Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
16 Февраль 2021, 00:00

ЯРАТЫРҒА ЯРАМАЙ ОНОТОРҒА (хикәйә)

Сәхнәлә таныш, танһыҡ һын бейей. Партнеры янында бер ҡараһаң наҙлы, һөйкөмлө зат, бер ҡараһаң ер өҫтөнән яңы сыҡҡан вулканды хәтерләтә.Тәүге танышҡан кисте, уның бейеү майҙансығында бейегәнен йыш хәтерләп: “Ҡырҡҡа ла етмәҫ элек әллә хыялыйға әйләнә башланым инде?! – Ошо уйҙан Таһир күҙҙәрен ыуғыслап алды. – Юҡ, ул, тап үҙе!” Ҡасандыр күҙҙәрендә бәхет, һөйөү осҡондары тоҡандыра алған, һуңынан ғүмерлек ғазабына әйләнгән һөйөнөсө менән көйөнөсө бергә өйөрөлә.

Сәхнәлә таныш, танһыҡ һын бейей. Партнеры янында бер ҡараһаң наҙлы, һөйкөмлө зат, бер ҡараһаң ер өҫтөнән яңы сыҡҡан вулканды хәтерләтә.
Тәүге танышҡан кисте, уның бейеү майҙансығында бейегәнен йыш хәтерләп: “Ҡырҡҡа ла етмәҫ элек әллә хыялыйға әйләнә башланым инде?! – Ошо уйҙан Таһир күҙҙәрен ыуғыслап алды. – Юҡ, ул, тап үҙе!” Ҡасандыр күҙҙәрендә бәхет, һөйөү осҡондары тоҡандыра алған, һуңынан ғүмерлек ғазабына әйләнгән һөйөнөсө менән көйөнөсө бергә өйөрөлә.
...Йылға буйындағы аҡлан. Бейеү майҙансығында тубығынан өҫтәрәк аҡ күлдәк кейгән, сәстәрен яурынына килешле генә итеп бөҙрәләтеп төшөргән бер ҡыҙ бейей. Янында күңелле музыка көйөнә бейегән тағы ла таныш түгел бер нисә йәш егет менән ҡыҙ ҙа бар. Был тирәнең йәш-елкенсәкте биш бармағылай белгән Таһирҙы ҡыҙыҡһыусанлығы еңде, етмәһә, теге “аҡ күлдәк” тә ылыҡтыра. “Аҡлан” исемле кафе хужаһына талғын музыка көйө ҡуйырға ҡушып күҙ ҡыҫты. Тегеһе, ирен ситенән генә йылмайып көйҙө алмаштырҙы: тимәк, сираттағы берәүгә ҡармаҡ һалырға маташа. Таһир кеүектәрҙең ҡыҙҙарға бер ҡарашы етә, килеп тә етәләр. Үткер ҡараш, эс-бауырыңа үтерҙәй булып йылмайыу, әллә ниндәй боҙ йөрәкте иретер.
Танышып киттеләр. Илгизәләр - бер төркөм студенттар менән буласаҡ фән кандидаттары - урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижадын өйрәнергә килгән икән. Мин-минлегенә барып, әллә күпме ҡыҙҙарҙы ут йотторған Таһирҙың кикереге шиңде. Ҡыҙ ситкә лә типмәй, артыҡ асылмай ҙа. Торғаны бер сер йомғағы инде. Әллә фән менән шөғөлләнеүселәр шулай сәйерерәк буламы икән, тип тә уйлап ҡуя Таһир. Уның урынында берәүгә Таһирҙай егет ҡараһа, “эһем” тиеп ауыҙына ғына ҡарап торо ине, ә бының бигүк иҫе китеп бармай.
Шулай, бер ни тиклем ҡырыҫлыҡ менән сәйерлеккә инсафлыҡ, эскерһеҙлек, ихласлыҡ бергә үрелеп урам тышын тиҙәп торған үрмә гөлдәй холоҡло ҡыҙ. Шул серлелеге албырғатты ла егетте. Тәү ҡарамаҡҡа ҡәҙимге бер ҡыҙ инде. Ҡояшта ҡарағусҡыл булып янған йөҙ, бешеп-балланып торған ҡурай еләктәрен хәтерләткән ирендәр, шуҡ ҡына ҡараш балҡытҡан ҡара-һоро күҙҙәр. Хәйер, күҙҙәренең ниндәй төҫтә булыуын хәҙер ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай Таһир. Ундай күҙҙәрҙе хамелеон тиҙәр, шикелле, ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәреп тора улар.
Фольклор эштәрен тамамлап, тегеләр Өфөгә юлланғас ҡына күҙҙәрендә шаян осҡондар ялтлатып, төртмәс телле теге ҡара сәсте юҡһыныуын аңланы Таһир. Көнөнә бер нисә рәт осрашып торғас, һиҙелмәгән генә. Отпускыһы бөтөүгә ваҡыт күп кенә булһа ла, өсөнсө көнөнә артынан һыпыртты. Әсәһенең: “Артыңа ут ҡапмағандыр, иртәгә юлға сығырһың,” - тиеүенә лә ҡолаҡ һалманы.
Иртән йәшәгән дөйөм ятағынан, “экспедиция эштәрен тапшыра һалырға ла ауылға ҡайтырға кәрәк” тип, уҡыу йортона юлланғанда, бер ҡосаҡ рауза гөлләмәһен тотоп ҡаршыһында торған мәжнүнен күреп “ах!” итте Илгизә.”Танһыҡ еҫеңде һағындым, сәстәрең араһында аҙашып бар донъямды онотаһым, онотолаһым килә. Әйҙә, бер нисә көн генә булһа ла ауылыңа ҡайтмай тор”, - тип инәлгән ҡараштарға буйһондо ҡыҙ.
Атта ла йөрөнөләр, кәмәлә лә йөҙҙөләр, каруселдә лә “зыр” әйләнделәр, етәкләшкән килеш тауыш-тынһыҙ ғына ҡала урамдарын да гиҙҙеләр. Бар ҡатын-ҡыҙға ла аҡса, байлығың булмаһа кәрәгең юҡ, һөйөү иҫәп-хисапҡа, һомғол кәүҙә, һылыу йөҙ ҡалын кеҫәгә бәйләнгән тип уйлап өйрәнгән егеткә ихласлыҡ, күңеле эскерһеҙлек менән һуғарылған, бар нәмәлә яҡшылыҡ күреп өйрәнгән ҡыҙ менән рәхәт, тыныс. Тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ тәнен ҡосҡанда ҡулдарына ирек бирмәне, хатта ул-был турала уйламаны ла. Бар маҡсаты -сираттағы командировкаһына барып ҡайтҡас, Илгизәнең ата-әсәһе менән танышып, ҡыҙҙың ҡулын һорау ине.
Татлы төш кеүек кенә булып күренгән көндәр һиҙелмәй ҙә үтте. Ҡыҙ аспирантурала уҡыуҙар башланғансы тыуған яғына ҡайтып китте, тегеһе эшкә - оҙон юлға йыйынды. Күп туристарҙы үҙенә ылыҡтырған Ҡара диңгеҙ буйында иң матур ҡалаларҙың береһе булған Сочиҙа йөрөһә лә, тәбиғәт матурлығын да, береһенән-береһе һылыуыраҡ ярым-шәрә йөрөгән матурҡайҙарҙың үҙенә ымһыныулы ҡараштарын да тойманы. Буш ваҡытында төрлө сауҙа үҙәктәрен гиҙеп, һөйгәненә бүләк һайланы. Кистәрен генә Илгизә менән һөйләшкәндә, йә буласаҡ кәләше менән ҡауышыу көндәрен күҙаллап хыялға бирелгәндә, күктәге йондоҙҙарҙы күҙәтте.
Бына-бына ҡайтып, кейәү егете булам тип торғанда, Илгизә менән бәйләнеш өҙөлдө. Һуңынан ҡабат-ҡабат шылтыратыуҙарҙан да, уҡыған урынына, йәшәгән еренә барып һорашыуҙарҙың да файҙаһы булманы. Илгизә кәбән өҫтөнә төшкән энәләй юҡҡа сыҡты.
Төнөн тулған айға ҡарап, бүре булып олоп күңелен бушатыр ине - әҙәм затынан. Шулай ҙа әмәле табылды: ҡайғыһын хәмер менән йыуҙы. Эш хаҡын туҙҙырып, ауыл һатыусыларынан бурысҡа алып эсә башлаған, күҙҙәре ҡоторған эттеке кеүек ҡыҙарып баҙлаған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан сираттағы әшнәләре янына олағырға торған улы алдына теҙләнде әсә бер көн. Әсәһенең күҙ йәшенә, ялбарыуына былай ҙа китек күңеле тулды. Сабый балалай ғәзизенең яурынына башын һалып беренсе тапҡыр үкһене.
