Иркә, үҙ һүҙле, юҡ, ярамай тигән һүҙҙәрҙе бөтөнләй белмәгән, ҡартәсәйемдең ныҡ яратҡан, йәненән дә артыҡ күргән, ейәнсәре инем мин. Ул мине, 8 айлыҡ сабыйҙы, әсәйем менән атайымдан тартып алып, үҙе аҫырап үҫтергән. Тартып алып тигәс тә, әллә ҡайҙа алып китмәгән, шул уҡ ауылда, щул уҡ урамда, бер өй аша күрше йәшәй торғайныҡ. Талаш, ғауға булмаған, ҡартәсәйем: *Зилдәм үҙем менән йәшәр. Бағам, үҫтерәм, миңә иптәш булыр. Һеҙгә ҡалған балаларығыҙ ҙа еткән.*- тигән дә¸ мине күтәреп алып ҡайтып киткән. Уға ҡаршы өндәшеүсе булмаған, әсәйем менән атайым ҡартәсәйемә юл ҡуйған, юҡ ҡурҡҡандан түгел, беҙҙең ғаиләлә әбейҙең һүҙе закон булғанға. Мин үҙем иҫ белгәнсе ҡартәсәйемдә йәшәнем, хатта фамилиям да уныҡы ине. Бишенсе синыфҡа барғансы мин мәктәптә лә ҡартәсәйемдең фамилияһын йөрөттөм. Ул фамилияны бик ярата һәм ғорурлана инем.
Ҡурсаҡ шикелле кейендереп, тәмле-татлы ашатып, ауыҙымдан сыҡҡан һәр һүҙемде, һәр теләгемде үтәп. Нимә һораһам, шуны алдыма ҡуйып, үтә ныҡ иркәләп, ел-ямғыр тигеҙмәй, өҫтөмә сүп төшөрмәй, наҙға йөҙҙөрөп үҫтерҙе мине ҡартәсәйем. Урамда уйнағанда балалар, өлкәндәр генә түгел хатта атайым менән әсәйем дә, миңә бер һүҙҙә әйтә алмай торғайны. Ҡартәсәйем мине үҙе лә әрләмәне, бер ваҡытта ла ҡырын күҙ менән дә ҡараманы, башҡаларҙан да әрләтмәне. Ул минең яҡлаусым, һаҡлаусым, тере ҡалҡаным ине. Урамда ла, мәктәптә лә, әгәрҙә миңә бер-бер хәл була ҡалһа, ныҡ уҫал, тоталитар холоҡло әбейҙең асыуының ни тиклем ҡурҡыныс булырын белгәндәрҙер моғайын. Неприкосновенность личности, всеообщая неприкосновенность, принцессалар, президенттар тураһында түгел, ә был тарих шул ваҡыттағы минең турала ине. Ошолар бөтәһе лә, әбейҙең ҡурсыуы, иркәләүе менән бергә, минән бәләкәй генә тиран, монстр үҫтереп еткергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ҡартәсәйем. Мин үтә иркә, бер һүҙҙә күтәрмәгән, нимә алдыма алам шуны, теләгәнемде таптырып алмайынса ҡуймаған, үҙ һүҙемде генә һүҙ иткән бәләкәй, ләкин ҡурҡыныс холоҡло ҡыҙыҡай инем.
Минең бәләкәй генә фанер һандығым бар ине. Ҡартәсәйемә үсекһәм шул һандығыма кейемемде тултырып алам да, атайымдарға ҡайта ла китә торғайным. Улар инде мин ҡайтҡанға ҡыуанып, иркәләп, һөйөп кенә торалар ине. Ләкин бер–ике сәғәт тә үтеп өлгөрмәй, елпелдәп ҡартәсәйем килеп етә: *Ҡайт балам, һинһеҙ донъяның толҡаһы юҡ. Һин булмағас ҡулға эш бармай, әйҙә ҡыҙым ҡайтайыҡ. Ни теләһәң шуны алып бирәм!* *Әле яңы ғына килде бит, бер – ике көн булһын беҙҙә,*- тип торһала ата - әсәйем, әбей үҙенекен итеп мине алып ҡайтып китә. Шулай ике арала йөрөһәм дә, минең өсөн үҙ ара талаш-тартыш бөтөнләй булманы. Бер – береһенә мине ҡаршы ҡуйыу, үҙ яғына тартырға тырышыу, йәки бөтөнләй ҡалырға өгөтләү юҡ ине. Был мәсьәләлә миңә тулыһынса ирек бирелгәйне. Ни теләһәм шуны ҡылына инем.
