Бөгөн күргəн төшөнəн Мəҙинə үҙенə иртəнəн бирле урын тапмай аҙаплана. Имеш, уны төшөндə əллə ниндəй ҙур ҡара шар баҫып алып бара. Йығыла-ҡолай ҡаса, тик ҡасып ҡотола алмай. Хатта яҡынлашып уҡ, баҫа башланы. Тырышып-тырмашып уны кирегə этə, ə ул һаман баҫа. Мəҙинə тағы ла нығыраҡ этеп, ҡаршылаша. Уның һайын шар баҫа. Ҡотолоп булмай. Бышлығып-тирлəп сыҡты... Һуңынан инде бөтə нəмə буталды, тамам ҡаңғырып, ҡатын нимə эшлəргə белмəй, ҡысҡырып илай башланы. Билдəһеҙлек менəн алышып, баҫлығып, нисектер уянып китте, кире əүен баҙарына китə алмай ыҙаланды. Башына килгəн уйҙарынан ҡурҡып, хатта урынынан тороп, таңды йөрөп ҡаршыланы. Был ни хикмəт? Төштəрҙе бер бөгөн генə күрəме ни? Уларҙы əле күрə, əле онота, ни эшлəп быныһы баштан сыҡмай ҡаңғырта, ни булды һуң был?.. Əллə берəй хəүеф тураһында иҫкəртəме?! Бөгөн күргəн төшөнəн Мəҙинə үҙенə иртəнəн бирле урын тапмай аҙаплана. Имеш, уны төшөндə əллə ниндəй ҙур ҡара шар баҫып алып бара. Йығыла-ҡолай ҡаса, тик ҡасып ҡотола алмай. Хатта яҡынлашып уҡ, баҫа башланы. Тырышып-тырмашып уны кирегə этə, ə ул һаман баҫа. Мəҙинə тағы ла нығыраҡ этеп, ҡаршылаша. Уның һайын шар баҫа. Ҡотолоп булмай. Бышлығып-тирлəп сыҡты... Һуңынан инде бөтə нəмə буталды, тамам ҡаңғырып, ҡатын нимə эшлəргə белмəй, ҡысҡырып илай башланы. Билдəһеҙлек менəн алышып, баҫлығып, нисектер уянып китте, кире əүен баҙарына китə алмай ыҙаланды. Башына килгəн уйҙарынан ҡурҡып, хатта урынынан тороп, таңды йөрөп ҡаршыланы. Был ни хикмəт? Төштəрҙе бер бөгөн генə күрəме ни? Уларҙы əле күрə, əле онота, ни эшлəп быныһы баштан сыҡмай ҡаңғырта, ни булды һуң был?.. Əллə берəй хəүеф тураһында иҫкəртəме?! Мəҙинə төшөн үҙенсə юрап, ниəтлəп йөрөгəн эшем уңмаҫмы икəн, тип ҡурҡа ла башланы. Бəхетһеҙлек өҫтөнə бəхетһеҙлек өҫтəп, балаһы булманы. Балалар йортонан юллап етем бала алып, инде ҡыуандым тигəндə генə əллə бер нəмəһе кирегə сығып торамы?! Башына бер туҡтауһыҙ ағылған тынғыһыҙ уйҙарға сыҙамай, ҡатын тиҙ-тиҙ йыйынды ла, иртə менəн өйөнəн сығып та китте. Əле, ыңғай яуап ишетеп, тынысланып ҡайтып килə. Тик теге төштəн генə арына алманы. – Эй-й, Мəҙинə, сəлəм! – тигəн тауышҡа тертлəп китте. Уйланып, ҡаршыһына килгəн йəшлек əхирəте Əмилəне аңғармаған да баһа. Ҡосаҡлашып күрештелəр. – Нисə йыл инде күрешмəгəнгə, бер ҙə үҙгəрмəгəнһең, Əмилə! – Мəҙинə шатлығынан тағы ла əхирəтен ҡосаҡлап алды. – Егермелəп барҙыр. Һине, күреүемсə, донъя баҫҡан. Туҙып, бөтөрөнөп киткəнһең. Ҡайҙа йəшəйһең ул? Был һүҙҙəр Мəҙинəгə ҡурғаш бəрелгəн кеүек тойолдо, ə элекке əхирəтенең күҙҙəре зəһəр, уны үтə сəнсəме ни. Ҡаушауҙан ул күҙҙəрен ҙур асып, һүҙен башлай алмай ыҙаланды. – Мин-мин, ней шул, ней шул, ней, уҡып бөткəс шул, эшкə урынлаштым инде. Бер аҙна ла эшлəп өлгөрмəнем, бригадабыҙ менəн ауылға төҙөлөшкə, эшкə ебəрҙелəр. Шунда бер егеткə кейəүгə сығып, торҙом да ҡалдым. Ауылда йəшəйем. – Исмаһам, интернетта ла юҡһың, кеше хəҙер “Контакт” аша аралаша, – Əмилə ауыҙын бəлшəйтеп үпкəлəне. – Интернет тигəн нəмəлəрен белмəйем дə. Компьютерым да юҡ. Кəрəкмəй ҙə ул миңə, шуға ҡыҙыҡһынмайым да, – тип теҙеп китте ҡатын, үҙен нимəгəлер ғəйепле тойғандай. – Ғаилə хəлеңде һөйлəп ташла, тим, балаларың нисек? – Əмилə, өтəлəнеп, ҡабат-ҡабат һорау бирҙе. – Балабыҙ булманы шул, шуға балалар йортонан бала алырға тип йөрөгəн баш. Үҙең, үҙеңсе, нисек йəшəйһең? – асылып киткəн Мəҙинə, түҙемһеҙлəнеп, əхирəтенə төбəлде. – Мин ни, бик шəпмен, ал да гөл. Ҡырҡҡа етеп килгəндə генə кейəүгə сыҡһам да, ҡыҙым да, малайым да бар, короче, Васильевтарҙы үҫтереп ятам. Ирем урыҫ минең. Һуң ғына кейəүгə сыҡтым, йөрөп тə өлгөрҙөм, машина йөрөтөргə, “право”ға ла уҡыным, иномаркам бар, кейендем дə, юғары белем дə алдым, бөтəһенə лə өлгөрҙөм. Йə, ярай, мине көтəлəр, магазинға ғына тип туҡтағайныҡ. Əй, кеҫə телефоның, моғайын да, барҙыр. Номерыңды яҙып алайым əле. – Унһыҙ хəҙер йəшəп буламы, – тип, Мəҙинə, һандарҙы ҡабатлай-ҡабатлай, номерын əйтə башланы. – Пока! – əхирəте ҡиммəтле телефонын кеҫəһенəн сығарып, ашыҡ- бошоҡ номерын яҙып алды ла, йүгерə-атлай китеп тə барҙы. Тик уның артынан ҡалған затлы хушбуй еҫе генə ҡатып, иҫəңгерəп торған ҡатындың танауы төбөндə ҡына тирбəлде. Мəҙинə, Əмилəне осратҡанға ҡыуанып, əллə нимəлəр һөйлəмəксе булып асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, урам уртаһында шулай торҙо ла торҙо. Юл уртаһында оҙаҡ ҡына иҫəңгерəп торғандан һуң, эргəлəге эскəмйəгə барып ултырҙы. Ҡайнар күҙ йəше, битен өтөп, аҫҡа тəгəрəне, əхирəтенең эре һөйлəшеүен аңламаны, күңеле əрнене. Күҙ йəштəренə быуыла-быуыла алыҫ йəшлегенə ҡайтты. Əмилə менəн профтехучилищела бергə уҡынылар, йəғни маляр һөнəрен үҙлəштерҙелəр, ятаҡта ла бер бүлмəлə йəшəнелəр. Бергə йəшəгəс, əхирəттəр булып киттелəр. Мəҙинə райондың төпкөл ауылынан, шуға һирəк ҡайта. Əмилə яҡын ғына ауылдан, шуға уға ял ваҡытында ҡайтып килеү бер нəмə лə түгел. Үҙе менəн Мəҙинəне лə ҡунаҡҡа саҡыра, лəкин ҡыҙ, уңайһыҙланып, ризалашмай. Бер көн Əмилə: “Əйҙə беҙгə, ҡунаҡҡа бараһыңмы, тыуған көнөмдө ауылда үткəрəм?” – тип ҡыҙҙы үҙҙəренə саҡырҙы. Был юлы, тыуған көнөнə тигəс, ризалашып, барырға булды.
Ауыл ауыл инде, йəн тыныслығы, йəн рəхəте. Көнө буйы тыштан инмəне Мəҙинə. Иҙелдəн мунсаға йүгереп йөрөп һыу ташыны, Əмилə менəн икəүлəшеп утын өйҙөлəр. Кискə кейенеп-яһанып клубҡа уйынға сыҡтылар. Əхирəте күпме бейергə саҡырмаһын, уңайһыҙланып, бейергə төшөргə ҡыйыулыҡ тапмай, эскəмйəлə тик ултырҙы. Тегелəр балҡыған уттар араһында төрлө сүрəткə инеп, эйелə-бөгөлə бейей. Талғын көй башланды. Бер- бер артлы йəштəр парлашып, көй ыңғайына бəүелə башланы. Мөйөштə өймəклəшеп, тапанып торған ететтəр араһынан берəүһе айырылып ҡыҙ эргəһенə килеп, уны бейергə саҡырҙы. Тегеһе башын сайҡап ҡына тəҡдимде кире ҡаҡты. – Ни эшлəп бейергə төшмəй, бойоғоп ултыраһығыҙ? – яуап ишетмəгəс, егет уның һайын ныҡышып дауам итте. – Исемең нисек, кем ҡыҙы булаһың? – тип ҡыҙға һорауҙар яуҙырып, эргəһенə ултырып алды. – Исемемде əйтмəйем, атайымды барыбер белмəйһең, – тип, əллə ҡайҙан ҡыйыулыҡ табып, кире яуапланы. – Исемеңде лə, кемдəргə ҡунаҡҡа килгəнеңде лə белəм, атайыңды ла белермен, – тимəһенме... – Ə мин үҙем Динар атлы булырмын. Бындай яуапты көтмəгəн Мəҙинə, был ҡыйыу, ирмəк егеткə боролоп, аптыраулы ҡарашын төбəне. Күҙҙəр осрашты. Егеттең күҙҙəре ҡара йəшел ҡуйы урман. Уй, ниндəй матурҙар! Ундай күҙҙəрҙе бер ҡасан да күргəне булмағандыр. Ҡапыл егеттəн уңайһыҙланып, ҡарашын бейеүсе йəштəр яғына күсерҙе, ə унда ҡыҙҙар, бейеүҙəн туҡтап, был икəүҙе күҙəтə ине. – Бейергə телəгең булмағас, əйҙə йөрөп килəйек! – тип егет ҡыҙға ҡараны. – Əйҙə, – шул ваҡытта баҙнатһыҙ ҡыҙ ҡайҙан ҡыйыулыҡ тапты, урынынан тороп, егет менəн урамға сыҡты ла китте. Əмилəлəр йəшəгəн урамды əллə нисəмə тапҡыр урап сыҡтылар, һуңынан баҡса буйындағы эскəмйəлə таңға тиклем һөйлəшеп ултырҙылар. Урам буйлап йөрөгəндə Динар, тирə-яҡҡа нур сəсеп ултырған, матур, ҙур ғына итеп һалынған өйгə төртөп күрһəтеп: – Бына мин йəшəгəн өй, күрəһеңме, Əмилəлəрҙең өйө өс өй аша ғына, уларға беҙ яп-яҡын йəшəйбеҙ. Ут күршелəрбеҙ инде. Бына бөгөн көнө буйы, тəҙрəнəн күҙ ҙə алмай һине күҙəттем. Чуть күҙем – тышта, ə үҙем тəҙрəгə ҡуша йəбешеп тороп ҡалманым... – Ярай, йəбешеп ҡалмағанһың, ата-əсəңə бəлə булыр инең, – тип ҡыҙ ҙа шаяртып яуап бирҙе. Йəштəр икəүлəшеп урам яңғыратып көлөп ебəрҙе. Урамда ла осрашҡан булғандар, тик Мəҙинə генə, кешелəрҙе белмəгəнлектəн, иғтибар итмəгəн. Егет бик шаян булып сыҡты. Əле бер, əле икенсеһен һөйлəп, юҡ ерҙəн ҡыҙыҡ табып, көлдөрөп кенə торҙо. Мəҙинə егеткə бер нисə сəғəт эсендə өйрəнеп тə китте, тартыныу, оялыу ғəҙəте лə əллə ҡайҙа юҡ булды ла ҡуйҙы. Күптəн белгəн кешеһендəй, иркенлəп һөйлəште. – Һин миңə адресыңды бир əле? – тине егет, ҡыҙға етди ҡарап. – Яҙып бирергə ручкам да, блокнотым да юҡ. – Ə баш нимə өсөн? Башҡа яҙам! – Улай булғас, яҙ! – ҡыҙ ҙа уйынлы- ысынлы яуаплап, адресын əйтте. – Булды, яҙылды! Машинка һымаҡ, тыҡ-тыҡ и готово. Хат яҙырмын. – Бəй, һин был ауылда йəшəмəйһеңме ни? – Мин дə, оҙаҡ ҡайта алмай йөрөп, саҡ ялға ҡайтҡан кеше ул. Ярты йылдан ашыу ҡайтып булманы, иртəгə кире китергə кəрəк. – Ҡайҙан ҡайттың, ҡайҙа китəһең? – тине ҡыҙ, түҙемһеҙлəнеп. – Пермь тигəн ҡаланан ҡайттым, Пермь тигəн ҡалаға китəм. – Һы, ҡайһылай алыҫ! Унда нимə эшлəйһең ? – Мин Айболит, берəйһе, а-а-й, болит, тиһə, йүгереп барып укол эшлəйем. – Тимəк, һин – табип? – Əлегə уҡып йөрөйөм. Иртəгə ҡалаға минең менəн бергə китəһеңме,
Ю-ю-ҡ, Əмилə ме н ə н кискə генə китербеҙ ул, – тип Мəҙинə, бик тə риза булып бергə киткеһе килһə лə, кире яуапланы. – Унан айырылмайым инде. Берҙəн, төшкə хəтлем йоҡлаған Əмилəнең уянмаясағын да белə, икенсенəн, иптəшенəн айырылып китеп тə ултырмаҫ. Офоҡта таң һыҙыла башланы. Йəштəр бер-береһенəн айырыла алмай, оҙаҡ торҙо… Бынан һуң ике йөрəк араһын хаттар яҡынайтып торҙо. Динар килгəн-киткəн һайын ятаҡҡа туҡталмайынса китмəне. Килгəн һайын ҡала урамдарын ҡыҙырып, килəсəккə план ҡорҙолар. Тик Мəҙинə бик телəһə лə, əхирəте уны башҡаса ауылына ҡунаҡҡа саҡырманы. Мəҙинəлəрҙең уҡып бөтөрөнə ярты йыл ваҡыт ҡалды. Ниңəлер Динарҙан хат килмəй башланы. Яңы йыл байрамына ла ҡайтманы. Ҡыҙ түҙмəй, хат яҙып һалды, яуап хаты булманы. Көндəр артынан теҙелешеп – аҙналар, артынан айҙар үтте. Егет килеү түгел, хатта унан хəбəр ҙə булманы. Мəҙинə ятаҡ тəҙрəһенə ҡарап, зарығып уны көттө. Юлдан күҙ алмай, əйтерһең дə, унда ҡулын болғай-болғай, көлөп, Динар китеп барған кеүек тойола башланы. Ни уйларға ла белмəне ҡыҙ, ахыры, түҙмəй, Əмилəнəн һорашты. Ул, белмəйем, тигəнде аңлатып, яурынын ғына һикертте. Ə ауылдашы тураһында ниҙер əйтеү түгел, был турала һөйлəшергə лə телəмəне. Бер көндө Əмилə:
Белəһеңме, Мəҙинə, күптəн ишетһəм дə, һине йəллəп əйтмəгəйнем, яфаланғаныңды күреп, əйтергə булдым. Əсəйем, Динарҙың əсəһе, баламды анау хəтлем уҡытып, малярҙы алып биреп тормам, үҙ тиңен тапһын, уны үҙенə лə əйтеп ебəрҙем, тип əйтə, тип һөйлəгəйне. Шуға лə килмəйҙер ул. Үҙең белəһең, атаһы ла, əсəһе лə табиптар бит... Мəҙинəнең күҙ алды ҡараңғыланды, бөтə ерҙе ҡара ҡалын буҫтау ҡаплап алғандай тойолдо, оҙаҡламай үҙе лə шул буҫтау аҫтында тороп ҡалды... Иҫенə килгəндə, бүлмəлəш ҡыҙҙары нишатыр еҫкəтə ине. Ул арала саҡыртылған “Тиҙ ярҙам” хеҙмəткəрҙəре лə килеп инде. Укол ҡаҙап, дарыу биреп сығып киттелəр. Уколдарҙан һуң ҡыҙға нисектер еңел булып ҡалды. Тик күп тə үтмəне, моңһоулыҡ тағы баҫып алды. Береһе менəн дə һөйлəшкеһе килмəне, шымып, иптəштəренəн ситлəште. Уйынан Динар сыҡманы. Бөтə ерҙə лə уның көлөп торған һыны һағаланы, артынан ҡалманы, тауышы ҡолаҡ төбөндə яңғырап тик торҙо. Ə бер көндө тəҙрəгə ҡарап: “Ана, Динар килə, ҡарағыҙ, Динар килə!” – тип ҡысҡырғанына бөтə ҡыҙҙар тəҙрəгə ябырылды. Тик юлда бер кемде лə күрмəгəс, аптырап, шымып ҡалдылар. Ə төндə ул бүлмəлəш ҡыҙҙарын бөтөнлəй хафаға һалды. Утты һүндереп, инде йоҡларға ғына ятҡайнылар, Мəҙинə, ҡулы менəн ҡараңғы мөйөшкə күрһəтеп, ҡысҡырып һөйлəнə башланы. “Ана, Динар тора. Динар килгəн бит! Кил бында, нимə эшлəп тораһың?” – тип көлə-көлə, һөйлəнə-һөйлəнə иларға тотондо. Бүлмəлəш ҡыҙҙарына “Тиҙ ярҙам” машинаһы саҡыртыуҙан башҡа сара ҡалманы… Аҡылынан яҙа башлаған ҡыҙҙы табиптар психик сирлелəр дауаханаһына алып китте. Дауалау, əлбиттə, килешкəндер, əммə ҡыҙ Динарҙы күңеленəн юйып ташлай алманы. Бөтəһенə лə күнде, ҡаршылашманы, ел ҡайһы яҡҡа иҫһə, шул яҡҡа ҡоланы.
Беренсе осраған егеткə кейəүгə с ы ғ ы п, а у ы л д а т о р ҙ о л а ҡ а л д ы. Балалары булманы. Ире төшөрөргə яратҡан кеше булып сыҡты. Тора-бара Мəҙинə лə был шөғөлгə өйрəнеп китте. Иренəн туҡмаҡтар элəгə башланы, йəнəһе лə, бала таба алмай. Һуңға табан иренең юҡ- барға йəберлəүе, туҡмауы йышайғандан-йышая барҙы. Тəүҙə туҡмал- ғандан һуң кеше күҙенə күренмəй ятһа, аҙаҡ күҙҙəре күгəреп, ауыҙы һаҫып йөрөү уның өсөн ғəҙəти хəлгə əйлəнде. Əсəһе килеп: – Ҡайт, балам, үҙебеҙгə кире алып ҡайтам, – тип күпме өгөтлəне. – Нимə бар унда миңə? Ул ауыл ни, был ауыл ни, миңə барыбер, – тип вайымһыҙ ғына яуап ҡайтарҙы Мəҙинə. Əсəһе ҡабат- ҡабат килеп ялбарҙы, лəкин тыңламаны. Тамам тəҡəте ҡороған əсə: “Ниңə мине тыңламайһың ул?! Əйҙə дауаханаға барайыҡ, балағыҙ юҡлығының сəбəбен асыҡлайыҡ”, – тип инəлде. “Юҡ!” – тип ҡарышты ҡатын, уның һайын кирелəнеп, сөнки ҡайһы дауаханаға барһа ла, уға, аҡ халатын кейеп, Динар осрар һымаҡ. Əсəнең тырышлығы бушҡа китмəне, ҡыҙын кодировкаға барырға тип өгөтлəй башлағас, тегеһе: – Нимə, əсəй, мине əллə бөтөнлəй бөткəн кеше тип уйлайһыңмы? Кəрəк булһа, бына хəҙерҙəн башҡаса эсмəйем дə ҡуям. – Улай тип уйламайым да ул. Аптыраған көндəн əйтəм инде. Урамда шулайтып йөрөүең əҙəм көлкөһө бит! Əллə мине көйəлəндереп, башыма ғына етерһең инде… – Əсəй, белəһеңме, йəшəгем килмəй, был донъяның ҡыҙығы ла, йəме лə юҡ, буп-буш ул! Ҡоро йəнмен инде, ни балам да юҡ! – Һин нимə һөйлəйһең? Бөтə нəмə лə һин тигəнсə генə булмай, эскəн ир тиһеңме, эскəн атайың менəн мин дə ғүмер буйы йəшəнем. Һин, һин тип йəшəнем! Һин тип йəшəйем! Мине уйлайһыңмы? – тип ҡыҙын ҡосаҡлап, үкереп илап ебəрҙе əсə. – Əсəй, əсəй, мин, мин дə һин тип йəшəйем, һине генə уйлайым, юғиһə күптəн, күптəн-күптəн был донъяла булмаҫ инем. Юҡ. Юҡ, əсəй, илама. Минең өсөн күҙ йəшеңде түкмə. Башҡаса эсмəйем! Бына, эсмəйем! – Эсмə, балам, эсмə! Балалар йортонан бала ал, бəхетең асылыр! Əсə менəн ҡыҙ ҡосаҡлашып, һөйлəнə-һөйлəнə оҙаҡ иланы... Эсеүен ташлағас, донъяға ҡарашы ла үҙгəргəндəй булды. Дауаханаларға йөрөй башланы. Тикшерелгəс, бала булмауҙа уның ғəйебе юҡлығын, иренең дə тикшерелергə кəрəклеген əйтеп ҡайтарҙылар. Быны əйткəс, ире тағы нығыраҡ ҡотороп эсергə тотондо. Шулай эсеп йөрөп, һыуға батып үлде. Əллə эсеп, үҙе баттымы, əллə осраҡлы хəл булдымы, тикшереүсе кеше булманы. Əле, үҙемə иптəш тə булыр тип, бала һөйгөһө лə килеп, Мəҙинə балалар йортонан сабый юллап йөрөй. Документтары ла əҙер инде, бер урындан ғына ҡағыҙ алаһы ҡалған. Бөгөнгө төшөнəн ҡурҡыуы ла ошо юҫыҡта. Бөтəһе лə ыңғай булғас, бына əле ҡыуанып ҡайтып килə. Бына һиңə, ҡапыл уйламағанда əхирəтенең осрауы бөтəһен аҫтын-өҫкə əйлəндереп, күңел тыныслығын боҙҙо... Ҡапыл кеҫəһендəге телефоны шылтыраны. Таныш булмаған номерҙы күргəс, кем булыр икəн, тип уйлап, телефонын ҡолағына терəне. – Тыңлайым. – Был мин, Əмилə, белəһеңме, быны һиңə күптəн һөйлəргə уйлай инем, бер нисек тура килтерə алманым, бая үҙеңə туранан-тура күҙеңə ҡарап һөйлəргə ҡыйманым. Ə бит һинең алдыңда мин гонаһлы. Эйе, эйе, гонаһым ҙур. Йəш саҡты иҫлəйһеңме?! Ə белгең килһə, һеҙҙе Динар менəн осраштырҙым да, айырҙым да. Мин дə Динарҙы үлеп ярата инем, ғөмүмəн, уға ул ваҡытта бөтə ауыл ҡыҙҙары ғашиҡ булғандыр. Теге мəлдə, һине оҙата киткəс, көнлəшеп, шартларҙай булдым. Тик һин уны һиҙмəнең дə, белмəнең дə. Ғəйеплемен һеҙҙең алдығыҙҙа, Динарҙан һиңə килгəн хаттарҙы асып уҡып, йыртып ырғытып торҙом. Уйлап сығарып, һинең турала ғəйбəт һөйлəгəн дə мин булдым. Һаман да һиңə хат яҙғас, яуап хатында, имеш, һине, ҡайтмай, ҡайҙа етте, шунда əллə ниндəй егеттəр менəн рəхəтлəнеп күңел аса, хатта кейəүгə сығырға ла уйы бар, тип яҙҙым. Һуңынан əсəһенəн ишеттем, Динар практикаға бында ҡалаға ҡайтырға тейеш ине, əллə ниңə ер башына – Чита ҡалаһына сыҡты ла китте, тип. Ə аҙаҡ бөтөнлəй шунда эшкə тороп ҡалған. Уның менəн күрешеп һөйлəшеү түгел, йүнле-башлы осрашҡан да булманы. Ауылға ла һирəк ҡайта. Əсəһенəн телефон номерын алғайным, быларҙы үҙенə һөйлəрмен тип, булдыра алманым. Ышанаһыңмы, ул əле лə кəлəш алмаған. Һиңə номерын смс менəн ебəрəм. Шылтырат!.. Ҡапыл Мəҙинəнең ҡолаҡ төбөндə əсəһенең əйткəн һүҙе ишетелде: “Бала алһаң, бəхетең асылыр!..”