  • Таһирымдың был йә бәхете, йә ғүмерлек ғазабы була инде был тип, ул ҡыҙҙы тәү күргәс тә уйлағайным. Эске һиҙемләүем бушҡа булмаған икән, - тип һөйләнде улының башынан һыйпай-һыйпай әсә. – Бер-берегеҙгә яҙған булһағыҙ ҡауышырһығыҙ. Яҙмаһа ла тәҡдиреңә күнергә тура килер. Никах менән үлем күктә ярала, үҙеңде былай бөтөрөүеңдән файҙа юҡ.
  • Әллә әсәһенең һүҙен тыңланы, әллә яҙмышына күнде. Тәү ҡарамаҡҡа Илгизәгә оҡшаған ҡыҙға өйләнде. Әммә күктән яуған ҡар бөртөктәре лә бер-береһе менән тура килмәй тиҙәр бит, кешеләр ҙә төрлө-төрлө. Юҡ, ҡатынын яманламай ул, тик вайымһыҙлығы, көндәлек тормош менән генә йәшәүе ялҡыта. Ана, бөгөн дә: “Әйҙә, паркта ҡала көнөнә арналған концерт була, барайыҡ,” – тигәс, юҡ-бар сәбәп табып, өйҙә ҡалды. Үпкәләберәк яңғыҙы сығып китһә лә, хәҙер һөйөнөп ҡуйҙы. Етмәһә, кәләше һуңғы йылдарҙа апаруҡ киңәйҙе. Өйләнгәндә нескә генә билле, буйһыу ғына ине. Әсәһен күр ҙә, ҡыҙын ҡос, тигәндәре раҫтыр. Ҡәйнәһе лә умарта күсен хәтерләтә. Тағы ла бер ун-ун биш йылдан... ҡәйнәһе менән кәләшен сағыштырып ҡарай ҙа, урын-түшәкте ҙурайта башларға кәрәк, тип тә уйлап ҡуя хатта. Ә бына Илгизәне ҡырҡҡа етеп килгән өс бала әсәһе тип әйтергә тел әйләнмәҫ. Бер нисә йыл элек интернеттан эҙләп тапты. Хәйер, уңышлы ғына эшләп килгән ғалимәнең китаптарын да осратҡаны бар.
    ****
    Бейеү тамамланыуға, тамаша янына өйөлгән халыҡты йыра-йыра, сәхнә артына китте. Был ваҡытта сәхнә кейемен алмаштырып өлгөргәйне Илгизә. Ҡараштар осрашты. Был осрашыуҙы нисә тапҡыр күҙ алдына килтереп күңелдәренә йыуаныс тапты икән улар?!
    • Әйҙә, - тине тамағына тығылған төйөрҙө көскә йотоп Таһир. – Анауындағы кафеға керәйек.
    • Сәйҙән баш тартмайым, һыуһатты, - тине тегеһе күндәм генә. Әйтерһең, был осрашыуға икеһе лә алдан һөйләшеп килгән бер нисә көн генә элек айырылышып торған таныштарҙай.
    • Ҡәһүә ярамайҙыр һиңә, әллә йөрәк урынына ултырҙымы хәҙер? – Яндарына килеп баҫҡан официант ҡыҙға заказ бирергә торған Таһир ҡапыл ошолай һорап ҡуйҙы.
    • Ярамай, сәй етә. Йөрәк һаман ситлектән осорға талпынған ҡоштай лепелдәп кенә тора. Табиптар ҙа яңы ғашиҡ булып елкенгән үҫмерҙең йөрәге кеүек тип шаярта... Ә һин... онотмағанһың.
    • Бәлки, онотҡанмындыр ҙа, донъя бит, гелән генә хискә бирелеп йәшәп булмай. Ә бына уйымдан бер минутҡа ла сыҡҡаның тиер инем, тәүге ҡыҙымды ҡулыма алғас бер ни тиклем онотолоп торҙоң.
