән тын алыу.
Бит япмаһыҙ йөрөү, йылмайыуҙар
Тыуған еркәйеңә таң ҡалыу.
Бер береңә ҡурҡмай ҡулдар биреү,
Иҫәнлектәр, хәлдәр белешеү.
Бер-береңә мәрхәмәтле булыу,
Дуҫ туғандар менән күрешеү.
Аңлаттың һин, беҙгә барыһын да
Беҙ өйрәндек, хәҙер ҡыуанырға
Ҡояш, ямғыр, һауа өсөн дә.
Оҙатырбыҙ һине йәлләмәйсә,
Йәш түкмәйсә ҡабат тик, килмә.
Тырышырбыҙ аяҡҡа баҫырға,
Аллаһ ярҙам итәр, һин теймә.
Күп ҡалманы һине оҙатырға,
Мәрхәмәтле булып кит беҙҙән.
Дуҫтарса кит, миһырбанлыраҡ бул,
Аяҡҡа баҫырбыҙ, беҙ тиҙҙән.
Доғаларҙы ҡабул итһен раббым
Бөтөн донъя милләт халҡының.
Башҡасараҡ йәшәр инек бәлким,
Аңлай белһәк Хоҙай хаҡының.