Башы https://zori102-b.rbsmi.ru/articles/telgen-m-bergen-m/Bash-ort-telene-k-s-584274/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107891741
Әсә теле менән аҡыл – айырылғыһыҙ күренеш, һәр кешегә әсә теле аша ғына аҡыл керергә мөмкин. Әйтергә кәрәк, был хәҡиҡәтте боронғо замандарҙа уҡ яҡшы белгәндәр, хатта ҡайһы берәүҙәр ул белемдәрен яуыз маҡсатта ла ҡулланырға маташып ҡараған. Донъя тарихында быны дәлилләүсе ваҡиғаларетәрлек. Хәҙер шуларҙың береһен һөйләп үтһәм, әсә теле ниндәй аҡыл көсөнә эйә булыуын күрһәтә алырмын, тип уйлайым.
…XVI быуаттарҙың баштарында Европала немецтар Чехияны тыныс юл менән оккупациялай. Йәғни бер ниндәй ҡан ҡойошһоҙ, хәйләле юлдар менән ундағы бөтә власты үҙ ҡулдарына төшөрә башлайҙар. Күпмелер ваҡыттан һуң Чехияның власть структураларында бер чех та ҡалмай, хатта Праганың ҡала советында тик немецтар ғына тороп ҡала. Бындай тормош оккупанттарға шул тиклем оҡшай, шуға улар Чехияны мәңгегә үҙ ҡулдарында тоторға уйлай. Ә бының өсөн чех халҡына милләт булараҡ үҫергә ирек бирмәҫкә, уларҙы аҡылһыҙ итеп, «икенсе сорт» кимәлендә тоторға кәрәк. Сөнки тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған немецтар шуны яҡшы аңлаған: әгәр чехтарға аҡыл яғынан үҫергә ирек бирелһә, уларҙы властан ғына түгел, ҡылған эштәре өсөн илдән дә ҡыуып сығарасаҡтар – аҡыллы милләттең үҙ илендә хужабулырға теләүе тәбиғи күренеш ул.
Ә нисекитепуларҙы «икенсесортлы» итергә?Немецтаруныңюлынуйлаптабалар. Ғөмүмән, немецтар – Европалағыиң көслө фекерләүсе милләттер. Бигерәктә улар кешепсихологияһыняҡшыбелгәндәр. Дөрөҫ, XVIбыуатта психология тигәнфәнбулмағанәле, улваҡыттафилософияныңбертармағығынабулыпиҫәпләнгән. Уның ҡарауы,иңкөслөфилософтарнемецтарараһынансыҡҡан: И.Кант, Гегель, А.Шопенгауэр, Ф.Ницще… ӘгәрХХбыуатҡатиклемЕвропалайәшәгәнкүренеклеунфилософтыатарғаҡушһалар, иманымкамил, шуныңбишәүһе немец милләтенәнбулырине.
БынашулкешепсихологияһыняҡшыбелгәннемецтарXVIбыуаттыңбашындауҡчехтарҙытүбәнаҡыллымилләтитепҡалдырыуюлынтабаалғандар. Уның юлы ябайғына: чехтарғаәсәтелендәбелемалыутыйылған – уларҙы көсләп немец телендә уҡыта башлағандар. Шулайуҡмиллийолалар үткәрттерелмәгән. Ябайкүренһәлә, быларбикэффектлыюл ул. Шуғабындаймилләттеюҡҡасығарыу методының һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәгән. Ысынлап та, чех халҡының аҡылы күҙгәкүренептөшкән, хаттауларҙыңкүбеһебысраҡэшкәгенәярайбашлаған. Ә иң ҡурҡынысы: күренеклешәхестәр, ижадкешеләреҡырҡакәмегән.