    • Шунан наҙлы ғына йылмайып сәйен һемереп ултырған ҡаршыһындағы ҡатындан ҡапыл һорай ҡуйҙы:
      • “Йә, ҡасҡалаҡ, бәхетлеһеңме?”.
      • Бәхетлемен.
      • Ә һин... яратҡанһыңдыр тип ышанғайным мине.
      • Бәхет менән яратыу икеһе йәнәш йөрөй, тимәҫ инем.
      • Тимәк, яратмаған кеше менән тормош ҡороп, һин бәхетлеһең?
      • Эйе.
      • ?!
      • Теге ваҡыт һинең тормошоңдан юғалмаған булһам, нимә менән бөтөрөн әҙерәк күҙҙаллайһыңмы? Эйе, һинең менән араларҙы өҙөп, асылыма хыянат иттем, әммә күңел тыныслығы таптым. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тиҙәр. Моғайын, һинең менән дә шулай булыр ине. Әйләнгән һайын һиңә оҡшарға, һөйөүеңде аҙым һайын яуларға тырышып үҙ-үҙемде һәләкәткә илтер инем. Йә бер нисә йылдан ҡан дошмандар булып айырылышыр инек. Эйе, эйе, айырылышыр инек. Уртаҡ балабыҙ булһа ике арала йөрөп ҡаңғырыр ине. Сөнки үҙемдә лә һиндәге эгоистлыҡ етәрлек. Ыңғайыма тормаһалар, күтәреп һуғып, барын пыран-заран килтерергә генә торам.
      • Таһир өндәшмәне, Илгизә дауам итте.
        • Ҡатын-ҡыҙ тормошонда ниҙәр генә булмай. Йоҡоһоҙ төндәрҙән эскә батҡан күҙҙәр, насар кәйеф, йүнләп таралмайынса түбәһенә өйөлөп ҡуйылған майлы сәстәр. Сабыйын йөрөтөп аяҡҡа баҫтырғансы ҡатын-ҡыҙ шулай ҡырҡ сүрәткә инә һәм... бик һирәк ирҙәр генә тоғролоҡ һаҡлай ала. Ә һин кәләшең менән бәләкәс балағыҙ дауаханала ятҡанда уҡ сыҙамағанһың. Һағыныуымдан йәштәремә сәсәгән мәлдәремдә, ҡатының урынында булһам, мине лә шул түбәнһетеүҙәр көтөр ине, тигән ерән уйҙар йыуатты. Ә былай... татылмаған емеш булып хыялыңда ҡалдым, балҡып янған мәлендә атылған йондоҙ кеүек һөйөүебеҙ тапланмай, саф килеш икебеҙҙең дә күңел түрендә һаҡлана. Әле уйлайымда Аллаһы Тәғәлә шул мәлдә дөрөҫ аҙым яһарға, араларҙы өҙөргә әл дә көс биргән тип, рәхмәт әйтәм.
        • Ҡыҫҡа ғына тынлыҡтан аҙаҡ хәтирә-монолог ҡабат ялғанды.
          • Теге ваҡыт барыһына ҡул һелтәп, һин командировканан ҡайтҡансы тип, атайым яғынан алыҫ ҡына туғандар янына сығып киттем. Башҡортостандан ситтә йәшәйҙәр. Берәүҙе берәү алмаштыра алмағанын күптән аңлағанйным инде. Ә күңелдәге бушлыҡты нимә менәндер тултырырға кәрәк. Шунда күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым. Латин Америкаһы бейеүҙәре түңәрәгенә яҙылдым. Быға тиклем сәхнәгә бер сығып та ҡарамаған кешенән бейеүсегә әйләндем. Әллә сотаз-уҡытыусым һәйбәт булды, әллә үҙемдә быға тиклем асылмай ятҡан һәләт булған. Аңламаҫһың. Партнерым менән ҡалала үткән сараларҙың биҙәгенә әйләндек, конкурстарҙа иһә призлы урындарға дәғүәселәр рәтендәбеҙ. Иртәгә – Таһирҙың туйы, тип ауылдашың, практика ваҡытында дуҫлашып өлгөргән Зөлфиә шылтыратып әйткәс, яндарыңа ҡайтып, алдарыңа теҙләнгем килде шунда. Әммә иртәгәһенә сираттағы бер конкурс ине. Миңә ышанған тренерҙы, бергә бейегән партнерымды яуаплы мәлдә ҡалдырып китеп булмай, тигән һылтау менән үҙ-үҙемде йыуатырҙай сәбәп таптым. Ә сәстәремде йолҡоп үкһегем килгән мәлдә, мендәр тышын сәйнәп, ярһыуҙарымды баҫтым. Таңдан конкурсҡа киттем. Былай ҙа бәхетһеҙ, әйтелмәгән мөхәббәтте сағылдырған бейеүҙе бар булмышым менән бирелеп, илай-илай бейенем. Беренсе урынды тапшырған жюри рәйесе: “Һеҙ оҫта бейеүсе генә түгел, ә талантлы актриса ла. Роленә был хәтлем кереп бейегәндәрен күргәнем юҡ ине! Һәләтегеҙҙе төрлө яҡлап асытығыҙ, матур тамаша бүләк иттегеҙ,” – тип ҡулымды ҡыҫҡанда һаман да кибеп бөтмәгән күҙ йәштәре аша йылмайырға маташа инем.
          • Кафе музыкаһы талғын ғына аҡланға тарала.
            • Шулай ҙа, оҙаҡламай кире әйләнеп ҡайттым. Һин һулаған һауа, һин ҡараған ҡояш менән бергә булғым килде. Уҡыуымды дауам итеп, шунда эшкә урынлаштым. Студенттарыма етди сырайлы, ҡырыҫыраҡ күренгән уҡытыусыларының Латин Америкаһы бейеүҙәрен башҡарыуын белгәс, сәйер тойолдо тәү ҡарамаҡҡа. Һуңынан араларында был бейеү менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе.
            • Күңелем бер аҙ тынысланып, тирә-яғымдағы тормошҡа айыҡ аҡыл менән күҙ һала башлағас, янымда бөтөрөлгән сабыр тәбиғәтле, аҡыллы ғына егет менән тормош юлымды бәйләнем. Әлбиттә, аптыраусылар ҙа булды, нисек инде баҫҡан урынында ут сығарған ҡыҙға баҫҡан урынында өндәшмәйерәк торған егет тиң булһын? Әммә буласаҡ балаларымдың атаһын һайлағанда яңылышмағанымды ваҡыт үткән һайын нығыраҡ аңлайым. Эйе, үҙемә лайыҡлыһын таптым. Гелән генә уйлап аҙым яһауы күңелһеҙҙер ул, тиеүселәр ҙә, һалҡын ҡанлылыҡта ғәйепләп аптыраусылар ҙа бар таныштарым араһында.
              Таһирҙың ҡаштары күтәрелде, тимәк бар диҡҡәтен биреп тыңлай.
              • Тәүге улымды табырға етешеп бөткәнмен. Дыу килеп өй йыйыштырам. “Ял ит, Айбулатың барыбер һеҙ ҡайтыуға йыйыштырып, таҙартып ҡуя бит”, - ти хәлемде белергә килгән әхирәтем. “Мин юҡта һөйәркәләре килһә, ҡатыны бысраҡ тора, әрпеш икән тип шатланмаһындар”, - тим. “Кит, алйот тиһәң юғары уҡыу йортонда уҡытаһың, таш бәғерһеңдер ул һин”, - тип аптырай.
              • Яратмаған кешене көнләшеүҙән ни фәтеүә инде? Йөрәк ярһыуҙарыма түҙә алмай йөрөгәнемдә генә бер мәл, диуарыма “Яратырға ярамай оноторға” тип яҙып ҡуйҙым. Билдәле генә бер апай: “Һеңлем, өтөрҙәрен ҡуйырға онотҡанһың бит,” – тип шаяртты. “Ваҡыт ҡайҙа кәрәк шунда үҙе ҡуйыр,” – тинем. Ысынлап та, яҙмыш-өтөрҙәр күңелемдә уйнап торған һымаҡ булһа ла, һайлаған тормошом, яҙмышым менән ҡәнәғәтмен.
                • Эгоистлыҡ буйынса ярыш үткәрһәләр беренселек һиндә булыр ине икән. Ә минең турала, минең ғазапланыуҙарым тураһында уйлап ҡарағаның булдымы? – Күптән һыуынып тәме киткән ҡәһүәһен уртлаған Таһирҙың күҙҙәрендә аптырау менән асыу ҡатыш зәһәр осҡондар уйнаны.
                • Хәҙер минең турала нимә тип әйтһәң дә, уйлаһаң да ихтиярың. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тиҙәр бит. Беҙ икебеҙ ҙә үҙебеҙгә тура килгән йәндәр менән парлашҡанбыҙ. Бар нәмәне үҙенсә генә булдырырға тырышҡан минән алама ҡатын, һинән, үҙеңсә генә эшләргә яратҡан кешенән йүнһеҙ ир сығыр ине, беҙ бергә булһаҡ. Сөнки киноларҙа, әҙәби китаптарҙа ғына холоҡтары тап килмәһә лә бер-береһен яратҡандар бәхетле, тыныс тормош ҡора ала. Ә ысынбарлыҡта, дөрөҫөрәге беҙҙең йәмғиттә ҡатынға һөйөү, иргә ихтирам менән бағырға өйрәтмәйҙәр. Шуға, Хоҙай, беҙҙе үҙе аралаған тип, шөкөр ит тә, ҡатыныңдың ҡәҙерен бел. Миңә китергә ваҡыт, төнләтеп булһа ла ҡайтып етергә кәрәк.
                • Иреңә сәләм!
                • Ярай!
                • Таһир сәй, тәм-том хаҡын түләр өсөн, официантҡа эйәк ҡаҡты.
                  Танһыҡ, үтә ҡырҡыу ҙа, шәрбәтле лә булмаған, әммә болондағы сәскә тәмен хәтерләткән хушбуй эҫен ҡалдырып ғорур һын урынынан ҡуҙғалды. Билдәле генә косметика фирмаһының был хушбуйын электән ҡуллана ул Илгизә, уны юҡһыныуҙарынан өҙгөләнгән бер мәлендә ошо хушбуйҙы ҡатынына бүләк итте Таһир. Эй, һөйөнгәйне башта был идеяһына, күптән күкрәк һөтөн имә алмай йонсоған балаға әсәһе ҡайтып кергән кеүек тойолғайны хатта. Йәнәһе лә, янында ҡосаҡлап ятҡан хәләленән һөйгәненең еҫе сығып, уны хәтерләтә имеш. Тик хушбуй еҫтәре лә кейем кеүек, кешегә тура килгәне була, йә бөтөнләй килешмәй икән шул. Ҡатынынан сыҡҡан әскелтем еҫкә күңеле болғанып тороп китте, залдағы бәләкәй генә диванда бөкләнеп төн үткәргәндән һуң, иртән эшкә барғанда теге хушбуй һауытын һиҙҙермәй генә алып сығып, сүплеккә ырғытты.
                  Әле әллә мөхәббәте булған, әллә бары тик күңелендә үҙе тыуҙырған идеал ҡатын образын һынландырған Илгизә йыраҡлашҡан һайын артынан йүгергеһе, сәстәренән һыйпап ирендәренән шашып-шашып үпкеһе, иркә һүҙҙәр әйтеп наҙлағыһы килде, “Их, артына исмаһам бер генә әйләнеп ҡараһынсы!” – тигән хыялый теләге күңелендә талпынды. Әммә боролоп ҡараусы ла, артынан йүгереп барыусы ла булманы.
                  ...Тәбиғәттең яңы уянған мәленең илерткес һауаһына иҫереп, яңы ғына булған осрашыуҙан иләҫләнеп айный алмай ултырған Таһирҙы ҡапыл Илгизәнең: “Яратырға ярамай оноторға,” – тигән һүҙҙәре мейеһен телеп үтте. Өнөмө, әллә быға тиклем уны күреп һаташҡан төштәренең береһеме икәнлеген дә аңлай алмай алманы ул башта. Бары йәшлеге, шәплеге менән мин-минлеген ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәндә Илгизә менән танышыуы, хәҙер килеп тәүге аҡ сәстәре күренә башлап, бер файҙаһыҙға, мәғәнәһеҙгә ғүмер үтә тип бошонғанда әле икеһе өсөн дә көтөлмәгән осрашыуҙың бушҡа түгеллеген генә белә.
                  РӘЗИНӘ ЗӘЙНЕТДИНОВА.
                  "Шоңҡар" журналынан.
                  https://shonkar.rbsmi.ru/news/Yaratir-a-yaramay-onotor-a-675802/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
                  Читайте нас: