Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
26 Декабрь 2020, 00:00

Башҡорт теленең көсө (дауамы)

...Йыш ҡына, балаларыбыҙҙың киләсәге Аллаһ Тәғәләһенең ҡулында, тип әйтергә яраталар. Дөрөҫ, Уның ҡулында. Тик балалар киләсәктә Аллаһтың ҡулында булһын өсөн, уларҙы Ул нисек тыуҙырған, шулай тәрбиәләргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына балалар киләсәктә Уның ҡулында булыр. Әгәр инде ата-әсәләр балаларын үҙҙәренсә үҙгәртергә теләй икән – уларҙың киләсәге өсөн Ул яуап бирмәй. Ә ата-әсәләр үҙҙәре...

Әсә теле һәм тәрбиә

Белем биреү системаһында оптималләштереү тип аталған реформалар башҡорт кластарының кәмеүенә килтереүе һәр кемгә билдәле. Был бигерәк тә башҡорт-рус мәктәптәрендә ныҡ һиҙелде. Сөнки ундай мәктәптәрҙә, ғәҙәттә, бер параллелдә булған рус кластарын ҡалдырып, башҡорт класын ябырға тырыштылар. Бына шуларҙың береһендә уҡытыусы булып эшләгән бер коллегам ошо күренеште әллә ысынлап та хуплап, әллә щул процесҡа ҡаршы тора алмауын йәшереп:
– Хәҙер башҡорт кластарының бөтөүе артыҡ ҡурҡыныс түгел, сөнки әсә теле рус кластарында ла уҡытала бит…
Уның, юғары белемле кешенең, башҡорт кластары тик әсә телен өйрәтеү өсөн генә кәрәк, тип уйлауы мине аптыратты. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә бик күптәр шулай уйлай ҙа. Дөрөҫ, милли кластар әсә телен уҡытыу өсөн бик уңайлы, ләкин уларҙың башҡа мөһим маҡсаттары ла бар...
– Һеҙ йәшелсә баҡсаһы үҫтерәһегеҙме? –тип көтөлмәгән һорау бирҙем мин уға. Ул «эйе» тине лә аптырап миңә ҡараны.
–Йәшелсәләрҙең һәр төрөн дәбер түтәлгә ултыртаһығыҙмы?
–Юҡсы, һәр береһенә айырым түтәл кәрәк. Быны һәр кем белә лә инде…
–Ә ни өсөн айырым ултыртыр кәрәк? – тип һорауымды дауам иттем.
– Ни өсөн тип,һәр үҫемлек үҙенә генә хас тәрбиәләүҙе талап итә бит, шунһыҙ яҡшы уңыш алып булмаясаҡ. Әйтәйек, береһенә тыуҙырылған ыңғай шарт икенсеһенә бөтөнләй оҡшамаҫҡа мөмкин. Шулай уҡ ҡайһы берҙәре тиҙерәк үҫә, шуға уларҙың күләгәһендә башҡалары үҫә алмаясаҡ. Бына шуға һәр береһенә айырым түтәл кәрәк, – тип бик ентекләп аңлатты ул миңә.
–Дөрөҫ һөйләйһең, коллега, дөрөҫ, – тинем йылмайып. – Ә хәҙер әйт инде: башҡорт балаһы башҡорт класында тик әсә телен өйрәнеү өсөн генә белем аламы?
Коллегам бер нөктәгә текләп, әҙерәк уйланып торҙо ла, ҡапыл башын аҫҡа эйеп, миңә ҡарамайынса ғына шәп-шәп атлап китеп барҙы. Әллә уйламайынса һөйләгән һүҙҙәренән оялды, әллә минең менән башҡа һөйләшкеһе килмәне–аңлай алмай ҡалдым…
Күреүебеҙсә, бөгөнгө көндә ябай кешеләр генә түгел,күп кенә юғары белемлеләр ҙә балаларын үҫемлек кимәленә лә ҡуймай: баҡсаларындағы йәшелсәләрҙең һәр төрөнә айырым тәрбиә кәрәк икәнен яҡшы белә, ә балаларына ла шундай уҡ тәрбиә кәрәклеге тураһында баштарына ла килтермәй.Тәрбиә биреүҙе, яҡшы менән насарҙы айырырға өйрәтеү, тип кенә уйлайҙар,шикелле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар менән генә сикләнмәй шул.Тәрбиә биреү – ул баланың һәләттәрен асырға ярҙам итеү, уларҙың үҫешенә ыңғай шарттар тыуҙырыу һәм тормошта ҡулланырға өйрәтеү – ғөмүмән, беҙ балаларҙы кешелек йәмғиәтендә йәшәргә әҙерләргә тейешбеҙ.
...Тәрбиә биреү барышы ла шул баяғы баҡса үҫтергән һымаҡ ул. Мәҫәлән, баҡсаны төрлө милләт балалары уҡыған мәктәп тип күҙ алдына килтерһәк, ундағы түтәлдәрҙе милли кластар тип күҙ алдына килтерергә була. Йәғни балаларға тәрбиә биргәндә, нисек кенә булмаһын, беренсе сиратта, уларҙың ниндәй милләттән булыуы иҫәпкә алына. Ни өсөн тигәндә, һәр милләттең үҙәнә генә хас йолаһы, донъяға ҡарашы, психологияһы, бигерәк тә теле, фекерләүе, уйлауы айырылып тора. Был турала уҡытыусылар ғына түгел, педагогиканан алыҫ торған кешеләрҙә яҡшы беләлер, тип уйлайым.
…Милли кластарҙа эшләгән уҡытыусылар бына шул милли психологияны иҫәпкә алалар ҙа инде. Кемеһелер быны аңлы рәүештә башҡара, ҡайһы берәүҙәре ирекһеҙҙән. Ни өсөн тигәндә, сифатлы белем бирергә уйлаһаң, класта өҫтөнлөк иткән психологияны иҫәпкә алмайынса булмай. Шунһыҙ дәресең килеп сыҡмаясаҡ. Мәҫәлән, рус кластарында белем биргәндә, уҡытыусылар уҡытыу алымдарын, беренсе сиратта, рус психологияһының үҙенсәлектәренә нигеҙләй; башҡорт класында – башҡорттоҡона. Бына шул ваҡытта ғына һәр баланың индивидуаль сифаттары үҫешә башлай. Сөнки уҡытыусы, мәҫәлән,башҡорт класында эшләй икән, уларҙың тел үҙенсәнлеген, фекерләү структураһын, уйлау тиҙлеген, характерын, уларҙың йолаларын, тормошҡа ҡараштарынкүҙ уңында тотоп, шуларға ярашлы күнегеүҙәр, практик эштәр эшләтә һәм тәрбиә эше алып бара. Бындай методика, әлбиттә, башҡорт балаһының үҫешенә, тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәренең асылыуына ыңғай шарттар тыуҙырасаҡ. Ғөмүмән, методиканы төҙөгөндә,миллипсихологияны иҫәпкә алыу –шул милләт балаларының үҫешенә уңдырышлы тупраҡты булдырыу ул.
Әгәр инде башҡорт балаһын рус класына уҡырға бирәләр икән, уның тәбиғи үҫеше туҡтала. Сөнкирус психологияһы үҙенсәлектәренә нигеҙләнгәнметодика башҡортҡа хас булған сифаттарҙы үҫтерә алмай.Һәм баланың тәбиғи үҫеше тотҡарлана. Артабан инде, үҙе булып ҡала алмағас, унда башҡаларға оҡшау сифаты (подражание) көсәйә: уның аҡылыкласташтарынан, уҡытыусыларҙан (һ.б.) отоп алған һәләттәр – шаблондар менән тула.Йәғни улар һымаҡ һөйләшә, уйлай, эшләй, хатта атлай, кейенә һ.б. Ғөмүмән, уның индивидуаллеге тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Бигерәк тә, йәнле (ижади) фекерләүефекерләү шаблондары менән алмашыныуы бала өсөн ҡурҡыныс.Шуға уҡытыусыларрус класында уҡыған башҡорт балаһынан ижади шәхес тәрбиәләргә тырышаларикән – бик ауыр буласаҡ:баланың ижадилыҡ сифаттарының үҫеше шул класта уҡый башлау менән туҡтап ҡала. Артабан инде был тәбиғи һәләттәре үҫмәй ҡалған балалар үҙҙәренә оҡшаған һөнәр таба алмай йонсойҙар...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милли кластар бөгөнгө көндә кәмей… Әлбиттә, был күренеште тик оптималләштереүгә генә япһарыу дөрөҫ булмаҫ. Ошоға тиклем башҡорт кластарын астырыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылғайны бит. Бөгөнгө көндә лә береһе лә тыймай: етәрлек кимәлдә балалар йыйһаң, рәхим ит, башҡорт класы аса алаһың. Бөтәһе лә дөрөҫ һымаҡ. Тик ата-әсәләр балаларын рус класына биреүҙе хуп күрә шул. Имеш, рус класында балалар яҡшыраҡ уҡый,берҙәм дәүләт имтихандары рус телендә, «ҙур кеше» буласаҡтар һ.б. Уларға бының өсөн тулы хоҡуҡ та бирелгән: Рәсәй закондары буйынса, балаларын үҙҙәре теләгән телдә уҡыта алалар. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙең илдә бөтөп барған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡлау өсөн төрлө закондар сығарыла, дәүләт кимәлендә хәл ителә. ӘРәсәйҙәге милләттәрҙе һаҡлау, башлыса, ата-әсәләрҙең ҡулына тапшырылған. Ысынлап та, улар шундайхоҡуҡҡа эйә була алалармы? Бөтә ата-әсәләр ҙә педагогиканы юғары кимәлдә беләләрме икән ни?Миңә ҡалһа, ата-әсәләргә балаларын үҙҙәре теләгән телдә уҡытыу хоҡуғы биреү – балаларҙы шәхси милек кимәленә төшөрөүул...