Немецтарҙың был яуызниәтенберенселәрҙәнбулып Прага университеты профессоры Ян Гус аңлап ала. Уләсәтелен, милли йолаларҙы һаҡлауөсөнкөрәшбашлай: халыҡараһындааңлатыуэштәреалып бара, биккүп ялҡынлы сығыштаряһай, фәнникитаптаряҙа. Бигерәк тә «Чех теле грамматикаһы» исемлехеҙмәтеалдынғыҡарашлымилләттәштәретарафынаняратыпҡабулителә. Тырышлығы бушҡа китмәй – халыҡ көрәшкә күтәрелә.Былваҡиғатарихҡа «Гуситтархәрәкәте» исемеменәнинепҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көрәш баҫтырыла, ә Ян Гус восстаниеға тилем үкязалапүлтерелә…
Ләкинуныңбашлағанэшендауамитеүсекешетабыла. Уныңисеме – Ян Амос Коменский. Улдонъялағыиңкүренекле педагог ҡынатүгел, ә ысынмәғәнәһендәәсәтеленеңкөсөн, уныңбелембиреүҙәгеәһәмиәтенаңлаған бөйөк шәхестәрҙең береһелер. Шуға педагогикаһының күпөлөшөнәсәтеленһаҡлауһәмүҫтереүгә бағышлай. Мәҫәлән,мәктәп директоры булыпэшләйбашлағанваҡыттауҡ, хеҙмәтюлыншулвазифананбашлапебәрә, беренселәрҙәнбулыпбалаларҙыәсәтелендәуҡытыуҙыойоштора. Биккүпфәннихеҙмәттәр яҙа, әйтәйек, «Чех теленеңхазинаһандығы», «Телдәргәасыҡ ишектәр» һ.б. Ә бына «Бөйөк дидактика» исемле иң күренекле әҫәрен үҙенең әсә теле – чех телендәижадитә. Был улваҡыттабатырлыҡбулыпһаналған, сөнкиулосорҙафәннихеҙмәттәрйә немец, йә латинтелдәрендәгенәяҙылырғатейешбулған…
Бынауныңәсәтеленәҡағылышлыҡайһыбертеориялары. Ян Коменский тәрбиәһәмбелембиреүҙедүртосорға бүлгән. 6йәшкә тиклемгеберенсе осорҙо «Әсә мәктәбе» тип атаған, бында ғаилә тәрбиәһе тураһында һүҙ барғаны аңлашылалыр. Ә бына 6 йәштән 12 йәшкә тиклемгеикенсеһенә «Әсә теле мәктәбе» тип исем биргән. Был осорҙа бала мәктәптәге бөтә предметтарҙы мотлаҡ туған телдә уҡырға тейеш. Ни өсөн икәнен ғалим былай тип аңлата: үҫеш закондары буйынса 12 йәштәр тирәһендә баланың фекерләү һәләте формалашып бөтөргә, нығынырға тейеш; бына ошо формалашыу процесына ыңғай шарт тыуҙырыу өсөн әсә телендә уҡырға кәрәк; әгәр ошо осорҙа икенсе телдә уҡыһа, ул процесс туҡтала. Был теорияларҙың дөрөҫлөгөн дүрт йөҙ йылдан һуң, ХХ быуат башында, Швейцария психологы Жан Пиаже эксперименталь юл менән иҫбат итте. Тик ул фекерләү операциялары 12 йәштә түгел, ә 13-15 йәштәрҙә формалашып бөтөүен күрһәтте. (Мин был турала “Әсә теле һәм ижади фекерләү” бүлегендә һөйләп ишеттерҙем.)
Әгәр әсә телендә уҡымаған кешенең фекерләү һәләте үҫмәй ҡала икән, үҙ телендә уҡымаған бөтөн бер милләт менән нимә булыр? Дөрөҫ, фекерләмәгән милләт аҡылһыҙға әйләнеп юҡҡа сығасаҡ. Был хәҡиҡәтте немецтар шул ваҡытта уҡ белгәндәр. Ләкин улар чехтарҙы юҡҡа сығара алмағандар, сөнки әсә телен һәм аҡылын һаҡлаған, шулай ук Ян Гус, Ян Коменский һ.б. кеүек шәхестәре булған милләтте бөтөрөп булмай. Икенсенән, милләттәрҙе ниндәйҙер бер кеше уйлап сығармаған, ә уларҙы тәбиғәт барлыҡҡа килтергән. Әгәр ниндәйҙер милләтте бөтөрөү өсөн көрәш башлайҙар икән, тәбиғәткә, тәбиғәт закондарынаҡаршы сығалар. Дин күҙлегенән ҡарағанда, Алла Тәғәләһе менән көрәш башлайҙар. Бына шуға йәшәү өсөн көрәшкән (аҡылы булғандар ғына көрәшә) милләтте еңеп булмай, сөнки Аллаһы Тәғәләһе улар менән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына был хәҡиҡәтте ҡайһы бер сәйәсмәндәр бөгөнгө көнгә тиклем аңлай алмайҙар...
…Коменскийҙың теориялары менән беренселәрҙән булып Европала Англия ҡоралланды, уларҙан Төньяҡ Америкаға күсте. Чех телендә яҙылған «Бөйөк дидактика» бөтә доньяның телдәренә тиерлек тәржемә ителде. Беҙҙең илдә лә уны бик яҡшы беләләр. Тик беҙҙә уның хеҙмәттәрен бер яҡлы ғына итеп күрһәтергә тырышалар: имеш, ул кластарҙы барлыҡҡа килтергән, дәрес системаһын булдырған һ.б. Ә әсә теле өсөн бөтә ғүмерен бағышлағанын артыҡ һөйләп тә, яҙып та бармайҙар. Эйе, быларҙы педагогика өлкәһендә эшләмәгән кешеләр белмәҫкә мөмкин, тик бына Я. Коменскийҙы өйрәнгән юғары белемле уҡытыусыларҙың күбенеһе, әсә теле үҙ милләтеңде онотмау өсөн генә кәрәк, тип һөйләп йөрөүҙәре, нисек кенә булмаһын, ҡыҙғаныс күренеш. Педагогтар педагогикаға ҡаршы булып сыға инде…
Әлбиттә, уның күп кенә теориялары бөгөнгө көнгә ярамайҙыр, ә бына әсә теле тураһындағы фекерҙәре мәңгелек, һәр осор өсөн дә актуаль булып ҡаласаҡ. Ғөмүмән, әсә теле менән аҡыл айырылғыһыҙ, тигән хәҡиҡәткә бөгөнгө көнгә тиклем берәүҙең дә ҡаршы килә алғаны юҡ әле, киреһенсә, уның дөрөҫлөгө асыла һәм иҫбатлана ғына бара. Мәҫәлән, Японияла, етмешенсе йылдарҙа булһа кәрәк, ҡайһы бер тел ғалимдары инглиз графикаһына күсергә тәҡдим яһаны. Уларҙа бит хәрефтәр түгел, иероглифтар ҡулланыла. Һәр береһе бер нисә мәғәнә аңлатҡанға, улар бик күп. Шуға ҡайһы бер ауырлыҡтар килеп тыуа, мәҫәлән, балалар әлифбаны өс йыл өйрәнә һ.б. Баяғы идеяны әйткән ғалимдар ошондайыраҡ проблемаларҙы хәл итмәк була, йәнәһе. Ләкин Японияның айныҡ фекер йөрөткән кешеләре быға ҡаршы килә. Улар, әгәр инглиз графикаһына күсһәк, беҙҙең милләт аҡыл яғынан башҡаларҙан бик күп ваҡытҡа артта ҡаласаҡ, тип иҫбатлай. Баҡһаң, әсә теленең һөйләү телмәре генә түгел, яҙыу телмәрен үҙгәртеү ҙә фекерләүгәһәм аҡылға тәьҫир итә икән.
… Ғөмүмән, япондар әсә телен генә түгел, ә бөтә милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлай. Ни өсөн тигәндә, уларҙың бөтәһе лә милләттең үҫешенә булышлыҡ итә. Әйтәйек, милләттебер үҫемлек тип күҙ алдына килтерһәң, уның теле, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре шул үҫемлек өсөн генә кәрәк булған уңдырышлы тупраҡты барлыҡҡа килтереүсе минералдар ул. Ниндәйҙер үҫемлек үҫә алмай ултырһа, тупраҡта шул үҫемлеккә кәрәк булған нимәлер етешмәй икән, тигәнерәк баҡсасыларҙың һөйләгәнен ишеткәнем бар. Милләттең дә «тупрағында» ла нимәлер юҡҡа сыҡһа,ул үҫеүҙән туҡтаясаҡ.