Ҡартәсәйем, мине тик үҙенеке генә һанаһа ла, берәү менән дә мине бүлешкеһе килмәһә лә, гел генә әйтә килде. Мин иҫ белә башлағандан, һөйөклө әбейем: *Мин көндән көн ҡартаям, туҙам, үлер ваҡытым да етер. Әгәр ҙә мин үлеп китһәм, атайың менән әсәйеңә ҡайтырһың балам. Һинең бына тигән атайың, әсәйең, һеңлеләрең һәм ҡустыларың бар. Атай менән әсәй берәү генә була был донъяла. Улар һине ярата, һин тип йән ата, һин дә уларҙы ярат, тыңла, ҡәҙерҙәрен бел. Атай менән әсәй хур итмәй балаларын. Һинең өсөн улар барын да эшләйәсәк! Мин һиңә ҡартәсәй генә, йәнемдән артыҡ күрһәм дә һине, атайың менән әсәйеңде алыштыра алмайым. Улар һиңә минән күпкә яҡшыраҡ тәрбиә бирә ала. Һеңлеләрең, ҡустыларыңдын да ҡәҙерҙәрен бел. Улар һинең бер туғандарың, иң яҡын кешеләрең!*- тип васыят һымаҡ, иҫенә төшкән һайын минең аңыма барып етерлек итеп тыҡып ҡына торҙо. Бер ваҡыттала онотмаһын тигәндер инде, минең киләсәгем өсөн йәне телгеләнгәндер ҡәҙерле, ғәзиз кешемдең. Уны мин хәҙер генә аңлайым.
*Ҡартәсәй, һин мине ҡалдырып үлеп китә алмайһың! Мин һинһеҙ йәшәй алмайым! Һин үлһәң мин һине менән ҡәбергә ҡуша ятам!*- тип әбейемдең итәгенә йәбешеп, ҡосаҡлап, тыпырсынып илайым. *Эй бала ғынам! Һине алып китә алмайым шул мин! АЛЛАм һаҡлаһын! Былайҙа имсәк имгән сабый ғынамды айырып, тартып алып, гөнаҫлы булдым. Ғафү ит мине күҙ нурым! Нисек кенә үкенһәмдә һуң инде. Ҡартәсәйең эгоист бит,
һаман да һине ата-әсәңә бөтөнләйгә ҡайтарып ебәрә алмайым бит әле. Мин һине кейәүгә биреп, кейәүеңден һине ҡәҙерләр, яратыр, яҡлар, һаҡлар ир - егет икәнен белһәм, күрһәм, тыныс үлер инем. Шул көндәрҙе күһәм башҡа Хоҙайымдан бер нәмәлә һорамаҫ, һис бер нәмәлә теләмәҫ инем!*- тип, минән дә яман күҙ йәше түгеп, тәҡрарлай ҡартәсәйем. Күп йылдар үткәс, был теләге лә ҡабул буласаҡ ҡәҙерле кешемдең. Ә мин ҡартәсәйемдең ысынлап та АЛЛАның яратҡан бәндәләренең береһе икәненә тағы бер инанасаҡмын.
Ә бәхетле бала сағым, күңелемдә юйылмаҫ эҙҙәр, хәтирәләр ҡалдырып яйлап ҡына үтә барҙы. Мин ҡартәсәйем менән бергә, иртә таңдан тороп сәхәр сәйе эсеп, кискеһен ауыҙ асыу аштарына, аяттарға ҡуша йөрөүемде дауам иттем. Бәләкәсерәк саҡта үрле–ҡырлы һикереп мин алдараҡ, ҡартәсәйем арттараҡ, ә инде ҙурайыңҡырағас, ҡартәсәйем алдан , мин арттараҡ ҡалып аят аштарына йөрөйбеҙ. Һәр өйҙә, ҡартәсәйем башҡа әбейҙәр менән бергә, аят өҫтәле артында ултырһа, минең өсөн айырым бәләкәй өҫтәл әҙерләнгән була.
Был ғәҙәти хәл тип ҡабул ителә минең яҡтан, хужаларса инеп ултырып, бөтәһе менән бергә аят тыңлап, һуңынан ашап-эсеп сығыу, шулай тейеш тип ҡабул ителә. Нишләп аят ашында башҡа балалар юҡ? Нимәгә минең бер үҙемә бер өҫтәл әҙерләнгән? Быларға минең ни хаҡым бар? Бындай һорауҙар минең башыма ла инеп сыҡмай ине. Вәт һөмһөҙлөк ҡайҙа ул! Һүҙ ҙә юҡ!
*Баланы шул тиклем иркәләргә, шаштырырға ярамай инде. Нығыраҡ ҙурайһа хужа була алмаҫһығыҙ ул! Берәүҙе лә эшкә һанамай бит ҡыҙығыҙ!*- тиеүселәргә, ҡарәсәйемдең яуабы әҙер: *Зилдәм аҡылһыҙ бала түгел! Ваҡыты етһә барында үҙе аңлай ул! Бына тигән бала ул, тик һеҙ күрмәйһегеҙ генә! Минең балам хур булмаҫ, үҙ балаларығыҙҙы ҡайғыртығыҙ!*- тип ҡырт киҫер ине һәр кемде һөйөклө әбейем. Ят кешенән миңә һүҙ тигеҙеү ҡайҙа ул!
Ысынлап та шулай булды ла! Уйламағанда килеп сыҡҡан бер ваҡиға, ҡул менән һыпырып алғандай, юҡҡа сығарҙы минең булған насар ғәҙәттәремде. Шул көндән алып мин, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнгәнемде, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Был минең өсөн ғүмерлек үҙгәреш, яҙмышымдың яңы юл алыуы, холоҡ-фиғелемдең, шәхесемдең формалашыуының башы булғандыр. Нисек кенә булмаһын, был хәл тик яҡшы үҙгәрештәргә килтерҙе.
Был ваҡиға Сибай ҡалаһының тимер юл вокзалында булды. Хәҙер нисектер, белмәйем. Элек ҡаланың автостанцияһы менән тимер юл вокзалы бер майҙанда ине. Автостанция бәләкәй генә билет һатыу будкаһынан, автобустар туҡталышынан торһа, тимер юл вокзалы ҡәҙимге ҙур ғына бина ине. Унда ял итергә эскәмйәләр күп, кафе, ашхана, әсә һәм бала бүлмәһе, бер нисә билет һатыу кассалары бар ине. Теләгән кеше, автобус рейстарын да ошо тимер юл вокзалының бинаһында көтә ала ине.
Һәр ваҡыттағыса мин ҡартәсәйемдән ҡалмай Сибай ҡалаһында эйәреп йөрөйөм. Әллә 3-4 туңдырма алдырып ашап алдым, тағы әллә нимәләр һорап, мыжып, былайҙа арыған ҡартәсәйемдең йәненә тейеп бөттөм. Алама холҡом ҡотортамы инде, әллә арыуым еткәнме белмәҫһең. Бына инде ауылға ҡайтырға булып, автостанцияға килдек. Автобусыбыҙ ҡуҙғалғансы күп кенә
ваҡыт бар ине әле. Әлеге лә баяғы тимер юл вокзалы бинаһында урынлаштыҡ. Кеше үтә күп түгел, ғәжәп хәл, һәр ваҡыт мыжғып торған бина ярым буш, тауыш та юҡ. Мин тағы ҡартәсәйемдән туңдырма таптырып мыжый башланым. *Ашаның бит инде балам, туңдырманы күп ашарға ярамай. Хәҙер аҡсам да бөттө инде, ашханала һине ашатырға һәм билет алырға ғына ҡалды. *- тип тыныс ҡына миңә яуап бирә әбейем. *Аҡсаң булмаһа ултыр ҙа аят уҡы, уҡыһаң хәйер бирәләр бит. Мин тамаҡ ашағым килмәй, туңдырма ашағым килә!*- тип, алдыма алғанымды ҡуймай, үҙемдекен ныҡыуымды беләм. Ҡылығымдың яҡшы түгел, бик насар икәнен үҙем дә аңлайым, ләкин туҡтай алмайым, тағы ла яманыраҡ ҡоторонам.
Ниһәйәт ҡартәсәйемдең түҙеме сигенә сыҡты. Юҡ ул ярһыманы ла, мине лә әрләмәне, һаман әле тыныс ине. Ләкин берәүҙең дә башына килмәҫлек эш эшләне, ҡулындағы таяғы менән бинаның бетон иҙәненә туҡылдатып, иғлан итте: *Иғтибар, иғтибар балалар! Кем әреүәхтәре рухына, үҙенең, ғаиләһенең имен–һаулығына аят уҡытҡыһы, доға ҡылдырғыһы килә, ощо балаға туңдырма алып бирегеҙ! Һәр туңдырмаға теләктәрегеҙҙе, исемдәрегеҙҙе: үҙегеҙҙекен һәм аят бағышларға теләгән кешегеҙҙекен ҡағыҙға яҙып һалығыҙ. Мин хәҙер юл йөрөп йонсоғанмын, шуға күрә аят уҡыу дөрөҫ булмаҫ. Ауылыма ҡайтып, ял итеп, тәһәрәтләнеп уҡырмын һәр берегеҙҙең теләген үтәрмен. Ҡағыҙ яҙырға ғына онотмағыҙ.*- тине. Бер аҙға вокзал бинаһы эсендә бар хәрәкәт тынып ҡалды, шылт иткән тауыш та юҡ ине. Бер нисә минуттан башланды. Ярым буш бинала кеше етәрлек күп икәне күренде.
Аят уҡытырға теләүселәр бик күп булып сыҡты. Бер аҙҙан ҡартәсәйем менән мин ултырған, тағы яҡын тирәләге бер нисә эскәмйә туңдырма менән тулды. Минең ике ҡулымда ла, әбейемдең ҡулдарында ла туңдырма ине. Мин был хәлдән бөтөнләй юғалып, иларға ла, көлөргә лә, ҡыуанырға ла белмәй һеңгәҙәп ҡалдым. Ҡартәсәйем иһә үтә тыныс, сабыр тотто үҙен. Ул бер нәмә лә булмағандай, миңә өндәште: *Аша балам! Теләгең ҡабул булды!* Ҡапыл булған хәлдән баҙап ҡалған миңә, йәшен атҡандай тьәҫир итте был һүҙҙәр.
Бөтә яҡтан да ап-аҡ туңдырмалар өҫтөмә ябырылып килгәндәй тойолдо. Күңелемә килеп тулған әллә ниндәй, үҙем дә аңлай алмаған хистәрҙән, алҡымыма тығылған күҙ йәштәренән өндәшә алмай, баш сайҡап ҡына ымлайым ҡартәсәйемә: *Юҡ, мин ашай алмайым! Ашамайым! Кәрәкмәй!*
Хәлемде бик яҡшы аңлаһа ла, ҡартәсәйем тыныслыҡ һаҡлап, сабыр ғына ултырыуын дауам итә. Ләкин оҙаҡҡа бармай, мине йәненән дә артыҡ күреүе өҫтөнлөк ала. Күҙҙәремдән эре-эре йәштәр, тыпыр-тыпыр тама башлауға, ҡартәсәйем үҙе лә күҙ йәштәрен йәшерә, йәшерә әлеге таяғын туҡылдатып, иғлан итә: *Иғтибар, иғтибар барығыҙға ла! Беҙ ҡыҙым менән һеҙҙе туңдырма менән һыйларға теләйбеҙ! Ошонда кем бар, бөтәгеҙ ҙә рәхим итегеҙ туңдырма ашарға. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ ҡыйыуыраҡ, һәр берегеҙ алып ашағыҙ. Туңдырмалар эсвежий генә ул, яңы ғына алынған! Тик һәр туңдырманың аҫтындағы ҡағыҙҙы миңә бирергә онотмағыҙ!*-тип ҡартәсәйем ҡулындағы туңдырмаларҙы биреп тә ебәрҙе. Нисек туңдырмалар пәйҙә булһа, шулай тиҙ генә юҡҡа сыҡты. Ҡартәсәйемдең итәгендә бер өйөм яҙыулы ҡағыҙҙар ғына ятып ҡалды. *Мороженое кончилось? А мне и не хватило!*-тип иламһырап әйткән һүҙҙәргә иҫемә киләм дә, алдымда торған бәләкәй генә ҡыҙыҡайға, ҡыуана-ҡыуана, илай-илай ҡулымдағы туңдырмаларҙы тоттороп ебәрәм.
Ыңғайына ҡартәсәйемдең алдына йығылып, уны һыға ҡосаҡлап үкереп-үкереп илайым. Берәүгә лә иғтибар итмәй, берәүҙе лә ишетмәй, шарылдап илаған минең арҡамдан һөйөп, башымдан һыйпап, өндәшмәй генә ҡартәсәйем дә илай ине. Уның күҙ йәштәре маңлайыма тамған һайын мин нығыраҡ үкһейем, күпме шулай илағанмындыр белмәйем, арып, әптән хәлдән тайып йоҡлап киткәнмен. Ипләп кенә уятҡан тауышҡа күҙҙәремде асам, ҡартәсәйем икән, автобусҡа ваҡыт еткән, ауылға ҡайтырға кәрәк бит әле. Булып үткән хәлдәр тураһында ҡартәсәйем дә ләм-мим, мин дә өндәшмәйем. Ләкин үҙемдә ниндәйҙер ҙур үҙгәреш һиҙәм, эске тойғоларымды тыңлайым, үҙемде үҙем аңларға, төшөнөргә тырышам.
Ауылға ҡайтып ял итеп алғас. Ҡартәсәйем бер нисә көн буйы ҡағыҙға яҙылған исемдәргә аяттар бағышлап, аманатын үтәне. Изге ғамәлен ҡылғанда мине лә эргәһенән ебәрмәй аяттарҙы башынан аҙағына тиклем тыңлатты.
Ул көндө Сибай ҡалаһының вокзалында булған хәл, туңдырма һатыусыларға, шул туңдырмалар менән һыйланыусыларға уйламағанда килеп сыҡҡан байрам һымаҡ булһа, минең өсөн дөйөм үҙгәреш көнө булды.
Ошо көндән алып мин буш-юҡҡа мыжыу, үҙ һүҙләнеү, ҡарышыу, әллә нимәләр таптырып дау сығарыу һымаҡ алама ғәҙәттәремдән арындым. Был тиҙ генә, анһат ҡына булманы әлбиттә. Яйлап ҡына көндән, көн арына барҙым мин яман холоҡтарымдан. Элекке һымаҡ яр һалып, тыпырсынып нәмә таптырыуҙан туҡтаным. Ҡартәсәйемә эйәреп аят ашына йөрөүҙән, бигерәк тә бер үҙемә айырым өҫтәл әҙерләтеүҙән ҡырҡа баш тарттым. Ни тиклем һөмһөҙ, тәртипһеҙ һәм оятты белмәгән бала булған икәнемде төшөндөм. Йылдар төпкөлөндә ҡалған, ул бәләкәй генә монстр, тиран ҡыҙыҡай иҫемә төшһә, әле лә йөрәгем өшөп китә.
Мин ҡартәсәйемде ҡәҙерләп, хөрмәтләп, ярҙам итеп өйрәндем, уны ныҡ ярата һәм тыңлай торғайным, ҡушҡан йомоштарын еренә еткереп үтәй инем.
Был сифаттарым атайымдарға бөтөнләйгә йәшәргә ҡайтҡас та бик кәрәк булды. Ҡартәсәйемдең кинйә улы, әрменән ҡайтып кәләш алғас, мин атайымдарға күсеп ҡайттым. 5-се синыфҡа уҡырға барғас үҙем теләп атайымдың фамилияһын алдым. Һәр иртәм йүгереп барып ҡартәсәйемде тәбрикләүҙән, ә һәр кисем уға тыныс йоҡо теләү менән бөтһә лә, мин башҡа атайымдарҙы ташлап китмәнем. Сөнки мин атайым менән әсәйемде лә, ҡустылар менән һеңлеләремде лә ныҡ ярата инем. Ә инде улы менән килене сиҙәм ерҙәре күтәрергә эшкә киткәс, ҡартәсәйем дә беҙгә йәшәргә күсеп килде, өләсәйем күптән беҙҙә ине. Минең донъям түңәрәккә әйләнде, бар яратҡан кешеләрем янымда бит, бала саҡта унан да ҙурыраҡ бәхет бармы ни!
Ә туңдырмаға килгәндә: миндә уны ашау теләге ғүмерлеккә юҡҡа сыҡты. Бына инде ярты быуат була туңдырма ашай алмағаныма. Был хәлгә мин берҙә ҡайғырмайым да, үкенмәйем дә. Туңдырмалар миңә ап-аҡ күңел, саф, эскерһеҙ йөрәк бүләк иттеләр бит. Шуға уларҙы ашамаһам да ризамын, киреһенсә рәхмәтлемен!