Ә бит күп кенә алдынғы илдәрҙәәсә телендә белем алыу мәжбүри – дәүләт кимәлендә күҙәтеүгә алынған. Яңыраҡ үҙәк телеканалдарҙың береһендә ҡыҙыҡлытапшырыу булғайны: Францияла йәшәгән бер әсә балаһы менән Рәсәйгә ҡайтырға рөхсәт һорай. Ләкин Франция етәкселеге бының өсөн бер шарттың үтәлеүен талап итә: бала Рәсәйҙә француз телендәуҡырға тейеш. Күреүебеҙсә, ҡайһы бер илдәрхатта башҡа илгә күсеп киткән граждандарының әсә телендә белем алыуын талап итә, бер ҙә ата-әсәнәнһорап тормай.
Ул илдәрҙә дөрөҫ эшләйҙәр, минеңсә. Сөнки фәлсәфәүи, шулай уҡ дини күҙлектән дә ҡарағанда ла,ата-әсә балаһына бер нисек тә хужа була алмай, хатта уны тыуҙырһа ла. Сөнки балалар– тәбиғәттеке.Ә ата-әсәләр, беренсе сиратта, шул тәбиғәттең бала табыу сараһығына. Тик уларға тәбиғәт тарафынан шундай бурыс йөкмәтелгән: балаларын үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырырға тейештәр. Ата-әсәләр балаларынамөхәббәттән башҡа һәләт тә, аҡыл да бирә алмай, сөнки бала үҙ һәләте һәм аҡылы менән был донъяға килә – үҙ ризығыменән тыуа.Әлбиттә, ул “ризыҡ” иҫәбенә баланыңмилли сифаттары ла инә.
...Милли сифаттар йәки милли психология бер бөгөн генә барлыҡҡа килмәгән, быуаттар, меңәр йылдар буйы үҙен уратып алған бөтә ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшә-көрәшә формалашып, ҡандан ҡанға күсеп, бөгөнгө көнгә етеп, йәшәүгә хоҡуҡ алғанкүренеш бит ул. Уныңформалашыуынакешелек йәмғиәте генә түгел, ә үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, тауҙар һәм тигеҙлектәр, йылғалар – ғөмүмән, бөтә Тәбиғәтбулышлыҡ иткән. Шуғамилли психологияныһәрхалыҡтың был тормошта йәшәү өсөн кәрәк булған иммунитеты, тип атайым. Йәғни башҡа милләт булып ҡыланмай, үҙең булып ҡалып, индивидуаль һәләттәреңде артабан үҫтереп, йәмғиәтебеҙҙәге башҡа милләт вәкилдәре менән бер тиң булып һәр кем йәшәй ала.
...Йыш ҡына, балаларыбыҙҙың киләсәге Аллаһ Тәғәләһенең ҡулында, тип әйтергә яраталар. Дөрөҫ, Уның ҡулында. Тик балалар киләсәктә Аллаһтың ҡулында булһын өсөн, уларҙы Ул нисек тыуҙырған, шулай тәрбиәләргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына балалар киләсәктә Уның ҡулында булыр. Әгәр инде ата-әсәләр балаларын үҙҙәренсә үҙгәртергә теләй икән – уларҙың киләсәге өсөн Ул яуап бирмәй. Ә ата-әсәләр үҙҙәре...
... Ғөмүмән, бала ысын мәғәнәһендә тәрбиәле һәм белемле булһын өсөн, ул әсә телендә уҡытылған класта белем алырға тейеш. Сөнки әсә телендә уҡытылған кластарҙа шул милләттең милли мөхите урынлаша, йәғни “уңдырышлы тупраҡ” барлыҡҡа килә. Шундай кластарҙа уҡығанда ғына балаларҙың тәбиғи һәләттәре асылыр, аҡылдары камил булыр, ижадилыҡ сифаттары һаҡланыр, әхләҡи яҡтан да ныҡ булырҙар, был тормошта үҙҙәренең урындарын таба алырҙар. Әгәр инде төрлө милләттәр бергә уҡыған кластарҙа белемалалар икән – улар йәшел, ҡыҙыл, һары, зәңгәр (һ.б.) төҫтәрҙе бергә ҡушып бутағандан һуң килеп сыҡҡан төҫкә оҡшап ҡалырҙар...
АҘАҒЫ БАР.
Читайте нас: