...Тағы баҫлыҡҡан икән. Әллә ниндәй төштәр бимазалап уята, йөрәккә ял юҡ. Һеңлеһенең өтөп барған берәй хәбәре бармы икән әллә, барып килмәй булмаҫ. Самауыр тигәндән, һөртөп алаһы бар икән әле уныһын, тоноҡланып ҡалғандай әтеү. Ҡала фатирында йәшәһә лә, аш бүлмәһендә үрҙә самауыры тора Сәрүәрҙең. Тамырҙырың ауылға тоташһа, бала саҡтарың шунда үтһә, өләсәйҙәреңде самими балаларса ысын һөйөү менән яратһаң, шундай бер ҡомартҡы булырға тейештер өйҙә.
Матур ҙа инде! Ун литр һыу һыйҙырышлы, һиммәтле уҙамандай дәү ҡорһаҡлы, олпат, ялтыр... Үҙ заманында оло табындар йыйылыр ине уның янында. Өләсәһе, олатаһы, уларҙың дүрт улы, ике ҡыҙы, килендәре, ейәнсәрҙәр... Ике тиҫтәнән дә артып китәләр. Самауырҙы бер-ике бушатып ҡабат тыжлатмайынса, һөйләшеп хәбәрҙәре лә бөтмәҫ, уйын-көлөш тыммаҫ. Сәрүәр кеүек бала-сағаларға сират тейгәнсе, емештәренән һығылып ултырған алмағастарҙы әллә нисә уратып баҫтырышын да, йәшенмәген дә уйнап-ҡыуышып сырҡылдыҡтары сығыр. Уйын менән мәж килһәләр ҙә, олаталарының мыҡты, һалмаҡ кәүҙәһенең ҡуҙғалғанын шәйләй һалалар, уның артынан башҡалары ҡыбырҙағанын түҙем генә көтөп алып, өҫтәл артына теҙеләшәләр. Өләсәһенең һыйы шәп шул – йөҙөмө-күрәгәһе, балы-ҡаймағы, ҡоймағы-ҡорото... Сәрүәр гел самауыр янына йылыша. Сәй эскәндә күҙен алмай самауырҙың ялтыр һыртына текләп күҙәтеп ултыра. Үҙе бер серле донья асыла бит уның биҙәктәренә сағылып! Табындағылар ниндәй генә сүрәткә кермәй. Йә баштүбән ашайҙар кеүек, танауҙары оло, күҙҙәре ҡыҫыҡ, ауыҙҙары бәлшәйгән – әкиәти иргәйелдәр торғаны. Мәҙәк тә инде, телевизорың ары торһон. Әлегеләр ни, әллә ниндәй хан һыйы булһын алдарында, күҙҙәрен планшет-телефон экранынан айыра алмайҙар. Сәрүәрҙең бала сағындағыса ҡаршыларында ошондай самауыр ултырмағанғалыр инде. Күрәһең, бала күҙе бер туҡтауһыҙ нимәлер күҙәтергә тейеш...
Ҡапҡасын тызып ултырып онотолоп киткәнсе. Былай ҙа яп-ялтыр бит инде ул! Әҙ ышҡығанмы ни уны Сәрүәр, ҡулына ҡабат килеп юлыҡҡас. Олатаһын ҡосаҡлағандай, һағынып ҡосоп, оҙаҡ ҡына буҫығып иланы. Ҡәҙерһеҙләнеп, төҫһөҙләнеп, бәҫһеҙләнеп киткәне өсөн үҙен ғәйепле итеп тойоп, ғәфүҙәр үтенде... Бигерәк тә оҙаҡ ваҡыт үткәйне шул “күрешмәгәндәренә”.
...Сәрүәр үҫеп еткәнсе таралды шул самауыр артындағы ултырыштар. Иң беренсе табын йәме – олатаһы китеп барҙы баҡыйына. Артынса һис тауыш күтәрә белмәгән, самауырҙай бер тигеҙ гөжләп кенә йөрөгән өләсәһе... Улар ҡорған донья туҙҙы, усаҡтары һүнде. Атай йортонда дүрт улдың береһе лә ҡалмағайны, һәр береһенең үҙ нигеҙе. Нигеҙ тип ни... Бер ағаһы ғаилә ҡороп та өлгөрмәне, олатаһы менән бер ҡатарҙан тиерлек яман сирҙән вафат булды, Чернобылдә хеҙмәт итеү касафаты. Береһе заман сиренә юлыҡты – ҡатынын башҡа менән тотоп, ғәрлегенән башын боғалаҡҡа тыҡты. Береһенең өҫтөнә ағас ауҙы урманда яңы нигеҙгә буралыҡ әҙерләгәндә. Береһе... Шул береһе генә йәшәп ята инде ғаиләһе менән иҫән-һау. Туған итеп күрешкәндәре лә, осрашҡандары ла юҡ хәҙер, ҡатынының һүҙенән сыға алмай. Сәрүәрҙең әсәһе ошо самауырҙы ғына алып китте атай йортонан, башҡа энәһенә лә теймәне. Шуны еңгәһе тейешле кеше ауыл тултырып һөйләп сығарған.
– Самауырына тиклем тейәп алып киттеләр! Беҙгә, ҡарттарҙы ҡараған кешегә, бер ни ҡалдырманылар, – тип.
Ғәрлегеңдән ятып үлерһең, билләһи. Алмаш-тилмәш айҙар буйы ҡараны әсәһе олатай-өләсәйҙе. Фатир тар тип тә бошманы, дауалау ҡиммәт, тип тә. Ҡыҫынҡылыҡтан, мәшәҡәттән ялҡыпмы, ире икенсегә сығып киткәс тә ыңһарламаны, күндәм ат кеүек, күпме йөгө булһа, бер үҙе тартты, сыбыртҡы кәрәкмәне. И сабырҡай әсәһе... Сәрүәр китте кейәүгә баш-баштаҡланып ер аяғы ер башы ерҙәргә. Олоғара бирнә менән барып төшкәйне, ошо самауырҙы ғына ла ала алмай сығып китте ҡәйнә йортонан. Бәлки, алыр ҙа ине – үҙе лә самауыр хәтле ҡорһаҡ менән ине шул, балаҡайының тыуыр ваҡыты еткәйне. Шул китеүҙән ҡайтманы төшкән еренә. Үҙәгенә үткәне кеше һүҙенән дә, ояттан да, хатта иренә ҡарата кисергән йылы хистәрҙән дә өҫтөнөрәк булып сыҡты. Әсәһе, бахыр, үртәлгәндер инде. Оло ҡыҙың бер яҡтан ҡайтып керһен икәү булып, ике йыл да йәшәмәй. Икенсеһе кейәүгә йыйынған, ҙурҙан ҡубып туй табыны ҡорҙормаҡсы. Бирешмәнеләр, кесеһен дә туйлап оҙаттылар. Уның бирнәһенә үҙенең биш литрлы самауырын ҡуйҙы әсәһе. Сәрүәрҙең күңелендә юшҡын ҡалды инде. Күрмәҫлек булып сығып киткән еренә кире йүгереп барып самауырын алып ҡына ҡайтырҙай булып аҙарынды. Әммә... Имсәк баланы башта үҫтерәһе бар әле, үҙ көнөңдө үҙең йүнләйһе... Әсәйҙең арыҡ елкәһендә ятып булмай инде, эше кәрәк, фатиры, балаһына баҡсаһы, ашары-кейере, күпме хәстәр! Илдә сыпсыҡ үлмәй, кешенән ҡалғанды ла кейҙерергә тура килгеләне, йәш тә түгелде, кәмһенеп тә кителде, барыһын кисерелде. Кемдәрҙең сәүектәй тәскелдәп, ғәйбәтеңде сәйнәп торһа ла, күпме ҡаршылыҡтар ҡалҡһа ла, бирешмәне әлдә. Фатиры ла бар, улы ла буй еткерҙе, “Самавар Фарвазовна” тип күҙенә ҡарап торған хеҙмәткәрҙәре лә. Исеменә тәүҙә өйрәнә алмай шулай әйткеләп алалар ҙа, аҙаҡ күнегәләр ул. Әйткән һүҙе үтемле, ҡушҡаны үтәүле, артыңдан ғәйбәтен ишеттергәндәре юҡ, шул етмәйме.
Ҡәйнә йортонан самауырын килтерткәнсе тиҫтә йылдар үтте. Кемдәр аша ғына хәбәр юлламаны ла, ниндәй генә һүҙҙәр ишетмәне. Ейәндәрен күрергә лә атлығып торманылар, улдарына ла атайлығын раҫларға хут бирмәнеләр ҡәйнә-ҡайны тигән есемдәр. Үҫеп, ҡул араһына керерлек булғас саҡ иҫтәренә алдылар. Йәйгелеккә атай туғандарына барып ята хәҙер улыҡайы, шөкөр инде. Йөҙ һыуын түгеп инәлә торғас, бер заман самауырҙы ла ебәргәндәр. Дөрөҫөрәге, бер танышы кереп алған, машина менән командировкала барып сыҡҡанында. Иии, ундағы кисергәндәре... Бер яҡтан ҡайтара алғанына һөйөнә, икенсе яҡтан тегенең ташландыҡ, меҫкен ҡиәфәткә ҡалғанына әрней. “Өләсәйем аслыҡтарҙы йырып сыҡҡан, һинән яҙмаған, һуғыш ваҡыттарын кисергән, һатмаған да, юғалтмаған да... Ә мин! Тып-тыныс заманда һаҡлай алманым!” – тип һамаҡлап-һамаҡлап иланы. Иларһың да! Бысраҡты-саңды йыуып төшөрөп була, йәнселгән ерҙе төҙҙәттерергә, тишекте ямарға мөмкин. Ҡәйнәһе “бирҙем” исеме булһын тип кенә биргән самауырҙы, ә иң кәрәкле ерен – һемәкте алып ҡалған! Һемәкһеҙ самауырға һыу һалып буламы ла, бороп ҡуйып сәй яһап алып буламы! Ниңә улай ҡыланырға инде оло кешегә? Ошо самауырҙы тыжлатып, үпкә йөҙҙөргәнсе хуш еҫле сәйен эсһә, китек күңеле төҙәлер ҙә, ҡәйнәһенә, иренә булған рәнйеүҙәре йыуылыр ҙа төшөр һымаҡ ине, булманы. Бесән өҫтөндәге эт һымаҡ, үҙҙәре лә бәхет тәтетмәне, башҡаларға ла ирек бирмәнеләр. Самауырҙың ғына һыуы бөтә, ә ҡояштың нуры һәр кемгә лә тигеҙ төшә бит, ниңә айырырға һуң бәндәне бәндәнән?
Эй самауырҡайы, хазинаһы, буйтым хәтирәләр-иҫтәлектәр һандығы, иң ҡәҙерле ҡомартҡы! Файҙаһыҙ шул. Баҡсаға алып барып, алмағас күләгәһендәге өҫтәл тирәһенә нәҫел-ырыуҙы, күрше-күләнде йыйып һыйлаһаң ине ул! Күңел асып гәпләшеп ултырһаң ине. Кешегә күп кәрәкме ни. Асыҡ йөҙ ҙә, йылы һүҙ. Самауыр кеүек... Күп эҙләне Сәрүәр ярарлыҡ һемәкте. Барлыҡ дуҫ-белештәренең башын ҡатырып бөттө. Сирле сирен һөйләр тигән шикелле, бер сиргә әйләнде был уй. Әллә сығарып бәреп, яңыны ғына һатып алып ҡуяйыммы тип тә ҡалманы. Юҡ инде, ҡулы бармай. Әллә нимә көтә, әллә ниндәй мөғжизәгә ышана...
Тауыҡ төшөнә тары керә, тип көлә торғайнылар әхирәттәре, “төшөмдә самауыр күрҙем” тип һүҙ башлаһа. Бер заман түҙмәне, төш юраусы апайҙы юллап китте. Шәмгә һөйләйем тип, төшөнөң бар нескәлектәрен һөйләп бирҙе. Имеш, сүплектән самауыр табып алған. Башындағы кәнфәркәһе яп-ялтыр. Бар яҡлап та оҡшай инде, сүплектән алған тимәҫһең дә. Тик ҡайнатҡас, шуныһы асыҡланды – аға бит һемәге! Тамсылап та түгел, супырлап!
– Яңғыҙһыңмы? – тип һораны башта юраусы. Ыңғай яуап алғас, төҫө ҡараңғыланып шымып торҙо. – Һуңғы осорҙа ир кеше килеп сыҡтымы, ғаилә ҡорорлоҡтай? Ҡатынынан яңы айырылған, үҙе хәрби кеше, һинән олораҡ?
Сәрүәр иҫе китеп аптыраны. Төшөн генә һөйләгәйне, тормошон һөйләгәндәй итеп әйтәсе. Ысынлап та отставкалағы полковник ҡыялата башлағайны янына. Оҡшағандай ҙа һымаҡ булғас, асылырға торған бәхетенә күҙ тейҙереүҙән ҡурҡып, бер әхирәтенә лә был турала әйтмәйерәк тора ине.
– И туғанҡайым, тип яҡын итеп әйтте апай. – Күңелеңә ауыр алма инде берүк. Мин күргән түгел, үҙең күргән төш, мин юраусы ғына. Өмөтләнгән кешеңдең күңеле яралы, һин лайыҡ һөйөү-иғтибарҙы бирә алмаҫ. Йәне менән дә, һәм, һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, – тәне менән дә. Башыңды уттан алып һыуға тыҡма, эҫенешмәҫ элек өҙ ҙә ҡуй арағыҙҙы, икегеҙгә лә шулай ҡулай булыр...
Бер аҙ ваҡыттан юрауҙың әрәсәһенә төшөндө Сәрүәр. Һемәге юҡ ни, булып та ағыҙа икән, һөҙөмтә бер – самауырҙың рәте юҡ. Ир бәхете өләшкәндә ҡайҙа ғына йөрөп ҡалдым икән, тип , үҙен битәрләп иланы ла, тәҡдиренә күнгәндәй булып, артабан йәшәй әле.
Самауырының эсен-тышын сайып, ялтыратҡансы һөртөп, тағын үргә мендереп ултыртты ла, семәрле-биҙәкле һемәк тотҡаһын иҫенә алып йәнә йәне көйҙө. Шуны ипләп кенә тотоп бороп сәй яһап ултырған өләсәһе ҡулында булғандыр ул бәхет тотҡаһы! Ҡандай донья таралды ла төштө ул киткәс, ҡарағайҙай улдар киҫкән шикелле ауҙы... Сәрүәр ҙә инде, бер йыбытҡы. Һемәк тотҡаһын тота алмағас һаҡлап, самауыр йылыһына ла тейенә алмай, и алла...
Ярай, үҙ-үҙеңде төйгөләүҙән ни файҙа инде эш үткәс. Хәтирәләрҙән елләнеп алырға була, һеңлеһенең хәлен белеп ҡайтһын әле. Ҡала ҡыҙымын тип торманы уныһы, ауылға кейәүгә сыҡты ла, шартлатып донья көтөп алды ла китте. Бер нисә ҡала фатиры һыйырлыҡ йорт һалдылар, Сәрүәр эләкмәгән ишле бала бәхете татый. Ирен ир итеп тә тота, үҙе лә йөҙөк ҡашындай балҡый.
Ҡапҡанан уҡ сығып ҡаршы алды һеңлеһе. Үҙе туҡтай алмай көлә, апаһы килеүгә шатланыу ғына түгел, күрәмһең. Эсенә йыйып тотмай һеңлеһе бер нимәне. Ҡыуанысын да, асыуын да, хәбәрен дә, тейерен дә асып-ярып әйтеп бара.
– Ииий апый, килеп йәтеш иттең әле! Аръяҡ күмере менән Таш башы ҡойоһоноң һыуы менән генә ҡайнатҡан самауырым йырлап ҡына ултыра өҫтәлемдә, и-һа-һа-һай!..
– Таш башына хәтле һыуға бармаһаң, урамыңдағы ҡойоң һайыҡҡанмы ни? Аръяҡтың күмере биръяҡтыҡынан ҡарараҡмы ла, ҡуҙы эҫерәкме? Ҡалай шырҡылдығың асылған, ай-һай, сәй генә ҡайнатмағанһыңдыр ахры?
– Ҡатырағын ҡайнатаңдыр тиңме, апый, ха-ха-ха... – уның һайын көлә һеңлекәше. – Ҡатырағы булһа, күрше Шупыр самауырымды урлар инеме лә, аръяҡ Сырурға бер полторашка “сәмәй”гә алмашыр инеме? Әл дә генә бығаса газда сәйнүк ҡайнатып эскәнемде, бөгөн самауыр сәйен һағынып киткәнмен! Эҙләп доньяны пыр туҙҙырҙым. Ярай әле был яҡ күрше Мәймүнә әбей Шупырҙың беҙҙән сыҡҡанын күргән. Баҡса утарға сыҡҡансы ла йоҙаҡ элеп йөрөп булмай бит. Кемгә һаттың, тип боғаҙынан алдым теге иҫерекбаштың. Әйтмәй ҡырталаша, партизан аламаһы. Өҫтәп ярты бирәм, тип саҡ әйттерҙем. Ыңғайына сығып йүгерҙем, малай, аяҡта –иҫке галуш, башымда төҫө уңған яулыҡ, вәт килештерҙем әй! Сырурҙар урам тултырып ҡунаҡ йыйғандар, минең самауырымды өҫтәлгә ҡуйып ҡына торалар ине. Һыпыра тартып алдым да, шул ярһыу менән күтәреп алып ҡайттым. Артымдан илай яҙып йүгерә теге, киленемдең йыуасаһына кеше алғайным, ниңә улай хаяһыҙ ҡыланаһың, ти. Беҙҙең заманда килендәр үҙ самауыры менән төшә торғайны, тим, нечего кешенекенә ауыҙ һәлберәтергә. Иҫләйеңме күпме ҡанымды боҙғайны шул бисә. Күпме ғәйбәтемде сәйнәп аптыратты, аҙаҡ үҙ ире өҫтөнән минекенә шиҡылдап наһырымды ҡоротто. Белмәй икән тимәһен, йыуаш икән тимәһен! Үҙемдекен ситтәргә тоттороп ебәрергә тора инем ти, шиш башына!
Сәрүәр һеңлеһенең саялығына һоҡланыуҙан шаңҡып торҙо. Ҡара әле ул ниндәй! Самауырҙай балҡып тора йөҙҙәре, эргәһендәгеләргә бөркөп тора йылыһын, һыйынғы, яратҡы ғына килеп тора үҙен, ий бәхетле лә инде! Ҡайнап торған самауырҙы оло ҡунаҡ йыйылған табындан йолҡоп ала алған бит ул, ҡуҙҙан да, һүҙҙән дә ҡурҡмаған. Ниңә Сәрүәр асығауыҙланып йөрөй нисә йылдар? Быуын-быуынға күсеп килгән ҡомартҡы хаҡына бер ни эшләмәй? Күңел бөтөнлөгөнән мәхрүм, етмәһә, шуға күнеп ғүмер һөрә? Ул ғына ла түгел. Үҙенең, оло кешенең ҡулынан килмәгәнде үҫмер генә улына йөкмәтеп маташа бит әле. “Өләсәйеңдән самауыр һемәген таптыр”, имеш... Бар ҙа, аҫтын-өҫкә килтереп үҙең эҙләп ал! Һинең тормош, һинең бәхет хәл ителә ләһә! Эҙләйһе лә юҡ ул һемәкте. Килен-ейәндәрҙән тәм-томдо бер мөйөштә бикләп, йәшереп тота торған ғәҙәте бар ҡәйнәһенең. Шул мөйөштә генә ята барыһы ла. Әле ризыҡ айырып, әллә нәмә көҫәп йонсоған йөклө сағында шул мөйөштө ватырға ҡәһетләнгәйне, йөрәге етмәне. Әмәлгә ҡалғандай, үрмәкес килеп сыҡты. Ә хәҙер ҡурҡырлыҡ ни ҡалды? Ҡәйнәһе үҙе ҡурҡһын, барырға ла туҙҙырырға, мөйөш-һәйеш һайын йөрөмәһен, ғәйбәт ауын үреп. Ә шунан? Ә шунан шажлатып самауыр ҡайнатыр, томһайып йөрөгән теге еңгәһенә тиклем саҡырып ҡунаҡ йыйыр, бер ҡыҙыҡ булыр! Үҙе инде самауыр төбөнә ултырыр, ситтән түгел. Ҡасандыр өләсәһе тотҡанды, Сәрүәр тотор донъя тотҡаһын.
Шул уйҙарҙан Сәрүәрҙең эсенә ҡуҙ төштөмө ни – сырайы яҡтырып, күңеле йылынып китте...